Jump to content

Ҡоштар китер алдынан(хикәйә). В.Бианки

From Wikisource
Ҡоштар китер алдынан ( хикәйә )
автор В.Бианки
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Ҡоштар китер алдынан


 Көҙ яҡынлашҡас, ҡоштар туптарға йыйыла. Улар, аҙыҡ эҙләп, баҫыуҙарҙы, урмандарҙы ҡыҙырып йөрөй.
Тупта ни ҡәҙәре ҡош күп булһа, шул тиклем яҡшы була. Йөҙ пар күҙ дошманды күҙәтә, йөҙ суҡыш дошмандың ябырылыуын кире ҡағырға әҙер тора. Шулай итеп бөтә тупҡа хәбәр итә. Ә туп йәшенеп өлгөрә. Әгәр туптың бер ҡошо бәләгә осраһа, башҡа ҡоштар тауыш күтәрәләр.
Туптың үҙенең законы бар: һәр бер ҡош бөтә туп өсөн, бөтә туп бер ҡош өсөн яуап бирә.

 


1988 йыл