Jump to content

Ҡоймаҡ(шиғыр). Тамара Ғәниева

From Wikisource
Ҡоймаҡ ( шиғыр )
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Ҡоймаҡ


 Ҡояш кеүек көлә суйын таба,
 Ипкенендә ҡауҙыр ҡуҙҙың.
 Йоҡаҡ ҡына, үтә күренмәле
 Ҡоймаҡ ҡоя ҡыҙым.
 Йылымыс һөт, тоҙ, май, йомортҡаны
 Шыйыҡ ҡына итеп туғып
 Ҡойған саҡта ҡыҙыу табаһына
 Хуш еҫ тора урғып.
 — Тәүге ҡоймаҡ ойошто ла ҡуйҙы...
— Ҡуй, бошонма, ҡыҙым, улай.
 Донъя көтөү — йәшәү сәнғәте бит,
 Өйрәтә ул шулай.

 


1993 йыл