Jump to content

Ҡорғамбәккә шикәйәт. М.Аҡмулла

From Wikisource
Ҡорғамбәккә шикәйәт
автор Мифтахетдин Аҡмулла (1831—1895)
Ҡара Йөкмәтке. Сығанаҡ: Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит.Аҡмулла сайты


Ҡорғамбәккә шикәйәт


Китептер аҫыл ирҙәр урыҫ әйҙәп,
Ҡуйыптыр переводчиккә һине һайлап.
Бер таптай намыҫыңа ҡалдың ҡарап —
Ҡулынан ҡуш ҡәрҙәшең бирҙең бәйләп.
 
Ғәйепһеҙ Аҡташмы ине һинең хасың? —
Билеңдән түбән төштө алтын башың.
Китте, тип Аҡташты әйҙәп, ишеткәндә,
Үтмәне тамағымдан эскән ашым.
 
Ҡорғамбәк, йоҡа икән аҡыл-хәйләң,
Әйҙәттең Аҡташты тотоп — халыҡ хайран.
Ҡулынан ҡуш ҡәрҙәшең тотоп бирҙең —
Тейерме инде кемгә һинең файҙаң?!.



Аңлатмалар

Иҫкәрмәләр