Әсәләр үҙ балаларын «ҡолоном», «ҡолонсағым» тип яраталар. Малдар араһында ҡолондан да матуры бармы икән? Юҡтыр. Унда һылыулыҡ та, шаянлыҡ та, һөйкөмлөлөк тә етерлек. Бына ул һиңә ҙур түңәрәк күҙҙәре менән ҡарап тора ла матур, төҙ аяҡтарын ҡапыл һикертеп, ҡойроғон торғоҙоп, муйынын дуғаландырып, боролоп сабып сығып китә. Күҙ алдында бейегән төҫлө һикергеләй, һине еҫкәп, тирә-яғыңда өйрөлөп ала. Шуға күрәлер инде әсәләр балаларын яратыу өсөн «ҡолоном» һүҙен һайлап алған.
Бәләкәй сағында кәзә бәрәсе лә, һыйыр быҙауы ла матур, һөйкөмлө була. Ләкин «бәрәсем» тип бик һирәк әйтәләр.
«Ҡолоном» — матур шул.