Кис булдымы, Батыр атаһынан әкиәттәр һөйләтергә тотона. Төрлө һорауҙар биреп аптыратып бөтә. Бөгөн дә ул:
— Атай, йондоҙҙар ниңә шул тиклем күп икән?— тип һүҙ башланы.
— Йондоҙҙар менән ҡыҙыҡһыныуың бик һәйбәт, улым, — тине атаһы. — Башҡортмон, тигән кеше өс нимәне белергә тейеш. Беренсеһе — үҙенең ырыуын, ете быуынын. Икенсеһе — халыҡ йырҙарының тарихын. Өсөнсөһө — йондоҙҙарҙы айырырға, уларҙың исемдәрен белергә тейеш.
Батыр атаһы менән йондоҙҙарҙы ҡарап йөрөргә Ағиҙел буйына китте. Ана, йылғала күпме йондоҙ «йөҙә», йондоҙ сағыла.
— Иң яҡтыларына кешеләр исем ҡушҡан, улым. Уларҙы һанап та сыҡҡандар, — тине атаһы күккә иҫе китеп ҡарап торған улына.
— Ысынмы?
— Эйе. Йондоҙҙар бик күп. Ләкин кешеләргә уларҙың өс меңдән ашыуы ғына күренә. Ә хәҙер, улым, күктең буйының буйына һуҙылған яҡты бер һыҙатҡа иғтибар ит әле. Был йондоҙҙар һыҙаты Ҡош юлы тип атала.
— Ә ниңә шундай исем ҡушҡандар ул?
— Тыңла, улайһа, бер хикәйәт һөйләйем. Уны борон-борон беҙҙең ата-бабалар уйлап сығарған.
Батыр менән атаһы яр башына йомшаҡ үләнгә барып ултырҙы. Йылғала «йөҙгән» йондоҙҙарға ҡарай-ҡарай, атаһы улына «Ҡош юлы» тигән хикәйәт һөйләне:
— Бик борон булған был хәл. Ул саҡта әле йондоҙҙар ҙа, Ҡош юлы ла булмаған, ти. Ҡайҙалыр алыҫтан, көньяҡтан, Урал тауы, һаҡмар, Ағиҙел йылғалары буйҙарына торналар килеп йәйләр булған.
Бер йылды торналар теҙелешеп йылы яҡҡа осҡан мәлдә ел-дауыл ҡупҡан. Бала торналар аҙаша башлаған. Ҡайһы берҙәре, арып, ергә төшөп ҡала барған. Шул саҡ оло торналар ҡалғандарына юл күрһәтеү өсөн ҡауырһындарын күк йөҙөнә сәскән, ти. Был ҡауырһындар йондоҙға әйләнгән. Торналар осҡан юлда ана шулай йондоҙҙар хасил булған. Ҡош юлы тигәндәре ана шунан ҡалған ул.
— Был ысын булған хәлме, атай?
— Юҡ, улым. Кешеләр уйлап сығарған был хикәйәтте. Бер йондоҙ тураһында төрлө халыҡта төрлө легенда йөрөй. Мәҫәлән, рустар Ҡош юлын «Млечный путь» тип исемләгән. Уға ҡарата хикәйәт тә сығарған.
Батырҙың йондоҙҙар тураһында тағы һөйләткеһе килгәйне лә, атаһы:
— һуң инде, улым, ҡайтып йоҡлайыҡ, — тине...
Батырҙың әсәһе бөгөн кибеттән сүмес алып ҡайтты.
— Етегән йондоҙона оҡшап тора, сүмесең ялтыр икән, әсәһе, — тине Батырҙың атаһы, шаяртып.
Батырға был һүҙ етә ҡалды:
— Сүмескә оҡшаған йондоҙ ҙа буламы ни ул?
— Була шул.
Батыр менән атаһы кисен йондоҙҙар ҡарарға сығып китте.
— Ана, улым, — тине атаһы, күккә текләп. — Яп-яҡты ете йондоҙҙо күрәһеңме? Бөтәһе бергә Етегән тип атала. Уларҙы күңелдән генә һыҙыҡ менән тоташтырһаң, сүмес хасил була.
— Ә-ә-ә, аңланым, — тине Батыр, Етегәнде һанап сыҡҡас.
Атаһы уға «Етегән йондоҙ» тигән хикәйәт тә һөйләне.
— Бик борон заманда ер ҡалаҡтай, күк табаҡтай ғына булған, ти. Әҙәм заты ишәйә барған: кейек-йәнлек заты ла күбәйгән. Ер киңәйгәс, күк тә ҙурайған.
Ул саҡта бөтә халыҡ бер ҡаҙандан ашай икән. Бер Алып, йәғни бик дәү бер кеше килеп сыҡҡан да ҡаҙанды күтәреп эскән. Ни эшләмәк кәрәк? Тотонғандар оло ҡаҙан яһарға. Ҡаҙаны булғас, сүмесе лә кәрәк. Ҡаҙанды ҡойғандар көмөштән, сүместе яһағандар алтындан.
Теге Алып ҡаҙанды күтәреп ҡараған. Сүместе ҡулына алған. «Быныһы бик еңел икән», — тип һауаға сорғотоп тотоп алайым тиһә, сүмес юҡ: әйләнеп-әйләнеп осҡан да йондоҙҙар араһына боҫҡан.
Алып сүмесе әле лә бар. Ете йондоҙ булып ялтырай ул: сүместең төбө — дүрт йондоҙ, тотҡаһы — өс йондоҙ. Йәмғеһе — етәү. Үҙе һәр саҡ әйләнеп тора ул Алып сүмесе: кистән ауыҙы, ә иртән һырт яғы өҫтә була.