Jump to content

Ҡатындар. Ҡыҙ бала. (Трилогия. Беренсе китап) Гөлнур Яҡупова

From Wikisource
ҠАТЫНДАР. Трилогия. (Ҡыҙ бала. Беренсе китап.)
автор Гөлнур ЯҠУПОВА
Ижад итеү ваҡыты: 2007-2008. Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Ағиҙел" журналы, № 7-8
Нәшер ителде -

1

[edit]

Ҡарурманда, бүре һуҡмағында, осрашты улар — ике ҡырағай йән. Береһенең урмандан әҙәми заттарға, икенсеһенең, киреһенсә, әҙәми заттарҙан урманға ҡасып барышы. Икеһе ике яҡтан, ҡапма-ҡаршыға, саба торғас, түштәре менән йырып алға этәреп килгән һауа тулҡындары, ниһайәт, тасма-тас бәрелешеп, юғарыға урғылды. Был күҙгә күренмәҫ тығыҙ урғым алдында бер мәлгә туҡтап ҡалдылар: тирә-йүн уларҙың тик икеһенә генә аңлашылған мәғлүмәти еҫ-тойомдар менән тулды. Зәһәр ялтыраған күҙҙәр, тыржайған томшоҡтар, ҡарпайған ҡолаҡтар шул мәғлүмәтте аңдыны. Ул арала урғым нисек бар булһа, шулай юҡҡа сыҡты. Әлеге икәү икеһе ике яҡҡа мөҡәддәс юлдарын дауам итте. Уларҙы ошо ынтылыштарынан дүндерер көс юҡ. Ҡарар күҙгә ифрат ныҡ оҡшашһалар ҙа, был ике йәндең эске булмышы аҡ менән ҡара кеүек айырыла: береһе азатлыҡ хаҡына әҙәми заттың муйынын сәйнәп ырғытырға һәләтле, икенсеһе шул уҡ әҙәми затҡа тоғролоҡ хаҡына ҡоллоҡҡа төшөргә, муйынына ҡарғы кейҙертергә лә риза...

Күп тә үтмәне, минең нәҫелем көн иткән Толпарлы ауылы таң ҡалдырғыс хәбәр менән тулды: Әхмәҙин һунарсының бүреһе эт булып өрә башлаған! Ул бүрене Әхмәҙин бабай өңөнән бәләкәй генә көйөнсә алып ҡасҡан, ҡыҙыҡ өсөн микән, урынына колхоз келәттәрен һаҡлаған кәнтәй овчарканың көтөйөн ҡалдырып киткән. Заманында урман ҡарауылсыhы булып эшләгән, мәргәнлеге менән дан ҡаҙанған hунарсы хәҙер үҙе лә шул овчарка менән бер ҡатар янғын һүндереү һарайында төнгө hаҡта тора. Был хеҙмәтенән ул ифрат ҡәнәғәт: төндәрен, йә уйланып, йә hуғышта алған яраларынан һыҙланып, барыбер йоҡоһоҙ уҙғара, ә былай яҡындағы машина-трактор паркынан өҙөлмәгән ир-ат менән иртәле-кисле күрешә, гәпләшеп кинәнә, исмаһам. Өйө лә яҡын, Келәт тыҡрығында ғына.

...Ә теге "бүре өргән" көндө ҡарт, ғәҙәтенсә, таң һарыһы менән үҙенең ихатаһына ҡайтып ураны, йорт-ҡураһына күҙ һалды. Ҡараһа — бүреһе юҡ! Ҡарғыһынан һыпырылып ҡасҡан? Тағы ҡараһа — бүреһе урынында. Текләберәк ҡараһа — теге бүрегә үтә лә ныҡ тартым эт, әллә бүрэт, баҫып тора?! Күҙе үткер, яҙа күрмәҫ, әүәлге һунарсы лаһа, мал айыра. Ни булһа ла булыр, тине лә бүрэткә яҡынлашты, уныһы ыңғай ғына торғас, тегеһенән ҡалған ҡарғы-муйынсаны йәпләп башынан кейҙерә һалды. Анау бүреһеме – бүреһе, йәнәһе, кешегә әйтмәҫ тә ҡуйыр дөрөҫөн: ана бит, был да сымыры кәүҙәле, ҡыҫыҡ сикәле, уҫал ҡиәфәтле. Шул саҡ бүрэт тешен ыржайтып ырылданы ла артҡы тәпәйҙәренә баҫты һәм ҡапыл алғы тәпәйе менән дөмбәҫләтә йорт эйәһенең яңағына килтереп һуҡты. Бер арый был икәү, бүрэт менән һунарсы, күҙгә-күҙ ҡарашып шым торҙолар. Ахырҙа hунарсы: “Һарыгүҙ?” — тип бышылданы. Бүрэт: "Таныныңмы?" — тигәндәй, ҡойроғон болғаны ла өрөргә тотондо. Лаулауы сәйерерәк ине уның.

Уңарсы бабайын ҡаршыларға тип күтәрмәгә сығып баҫҡан әбейе сәрелдәргә тотондо:

— Бүре һуҡты, бабайҙы бүре һуҡты!

Ҡыҫҡаһы, төшкөлөккә үк Әхмәҙин һунарсыға ҡушамат әҙер ине: Бүреһуҡҡан. Ә ысын дөрөҫөн Әхмәҙин, әй, Бүреһуҡҡан бабай, үҙе генә белде: ниндәйҙер серле тәҡдир илә, бүре өйөрөндә аҙаштырған көтөйө — Һарыгүҙ үҫеп, хас та бүре булып ҡайтып ингәйне. Әммә, оҡшаһа ла, бүре түгел ине һәм яманатлы бүрэткә лә әүерелмәгәйне hымаҡ ул, шөкөр. Исемде көтөйгә үҙе ҡушҡайны, күҙенең төҫө сылт һары булғанға. Шуға ла, әле килеп, күҙенән, ҡарашынан таныны Һарыгүҙҙе. Тимәк, инә бүре ят көтөйҙө боғаҙлап үлтермәгән, йәлләгән? Һарыгүҙ үҙе лә сос ине, бүре көсөктәренә тиҙүк эйәләшеп, таhылдарын үҙләштереп тә алғандыр? Аҙна буйы hағалап йөрөп, инә бүре ауға сыҡҡан саҡта, йәпле генә итеп атҡарып ҡуйғайны ниәтен hунарсы – әллә ниңә бүре балаhын ҡулға эйәләштерергә сәмләнде лә йөрөнө шул осор, гонаh шомлоғо... Ата бүре нишләп үҙе ризыҡ ташымаған балаларына? Моғайын, уға бер-бер хәл булғандыр, юғиhә бит ул яҙ мәлендә (апрель башы ине) көнөнә бер нисә ҡоралайҙы йыға ала хатта. Меҫкен ҡоралайҙар көндөҙ ҡояшта иреп, төндә бысаҡтай ялтырап туңған ҡар киртләстәренә тояҡ-бәкәлдәрен йәрәхәтләп, шәп саба алмайҙар шул. Һунары уңмағанда ла ата бүре ас итмәй балаларын, тапҡан ризығын әҙ-әҙләп ашҡаҙанына йыя, эсәктәренә ебәрмәй, өңөнә алып ҡайтҡас, кире сығара... Шуларҙы эсенән генә фаразлап, оҙаҡ ҡына шаҡ ҡатып баҫып торҙо Әхмәҙин ҡарт.

Ҡәүемемде ҡужғытҡан ошо ваҡиға, бәғзе башҡа хәлдәр ҙә миңә мәғлүм. Әммә ул ҡәүем араһында әлегә юҡмын, донъяға тыуып өлгөрмәгәнмен. Мин — яралғы. Бар булған мөхитем һыу менән тулы, шунда бәүелгеләп йөҙөп йөрөйөм. Моғайын, мин күлдә — балыҡ яралғыһы, йәғни селбәрәмендер? Йә сүмесбашмын, абау, баҡа булырмынмы икән? Бәлки, һауала осар ҡошмон — әлегә күкәй эсендәге шыйыҡсала болғанлайымдыр? Юҡ та инде... Минең бит аңым бар?! Мөхит эсендә (ул мөхиттең инәлек, әсә ҡарыны икәнлеген белмәйем-белеүен) ваҡытлыса, ҡурсаулыҡта икәнлегемде һиҙемләйем. Ошонда имен үҫәһем, тәбиғәт инселәгән ҡиәфәтемә инәһем бар. Ә ҡиәфәтем матур буласаҡ! Сөнки мин — әҙәми зат яралғыһы. Нисек аңғарҙыммы? Әллә... Минең әле Оло йыһанға, донъяға тыуаһым бар. Әлеге мөхитем, тимәк, – кесе йыһаным. Мин — эстә; тыштағы, Оло йыһандағы Ай тигән есемде күрмәйем, тоям ғына: өс тапҡыр тулды ул, дүртенсегә кителә башланы һәм... тап шул мәлдә кесе йыһандағы тәүге кисерешемә — ҡурҡыуға дусар булдым. Мине, бәләкәс йәнде, үҙенең ҡарынында бар иткән дәү йәндең ярһыуы күҙәнәктәремә үтеп инде: "Төшөртәм!" Дәү йәндең был ниәте тыныс мөхитемдең аҫтын өҫкә килтерҙе. Тыумаҫ борон, етлекмәҫ борон кесе йыһандан төшөп ҡалып юҡ булырға?! Ҡурҡыуымдан асырғанып туларға тотондом, йәшәргә дәғүәмде белдерҙем шулай. Дәү йән мине йәлләне, ниндәйҙер шомло тупhа арҡылы үтеп, әжәл тырнағына эләктек тигәндә, кире боролдо. Ҡыуандым! Инде миңә ике хис-тойғо таныш — ҡурҡыу һәм ҡыуаныу. Киләсәк ғүмерҙә ошо тәүге икәүҙән бихисап яңы кисерештәр шытып сығырын аңғармайым, ҡан хәтерен, аң-мәғлүмәт күсәгилешен дә әлегә белмәйем.

...Ниһайәт, тыуҙым! Ай ете ҡабат тулды, ете ҡабат кителде лә (көнөм тулманы бит әле?!), дәү йән менән бергәләп кисергән тулғаҡ ыҙалары аша үтеп, кесе йыһан шаршауын йыртып килеп сыҡтым Оло йыһанға, донъяға. 1948 йылдың сентябре... Инде мин үҙ аллы йәшәй башларға тейешмен?! Дәү йәндән айырып, кендегемде киҫтеләр. Үҙемә тын алырға кәрәк хәҙер: ауыҙымды асыуға йырмаслап эскә инеп киткән һауа үпкәмде урталай телеп ебәргәндәй итте лә, түҙмәй, ҡысҡырып илап ебәрҙем. Тәүге ауыртыу, тәүге күҙ йәше. Тәүге ауаз! Күҙемде асҡас, дәү йәнде, ниhайәт, тыштан күрҙем: ул ысынлап та шундай дәү, ике аяғы өҫтә ҡыймылдай, ҡулдары — уртала, башы аҫта тәгәрләп йөрөй. Унан hаман да айырылып уҡ бөтмәгәнмен әле. Инде мин дәү йән менән йылы йомро имсәктәре аша тоташам, уларҙан алмаш-тилмәш баллы һөт имәм. Кем өйрәткән мине тыуыу менән ул имсәктәрҙәге кескәй имгестәрҙе табырға, ҡарһаланып ауыҙыма ҡабырға һәм йәшәү һуты һура башларға? «Әсәй!» Ҡолағыма гелән шул һүҙ яғыла. Әсәй икән дәү йәндең исеме. Хәҙер ул баштүбән йөрөмәй. Бәлки, мин тыуғанға шатланып тәү мәлдә шулай йөрөп алғандыр әҙерәк? «Балам!» Тағы ошо һүҙҙе әйләнгән һайын ишетәм. Мин дәһә ул бала – иң-иң ҡәҙерле йән эйәһе. Юҡһа, ниңә шулай өйөрөләләр минең тирәмдә, тындарын да ҡапылда сығармай, ел ебәрмәй, эстәренә тартып торалар?

Шуны асыҡланым: мине бәпләүсе тағы өсәү бар һәм улар бер ишерәктәр икән. Әсәйем һымаҡ кейенәләр, имсәктәре лә бар, мине ҡыҫып яратҡандарында һиҙәм дәһә ул йомроҡастарҙы. Бигерәк тә ихластар, еҫтәре танһыҡ, ҡулдары йомшаҡ. Уларҙы Зөлхизә өләсәйем менән Рәйхана ҡартәсәйемдәрҙер, ә бөҙрә сәсле көләкәс берәүһенең ике туған апайымдыр тип белмәйем – үҙемә бик-бик ғәзиз, кәрәк икәндәрен барыбер тоям...

Мине бит был өйҙә, дүрт мөйөшлө донъяла, тик ҡатын-ҡыҙ уратып алған! Ошоно аңлағанда, телем сыҡмағайны әле. Әммә сағыштыра белеү өсөн телдең хәжәте лә юҡ — күҙ бар ҙаһа. Сағыштырҙым: үҙем дә шулар һыңарымын икән, йәғни — ҡыҙ бала. Ә бер көндө... Бер көндө, яғылған мейес һыртына таяна-таяна, устарыма өф итә-итә йөрөп арығас, иҙән уртаһына лып барып ултырҙым һәм тәҙрә ҡашағаһынан көн тимәй, төн тимәй, ҡасан күҙемде асһам да, һәр дайым миңә бағып торған рәсемдәге кешегә ҡараным да ҡысҡырып өндәштем:

– Ата-а-ай!

Һикелә, мине күҙәтә-күҙәтә, батмуста борсаҡ тәгәрләтеп ултырған әсәйем ҡапыл һикереп торҙо. Сүп араһынан әрсеп, һайлап алынған йомро аҡ борсаҡтар йылтырашып һибелеп, иҙән ярығына төшөп китте, берәүһен генә тотоп алып, уртыма йомоп ҡалдым. Һиҙгер генә әсәйем был юлы шуны ла күрмәне, аптырауы көслө булғандыр инде. Ә мин, ысын, мутлаша ла беләм хәҙер, бер йәшем тулып килгән ҡыҙыҡаймын.

Дүрт ҡатын итәгенә йәбешеп үҫ тә, "атай!" тип телең асылһынсы?! Тереләй һис юғы бер күрһәң ул атайҙы? Әсәйемдең борсаҡтары шуға аптырашып иҙәнгә һикерешкәндер инде...

Шул дүрт ҡатын өсөн мин, уларҙың Нуриялары (исемемде биләүҙә үк отоп алғайным),– иң матур, иң аҡыллы, иң камил баламын. Әлеге дүрт мөйөшлө өй-донъяламы? Тотош Ер йөҙөндә, Оло йыhанда, белгегеҙ килhә! Әле hөйләгәндәрем дә уларҙан ишеткәндәремдер: юғиhә, бәпес сағын кем хәтерләhен, ти? Ә, бәлки?!.

2

[edit]

— Нурия, һайт! Нишләп ултыраһың бында, йүгер өйөңә, атайың ҡайтҡан, ана, моряк Баязит ҡайтҡан, тим!

— Алдашма, Бүреһуҡҡан олатай, бар, үҙең ҡайт, беҙ сорлауыҡ уйнайбыҙ, — тим тауышымды баҫып ҡына, әтеү мине ишетеп ҡалһалар, малайҙар тиҙ үк эҙләп табасаҡтар.

— Бар, йүгер, ысын әйтәм – атайың ҡайтҡан, ултырма бында сорлап. Урынын да тапҡан – баҡса арты. Бында килеп һине кем эҙләһен, дуҫ малайҙарың күптән өйҙәрендә бәрәңге ашап, ҡатыҡ эсеп ултыра.

Эсем көтөрҙәп ҡуйҙы, асыҡҡаным икән. Бер сәғәт кенә барҙыр ошонда килеп йәшенеүемә. Ә сорлауыҡ шундай уйын ул: берәүҙе көтөүсе итеп ҡалдыраһың да (шыбаға тотошоп инде, хәрәмһеҙ) төрлө ергә боҫошаhың, кем ҡайҙа барып етә ала. Сабир, ана, әллә hимеҙлегенән, яйман булғас, беҙҙең ҡара-ҡаршы күршебеҙ Гөлбикә апайҙың өй артына саҡ йәшенеп өлгөрә. Уны шундуҡ табалар, мышнап тын алыуы бер саҡрымдан ишетеләлер әле. Шунан башҡаларҙы икәүләшеп, ахырҙа күмәкләшеп, ҡыҙырып эҙләргә тотоналар. Мине таба алмай аҙапланалар. Гелән. Үҙҙәре минән әҙерәк өлкәнерәктәр әле, hы... Ары-бире сорлап та алыу шарт йәшенгән кешегә. Бөгөн әллә нисә сорланым, әммә һаман килеп тапмайҙар. Алты малай бер ҡыҙыҡайҙы, ысынлап эҙләһә, тапмаҫ, тиме. Эт менән бер ҙәһә улар, эҙеңде еҫкәп килеп сығырҙар өҫтөңә. Ә был юлы нишләп мыштырлайҙар?

Шул минутта яҡында ғына, Күрәнле ҡултығында, үгеҙ үкереп ебәрҙе. Тертләнем-тертләүен, әммә ҡурҡманым. Баҫтырып, осло мөгөҙө менән эләктереп ала алмаясаҡ – ысын үгеҙ түгел, ә мөншөгөр тигән ҡош ул, шулай үкерә. Уның тағы бер исеме бар - өңшәүер. Йылғаның яҙғы ташҡында өҙөлөп ҡалған бөгөлөндә, ҡамыш араhында, оя ҡора, бала сығара. Былтыр боҫоп ҡына күҙәтеп ултырҙым: оҙон суҡышы менән балыҡты, вағыраҡ тәлмәрйенде йәлп иттереп эләктереп ала. Ошо бөгөлдә йофар ҙа йәшәй ул, ярҙы өңөп оя яhаған да, шунда. Ана, осло томшоҡло оҙонса башын hоноп, бәләкәс кенә күҙҙәрен сылт-сылт йомғолап минең яҡҡа ҡарап тора. Балыҡтыҡы кеүек тәңкәле ҡойроғон hөйрәп, йылт итеп hыуға төшөп китте шунан...

Ҡабатлап бер-ике сорланым да асыҡ урынға сыҡтым. Күрһендәр ҙә... Бәй, таралышҡандар. Шыйыҡ эңер баҫып килгән тирә-яҡты тағы бер һөҙөп байҡап алдым да өй яғына ыңғайланым. Ныҡ ҡына hыуытып та ебәргән – май башы ғына бит әле. Уф, йомшаҡ ҡына бер нәмәгә баҫтым? Шәмәхә төҫөндәге умырзая икән, сирень сәскәhенә лә оҡшап тора әҙерәк. Эйелеп, турайтып ҡуйҙым, әлдә hынмаған. Өҙмәнем дә – күпме генә ғүмере ҡалған былай ҙа, йәшәhенсе.

Өй ни, урынында ултыра. Тик ул тарафта барыбер ниҙер үҙгәргән кеүек. Шул уҡ өй инде, башы таҡта менән ябылған, таҡтаһы мүкләнеп, йәшкелт төҫкә ингән. Ҡапҡа ла ҡәҙимге, бер яҡ бағанаһы янтайғас, ябылыр-ябылмаҫ тора. Шул ҡапҡаны әллә ниңә әлеге лә баяғы Бүреһуҡҡан олатайға оҡшатам: бишмәтенең төймәһен гелән яңылыш элә лә, бер салғыйы өҫтә, икенсеһе аҫта салышайып йөрөй. Ашығып кейенәлер ул, шәп атлап, салыш салғыйҙарын ел-ел елтләтеп йөрөй, артынан бүре ҡыуа төшкән тиерһең. Хи-хи, ҡалай ҡыҙыҡ һүҙ... Һүҙ тигәндәй, "атайың ҡайтҡан" тине ләһә шул бабай. Бәс, үҙгәргәнсе өй: беҙ бер ҡасан да эңерҙән үк шәмгә ут алмайбыҙ, ә бөгөн бөтә тәҙрәләрҙә лә яҡты балҡый, тимәк, бер түгел, ике шәм яна! Ә мин, иҫәүән, Бүреһуҡҡан бабайға ышанмаған булып, ауыл осонда сорлап йөрөйөм. Атай һынлы атай үҙе ҡайтып төшкәндә, ниндәй уйын ҡайғыһы ти ул?

Йүгереп тупһаға мендем, ишектәге аҫтараҡ, минең өсөн махсус ҡағылған бәләкәй тотҡаға үрелдем тигәндә, танауыма тәмәке еҫе бәрелеп, туҡтап ҡалдым. Беҙҙең өймө был? Беҙҙең өй, беҙҙең ишек, бына лаһа минең тәтәй тотҡам. Уңарсы ишек асылды, һәм күҙ алдымда ул, атай кеше, пәйҙә булды. Ирекһеҙҙән эске яҡҡа, теге кәртешкәгә, ҡарай һалып алдым — урынында, тәҙрә ҡашағаһында. Ә был оҙон буйлы, киң яурынлы баhадир минең «тере көйөк» (ҡартәсәйем шулай ти) атайым?! Баhадир шул, ана нисек мине, ҡурсаҡтай итеп, еңел генә күтәреп алды. Әллә нимәгә илағым килде шул минутта, ә күҙемдән йәш сыҡманы. Биш йылға яҡын бөтә өй эсе менән көткән, мин иhә әле ғүмеремдә тәү тапҡыр күргән атайыма уны шаҡ ҡатырырлыҡ һүҙҙәр әйткем, телдәрлегем, үҫкәнлегем менән һоҡландырғым килде, әммә телем тирбәлмәне. Әйтерһең, был дәү, көслө кеше ҡапыл мине ташҡурсаҡҡа әйләндерҙе, бына-бына ул аңһыҙҙан төшөрөп ебәрер ҙә, селпәрәмә килермен. Ҡурҡыуым телемә ҡеүә бирҙе:

— Ныҡ тот, атай, ысҡындырма, иҙәнгә төшөп ватылам, әтеү, — тинем дә, әҙерәк тынысланғас, өҫтәп ҡуйҙым: — Әй, мин ташҡурсаҡ түгел дәһә!

Барыбер шаҡ ҡатырҙым, күрәһең, атайымды. Башын артҡа ташлап, ҡысҡырып көлөп ебәрҙе лә, кәүҙәмде ҡымтып тотҡан ҡулдарын алға һуҙып, оҙаҡ итеп миңә ҡарап торҙо. Мин дә, аяҡтарымды һауала һәлендергән килеш, шымтайҙым да уның күҙҙәренә баҡтым. Оҙаҡ, бик оҙаҡ бағыштыҡ һымаҡ. Сәмләнеп китеп, керпегемде лә ҡаҡмай ҡараным атайымдың күҙҙәренә, уларҙың төҫөн күкшел-йәшел күрән ҡыяғына оҡшаттым. Атайым ахырҙа биреште, ҡарашын ситкә алды. Шунан мине һикегә алып барып баҫтырҙы ла тағы күкрәгенә ҡыҫты, сәнскеле яңағын битемә терәне, көрһөндө...

Йоҡларға ятҡас, йөрәгемдең дарҫлап типкәненә ғәжәп иттем. Ҡурҡманым да инде? Шатландым ғына. Ә йөрәк, ҡурҡҡандағы кеүек, дөп-дөп тибә. Ҡурҡыу күптән, кесе йыһанда саҡтан уҡ, таныш миңә. Кисә, ана, быҙау ҡыуып барғанда, тыҡрыҡтан күҙе аларышып ике эт ырғып килеп сыҡты, уф, тертләнем! Өрмәйҙәр ҙә һис юғы, үҙҙәрен белгертеп. Һы... шатлыҡты ла белмәйем түгелсе. Тик йөрәгем былай дарҫылдамай торғайны. Моғайын, бығаса бәләкәйерәк шатлыҡ-ҡыуаныстар булғандыр, ә быныһы — ҙур, бик ҙур! Теге юлы кесе йыһандан төшөп ҡалыуҙан ҡотолғандағы кеүекме?.. Был шатлыҡтың еҫе лә бар, ҡулдарымды һелккеләһәм, нығыраҡ һиҙелә: бит hабыны менән тәмәке ыҫы бергә ҡушылып аңҡый. Күҙгә-күҙ бағышҡанда, атайымдың шырт йөн баҫҡан сикәләрен, үҙем дә аңғармаҫтан, һыйпап алғайным, шунда һеңә hалғандыр ҡулыма был әлегәсә ят еҫ.

Атай еҫе...

Иртәгәһенә таң менән танауымды ҡытыҡлап уятты атай еҫе. Ошоғаса төрлөсә тамшанып уянғаным булды: йылымыс һыуҙа бүрткән өрөк, йөҙөм боҫона, тағы уймаҡтай ғына бәләкәй сәйнүктә (барник тибеҙ) бөркәп кенә төнәлтелгән бөртөклө сәй тынына — улар һирәк, әллә ҡайҙағы Кимерәү (Кемерово ҡалаһы,Новосибирск өлкәһе - Г.Я.) яҡтарында төпләнеп донъя көткән Дәүләтбикә тигән өс туған апайымдан, Зөлхизә өләсәйемдең ейәнсәренән була инде, посылка килеп төшкәндә генә тарала беҙҙең өйҙә. Ҡыҙҙырылған бойҙай, йәғни ҡурмас, ыуыҙ ҡоймағы, яңы быҙаулаған һыйырға бер биҙрә итеп быҡтырылған мәтрүшкә сәйе...

Иҫләһәм, мине татлы йоҡомдан айырырлыҡ еҫтәр күп булған икән дәһә. Ә был көндө шым ғына мейес артындағы киң һикенән төштөм дә, иҙән уртаһына баҫып, танау япраҡтарымды киреп еҫкәнә-еҫкәнә, өй эсенә күҙ йүгертеп сыҡтым. Ҡартәсәйем – мин уның менән бер hикелә эргәләш йоҡлайым – ҡорама юрғанын төрөп, мендәрен ҡабартып ултыртып ҡуйған, үҙе күптән аяҡ өҫтөндәлер. Элек Шәрифә апайымдың бирнә һандығы ултырған мөйөштә ят әйбер күренә – дүрткел сумаҙан. Әйткәндәй, Шәрифә апайым – тыумышымдың тәү көнөнән үк (хатта ки кесе йыhанда сағымда уҡ!) белгән теге дүрт ҡатын-ҡыҙҙың береһе ул, эйе, атайымдың бер туған һеңлеһе. Үҙебеҙҙең ауылдыҡы Әлтәф ағайға, хәҙер еҙнә инде, кейәүгә барғайны былтыр көҙ, шул әүрәтеп ҡалаға – Өфөгә алып сығып китте. Атайым, ауылға ҡайтышлай, уларға кереп сыҡҡан, арыуҙар, ти. "Әүрәтеп" тип әлеге ҡартәсәйем әйтә инде... Урҙала апайымдың ҡыйыҡ яулығы, косынкаһы, эленеп тора, "күҙ көйөгө" булып. Быныһы ла ҡартәсәйем һүҙе. Күҙҙең көйөгө булалыр шул? "Йәнем көйә" тип тә әйтеп ҡуя ҡай саҡ, ярай инде, уныһы көйһә лә көйәлер, эстә бит ул йән, күренеп тормай... Әй, әллә ҡайҙа төшөп киттем, өйөбөҙҙө тикшереп тороуым даһа. Әсәйемдең тимер карауаты ҡайҙа ул? Төптәрәк, тәҙрәhеҙ мөйөштә. Урынындасы. Ә, шаршау элгәндәр икән. Тотоп та ҡараным, баҡса артлаш күршебеҙ тегенсе Татар әбейгә йыш барып йөрөйөм, шуға тауар рәтен беләм: ялтлап торған беше сатиндан был шаршау. Өҫтәлдә лә яңы әйбер бар: аяҡлы йомро көҙгө тора, ике яҡлы — бер яғы, абау, ҙурайтып күрһәтә. Быны атайым алып ҡайтҡандыр. Көҙгөләге табаҡ битле ҡыҙыҡайға тел күрһәттем, уф, имәнес, һыйыр теле бәләкәйерәктер. Шулай иҫем китеп торғанда, өй ишеге асылды, тупһаға ир кеше килеп ултырҙы. Бына ҡайҙан килгән теге ят та, хәҙер әҙерәк таныш та атай еҫе — ул тышта тәмәке тартып торған. Арҡаһы ишек яҫылыҡ был әзмәүер минең атайым шул! Уҫлаптай кәүҙәле, тиер ине ҡартәсәйем. Ул шулай минең әле ҡатмаған, һығылмалы зиһенемде тос, бәҫле һүҙҙәр менән тыңҡыслап тултыра, үҙе әйтмешләй. "Бәләкәс Рәйхана" тип арҡамдан һөйөп тә ҡуя бәғзе инәйҙәр. Мин улар араһында күп йөрөйөм, сөнки ҡартәсәйем ил йөҙөндә берәү — төш юраусы, йылан арбаусы, ҡот ҡойоусы. Һанай башлаһаң, тағы күп уның һөнәрҙәре. Әле hанап торорға ваҡыт юҡ, ана, ул тупһала ултырған атайымды ороша:

— Нишләп ултыраһың тупһала, ярамай ҙаһа, ҡот китәреп. Өй эйәһе генә ултырырға хаҡлы тупһа-түрҙә, бәс.

— Мин дәһә был өйҙөң эйәһе, — ти атайым, шаярта, йәнәһе.

— Ситтә сителеп, ҡырағайланып бөткән был бала... Өйҙөң һаҡсыһын әйтәм, белмәмешкә һалышма! Беҙҙе, дүрт ҡатынды, тағы, ана, ҡыҙ баланы һин юҡта кем һаҡланы тиһең? Ул, өй эйәһе... Ҡоҙағый ҙа, бер яңғыҙына мәшәҡәтләнеп ултырмаҫтан, күпселек беҙҙә йәшәне, Нурияны ҡарашты. Һин ҡайтҡас, тағы үҙенә күсенде. Әллә рәхәт булған тиһеңме ир-атһыҙ? Ярай әле, Бүреһуҡҡан ағай ярҙамынан ташламаны. Атайың мәрхүмдең ҡорҙаш дуҫы ине, шуның хаҡына инде...

— Әсәй, һин кисә, бик ҙур эш бар иртәгәгә, тигәйнең?

Атайым йәпле генә итеп һүҙҙең муйынын бороп ебәрҙе.

— Әй, эйе шул. Килен менән орлоҡлоҡ бәрәңгене тоҡҡа тултырып соланға ҡуйғайныҡ, шуны ҡояшҡа сығарырға ине, тигеҙ генә итеп йәйеп, ерҙә бер нисә көн ятҡырһаҡ, уянып, шытып китер. Кеше, ана, ултырта ла башланы бәрәңгеһен, июнь тыуырға тора лаһа.

Йәһәт кенә ҡуҙғалды ла атайым, соландан ике тоҡто ике яурынына һалып тышҡа атланы. Алпамыша икән ул! Әкиәти батыр! Әсәйем һыңар тоҡтоң ауыҙынан, ҡартәсәйем ике мөйөшөнән тотоп, икәүләп саҡ һөйрәп сығара торғайнылар.

— Берәрләп ташы, балам, билеңде биртендереп ҡуйма. Әшәүәтһеҙ кесерткән тоҡтары бит. Ҡайтырыңды ныҡлы белмәй ҙә инек, кемгә ышанып лыҡа тултырғанбыҙҙыр? Тиҫтерҙәрең өс йыл тигәндә тып итеп ҡайтты ла төштө, ә hине көтә-көтә күҙ тондо... Бындай тоҡтарҙы ысынлап та кесерткәндән һуғалар икән. Сельпо йыйҙырта ул кесерткәнде, малай-шалай уны урып, киптереп тапшыра ла әҙме-күпме аҡса ишараты төйнәй. Мин дә ҡыланып ҡарағайным да, сигендем: кесерткән минән дә бейек, йыландай саға үҙе! Бахыр Элиза, Шәрифә апайым һөйләгән әкиәттәрҙәге ҡыҙыҡайҙы әйтәм, ниндәй түҙем, батыр булған икән, үгәй әсәйҙәре сихырлап аҡҡошҡа әйләндергән ун бер ҡустыһын яңынан кеше ҡиәфәтенә ҡайтарыу өсөн ун бер күлдәк бәйләгән кесерткәндән. Уны ҡара төндә, зыяраттан барып өҙгән бит әле, ҡурҡмайынса! Өф-өф, һаман иҫләйем кесерткән сағып, өрөлөп-өрөлөп сыҡҡан бармаҡтарымдың һыҙлауын...

Уф, бына шундай ул мин, нимә күрһәм, шул хаҡта уйылып уйлап алам да китәм. Кесерткән тоғо ла булдымы ваҡиға, атайым ҡайтты лаһа!

Атайлы донъя бөтөнләй икенсе икән ул. Бәрәңгене һуҡа артынан ултырттыҡ, һә тигәнсе булды. Ултырттыҡ, тием шул, мин дә эшкиндемсе әҙер бураҙнаға орлоҡ ырғытып йөрөргә. Уртаға бүленгән бәрәңгеләрҙе ҡартәсәйем бәләкәй ҡула биҙрәгә тултырып ҡулыма тоттора ла һуҡа артынан йүгертә: "Йәһәт бул, әсәйеңдең биҙрәһен тултырып биргәнсе, һала тор, шытымлы һыртын өҫкә ҡаратып һал, салҡатан әйгәҙәгән әрмәнде ише ағарып ятмаһындар", — тип ныҡытырға ла онотмай. Күргәнем бар ул әрмәндене, ошонда, бәрәңге баҡсаһында, тупраҡта йәшәй ул, баҡылдаҡ йәшел баҡа һымаҡ күлдә түгел. Ҡорһағы ап-аҡ, эйе, түтәл утағанда ла йыуан алабута тамырына эйәреп килеп сыға, әсәйем сай-сой килеп үләне-нийе менән атып бәрһә, гелән шап итеп арҡаһы менән барып төшә лә ята тарбанлап, мәхлүк. Һы...Бер ҡараhаң, ни хәжәте бар икән был донъяла ул баҡа-әрмәнделәрҙең? Тәлмәрйен тигәндәре лә шул уҡ баҡа ишараты шикелле? Хәйер, тәлмәрйендәренең файҙаhы тейеп ҡуя. Былтыр көҙ улар арҡаhында ҡара-ҡаршы күрше Гөлбикә апайҙы еңдем. Үҙенә иптәшкә тип, мине бәшмәккә өгөтләп эйәрткәйне, шунда, Күрәнле йылғаhы аша сыҡҡанда, әйтеп тә ҡараным уға: ана, тәлмәрйендәр ярға сығып баҡылдай, ямғыр яуасаҡ (өләсәйем hынамышы), тип, барыбер ныҡышып алып китте. Урман ауыҙына барып етеүгә, ямғыр hибәләй башламаhынмы?!

– Ваҡ күҙле был ямғыр, әйҙә, кире боролайыҡ, ваҡ күҙле ямғыр оҙаҡҡа килә ул,– тим. Тыңламай Гөлбикә апай, hыны ҡатып көлә, етмәhә:

– Ике ҡарсыҡ араhында үҙең дә ырымсыға әйләнеп бараhыңмы, әллә тәлмәрйен ҡолағыңа шыбырланымы? – тип мәрәкәләй. Өндәшмәнем. Үсекмәнем дә. Мин белгән hынамыштар hәр саҡ дөрөҫкә сығып тора бығаса. Күптән түгел генә, ана, атайым эшләп биргән бәләкәй көйәнтәмде ергә hалып ҡуйғанмын – тиҙүк кәрәгемде алдым: ашатлап ҡына сығайым тиhәм, өҫтөнә баҫтым да, яңылыш – ботома килтерҙе лә hуҡты бер ҡыры менән. “Әйтмәнемме hиңә, көйәнтәне ашатлаhаң, бот төбөңә ҡыяраҡ сығырын, ярай ҙа башыңа эләкмәгән!”– тип өләсәйем килә hалып етте эргәмә. Ә ҡартәсәйемдең hынамыштары тағы ла серлерәк. “Йылан мөгөҙөн күргән бәхетле булыр”,– тигәнен ишетеп ҡалдым яңыраҡ, шунан бирле, ҡайҙа барhам да, аяҡ аҫтына абайлап ҡарап йөрөргә тырышам: мөгөҙөн hалып китмәгәнме берәй йылан? Бәхетле булғы киләсе?!.

– Өшөтә башланы, ысынлап яуа лаhа, бәшмәге лә юҡ,– тип, ниhайәт, еңелде Гөлбикә апай.

– Тәлмәрйенде тыңламағас, шулай була ул! – Һүҙемде өҫкә сығарып ҡуя беләм ул мин...

Эйе ләhә! Баҡаларҙы иҫләп, ситкә китеп барған яңы тәьҫоратымды күңелемдә нығытып ҡуйҙым: атайлы донъя, ысын, икенсерәк шул. Ә атайһыҙ донъя ниндәйерәк ине? Әй, иҫләмәйем дә – күп тигәндә бер йыл ҡул араһына кереүемә, йомошҡа йәпләнеүемә, зарланмайым әле. Атайлы саҡты ғына беләйем дә ҡуяйым.

Бәхетле көндәр тиҙ үтә. Беҙҙән өй аша ғына яңғыҙ йәшәгән Ғәҙилә инәйҙең белгән һүҙе шул. Тағы бер һүҙ белә, имеш, әле ул: "Минең Әрәшитем ҡайтып килмәйме, күрмәнеңме?" — ти ҙә һорай, кемде генә осратhа ла. Минән дә йөҙ һорашты инде Әрәшитен. Ҡайҙан беләйемдер уны, мин тыуырҙан алты йыл элек һуғышҡа китеп ҡайтмаған ағайҙы?

Аптырағас, шул инәйгә юлыҡмаҫ өсөн, бәпкәләрҙе быйыл икенсе урам аша, урауҙан, төшөрә башланым Күрәнлегә. Әйтәгүр, шәйләп ҡалып, ҡартәсәйем бот сапты:

— Нишләп улайтып арытып, сарсатып йөрөтәһең был бәләкәстәрҙе, мут – шилма ҡыҙыҡай, ә?

— Анау Ғәҙилә инәй ҙәһә, тәҙрәһен аса ла хәбәр һорай, Әрәшит, ти ҙә, әллә хыялланған.

Ҡартәсәйем инде орошор тиһәм... тирә-яғына ҡарай һалды ла бер усы менән ауыҙымды ҡапланы, икенсе усы менән башымдан һыйпап, шыбырланы:

– Аслан улай тимә бүтән, рәнйетмә ҡартәсәң шайы оло кешене. Хыялланған шул әҙерәк, бисараҡай.

– Иҫәр Әсән кеүекме?

– Юҡсы. Әсән дөм иҫәр ҙәhә... Үҙ көнөн үҙе күрәсе Ғәҙилә күрше, колхозда ла эшләнесе. Берҙән-бер улы ине Рәшите, хәбәрһеҙ юғалды анау ҡәһәрле һуғышта. Юҡ-юҡ тигәндә лә ҡайтып төшә бит ҡайһы бер яугирҙар, кем әсирлектән, кем ҡайҙан... Көтә инде, тәҙрә төбөнән китмәй, урамдан күҙен алмай. Ҡыш булһа, ҡапҡа төбөнә сығып баҫа, кемдәрҙер өҙлөкһөҙ килеп-китеп торған Оло юл яғын күҙәтә. Ярай ҙа бесәйе бар иптәшкә, уныһы итәгенән тешләп, тартҡылап алып инә өйөнә...

— Бабайы ҡайҙа булған?

— Ул да һуғыштан ҡайтманы...

— Ғәҙилә инәй бер ҙә "бабайым" тип иламай, ” Әрәшитем” ти ҙә тора?

— Бала — бәғер ите, ҡолоҡасым, ир ҡайғыһы — итәктә.

— Итәктә? Ә ниңә Әрәшит тип боҙоп әйтә ул?

— Улар нәҫеле менән шулайыраҡ һөйләшә. Миңә лә Әрәйхана ти, иғтибар итмәйһеңме ни? Теле ҡатҡан инде уның хәҙер, һындыра алмай...

Телде һындырып булалыр шул? Колхоз эшенән, быйыл ул йәшелсәлә, төшкө ашҡа ғына ҡайтҡан әсәйемә эйәреп ҡартәсәйем өйгә инеп китте, ә мин, иҫемә төшөп, бәпкәләрҙе һанарға тотондом. Берәүһе юҡ? Бер, ике, өс... ете, һигеҙ... ун бер... Ҡайҙа теге оя төбө? Моғайын, аҙашып ҡалған! Ғәҙилә инәйҙең рәнйеше төштөмө? Йүгерҙем бәпкәмде эҙләргә. Ярты юлда үлән араһында ҡаңғырып йөрөп ята, сәсрәмәгере! Тиҙ генә тотоп алып итәгемә һалдым да бүтәндәренә алып барып ҡуштым тегене. Ошо инә ҡаҙ, аңшайған, туплап ҡына йөрөтә белмәй бәпкәләрен. “Етәкләргә ҡулың булмаhа, ҡанатың бар ҙаhа, бәплә балаларыңды, шилма! - тип, ҡартәсәйемдең әр һүҙен инә ҡаҙға әйтеп, сыбыҡ күрһәттем: - Тәпәйеңә эләктерһәм әле!» Иҫе лә китмәй, шыпырт ҡына үлән ашауын белә, суҡышында игәүе бар инде, шуның менән игәп өҙә үләнде. Бәпкәләре шунда япраҡ осон ғына китеп ҡабып йөрөй әлегә.

Аҡыл алғас, һыу буйынан ҡайтышлай, шилмаланмай ғына Ғәҙилә инәйҙәр тапҡырынан үттем.

— Һаумы, инәй, — тип әйтеп тә өлгөрмәнем, ул һорай һалды:

— Күрмәнеңме Әрәшит ағайыңды, һалдаттар ҡайтмағанмы әле?

– Юҡ шул, күрмәнем, — тинем дә йүгереп китеп барҙым. Илағым килде ҡапыл...

Раҫ икән, бәхетле көндәр тиҙ үтә ... Атайым ҡайтҡанға өс ай ҙа булып киткән, имеш. Өс көндәй ҙә тойолманы. Ана ул ең һыҙғанып ураҡта эшләп йөрөй, МТС-тан яңы комбайн килгән, шуға ултырттылар. Ҡулы оҫта, техникаға башы эшләй, ти ҙәhә уның тураhында Бүреhуҡҡан олатай. Ун синыф уҡыған бит атайым. Тағы уҡыйым, институтҡа керәм, тип әйтә, ти, әле ул. Уҫлаптай кәүҙәһе менән, оҙаҡламай мәктәпкә төшөргә йөрөгән ҡыҙы булған көйөнә, hаҡалы ағарғансы уҡып йөрөрмө икән? Былай уның әле һаҡалы юҡ, егерме өс йәшлек кенә сағы. Әсәйемдең барыбер эсе боша, ә үҙе, әллә барымы булмаған, алты синыфтан ары китә алмаған.

... Август аҙаҡтарында, бер ҙур ҡабаҡтың эсенән емештәрен аралап алып ултырғанымда, әсәйем менән Зөлхизә өләсәйемдең һөйләшкәненә иғтибарлап ҡолаҡ hалдым. Атайым да, ҡартәсәйем дә өйҙә юҡ ине, шул мәлде hайлап серләшә әсәле-ҡыҙлы былар.

– Артабан уҡығым килә, ти бит, өҙмәй ҙә ҡуймай, уҡыр-уҡыр ҙа ташлар ул мине Баязит, — тип hалдысы әсәйем.

— Әйтеп ҡарағайным да һиңә, тоҡомо менән уҡымышлы улар, ынтылма, тип, тыңлайһыңмы ни... Ярай ҙа, никах уҡытып ҡалдыҡ, кейәү әрмегә китерҙән алда, тим. Туйлап бирә алманым hине, бер бөртөк ҡыҙымды. — Өләсәйем, баҫынҡы ғына уфтанып, өҫтәп ҡуйҙы:

— Ике бала күтәреп тороп ҡалырһың микән?

Ике бала?! Мин ... hәм? Был һорау башымда зыр-зыр әйләнде лә телемә килеп тә сыҡты:

— Минең туғаным буламы? — Ҡапыл ҡысҡырып ебәреп, тертләттем хатта тегеләрҙе. Шунан әсәйемә туп-тура текләп ҡараным да ашығып әйтә һалдым: — Төшөртөп ҡуйма туғанымды. Өләсәй, һин дә тый уны, үҙең, ана, ҡартайып бөткәс табып ятҡанһың әсәйемде!

Ни әйттем һуң әле мин ул тиклем, ҡаршымдағы ике ҡатынды шаҡ аптыратырлыҡ? Асҡан ауыҙҙарын яба алмай, өн-тынһыҙ тораларсы.

— Әй ошоно, Рәйхана балаһы, белеп тыуған...

Әсәйем шулай тигән булды ахырҙа. Дөрөҫ әйтә, мин әле уның ҡарынында, кесе йыһанда уҡ, белә инем ул ҡурҡынысты – саҡ “төшөп” әрәм булмай ҡалдым даhа.

— Эйе, башыңа ла килтермә, үҫтерербеҙ ҡайһылай ҙа! — тип телгә килде өләсәйем дә, — сабый үҙ ризығы менән тыуа ул. Баязит кейәү ҙә, нишләп ташлап китһен, ти, һине, бынау алтын баланы (мине әйтә!). Китмәҫ, иншалла. Хаты килмәйерәк торғас, теге ваҡытта, "төшөртәм" тип бер ярһып алғайның шул... Яндырайлығың бар ҡай саҡ, атайыңа оҡшап... Онот шул уйҙы

— Рәйхана ҡоҙағый үҙеңде кәпкәкләп тормай, киленемә бер эш сыҙамай, үҙемә тартҡан, егәрле, тип кенә тора. Әлдә минең һымаҡ мыҙыҡа булмағанһың, шөкөр.

— Мыҙыҡамын ти ҙә, һинең һымаҡ депутат булыу егәрле даны сыҡҡан ҡәйнәмә лә эләкмәгәнсе. Әй, ҡәйнәм тигәндән, ҡоҙағый беҙгә һыйырын етәкләп килгәйне Баязит армияла саҡта, быйыл, һуғымһыҙ ҡалһаҡ ҡалырбыҙ, һараяҡ башмаҡты (ҡышлаған көҙгө быҙау –Г.Я.) уның аҙбарына алып барып бәйләрбеҙ, ти әле ул.

— Әстәғәфирулла, минең етмешкә кереп барғанды онотҡанмы әллә Рәйхана ҡоҙағый? Һөтлө генә, йортауай ғына берәй кәзә аҫыраһам булыр, бөтөнләй аҡһыҙ ҡалыу ярамаҫ. Үҙемә иптәш тә булыр, әүрәрмен шуға... Ә һыйырға көс етмәҫ, оло мал бит. Ғүмер буйы колхозда hауынсы булғаным да еткән, бармаҡтарым да кәкрәйеп, һөйәктәре суҡайып сығып бөткән, һыйыр имсәген тартырлыҡмы хәҙер? Ике өйгә бер ир, кейәүҙе әйтәм, бесән әҙерләп хәле бөтөр. Колхозы ла ҡыҫа, сабынлыҡ юҡ. Ана, үҙемә тәғәйен яланды һеҙгә инселәп ҡуйҙым инде.

— Зөлхизә яланынмы? — тип ҡыҫылдым мин тағы. — Һиңә уны орденлы һауынсы булғанға биргәндәр, эйеме? Өләсәй, шул орденыңды алырға Мәскәүгә барыуыңды һөйләрһең әле берәй ваҡыт, йәме.

— Йөҙ һөйләнем дә...

— Ә һин миңә аңлат, өләсәй, нисек итеп, уҡый-яҙа белмәгән көйөңә, Мәскәү һынлы Мәскәүгә барып йөрөнөң. Сығыш яһаным, тиһең бит әле Сталин бабай алдында? Алдашаһыңдыр ул?

— Ысынсы! Орденды үҙе тапшырҙы.

— Ә урыҫса нисек һөйләнең, әйт шуны?

— Бер-ике ауыҙ һүҙ әйттем инде. Беҙҙе бик үткер, белемле кешеләр ҡарап йөрөттө, улар өйрәткән йөмләләрҙе ятлап алдым. Поезда юл буйы ҡабатлап барҙым. Онотормон, тип ҡурҡҡайным, иҫләнем. Ай, унда!.. Меңәрләгән әҙәм керпек ҡаҡмай ҡарап ултыра һиңә. Ҡайҙа баҡма — ҡыҙыл буҫтау. Түшәмдә күҙҙең яуын алған шәмдәлдәр...

— Ярар, уларын һөйләгәнең бар. Кискә барыбер hиңә иптәшкә ҡуна барам, ҡырҡтан уҙған көйөңә бала таптырған ҡурайсы олатайым тураһында һөйләрһең, тамсы ла йәшермәй, әтеү?

Шунан, ҡартәсәйем бер эш ҡушҡайны, тип йәһәт кенә китеп барҙым. Өләсәйемә, йәлләрмен тип, күтәрелеп ҡараманым: беләм, әллә ҡасанғы йәшлеген, үҙе әйтмешләй, "берәҙәк ҡурайсы”һын хәтерләп, мәлйерәп, күҙен йәшкәҙәтеп тороуылыр.

Ә ҡартәсәйем Татар әбейгә (атаҡ, ысын исемен белмәйем икән һаман) йомошҡа барырға күндергәйне, артыҡ-бортоҡ, кейем бескәндән ҡалған тауар ярпылары юҡмы икән, тип белешергә. Ҡорама юрған һырытырға уйлаша, күрәһең. Хәҙер бына һиҙәм кемгә икәнен — минең буласаҡ туғаныма!

Татар әбей мине ярата ул. Маҡтанып әйтмәйем, үҙемде ҡыр тибеп тороусылар ауылда юҡ та. Һөймәлегең бар, ти ҡартәсәйем... Күтәрмәнән менгәндә үк ишетәм: теген машинаһы текелдәй. Унан да оҫтараҡ тегенсе булмағас ни, эше күптер.

— Һаумы, Татар әбей! — тип елпелдәп барып индем.

Ул башын ҡағып ҡына ҡуйҙы, күҙен тегененән алманы, машинаһын текелдәтә бирҙе. Әллә үпкәләгән? Нимәгә? Бәс, ҡушаматы менән өндәшкәнгәлер... Юҡсы, үпкәләмәгән, ана лаһа, эшен ҡуйып, күҙлеген һалып, миңә йылмайып ҡарай.

— Үт-үт, үтә күр, күршекәем, Нуриякаем, балакаем, — тип матур һүҙҙәрен дә теҙгәс, шөбһәм таралды.

— Татар әбей, әйт әле, исемең кем һинең? Әтеү, әллә нисек былай... Үпкәләнеңме әллә, тип торам, башта миңә күтәрелеп тә ҡарамағасың.

— Жиң утырта идем, балакаем-Нуриякаем, иң катлаулысы шул ич... Ә исемем Таһура булыр. Күнгәнмен инде, ауылда миңа алай дәшүче дә юк. Башта татар килен идем, кемгә – жиңги инде, аннары үзең күрәсең — Татар әби. Жанкисәк тә булдым берәүгә…

— Һин әбей түгелһең әле, күҙлек кейһәң генә оло сырай керә әҙерәк, — тип йыуатҡан булам уны, ыңғайына. Үҙемә күрә мин дә беләм һүҙ рәтен, юлымды уңдыраһым да бар ҙаһа. Ҡартәсәйемдең, йылы hүҙ йыланды өңөнән сығарыр, тигәнен дә иҫтә тотам. Юҡсы,Татар әбейҙе йыланға оҡшатыуымдан түгел, ә йыландар батшаhы Шаhимаранды күрергә ине, тип ошо осор хыялланып йөрөүемдән башыма килеп инде был әйтем. Аҡ йылан, ти, ул, бар теләктәрең ҡабул була, ти, уға әйтhәң. Күп hорамаҫ инем, мин нәфселе түгел, атайымды ситкә китеү ниәтенән төңөлдөр, зинhар, тип кенә үтенер инем...

— Алайсаң, син, Нуриякаем, миңа "Татар әбекәй" дип дәш, яме?

— Ярар, Татар әбекәй...(«Жанкисәк» ҡолағыма киртелеп ҡалды мәгәр).

— Ана бит ул, элеп тә алды, алай да акыллы бала булыр икән. Лоскутлар кирәкме, курчак уйнамыйсыңдыр ла? Хәзер карыйбыз, бар ул, бар лоскутлар.

Бигерәк изге күңелле инде был Татар әбей (Татар әбекәй!), йомошомдо әйтергә баҙнат итмәйерәк тора инем. Ямаулыҡ, ярпы-йорпо киҫенте (уныңса — лоскут) һорап килеүсе бер миндер шул? Һис буш сығармай, хатта махсус миңә тип матур-матурҙарын йыйып тора. И, йомартҡайым, Татар әбекәй генәм! Был һүҙемде лә эсемә йәшереп торманым, үҙенә әйтеп ишеттерҙем.

Ҙур ғына төйөнсөк тотоп ҡайтып индем өйгә. Өләсәйем үҙенең өйөнә ҡайтып киткән, ҡартәсәйем hике башында баҫып тора: йыуылған ҡултаҫтамалдарҙы икегә бөкләп, өҫтөнән уҡлау тәгәрләтеп йомшарта. Алдына алып барып ҡуйҙым да төйөнсөгөмдө:

— Мә, бәпескә юрған тышына! — тинем.

Белә икән шул, сылт та итмәне, төйөнсөктө ситкәрәк этәрҙе лә уҡлауын тәгәрәтеүен дауам итте.

— Йәймә йәйәһеңме әллә?

Һөйләштерергә әйтәм, әлеге хәбәрҙе әҙерәк сурытырға ҡырсынам. Минең буласаҡ туғаным тураһында лаһа!

Ҡартәсәйем улай уҡ тешләм кеше түгел, әммә үҙе өнәмәгән һүҙгә әйҙүкләп төшөрөрмөн тимә: туҡ та туҡ килеп уҡлауы ғына тауыш бирә, үҙе ләм-мим.

— Татар әбекәйҙең исемен белдем әле, — тигән булам, күҙле бүкән шикелле торайыммы ни, — Таһура икән. Олоғара ауылға берҙән-бер татар ҡыҙы килен булып төшкән дәһә заманында — тарихы ғәләмәттер, һиҙәм.

— Ҡушаматы йәбеште инде, атаҡ, был хәтлем ҙур ауылда ҡушаматһыҙ кем бар? Ана, бер оста ғына, Биксәнәй осонда, әллә нисә Сәғүрә, нисек айыраһың уларҙы ҡушаматһыҙ?

Әһә, телен систем ҡартәсәйемдең! Үҙем әҙер генә ултырам йүпләргә, һанай ҙа башлайым:

— Салпа Сәғүрә, Һантый Сәғүрә, Тыпый Сәғүрә, Ете ҡуллы Сәғүрә... Көләкәс Сәғүрәһе Келәт тыҡрығында инде, Бүреһуҡҡан бабайҙа?

— Ун-ун биш өйлө Айыусыла ла ҡушаматһыҙ әҙәм һирәк, — тип дауам итте ҡартәсәйем. — Ғәҙәт... Халыҡҡа тел сарлап алырға ла кәрәк тәһә.

— Һин – Зирәк Рәйхана, иветә? — ти һалам, үҙем бесәй hымаҡ ҡартәсәйемә һырпаланып алам.

— Ат аяғын дағалағанда, баҡа ботон ҡыҫтырған, һинең ише, ҡолоҡасым.

Әкәмәт — үҙем баҡа, үҙем ҡолоҡас? Ә шулай ҙа мин бөтә әкәмәт һүҙҙәрҙе, ғәләмәт хәбәрҙәрҙе "йотоп" ҡына йөрөйөм. Аҙаҡ дуҫ малайҙарға (алтау улар) һөйләйем. Уларҙың ҡолағын сайыр ҡаплаған бит, бер нәмә ишетмәйҙәр, белгәндәре – ат йөҙҙөрөү, атыш уйнау... Барыбер малай-шалай араһында йөрөү ҡыҙыҡ, сөнки мин уларҙан бик күп һөнәр отоп алам. Берәй ҡыҙыҡайҙан һора балыҡ тотоу серҙәрен — әйтә алмай, селәүсенде нисек шаңҡытып ҡармаҡҡа кейҙереүҙе лә белмәй ул хатта. Ә теш араһынан сыртлатып кем алыҫҡараҡ төкөрә? Малайҙар! Өйрәтеп ҡарағайным былтыр әхирәт булышҡан Мәүлиҙәне, үҙенән ары китмәй төкөрөгө, шайығын ағыҙып, түшен еүешләтеп бөттө лә ғәрләнеп илап ҡайтып китте. Анһат ҡыналыр шул... Мин хәҙер Гөлбикә апайҙың зәңгәр ҡапҡаһына төшөрөлгән ҡош һүрәтенең (әллә күгәрсен, әллә аҡҡош) тас күҙенә генә төкөрә алам, вәт! Ә беҙҙең ҡапҡа төбөнән уларҙыҡына кәмендә ун аҙымдыр әле.

Ана, тәҙрә асыҡ, ҡапҡалағы әллә күгәрсен, әллә аҡҡош миңә әле лә ҡырын ғына ҡарап тора — әһә!

— Нишләүең был, мут-шилма ҡыҙыҡай? Әйткәйне лә Гөлбикә күрше, ышанмағайным. Ҡара һин уны, өй эсенән төкөрөп ултырасы, ҡайҙа уҡлауым! Яп тәҙрәне, өйҙө елләтеп алайым әҙерәк тигәйнем, яп тиҙерәк, тышта ел ҡупҡан, ана...

Уҡлауы ҡартәсәйемдең гелән ҡул осонда ғына. Тайҙым тиҙерәк, ныҡ һуҡмаһа ла, эләктереүе бар — бүтән төкөрмәҫтәй булырһың. Әй, тиҙ hыуына ул, ҡайтыуыма онотор. Шулай уйланым да тоҡойҙом Ҡыҙылъярға (Күрәнленең ҡыҙыл балсыҡлы текә ярын шулай атағандар). Унда, сөңгөллө тәрән ятыуҙа,теге алты дуҫымдың икәүhе – Фатих менән Кәйҙерем Кәбир тап ошо ваҡытта ат hуғара торған. Яр буйында ғына колхоздың кирбес һарайы, ул аттар шунда мисәүҙә йөрөп балсыҡ баҫа. Кәйҙерем Кәбирҙең атаһы Исламетдин ағай аттарҙы буйтым балсыҡ, ҡом өйөлгән, күп итеп һыу һалынған ҙур түңәрәк соҡор эсендә сәғәттәр буйы тапандыра ла, кирбес һуғырға эшкинерлек иҙмә әҙер булғас, арып хәлдән тайған малҡайҙарҙың башын малайҙарға тоттора: тирҙәре саҡ ҡына ҡатҡас, hыуға төшөрөргә. Шул мәл мин тып итеп килеп тә етәм Ҡыҙылъярға. Әле Фатих, әле Кәйҙерем менән парлап ултырып йөрөйөм әле Күгаттың, әле Турайғырҙың арҡаһына — малайҙар үпкәләмәһен, тим. Әлдә килгәнмен, бында ошо арала эш туҡтаясаҡ икән, көҙгө hыуыҡта кем балсыҡ менән булашып ултырhын...

Уңарсы Исламетдин ағай һыҙғыра: аттар инде башҡа эшкә егеләсәк, кисә һуғып, ҡалыптан алып еләҫ урында киптерелгән кирбестәрҙе яндырып сыныҡтыра торған ҙур мейескә утын ташыйһы бар. Ә һарай эсендә ике апай ҡара-ҡаршы ултырып кирбес һуға: "ҡап-ҡоп", "шап-шоп"... Торғаны завод, ә! Шунда эшләһәң ине ул, бәхетең булып? Әммә хыялланып торорға ваҡытым юҡ, гелән уйнап ҡына йөрөмәйем дәһә, тәғәйен бурыстарым да бар өйҙә. Йүгерҙем ҡайтыу яғына.

Ҡайтһам, ҡартәсәйем һаман турһайып йөрөй. Онотмаған баяғыны? Ярай, әләйһәң, мин үсегә белмәйемме ни? Тиҙ генә солан иҙәнен, тышҡы болдор һикәлтәләрен йыуып сыҡтым, аяҡ аҫтында ята торған иҫке тоҡто ҡағып кәртәгә элдем. Был сәғәттә ни ошо инде атҡара торған эшем. Бәс, тәҙрә буҫағаларын һөртмәгәнмен, унда ҡойолған гөл япраҡтарын йыймағанмын, ҡартәсәйем әйтеп тормағас ни... Ә бит оҙаҡламай, сөмбөлә айы уҙғас, алтынсы йәшемә китәм – ауылда беҙ, алты-ете йәшлек ҡыҙҙар, көтәбеҙ донъяны! Кем ҡарай ҡаҙ-өйрәкте, кем йылғанан һыу ташый, кем өй йыйыштыра? Беҙ ҙәһә. Әсәйҙәр алыҫтағы ҡойоға, Биксәнәйгә бара инде барыуын, көнөнә бер — самауыр сәйенә. Хәҙер үҙебеҙ ҙә йөрөй башланыҡ унда, Мәүлиҙә әхирәтем менән кисә генә барҙыҡ, өс кенә туҡтап ял иттек. Мәүлиҙә мәүешерәк инде ул, әйттем дәһә, түшенә төкөрә, тип... Эштән башы сыҡмай уның. Дүрт бала үҫәләр бер өйҙә. Ул — өсөнсө, алдынан – ике ҡыҙ, артынан — бер малай, төпсөктәре. Бәхетенә күрә, апайҙары бар. Күмәкләшеп шул оя төбөн — Ишбирҙене ҡарайҙар. Исемен атайҙары (уҡытыусы ул) ҡушҡан. Йәнәһе, Хоҙай уға, көтә торғас, иш биргән: өс ҡыҙ араһында бер малай. Уныһының әле иң бимазалы сағы: ни атлай һалып китмәй, ни тик ултырмай, шыуышып йөрөп тә донъяны зыр ҡыйрата, әле өҫтәлдән ашъяулыҡты һөйрәп төшөрә, әле бесәйҙең ҡойроғонан тартып аҡырта... Аяғына баҫа ла йығыла, йығыла ла шарылдап илай. Бер көндө ,мин дә уларҙа инем, самауырҙы барып тотҡан, бармаҡтарын бешергән. Бына ҡупты сар-сор! Бер апаһы Мәүлиҙәне иҙән һеперә торған ҡанат менән бәргесләп алды – Ишбирҙене ҡарамаған өсөн. Миңә әүрәп күҙ яҙҙырған шул әхирәтем ул бәләкәс кенә ен ботағынан. Ярай ҙа, атайҙары өйҙә юҡ саҡ ине, юғиһә, ай-hай, ҡыҙыу ҡанлы кеше ул. Күҙе насар күргәнгә һуғышҡа ла эләкмәгән, ә барыбер нервыһы ҡаҡшаған. Әҙерәк "ҡыйыш тейәп" тә алһа (әлдә ул хәле бик һирәк була), тамам бәрейе ҡуба уның. Рабиға апай, Мәүлиҙәнең әсәhе, үҙе әйтә ләһә шулай тип...

— Ауыртамы? — Беләген һыпырғылап буҙлап торған әхирәтемде йыуатырға була, ҡапыл вәғәҙә итеп ҡуйҙым: — Мәүлиҙә, мин һине Бүреһуҡҡан олатайҙарға алып барам, йәме. Ул беҙгә Ыласынын күрһәтәм, тине.

— Эйе һиңә, йышпытаһың?! Атайым әйтә ине шул, ни сыҡhа, Әхмәҙин ағайҙан сыға – әле бүре, әле бөркөт, тип...

— Биллаһи, алып барам.

Вәғәҙә бирҙем дә ул... Бүреһуҡҡан олатай ни тиер? Әле миңә, мәрхүм дуҫ-ҡорҙашының ейәнсәренә лә, бер тапҡыр ғына күрhәтте Ыласынды, ят күҙҙән йәшереп аҫырай, бала ҡош, ти.

Ыласын тураһында беҙҙең өйҙә лә һөйләп-һөйләп алдылар ошо осор. Бына бөгөн дә, киске аштан hуң, атайым да өйҙә саҡта, тағы ҡуҙғалды шул хаҡта hүҙ.

— Бөркөтсөләр булған улар элгәре, — ти ҡартәсәйем. – Төлкөгә һунар иткәндәр бөркөт менән.

— Ниңә, Бүреһуҡҡан ағайҙың атаҡлы ҡушкөбәге бар ҙаһа? Беҙ малай саҡта күрә инек шуны аҫып урманға китеп барғанын... – Бындай хәбәрҙән атайым да ситтә ҡалмай, ғәҙәттә, ул һүҙ ҡатмай, шым ғына уйға батып ултыра йә китап уҡый.

Уҡымышлы!

Өлкәндәр үҙ юҫығында гәпләшә, ә минең баштан баяғы Ишбирҙе сыҡмай. Дөрөҫө, унда ла түгел хәсрәтем, ә тыуасаҡ туғанымда. Ул да, әсәйемдең ҡарынындағы яралғы ла, малай булһа? Әлеге кеүек өйөбөҙ сынъяһау ғына тормаҫ, тимәк? Тотош болартып бөтөрөр инде... Ҡарын тигәндәй, Зөлхизә өләсәйем мине алдап маташа, имеш, бәпесте әсәйем һыу буйынан, Күрәнленән тотоп алып ҡайтасаҡ. Балыҡтыр шул ул?! Әйтмәнем инде, һыйыр быҙаулағанын күрмәнеңме ни һауынсы сағыңда, тип. Быҙау инәһенең эсенән шаршауы-сыуы менән килеп сыға, башы йә тояғы менән үҙе бүҫмәһә, шуны йырта һалырға кәрәк, тонсоғоп ҡуймаһын өсөн. Мин бер тапҡыр шаһит та булдым инде тыуым тигән мөғжизәгә. Һыйырыбыҙ былтыр ҡыш быҙауланы, аҙбарҙа шәм тотоп яҡтыртып торғанымда тотош күрҙем...

— Илаһи Раббым, мал ни ҙә, әҙәм ни — бер иш, — тине шунда ҡартәсәйем, — ҡотолдоң, Мәрйенем, иншалла, бушандың имен-аман...

Мин дә һәүкәшебеҙҙең муйынынан һыйпаным:

— Мәрйен, Мәрйенкәй... Мин һиңә тип йәй көнө бер көлтә мәтрүшкә йыйғайным...

Был уйымдан арынғанда, өлкәндәр күптән инде онотҡан Бүреһуҡҡан олатайҙы, шым ғына икенсе нәмә хаҡында һөйләшәләр. Әһә, Сталинды телгә алалар. Ә мин беләм уны, Сталин бабайҙы. Ҡашағаһында атайымдың кәртешкәһе торған тәҙрәгә ҡаршы стенала уның һүрәте эленгәйне. Гелән бер-береhенә ҡарашып торҙолар шулай. Ә мин уларҙың икеhенә сәңгелдәктә ҡарап яттым. Атайымдың кәртешкәһенә бөтәһе лә төртөп күрһәтеп, көн дә әйтеп торҙолар, тыуа-тыуғаным бирле, ә мыйыҡлы кеше менән таныштырыусы булманысы. Таҫтамал менән ҡаймалап, түргә ҡуйғандар һүрәтен, моғайын, яҡын кешебеҙҙер? Аң белгәс, ҡартәсәйемдән hораным:

– Кем ул ?

— Сталин бабай! — тине ҡартәсәйем.

— Һинең атайыңмы, әллә Зөлхизә өләсәйемдекеме?

— Бөтәбеҙҙең дә атаһы ул, — тине лә ҡартәсәйем мине күтәреп һикегә ултыртты, үҙе ихатаға сығып китте. Мыйыҡлы кешегә текләп ултыра торғас, йоҡлап киткәнмен...

Шуларҙы иҫләнем дә тағы өйҙәге хәбәргә ҡолағымды ҡарпайттым:

— Лавкаға барғайным, шунда өс-дүрт фронтовик, әллә әсе балды күберәк һемергәндәр, ҡыҙып китеп, эй гәпләшәләр, Сталинды әрләйҙәр... Ҡурҡмайынса?! Һуғыш булырын белә тороп, армияны әҙерләмәгән, тиҙәр. Ҡырҡ беренселә киткәндәрҙе, салғы менән үлән сапҡан ише, тотош ҡырып һалған инде дошман, уныһы беҙгә лә мәғлүм... — Ҡартәсәйем тымғас, атайым дауам итте:

— Һеҙгә бында, төпкөл ауылда, күп нәмә ҡараңғы инде ул. Мин унда, армияла, төрлө милләт араһында күпте аңланым. Сит ил моряктары менән дә фекер алыша торғайныҡ, мин бит сухопутный моряк булдым, ҡырҙан килгән судноларҙан йөк бушаттыҡ, үҙебеҙҙең сырсаны уларға тейәнек... Сталиндың хаталары етерлек, был һуғыш ул хәтлем ҡанлы булмаҫ ине, әгәр юлбашсы алдан күрһә.

— Бер үҙе нисек барыһын уйлап бөтһөн, ярандары ҡайҙа ҡараған?

— Ярандары? Улар ҡурҡып, ярамһаҡланып өндәшмәгән, ә тура һүҙлеләренең башы төрмәлә серегән. Утыҙ етенсе йылдарҙа иң шәп командирҙарҙы атып бөтөргәндәр.

— Сталинһыҙ фашисты еңер инекме, һин шуны бел! — Ҡартәсәйем инанып әйтте быны, атайым да һүҙ көрәштермәне, килеште, ахырыһы. Тағы баяғыса ҡабатланы:

— Һеҙгә ни, төпкөл ауылда...

Ҡартәсәйем уға һүҙен осларға ирек бирмәне:

— Ниткән хәбәр ул, "төпкөл ауылда" ти ҙә торасы. Үҙең ҡайҙанһың, ә? Беҙ бында, тылда, күргәнде, асыуым да килмәгәйе, бәғзе һалдат та күрмәгәндер әле, уф, Аллам! Көфөр булмағайым... Бер ус бойҙай өсөн, ана, Гөлбикә күршене ер аяғы ер башына – ҡатырға һөрҙөләр. Ире фронтта булып ҡалды. Ҡайтманы ул, ҡара ҡағыҙы ла килмәне үҙенең. Ғәрләнгәндер Гөлбикәhенең хәленән, башын сит яҡҡа олаҡтырғандыр hуғыштан hуң, тип фараз итеүселәр ҙә булды. Бахыр ғына, Гөлбикә ауырлы ине, ташмайып бөткән көйөнә ҡулдарын ҡайырып алып киттеләр. Үҙең дә күреп торҙоң дабаһа! Иҫ кергән сағың...

– Эйе, каторгаға... Ҡырҡ икенсе йылда, — тине атайым шымтайып ҡына. Ҡартәсәйемдән әҙерәк шөрләй әллә ул? Биш йыл буйы хеҙмәт итеп, диңгеҙҙәр, караптар күреп, урыҫса шартлатып һөйләшеп йөрөгән бәһлеүән атайым шөрләйме? Юҡтыр, әсәһенә итәғәте булғанға өндәшмәй ҙә ҡуялыр...

— Бүреккә һалһаң да, урманға ҡасыр бүре балаһы...– Шулай тип тағы hүҙ башланы ла ҡартәсәйем,ҡапыл ярты юлда туҡтап ҡалды.

Аңламайым, ниңә ҡартәсәйемдең hаман кәйефе юҡ? Ниндәй бүре тағы?..

Атайым шунда ҡапыл һорап ҡуйҙы:

— Ул ҡайҙа? — Күҙе менән кемделер эҙләне үҙе. Кемде? Бында тик үҙебеҙ генә.

— Ышаныслы урында, — тине ҡартәсәйем. – Ярар, һорау алма минән.

— Әсәй, бөттө хәҙер һорау алыуҙар, шымсылыҡ, эҙәрләүҙәр. Ул – юҡ!

— Ул булмаһа, бүтәне килер. — Шулай тип ҡартәсәйем әлеге әңгәмәне ныҡ итеп өҙөп ҡуйҙы.

Тағы Сталин тураһында икән һүҙ, атайым теге һүрәтте эҙләгән, китель кейгән мыйыҡлы кешене. Уны ҡартәсәйем, ҡара кәшмир яулығына төрөп, һандығына һалып ҡуйҙы – быйыл март айында, 5 мартта, Сталин үлгәс. Ул көндө ҡартәсәйем ныҡ ҡайғырҙы. Мине эйәртеп колхоз кәнсәләре янындағы митингыға алып барҙы. Бар әҙәм илай ине шикелле. Әллә ул мыйыҡлы кеше ысынлап та бөтәһенең дә атаһы булғанмы?! Ҡайтышлай Мәүлиҙәләргә инеп сыҡҡайным (бер урамда йәшәйбеҙ), бәс, уның атаһы ҡояштай балҡып йөрөй, һис тә ҡайғырмағайны Сталин бабай үлгәнгә. Тағы аптыраным...

Ә теге үҙ башынан үткән фажиғәле хәлде миңә Гөлбикә апай үҙе һөйләгәйне, атайым ҡайтырҙан ике-өс көн алда ғына. Күрше йәшәгәс, кергеләп йөрөйөм уларға. Ҡартәсәйем уны бик өнәп бөтмәй әллә, йомош-фәләнгә мине индерә лә ебәрә. Шул бер йомош ине инде гелән: уның ҡыл иләге бар, ә беҙ ошоғаса йүкә иләк менән көн күрҙек. Ошоғаса, тим, сөнки атайым армиянан бер түгел, ике ҡыл иләк алып ҡайтты, мохтажлыҡты белгәс ни.

Ҡыл иләккә тип hуңғы ингәнемдә, Гөлбикә апай оҙон көйгә йырлап ултыра ине. Тупһала туҡтап тыңлап торҙом, әй, моңло икән тауышы, һағышлы. Шул юлы һөйләне күргән ғазаптарын.

...Төнө буйы ырҙын табағында ҡул молотилкаһында арманһыҙ булып эшләп ҡайтып, итек ҡунысына бүҫкә генә итеп тултырған бойҙайын бушатып ҡына торғанда, хәрби кейемдәге ике ир килеп инә лә шарылдатып ҡысҡыртып алып сығып китә уны. Иртәнге хәжәтен атҡарып, әбрәкәй яғынан килә ятҡан әсәһе Миңлебаныу инәй был күренештән ҡото осоп йығылып ятып ҡала, ҡулынан ысҡынып тәгәрәгән ҡомғанын теге хәрбиҙәрҙең береһе тибеп осора...

Гөлбикә апай, хилаф эш ҡылғанын аңлаһа ла, ул ҡәҙәрем дә ҡаты яза бирерҙәр, тип уйламаған шул. Халыҡ дошманы! Абау... Бынау бәләкәй генә башым менән мин дә аңлайымсы, ошо наҙан ғына, йыуаш бер апай ҡалайтып халыҡҡа, тимәк, илгә, зыян ҡыла алһын, ти, ул? Бойҙайҙы ла асыҡҡанға урлағандыр, йөклө булған бит.

Артабан күҙ алдымда тағы хәтәрерәк, ҡот осҡос хәлдәр пәйҙә була.

...Икһеҙ-сикһеҙ даръяла баржа тигән ҙур һал йөҙөп бара. Көн йөҙә, төн йөҙә... Магадан лагерына табан йөҙә. Ҡайҙа баҡма — офоҡ менән тоташҡан һыу. Күрәнленән дә киң һыуҙар бар икән?

Баржаның ҡаҡ иҙәнендә ултырған йөклө ҡатындың башы ҡапыл һеңгәҙәтә килтереп һуҡҡан яҙмыш күҫәгенән тубал булған, уйҙары инеп-сығып йөрөй шунда... Тик башы түгел, эсе өҙөп-өҙөп ауырта, биле әсетеп һыҙа. Ул һыҙланыуға сыҙар ғына әмәле лә юҡ бисараның, әммә өн сығарырға ҡурҡа. Кисә хәсрәтенә түҙмәй һыңҡылдап илағанын ишетте лә, бер һаҡсы тимер сынйыр менән ҡайыҙланы арҡаһын. Әле арҡа әрнеүе һиҙелмәй ҙә, сөнки эсендәге киҫкен ауыртыныу унлата көслөрәк! "Ай, Аллам!" Барыбер ҡысҡырмай түҙә алманы. Туҡмаһындар, типкесләһендәр — уға барыбер...

— Әллә балаларға итә? — тип һөйләшә һаҡсылар.

— Ахырыһы. — Шунан ҡатынды, башҡа уның ише тотҡондар араhынан йолҡоп алып, һөйрәкләп бер мөйөшкә илтеп һалдылар.

Күпмелер ваҡыттан hуң килеп ҡаранылар:

— Кәнтәй, берҙе лә түгел, икәүҙе тапҡан.

Ҡатын шул тирәлә ятҡан тоҡмо-нимәме ярпыларына төргән сабыйҙарын күкрәгенә ҡыҫты.

— Ҡайҙа, бир әле бында, күрәйек! — Һаҡсылар төргәктәрҙе тартып алып, иҙәнгә һалып тағатты. — Малайҙар. Береһе үлгән, икенсеһе тере һымаҡ?

Тере сабыйҙы ботонан тотоп ырғыттылар:

– Мә!– Ҡатын саҡ тотоп ҡалды, ҡаҡ иҙәнгә төшһә, шундуҡ йән бирер ине ғәзизе. Икенсеһенең мәйетен сыр яланғас килеш даръяға ташланылар. Балыҡ ҙурлыҡ ҡына аҡ кәүҙә баржа ҡубарған тулҡын күбеге аҫтында юҡ булды.

Тетрәнеүҙән арынырға ҡатынға ҡулындағы сабыйҙың тәзелдәүе ярҙам итә. Балыҡ-бала үле тыуҙы ул... Игеҙәк булғандар икән, әйтәм, эсен айҡайҙар ине, ҡыбырҙашып. Етлекмәй тыуҙылар, ете ай ҙа тулмаған... Быныһын йәшәтергә ине, тере бит. Сабыйына имсәк ҡаптырырға итә, юҡ, алмай имсәкте, хәлһеҙ. Хәйер, һөт төшмәгән түшенә...

Әсә сабыйын баяғы тоҡ киҫәгенә биләне лә күкрәгенә ҡуйып йылытты. Исмаһам, өшөмәһен.

Арыу-йонсоуҙары сиктән ашҡайны, йоҡлап киткән. Төш күрҙе: имеш, Гөлбикә – йәш, матур сағы – Күрәнлелә һыу инә, ә ап-аҡ ҡына ике балыҡ уның тирәһендә уйнап йөҙә. Ҡурҡмайҙар ҙа унан, тотоп алыр тип белмәйҙәрме? Балыҡтарға ҡулын һуҙҙы... һәм уянып китте. Ҡулындағы бәпесе тубығына тәгәрәп төшкән, күҙҙәре йомоҡ... Йоҡлаймы? Тын алмай һымаҡ? Әсә сабыйының кескенә кәүҙәһен танауына терәп тигәндәй тыңланы: һулышы бармы, юҡмы? Юҡ... Үлгән!..

Был сабыйҙы ла һаҡсылар даръяға ырғытты. Үҙенән саҡ ҡына алдан киткән игеҙәк туғаны артынан ул да аҡ балыҡ булып сөңгөлгә сумды...

Ошо хәтлем аяныслы хәлдәрҙе миңә, бала-сағаға, һөйләне Гөлбикә апай. Күңелен кемгә бушатырға белмәгән мәле булғандыр, күрәһең. Япа-яңғыҙ шул ул. Әсәһе анау саҡтағы тетрәнеүенән мантый алмаған, йөрәк өйәнәгенән вафат булған.

Хайрандар булып ҡайттым да әлеге ҡыл иләкте көтөп көтөк булған ҡартәсәйем менән әсәйемә һөйләргә тотондом теге тарихты. “Беләбеҙ, кәрәкмәй, зинhар, һөйләмә,”– тиҙәр. Ә мин түҙмәйем, барыбер үҙемсә теҙә барам. Шул тиклем тәьҫоратты тышҡа сығармай нисек сыҙайым, ти?!

Аҡ балыҡ булып даръяла ҡалған сабыйҙар тураһында һөйләнем дә, күҙемә йәш килеп, туҡтап ҡалдым:

— Иләгеҙ оноғоҙҙо, шул бер һелкәүес он өсөн...

– Сейәнкә бит, үтә лә ҡәҙерле аҡ он, – ти ҡартәсәйем.– Йә, артабан ни булған?

– Әллә нисәмә һөйләгәндер инде ул хәбәрҙәрҙе Гөлбикә апай һеҙгә. Әйтәм, ҡартәсәй, үҙең бер ҙә кермәйһең йомошҡа, йөрәгеңде өшөткөң килмәй икән. Ә минеке өшөһә лә яраймы?

– Һинең кеүек итеп тасуирлап бәйән итеүсе юҡ, белгең килһә.

– Һы, йүкә шына ҡағалар... Башта шуны әйтегеҙ әле: кем ошаҡлаған теге юлы Гөлбикә апайҙы?

– Ауылдаштарҙың эше түгелдер,– ти hалды ҡартәсәйем. – Ул осорҙа, сәсеү йә ураҡ мәле етhә, НКВД кешеләре, тағы әллә кемдәр килеп етә hала ине – тирә-яҡ ауылдарҙың игене лә беҙҙең ырҙын табағына килтереп эшкәртелә торғайны, шуғалыр. Тикшереп, аңдып ҡына йөрөнөләр... Йә hөйлә, тим, аҙағына сыҡ инде хәбәреңдең, бер башлағас!

– Аҙағы ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та түгел. Ултырған төрмәлә... Көн дә һаҡ аҫтында быяла заводы өсөн сеймал – hүнгән вулкан итәгендәге көлдө, ти,– тейәтергә йөрөткәндәр, көн дә кәбеҫтә һурпаһы эсергәндәр. Тағы? ...Күрше барактағылар алтын йыуыуҙа эшләнеләр, уларға иң ауыры тейҙе, иҫән ҡайтҡандары hирәктер, тине. Гөлбикә апайҙан икенсе юлы шуларҙы hөйләтәм әле: нимәhе ауыр булған икән, алтынды бер тотоп ҡарауың ни торалыр ҙаhа? Бик күп тотҡондар штрафбатҡа оҙатылды, иҫән ҡалмаҫтарын белеп торhалар ҙа, фронтҡа китеүҙәренә hөйөндөләр, тине тағы... Ә үҙе, беләһегеҙҙер, hуғыштан hуң, ураҡ мәле ине, ти, әйләнеп ҡайтҡан ауылға. Лагерға немецтарҙа әсирҙә булғандарҙы килтереп тултырғандар икән... Әсәйем ондо иләп тә бөттө мин хәбәремде ослағансы. Эйәhенә ҡабат алып барып тапшырырға тип, ҡыл иләкте тотоп урамға сыҡтым. Ҡапҡа төбөндә ҡартәсәйемдең тауышы ҡыуып етте:

– Килен, бына иҫеңә алып ҡуй, ошо бала ла уҡып кеше булмаһамы! Мин әйтте, тиерһең. Ҡойоп ҡуя хәбәрҙе, ә? Торғаны бәйәнсе.

Бәйәнсе? Ҡартәсәйем миңә йыш өндәшә ул, йә, ни хәлдәр бар ауыл араhында, бәйән итеп ебәр, тип. Әсәйемдең яуабын тыңлап торманым, ашыҡтым. “Нәҫелегеҙгә тартып, уҡымышлы булһа, ғәжәпме?” — тигәндер, күп булһа. Шул бер һынығы булды уның, исмаһам, етенсене бөтөрмәгән, үҙе ғәйепле. Ул ваҡытта беҙҙә мәктәп ете йыллыҡ ҡына ине, ҡалғаны миңә эләкмәне, тиер ҙә ҡуйыр ине. Атайыма, ана, эләккән, әсәйемдән бер йылға hуңыраҡ тыуғас: ул етенселә саҡта мәктәпте ун йыллыҡ итеп ебәргәндәр. Зөлхизә өләсәйемдең "һуң тыуған, иртә өлгөргән" тигәне шул микән? Әй, белмәмешкә hалышып торамсы, атайымдың ун hигеҙе тулмаҫ борон, армияға киткәнсе үк, бала яһап китеүенә кинәйәләй ҙәhә ул.

Ҡартәсәйем иhә әсәйемдең яуабын, ғәҙәтенсә, йә хуплап, йә баҫып ҡуйғандыр. “Уҡыу кәрәк. Күҙең асыҡ, ҡолағың тишек булып та, был донъя һемәйтергә әҙер ул әҙәм балаһын. Ә ҡатын-ҡыҙҙы бигерәк бөрөп алып бара, ҡол итергә, аяҡ аҫтына һалып тапап, иҙергә генә тора...” Йыш ҡына шулай ти ул, был юлы ла, бәлки, ошо уҡ hүҙҙәрен ҡабатлағандыр. Кемде, ҡасан аяҡ аҫтына һалып иҙгәндәр икән ауылда, белмәйемсе?

Зөлхизә өләсәйемә ҡуна барырға hүҙ биргәйнем дәhә, шунда юлландым. Аласығында табаҡ-һауыт ҡыштырҙатып йөрөгән була.Тиҙ генә кәртә башында түңкәреүле биҙрәләремде көйәнтәмә тағып, һыуға китә һалайым, тиһәм, һиҙеп ҡалды:

— Кем булhын, үҙемдең уң һапаҡайым икән, бар, бар, Күрәнлегә йүгер, хәҙер көтөү ҡайта, кисеп буйратыр, әтеү. Ел ҡапҡаны яртылаш асҡан килеш, көйәнтәмде бороп туҡтаным да теге, ҡабаҡ емеше сүпләгәндә башыма килгән уйымды телем менән уйып ҡуйҙым:

— Үкенәһең дә йөрөйһөң, өләсәй, әсәйемдәргә хәҙер яһа ла ҡуйығыҙ туйҙы. Бер байрам булыр. Ҡартәсәйем, ана, тик ятмай, атайымды яңы ғына өгөтләп ултырҙы, загсҡа барығыҙ, яҙылышығыҙ, тип... Ҡурҡыныс һүҙ микән әллә ул ЗАГС? Өләсәйем мин Күрәнленән әйләнеп ҡайтҡанда ла аласыҡ алдында алйып баҫып тора ине. Ҡобараһы осҡан. Мине күргәс, иҫенә килгәндәй, һөйләнә башланы:

— Баязит кейәү ситкә сығып китергә булдымы икән ни? Өс бала менән ҡалдырып... Үҙ тиңен һайламағас... Әнкәләр осондағы Барый күпме йөрөнө күҙ атып, барып ҡына ҡуйманы шуға. Ай, Аллам, ярлыҡа — ул егет һуғышта башын һалды. Кейәү саҡ ҡына эләкмәй ҡалды, унан алдағылар, 27-ләр, алынды фронтҡа. Барыйҙың ҡустыһы Мансур шул йылғы ине, аҙағыраҡ, һуғыш тыма башлағасыраҡ, киткәйне лә, сулаҡ булып ҡайтты... Беҙҙең Баязит кейәү, иншалла, оҙаҡ йөрөһә лә, тыныс хеҙмәттә булғас, һап-һау килеш әйләнде. Муйыны оҙон, асҡаҡ ҡына бер һонтор ине, ҡайһылай мыҡтыланып, өрлөктәй булып киткән хәҙер. Ситкә тартыла уның күңеле, сителгән шул әрмеhендә. Ҡоҙағый ҙа тотоп тора алмағас...

Ошо өләсәйемдең! Бер һамаҡлай башланы иhә, туҡтар тимә. "Өс бала" тигәне ғәжәпләндерә әле мине был юлы, ҡалғаны һаман бер хәбәр инде. Өс бала?! Был һүҙ һис башыма һыймай, нисә хисаплаһам да — беҙ икәү: мин һәм тыуасаҡ туғаным. Әллә үҙен ҡушып иҫәпләйме? "Мин хәҙер бала хөкөмөндә, ҡартайҙым", — тип ҡуя лаhа һирәк-һаяҡ... Әhә, ҡартәсәйемдең ниңә кәйефе бөтөп йөрөүе хәҙер аңлашыла: атайым булып сыға теге "бүреккә һалһаң да, урманға ҡасыр бүре"?

— Өләсәй, тотош һауыттарыңды тултырҙым, дүрт көйәнтә ташыным, — тинем дә китергә йыйындым.

— Ана, сүмес буш таһа, — ти өләсәйем, ул шулай һыуға тип сүмесенә тиклем сығарып ултырта. Ҡайһы бер көндө юрамал сеүәтәләрен дә теҙеп ҡуйып, тултырып китәм ирмәк өсөн. Ә бөгөн миндә шаярыу ҡайғыһы юҡ, ҡуна ла ҡалмайым, тиҙерәк кире ҡайтып, өйҙәгеләрҙән төпсөнөргә кәрәк: ниндәй өс бала hуң?

Төпсөнөп торорға ла тура килмәне. Атайым ҡайҙалыр сыҡҡан, ҡартәсәйем илап шешенеп бөткән әсәйемде йыуатып йөрөй :

— Килен, һин бөтөрөнмә ул тиклем, ҡайтып алам ғаиләмде, ти бит, һүҙендә торор, ышан. Аяғына тышау ғына һалманым бит инде, ауылда миңә толҡа юҡ, донъя күргем, кеше күргем килә, ти ҙә ашҡына. Беҙ кеше түгелдер шул... Үҙгәләнгән уның күңеле, килен, барыбер баҫылмаҫ, йөрөп ҡайтһын.

Атайым армияла тапҡан дуҫы, урыҫ егете Вася менән хатлашҡан, малдарҙы ҡураға япҡас та Караганда тигән яҡҡа шахтаға китергә һөйләшкәндәр икән.

— Өс баланы ҡалдырыпмы? — Йәнәhе, шаҡ ҡатырам тегеләрҙе. Йәпле, минән хәбәр йәшермәһендәр!

— Миңә оҡшаған инде киленем, ҡәйнә тупрағынан, атайыңдан алда игеҙ ҡыҙ тапҡайным, аҙна ла торманылар... Көнө тулмай тыуғайнылар. Йәшлегемә барып, эшкә ауан булдым, ауыр күтәреп имгәндем. Инде балаға башҡа уҙмам, ахырыһы, тип ныҡ ҡайғырҙым, тағы байтаҡ йыл биҙәү йөрөнөм дә ҡуйҙым. Шунан, Аллаға шөкөр, башта – атайың, ике йылдан Шәрифә апайың тыуҙы.

– Игеҙәк туғандарым буласаҡмы?

– Һөйләп торам даһа...

– Ә ҡайҙан белдегеҙ, игеҙ түгелдер, бәлки, үтә күренәме ни?

– Хәҙер генә ул бальнисҡа йөрөйҙәр, уңарсы мин инем кендек инәhе был ауылда. Һинең кендегеңде лә үҙем киҫтем, килен баҡсала бәрәңге сығарып йөрөгән еренән тулғаҡлап китте лә... Ете айлыҡ булып тыуҙың, ҡолоҡасым. Сентябрҙә, сөмбөлә өҫтөндә.

– Ете айлыҡ...Етлегер өсөн унда, кесе йыhанда, тыныслыҡ кәрәк тәhә! – Минең был hүҙемә әсәйем яңынан буҫлығып иларға тотондо.

Ҡартәсәйем һуңғы араларҙа мине тиң күреп һөйләшә кеүек. Бына әле лә, әҙәмгә һанап, һорауыма яуап биреп тора. Минең "ҡатын" булыуым шул микән әллә: "Был бала шәп ҡатын булмаҡсы”,— тип әйткәне лә бар ҙаһа үҙенең?

— Әсәй, тим, илама әле, туғандарым ҡурҡыр! — тинем. Ә баяғы уйым мине оторо ҡыйыуландырып ебәрҙе: — Беҙ — дүрт ҡатын, бирешмәҫбеҙ!

– Кем ул, дүрт ҡатын?

– Ҡартәсәйем менән өләсәйем, мин, тағы һин үҙең — дүртәү түгелме ни? — Ни әйтерен беләм, шуға алдан алып ҡуйҙым: өләсәйем бала хөкөмөнә кермәгән әле, бушты һөйләмәһен, ә мин ул хөкөмдән сыҡҡанмын, вәт!

Күңелем көҙөкләнеп тик торҙо ошо араларҙа. Тышта – эт сыуағы, көндәр ҡояшлы, елеккә үтмәле hалҡын. Ер туңған, оҙаҡламай ҡар күҙе лә күренер. Атайым баҫыуҙа туңға hөрөүҙә йөрөй. Өйҙәгеләрҙең кәйефтәре юҡлығын hиҙәм, сәбәбенә төшөнә алмайым. Сетерәйеп-сетерәйеп шул сәбәпте юллайым.

Һаплап ҡына алған фекер ебем ҡапыл өҙөлдө, ҡапҡа асылған тауыш ишетелде. Атайым ҡайтып килә, ҡулында бүре тиреһенән тегелгән бүрек. Тотоп ҡарамайынса уҡ беләм: Бүреһуҡҡан олатай атайыма тип иләп ҡуйған тирене әллә күпме ваҡыт соланында киреүле тотто, ә яңыраҡ бесеп, бүрек тегеп ултыра ине. Йыйына атайым, шик юҡ, башына бүре тиреһе ҡаплап китергә йыйына. Бына – мин юллаған сәбәп тә...

Донъябыҙ былай бөтөн ҡаласаҡ: баҙ тулы бәрәңге, ҡабаҡ уңды, көнбағышыбыҙ ике тоҡ булды. Аҙбар ҡыйығында – тыңҡыслап тултырылған бесән, лапаҫ аҫтында – ике-өс йылға етерлек утын, бысып ҡына түгел, ярып та өйөлгән. Быларҙы ҡартәсәйем ҡабат-ҡабат барлап сыға, үҙен шулай йыуата. Ә мин "ир ҡулы тейгән донъя", "атайлы бала – арҡалы" тигән һымаҡ һүҙҙәрҙең башымда уралыуына сыҙаша алмай, иларға тулышып йөрөйөм.

3

[edit]

Атайым, Васяһынан хәбәр килгәс, туғандарымдың тыуыуын да көтөп торманы, теге дүрткел сумаҙанын тотоп Карагандаға сығып китте. Һөйләшеп ҡуйған кеүек, дүртебеҙ ҙә күҙ йәше күрһәтмәнек уға, оҙатҡас ҡына буҙлаштыҡ.

— Өйөмдөң өрлөгө ишелде! — тип иланысы шул көн ҡартәсәйем. Күтәрелеп ҡараным – өрлөк шылт та итмәгәйне?!

Март уртаһында, үҙ сәғәтендә, кесе йыhан ҡабағы асылды – минең туғандарым унан Оло йыһанға сыҡты. Ҡыҙ һәм малай!

Атайымдан әллә нисә хат килде. Игеҙәктәр тыуыуын hөйөнсөләп хәбәр иткәйнек, шуға яуабында: "Ятаҡта айырым бүлмә алғас, һине ҡайтып алам, Гәүһәр, борсолма", — тип яҙған. Миңә тигән айырым юлдарҙа ул: "Әсәйеңде һаҡла, ҡартәсәйеңде, өләсәйеңде тыңла", — ти ҙә ҡабатлай. Һаҡсылыр шул мин йә тәртипһеҙ бер ҡыҙыҡайҙыр. Йәнем көйҙө лә (ана ҡайһылай тип көйә икән ул йән), әсәйемдең яуап хатындағы бер асыҡ урынға үҙ ҡулым менән яҙҙым да ҡуйҙым: "Мин — шәп ҡатын!" Китте ул хат Карагандаға. Әсәйем әллә күрмәне яҙыуымды, әллә күреп тә өндәшмәне. Ә мин бер ыңғайҙа уның хатын уҡыным да ҡуйҙым, рөхсәтһеҙ булһа ла. Еңел уҡыным, әсәйем эре хәрефтәр менән яҙа, асыҡ ҡына итеп. "Ике имсәк балаһын күтәреп әллә ҡайҙа бараһым юҡ, үҙең ҡайт!" — шулай яҙғандыр тиһәм, ләм-мим был хаҡта. Ете ят Васяны һорашырға, уға сәләм әйтергә белгән, ә игеҙәктәре менән төндәр йоҡламай ыҙаланыуын яҙмаған. Әйтер инем мин сәләмде ул Васяға, ҡәҙерле кешемде ситкә олаҡтырып алып сығып киткән ҡотҡосоға. Атайымдың былай ҙа оҙон-оҙаҡ моряк хеҙмәтенән байтаҡҡа hуңлап ҡайтыуына ла шул урыҫ ағай ғәйепле икән, икәүләп портта аҡса эшләп йөрөгәндәр, ти. Әйтәм, теге дүрткел сумаҙан тулы бүләк ине. Ана, миңә алып ҡайтҡан ҡупшы башлығы – хәҙер тотоп утҡа ырғытам! Уф… Икмәк мейесендә дөрләп янған утындарға битем бешә яҙғансы оҙаҡ итеп ҡарап торҙом да ҡырт боролдом: атай төҫө булып ҡалған әйберҙе ни, яндыра алманым... Ҡыш етhә, кәрәге лә тейер, бәй. Ә үҙем атайымды шул тиклем һағынам! Ҡартәсәйем һиҙенә, ҡыҙ бала ла атайҙы шулай яҡын итер икән, тип аптырап ҡуя берсә. Ҡыҙ бала... Йөрәге бар ҙаhа ҡыҙ баланың да!

Әлдә туғандарым тыуҙы, шулар менән йыуанам. Шул тиклем оҡшашҡан улар, айырып та булмай. Мәүлиҙә әхирәтем менән ҡыҙыҡ булып бөтәбеҙ: әсәйем береһен имеҙеп килтереп тотторһа, бәхәсләшә башлайбыҙ, Камилмы был, Камиламы, тип. Икеhенең дә бер иш йүргәктәрен тағатып ҡарайбыҙ, кемебеҙ еңгәнен белер өсөн. "Камил бит, мин дөрөҫ әйткәнем, — тип ҡыуана Мәүлиҙә, — ана лаһа турғайы!”

Ысын, әхирәтем тиҙ айыра игеҙәктәрҙе, ә мин йыш яңылышам. Ғәрләнәм аяуһыҙ шуға, үҙ туғандарымды бутап ултырғас ни.

—Мин бит ен ботағы Ишбирҙе туғанымды ҡарап үҫтерешкән кеше, — ти Мәүлиҙә.

— Ә шулай ҙа нисек айыраhың?– тип төпсөнәм.

— Малайҙарҙың маңлайы туң була, — ти ҙә рәхәтләнеп көлә әхирәтем, — туң баш бит улар!

Инде икәүләшеп йығылып ятып көләбеҙ.

Ни генә эшләһәм дә, йығылып ятып көлһәм дә, күңелем китек шул. Кистәрен, йоҡлап китә алмай, таҫрайып өрлөккә ҡарап ятам. Өрлөк... Әллә ниңә ҡартәсәйемдең анауы «өрлөк ишелде» тигән сәйер һүҙе иҫемдән сыҡмай. Ҡарай торғас, былай ҙа аҡ, шыма өрлөк ай яҡтыһында тағы ла ағарып, нурланып киткәндәй була, гүйә, атайымдың йөҙө. Ана, ике күҙе — күкшел-йәшел булып ялтырай... Шыбырлап ҡына өндәшәм:

— Атай! Атай, ҡайт, Камилды, малайыңды, күргең килмәйме ни? Ул һиңә иш булыр. Әлүктән ҡыр танаулы, һиңә оҡшаған. Камила ла — тас үҙең. Күрһәң, айыра ла алмаҫһың ул матурҡайҙарҙы. Мин йәмһеҙ шул, табаҡ битле, йәмшек танаулы ҡарасман — Зөлхизә өләсәйемә тартҡанмын, әллә шуға яратмайһың!? Ташлап китмәҫ инең... Әсәйем һылыу ҙа инде, уны яратып алғанһың бит, егетенән – Барый ағайҙан һалдырып алып, маңҡа ғына көйөңә. Ултыра хәҙер атайлы етемдәр ҡосаҡлап, бер түгел, өсәүҙе...

— Нимә мығырҙайһың, Нурия, йоҡла! Бәләкәстәрҙе уятаһың бит. — Эргәмдә үҙе лә йоҡламай, шым ғына уйға сумып ятҡан ҡартәсәйем яурыныма ҡулын һала. Өрлөк-атайым менән ҡысҡырып һөйләшә башлағаным әллә? Тағы ҡарайым өрлөккә: ике күҙ тигәнем тәҙрә яҡ баҡсала үҫкән сейәнең япраҡтары икән, ай нурында күләгәләре сағылған. Бәй, түшәм тулы икән ул серле "күҙҙәр", керпек ҡаҡмай миңә баҡҡандар...

Оҙаҡ арына алманым атайымдың ҡырға сығып китеү ҡайғыhынан. Үҙемде әле саҡ ҡалҡып килгән ҡанатын имгәткән бәпкәләй итеп тойҙом... Уҡырға төшөүемдең шатлығын да тойманым хатта. Күпме күҙем ҡыҙып йөрөнө мәктәпкә минән бер йыл алда барып уҡып йөрөгән дуҫ малайҙарыма, баяғы алтауға, күпме көттөм шул көндө, ә үҙем һөйөнмәнем дә ҡуйҙым. Тырышып-тырышып һөйөнөргә иттем – булманы, эсем бошоп тик торҙо. Ә уҡырға мине Мәүлиҙәнең атаһы Әмин абый (беҙҙә уҡытыусыларҙы "абый", "апа" тип йөрөтәләр), өйҙәгеләрҙән дә hорап тормай, етәкләп алды ла китте. " Етең тулып килә, әхирәтең менән бергә уҡырһың, һин унан да сосораҡ", — тине лә Мәүлиҙә менән икебеҙҙе бер партаға индереп тә ултыртты. Ул көндө оҙаҡ уҡыманыҡ, тиҙ ҡайттыҡ. Әй, хәреф танырға Әмин абый Мәүлиҙә менән мине йөҙ былтыр элек үк өйрәтеп ҡуйғайны инде. Атайымды аптыратырға ярап ҡалғайны лаhа шул белемем: тәмәкеhенең ҡабындағы яҙыуын уҡыным да бирҙем – “Каз-бек”. Үҙем тағы hорай hалдым, нимә ул, ҡайҙа ул Казбек,тип. Атайым бик етди итеп hөйләгәйне Кавказ тигән яҡтар, ундағы Казбек тауы, папаха кейеп, биленә хәнйәр тағып йөрөгән грузиндар, аварҙар, лезгиндар, чечендар hәм шул төбәктә йәшәгән башҡа халыҡтар тураhында... Папиросы бушағас, мин Казбек ҡабына кәнфит ҡағыҙҙары hалып ҡуйҙым – асмалы бит ул, тышына тау яғалап сапҡан, ҡара бурка кейгән hыбайлы төшөрөлгән .

Эсем бошҡанда, аулаҡта шуны асып ҡарап йыуанам хәҙер. Унда кәнфит ҡағыҙҙары менән бергә ялтыр шәшке ватыҡтарын да hаҡлайым, ике-өс матур төймә лә ята. Бәхетле, атайлы көндәр төҫө булып ҡалған тәмәке ҡабын еҫкәп-еҫкәп ябып ҡуям да тышындағы hүрәткә ҡарап уйға талам: тауға ҡарап елгән hыбайлы атайым кеүек күренә башлай күҙемә... Ярар, бошонорға ваҡытым инде ҡалмаҫ та, мәктәпкә төшкәс. Өлкәндәр риза булырмы әле?

— Мин уҡырға барҙым, тауар бирегеҙ, алъяпҡыс тектерәм Татар әбекәйҙән, — тигәс, ҡартәсәйем һикегә ултыра төштө. Ул ғына өйҙә ине, эше иртәле-кисле – колхоз кәнсәләрен йыйыштыра. Таң менән өс мейескә ут яға, кистән иҙән йыуа. Мин кискеһен ярҙамлашам ҡай саҡ, яҙлы-көҙлө ауыр уға, иҙәндәге бысраҡты тимер көрәк менән ҡырып ташлай тәүҙә, шунан ғына йыуа, йүкә йыуғыс менән. Мин өҫтәлдәрҙе һөртәм, рәйес бүлмәһенең иҙәнен һеперәм, унда таҙараҡ була ғәҙәттә. Хисапсы сулаҡ Мансур ағайҙың, әсәйемде алам тип йөрөгән Барыйҙың ҡустыһының инде, өҫтәлендәге сатнаҡ зәңгәр тәрилкә тулы тәмәке төпсөктәрен сүплеккә сығарып ташлайым. Күп тарта ул ағай, бүлмәһе лә, тәрилкәһе кеүек, зәп-зәңгәр булып тороп ҡала артынан. Ишекте асып, һепертке менән һелтәп ҡыуалайым зәңгәр тәмәке төтөнөн. Уф... Ҡартәсәйемә оҡшатып, үҙҙәре юҡта, кәнсәләрҙә эшләгән ағайҙарҙы орошоп йөрөйөм бер арый:

— Өйҙәрендә лә шулай ҡыланамы былар, итектәрен тышҡы тупһалағы ҡырғыста әҙерәк ҡырғылап керһәләр булмаймы? Үләнгә лә һөртөп алырға буласы, белекһеҙҙәр...

Нишләптер, шул һүҙҙе әле килеп ҡабатлап әйттем дә ҡуйҙымсы, топ-тойоҡтан:

— Белекһеҙҙәр!

— Бына лаһа, һандыҡ аҡтарып ултырам, тауар эҙләп, сабыр ит! — тине ҡартәсәйем ҡаты ғына тауыш менән.

— Һине әйтәмдер шул.

Ҡартәсәйем үҙ хәбәрен сурытты:

— Үҙем дә бер уйлап ҡуйғайным, әллә бирергәме һине мәктәпкә, тип. Дәфтәр-ҡәләмдәрең бар, Шәрифә апайың посылка һайын ҡыҫтырып ебәрә. Шул атайыңдар өсөн борсолоп, иҫемдән сығарғанмын hине, ҡолоҡасым. Рәхмәт инде Әмингә, мөғәллим ҡустыға, ҡанатыңды бәпләп тора. Бүреhуҡҡан олатайыңа, Татар әбекәйеңә лә Алла ғүмерҙәрен бирhен, ошо баламдың күңелен үҫтереүҙәре уларҙың... Һин дә уҡымаhаң – башың тулы аҡыл. Әхирәтең дә барғас мәктәпкә, һиңә ни ҡала, уҡы шул, уҡы. Мәүлиҙә hинән йәшкә күпмегәлер өлкәнерәк, буғай... Ҡалышмаҫһың, уҙҙырып ебәрерһең әле унан, иветә?

— Иветә! — Шулай тинем дә, ҡартәсәйем биргән ике төргәкте, аҡ һәм ҡара сатинды, ҡултыҡ аҫтыма ҡыҫтырып, Татар әбекәйгә йүгерҙем.

Аҡ алъяпҡысым кискә үк әҙер булды, әбекәйемдең ваҡ-төйәк йорт эшен бөтөрөшөп, күҙҙән тектереп алдым.

— Бу бәйрәм алъяпкычы, купшы булсын, — ти әбекәй, — яурыннарына канат кебек итеп әберкә салам, сиңа беренче бу фасон, бел. Күргәч, бүтәннәр дә сорар инде шундыйны, барыбер сиңа — беренче, Нуриякаем! Кара алъяпкычны, көндәлеккә, ябаерак итәрмен, кесәләр басармын, яме. Иртәгә килеп алырсың.

И, Татар әбекәйем! Күпме эштәрен ситкә ҡуйып, мине, бер баланы, шатландырам тип, күҙ нурҙарын түгеп ултыра бит! Ҡосаҡлап, ике битенән үптем дә әбекәйемдең, ҡанатлы алъяпҡысымды күкрәгемә ҡыҫып, ҡайтыу яғына остом.

Башыма хәсрәт керҙе, йөрәгемә һағыш һарылды шул... Ә бит әле минең башым да, йөрәгем дә, Бүреһуҡҡан олатай әйтмешләй, ыуыҙ ғына. Яңыраҡ мине үҙе килеп алды, Ыласынды тағы күрһәтмәгә. Ҡышҡы каникул мәле – hөйөнөп эйәрҙем олатайға. Ярай, барғанмын, ярай, күргәнмен шул ҡошто, күкрәгемде бөрөп, ҡыҫып торған күҙгә күренмәҫ ҡулса ысҡынды hымаҡ, ниһайәт. Тыным иркенәйҙе.

Нисек башым еткән ошо Бүреhуҡҡан бабайҙы олатайым итеп алырға? Ауылда hуғыштан hуңғы осорҙа олатайhыҙ үҫкән бала әҙме ни, әлдә өлгөрөп ҡалдым, берәйhе уны үҙенә инселәмәҫ борон.

Атайым армиянан ҡайтмаҫ элек булды был ваҡиға. Ҡартәсәйем Бүреhуҡҡан бабайҙы кәртә-ҡура йүнәтешергә саҡырғайны, шунда, эш араhында, әйтеп ҡуйҙы:

– Нурия йәштәрендәге ике ейәнем бар минең дә, тиң генә үҫеп киләләр. Йыраҡталар шул, Иҙел аръяғында. Ни арҡаларынан ҡағып-hөйөп булмай, ни белгәнемде өйрәтеп, ҡолаҡтарына киртеп булмай...

Өйөлөп ятҡан hайғау өҫтөндә ултыра инем, hикереп төштөм дә бабайҙың салғыйына барып йәбештем:

– Мин олатай итеп алам hине, ҡайғырма!

Холҡома күнеп бөткән ҡартәсәйем дә аптырап ҡалды:

– Нурия ҡолоҡасым, нишләүең?

– Ә нейә, бик мәслихәт. Нишләп үҙемдең дә башҡа килмәгән был уй? – тип шатланып китте Бүреhуҡҡан бабай (хәҙер – олатай),– миңә хәләл ул, Һатыбал ҡорҙашым урынына олатай булам, аhа, нейә булмаҫҡа?

...Ошоларҙы әле килеп иҫкә төшөрҙөм дә:

— И, Бүреһуҡҡан олатай! Әлдә һин бар! — тинем уға, бала саҡтағы кеүек һырпаланып. (Эйе, теге кистә, өрлөк-атайым менән һөйләшкән кистә, бөткәйне кеүек минең бала сағым.)

— И-и, — тип ҡабатланы ул, мине үсекләгән ише, — Татар әбекәйеңдән отоп алдыңмы, башҡа кем шулай әйтә тағы?

— Мин әйтәм.

— Холҡоң Рәйханаға тартҡан, ул да күҙгә ҡарап, танмай һөйләшә. Әй, Һатыбал дуҫым йәл! Иҫән булһа, ошо Ыласынды икәүләп сығарыр инек һунарға. Уның яурынына ҡундырыр инем был бөркөттө. Киң яурынлы, мөһабәт ир ине ҡорҙашым, һинең ҡартатайың Һатыбал. Биҙгәк сиренән әрәм булды, йәшләй генә.

Һатыбал? Сәйер исем, ауылда берәү. Ниңә шулай ҡушҡандар? Бүреһуҡҡан олатайҙан һорарғамы әллә? Юҡ, аҙаҡ берәй төпсөнөрмөн әле. Хәҙер мин олатайҙың лапаҫына атлығам, шунда аҫырай ул Ыласынды. Оҙаҡ күрмәй торҙом ул ҡошто...

— Киләhе ҡыш ысынлап һунарға сығабыҙ. Ҡуянға, төлкөгә... Әлегә өйрәнсек кенә беҙ.

Шулай тип әллә үҙен, әллә Ыласынды өгөтләп, олатай лапаҫ яғына ыңғайланы. Унда иркен, бейек кенә, яҡты. Бер мөйөш түбәгә тоташтырып йыш ағас рәшәткә менән тотоп бүленгән, унда ҡайыры һыҙырылған тарбай ағас һөйәп ҡуйылған, ике түмәр ҙә тора — Ыласын ҡунырға. Лапаҫ ҡапҡаһын эстән бикләгәс, олатай рәшәткә ишекте асты, бөркөт ирәүәнерәккә сыҡһын, тип.

— Ҡайҙан тоттоң был ҡошто, олатай? Аҡбейектәнме? Һаман һорамайымсы?

— Фронтташ дуҫым Буранбай килтереп бүләк итте уны миңә. Үҙе йәшәгән яҡта, Ирәндек тауында тотҡан, бөркөттәр төйәгендә.

— Әле бөркөт, әле Ыласын тиһең?

— Исемен Ыласын ҡуштым, үҙе ысын бөркөт ул — ҡоштар батшаһы. Улым булһа, Ыласын тип нарыҡларға хыялланғайным... Бер бөртөк ҡыҙ насип итте Хоҙай, ул ни, ҡанатлы ҡоштай, осоп китеп барҙы ояһынан — күрше районда кейәүҙә,Үтәгәндә.

— Банат Батырова ауылындамы?

— Эйе, шилма ҡыҙыҡай, ишетмәгәне юҡ үҙенең. Ике ейәнем бар, hинең тиҫтерҙәр, тигәйнемме?

— Эйе. Ә был Ыласын?.. — ти һалдым, олатайҙың уйы әллә ҡайҙағы Үтәгән яғына китеп барыр, юғиһә.

— Дуҫымдың ошондай ҙур бүләген кире бора алманым шул. Атҡа тиң һиммәтле бүләк инде, аңлаған кешегә... Йәл үҙе, баштараҡ ҡаты бәғерле булырға кәрәк: уҫаллығын бөтөрөр өсөн ай буйы күҙен ҡаплап, бауға баҫтырып тоттом. Ун көн йоҡлатманым, бауын йыш-йыш hелкетеп торҙом. Бахырҡай, йыуашланды яйлап. Шунан күҙен ҡаплаған сепрәкте систем дә иркенерәккә сығарҙым, ҡулдан ашата башланым – мине хужа итеп тоя хәҙер. Хәлемдән килерме уны ысын һунар ҡошо итергә, юҡмы — әллә. Белгән һөнәрем түгел...

— Дуҫың, Буранбайың, ниңә өйрәтмәй?

— Эйе, ул белә, уның бөркөтсө булып теше сыҡҡан.Тәүге аулаған йәнлегенең йөрәген ашатырға кәрәк, ти, бөркөткә, әтеү бүтәнсә hунар итмәйәсәк, ти.

— Ә һинең бүресе булып сыҡҡанмы тешең?

— Әтеү. — Шулай тип кенә ҡуйҙы олатай, ярай ҙа, үпкәләмәне. Эй, ошо телемде! – Шәкетау бүреләренең ҡото осоп торор ине, мин hунарға сыҡhам!

— Шәке-шәке, әшәке,– тип ҡуйҙымсы ерле юҡтан.

— Әшәкенең бында бер ҡыҫылышы ла юҡ, “шәке” – борон бүре тигәнде аңлатҡан.

— Бүре тауымы, әтеү? Аңланым. Һөйлә инде тиҙерәк, Бүреһуҡҡан, әй, Әхмәҙин олатай, зарыҡтырма! Ыласын әле нимәләргә өйрәнеп өлгөрҙө? Ҡалай ҙурайған хәҙер, ҡанаттары яҫырған, ә суҡышы — хәтәр! — Шулайтып бабайҙы йүпләй һалдым тиҙерәк. Өҫтәп тә ҡуйҙым: – Һине хәҙер Бөркөтсө тиһәм дә була, иветә — бер үҙеңә өс исем?

Шаштырып ебәрҙемме, олатай миңә ҡарап башын сайҡап торҙо. Әммә яуапһыҙ ҡалдырманы:

— Әхмәҙинләп тормаһаң да була, ә Бөркөтсө тиһәң, нейә, ризамын. Инде миңә апаруҡ эйәләште, Ыласынды әйтәм, бына тигән һунар ҡошо яһайым унан. Заманында бүрене өрөргә өйрәткән кеше әле мин!

— Бүрең ҡасып китте бит урманға, этең әйләнеп ҡайтты, Һарыгүҙең, шул өрөп тора ла инде.

Был һүҙем, биллаһи, артыҡ булды – бабайҙың төҫө үҙгәрҙе, күҙ алдында бурлаттай ҡыҙарып сыҡты.

— Кем әйтте? Үҙемдең әбей ҙә белмәгән хәлде... Рәйханаға ғына һөйләгәйнем, аслан серҙе сисмә, тип ныҡытҡайным. Ышан был бисә-сәсәгә. Тоғро ҡатын, тиһәм... Ошо остоҡ ҡыҙыҡайға һөйләгән? Нисә йәш әле һиңә? Тыумағайның да ул саҡта.

— Нишләп мин "остоҡ" булайым. Белгең килһә, мин дә, ҡартәсәйем кеүек, "тоғро ҡатын", һүҙемдә тора беләм. Анттыр бына, берәүгә лә ысҡындырмам Һарыгүҙ хаҡында.

— Әйт шулай ҙа: кемдән ишеттең?

— Үҙем беләм, ҡартәсәйем бер нәмә лә һөйләмәне. Кесе йыһанда саҡта уҡ ишеттем... Һине нисек hатайым, ти, Ыласындың ғына түгел, үҙемдең дә ҡанатымды бәпләгән кешене!

Бүреһуҡҡан олатай (инде – Бөркөтсө) ғажиз булып, ҡул һелтәне. Әлдә төпсөнмәне, әйтәгүр, кесе йыһанда белгәндәремдең Оло йыһанда ла ҡай саҡ ысын булып сыҡҡанын уға нисек аңлатайым?

Мәңгегә килгәндәй булып, донъяны ҡалын ҡар менән бурап ташлаған ҡыш та үтте, гөр-гөр йырлаған гөрләүектәренә эйәреп яҙ ҙа ағып китте, йәмле йәй йәйрәне.

Бөркөтсө олатайға йыш, көн дә тиерлек йөрөй башланым. Әбейе, теге биш Сәғүрәнең береһе, — Көләкәс Сәғүрә инәй ҙә һөмһөрөн ҡойоп тормай, йылмайып ҡаршылай: "Иһи-һи (хәбәренән алда келтерләтеп көлөп ала), Гәүһәрҙең ҡыҙы килгән", — ти ҙә ихлас итеп лапаҫ яғына ишаралай, йәнәһе, бабайы шунда. Белә ләһә кемгә килгәнемде.

Мәүлиҙәне бер генә эйәрттем, апаһы уны ҡанат менән бәргесләгән көндө генә. "Ыласындың холҡо боҙола, сит кешегә күп күрһәтергә ярамай”,— тип олатай ҡаты ғына киҫәтеп ҡуйғас, ҡолаҡҡа элдем.

Ә Ыласын күҙгә күренеп эйәләшә Бөркөтсөгә. Яурынына, ҡулының һыртына килеп ҡуна, тырнаҡтарын ҡалын күн бейәләйенә батыра ла ҡаҡайып ултыра бирә. Мине лә ят итмәй, башын саҡ ҡына бороп, ҡырын ҡарап ҡуя. Әкәмәт ғорур үҙе! Ә аҡылы! Бөркөтсөнөң һәр ишараһын аңлап тора кеүек.


— Көслө сағымдараҡ килеп ҡунманы был Ыласын минең яурынға, әкренләп кәр кәмей, — тип мыжып та ала Бөркөтсө олатай. — Үҙһүҙле ҡош ул, бәғзе ваҡыт берәй нәмә менән алып бәрерҙәй булып китәм, фронтта бөткән нервылар сыҙамай... Буранбай дуҫ яҙа, бөркөт ғәрсел ҡош, асыуын онотмай, тейеп ҡуйма, тип. Яратһа, ныҡ ярата, тоғро ярата, хаслашһа, үлемесле дошман була икән был... Бер-беребеҙгә эҫенештек кеүек былай. Һәр хәлдә, ары-бире йәнде көйҙөрһә лә, мин уны яратам! Әлеге кәр китә башлауы ғына борсолдора, төндә йоҡлатмай, яралар һыҙлай...

– Үтә ҡарт түгелhеңсе, нисә йәш әле hиңә, олатай?

– Иллегә генә инеп барыш та ул... Һуғыш алып ҡалды беҙҙең йәшлекте лә, hаулыҡты ла, Нурия ҡыҙым.

— Мин һиңә ярҙамға Кәйҙеремде бирәйем, Бөркөтсө олатай! — Шулай тип ысҡындырғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.

— Кем тағы уныһы?

— Кәбир ул, мин генә Кәйҙерем тип йөрөтәм. Исламетдин ағайҙың улы.

— Ә, Исламетдиндыҡы булғас, йүнһеҙ малай түгелдер?

— Унан да йүнле малай юҡ, олатай. Һыбай елгәнен күрһәң — оса ғына. Атаһының ярты эшен эшләшә кирбес һарайында.

— Бир, әләйһәң, миңә ул Кәйҙеремде, — тине Бөркөтсө, күҙен мут ялтыратып, хатта йәшәреп китте.— Һыбай йөрөү маһирлығы бик кәрәк беҙгә, бөркөтсөләргә.

Бөркөтсөләргә? Йүнле, тигәс тә, Кәйҙерем дә булғанмы бөркөтсө. Көләкәс инәй көлмөшләй, иһи-һи... Улай ҙа, әйткән һүҙ — атҡан уҡ, Кәйҙеремде килтерҙем эйәртеп Бөркөтсө олатайға. Күҙе ныҡ ҡыҙҙы тегенең, һикереп төштө, барам, тип. Дәртле ул, ҡушаматы ла шуға Кәйҙерем — кәйҙереп, шәп атлағанға. Әммә башҡа берәүгә лә форсат бирмәй үҙенә улай өндәшергә, йоҙроғо тос... Ә миңә теймәй, “Кәйҙерем”дән һалдырып тик йөрөйөм үҙен. Нишләп түҙә шуға? Әйтәгүр,үҙем таҡтым даhа уға ҡушаматты! Малайҙарҙың бөтә уйындарын да беләм, таhыллыҡта уларҙан уҙҙырып та ебәргеләйем – шул хаҡта әйттемме әле? Мәҫәлән, hыу өҫтөнән таш кәйелтеүҙә миңә етә алмайҙар. Йоҡаҡ ҡына ялпаҡ яҫы ташты кәйелтеп ебәрәм, әллә нисә ҡат hыуға сәпәтеп осорам ғына тегене. Нисә сәпәтәhең, шунса «ҡоймаҡ» ҡояhың. Кәбир бигерәк сәмле, бер мәлде, уғата мауығып китте әллә, хатта ки теле көрмәлде: “Иң күбе мин кәйҙерпелттем, ун ҡоймаҡ кәйҙергәнски!” – тип hөрән hалды. Миңә ни етә ҡалды...

Һөйөнөп бөтә алманым аҙаҡ Кәйҙеремде "бөркөтсө" итеүемә. Олатайға шәп ярҙамсы булды ла китте. Әллә нисек өлгөрә: атаhы егелгән колхоз йөгөн дә тартыша, өйҙә лә булыша, һыуына тиклем ташыша — торғаны Кәйҙерем инде. Өлкән малай шул ғаиләһендә, тағы ике бәләкәс һеңлеһе бар, уларын өләсәйҙәре бағыша. Әсәһе – сөгөлдөрҙә, ауыр эштә. Колхоздың йәшелсә баҡсаhында эшләгән беҙҙең әсәйҙәргә лә еңел түгел. Мәүлиҙә менән мин беләбеҙ инде, йәй буйы шунда елкәбеҙ сейләнгәс. Йәшелсәгә туҡтауһыҙ һыу һибергә кәрәк, елкәнән көйәнтә төшмәй... Таңғы һибеүгә уятмайҙар, ә кискеһенән беҙҙе ҡалдырмайҙар. Быйыл яҙ ҡоро килде, вәт күрҙек Мәүлиҙә менән күрмәгәнде! Һыуҙы көйәнтәләп тәүҙә һаҙлыҡтан ташыйбыҙ: яҡын да, һыуы ла йылы. Баҡалары һерәйеп ултырып ҡалғансы һығып алып бөтәбеҙ һыуын. Шунан Күрәнленән йырылған арыҡҡа йөрөйбөҙ. Үҙе тәрән, үҙе тар ул арыҡҡа ҡояш нуры төшмәй, һыуы зәңкеткес һалҡын. Эйелеп кенә алып та булмай һыуын, төшөргә кәрәк. Мин төшәм инде, Мәүлиҙә кәүҙәгә бәләкәй, биҙрәләрҙе аҫтан күтәреп бирә лә алмай. Дүрт биҙрәне тултырып өҫкә күтәргәнсе аяҡ иҫһеҙ булып туңа... Шуға, сөгөлдөр тураһында хәбәрҙәр ҡуйыра башлағас, эстән генә ҡыуандыҡ хатта. Ә ҡыуанырлығы булмаған ул эштең, тамуҡ көткән унда беҙҙе һәм беҙҙең әсәйҙәрҙе... Ҡайһы бер көндө йәшелсә баҡсаһына Кәбир килеп китә кәйҙереп кенә. Әҙерәк һыу ҙа ташыша, шул арала Ыласынды ла һөйләй һала:

– Буранбай дуҫы олатайға посылка һалған, Ыласындың башына кейҙереп, күҙен ҡаплай торған ҡаплауыс ебәргән. Күндән тегелгән, үҙе хас шлем hымаҡ, башҡортса торҡа инде – олатай шулай йөрөтә. Беҙ, бөркөтсөләр, беләбеҙ инде, — ти Кәйҙерем, оторо маҡтанып, — күптән өйрәткәнбеҙ Ыласындың күҙен ҡапларға. Бөркөттөң күҙе осҡор, юғарынан тотош ауылды, Аҡбейекте, Күрәнлене бер ҡарауҙа күрә, бәләкәс кенә сысҡанды ла ысҡындырмай, шундуҡ уны эләктерергә шыҡыя. Ә бит ул сысҡан аулай торған ябалаҡ түгел, ә бүре, төлкө кеүек эре йыртҡыстарға һунар итә торған ҡыйғыр ҡош! Белгең килһә, кисә Ыласынды hеҙҙең сабынлыҡҡа – Зөлхизә яланына алып сыҡтыҡ, үрләс ергә.

— Шунан?!

— Әһә, ҡыҙығырһың тигәйнем дә.

— Йә, һөйлә тиҙерәк! — тим, ә үҙемдең эсем бороп-бороп ала көнләшеүҙән: Бөркөтсө олатай менән мин йөрөргә тейеш тәһә. Әллә һиҙеп ҡалды хәлемде, Кәйҙерем ерле юҡтан ошо хәбәрҙе килтереп ҡыҫтырҙы:

— Һыбай мендек үрләскә. Бабай шәп йөрөй әле эйәрҙә, бирешмәй. Аңланым тел төбөн (мин һыбай йөрөй алмайым, йәнәһе), әммә белгертмәнем:

— Ул бит ғүмер буйы урмансы булған, өҫтәүенә һунарсы ла, гелән ат менеп йөрөгән, хәҙер генә — төнгө ҡарауылсы,– тинем.

— Беләм дә инде, янғын мискәһен ҡарауыллай. "Мин ҡарауылсы түгел, ә янғын һүндереүсе, пожарник!" — ти үҙе.

— Көләкәс инәй һөйләне инде уның нисек янғын һүндергәнен, иhи-hи! — Әйттем дә ҡуйҙым, Ыласынды минһеҙ яланға сығарғанына олатайға асыуым килеп. Әйтһә, мин дә барыр, күрер инем. Кәйҙерем менән бер атҡа ултыра алмайыммы ни? Хәҙер теге ләҡәпте һөйләргә тура килә инде был малайға...

— Мин һинең телеңдән тартманым, үҙең башланың, йә! — ти, ана.

Ҡотолоп булмай Кәйҙеремдән, һөйләтмәй ҡалмаҫ.

— Тыңла, әтеү. Илгә таратма! Ололар беләлер белеүен... Мин тыумаҫ борон булған ул хәл, ун йыллап элек.

— Борон шул!

— Шаяртма, бүлмә һүҙҙе!

...Ҡараңғы төшөп, кеше аяғы тынғас, бабай янғын һарайын бикләгән дә, сәй эсеп киләйем тип, өйөнә ҡайтып киткән. Шул арала бер келәттең мөйөшө янып киткән. Йәй көнө, келәт буш, ашлығы юҡ. Барыбер ҡаралты лаһа. Шул оста йәшәгәндәр күреп ҡалып, тиҙ генә һүндергәндәр әлдә. Ундай хәбәр ни, тиҙ йөрөй, колхоз рәйесенә лә барып еткән, ул ат менеп килә һалған. Шул саҡ яй ғына атлап беҙҙең бабай килә ята, ти. Үҙе аптырай икән, нимә тип шунса халыҡ йыйылып киткән бында, төнгә табан?

— Һин, ҡарт, ҡайҙа йөрөйһөң эш урыныңды ташлап, ана лаһа пожар сыға яҙған! — Рәйес ағай быны тетә башлаған. Ә беҙҙең бабайҙы беләһең дәһә, иҫе лә китмәгән:

— Ниңә әле һеҙ минең эшемә ҡыҫылып, һарай ишеген рөхсәтһеҙ ҡайырып асып йөрөйһөгөҙ? Янғынды ни, сыҡһа ни, яйлап үҙем һүндерер инем әле, — тигән. Һәм өҫтәп ҡуйған: – Рәйес ҡустым, фарман бир, иртүк йоҙаҡты йүнәтһендәр, мискәгә һыуҙы тултырып ҡуйһындар!

Рәхәтләнеп көлдөк. Шунан Кәйҙерем Ыласындың тәүге һынау көнөн тасуирланы. Мин, нишләптер, уның урынында тик үҙемде күрҙем.

...Бына, имеш, мин ҡуян тиреhенә hарыҡ йөнө тултырып яhалған ҡарасҡы тағылған оҙон бауҙы һөйрәтеп еләм. Һыбай елмәйем дәһә, ерҙән йүгерәм (алдаҡсы был Кәйҙерем!), теге «ҡуян» да саба. Ғүмерендә тәүге тапҡыр һунар ҡомарын татыясаҡ хәҙер Ыласын. Минең дә эшем яуаплы: шәп йүгерергә, бауҙы ҡулдан ысҡындырмаҫҡа, берәй ҡыуаҡҡа һөрлөгөп ятмаҫҡа тейешмен. Тырышам, артыма ҡарамай, алға йүгерәм генә. Олатай, башына кейҙергән күн торҡаһын сисеп алып, бөркөттө күккә сөйҙө. Бына бер мәл ҡыйғыр ҡош, атҡан уҡтай, мин һөйрәп килгән ҡарасҡыға йомолдо.

Ҡеүәтле ҡойроғо "ҡоп" итеп ергә ҡағылды, типкер тырнаҡтары «ҡуян»ды матҡыны. Мин, ҡурҡмай-нитмәй, бөркөткә ҡарап торам. Ул да туп-тура миңә ҡарай! Уңарсы олатай килеп етте, ул да бөркөт менән ҡарашып торҙо байтаҡ. Бер-береһенән ҡәнәғәт ине бөркөт менән бөркөтсө. Олатай кеҫәһенән сей ит киҫәге килтереп сығарҙы ла Ыласынға һондо, табышын ысҡындырырға ишараланы. Тегеһе буйһондо, үткер тырнаҡтарын бушатты, суҡышын асып, хужаһы ҡулынан итте һоғондо. Бөркөтсө олатай йәш һунар ҡошон күкрәгенә ҡыҫты, башына тағы торҡаhын кейҙереп, күҙен ҡапланы ла яурынына ултыртты...

Әйтерһең, кино ҡараным: бөркөт һунары хаҡында мауыҡтырғыс кино, ә бер геройы — үҙем. Түгел шул! Ана бит, эргәмдә баҫып тора ул герой, ауыҙын йырып. Минең уға Кәйҙерем тип әйткем килмәне лә ҡуйҙысы хәҙер. "Бөркөтсө Кәбир" — ошолай килешә. Олатайға ни, ҡатлы-ҡатлы ҡушамат нимәгә, әүәлгеhе, өйрәнелгәне менән йөрөр. Ләкин әлегә Кәбиргә бер ни тип тә өндәшмәй торам, былай ҙа, ҡабыҡ ҡанат, маҡтанырға мас ҡына.

Уңарсы дуҫым сер уртаҡлашырға тотондо :

— Ҡыш һунар итәсәкбеҙ Ыласын менән, әлегеhе өйрәнмеш кенә. Йәй уртаhында ҡуян-бүре ауламай hунарсылар, тыйылған... Ҡулыңа бейәләй, яурыныңа ҡаплауыс, ә Ыласынға тағы бер торҡа текһен, Татар әбейгә алып бар, тип олатай үҙенең иҫке күн итегенең ҡунысын ҡырҡып бирҙе әле.

Ана, тағы ҡупая. Көтөп торһон яңы ҡушаматын. Тағырмынмы, юҡмы әле ?!

Беҙ, дүрт ҡатын (бәләкәс Камиланы иҫәпкә алмайым, исмаһам, өс йәше тулһын, шунан беленер: шәп ҡатын сығырмы унан, сыҡмаҫмы), һәүетемсә донъя көтәбеҙ. Быйылғы йәй яңылыҡ артынан яңылыҡ килеп тора. Гел арыу яңылыҡтар. Зөлхизә өләсәйемә, элекке данын иҫләп, алты мөйөшлө өй һалып бирҙе хөкүмәт. Өмә итеп, тиҙүк күтәреп, башын ябып та ҡуйҙылар. Әле күрше Николаевканан Уста знакум тигән урыҫ бабайы мейес сығара. “Был арандай өйҙә мин нишләрем икән бер үҙем", — тип өләсәйем йөрөй уның янында ҡаңғырып.

Кисә мәрәкә булды. Йүгереп кенә өләсәйемдең хәлен белеп сығайым тип инһәм, күрше ауылдан бер бабай килеп инде, мейессене күрергә тип. Юрый тыңлап торҙом, бабай Уста знакум менән ҡайһылайтып урыҫса һөйләшеп килешер икән, тип. Моғайын, мейес сығартырға тип йөрөйҙөр бит инде?

— Тоже печку надо? — тип һораны Уста знакум, яңы мейескә ымлап.

— Әбизәтелнә!

— Через два дня придешь. — Уста знакум ике бармағын күрһәтте лә нығытып ҡуйҙы: — Ладно?

— Әбизәтелнә!

Шулайтып, урыҫса бер генә һүҙ белеп тә, йомошон йомошлап ҡайтып китте бабай. Әкәмәт... Ҡайтҡас, көлә-көлә ҡартәсәйемә һөйләгәйнем: "Ерекленән Әбизәтелнә ағай булған, күрәһең", — тип кенә ҡуйҙы, бер ҙә аптыраманы. Көлмәне лә.

Камила менән Камилды бер ҡарауҙан айыра башланым: шул да яңылыҡ түгелме ни? Ике йәш тә булып китте уларға. Сирәмдә тәгәрәтеп уйнатып бер булам үҙҙәрен. Ҡыҙыҡ таһа: бүкән кеүек тәгәрәйҙәр – ике аяҡлы, ике ҡуллы, күҙле бүкәндәр. Шулай сағыштырам да, ҡурҡышымдан тиҙ генә тәүбә әйтеп, берәм-берәм күкрәгемә ҡыҫып һөйәм туғандарымды. Бәләләре бик төшмәй уларҙың миңә. Зөлхизә өләсәйем тағы гелән беҙҙә, ул ҡараша. Рәйхана ҡартәсәйем дә йәй һайын атҡарған кашауарлығынан (колхоз бесәнселәренә аш бешерә торғайны) баш тартты шул бәләкәстәр хаҡына. Ә нисек айыраммы? Кейеменән түгел: әсәйем уларға hаман бер иштән, оҙон ғына, тоҡ һымаҡ күлдәк ишараты кейҙерә лә ҡуя, бестәтәү ҙә йөрөгөләйҙәр. Юҡ, "турғай" ҡарап та тормайым... Хәҙер уларҙың, төҫкә ике тамсы һыу кеүек оҡшашһалар ҙа, айырмалары етерлек. Камилды бигерәк яратам. Атайымдыҡы кеүек йәшкелт күҙҙәрен йомрайтып ҡарап ултырыуҙары шуның! Камилаһы илаҡ, етмәһә – һейгәк. Инде тотаһың аяғын, инде күл итә лә ултыра... Икеһенә лә тыуа-тыуғандары бирле өйрәтә өләсәйем, белдерегеҙ, “бес” иткегеҙ килһә, тип. Камилы шуны аңлап, сәңгелдәктә сағында уҡ ыһылдап буҙарып бөтөр, аҫтына ебәрмәй, аяғын тотҡанды көтөр ине. Ә Камилаһы... Барыбер уныһын да яратамсы, үҙемдең бер бөртөк һеңлемде ни.

Ә иң ҙур яңылыҡ, өләсәйемдең ҙур өйөнән дә ҙурыраҡ яңылыҡ — атайым ҡайтасаҡ. Тотошлайға түгел шул... "Июль урталарында ҡайтып төшөрмөн, отпуск алам, — тигән хатында. — Гәүһәр, игеҙәктәр менән һине алып китәм, бүлмә бирҙеләр. Нурия ҡыҙым әлегә ҡалып торор..."

Шул хатты уҡығас, шым ғына урамға йүгереп сыҡтым да, Гөлбикә апайҙың соланына кереп, башымды бүрәнәгә бәреп-бәреп иланым. Башым күбеп-күбеп сыҡты, ауыртыуына тағы иланым. Ҡысҡырып-ҡысҡырып... Улай ҙа илағаным юҡ ине һымаҡ. Әлдә Гөлбикә апай өйҙә юҡ, был ваҡытта ул сөгөлдөрҙә.

Битемде соландағы һыулы биҙрәгә сумырып алдым да, ҡапылда өйгә ҡайтҡым килмәй, Мәүлиҙәләргә барып ураным. Әмин абыйҙың тауышы тышҡа уҡ ишетелә: «Өй тулаhы ҡатын-ҡыҙ, ә донъя бола, әйбер табырлыҡ түгел, ҡайҙа минең йыйылышҡа таға торған галстук?” – тип дыу ҡуба. Инеп торманым, үҙебеҙгә боролдом.

Ә үҙебеҙҙә ҡәйнәле-киленле икәү бер ҡарарға килеп ултыралар: ауылдан берәү ҙә китмәй! Әллә ҡайҙағы урыҫ араһында, әҙәм ишетмәгән Карагандала — нимә ҡалған унда?


— Мин урыҫса белмәйем, ҡала ерендә эш табыр һөнәрем юҡ, таш өйҙә бикләнеп, ҡасан ҡайтыр был, тип ситлектәге ҡоштай ултырырым...

— Аҡсаң бөтһә, һауып эсер һыйырың юҡ, барып төңкәлер кешең юҡ. Ете ят араһында... Бына килешкәндәр, икеһе бер төптән былар? Зөлхизә өләсәйемдән, хисапҡа алып, фекер һораусы юҡ инде, ә минән һуң — ниңә һорамайҙар? Мин дә бар бит әле был донъяла!

Өс көн ҡаты уйландым. Нишләргә? Атайымдан ҡалмайым, тегеләр эйәрмәһә, мине алып китһен үҙе менән, бәй. Урыҫса уҡырмын, өйрәнермен. Атайым эштән ҡайтыуға әрсеп бәрәңге бешереп торормон, ҡоймаҡ та ҡоя беләм. Кер-фәлән йыуырға эшкинәм, һауыт-һаба, иҙән йыуыу тураһында әйтеп тә тормайым... Юҡ... Камил менән Камиланы нисек ҡалдырып китәйем? Теге бөркөтсөләрҙең ҡышҡы һунарын да күрәһем бар. Мәүлиҙә әхирәтем минһеҙ тамам мәүешләнер. Атаһы ла, уҡытыусы башы менән, холоҡһоҙланып ала. Төнәгөнгө бырхыуынан hуң баҫылғандыр инде тип, бөгөн тағы барғайным уларға (исмаhам, Мәүлиҙәгә hөйләр инем эс серемде), Әмин абыйҙың hаман ерле бушҡа енләнергә әҙер генә йөрөүен күреп: "Әлдә атайым юҡ,"– тип ҡуйҙым да эстән генә, ҡайта һалып киттем.

Ҡайтһам, өйҙә, гүйә, кесе ҡор йыйылған: өс ҡатын дүртенсене, мине, көтөп кенә ултыралар. Һанға hуғалар ҡай саҡ...

— Рәйхана ҡоҙағый, шуны кәңәш итергә килдем әле, — тип һүҙ башланы Зөлхизә өләсәйем, — әллә тағы бергәләшәйекме, Баязит кейәү армияла саҡтағы кеүек? Ҡыйын даһа миңә ике араны тапау. Бер башыма ҡаҙан аҫып ултырыуы ла йәпһеҙ, күпселек һеҙҙә ризыҡланам да барыбер...

— Ишегеңде бикләп, төйөнсөгөңдө тотоп, кәзәңде етәклә лә кил дә ин, ҡоҙағый, һин беҙгә артыҡ һөйәк түгел, — тип өҙөп кенә яуапланы ҡартәсәйем, ике уйларға урын юҡ был йәһәттә, тигәнде аңлатып.

— Ни бит әле... Ҡоҙағый, миңә тигән яңы өйгә күсенһәк, күмәкләшеп?

— Бына һиңә, иҫке ауыҙҙан яңы һүҙ... — Ҡартәсәйем аптырап ҡалды. Ә уның шулай ҡаушап тороуын мин бығаса һирәк күрҙем, бәлки, күрмәнемдер ҙә?

— Ярар, биғәйбә, кейәү ҡайтҡас хәл итербеҙ микән? Мине ни, бала хөкөмөнә кереп бөткән ҡарсыҡты, әрләмәгеҙ инде...

— Ошо ҡоҙағыйҙың... Ә бит... уйлап ҡараһаң? Күсенәбеҙ, бәй, ниңә? Баязит ҡайтҡансы уҡ күсенәбеҙ. Тәүәккәлләйбеҙ ҙә ҡуябыҙ. Игеҙәктәр үҫә барған һайын нығыраҡ беленә был өйҙөң бәләкәйлеге...

— Мейесте яғып ҡараныҡ Уста знакум менән, яҡшы тарта. Һылап, аҡларға ла... Бына Гәүһәрем әҙерәк бушаһа? Ҡартәсәйем, хәл иткес берәй эшкә әҙерләнһә, гел шулай итә, бөйөрөнә таянды:

— Килен, йәшелсәңдән тура ҡоҙағыйға бар, беҙ балалар менән шунда булырбыҙ, төшкө аш әҙерләп торорбоҙ. Мин Исламетдиндән берәй көйәнтә балсыҡ hорап алып килермен, аҡбурҙы төйөп ҡуйырмын, Нурия күп итеп һыу ташыр. Тамаҡ ялғап алырhың да тотонорһоң шул мейескә. Йәме?

— Ярар. — Әсәйем, Карагандаға китмәҫ өсөн, ун мейесте hылап бурларға ла әҙер, күреп торам. — Ярҙамға берәйһен саҡырһам?

— Бынау уттай эш мәлендә кемде табырһың икән? Бөтә бисә-сәсә сөгөлдөр баҫыуында, аяҡтарын саҡ һөйрәп арып ҡайталар.

— Мәүлиҙәнең әсәһен саҡыр, Рабиға апайҙы, — тип һүҙ тығып ебәрҙем. — Көндөҙ ул буш бит. Ишбирҙеһен әхирәт менән икәүләп ҡарарбыҙ. Ҙурайған ул, элекке кеүек үк ен ботағы түгел, "ярамай"ҙы белә башлаған.

Шулай иттек тә. Эңер төшөп, көтөү ҡайтҡансы эш осланды. Мейес әҙерәк кипшенгәс, тағы бер-ике көн ут яғып hынап ҡараныҡ та Яңы өйгә (шулай атаныҡ) күсендек тә килдек. Әлеге лә баяғы Бүреһуҡҡан олатай янғын һүндереү хеҙмәтендәге атын арбаға егеп, мөлкәтебеҙҙе күсереште. Әҙләп-әҙләп, тағы бер-ике көн йөкмәп тә ташыныҡ әле: бик ҙур булмаған дүрт мөйөшлө өйгә шул тиклем күп әйбер һыйған, имеш.

Өйҙөң тәҙрә пәрҙәләрен алманыҡ, ҙур һикене лә урынынан ҡуҙғатманыҡ. Ҡартәсәйем шулай ҡушты: "Ул һикелә минең мәрхүмә ҡәйнәм бәпес биләгән... Баязитымдың атаһын, Һатыбалымды", — тине.

Ҡола ялан ҡалғас, өй ныҡ йәл була икән. Ҡартәсәйем күҙ йәшен күрһәтмәне әлдә. Күтәрмәгә сығып баҫҡас, ихатаны байҡап алды ла әйтеп ҡуйҙы:

– Биғәйбә.

– Хуш, Атай йорто! – быныhын мин өҫтәнем. Уйлап та әйтмәнем, телемә шулай килде.

— Кейәү риза булырмы икән? — тип иҫкәрткән булды Зөлхизә өләсәйем.

– Кем һорай уның ризалығын? Нигеҙен йәтимhерәткеhе килмәhә, йөрөмәһен тегеләй-былай тәгәрләп, далалағы ҡамғаҡ шикелле. (Ниндәй икән ул — дала ҡамғағы?)

Ҡартәсәйемдең бәғере ҡатҡан икән, ҡайһылай уҫал әйтте. Бәғер нимәме? Йомшаҡ сағы ҡайһылай ҙа уның, ҡаты сағы ниндәйме? Ә ниңә ҡата ул? Ошондай hәм башҡа төрлө hорауҙар хәҙер миндә hирәгерәк тыуа, йәшем ырай ҙаhа, күп һүҙҙәрҙең мәғәнәһен үҙлегемдән үҙем аңлайым да ҡуям, тәү тапҡыр ишетһәм дә. Зөлхизә өләсәйемсә, әллә «белеп тыуғанмын»? Татар әбекәй ҙә әйтә: "Нуриякаем, ике ягыңда ике фәрештә — зур әнкәләрең, шунлыҡтан синең зиһенең үткер. Дөньяны үтеп чыккан хатын диярсең, сөйләшүеңә карап, и, бәбекәем, кечкенә кызчык бит әле соң үзең ..."

Өс йәшемәсә, сабыйлыҡта инде, себендәй мыжғып тора ине ул hорауҙар – башымда ла, баш осомда ла, аяҡ аҫтымда ла, тирә-яғымда ла... Әсәйем менән Шәрифә апайым: “Теңкәгә теймә! – ти ҙә ҡасып китәләр ине минең ҡырҙан. – Ана, ҡартәсәйеңдән һора йә өләсәйеңдән — улар күп йәшәгән, күп белә”, – тип ҡотолалар. Ә инде дүртемә китеп, "шәп ҡатын" буласағым фаразланғас, мин хәбәрҙең айышын үҙ аллы аңғарырға өйрәндем. Бер мәлде ҡартәсәйем әсәйемде шелтәләп йөрөй: "Шул тауыҡ баш Сәғүрәнең ләститенә ышанып, сүптән сүмәлә өйөп, эсеңде күмһетеп йөрөмә, тип һиңә күпме әйтәм, ә, килен!" Минең тыштан килеп ингәнде һиҙгәс, туҡтанылар. Бына хәҙер уйлапмы уйлайым бит инде: ауылда биш Сәғүрә бар, ҡайһыһының башы тауыҡтыҡына оҡшаған икән? Урам ҡыҙырып йөрөп, бишеһен дә барып ҡараным – бәй, бөтәһе лә ҙур башлы, ә Салпа Сәғүрәнеке беҙҙең аласыҡта малға бәрәңге бешерә торған көршәктән ҙурҙыр әле хатта – сәсе ҡуйы, бөҙрә. Юҡ, осона сыға алманым был һүҙҙең. Өйҙәгеләрҙән һорамайым, сәмләнәм. Күпмелер ваҡыт үткәс, барыбер белдем!

— Тауыҡтар иҫереп тәгәрәшеп ята, — тип бырхый бер көндө әлеге ҡартәсәйем. — Килен, тим, әйттем һиңә, күп һалма ҡамыр әсеткеһенә ҡомалаҡты, күнәктән ташып сыҡмаһын, тип. Ана, бер мейес икмәклек ҡамырың күпсеп артылған, тауыҡтар шуны ашаған.

— Әй, бер семтем ҡомалаҡҡа тәгәрәгән тауыҡтарын әйтер инем, — тигән була әсәйем.

— Шуңа тауыҡ баш бит улар, мейеләре бәләкәс булғанға!

Әһә, мейеһе бәләкәс, тимәк, аҡылы һай? Әһә, теге – Һантый Сәғүрә икән, төшөндөм!

Ул апайҙар мине тыуа-тыуғаным бирле аптыратты. Баштарын ҡарап йөрөгәнгәсә, ҡулдарын hанап сыҡтым әле: Ете ҡуллы Сәғүрәне эҙләнем.

– Бөтәhенең дә ҡулы икешәрсе! -Ҡартәсәйемә шулай тигәйнем, ул бот сапты:

– Ауыл гиҙеп, Сәғүрәләрҙең ҡулын hанап йөрөнөңмө? Шилма ҡыҙыҡай... Унға тиклем hанай белә икән берәү. – Үҙе көлә, асыуланмай. Шунан аңлатты: – Егәрле ул Сәғүрә. Егәрленең ҡулы етәү, ти халыҡ.

– Ә-ә. Ҡушаматты маҡтап та тағалармы, әтеү? Салпа, Һантый – ямаҡ таhа? Тыпыйы, ярар, бәләкәй буйлы, тып баҫып йөрөгән апай…

– Төрлөсә була инде уныhы. Төҫкә, буйға, нәҫелгә лә ҡарайҙар, күпселек – холоҡҡа.

“Теңкә” тигән сәйер hүҙҙең дә ғәмәлдә түҙемлек, сабырлыҡ мәғәнәhендә икәнен дә аңланым шул араларҙа, юҡhа мин уны, күҙгә күренеп тормағас, эстәге бауыр йә йөрәк кеүегерәк берәй ағза микән, тип баш вата инем...

4

[edit]

Яҙмыш ҡушҡанса Яңы өйҙә йәшәй башлағас, атайыма эйәреп китеүҙән ваз кистем. Алмаш күлдәгемде, ҡанатлы аҡ алъяпҡысымды, Шәрифә апайым ебәргән зәңгәр ебәк таҫмам менән еҫле һабынымды төрөп тә ҡуйғайным, ҡапыл китеп барһам, тип. Киренән тағаттым төйөнсөгөмдө. Барыбер тынысланып бөтмәнем әле. Бер ни ҙә ҡылмай, башты эйеп ҡалғы килмәй... Бесән эшләшермен, ике-өс аҙна торормон, тигән атайым хатында. Ҡайтыр ҙа тағы китер, тимәк. Нишләмәк hуң?! Әллә? Таптым юлын — атайымды кире китмәҫлек итергә кәрәк. Сихырларға! Әсәйемә ҡуша ҡапланһын да ҡуйһын. Ана лаһа, Әнкәләр осондағы Фариза еңгә Хәйрулла ағайҙы шулай иткән. Ун бер йәшкә өлкән, ти бит, шул еңгә ағайҙан. Ғибрәт?! Хәйруллаһы уның өҫтөнән ике тапҡыр йәш кәләш (ҡыҙҙан, ти!) алып ҡараған, тора алмаған. "Һөйҙөргөс эсерҙем!" — тип әйтә, ти, Фариза еңгә. Шуға Хәйрулла ағай уға кире әйләнә лә ҡайта, моғайын. Элеккеләрен, мин тыуғанғаса булғандарын, белеп үк бөтмәйем, мәгәр Хәйрулла ағайҙың һуңғы тапҡыр ҡайтыуын хәтерләйем. Халыҡты дыу килтергән был хәлгә өс йыл булып килә шикелле. Хатта ки ләстит әллә ни ҡуйыртылмаған беҙҙең өйҙә лә өрлөккә етеп өйөлдө кеүек ул саҡта хәбәр.

— Инде ултыраҡланыр был Хәйрулла, ҡырҡты ҡыуалыр ҙаһа, — тине ҡартәсәйем, өйҙәге имеш-мимешкә сик ҡуйырға теләгәндәй. — Ауылдың иләк ауыҙы оҙаҡ ябылмаҫ әле...

— Ғәйнулла ҡәйнешем менән Нәфисә килендәш иҫән булһа... — Өләсәйем башлағайны тағы, ҡартәсәйем ҡырт киҫте:

— Иҫән ваҡыттарында аҡыл бирмәнеләр улдарына, дыуамалландырып бер булдылар уны, хәҙер инде, гүр эйәһе булғас, ни ҡылһындар? Хәйрулла үҙе лә аумаҡай. Яратҡас, тор ине шул Фаризаң менән. Яратҡан — йылан ите ашаған!

— Эйе шул...

Беҙгә нәҫелерәк булып сыға Хәйрулла ағай, өләсәйем әйтеүенсә. Ә Фариза еңгә уға Силәбенән эйәреп ҡайтҡан, ағай шунда хәрби заводта эшләгән һуғыш йылдарында. Алкинда уҡ һайлап алып, шөрөп яһарға ебәргәндәр уны. Ниндәй Алкин, ниндәй шөрөп? Әй, уныһы миңә нимәгә хәжәт, теге "һөйҙөргөс" баштан сыҡмай әле. Нисек Фариза еңгәгә юл табырға икән – әмәлләп бирһен ине шул һөйҙөргөстө. Атайым әсәйемде һуштан яҙып һөйһөн, кәртинкә кеүек ҡала мәрйәләрен күрмәҫ булһын, бер ҡайҙа ла китмәһен, беҙгә, хәләл балаларына, сат йәбешһен — ана шулай ҡаты итеп, ғүмерлеккә сихырлаһын ине!

Бер көндө тәүәккәлләнем. Төш ауышҡас, Фариза еңгәләргә юлландым – Әнкәләр осондағы күркәм генә өйгә. Шул оста Әнкә менән Фрүзкә исемле мәрйәләр йәшәп киткән hуғыш осоронда, исемдәре тороп ҡалған ... Тик был юлы улар ҡайғыhы түгел миндә, берәй иҫләрмен әле. Фариза еңгәне уйлап килешем. Бик уңған, йүнсел, ти, ул. Дебет шәл бәйләй ҙә ҡалаға алып барып һата, тиме. Бәйләй инде, ҡулын бала бәйләмәгәс... Бар, ти, тәүге иренән бер улы, Силәбелә ҡалған икән уныһы. Ә бына Хәйрулла ағайҙан бала тапмаған. Ә барыбер ағай уға йәбешеп ята. Һөйҙөргөсө бар шул, көслө шул — бүтәнсә ҡалай?

Үҙем китеп барам, үҙем сәбәп уйлайым: нимәгә килдем, тиергә? Һөйҙөргөскә, тип ҡапыл-тура әйтергә ярамай ҙа инде. Килешмәй. Шәл бәйләргә өйрәнгем килә, тиһәм?

Былай, ул еңгәне күргәнем юҡ түгел, һауынсы булып эшләгәнен беләм. Һауын араhында китап уҡый ҙа ултыра, балаhы булмағас, өйөнә атлығып тормай, тип тә hөйләйҙәр... Бәс, мин унан берәй китап һорап барған булайым ?

— Бына, биш-алты китап бар, күберәк ине лә, шулай һорап килгеләй бала-саға... — тине Фариза еңгә, һис аптырамай ғына. — Ана, кәштәлә, ҡарап ал үҙең. Кем ҡыҙы әле һин?

— Рәйхана ейәнсәре. — Шулай тинемсе, ата-әсәмде әйтергә кәрәк тәһә?

— Ә-ә, Зөлхизә инәйҙең дә ейәнсәре инде, әтеү? Гәүһәр менән Баязиттың ҡыҙы. Атайың ҡайта, тиҙәр ине? Шәрифә апайың ҡайҙа, Өфөләме? Мин уны шәл бәйләргә өйрәткәйнем...

Шулай алсаҡланып һөйләште еңгә минең менән. Был юлы һөйҙөргөс хаҡында һүҙ ҡуҙғатырға ҡыйманым. Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» тигән китабын һайлап алдым да ҡайтып киттем. Артыҡ ваҡыты ла юҡ ине еңгәнең дә: "Хәйруллама нимә бешерәйем икән?.. Хәйруллам килеп инер бына-бына, тимерлек яғынан тауыш килмәй шикелле? Тиҙгә генә йүгереп ҡайттым, аш хәстәрләргә. Эше ауыр бит Хәйрулламдың..." — тип hамаҡлап ебәрҙе хатта.

Беҙҙең өйҙә улай өлтөрәп көтөп торорлоҡ ир-ат булмағас, миңә сәйер тойолдо еңгәнең ҡыланыштары. Ҡартәсәйемә әйтмәнем (шундуҡ йә һиҙенер), Зөлхизә өләсәйемә булһа ла әлеге күргәндәремде һөйләмәй түҙмәнем. Китап алырға барҙым, тип баштан уҡ ҡамап ҡуйҙым, нишләп йөрөйһөң унда, тип бәйләнмәһен. Шунан ипләп кенә өләсәйемдең хәбәр йомғағын тартҡыларға тотондом.

— Хәйрулла ағай беҙгә туған, буғай, атайым яғынанмы?

– Юҡсы, минең ҡәйнештең улы лаһа. — Әһә, бер тартыуҙан осон тотоп алдым, хәҙер тағата ул өләсәйем йомро-йомро йомғаҡҡайын!

— Әсәйем нәҫелеме ни?

— Юҡсы, беренсе ирекәйем Төхвәтулланың бер туған ҡустыһы Ғәйнулла ҡәйнештең улы ул Хәйрулла. Шул бер бөртөк кенә уландары булды. Ә беҙҙеке икәү ине: Рәхмәтулла менән Зәйнулла. Анау ҡәһәр һуҡҡыр Гитлер һәләк итте өрлөктәй уландарымды. Рәхмәтуллаһы кәләш алып өлгөргәйне. Дәүләтбикә ейәнсәрем дәһә — уның төҫө. Кимерәүҙә йәшәй. Һирәк кенә ҡайта. Ҡыҙ бала ни, эшкә барған ерендә кейәү табып, шунда тамырланды ла ҡуйҙы. Сит тупраҡта ятып ҡалыр микән һөйәккәйҙәре? Әй!.. Зәйнуллам ҡырҡынсының көҙөндә алынғайны әрмегә. Һуғышҡа эләкте шунан... Йәш кенә көйө әрәм булды, егермелә генә. Исмаһам, орлоғо ҡалманы... Улар менән әсәйең – инә бер, ата башҡа туғандар.

— Беләм, өләсәй, беләм уларын. Һин миңә Хәйрулла ағайҙы һөйләй башлағайның?

Бына бер ваҡыт һүтелә башланы йомғаҡ! Өләсәйем, бер ихласланһа, оҫта ул, тәфсирләп һөйләй. Әле алға, әле артҡа тәгәрәп, аҙашып киткеләй уның йомғағы, барыбер бүлмәй тыңларға тырышам, үҙемә кәрәген ҡолағыма киртеп ултырам.

– ...Ҡәйнеш тиhәм дә, иремдең ҡустыhы булғас, Ғәйнулланы әйтәм, минән ун йәш самаһы өлкәнерәк ине. Әзмәүерҙәй кеше үҙе. Минең бабай, Төхвәтуллам, унан ҡайтышыраҡ. Ҡартыраҡ бит инде, кәүҙәһе сауыҡҡан. Мине алғанда уҡ иллегә кереп бара ине. Никах көнөндә тәү күрҙем уны, мин бит күрше ауылдан, Ерекленән.

— Ә һиңә... ун өс йәш кенә, оло бисәһе биҙәү булып, бала таба алмағас, икенсегә өйләнгән бабайың, — түҙмәнем был юлы, бүлдем өләсәйемде, бигерәк төпкә төшөп бара, әтеү.

— Йә, бутамасы башымды! Ике йыл миңә ҡағылманы әле Төхвәтуллам. Ун етемдә Рәхмәтулламды ҡулыма алдым. Шул бер бала менән ҡалырбыҙ, ҡартымдың һарҡынтыһы булғандыр, тиһәм, Рәхмәтуллам ун бишенә етеп, егет ҡорона инеп барғанда, тағы буйға уҙғанмын да ҡуйғанмын. Зәйнулламды утыҙ ике йәшемдә таптым. Бабайым ни, етмешкә инеп бара ине. Эйе... Шунан һуң өс кенә йыл йәшәп ҡалды, бахырҡайым. Эйе... Оло бисәһенә, Мәғүҙәгә, рәхмәт, балаларҙы ҡарашты, мине лә ҡаҡманы. Малайҙарым ыңғайына мин дә уны "инәй" тинем дә йөрөнөм. Әй, Хәйрулланы hорашаhың бит... Ул нисәнсе йылда тыуғайны әле? Минең Рәхмәтуллам яңы быуат башындараҡ, мең дә туғыҙ йөҙ етенселә, ҡараяҡҡа ҡар ныҡлап ятҡас тыуҙы.Ун алты йәшкә бәләкәй Хәйрулла унан, теүәл ун алтыға . Нәфисә килендәшем һуң тапты улын, ҡырҡтың өҫтөндә, буғай. Эйе, ҡәйнеш уны айырманы, ғәйеп үҙендә булғанғалыр... Ғәйеп тигәс тә, тәҡдир инде. Бер шулай, сейәгә барғанда, Сейәлетүбә башына кем тиҙерәк йүгереп менә, тип бәхәсләшкәндәр. Яман текә бит ул түбә! Менеп еттем тигәндә, Нәфисәһе бер ташҡа һөрөнөп йығылған да аҫҡа тәгәрәп төшөп киткән, биҙрәләре-ние менән. Йәш саҡ, дыуамал саҡ... Килендәшемдең шунда ауыры төшкән дә ҡуйған. Күп булһа ике-өс айлыҡ булғандыр. Шул бармаҡ башындай яралғыларын япраҡҡа төрөп, бер имән төбөнә күмгән булғандар, аҙаҡ гел барып, илашып йөрөгәндәр. Быларын миңә Мәғүҙә инәй һөйләне. Мин Толпарлыға килен булып төшкәнсе булған хәлдәр... Ҡайны кеше, имеш, үтә һаран булған. Урамындағы ҡойоһон йоҙаҡ менән бикләп тотҡан. "Һыуҙың тамыры һинең биләмәңдә, ас ҡойоңдо, интектермә, исмаһам, күрше-тирәңде", — тип аҡһаҡалдар әйтһә лә, тыңламаған. Халыҡ әүәлдән Биксәнәйгә йөрөгән инде эсер һыуға, ул, эргәһендә һаҙлыҡ ятҡас, бер ҡасан да ҡоромай. Ә бер йылды хатта ул да ҡорой яҙған, һыуҙы сәғәттәр буйы көтөп, сүмесләп кенә алыр булғандар. Әммә беҙҙең ҡайны барыбер тотондормаған ҡойоһон. Ахырҙа, берҙән-бер көндө, шул ҡойо ҡороған да ҡуйған. Мәсет ҡарттары теләк теләп, Хоҙай Тәғәлә һыу тамырын Биксәнәйгә бороп ебәргән, тиҙәр.

— Шунан? Бының ни ҡыҫылышы бар һуң Хәйрулла ағай менән Фариза еңгәгә? Улар һаран түгел дәһә?!

— Һүҙ ыңғайы ғына... Атайҙарының ана шул һаранлығы арҡаһында нәҫел тамыры ҡороған, тип үсәгән толпарлылар Төхвәтулла менән Ғәйнулланы, тим. Балалары булмағас, тим. Ары табанмы? Ҡәйнеш менән килендәште һөйләй инемме? Эйе... Яратышалар ине улар. Мына бер мөғжизә, балаһыҙлыҡҡа күнеп бөткәстәрен, Хәйрулла килде лә тыуҙы, Хоҙай насип иткәс ни. Әйткәндәй, ҡәйнәм мәрхүмә үҙе лә Ғәйнуллаhын ҡырҡ дүртендә тапҡан, бәс, ул йәштә бәғзе ҡатын ырыуҙан ҡала... Нәҫелдәренең бер ғилләhе әллә? Йөклө сағында Нәфисәһенән бер көйәнтә һыу ҙа күтәртмәне ҡәйнеш, биллаһи ғазим, алдамайым. Тотош үҙе эшләне эште, килендәшем өйҙә генә, аш-һыу тирәһендә генә ҡыштырҙап йөрөнө. Ҡәйнеш, әлеге Хәйруллаһы кеүек, тимерсе ине. Һай, ғәййәр ир ине ул!

— Өләсәй, әллә шул ҡәйнешеңә күҙең төшкәйнеме? Бабайың ҡарт булған бит...

— Кит, мынау бала, әллә ниндәй яҙыҡ һүҙ әйттерерһең... Бүлмә әле. Эйе... Хәйрулла тыуҙы. Ҡәйнеш, дәртләнеп, яңы өй буратып ташланы. Уға ни, һөнәре булғас, күп кешенең көнө төшә, бергәләштеләр. Шунан донъялар буталып алды, әртил тигәндәре башланды. Мал-тыуарҙы ойошторорға тотондолар. Ҡәйнеш шул тимерлегендә эшләй бирҙе, хәҙер инде – әртилгә. Тотош һөйләһәң, оҙаҡ... Нәфисә килендәш менән бер фермала һыйыр һауабыҙ, йәй көнө йәйләүҙә ҡуна-төшә йәшәйбеҙ. Күңелле. Минең дә апаруҡ йәш саҡ, ҡырҡҡа кермәгәнмен. Шул йылды...

— Шул йылды Белорет тауҙарынан минең олатайым килеп төшкән, ҡурай тартып! — Ай! Ысҡынды бит телем, өләсәйем үпкәләр инде?

— Эйе шул! Гәүһәрем тыуырға, мына һинең кеүек алтын киҫәге яралырға була килеп төштө шул Биләрит тауҙарынан минең насибым — Абдрахманым.

Һы, сер бирмәне, маладис, бала хөкөмөндәге өләсәйем. Иркәләп кенә шулай һөйләнеп ала ул, ә үҙе, кәрәк саҡта, хәтәр зиһенле, хәтәр ныҡлыҡай. "Оло көндәшенә шул йомшаҡлығы менән ярағандыр..." – тип әллә маҡтап, әллә хурлап ала уны ҡайһы ваҡыт Рәйхана ҡартәсәйем. Йомшаҡ уҡ булһа, орден ала алмаҫ ине әле?!

— Өләсәй, орден алыуҙарыңды төшөрөп ҡалдыр. Хәйрулла ағай менән Фариза еңгәне оноттоң? — тип теге йомғаҡты таҡыр юлдан төшөрөп ебәрҙем тағы.

— Иркәләттеләр Хәйрулланы, артыҡ һәстүкләнеләр. Йәйләүҙә беҙгә эйәреп йөрөнө ул. Гәүһәрем дә шунда буй еткерҙе. Толомдарын Күрәнле һыуында күпертеп йыуып, икенән үреп ебәрер ине... — Тамаҡ ҡырып алдым ошо урында. Һиҙә өләсәкәйем, тағы миңә кәрәк һүҙҙе юллап ала: – Шунан Нәфисә килендәштең аяҡтары ырматиз булып һыҙлай башланы. Ҡыш фермала боҙло һыу кисеп йөрөйбөҙ, эрзинкә итек менән, нисек ауырымайһың. Йәш кенә бер ҡатын төбөркөлөзгә hабышып үлеп ҡуйҙы. Килендәшемдең гөп шешеп китә аяҡтары, ауыртыуы йөрәккә төшә, ти торғайны, меҫкенкәйем. Эшләй алманы фермала бүтәнсә, һирәк-һаяҡ башҡа берәй эштә ҡатыша ине, бойҙай утауҙамы... Ә мин һаман һыйыр һауҙым, колхоз ойошҡандан алып һуғыш бөткәнгәсә эшләнем шунда. Ә-ә, Хәйрулла?.. Ул ни, матур егет булып үҫте лә етте. Үҫеп кенә еткәйне, әлеге һуғыш башланды. Атаһы эргәһендә тимерлектә йөрөп, оҫтарып ҡына бөткәйне, әрмегә фарман килде. Ҡырҡ өсөнсөлә, шикелле. Ярай ҙа, Алкин стансаhында, Өфө яғында, алып ҡалып, Силәбегә ебәргәндәр, завод эшенә.Тимерселеген белгәндәр әллә? Хөкүмәттең дә йөрәге бар, күҙе барҙыр ҙаһа, берәүҙәрҙең берҙән-бер улы, тигәндер, ут эсенә алып барып керетмәгән. Әй, минең уландарым ғәзиз түгелме ни, баштарын һалдылар... Дөмөккөрө, ләғнәт төшкөрө Гитлер!

— Төшкән уға ләғнәт, дөмөккән ул Гитлер күптән!

— Беләм дә... Бәғерем теленә, сыҙар әмәл юҡ. Нишләр инем, Гәүһәрем булмаһа?! Ғәҙилә кеүек ултырыр инем, дөм хыялыйға әйләнеп. Әй... Хәйрулла, тиһең бит әле. Нимәгә шулай ныҡышаһың әле, балаҡай, ни хәжәте һиңә ул хәбәрҙең?

— Фариза еңгәнән китап барып алдым, тием дәһә, шуға ҡыҙыҡһынып киттем. Ҡарт түгелсе ул еңгә әллә ни? Хәйрулла ағайға текләп ҡарағаным юҡ, ҡасан күрһәм дә, ҡара ҡоромға буялып йөрөй.

— Тимерсенең ни, бите ҡором була инде. Минең ҡәйнеш тә, мәрхүм, гел шулай... — Өләсәйем тағы үҙен үҙе туҡтатты: — Әй, бер иҫләй башлаһаң, туҡтамай өс көн, өс төн иҫләргә булалыр... Ә Хәйрулла Фаризаны Силәбенән етәкләп ҡайтты. Ҡайтыу менән тимерлеккә сыҡты, һуғыш осоронда унда атаһы эшләп торғайны. Бөтә ауыл менән шаҡ ҡаттыҡ та ҡуйҙыҡ: hыу һөлөгө кеүек егетебеҙ үҙенән оло, балалы ҡатын алған. Ауыл тулы йәп-йәш тол килендәр ултыра, ҡыҙ-ҡырҡынға кейәү юҡ, ә был?!

— Һылыу ҙа инде Фариза еңгә?

— Һылыулыҡҡа һылыу, ул сағында бигерәк тә унан күҙҙе айырып алып булмай ине. Баштараҡ килендең Хәйрулланан өлкәнерәк икәнен дә белмәйерәк торҙоҡ... Үтеп китә ауыл урамынан — өлгөргәне йүгереп сығып ҡарай, өлгөрмәгәне тәҙрәгә ҡаплана.

— Һыбайлы төшөп ҡарай, йәйәүле ятып ҡарай, тип тә ебәрһәң, өләсәй?

Шул hүҙ ыңғайына, гүйә лә, минең күҙ алдымда тағы серле пәрҙә асылып китте лә ғәжәйеп ваҡиғалар пәйҙәләнде: өләсәйемдең көйлө тауышы, мауыҡтырғыс тасуирҙары артынан эҙ яҙҙырмай эйәреп, уның хәтер даирәhендә түгелмәй-сәселмәй hаҡланып ҡалған сәхифәләрҙе тергеҙәм, имеш.

...Хозур йәйге көн. Кәнсәләр ихатаһындағы бейек бағана башына эленгән ҡара көләпәле радионан моң ағыла. Аяҙ күктән көлтә-көлтә нур яуа. Баҫыу яғынан иҫкән ел танһыҡ еҫ тарата: арыштар баш ҡоҫа. Башаҡты өҙөп сәйнәп ҡараһаң, ауыҙыңа ҡаймаҡлы һағыҙ тула, ашлыҡтың ыуыҙ мәле. Ә ауыл урамынан бер һылыу ҡатын атлай. Уға ҡарап, гүйә, бар тирә-яҡ арбалған: ҡоштар, осоуынан туҡтап, һауала ҡанаттарын бер урында зырылдатып тора, өй алдындағы емешкә төйнәлгән алмағас кәртә аша сығырҙай булып ботаҡтарын тышҡа һуҙған, ҡапҡа төбө һайын баҫып торған әбейҙәрҙең, бала-сағының күҙҙәре шар булған. Был минутта һәр өйҙөң, һәр тәҙрәнең, хатта ки һәр бағананың күҙе бар һымаҡ, — булыр ҙа булыр, бындай ҙа сибәр булмаҫ! Баҫып килеүҙәре — юлдың бөртөк саңын да ҡуҙғатмай, әллә аяҡтары ергә теймәй? Маңлайындағы сәс бөҙрәләре, ҡарлуғас ҡанатылай елпенгән ҡыйғас ҡара ҡаштары күңелде елкендерә, уның ҡаршыһына йүгереп сығаһы килә! Сығырһың бына — эргәһендә ыласыны бар был матурҙың: Хәйруллаһы. Ана, ул киң яурындарын киреп, башын текә тотоп ҡурсалап килә кәләшен. Әле берәү ҙә белмәй Фаризаның Хәйрулланан олораҡ икәнен, тәжрибәлерәктәре һиҙенһә лә, ун йәшләп айырма барҙыр, тип башына ла килтермәй. Ике-өс йәшкә, бәлки... Әле бөтә әҙәм килендең муйыл ҡара күҙҙәренә, оҙон керпектәренә, ынйы тештәренә һоҡлана. Бәғзеләр көнләшеп тә ҡуя: эләктергән беҙҙең аҫыл егетте, сибәрлеге менән ҡыҙыштырған, тип.

Ә бер көндө, йыландай ыҫылдап, ғәйбәт тарала: ҡарт бисә, үҫеп бөткән улы бар икән, әсәhендә ҡалдырған. Ирен ташлап, Хәйруллаға йәбешеп килгән. Йәше утыҙҙан уҙған, тисе. Ул йәштә йүнле ҡатын өләсәй булырға йыйына башлай. Һәм-һәм-һәм... — ямғырҙан һуң ҡапыл тупырҙашып килеп сыҡҡан ағыулы бәшмәктәр кеүек, үрсей генә ләстит.

— Нәфисә килендәш улай яһил һымаҡ түгел инесе, кеше һүҙе кеше үлтерә, тигәндәй, тик торғандан Фаризаны кәпкәкләргә тотондо. Көн юҡ бахыр киленгә. Ә ташлап ҡайтып китмәй Силәбеһенә, түҙә. Өләсәйем үҙенең хәбәренән тәм табып һөйләй, тешһеҙ ауыҙын сәпелдәтеп, төкөрөгөн йотоп ебәрә ара-тирә. Баяғы пәйҙәләрҙән арынып, тағы уның хәтер йомғағы артынан эйәрәм.

...Колхоз бер ваҡыт, hуғыш бөткәндең икенсе йылына, Саҡмайылға тигән ерҙә, тау араһында, башмаҡ һимертеү фермаһы төҙөнө: малды яҙҙан ҡыуып алып китеп, ҡыш та шунда тотоп, икенсе көҙгә генә һуғымға алып ҡайтырға. Ә унда эшләргә кемде ғаиләһенән айырып ебәрергә? Йәшәргә тигән өйҙөң бураһы ғына әҙер, бер йәй эсендә күтәртеп, башын ябып инәһе бар, ти. Йәш-елкенсәктең ҡулынан килмәҫ? Башлыҡтар шулай баш ватып ултырғанда, Хәйрулла үҙе килеп ризалығын белдергән.

— Ә тимерлектә кем ҡала? — тип аптырайҙар.

— Яҙғы сәсеүгә сәскес-тырмалар әҙер, көҙгә тиклемен күҙ күрер. Ана, атай ҡарт эшләп торор, әкренләп...

— Ярҙамға ике егетте бирәбеҙ, йорт-ҡура күтәрешергә, ә ҡышҡыһын үҙегеҙ генә ҡалаһығыҙ инде. Киленде эйәртәһеңдер? Килешәләр. Хәйруллаға башмаҡтарҙы ышандырырға ярай, илап ҡалырға бала-сағаһы ла юҡ. Бер көтөү башмаҡты әйҙәп китәләр. Барып етһәләр, ҡырағай урман,ти. Мал өсөн иркенлек: түңәрәк яландар, саф һыулы йылғалар, тирә-яҡта бейек тауҙар. Башмаҡтарҙы өйөрөп кенә йөрөтөп көтөргә уңайлы. Ялан кәртәнең бағаналары ҡағылған, һайғауҙары тырым-тырағай ята әлегә, ҡағып ҡуяһы бар. Ферма һарайы мүкләп күтәртелгән, ҡышҡылыҡҡа иҫәп тотоп, башы ла ябылған, ә тәҙрәләре ҡуйылмаған. Быяла килтерһәләр, уныһын Хәйрулла һә тигәнсе эш итер ҙә ул... Бына үҙҙәренә тигән өйҙө нисек өлгөртөргә? Бөгөндән көн күрә башларға ла берәй мөйөш кәрәк тәһә.

Өләсәйем, ошо урында туҡтап, аласыҡҡа сығып әйләнде. Самауырының торбаһына сыра тоҡандырып тыға ла килә ул. Ҡойо һыуы, үле күмере әҙер генә. Шуға алдынан алып, үҙем эшләйем, тип һикереп торманым: аяҡтарын яҙып йөрөп алһын, ҡан йүгертеп, үҙе әйтмешләй. Ана, килде лә әйләнеп.

—Әле самауырҙың мөрйәһен ҡуйып торһам, ҡылт итеп иҫемә төштө: барҙыҡ бит беҙ унда, Саҡмайылғаға, — тип дауам итте өләсәйем (фекеренең ебен юғалтмаған әлдә). — Нәфисә килендәш өгөтләп алып китте. Ҡәйнештән йәшерҙек, йәнәһе, еләккә йыйындыҡ. Әй, тупар еләге уңғайны ул йылды, бер урынға сүкәйеп алһаң, шул тирәнән генә уратып йыйып, биҙрәңде тултыраһың да ҡуяһың. Яҡында ғына, Ҡырластау битләүендә лә, суҡмарылып ята еләк, ә беҙ ары киттек. Унда Әхмәҙин энекәш көтөп тора, ат егеп. Урман ҡарауылсыhы сағы. Ҡәйнеш тә алып барыр ине, тимерлеккә тәғәйен ат бар ул, уға әйтмәнек бит инде. "Ана, һыйҙырмай инең киленде, хәҙер ҡойроҡ болғап барырға итәһеңме?" — тиер ҙәһә Нәфисәһенә.

Барып еттек. Һай, сәхрә! Яландар мәтрүшкә еҫенә тулған, баҫырға йәл — аяҡ аҫтында шау ғына сәскәлек. Беҙҙең һыйырҙарға унса үлән эләкһә, икешәр биҙрә һөт бирерҙәр ине! Эйе... Һирәк кенә ҡарағай араһында ҡыуыш ғәләмәте ултыра, алдында һуйыр таштарҙан мөрйәһеҙ мейес һымаҡ бер нәмә әтмәләнгән, өҫтөнә ҡалын яҫы тимер hалып ҡуйылған. Бүреhуҡҡан энекәш атын туғарып, юшатырға ҡуйҙы ла, анауҙа сәтләүеклек бар ине, иҫән микән, ҡарап әйләнәйем әле, тип ашығып китеп барҙы, беҙ теге ҡыуыш яғына ыңғайланыҡ. Дүрт эре бағана ҡаҡҡандар ҙа, кәртә-мәртә менән тоташтырып, һалабаш йүкәһенең ҡайыры менән көпләгәндәр, башына уртаға ярылған һайғау теҙеп, бесән менән ҡаплағандар — ҡыуыштары шунан ғибәрәт. Эсенә керҙек: кергәс тә сымыры ғына урындыҡ тора, уртала дүрт аяҡлы өҫтәл, мөйөштә һике — бөтәһе лә яңы ғына юнып эшләп ҡуйылған. Һикегә турпыша ябылған, юрған-яҫтыҡ та күренә. Өҫтәл яланғас, уртаһында сәскә ҡуйылған ҡалай һауыт тора. Урындыҡта ултырабыҙ, һушыбыҙ китешеп.

— Йәй көнө йәшәргә була инде, сәхрәлә... — тип ҡуйҙы Нәфисә килендәшем. Шунан ҡапыл ҡыуыш уртаһына барып баҫты ла «Бейеш»те йырланы ла ебәрҙе:

Йәйгелеген һиндә йәйләнем дә,

Ҡышҡынайын ҡайҙа ҡышлайым... — тип.

Харап та матур ине уның тауышы, килендәшкәйемдең. Ныҡ йәне көйгәндер инде бер бөртөк улыҡайының ошолайтып көн күреп ятыуына. Ауылдың иң хәйерсе әҙәме лә иң ауыр заманаларҙа ла былай, ҡабыҡ ҡыуышта, йәшәмәнесе. Балбабайҙың йүкәлектә бар ине ҡыуышы, һуң ул бит өс көнлөк, умарта күсергәнсе генә. Ул арала килен ялтырап килеп инде ҡыуышҡа. Барыбер донъя һылыуы инде уныhы. Ике биҙрә мөлдөрәмә еләк тотҡан, башына сәскәнән таж үреп кейгән. Өҫтөндә барсалы ситса күлдәге — тегә лә бит ул, эйәрткән бирнәһе лә – теген машинаһы. Кешегә текмәй, Татар инәйҙең кәсебен алмайым, тигән. Ә нәҫел-нәсәпкә теккеләй. Эйе. Килеп керҙе Фариза килен, таң ҡалды беҙҙе күреп. Самауыр төтәтеп ебәрҙе, анау әшәүәтһеҙ мейес ишаратында ҡоймаҡ ҡоя һалды. Етеҙлегенә күҙ эйәрмәй! Нәфисә килендәш миңә ҡарап ҡуйҙы, ул да килененә һоҡланып ултыра. Юҡ шул, ғәфү итә алмай уның улынан унлап йәшкә оло булыуын. Шуны иҫенә төшөрһә, ағыу эскәндәй, сырайы сирылып, бер ағарып, бер буҙара ла китә.

— Хәйруллам арғы көтөүлектә, шул яҡта еләк йыйҙым бына, уға төшкөлөккә ризыҡ алып барғайным, — тип сутылданы Фариза килен. — Ҡайһылай йәпле булды, ҡәйнәм, иветә, Зөлхизә инәй?

– Эйе шул,– тигән булдым.

Уңарсы тирә-яҡты ҡыҙыра һалып байҡап, Бүреһуҡҡан энекәш килеп етте, гәпкә ул оҫта, һәүетемсә генә һөйләшеп сәй эстек. Киске һауынға өлгөрәйек, тип ҡайтып киттек, төшкөһөн былай ҙа әхирәттәргә ышандырып киткәйнек. Берәр биҙрә әҙер еләк тоттороп ҡайтарҙы беҙгә Фариза килен...

Ике ҡыш шунда, Саҡмайылғала, торҙолар. Теге өйөн эш итеп кергәндәр инде. Унда ферма яйлап киңәйеп китте, малы үрсене колхоздың, тағы ике ғаилә күсеп барҙы. Нәфисә килендәштең аяҡтары һыҙлап, йорт эсендәге эш-көш тә ҡулынан төшә башлағас, ҡәйнеш тә тимерлектәге ауыр эштән йонсоғас, былар Хәйрулла менән киленде ҡайтарырға уйлашты. Фариза килен ныҡ торған. "Саҡ башымды йырып алдым ундағы ләститтән, ҡайтмайым, — тигән. — Артымдан, күрә алмай, ут көйҙөрөп ҡарап ҡалалар, сыҙар хәлем ҡалманы, әлдә ошонда, ожмахҡа, юл асты Хоҙай", — тип тә өҫтәгән.

Миңә ошо урында тағы әллә нимә булды. Күҙ алдымда алыҫ һағымдар төҫмөрләнде, үҙем дә hиҙмәҫтән шунда инеп тә киттем, гүйә. ...Ауыл урамынан һылыуҙарҙан-һылыу Фариза еңгәм китеп бара. Уның артынан ирһеҙ тилмергән, шунлыҡтан микән, урты тулы зәһәр ағыу булған тол ҡатындар, ҡарт ҡыҙҙар нәфрәтләнеп ҡарап ҡала. Бына береһенең, иң көнсөлөнөң, әллә күҙенән, әллә ауыҙынан бер көлтә ялҡын сығып, еңгәнең итәгенә һикерҙе. Ул әле һиҙмәй, башын юғары тотоп атлай бирә. Ә ут өҫкә үрмәләй, толомдарын өтә, арҡаһын ялмай. Фариза еңгәм ут зәһәренә түҙмәй, ҡысҡырып ебәрә: “А-а-ай!”

— Йә, Хоҙай, тим, нишләүең, Нурия, сеү?! Һөйләмәйемме? Етер, эш ҡалдырып, сәғәт буйы хәбәр һатып ултырабыҙ.

— Юҡ, юҡ, өләсәкәй, һөйләп бөт, бер башлағас!

Маңлайымды тотоп ҡараһам, янып бара. Әллә ауырыйым? Хыялый шикелле, тәьҫиргә бирелеп, ҡысҡырып ултырамсы... Барыбер әлеге хыялыйлығымдан сыҡҡым килмәне, ҡыҙған маңлайымды өләсәйемдең яурынына терәнем дә, уйыма тағылып, тағы Саҡмайылғаға елдем.

...Әллә ҡайҙарҙағы Силәбенән һөйгәнем тип килеп, урман араһындағы ҡабыҡ ҡыуышта ожмах тапҡан һылыу еңгәмде мин, һигеҙ йәшлек остоҡай, бөтә күңелем менән аңлайымсы? Бәй, мин дә бит — ҡатын заты! Еңгәмдең йөрәк яныуҙары бар булмышымды дер ҡалтырата, ярһыу кисерештәре зиһенемде айҡай. Һәм ҡапыл, ысындай, үҙемдең бәләкәй кәүҙәмдән hыпырылып сығам да һомғол, матур ҡатынға әүереләм. Мин — Фариза. Минең ихтыярым ныҡ, ғорурлығым көслө. Теләһәм, алдымда тауҙар тубыҡланыр, сәмем таш ярыр! Мин бер ниҙән дә, бер кемдән дә ҡурҡмайым, сөнки янымда ыласындай йәрем бар.

Сеү! Арба тәгәрмәстәре дыңғырҙай, дөңк-дөңк итеп дегет биҙрәһе хәбәр һалып килә: Фариза, һинең ожмахың тар-мар ителәсәк!.. Ҡайным икән. Беҙҙе, Хәйрулла менән икебеҙҙе, алырға килгән. Ҡайтығыҙ, бергә йәшәрбеҙ, тимәксе. Йәшәп ҡараныҡ бит инде? Әммә ҡайным миңә ҡарамай ҙа, әйтерһең, юҡмын бында, ғөмүмән, донъяла юҡмын, ул улына ғына төбәп өндәшә:

— Йыйын, ҡайт, мин тимерлектә эшләр йәштә түгел, әсәң сирләй. Һиңә тип көткән донъя, йыйған хәләл мал бар, йөрөмә елгә еленләп, боҙға быҙаулап, сыпранлаған алама һыйырҙай. (Һыйыр тигәне мин — Фариза инде, аңлап торам.) Йә, ҡуҙғал тиҙерәк! Хәйруллам, баһадир һынлы йәрем, башын эйеп баҫып тора, маңҡа малайҙай булып. Кешегә нимәнелер биреп еткермәйҙер шул был Хоҙай, Хәйрулламдың ҡулы алтын, йөрәге ҡайнар ҙа — ихтыяры йомшаҡ. Ата-әсәһенә тик бер тапҡыр үҙ шартын ҡуйһасы!

— Киленде лә эйәрт, — тине ахырҙа ҡайным. Хәйрулламдың яурындары яҙылып китте, күҙҙәре нурланды: тәтәйен тартып алмайҙар икән был сабыйҙың.

Беләм, үкенермен. Илармын. Бәғеремә ҡан һауыр. Ләкин үҙемдең, теләгән ергә ҡыуалап эйәртергә, мал түгеллегемде лә беләмсе! Көйө килгәндә уйнап, килмәгәндә ырғытып ҡуя торған сепрәк ҡурсаҡ та мин түгел. Үҙ бәҫемде, үҙ баһамды юғалтмау миңә бар нәмәнән зарур. Мин — ҡатын, ир-аттан бер генә ерем дә кәм түгел!

Үҙ яҙмышымды үҙем хәл иттем:

— Бер ҡайҙа ла ҡуҙғалмайым. Көткән донъям бар, эшем бар. Быйыл йәш таналар килтереп бәйләргә торалар, һауынсы булып ҡалам.

— Донъяң бар, эшең бар, ә ирең — бармы?

— Уныһын, ҡайным, ул үҙе әйтһен... Минең менән ҡалһа — булыр ирем, ҡалмаһа...

Ярһып китеп, артығын әйттем, аңлайым. Әммә кире сигенәһем юҡ! Мин бит алыҫ ҡаланан уға ышанып килдем, ир тапмағанға түгел, яратҡанға. Трудәрмис ирҙәр унда, хәрби заводта, быуа быуырлыҡ ине. Эйе, артығын әйтеүемдең шундуҡ алдым әжерен. Хәйрулламдың көрәктәй ҙур ҡулдары йәл булып ҡалтыранып китте, тауышы, ер аҫтынан сыҡҡандай, ҡарлығып сыҡты:

— Ҡалмаһа, ана ғына һәүеректәр, ә? (Ошонда мал көтөп йөрөгән егет йораттарын әйтә.) Их, ошо һүҙеңде телеңә сығармаһаң, ни тиклем эстән ныҡ булырға тырышһам да, кире сигенә башлағайным инде, Хәйруллам. Ата-әсәң олоғайған, бүтән кемдәре бар, ләстит тә баҫылыр әле бер заман, тип, үҙемде ауылға ҡайтырға күндерергә тотонғайным... Ә һин?! Миңә шик ташланың? Атаң алдында, ул хәҙер ни уйлар?

— Эйе, шул һәүеректәр менән ҡалам, — тинем. — Йәш ирҙәрҙе әүрәтеп өйрәнгән баш, — тип өҫтәп ҡуйҙым, етмәһә.

Аталы-уллы ҡайтты ла киттеләр. Һындары күк монарға инеп юғалғансы арттарынан ҡарап ҡалдым. Хәйруллам, исмаһам, бер тапҡыр башын минең яҡҡа борманы...

Ул ҡыш шөҡәтһеҙ килде. Буранлай ҙа буранлай. Ферма ҡапҡаһынан өй ҡапҡаһына арҡан баулап ҡуйҙым, шуға йәбешеп барам эшкә бәғзе күҙ асҡыһыҙ буран көндәрҙә. Ярай ҙа, көтөүсе Сәғәҙәттең бисәһе Хәтимә күп итеп кәзә мамығы алып килгәйне, шуны тетеп, иләп-бәйләп бер булабыҙ ҡышҡы оҙон төндәрҙә. Әйбәт ул Хәтимә, бер ҡатлы, шул арҡала күп һүҙ һөйләп йәнемде лә көйҙөрә ҡай саҡ. Хәйруллама кәләш алып биргәндәрен унан ишеттем.

— Аһ!..– Күкрәгемдең иң төпкөлөнән, тәрәндән (ундай уҡ тәрәнлегем барын әлегәсә белмәй инем?) урғып, ҡубарылып сыҡты был ауаз. Уф, әлеге шул ишеткән бер хәбәрҙе күҙ алдыма килтереп, күңелемә ала торған сәйер ғәҙәтем... Әммә үҙемә харап та оҡшай ул халәтем – нисәлер минутҡа ғына булhа ла икенсе бер донъяның пәрҙәhен саҡ ҡына асып ҡарағандай буламсы?

– Нурия, hапамды, тим! — Өләсәйемдең ҡото осҡан. Уның ыңғайына минең дә осто ҡотом, тиҙ генә бит-башымды, тәнемде һәрмәп сыҡтым: үҙеммен, ҡаҡса бер ҡыҙсыҡмын. Ә Фариза еңгә? Әле, моғайын, үҙем бәләкәс булғас, аҡылым да әллә ни ҙур түгелдер, әммә шул аҡылым да еттесе миңә уның хәлен аңларға. Теләктәшлегем шул дәрәжәлә көслө булдымы, баяғы ауазды бар иткән тәрәнлектә йәшеренгән берәй ҡөҙрәт мине юрамал һынап ҡаранымы — белмәйем, саҡ ҡына булһа ла кисерҙем һымаҡ Фариза еңгәнең шул мәлдәге күңел ғазабын...

— Әй, ошоно, ҡурҡаҡ бәрәс, шаяртам да инде, — ти һалдым минең "аһ”ыма һаман да ҡойолоп төшөп торған өләсәйемә. – Үҙең дәhә шулай оҫта бәйән итәhең (бәс, бәйәнселегем менән мин уға тартҡанмынмы?)

Артабан өләсәйем тарихты ҡыҫҡа тотто.

...Бер ҡыш йәшәгән дә яңы кәләше менән, уны ташлап, Хәйрулла ағай кире Фаризаһына, тәүгеһенә, ысҡынған – Саҡмайылғаға. Ә теге кәләше вербовка менән ҡайҙалыр ҡырға китеп барған, ғәрлегенә сыҙамай. Ике йылдан Ғәйнулла бабай вафат булған. Хәйрулла ағайҙы ауылға өгөтләп ҡайтарып, тимерлеккә эшкә ҡушҡандар. Колхоз, тотош халыҡ тимерсеһеҙ ҡала алмай ҙаһа. Фариза еңгә һаман эйәреп ҡайтмаған. Хәйрулла ағай уны көткән-көткән дә өсөнсөгә өйләнгән. Яңғыҙ йәшәй алмай инде ул ир-ат (быныhы – үҙе бер йомаҡ). Толпарлыла берҙән-бер яңғыҙаҡ бар, ул да булhа – Иҫәр Әсән, ә ирhеҙ ҡатындар быуа быуырлыҡ.

Яңы ҡатыны менән Хәйрулла ағай арыу ғына йәшәп алып киткән. Малайҙары тыуған. Тик... Көндәрҙән бер көндө Толпарлыға Өфөнән театр килгән. Беҙҙә ундай ваҡиға ифрат hирәк була, төпкөлдә ятабыҙ бит инде, юл юҡ. Клубҡа халыҡ бөтә күрше тирә-яҡтан йыйылған, Саҡмайылғанан да килгәндәр – ул бәләкәс кенә бер ауыл булып бара. Фариза еңгәм дә ҡалмаған, килгән, Силәбеһендә, ҡала ерендә, кейә торған ҡыҫҡа еңле ебәк күлдәген, бейек үксәле туфлийын кейеп. Тағы бөтә әҙәмдең күҙе унда – театрың ситтә торһон. Хәйрулла ағай шул кисте үк еңгәне Саҡмайылғаға оҙата киткән. Ә еңгә уны юрамал ҡыумағандыр, үс итеп әлеге йәш бисәһенә? Бер аҙнанан ғына әйләнгән ауылға ағай, тәғәйенле эше бар бит. Бәс, бисәһе ул арала үҙенең әсәһенә ҡайтып киткән. Үсегеп. Шул ғауғаларға ҡайғырыпмы, Нәфисә инәй бигерәк бирешкән, аяҡтан ҡалған, былай ҙа саҡ йөрөгән бит инде. Күп ятмаған, донъя ҡуйған. Ҡәйнәһе ятаҡланып киткәс, баяғы үсексән килене кире ҡайтҡан, тағы бергәләшеп йәшәй башлағандар. Ишле нәҫелдән булған ул килен, дүрт ағаһы килеп, Хәйрулла ағайҙы дөмбәҫләгән, тип тә һөйләйҙәр. Әммә, нисек итһә иткәндәр, ахырҙа кейәүе менән һеңлеләрен Белоретҡа күсергәндәр. Бында йәшәй алмаҫтарын беләләр ҙәһә.

Ят ерҙә донъя ҡорор булып ниәтләнгәс, Хәйрулла ағай тыуған йортон ҡырҙан килгән ветеринар ғаиләһенә һатып киткән. Ә инде бер йылдан, уларҙың районға күсенеүҙәрен ишетеп, Фариза еңгәм сослоҡ күрһәткән: өйҙө кире үҙе һатҡан да алған ветеринарҙан. Һәм Толпарлыға күсеп ҡайтҡан. Боло ла булғандыр, колхоздың эш хаҡына ҡарап тормағас, йылына унар шәл бәйләп һатҡас... Ошо тәңгәлдә Фариза еңгәмә ҡарата үпкәм дә ҡабарып ҡуйҙы кеүек: ике бисәгә үк еткермәҫкә ине иреңде, ҡайның вафат булғандан hуң да ҡайтмағанhың, артыҡ наян ҡыланғанhың?!

Ҡалғанын өләсәйемдән һөйләтеп тә торманым. Хәйрулла ағайҙың Фариза еңгәгә аҙаҡҡы әйләнеп ҡайтыуына үҙем шаһит. Хәҙер ташлап китмәҫ инде еңгәне, һөйҙөргөс эскәс? Их, шул һөйҙөргөстө нисек ҡулға төшөрөргә? Һылтауым бар ҙаһа: китапты уҡыным, шуны алып барып биргән булайым да, берәй яйы килеп сығыр, бәлки, үтенесемде әйтергә? "Беҙҙең өйҙөң йәме"н йотлоғоп уҡыным.Үҙемде кескәй Оксана итеп тойоуы миңә hис кенә лә ҡыйын булманысы – ҡыҙғандым да, hоҡландым да... Их, яҙыусы булһаң ине лә шулай оҫта итеп теҙеп яҙһаң ине! Ә нимә хаҡында яҙырым икән? Бәс, ана лаһа Фариза еңгәмдәр яҙмышы, әҙер тарих...

Ике көн саҡ-саҡ түҙҙем дә киттем Әнкәләр осона, ни булhа ла булыр, ниәтемде ташлап ҡуяhым юҡ.

— Оҡшанымы? — тип һораны Фариза еңгә, күҙемә һынап ҡарай үҙе, әллә шикләнә. — Һинең йәшеңдә, ғәҙәттә, әкиәт уҡырға әүәҫ булалар.

— Әкиәттәрҙе миңә өләсәйем менән ҡартәсәйем сәңгелдәктә ятҡан сағымда уҡ һөйләп бөттөләр инде…

— Мин һиңә, бына, Һәүбән менән Нәркәс тураһындағы китапты әҙерләп ҡуйҙым. Уҡығың киләме? Мә. — Еңгә миңә тамбур ебе менән тегеп төпләнгән ҡалын дәфтәр тотторҙо. Тышына ҡыҙыл ҡәләм менән «Аҡбуҙат» тип яҙылған.

— Ҡулдан яҙылған?

— Эйе, элек, китап юғыраҡ заманда, күрше апайҙан күсереп алғайным. Ул бик уҡымышлы ине, кемдәндер һөйләтеп яҙып алғайны был тарихты. Иҫем китеп уҡыным, донъяла шундай мөхәббәт булмайҙыр, тип. Әкиәттер, тип...

— Әкиәтме, әтеү? Мөхәббәт юҡмы? — Дәфтәрҙе әле асып та ҡарамаһам да, еңгәнең серен белгем килә: һөйөүе ысынмы беҙҙең Хәйрулла ағайҙы? Теүәлен генә белмәhәм дә, дөм hиңмай түгелменсе – әҙәм араhында йәшәйем дәhә, ҡолаҡ hалам: әҙәмдәрҙең иң ҡыҙығып, мөкиббәндәр китеп hөйләгәне – hөйөү, мөхәббәт, ғишыҡ.

— Әкиәти мөхәббәт яҙылған бында...Үҙең татып ҡарағас ҡына яуап табырһың һорауыңа, бикәсем.

— Татымаһам?

— Һинме? Һин татырһың, үтә күрәм — эсең тулы хис.

— Эсемдә шау эсәк-ҡарын даһа? — Йәнәһе, шаяртам.

— Ҡорһаҡты әйтмәйем, эске халәтеңде, асылыңды әйтәм.

— Ә-ә?..

Юҡ, ошондай ҙа алсаҡ, миңә ышанып, мине тиң күреп һөйләшкән һылыу еңгәм менән ике йөҙлө була алмайым! Дөрөҫөн әйтәм дә ҡуям.

— Фариза еңгә, hиңә ифрат ҙур йомошом бар...

— Әйт, ниндәй йомош? Һиндәй һөймәлекле бикәсемә ни алып, ни бирергә белмәй торам әле. Әйт!

— Бикәс кем, ҡәйенһеңле буламы? — тип һораған булдым, аңлап торһам да. Шунан тәрән итеп тын алдым да (ярҙан һыуға һикергәндәге кеүек) ярҙым да һалдым:

— Һөйҙөргөс эшләп бир, еңгә! Зинһар! Бик тә, бик тә кәрәк миңә шул һөйҙөргөс!

— Һөйҙөргөс?! — Еңгәм ни көлөргә, ни асыуланырға белмәй торҙо ҡапылда.

— Эйе, һөйҙөргөс, атайым ҡайта оҙаҡламай, уға эсерергә ине шуны. Китмәһен кире сит яҡҡа, әсәйемде һушһыҙ булып һөйһөн, башҡа бер кемгә лә, күҙе төшмәһен!

— Мин, әллә үҙең берәй малай остоғона ғашиҡ булғанһыңмы, тип торам?

— Кит, еңгә, минең башым йәш тәһә әле...

— Кем әйтте һиңә ул һөйҙөргөс тураһында? Уйың үҙеңдән оло, бикәсем.

— Һүҙ эйәһе менән йөрөмәй... Ҡартәсәйем шулай ти.

— Рәйхана апай әйтер. Шәп апай ул, шәп ҡатын.

— Ул миңә лә әйтә, шәп ҡатын булмаҡсыһың, ти.

— Әлүктән күренеп тора, булырһың, бикәсем.

Мин Фариза еңгәгә шул тиклем мөлдөрәп, инәлеп ҡараным, ахырыһы, еңелде, ниһайәт: "Ярар, — тине лә соланына сығып китте. Унда быяла шешәләр шалтыратҡан тауыш ишетелде. Күп тә үтмәй, еңгә бәләкәй генә һауыт килтереп тотторҙо. – Асма, ғәйрәте ҡайтыр, атайыңа өс тапҡыр һыуғамы, сәйгәме ҡушып эсерерһең. Һиҙҙереп ҡуйма! Кешегә һөйләмә!" — тип иҫкәртте. Түбәм күккә тейеп ҡайтып индем өйгә. Алан-йолан ҡаранып, һөйҙөргөстө йәшерергә урын эҙләргә тотондом. Ҡайҙа ҡуйһам да, һөйрәп килтереп сығарасаҡ игеҙәк туғандарым. Бигерәк тә Камилаһы бутанып ҡына йөрөй... Баҙға төшөрөп йәшерҙем ахырҙа. Иң-иң төпкә, нигеҙ буйына күмеп ҡуйҙым. Ҡайтһын ғына атаҡайым, һөйҙөргөс менән сихырлап, әсәйемә ҡуша йәбештереп ҡуйырмын үҙен — ныҡ итеп, мәңгелек итеп, айырылмаҫлыҡ итеп, вәт!

Баҙҙан сығып килгәнемде өләсәйем күреп ҡалды, аласыҡ менән өй араһында кәләп һалып (Ике арала өҙлөкhөҙ йөрөп тороу. Тура мәғәнәhе: ике осо саталы кәләп таяғына иләнгән епте аяҡлау.- Г.Я.) йөрөй бит ул көн оҙоно. Күҙәтеп торһаң, үҙе бер мәрәкә. "Нимә тип керҙем әле ошо аласыҡҡа, әбә-ә", — тип оҙаҡ ҡына баҫып тора, шунан өйгә ыңғайлай, унда ла: "Нимәгә керҙем әле?" — тип тағы үҙенән үҙе һорай, кире аласыҡҡа йүнәлә һәм, ярты юлда туҡтап, яңынан өйгә борола, тағы һөйләнә: "Йәмкә менән һоҫҡо кәрәк тәһә, аласыҡ мейесенең көлөн алырға ине, күпме тылҡыйым ошо Гәүһәргә, Хәйруллаға әйт, шуларҙы тағы берәрҙе яһап бирһен, тип... » Бөгөнгөһөн шулай онотоңҡораһа ла, элеккеһен ныҡ яҡшы хәтерләй өләсәйем. Әле минең баҙҙан сығыуға, нишләп унда төшөүемде лә ҡапылда һорамай, ҡабаланып һөйләргә тотондо (һүтелгән шул уның хәтер йомғағы ошо осор):

—Нурия, иң ҡыҙығын әйтмәгәнем теге юлы һиңә Хәйрулла тураһында. Улар Саҡмайылғала ике йыллап торҙолар, тигәйнемме? Шулай бер саҡ, ураҡ өҫтө етеп килгән мәл ине, һыбай саптырып Хәйрулла килеп туҡтаны йәйләүебеҙгә. Төшкө һауымдан һуң әҙерәк эш-көш менән булып йөрөйөм. Шул йәй серәкәйле булды, һөт һөҙөргә тигән марлыны ферма өйөнөң асмалы тәҙрәһенә ҡуйырға йыйына инем.

— Хәйрулла ағай атынан һикереп төштө... — Шулай тип һүҙҙең айышына килтереп төшөрмәһәң, серәкәйҙән себенгә, себендән тағы әллә нимәгә төшөп китмәҫ тимә был өләсәйем. – Әй, эйе ләһә, ашығып ҡына килгән. Йомошон әйтә һалды:

—Зөлхизә инәй, атайым әйтә, Төхвәтулла ағайымдың иген һуға торған шыбағасы бар ине, берәй ергә элеп ҡуйғандыр еңгәм, һаҡсыл бит ул, ти.

— Шулай тиме, һаҡсыл бит ул еңгәм, тиме, әй, ҡәйнешемде! Бар ул нәмә, нишләп ташлайым, ти, ҡомартҡыны.

— Инәй, күрергә ине шуны, ҡайҙа тора, әйт, һә тигәнсе ауылға барып урайым.

— Атаҡ, ул хан заманындағы ҡорамалдың ни кәрәге төштө?

— Иген сәстем быйыл, инәй, бойҙай, шуны һуғырға кәрәк.

— Әстәғәфирулла, — тим, — хәҙер уның менән кем хитлана, машина һуға лаһа игенде.

— Инәй, Саҡмайылғалағы ун сүмәлә бойҙай өсөн кем комбайн бирһен? Йә, ҡайҙа шыбағасың — әйт тә, барып алам.

— Эшкинә микән? Сереп-туҙып бөткәндерсе...

— Мин уны ҡарайым ғына, яңыны эшләйем, тимерлеккә һыу сыҡмаған,– тип ныҡыша был.

Өйрәтеп ебәрҙем. Ул шыбағас аҙбар ҡыйығында йәпле генә бер мөйөштә ята, нисә йылдыр инде. Хәйрулла атына менеп ауыл яғына сапты, ә мин йәш сағымды, Рәхмәтулламдың бәләкәй генә ваҡыттарын, Төхвәтулламды, ҡартыҡайымды, иҫләп ултырҙым...

Өләсәйем яулығын башынан сисеп, усын төкөрөкләп сикә сәстәрен һыпырып рәтләп, ҡайтанан бөхтә итеп ябынып ҡуйҙы ла йәйрәп китеп хәтерләй башланы. Ташлап сығып китһәм, үпкәләр, ултырайым әҙерәк тыңлап. Минән башҡа эсен бушатыр кеме бар тағы... Бер тында ғына, һөт сепараторы кеүек гөрөлдәп кенә сыға өләсәйемдең тауышы, шуға әллә иҙрәп йоҡлап киткәнмен. Төш тә күреп өлгөрҙөм шул арала.

...Көн аяҙ, тымыҡ. Таҡыр итеп һеперелгән ырҙын табағында суҡайышып бойҙай көлтәләре ултыра. Өсәр-дүртәр көлтә, баштарын терәштереп, сүмәләгә ҡуйылған.

Бер апай менән үҫмер малай шул көлтәләрҙең билен сисеп, тағатып, ергә теҙеп йөрөй. Башаҡтар, керпектәрен асып, бер-береһенә ҡарап ятҡандай. Алъяпҡыс бәйләгән, башына аҡ яулыҡ сөйгән апай хас та әсәйем, ләкин барыбер ул түгел. Әсәйем улай кейенмәй ҙә инде: был апайҙың күлдәге оҙон, киң, аяғында сабата. Бәс, был минең өләсәйем дәһә! Уның йәш сағы. Ә теге малай Рәхмәтулла бабайымдыр? Ҡайҙан килеп сыҡтылар бында, мин нисек сырамыттым уларҙы — бабайымды күреп белмәйем дә инде. Ләкин шигем юҡ, тап ул йүгереп эшләп йөрөй ырҙын табағында.

Бына бер мәлде, елкәләренә ағас һаплы нәмә күтәреп, ике ағай килеп етте. Береһе, олорағы, көлтәләр тағатылған түңәрәкте урап сыҡты, туҙыныбыраҡ ятҡан башаҡтарҙы рәтләне лә:

— Йә, Ғәйнулла ҡустым, һынап ҡарайым һинең был ҡоралыңды! — тине.

— Таяҡ менән һуҡҡандан арыуыраҡ булыр әле, ағай.

Шунан "ҡорал" тигәндәрен тотоп ҡарап тикшерә башланылар икәүләп.

Йәше аңлата:

— Быныһы, оҙоно, һапмы hап инде, тырма һабы кеүек, был ҡыҫҡаһы — шыбағас, ҡайыш менән бәйләп беркеттем. Оҙон һапҡа ҡайын яҡшы, ә шыбағас туҡмағына имән йә саған кәрәк. Туҡмаҡты шып-шыма итеп йышаһың, шырау-фәлән ҡалһа, башаҡты эләктерә, эште боларта.

— Үҙең ҡушҡанса, Төхвәтулла, ун ике көлтәне сисеп һалдыҡ, — тине ирҙәр эргәһенә килеп баҫҡан баяғы апай, йәғни Зөлхизә өләсәйем. Ә Төхвәтуллаһы — уның тәүге ире ләһә. Мәш килеп донъя көтөп, ашлыҡ һуғып йөрөүҙәре. Ирҙәр, шыбағас менән һелтәнеп, бойҙай башаҡтарын туҡмарға тотондо. Бер-бер артлы, алмаш-тилмәш гөпөлдәтәләр генә. Әҙерәк эшләгәс, туҡтап, бойҙай һабаҡтарын ҡуҙғатып, һелккеләп ҡаранылар.

— Ҡара әле, ҡустым, ашлығы ҡойолоп, һаламы ғына ҡалып бара, — тип шатланып һөйләнде өлкән ир. — Башаҡҡа ғына төшөрөргә тырышайыҡ был шыбағасты, һаламы ныҡ тетелеп, саңға әйләнмәһен.

— Таһыллашырбыҙ яйлап, эштең башы ғына әле. Егермеләп көлтәне ике рәт ҡуйып, һуғып ҡарарға ине?

— Ҡулың алтын, энекәш! Хәҙер тимерлегеңде бикләп, ағас менән булашырһың инде. Күр ҙә тор, бөтөн әҙәм һиңә киләсәк был ҡорамалды һорап.

— Ағай, шыбағасты тотош кәүҙәң менән көсәнеп, башаҡҡа барып төшөрлөк итеп һуғырға кәрәк, ә, тауыҡ суҡыған кеүек, осон ғына тейҙереп алмаҫҡа. Бар көскә, ҡолас киреп килтереп бәр. Ә хәҙер һаламды ситкәрәк этәбеҙ ҙә, — бына, ялтырап ята бойҙай, мәкинәһен елгәрергә генә ҡала.

— Былай күпкә ырамлы бит эш, ә? Таяҡ менән, ана, малайым һуғыр, ҡул араһына кереп килә, ә үҙем ошо ҡорамалға яйлашырмын, иншалла. — Өлкән ирҙең ныҡ күңеле булғаны күренеп тора. — Кисә көткәйнем һине, килмәнең?

— Малик байҙың ат молотилкаһын йүнәтештем. Ағас барабан эсендә әйләнеп торған тимерҙең тештәре ҡойолған, шуларҙы ҡуйҙым. Көнөнә йөҙ арба көлтәне һуға ла бирә молотилка. Яңғыҙ кешенең эше түгел инде ул, хеҙмәтселәрең булмаһа...

— Нисә кеше, улай ҙа?

— Һанайыҡ әле! Ат ҡыуыусы, көлтә ташыусылар, уны тағатып, барабан тамағына ырғытыусылар, һаламды һөйрәп алып тороусылар — ун бишләп кеше. Быйыл көҙ матур килде, молотилка ырҙында түгел, баҫыуҙа эшләй, көлтә ташып этләнәһе юҡ. Ишетәһеңдер тауышын, ағай?

— Ишетмәгән ҡайҙа? Малик байҙың баҫыуы Толпарсыҡҡан күленән бирерәк, саҡрым-саҡрым ярым ғына бынан, молотилкаһының үкереүе таң менән ҡолаҡты тондора башлай. Көнөнә унарлаған арба көлтә һуҡҡас, ул Маликтың нисә бот ашлығы йыйылыр икән?

— Ярар, ағай, хәйерле сәғәттә, эшеңде башла. Мин үҙемдең ҡул молотилкаһын ебәрәм иртәгә, килерһең. Икәүләп әйләндерергә кәрәк уны. Һиңә лә етешер, игенебеҙ һуғылмай ятып ҡалмаҫ.

— Ҡәйнеш, тим, айран булһа ла эсеп кит! — Яулығын сөйөп ябынған ҡатын (сибәр генә булған икән дә өләсәйем) йәш иргә күпереп торған эсемлек һалынған һаплы сүмес һондо. — Бына үҙең эшләп биргән еҙ ижау, харап уңайлы, рәхмәт төшкөрө, ҡәйнеш...

— Нимә эҙләнең бая баҙҙа? — Өләсәйемдең һорауына уянып киттем. Иҫенә төшкән, ә?

— Өләсәй, һин бер бабай менән ашлыҡ һуғып йөрөнөң, яулығыңды сөйөп ябынып, — тим. — Төштә күрҙем, әле генә.

— Төш, тисе, һапамды, шуны һөйләп ултырам даһа ҡасанан бирле. Нишләнең баҙҙа, бәс?

— Бесәй балаһы мыяулаған кеүек ҡолағыма салынғайны, шуны төшөп ҡараным. Юҡ икән, – тип алданым. Һөйҙөргөс йәшереп йөрөнөм унда, тиергәме ни, әтеү.

Эйе шул, бар минең ҡулда хәҙер ҡөҙрәтле сара — hөйҙөргөс!

5

[edit]

Атайым ҡайтманы. Яңы ғына күгелйем-йәшел иген баҫыуҙары алтынһыу төҫкә инде. Һыҙа буйындағы баландарға ал йүгергән, йыраҡтан уҡ күҙгә ташлана. Ураҡҡа төшмәҫ элек тип, бөтә халыҡ үҙенә бесән әҙерләй, колхозға тигәне күптән кәбәндә ултыра. Беҙ ҙә Зөлхизә яланында мәш киләбеҙ. Ҡартәсәйем менән әсәйем бесән саба, өләсәйем таған аҫып аш бешерә, сәй ҡайната. Мин туғандарымды ҡарайым. Улары тик кенә ултырмай, туйтанлап китә лә баралар, нимә тура килһә, шуны өҙөп ҡабырға әҙерҙәр. Ас түгелдәр ҙә инде! Уф, мин шулай һиңмай булмағанмындыр! Күҙ яҙҙырмайым, йә берәй ярамаған нәмә йотоп ҡуйырҙар тип. Йоҡлаһалар тағы бәлә: күгәүен-фәләнде ҡыуалап торам. Әй, түҙерем әле, бесән эше оҙаҡҡа бармай ул, ямғыр ғына яумаһын. Әлдә алыҫ түгел яланыбыҙ, йәйәү барырлыҡ. Ат һалдырып йөрөр хәлебеҙ юҡ таһа. Атайһыҙ...

Өләсәйем иң асыҡ урынға ултыра ла, күлдәген күтәреп, арҡаһын ҡыҙҙыра. Ҡыҙыҡ иттем әле уны: шым ғына барҙым да ҡалын тауыш менән "һо!" тип ҡысҡырҙым. Терт итеп ҡалды. Мин икәнде белгәс, орошто:

— Кит, һапа, ҡотто алды, ир-ат икән тип торам!

— Ниндәй ир-ат ошо хәтлем ергә килеп йөрөһөн, һинең сырыш арҡаңды күрер өсөн («һапа» тимәһен).

Асыуланманы, көлдө лә тағы ҡабатланы:

— Мына һапа ҡыҙыҡай...

— Исем таҡма, өләсәй, әтеү үсегәм. Ҡайтырым да китерем, ана, атайлы ҡыҙҙар Күрәнлелә һыу инеп рәхәтләнә...

— Яратып ҡына әйтәм дәһә, мәрхүмә әсәйем мине шулай ти ҙә тупылдатып һөйөр ине, иҫән сағында. Йәшләй генә үлде шул... Үгәй әсә гелән мыҙыҡанан ҡырҡып торҙо, бала ғына көйөмә бабайға тоттороп ебәрҙе шунан...

— Ни тигән һүҙ һуң ул "һапа"?

— Әлләсе. Үҙ әсәйем әйткәс, матур һүҙҙер. Аҡ hөттөң апаhы – hауынсының hапаhы,тигәндәре лә бар...

— Мәүлиҙәне лә әсәһе: "Кил әле, бисурамды, бер һөйөп алайым", – ти ҙә йөрөй. Бисурамы ни матур һүҙ?

—Әлләсе...

Шул мәл Һарыгүҙ уҫал итеп өрөргә тотондо, уны Бүреhуҡҡан олатай, иптәшкә тип, беҙгә эйәртеп ебәргәйне. Сабынлыҡ осондағы суҡ муйыл тирәhендә сабыулай ине, шунан килә тауышы. Ә муйыл төбөндә – ҡара йылан ояhы!

Бесәнгә төшөр мәл етhә, өлкәндәр мине бер тауыштан киҫәтә башлай:

– Муйыл янына барма, уның төбөндәге соҡорҙа, яҫы таш аҫтында, йылан бар, аслан тейеп ҡуйма!

– Ә ул саҡhа?

– Зыяның теймәhә, саҡмаҫ.

Барыбер шул соҡор тирәhендә уралдым, теге йыланды күрә-күрә йөрөнөм.Таш өҫтөндә бөгәрләнеп йоҡлап ятҡанын да күҙәттем. Шулай бер ҡарап тора инем, йылан ҡапыл ғына башын күтәреп сәкәйтте лә осоп барған күбәләкте тотоп йотто. Тағы бөгәрләнде. Икенсе юлы күргәндә уның эсендә йоҙроҡтай бер ғәләмәттең ҡыймырлағанын шәйләнем.

– Баҡа йотҡандыр йә сысҡан,– тине өләсәйем, аптырамай ғына. – Ҡошҡа ла hунар итә ул. Йөрөмә шул соҡорға яҡын, аңhыҙҙан үҙеңә ырғып ҡуймаhын, тәүбә-тәүбә!

– Ә ул йыландың балалары ҡайҙа икән?

– Балаламаған әле, август аҙағында йә сентябрҙә инде... Шишмәгә hыу эсергә төшә ул, юлын бүләhе булма, ишетhен ҡолағың.

– Ә ниңә, өләсәй, үлтерәйек тә ҡуяйыҡ шуны, берәйhен саҡмаҫ борон.

– Ерле юҡҡа тере йәнде ҡыйырға ярамай. Хоҙай бар иткән икән, ул мәхлүктең дә кәрәге юҡ түгелдер. Ағыуынан дарыу яhайҙар,ти ҙәhә...

Быйыл ғына барманым йыланлы муйыл эргәhенә, игеҙәктәрҙе ҡурсалайым бит. Һарыгүҙ ныҡ абалағас, улай ҙа киттем шул яҡҡа, Камил менән Камиланы өләсәйемә ышандырып ҡалдырҙым да. “Сығыр булhаң, сыҡ, йылан. Сыҡмаҫ булhаң, ят, йылан, ятҡан ерҙән ҡат, йылан,”– тип hамаҡлап-арбап киләм, белгәнемсә, йәнәhе, hаҡланам.

Һарыгүҙ өрөүенән туҡтаны, әллә йылан саҡтымы уны? Барып етhәм, ни күрәм: эт соҡор башында ҡымшанмай ҙа арт аяҡтарында ултыра, аҫта – теге йылан ҡойроғона баҫып, башын күтәреп ыҫылдай. Икеhе лә бер-береhенән күҙен алмай аңдышалар. Килгәнемде hиҙеп, Һарыгүҙ минең янға тайпылып ырғыны, яҡларға әҙерлеген белгертте, тоғром! Йылан да йылт ҡына таш аҫтына шылды...

Ямғыр яуманы, бесәнебеҙҙе өс көндә сабып, киптереп, күбәләп бөттөк. 9 күбә сыҡты. Бер һыйырға 6-7 күбә етә, ти ҡартәсәйем, тағы башмаҡ, ике баш һарыҡ бар әле. Мамыҡ кәзәһен дә тотонмаҫҡа ине — киләһе ҡыш мине шәл бәйләргә өйрәтмәкселәр. Үҙем дә ҡыҙышып йөрөйөм шул һөнәргә. Бәлки, Фариза еңгәгә барып өйрәнермен, ныҡ үҙhенәм уны, хатта һағынып китәм, оҙаҡ күрмәй торһам.

Атайымдан посылка килде. Эсендә яҙыуы ла бар: "Быйыл отпускамды бирмәнеләр, ҡайтыу икенсе йылға ҡалды инде, яңы шахта асылды, эшләргә кеше етешмәй,– тигән. — Институтҡа документ тапшырҙым, көҙгә имтихан бирәм", — тип тә өҫтәп ҡуйған аҙаҡтан ғына. Игеҙәктәргә кейем һалған: Камилаға – ҡупшы күлдәк, Камилға – моряк костюмы. Әй, килеште бынау Камилға шул костюм, бәләкәс кенә моряк булды ла ҡуйҙы. Кәмит! Тағы тәгәрәтеп яраттым туғанымды, "Хәстрүш!" тип үбә-үбә, битен һәлендереп бөттөм. Әһә, үҙем дә — хәстрүштән һалдырҙым шалҡан кеүек ҡустымды? Әй, яратып ҡына лаһа. Миңә лә бумазый күлдәк ебәргән атайым. Алдан асмалы, билле, кеҫә ҡапҡастары бар, ә кеҫәһе юҡ. Ерлеге сейә ҡыҙыл, шунда зәңгәр үрҙәк бәпкәләре төшөрөлгән. Кем хыялыйы шулай яһаған, зәңгәр бәпкә була тиме? Һәр кемгә өлөш сыҡты, әсәйемә иң күбе: алһыу косынка, ялтыр муйынсаҡ, туфли. Кейеп ҡарағайны туфлийын, тап-таман. Ала белгән ярағанын, онотмаған әсәйемде, тимәк, аяғына тиклем хәтерендә тотҡас... Өләсәйем менән ҡартәсәйемә яулыҡтар, тағы ике киҫәк күлдәклек тауар, бөртөклө сәйҙәр һәм ҡағыҙлы кәнфиттәр (ҡағыҙҙары матур, теге «Казбек» ҡабына таҫлап hалып ҡуйырмын). Байрам иттек, ҡыҫҡаһы. Атайымдың ҡайтыр-ҡайтмауын тикшермәнек. Әсәйем: "Уҡырға уйлай икән һаман", — тине лә, тауышын сығармай, күкрәк төбөнән генә уфтанып ҡуйҙы.

Шул уҡ кисте яңы күлдәгемде ҡотлатырға Мәүлиҙәләргә барҙым. Әмин абый мине аптыратты: "Бына үҙе килә, Мәүлиҙәне йүгертәм һиңә, тип тора инем", — ихлас ҡаршы алды ул, әйтерһең, мин – бер өлкән кеше. Әхирәтем тиҙ генә ҡолағыма шыбырланы: "Беҙҙе өсөнсөгә “һикертергә” уйлай атайым, риза булмайыҡ!" Абау, тағы ни ҡыландырмаҡ был Әмин абый? Ҡыҙмаса сағында ыҙалатҡаны бар беҙҙе, әллә ниндәй ҡатмарлы мәсьәләләрҙе систерәм тип. Математиканан уҡыта ул, өлкән синыфтарҙы, өҫтәүенә завуч та үҙе. “Мин ике балалы булғас уҡыным Учительский институтта, шул арала, бер ҡайтҡанда, яҫап киттем hине, математиканы яҡшы белергә тейешhең, әбәзәнә!” – ти ҙә бәйләнә Мәүлиҙәгә. Ә миңә нимәгә уның синус-косинустары – минең “яҫалыуым”да абыйҙың ҡыҫылышы юҡ!

— Мин һеҙҙе аша һикертәм! — тип Әмин абый үҙе башланы теге хәбәрҙе. — Өсөнсө синыфҡа. Икенсене үҙем тиҙ генә үткәрәм дә, әле бер айлап ваҡыт бар мәктәпкә, шунан комиссия имтихан алыр.

— Бирә алмаһаҡ ул имтиханды?

— Ана, кеше балаһы, аңлап тора үҙенең файҙаһын, — тип абый миңә йүкә шына ҡағып алды. Ә мин ысынлап та ҡыҙығып торам. Беҙҙе оло йәштәге апа уҡыта, ошоларҙы сығарам да китәм, тип йөрөй. Маҡтаулы уҡытыусы ул, бәлки, ҡасандыр шәп тә уҡытҡандыр, тик әле түгел. Беҙгә берәй юл хәреф яҙырға ҡуша ла ултырған еренән күҙен йомоп йоҡлай башлай. Арифметиканан да шулай: һандарҙы теҙеп яҙып ултырабыҙ, дәрес буйы. Мәүлиҙә менән мине Әмин абый әллә ҡасан уҡ уҡырға ғына түгел, һандарҙы ҡушырға-алырға ла өйрәтте, әлбиттә, ә бүтәндәр? Ижек тарта белмәгәндәр ҙә күп.

— Һикерегеҙ, әтеү сей наҙан ҡалаһығыҙ ул йоҡо сүлмәге менән, — тип абый дөрөҫ әйтә. Мәүлиҙә һөйләгәндер инде апаның “сүлмәк”леген? Дүрт синыф буйына хәреф яҙып ултырһаң, харап таһа.

— Ризалашайыҡ, — тим Мәүлиҙәгә. – Икәүләп тырышһаҡ, булдырырбыҙ.

— Кәйҙерем менән уҡығың киләме? — тип hалмаhынмы шунда әхирәтем. Башыма ла кереп сыҡмағанды...

— Абый, һикерәм!

Шулай тинем дә ҡайтып киттем, Мәүлиҙәгә боролоп та ҡараманым.

Иртәгәһенә үк килеп еткән әхирәтем, көйәнтәһен аҫып: әйҙә, йәнәhе, Биксәнәйгә. Ярашырға итhә, оҙаҡҡа hуҙмай, hылтауҙы тиҙ таба, хәйләкәр. Минең дә үпкәм бөткәйне, Кәйҙерем менән бергә уҡыһаҡ, шәп тәһә? Имтихан тигән нәмәне биреп тә торманыҡ, абыйға ышандылар, моғайын. Шунда теге "Әлдә атайым юҡ" тигән уйымдан ваз кистем. Бына лаһа, Мәүлиҙәнең атаһы арҡаһында икәүләп бер синыф алға киттек. Атайлы – арҡалы инде ул...

Өсөнсөләрҙе педтехникум бөтөргән йәш уҡытыусы Рәйлә апа уҡыта ине. Баштараҡ беҙҙе дәрестән һуң ҡалдырғылап, сумырып өйгә эш биреп ҡаҡшатты. Тырыштыҡ. Мәүлиҙә уҡыуға һәләтле, миндә лә сәм бар. Икенсе сиректә ҡыуып еттек яңы синыфташтарыбыҙҙы. Шунан ғына Кәбиргә сират етте минең менән һөйләшергә. "Тороп тор әле, ваҡыт юҡ", — тим дә ҡуям. Ул түҙмәй, ошо осор бигерәк тә, әллә ниндәй яңылығы барҙай ҡылана. Ә булһа? Моғайын, Ыласын менән һунарға сыҡҡандарҙыр?!

Ошо уй мейемә инеп ултырғас, минең дә түҙемлек бөттө. Хеҙмәт дәресе бара ине, келәй һорап торам тип һылтау сығарып, партаһы эргәһенә барып, күҙенә ҡараным. Күҙенә генә түгел, маңлайына яҙылған Кәбирҙең: ҡышҡы һунарҙы башлағандар! "Бергә ҡайтырбыҙ", — тип шыбырланым. Ул баш ҡаҡты.

Ҡайтышлай Кәбир һөйләй, мин, ғәҙәтемсә, күҙ алдыма килтерәм, ишеткәндәремде кино итеп ҡора барам. Был юлы Ыласын һунарында үҙемде түгел, Кәбирҙе ҡатнаштырам — ярай инде, булдырған бит, ебеп ҡалмаған. Һәм шуға үҙем дә аҙаҡ ғәжәпләнәм: Бүреһуҡҡан олатай ҡайҙалыр ситтәрәк йөрөй, ә ваҡиғалар уртаһында — Бөркөтсө Кәбир.

...Таң менән, яҡтырып та бөтмәҫтән, Бөркөтсө Кәбир ат менеп Аҡбейеккә юл тотто. Яурынында — Ыласын. Улар, тау яғалап, үргәрәк күтәрелде. Өйкөм имәнлекте үткәс, күҙ сағылдырырлыҡ ап-аҡ ҡар менән ҡапланған киң аҡландар асылды. Әhә! Кәбирҙең осҡор күҙҙәренә яңыраҡ ҡына ҡыялатып үтеп киткән йәнлек эҙҙәре салынды. Бүреһуҡҡан олатай уны "Урман Әлифбаһы”н танырға өйрәткәйне инде, шик юҡ, был – төлкө эҙе. Кәбир Ыласынды күккә сөйҙө. Ҡыйғыр ҡоштоң бейеккә күтәрелеп, кәйелеп осоуын күҙәтте. Ыласын түңәрәк яһап талғын ғына оса. Төлкөнө күктән һағалай, ул уны күптән күреп ҡалған. Кәбир, һунар ҡомарына бирелеп, эйәренән һикереп төшөп, баяғы эҙҙе юллап йүгерә, яланда ҡар әле бик ҡалын ятмаған, март урталарында була торған аҡман-тоҡман бурандары бар алда. Ана бит ул төлкө, Кәбир ҙә күреп ҡалды уны. Үҙенән йыраҡ та түгел баҫып торған кешегә көлтә ҡойроҡтоң иҫе лә китмәй, Ыласынды шәйләгән ул. Ҡойроғон күтәреп, арҡа йөнөн тырпайтып, тештәрен ҡурҡыныс ыржайтып, төлкө үлемесле алышҡа әҙерләнгән. Бүренән ҡала, иң аҡыллы йыртҡыс ул, ти Бүреhуҡҡан олатай төлкөнө. Хәйләкәр йыртҡыс аҡлан йөҙөндә Ыласындан ҡасып ҡотолоп булмаҫын яҡшы аңлай, шуға ҡыуаҡлыҡҡа һыйынған. Уға йомолған сағында ғына ситкә ырғып, дошманын алдап ҡарамаҡсы: ҡыйғыр ҡош яңынан күккә күтәрелеп аҫҡа томоролғансы, урман эсенә инеп йәшенергә өлгөрөр, бәлки. Нишләп Ыласын һаман тибеп алмай был төлкөнө, нимә аңдый ул күктә кәйелеп? Кәбир һунарсы һиҙеме менән Ыласындың уйын аңлап алды: төлкөнө нисек тә ҡыуаҡ төбөнән һөскөртөргә, аҡланға сығырға мәжбүр итергә кәрәк. Көлтә ҡойроҡ сабып китеү менән, Ыласын уны күҙ асып йомғансы типкер тырнағына эләктереп тә аласаҡ. Кәбирҙең йөрәге дарҫлап тибә, сөнки белә (Бүреһуҡҡан олатай бит уның остазы): төлкө – көслө йәнлек, йәш бүренән кәм түгел. Йәшәү өсөн көрәшәсәк ул, йәнтәслим алышасаҡ.

Ошо урында кино таҫмаһы, әйтерһең, өҙөлдө, Кәбирҙең тауышы ғына яңғырап ҡалды:

— Бүреһуҡҡан бабай аты менән килеп етте лә, тунын сисеп, төлкө яғына ырғытты. Теге, моғайын, Ыласын ябырылды, тип уйланы, ҡыуаҡлыҡтан аҡланға һикереп сыҡты. Ә унда инде арҡаһына, ысынлап та, Ыласын уҡтай килеп тә төштө!

Кәбир менән бер-беребеҙгә ҡараныҡ та ҡаттыҡ. Икебеҙ ҙә ахмалға төшөп тирләп бөткәнбеҙ, ныҡ әҫәрләнгәнбеҙ, әйтерһең, теге яландан ҡайтып төшөп кенә торабыҙ.

— Һин әле һөйләгәнде тыңлап ҡалтырап тораһың, ә күрһәң унда беҙ нисек ауланыҡ ул көлтә ҡойроҡто! Ике көндән бүрегә сығабыҙ, — тине Кәбир ғорурлыҡ менән. Ғорурланырың бар, маладис, тип маҡтайһы урынға, дуҫыма тупаҫ итеп:

— Һинең әкиәтеңә мин ҡалтырап торҙоммо? — тинем дә ҡуйҙым. Әкиәт түгел икәнен белә тороп, нимәгә шулай ҡыланырға инде миңә?

Шунда тәү тапҡыр үкенесле дәғүә яралды күңелемдә: ниңә малай булып тыумағанмын, ошо Кәйҙерем урынына мин йөрөр инем Ыласын сөйөп?!

Был көтөлмәгән тойғо мине тетрәндерҙе. Төнөн күҙемә йоҡо эленмәне. Ҡыҙыҡайҙар, малайҙар тураһында ғына түгел, ирҙәр, ҡатындар тураһында уйланып алып киттем. Ҡайһы енес эйәһенә рәхәт был донъяла, кем бәхетлерәк — ирме әллә ҡатынмы? Кем мөһимерәк тормошта? Әлбиттә, ҡатындар алып бара донъяны, улар кәрәгерәк! Уларҙың ҡулынан бөтә эш килә. Һуғыш барғанда баҫыуҙы кем һөргән, кем үҫтергән игенде — ҡатындар ҙаһа. Бына беҙ, дүрт ҡатын, насар көтәбеҙме әллә донъябыҙҙы? Атайымдың арҡаhы алыҫта булhа ни, үҙем ҡуйырмын арҡамды игеҙәк туғандарыма, ел-ямғыр тейҙермәм уларға!

Хәҙер минең ошо дәғүәләремде раҫларға, күңелемде инандырырға бер кеше кәрәк ине. Өйҙәгеләргә өндәшмәнем, теләһә нәмә уйлап йөрөмә, тиерҙәр. Мәүлиҙә ҡайһылайыраҡ ҡарай икән ирҙәргә, йә, ярай — малайҙарға, ти?

Иртәгәһенә үк, оҙон тәнәфестә, баяғы бөтә дәлилдәремде әхирәтемә теҙеп әйттем. Хатта арттырып ебәрҙем, ирҙәрҙең бер хәжәте лә юҡ, тип. Килешеп, баш ҡағып торҙо ла, Мәүлиҙә минең мейемә әлегәсә инмәгән дәлилде ярҙы ла һалды:

— Бәс, ирҙәр булмаһа, донъя бөтә ләһә.

— Нишләп бөтһөн, беҙ, ҡатындар, бар ҙаhа.

— Беҙ ҡартайып үлгәс, барыбер бөтә инде донъя.

Кире ҡаҡҡыһыҙ хәҡиҡәтте ҡапыл аңлап, телһеҙ ҡалдым. Үлгәс... Балалар ҡалырға тейеш тәһә беҙҙең урынға. Ә улар ирҙәрһеҙ тыумай шикелле? Ана, ауыл тулы ҡыҙ көйө ҡартайған апайҙар, ҡартәсәйемсә, балаһыҙ ҡыуарып ултыра. Егеттәре һуғыштан ҡайтмаған. Бер нисәһе балалаған, улары ла, рисуай булып, кеше ире менән йөрөгәнгә генә. Эйе шул, кәрәк икән шул ирҙәр.

Ошоно үҙ башым менән дә аңлай алыр инем дәhә? Күптән түгел ауыл осонда, кирбес hарайы эргәhендә, Заҡуан менән Фәрит исемле ике ағайҙың яғалашҡанын, әсәйем менән Рабиға апай ыңғайына, мин дә күреп торҙом, Исламетдин ағай саҡ айырып алды уларҙы – шул хәл дә асмаған күҙемде?

– Һин минең биләмәгә ингәнhең, әҙәм аҡтығы! – тип екерә ағайҙарҙың береhе.

– Нимә, закон сыҡҡанмы hинеке тип, йә ЗАГС-ың бармы? – ти икенсеhе.

– Һүҙ бирештек бит, ир hүҙе бер була !

– Һин үҙеңме hүҙен тота торған әҙәм, Миңләхмәт биләмәhенә кермәнеңме, ыристан кәзә тәкәhе!

Ниндәй биләмә, ниндәй кәзә тәкәhе?

Рабиға апай аҙаҡ әсәйемә был хәлде шым ғына аңлатып hөйләп алды – бер ҡолағыма инде, икенсеhенән сыҡты – атайымды уйлап тик торҙом: ул бынау ағайҙар кеүек hуғыш суҡмары түгелдер... Хәҙер ҡабаттан төшөп хәтерләп маташам Рабиға апай әйткәндәрҙе. Һуғыштан иҫән әйләнеп ҡайтҡан ирҙәр, имеш, тол ҡатындарҙы үҙ-ара килешеп бүлешеп алған, hәр ҡайhыhына унар-ун бишәр өй тура килгән, шикелле. Йәғни «биләмә». Хәләл ефеттәренә белдермәй генә йөрөштөргәндәр шулай... Заҡуан ағай үҙ биләмәhендә тыуып-үҫеп килгән бер малайҙың тас Фәрит ағайға оҡшағанын шәйләп сығырынан сыҡҡан икән.

Төшөнәм hымаҡ...

Ниңә тормош тап ошолай ҡоролған, ә бүтәнсә түгел? Мәҫәлән, өләсәйем алдарға тырышып ҡарағанса, баланы Күрәнлегә барып, һыуҙан тот та ал ине?! Юҡ шул, ҡатындар уны туғыҙ ай ҡарынында йөрөтөргә, ыҙаланып тыуҙырырға, күкрәк һөтөн имеҙергә тейеш. Бәрәкәт, ирҙәр ҙә тапһын ине бала, ҡорhаҡтары бар ҙаһа, ҡорһондар ине шунда кесе йыһанды?

Башым тубал булғандыр, әшәүәтһеҙ ҙурайғандыр был ғәләмәт уйҙарҙан? Ә кисерештәрем мейемде киңәйтеп кенә түгел, ҡабырғаларымды этеп, күкрәк ситлегемә һыймай, эсемде лә көпәйтте, унда ла тулды кеүек. Уҡыуҙан ҡайтҡас, йүгереп барып өләсәйемә Сталин бабай бүләк иткән (Мәскәүҙән алып ҡайттым, орденға ҡушып бирҙеләр, ти бит) ҙур көҙгөгә ҡараным – үҙгәрмәгәнмен.

Тик барыбер мин элекке Нурия түгел, яңы халәттәмен hәм был халәтемде шулайыраҡ күҙаллайым: әйтерhең, серле бер тарафта бәүелеп торам; ҡара сәсле кескәй ҡыҙыҡай мине уяу ҡурсалай, сигенергә, ҡолап төшөргә бирмәй; ҡулдарымды юғарыға һуҙғанмын, шунда, имеш, нимәгәлер йәбешеп торам... Теге ҡыҙыҡайҙың минең бала сағым, ә юғарылағы тарафтың киләсәгем икәнен аңғарам... Ошо халәт мине ташламаҫ булды. Көндән-көн, айҙан-ай, йылдан-йыл юғарыға, бер йәбешкәс, таһыллыраҡ үрләрмен (сәмле бит мин), әммә бала саҡҡа боролоп ҡарарға онотмам: ул эскерһеҙ, тоғро йөрәкле телдәр ҡыҙыҡай мине ташламаҫ, ярҙамға килергә һәр саҡ әҙер булыр һымаҡ?..

Ошо ике арауыҡта япа-яңғыҙ ҡалдым. Йәшәйештең ҡатмарлы табышмаҡтары хаҡында ни тиклем генә серәшеп уйланhам да, үҙ башым ғына етмәй, ҡартәсәйемдең ҡалын аҡылынан hабаҡ алмай булмаҫ. Уның менән иркенләп ҡайҙа hөйләшергә хәҙер, өйҙә игеҙәктәрҙән тынғылыҡ юҡ. Әлбиттә,– кәнсәләрҙә. Ҡышын унда беҙгә эш тә әҙерәк, батҡаҡ hөйрәп йөрөүсе юҡ... Бер кисте ҡартәсәйемде рәйес өҫтәле артына етәкләп алып барып ултырттым да тантаналы иғлан иттем:

– Хәҙер hүҙ иптәш Ҡарамырҙинаға бирелә!

– Шаярырға тиhәң, hиңә ҡуш.– Күндәм генә барып ултырған еренән ҡуҙғалырға иткән ҡартәсәйем янына тағы бер ултырғысты килтереп ҡуйып, йәhәт кенә ҡамай hалдым.

– Йә,ни әйтерhең,– тине ул, миңә ғәжәпләнеберәк ҡарап.

– Ҡартәсәй, бына беҙ, биш ҡатын (Камиланы ла ҡыҫтырҙым,ҡул араhына инеп килә ләhә) ир-атhыҙ ҙа ап-арыу итеп йәшәп ятабыҙ. Үҙең дә әйткеләйhең, тылда ҡатындар ер ҙә hөргән, утын да ҡырҡҡан, йәғни...

– Самаланым тел төбөңдө, туҡта. – Ҡартәсәйем күпмелер ваҡыт, фекер төйнәптер, hүҙhеҙ ултырҙы. Ниhайәт, йәпләберәк ултырып, башланы нәсихәтен:

– Атабыҙ Әҙәм ғәләйhиссәләмде, тәү әҙәм затын, Аллаhы Тәғәлә балсыҡтан бар иткән, уға йән өргән. Әҙәмдең ҡабырғаhынан анабыҙ Һауаны яралтҡан, hәм, ғаләмдәге барса тереклек hымаҡ, улар ҙа парлы булған. Әҙәм вә Һауа, бер-береhенә мөхәббәтле булып, татыулыҡта, ожмах хозурында ғүмер hөргәндәр, Хоҙайыбыҙҙың hөйгән балалары хөкөмөндә. Иблис Ләғәнә, әғүәсе шайтан, уларға хаслашып, гонаhҡа батырмаҡ йөрөгән...

...Рәйес бүлмәhендә ултырғанымды оноттом. Ап-асыҡ күреп, ишетеп торам: илаhи нур бөркөлгән гүзәл мөхиттә емешен өҙөү, тәмләү тыйылған алмағас үҫеп ултыра. Ә мин, имеш, – Һауа, шул алмағасҡа ымhынып-ымhынып ҡуям... “Алмаhы ябай түгел, уны өҙөп тәмләгән аҡыллыраҡ, сибәрерәк, мөхәббәтлерәк була!” – Алмағастың олонона уралған юха йылан шулай тип вәсүәсә hала... Йыландан да ҡурҡмайым, уның ғәмәлдә Иблис әүермәhе икәнен дә уйлап бирмәйем, аҡыллыраҡ, сибәрерәк, мөхәббәтлерәк булғым килеп, алмағасҡа яҡынлашам, алмаhын өҙөргә тип ҡулымды hонам...

– Ҡыҙыҡтыңмы? Нәфсе...– тине ҡартәсәйем, ҡулымдан тотоп алып. Аңлап-тойоп торалыр ул мине.

– Шунан?

– Шунан ни, ҡанун боҙоп, тыйылған емеште өҙгәс, Әҙәм вә Һауа ожмахтан Ергә hөрөлгәндәр. Әлмисаҡтан парлашып ғүмер кисерәләр, уттар-hыуҙар кисәләр...

– Аңланым. Аллаh инселәгән тәҡдирҙе үҙгәртеп булмай, ярамай, йәшәhен ир-аты ла, донъя тар түгел,– тинем, ҡартәсәйемдең hынап баҡҡан күҙҙәренә ҡарап. Алдаманым, инанып әйттем.

Әҙәм вә Һауа серенә төшөнгәс, хыялсан халәтем тағы үҙгәрҙе, инде үҙ-үҙемде бөтөнләй мөғжизәүи рәүештә фаразлайым: мин — Һауа заты, әҙәми ҡиәфәттәге тере есем, ике кендегем бар, береһе, ҡыҫҡарағы, өйөмә, ауылыма, Күрәнлегә, Аҡбейеккә, Ыласын ҡанатын ҡаҡҡан Толпарлы күгенә тоташҡан, икенсеһе — Оло йыһанға, ул кендек ғәйәт оҙондор... Ике кендегем дә ныҡ кәрәк үҙемә, шуны ап-асыҡ тоям. Әлегә ҡыҫҡа кендек тирәһендә минең йәшәйешем, һулышым. Саҡ ҡына алыҫлашhам да, ул ҡанай башлар, әрнер кеүек. Ә бит ҡасан да бер алыҫлашырға, хатта айырылырға тура килер унан (киҫепме?) — Оло йыһанды тотош күргем, белгем, урап сыҡҡым килә минең!

6

[edit]

Ҡыҫҡа кендеген атайым бөтөнләй өҙөп ташлағандыр, тиһәм, мин бишенселә уҡып йөрөгәндә, ҡыш ахырында,ҡайтты ла төштө бер көндө. Алдан хат яҙып та торманысы.

Ә мин hиҙгәйнем. Төшөмә керҙе. Имеш, хозур йәй мәле, иҫ киткес матур бер күлдә йөҙөп йөрөйөм. Тирә-яғымда hары екәндәр тирбәлә, ҡоштар сутылдаша, әкиәти гүзәл күбәләктәр осоп йөрөй. Нәркәс икәнмен дәhә мин! Ә Һәүбән ҡайҙа? Яр буйында кемдер ҡурай тартып ебәрҙе. Таныйым, имеш,– көтөүсе Тарауыл ҡарт бит. Шул саҡ күлде ҡапыл урғылып тулҡын баҫты, hәм аҡ күбек эсенән толпар аттар килеп сыҡты, көтөү-көтөү булып. Бәй, был бит – үҙебеҙҙең Толпарсыҡҡан күле! Мин шул арала Нурияға әүерелдем дә бер hомғол толпарҙы үҙебеҙҙең ихатаға әйҙәп алып ҡайттым...

Төшөмдө ҡартәсәйемә hөйләмәнем, үҙаллы юрап ҡараным: атайым ҡайтыр?

Юрауым юш килде: ике көн дә үтмәне, ҡайтты ла инде атайым. Тәүҙә ҡартәсәйемде ҡосаҡланы, ике ҡуллап өләсәйем менән күреште, шунан мине күкрәгенә ҡыҫты. Теге юлы, армиянан ҡайтҡандағы кеүек, билемдән генә тотоп баш осона тиерлек күтәрмәне, оҙаҡ итеп күҙҙәремә ҡараманы. Мин үҙем уға йотолоп ҡарағайным, башын ситкә борҙосо?

— Ҡайҙа игеҙәктәр? — Атайым, гүйә, киң итеп ҡанатын йәйҙе, ҡулдарын ике яҡҡа һуҙып, саҡ ҡына сүкәйә бирҙе: Камил менән Камиланы күтәреп алырға әҙерләнде. Улар хәҙер түр бүлмәнән туптырлап килеп сығырҙар, тип көттө, ахырыһы.

— Тышта уйнап йөрөйҙәр, сана шыуалар, — тине күрешергә үҙ сиратын көтөп торған әсәйем.

Атайымдың аптырашлы сырайын бөтәбеҙ ҙә күрҙек һәм аңланыҡ: игеҙәктәрҙе ул һаман бәләкәс кенә бәпестәр тип күҙаллайҙыр. Ә уларсы бишенсе йәштәрен тултырып бара.

— Эйе, — тигән булды ла атайым, әсәйемде етәкләп түр бүлмәгә инеп китте. Ишектән кергәндә башын бәрҙе, уның һымаҡ оҙон буйлы, уҫлаптай кеше ашатлар өсөн яраҡлашмаған был тупһа... Эстән әсәйемдең: "Бер ҡайҙа ла китмәйем!" — тигәне ишетелде. Беҙ, бирьяҡтағы өсәү, бер-беребеҙгә ҡараштыҡ та, һәр ҡайhыбыҙ үҙ эшебеҙгә тотондоҡ. Ҡарсыҡтар ҡашығаяҡ шалтыратты, мин игеҙәктәр артынан йүгерҙем: уйын ҡасмаҫ, атайҙары ҡайтҡан даһа!

Һөйҙөргөс тә ысын булмай сыҡты. Фариза еңгәм, мине йәлләп, шешәгә ҡәҙимге һыу һалып биреп ебәргән. Аҙаҡ үҙе ипләп әйтте. Барыбер ярҙамы булды ул һөйҙөргөстөң, мөғжизәгә инанып, күңелем баҫылып торғайны бер арый...

Хәҙер атайымды Толпарлыға, өйөбөҙгә, үҙебеҙҙең итәгебеҙгә бәйләп ҡуйыр әмәл юҡ! Өс көн генә торҙо ла тағы олаҡты. "Ситтә күп йөрөнөм, Уралыма ҡайтам", — тип китте. Бер ни аңламай, ҡайһылай фаразларға ла белмәй, аптырап тороп ҡалдыҡ.

Оло юлға атайымды ат менән Бүреһуҡҡан олатай сығарғайны, ул аңғартты:

— Екатеринбурға, хәҙер Свердлау инде, ҡайтырға уйлаша Баязит. Уҡыуын да шунда күсермәксе. Инженер буласаҡмын, ти, тағы ике йылдан, шикелле? Свердлауҙа завод күптер...

— Нимә ти, килеп алам, тимәйме быларҙы? — Ҡартәсәйем әсәйемә, үҙенең ике тубығында ултырған игеҙәктәргә ымланы (мине иҫәпкә лә алмай).

— Өндәшмәне ул хаҡта... “Тауҙарымды, урмандарымды, көндө, ҡояшты һағынам,– тип үҙәкте өҙҙө. –Шахтала, ер аҫтында, айҙар, йылдар буйы ҡояш күрмәнем бит: көндөҙ төшһәм, сыҡҡанда — төн, төндә төшһәм, көндөҙөн йоҡларға, ял итергә кәрәк ауыр эштән һуң, ҡалған ваҡытты ситтән тороп уҡыу ала”,– тине.

— Уф, балам, бәғеремде телде генә ул! — Ҡартәсәйем һығылып төштө. Әллә ҡасанғыны хәтерләп, Яңы өйҙөң ҡарағас ағасынан сутланған өрлөгөнә күтәрелеп ҡараным. Мин, ун йәшлек, йәғни үҫеп бөткән ҡыҙыҡай, шул минутта саҡ килеп аңланым: түшәмде тотҡан өрлөктөң ныҡ булыуы бик тә мөһим өйөң имен булһын өсөн, әммә бит ҡартәсәйем ҙурыраҡ мәғәнә һалған булған теге саҡта әйткән һүҙҙәренә. Күҙ терәп торған улына ышанысы ишелгән уның — бына нисек? “Бөтөрөнмә, ҡартәсәй, үҙем булырмын һеҙҙең өсөн донъя өрлөгө, беҙ, ҡатындар, бирешмәбеҙ!” — тип әйтәһем килде ошо минутта. Ләкин, ихластан уҡталhам да, ҡысҡырманым, сөнки "вәғәҙә — иман" икәнен аңлай инем инде. Эсендәге — тышында булған, уйлағаны шундуҡ теленә сыҡҡан Нурия бала саҡта тороп ҡалды, буғай, уның урынына ҡапыл һонторайып киткән, оҙон ҡуллы, оҙон аяҡлы, оҙон муйынлы (абау!) берәү пәйҙә булды. Ҡаштары ҡуйы, ҡара, танауы әүәлгесә үк ныҡ йәмшек түгел. Толомдары ҡалын, йүгергәндә арҡаhын ҡайышлап теңкәһенә тейә. Ә күҙҙәре — сөм-ҡара, һәр нәмәгә, һәр кешегә туп-тура ҡарай, һынай, үтә күрергә тырыша. Тирә-яҡҡа, ергә-күккә, донъяға тап ошо минуттағы күсермәһен ала һалып ҡалырҙай булып ҡыҙыҡһынып, йотлоғоп, һоҡланып ҡарай ул күҙҙәр. Эйе, был мин — бөгөнгө Нурия.

Әсәйем дә үҙгәрҙе, атайым ҡайтмаҫҡа тип ил-йорттан киткәс. Элек, яҙмышы икеле-микеле булғас, үҙенең рәүешен таба алмай йонсоған микән, башын баҫып йөрөй йә көтмәгәндә яндырайлана ла китә ине. Хәҙер холҡо һәлмәкләнеп, кәүҙәгә әҙерәк йомроланып алғас, әсәйемде танырлыҡ та түгел: йөҙөн асылтып, йылмайып ҡына йөрөй. Йыш ҡына элекке күршебеҙ Гөлбикә апайға бара, йә уныhы беҙгә килә, икәүләп кис ултыралар, шәл бәйләйҙәр, серләшәләр...

Ҡартәсәйемә әллә оҡшамай әсәйемдәге үҙгәрештәр, артынан әйтеп ҡалғылай:

— Сөгөлдөргә төшөрһәләр, белерһең әле! Ана, меҫкен бисәләр, аяҡтарын саҡ һөйрәп йөрөй. Уйнаҡлап ҡал, ярай...

Өләсәйем шымтайып йөрөйсө ошо осор. Нимә булған? Мин генә ҡыуанам әсәйемдең шулай дәртле, һелкетә баҫып йөрөүенә. Уйнаҡлап, имеш. Былай ҙа йәшелсәлә түгел беҙ хәҙер – унда апаруҡ еңел булған икән. Былтыр йәй кирбес һуҡтыҡ, шул эштән дә ауыр түгелдер әле сөгөлдөрө. Әйткәндәй, беҙҙә уны “ысвикла” тиергә өйрәнеш итеп алдылар, йәнәhе, урыҫсалап. Ә Толпарлының бөтә ҡатындары ла тиерлек хәҙер бер ҡушаматта йөрөй: "ысвикла бисәләре". Һыҙа буйы тигән ыҙанғаса hуҙылған ҙур баҫыуға уларҙы иртәнсәк бер машина итеп тейәп алып китәләр,ә кис үҙҙәре, кем нисек, ҡайталар. Ҡайһы берҙәрен ирҙәре ат менән барып ала. Әллә, берәү ҙә ятып үлмәгән әле ул сөгөлдөр баҫыуында. Уйнаҡлап йөрөмәйҙәр йөрөүен, ҡара эш бит. Әсәйем дә аҡ эштә түгел, һуғып ҡараһындар, ана, көнөнә 400—500 дана кирбесте!

Әллә ниңә беҙҙе алып барып ҡуштылар шул кирбескә? Бығаса өйрәнеп бөтөр инек «ысвикла бисәһе» булып. Беҙ тигәнем – әсәйем менән мин hәм Рабиға апай менән ҡыҙҙары, hаман бер мисәүҙәбеҙ. Иҫәүәнләнеп, кирбестә беҙҙән алда эшләгән апайҙарға көнләшеп торғаным хәтерҙә – әллә шуның ҡоhоро булды был ауыр эшкә килеп ҡабыуыбыҙ?

...Көнөбөҙ кисәге кирбестәрҙе "домна"ға ташыуҙан башлана, машина һыйырлыҡ оло мейесте Исламетдин ағай шулай тип йөрөтә, башы hалам менән ябылған кирбес hарайын “завод” тип фәстерә. Кирбестәрҙе домна эсенә сатрашлап теҙеп тултырғансы, Исламетдин ағай менән Кәбир һарай уртаһындағы ҙур түңәрәк соҡорға һыу ташый, балсыҡ, ҡом өйә. Шунан Кәбир ат менән шул өйөмдө тапатырға тотона, атаhы мейескә ут яға ла атты үҙе йөрөтә башлай. Әҙерәк тамаҡ ялғап алғансы, кирбеслек балсыҡ баҫылған була. Исламетдин ағайҙың атты түңәрәктән алып сығып китеүен дә көтөп тормай, беҙ, ҡарсыға шикелле, әҙер балсыҡҡа ташланабыҙ. Көс еткәнсә йомарлаҡлап күтәреп, әсәйем менән мин һарайҙың – уң яғына, Рабиға апайҙар — һул яғына, ташыйбыҙ балсыҡты. Кем күберәк эләктерә, кирбесе лә артығыраҡ була, тимәк, эш хаҡы ла мулыраҡ төшә. Күрһә икән берәйһе беҙҙең нисек сәмләнеп йәбешкәнде балсыҡҡа, нисек өҙә-йолҡа, түшкә терәп уны йүгерешкәнде! Анау ен ботағы Ишбирҙегә тиклем, баштан-аяҡ масманлап, балсыҡты күмәстәй әүәләп үҙҙәренең яғына ырғытып тора. Рабиға апай баштараҡ әҙ-мәҙ ташыштыра ла, өлкән ҡыҙы менән оҙон эскәмйәгә ҡара-ҡаршы ултырып, ҡалыпҡа һалып һуға ла башлай кирбесте. Ғәрлегемдән (артта ҡалабыҙ бит!) күҙемдән йәштәр атылып сыға, әммә ул беленмәйҙер, сөнки сәс араһынан бит буйлап күптән эре тир йыбырлап аға. Тегеләрҙең яғында балсыҡ күбәйә, соҡорҙағыһы әҙәйә, бына-бына беҙ “еңеләбеҙ”. Әсәйем тилбер, көслө, мин дә уға бәрәбәрмен, тик барыбер улар күмәк — Ишбирҙеләре менән биш кеше! Шул саҡ атын Ҡыҙылъяр ятыуында тиҙ генә һуғарып өлгөрә лә кәйҙереп Кәбир килеп етә. Йүгереп соҡорға төшә, умырып-умырып алып, беҙҙең яҡҡа балсыҡ ташый башлай. Ахырҙа бер сама булып китә ике яҡтағы өйөм дә. Балсыҡты соҡорҙан алып бөткәс, әсәйем дә кирбес һуға башлай.

Кәйҙерем тиҙ генә китмәй әле, шап-шоп өйөлгән балсыҡты ҡалыпҡа һалырлыҡ ҡына итеп йомрайтып, әсәйем янына килтереп йөрөй. И, дуҫҡайым! Күкрәгемдә әллә ниндәй ҡайнар тулҡын бәүелә — мин уны рәхмәт хиселер тип уйлайым. Нисек рәхмәтле булмаҫҡа мөмкин шундай дуҫҡа?

Ә инде кирбес һуғыуҙа әсәйемдең алдына берәү ҙә сыға алмай. Рабиға апай йыбытҡыраҡ ул. Уға оло ҡыҙҙары ярҙамлаша, алмаш-тилмәш ҡаршыһына ултырып, байтаҡ эшләшәләр. Өлкән синыф уҡыусыларына ла сөгөлдөр бүлеп биргәндәр икән, апайҙары шунда киткәс, Мәүлиҙә Ишбирҙе менән тороп ҡала. Хәҙер улар менән ярышыу ҙа ҡыҙыҡ түгел, етмәһә, Ишбирҙе йонсоп, мыжый башлай, ҡамасаулап ҡына йөрөй. Әсәйем көн дә кәмендә 400 кирбес һуға, мин шуны киптерергә ташып ҡуям. Дүрт ҡат үтә кирбес ҡулдан: балсыҡ көйө; сей кирбес көйө; унан — мейескә яндырырға ташыйһың; аҙаҡ мейестән сығарып өйөп ҡуяһың. Бер ысвикла бисәһе лә сыҙамаҫ был эшкә?! Рабиға апайҙар ҙа шул уҡ һөҙөмтәгә өлгәшә. Әсәйем көн дә күршеһенә ҡалған балсығын һуғып бөтөрөргә ярҙамлаша, ә мин Мәүлиҙәгә кирбестәрен елләтергә теҙеп ҡуйышам. Бахыр әхирәткәйем, йәшкә минән ҙурыраҡ булһа ла, быуыны шыйығыраҡ, иҫе китеп арый. Уға әле ен ботағы туғанын йылғаға төшөрөп йыуындырырға кәрәк, әсәһе аҙаҡҡы кирбесен түңкәрә лә өйөнә йүгерә: иренә ашарға әҙерләйһе бар! Шундай саҡта, ул ирҙәрҙең мәшәҡәтенән башҡа бер файҙаһы юҡ, тип тә уйлап алам. Әсәйем уйлап ҡына түгел, әйтеп тә ҡуя шулай тип. Рабиға апай өндәшмәй, ҡул ғына һелтәй...

Ғәжәп хәлдәр ҙә булғыланы кирбес һарайында. Бер көн килһәк, һурыҡтырырға тип ҡуйылған кирбестәрҙең бер нисәһенең ҡабырғаһына "Н+К" тип соҡоп яҙып киткәндәр. Мәүлиҙә менән баш ватабыҙ: кем ҡылған был хаслыҡты?

— Моғайын, Сабирҙыр, — ти Мәүлиҙә.

— Нишләп ?

— Күҙе төшкәндер. Тағы берәүҙең…

Шаҡ ҡаттым. Мин йәнә Мәүлиҙәнән һиңмайыраҡ булып сығам?

— Тағы кемдең?

— Үҙең беләһең!

— Әйт, бер ауыҙыңды асҡас.

— К-ның! Белмәмеш булып торасы, Кәйҙеремдең, бәс. Уның эшелер әле был яҙыу, бәлки. Йә Сабирыныҡылыр, көнләшеп ҡыланғандыр…

Уф, ниндәй ғәрлек! Ике малайҙың миңә күҙе төшкән. Ер ярылһа, шунда төшөп китерһең оятыңдан. Ә ниңә? Нимәһе оят, минең күҙем төшмәгән дәһә, улар иҫәр булғанға мин ғәйеплеме?

Барыбер ниҙер булды миңә шул ваҡиғанан һуң. Кисенә, Кәбир менән Сабир, тағы дүртәү – минең менән сорлауыҡ уйнаған дуҫ малайҙар – һыу инергә, ат йөҙҙөрөргә саҡырғайнылар, баш тарттым. Нисек мин шулар менән эске күлдәксән генә һыу инеп, ҡушарлап ат менеп йөрөгәнем ошоғаса? Юҡ, хәҙер мәңге улар тирәһендә һыу төшмәйем.

Мәүлиҙә менән икәүләп мыштым ғына икенсе урында, ерек араһында, балсыҡҡа буялған тәнебеҙҙе йыуыштыҡ та һөйләшмәй генә ҡайтыштыҡ. Ул нимә уйлағандыр, мин әлегә китаптарҙан ғына уҡып, кешенән ишетеп кенә белгән мөхәббәт, һөйөү, ғишыҡ тотоу тигән нәмәләр хаҡында уйланымсы. Әлегә бит быларҙы Фариза еңгәнең «эсенә кереп» кенә тойомлап ҡараным hымаҡ. Улар бер-береһенән ни менән айырыла, әллә өсөһө лә бер үк әйберме? Китапҡа ышанһаң, бер иш мәғәнәлә һымаҡ мөхәббәте лә, һөйөүе лә, ғишҡы ла. Ә яратыу тигәне? Юҡ, ул икенсерәктер — мин, мәҫәлән, тары ҡоймағы яратам. Әй ҙә, буталдым да...

Эйе,шул көндө, «Н+К» көнөн әйтәм, мин тағы (инде нисәнсегә?!) үҙгәрҙем кеүек. Нисегерәк үҙгәрҙем — аныҡ ҡына аңлап етмәйем әле. Теге, «киләсәк» тигән юғарыға ҡулдарым менән ныҡлы тотондомдай, их, күҙ һалаһы ине әҙгә генә: ниҙәр бар унда, ни көтә? Ә иң ҡыҙығы: бармы унда теге өсәү — мөхәббәт, һөйөү һәм ғишыҡ?

Апрель уртаhы еткән шул, ҡар муртайған, яҙ еле ҡыйыҡтарҙа эленеп торған боҙимсәктәрҙе ялап кинәнә. Кирбес hуға башларға ла күп ҡалмаған. Теге тамғалы кирбестәрҙе үҙем генә белгән урынға йәшереп ҡуйғайным, теүәл яталар микән?

Уф! Үткән ғүмер... Атайымды иҫләп, күкрәгемдә нимәлер ауыртып алды: бәғер микән, әллә ул өҙөлдө микән? Түҙмәнем, өс бит хат яҙҙым – яңы адресына, Свердловскиға.

Иң тәүҙә Һарыгүҙҙең hәләк булыуын хәбәр иттем: марттан бирле шул тетрәнеүҙән арына алмай бер булам. Кесе йыhанда сағымдан уҡ белгәнгәме, ифрат та яҡын ине миңә Һарыгүҙ...

Бүреhуҡҡан олатай этен (ауыл халҡы уны hаман да бүре тип уйлай) hирәк-hаяҡ сылбырынан ысҡындыра ине. Быйыл яҙ Һарыгүҙ оторо бәйhеҙләнеп киткән, өс көн, өс төн ояhына ҡайтмай, ҡарығып йөрөгән. Ә ауылдың башҡа арландары уға гелән теш ҡайрап, hағалап йөрөгән – бүре еҫе, бүре ҡомары hирпелгән барыбер Һарыгүҙгә. Элегерәк ул бирешмәгән, хәҙер иhә ҡартая төшкән, ә теге арландарға ҡон ҡайтарырға форсат сыға: мәлен аңдып,өйөрө менән ташланғандар, hәләк иткәндәр Бүреhуҡҡан олатайҙың йорт hаҡсыhын, күңел йыуанысын! – Ҡартлығын көтөп ятып, ояhында шыңшып үлер зат түгел шул, үҙе теләп йомолғандыр алышҡа,– тине олатай...

Шуларҙы бәйән иттем дә, өй эсенән сәләм күндереп, бер урында "әсәйем өсөн борсолма, ул хәҙер уйнаҡлап йөрөй" тип ҡуйҙым. Шуны яҙғас, үсем ҡанғандай хис иттем: эсе бошһон әле!

Күпме һағынһам да, ғәфү итә алмайым атайымды. Шул тойғо күңелемдә таш һымаҡ ҡатылана бара. Хаттарында ул миңә төшөндөрөргә тырыша: ауылда аңлашып, таянып йәшәрлек иш юҡ, имеш, уға, һөнәре – завод һөнәре, фәлән дә фәсмәтән...

Иш юҡ минең атайыма ауылда. Ошо хаҡта яҙлыҡмай уйланам. Яҙ артынан йәй килде, кирбес заводы асылды. Теге иҫтәлекле кирбестәрҙе «домнаға» ырғыттым... Йәй бөттө, алтын көҙ үтте, инде — ҡара көҙ. Мәктәптә мине октябряттарға вожатый итеп ҡуйҙылар. Мәшәҡәт күп, иң йәшерен уйҙарымды төндә, әллә ниндәй әсе әрнеүгә түҙмәй уянып китеп уйлап ятам. Тән әрнеүе түгел был, йән әрнеүелер... Иш юҡ, тигән атайым?! Ул – уҡымышлы ла, бындағылар наҙан, тимәксеме? Беҙҙең Бүреһуҡҡан олатайҙан, ана, Өфө ғалимдары килеп аҡыл һорап йөрөй әле. Өсәүһен: олатайҙы, Кәбирҙе һәм Ыласынды кәртешкәгә төшөрөп алып киттеләр, бөркөтсөләр хаҡында китап сығасаҡ тиме. Һәр кемде лә китапҡа яҙып тормайҙар! Әмин абыймы тағы наҙан? Сулаҡ Мансур ағаймы? Яңыраҡ, ҡартәсәйемә кәнсәләр йыйыштырышырға барғанда, Мансур ағайҙың күпте белгәненә, үткерлегенә иҫем китте.

Эш бөтөүгәрәк барһаҡ, кәнсәләр соланы тулы ир-ат; тәмәкене рәхәтләнеп тарталар, төтөн эсендә үҙҙәре лә күренмәй, тауыштары ғына ишетелә. Ҡартәсәйем, тауыштарынан таныптыр:

— Мансур энекәш, Исламетдин ҡусты, Иҡсан, абау, китегеҙ, күтәрмәгә сығығыҙ! Әхмәҙин ағай, һиңә был тәмәжниктәр араһында нимәң ҡалған? Хәйрулла ҡоҙа, тартмай инең дәһә... — тип исемләп орошоп алды. — Ҡайтышығыҙ, өйөгөҙгә hыу сыҡҡанмы әллә?

Ир-ат һүҙһеҙ генә күтәрмәгә күсте, өй ҡайғыһы түгел икән уларҙа, сәйәсәт тикшерәләр. Мансур ағай әйтә:

—Никита Сергеевич, Америкала сығыш яhағанда, ҡатаһы менән трибунаға килтереп һуҡҡан да: "Я вам покажу Кузькину мать!" — тип ҡысҡырған. Теге капиталистарҙың күҙе маңлайына менгән, вәт.

— Кузькаһы кем, эт көсөгөмө, шуның инәһен күрһәтергә итәме икән Хрущев американдарға?

Шулайтып һөйләнеп алдылар. Шым ғына, Мансур ағайҙың тауышын ҡапламаҫтан, уныһы туҡтамай сурыта. Ә мин солан иҙәнендәге эре сүптәрҙе, тәмәке төпсөктәрен һоҫҫҡоға һепереп алып йөрөйөм, ҡыҙыҡһынып тыңлайым.

— Маршал Жуковҡа был батшанан иҙем юҡ, Сталин, ярай, үҙенең яңылышын ваҡытында аңлап, ғәскәр башына ҡуйғайны уны. Жуков, эйе, үҙен дә ҡыҙғанманы, йоҡо төҫө күрмәй, фронт менән командалыҡ итте, һалдатты инде ул бөтөнләй аяманы. Барлыҡ алыштарҙа ла уның приказы тик бер төрлө булды: сигенмәҫкә, һуңғы һалдатҡа, һуңғы патронғаса һуғышырға! Беҙҙекеләр ҡырылды ғына... Атакаға мәйеттәр өҫтөнән йүгереп барҙыҡ.

— Ә мин Мәскәү оборонаһында һуғыштым, — тип тауыш бирҙе Бүреһуҡҡан бабай.

– Әйтәм дә шул, һин ҡатнашҡанға нимес Мәскәүгә керә алмаған икән, — кемдер, шырмый Иҡсан шикелле, тоҙһоҙ ғына һүҙ ҡыҫтырҙы. Берәү ҙә быға иғтибар итмәне, ә Мансур ағай дауам итте:

– Жуков Сталинға Мәскәүҙән китмәҫкә кәңәш биргән – армия, бөтә халыҡ юлбашсының баш ҡалала икәнен белергә һәм был алыштың хәл иткес, изге алыш икәнен бөтә йөрәге менән тойорға тейеш! Тик шул саҡта ғына баштан-аяҡ ҡоралланған, ярты Европаны теҙләндергән фашистик Германияны сигендереп буласаҡ, тигән.

— Сталин буйһонған, тиген, ә? Сталин үҙе!

— Ә Хрущев белә Жуковтың кем икәнен, шуға яҡын юллатмай ҙа үҙ тирәһенә. Бөйөк Ватан һуғышы геройы, почетлы хәрби начальник — имеш, хаҡлы ялда, сәйәсәткә ҡыҫыла алмай. Ғәмәлдә һөргөндә инде Жуков...

– НКВД-ның бронепоезы ҡаршы торған дошманға, шуға Мәскәүҙе ҡолата алмағандар, тип ишеткәйнек фронтта, дөрөҫтөрмө?

– Дөрөҫ!– тип өҙөп кенә әйтте шунда участковый Сәмиғуллин, ул да халыҡ йыйылған урынға килеп етә hала шулай.

– Өфөлә Сталиндың шинель кейеп баҫып торған ҡиәфәттә hәйкәле бар ине, шуны алып ташлатҡан Хрущев.

– Кәүҙәhен мавзолейҙан сығарғас, hи, Өфөләге hәйкәлде ни...

— Әй, ярар, бик төпкә төшөп киттек, әйҙә, төндә уянып, шарҡылдап көлөп ятырлыҡ бер ләҡәп һөйләп ҡайтарам үҙегеҙгә. — Быныhы Иҡсан ағай тауышы. Мин яртылаш ҡыҫыҡ ишеккә яҡыныраҡ барып баҫтым.

— Утыҙынсы йылдарҙа, ти, колхоз йыйылышы бара икән. Беҙҙең атайҙар, Бүреһуҡҡан ағайҙар заманы. Булдыңмы шул йыйылышта, ағай?

— Мин урман ҡарауыллап йөрөнөм...

— Әй, әтеү, белмәйһеңдер. Ул саҡтағы рәйес Шәйәхмәт Кейекбаев отчет доклады менән сығыш яһай, ти. Партия ҡуйған бурыстар хаҡында һөйләп, Сталинға маҡтау һәм рәхмәт яуҙырып алғас, колхозда йыллыҡ план үтәлешенә күскән: “Йәмәғәт, быйыл беҙ дәүләткә йөн тапшырыу планын арттырып үтәнек, ә бына күкәй йыйыу буйынса артта ҡалдыҡ. Шуның сәбәпле, йәмәғәт, йәғни күкәйҙе йөн баҫып китеү арҡаһында, юғарыла беҙҙең бөдзөттө ҡырҡып ташланылар”. “Бюджет” тигәнде Шәйәхмәт ағай гелән шулай боҙоп әйтер булған, шуны белеп торһалар ҙа, халыҡ дыу килеп көлә башлаған. Йыйылыш уртаhында йоҡлап ултырған бер ирекәй уянып киткән дә күршеһенән һораған:

– Ни булған, ә?

– Бөдзөттө ҡырҡалар, ти, план үтәмәгәнгә.

Уяулы-йоҡоло, яңылышыраҡ аңлаған ирекәй һикереп торған да һөрән һалған:

— Инде хәҙер беҙҙең бөзөктө генә ҡырҡып алырға ҡалдымы был хөкүмәткә!

Кәнсәләр соланы емереләме тип торам, әлеге ағайҙар һаһылдарға тотондо: Мансур ағай һау ҡулы менән стенаны туҡмап-туҡмап көлә, Бүреһуҡҡан олатай таяғын таҡылдата, Хәйрулла ағай шап та шоп ботон саба.

—Һаман торалар, имеш, донъялары теүәл быларҙың, — тип төпкө бүлмәнән, рәйес кабинетынан, ҡартәсәйем килеп сыҡты. — Барығыҙ бар, ҡана, тупһалағы боҙҙо көрәп таҙартып алам. — Ул мөйөшкә һөйәп ҡуйылған тимер көрәккә тотондо. Ағайҙар таралышты. Тышта ҡараңғы, өйҙәрҙә ут алынған — ҡышҡа ҡарай көн бик ҡыҫҡа шул. Ә төн оҙон, таң атмай талсыҡтыра.

Ҡартәсәйем дә, беләм, күп төндәрен йоҡоһоҙ үткәрә (мин һаман уның менән йәнәш түшәктә әле). Ҡай төндә, түҙмәй, миңә белгертә уяу ятҡанын:

— Нурия, ҡолоҡасым, һин нимә тип йоҡоңдо осороп ыҙаланаһың, тәмле була лаһа йоҡо йәш саҡта?

— Мин йәш түгел, ҡартәсәй, ҡарт, — тим. Үҙем дә шуға ышанып ҡуям бәғзе ваҡыт. Ҡарт булмаһам, атайым менән әсәйемә булған дәғүәләр минең күңелемде шулай айҡар инеме ни? Ана, Мәүлиҙәнең бер белгәне – "5"-легә уҡыу, аҙаҡ институтҡа инеү, ҡалаға барыу, морожный ашау. Тағы – кемдең күҙе кемгә төшөүен тикшереү. Ә мин сәбәп эҙләйем: ниңә сителеп олаҡты атаҡайым? Бүренең бүреһе урманына ҡаса, эттең эте ояһына ҡайта... Әсәйем дә инде, иренә эйәреп китер ҙә аҙаҡ илап еңер, кире алып ҡайтыр ине Толпарлыға. Ҡартәсәйем дә, шул аҡылы, шул ихтыяры була тороп, улын үҙенсә бөгә алманы. Улар ҙа ғәйепле! Ана лаһа, Рабиға апай Әмин абыйҙы балаға күмеп ҡуйған да бер ҡайҙа ла ебәрмәй. Ҡырҙан килгән ирҙәрен ошонда тамырландыра хатта йүнле ҡатындар: мәҫәлән, Гуля-Гөлсөм апай участковый булып Стәрле ҡалаһынан килгән милиция Сәмиғуллинды ауыл ирекәйе иткән дә ҡуйған. Инде яловый итектәрен ялтыратып, фуражкаһын ҡырын һалып, ярты урыҫса, ярты татарса һөйләшеп йөрөй ине баштараҡ, тиҙәр, хәҙер күр — ата башҡорт, урындағы халыҡтың телен белеү беҙҙең эштә уңыштың яртыһы ул, тип аңлатып та ҡуйған, беҙҙеңсә һуҡалап маташыуыңды ярамһаҡланыуға бөгөргәме, тип һораған берәүгә.

Гөлсөм апайға ғашиҡ булған ул, әйткән, ти, бит: "Чукын дисәң, чукынырмын, синең хакка, Гулякаем", — тип. Кеше ерле юҡты һөйләмәҫ инде. Шулайтып, суҡына яҙып, өйләнгән. Инде уның ҡатыны халыҡ араһында ҡуш исем менән йөрөй: Гуля-Гөлсөм. Ике ҡыҙҙары бар, йәғни Сәмиғуллиндың (уны ауылда фамилияһы менән йөрөтәләр, милиция булғас ни) ҡойроғо ҡатҡан Толпарлыла. Әйткәндәй, Гуля-Гөлсөмө уға «әттәгенәhе» тип татарсалап өндәшә, шул бер hүҙ менән арбай. Килешкәндәр инде...

Бәс, минең атайым Баязит Ҡарамырҙиндың балалары юҡмы ни? Әсәйем, бахыр әсәкәйем, игеҙәктәр табып та ҡараны?!. Ярар! Был һағыш күленә күп сумғаным бар... Фекеремде көсләп икенсе юҫыҡҡа борам. "Чукын дисәң, чукынырмын" тигәне хикмәт әле анау Сәмиғуллиндың, милиция башы менән. Был хаҡта ла ҡартәсәйемдән тотоп һорашмаһам, исемем Нурия булмай ҙаһа?

— Ҡыҙыҡ, иветә, ҡартәсәй, Сәмиғуллинды әйтәм, кем уны суҡындырырға тора инде башҡорт ауылында? — тип "әңгәмәгә шим һалып" (Бүреһуҡҡан олатай һүҙе) ебәрҙем.

— Аҡ батша заманында, Ҡазан ханлығын ҡолатҡас, татарҙарҙы көсләп суҡындырғандар, шунан ҡалған hүҙ...

— Аҡ батшаға беҙҙең олатайҙар баш һалған. Суҡынмаҫ өсөнмө?

— Кем һөйләй шуларҙы, ошо баланың башын ҡайнатып? Әхмәҙин ағайҙыр, күп булһа. Һүҙе бөттө ҡартәсәйҙең. Ҡыҙыҡ тойолдо был тарих миңә. Бер тура килтереп, Әмин абыйҙан да төпсөндөм.

— Тарихсы булырға уйлашаһыңмы әллә, Нурия? Бул, шунан да мауыҡтырғыс фән юҡ, тиер инем – математика бар. Ә беҙҙең ырыу башлыҡтары суҡыныуҙан да, эйе, ҡотҡарған халыҡты. Рәсәйгә ҡушылғас, килешеү төҙөлгән, шуға ярашлы башҡорттарға үҙ динендә тороу, үҙ ҡағиҙәләрен тотоу һәм ергә аҫабалыҡ хоҡуғы бирелгән. Ул хаҡта, уҡығың килһә, минең һандыҡта үҙебеҙҙең мәғрифәтсебеҙ Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың яҙмалары, Тәтегәс бейҙең шәжәрәһе бар.

— Ә кем ул Тәтегәс бей?

— Юрматылар ырыуы башлығы. Аҡ батшаға 100 һуҫар тиреһе менән яһаҡ түләргә килешкән.

— Ә-ә, улай икән... Рәхмәт, абый...

Һай түгел был күл, тарих күлен әйтәм, мин әле уға ярҙан ғына (сумыу ҡайҙа?!) ҡарайым: тәрән, сикһеҙ! Ымһындырғыс тәрән...

7

[edit]

Беҙҙең алтынсы синыф ҡыҙҙарына был ҡышты әллә нимә булды ул? Утын өйөлгән, һыулы биҙрә, таҡта һөртөргә сепрәк-фәлән эленгән мейес араһына өймәкләшәләр ҙә шыбырлашып, ҡытҡылдашып бер булалар. Айырыуса күрше Айыусы ҡыҙҙары шулай итә. Минән бигерәк тә һүҙ йәшерәләр. Мәүлиҙә әйтә, улар беҙҙән өлкәнерәк, шуғалыр, ти. Айыусыла дүрт йыллыҡ ҡына мәктәп, артабан беҙгә алты-ете саҡрым йөрөп уҡырға, шуға ул ауылда балаларын hигеҙ-туғыҙ йәш тулмайынса уҡырға төшөрмәйҙәр икән. Әтеү теге ҡыҙыҡайҙарға ун дүртәр йәшме? Мин ун икемә генә киттем, Мәүлиҙә ун өсөнә – бер синыф алға ла hикерҙек бит. Айыусы ҡыҙҙарына ҡыҙығып ҡарай башланым хәҙер. Берәүһе, Әсмә исемлеһе, бигерәк шуҡ, үткер телле. Уҡыуы насар, ә үҙе зирәк кенә күренә. Биш йәшенән әсәйһеҙ ҡалып, атай тәрбиәһендә үҫкәнен белгәс, уға ярҙам ҡулы һуҙғым килде.

— Әсмә, мин һине рус теленән шефлыҡҡа алам, ә Мәүлиҙә математиканан отҡор, әгәр теләһәң? – Шулай тинем, бер яйын табып. Сөнки Айыусы ҡыҙҙарына яҡынайғым килде. Былтыр улар, ятһыныпмы, шым ғына ине, күр, быйыл үҙҙәрен кластың хужаһы итеп тоялар. Беҙҙең ҡыҙҙар былар янында тауыҡ эргәһендәге сепей кеүек, ә малайҙар хаҡында әйтеп тә тормайым: көҙгө әтәстәр шикелле муйындарын урмайтып, төртөшөп йөрөйҙәр шунда. Бер Кәбир генә араларында әҙерәк күҙгә эленә.

Шунда уҡ риза булды Әсмә. Икеһе лә кәрәк: рус теле лә, математикаһы ла — Өфөгә һатыусылыҡҡа уҡырға кергем килә, етенсенән һуң, ти. Бушҡа өйрәтмәҫһең, атайым солоҡ балы бирер, ундай бал Айыусыла ғына, йөҙйәшәр ҡарағай ҡыуышында, бер солоҡтан утыҙ кило сыға, тип нығытып та ҡуйҙы. Әлүктән әҙер һатыусы hымаҡ?

Дуҫлашып алдыҡ. Мәүлиҙә, әллә мине көнләшеп, Әсмәне өйрәтешкеһе килмәне, өйҙә бушамайым, тип һылтауланы. Әй, яңы әхирәтемде генә һөйрәрлек белем үҙемдә лә бар, «2»-ле тоҡсайы түгелмен. Атаһынан рөхсәт алып, аҙнаһына бер көн беҙҙә ҡуна ҡала башланы Әсмә. Өйҙәгеләр ҡаршы килмәне, өй ҙур ҙаһа. Камил менән Камила ҡайһы ваҡыт ҡамасаулай, тап беҙ дәрес әҙерләп ултырғанда кәрәк булып китә уларға һүрәт төшөрөргә, минән ҡалған Әлифбаны асып хәреф өйрәнергә. Юрамал ҡаты итеп "уҡыта" башлайбыҙ ҙа тегеләрҙе, тиҙ үк ялҡып, йоҡларға һыпырталар.

Етенселә Әсмә математиканан ныҡлы «3»-кә, рус теленән «4»-кә уҡый багшланы. Ә Яңы йыл кисәһендә бер мәрәкә булды, ҡыҫҡаhы, яңы әхирәтем үҙенең шаянлығын тағы бер ҡат раҫланы. Мәктәптә карнавал ойошторҙолар, беҙ өлкән синыфтар менән бергә кискеһен килдек байрамға. Айыусыларҙы ат егеп, санаға тейәп килтергәндәр. Алдан күрмәнек карнавал костюмдарыбыҙҙы, төрлөбөҙ төрлө мөйөш-һәйештә кейенеп, матур итеп биҙәлгән, йым-йым итеп торған шыршы тирәһенә йыйылдыҡ. Төлкө лә бар, бесәй ҙә, Буратино, моряк — ниндәй генә костюм уйлап тапмағандар. Мин индианка булып кейендем. Зөлхизә өләсәйемдең хәйерлегенән 4-5 метрлыҡ тауарын инәлеп һорап алдым да, шуны күлдәк тышынан урап, осон Шәрифә апайым бүләк иткән брошка менән ҡаҙап ҡуйҙым. И, әлдә шул апаҡайым бар, ауылға ҡайтҡылап тора, ҡайтҡан һайын берәй матур әйбер алып килә. Сәсемде икенән үреп арҡама һалдым, ике ҡаш араһына буяу һөрттөм дә, эш тә бөттө: мин — ҡойоп ҡуйған һинд ҡыҙы. Шунда баштан-аяҡ тетелгән йүкәгә уранған берәү ауыртҡансы беләгемде семтеп ҡасты. Йүгереп барып тотҡайным, үҙен дә бороп семетәйем тип, теге "Сеү!" тип ым бирҙе. "Кем һин?" — тим. "Бисура", — ти. Ысын, әй, һуйған да ҡаплаған бисура. Хәйер, уны, бисураны, кем күргән? Күҙенә ҡараһам, бәс, Әсмә бит! Уның ғына күҙҙәре шулай ут булып яна ала. Бармағымды иренемә тейҙереп алдым, йәнәһе, — ләм-мим. Мәҙәк күреп, гел әлеге бисура тирәһендә өйөрөлдөм. Бына бер саҡ математика уҡытыусыһы Сәкинә апа килә ята, туп-тура бисураға табан.

— Ҡыҙыҡай, карнавалдан һуң йүкәңде миңә бирерһең әле, берәй йыуғыслыҡ, — тине апа. Ишетеп торам. Шул мәлде теге ялбыр йүкәләр араhынан бисураның ҡулы килеп сыҡты.

— Шиш! — тине бисура һәм күрһәтте лә «шиш»ты. Сәкинә апай текәлеп ҡарап торҙо ла уҫал итеп бармаҡ янаны:

— Бына мин һиңә ҡуйырмын әле математиканан яҡшы отметка. Институт хәҙер һиңә – "шиш!" Ҡурҡыр, тиһәм, бисура ла бирешмәне:

— Нимәгә миңә ул институт, бер йыуғыслыҡ йүкә һоранып йөрөргәме? – тине юрамал ҡарлыҡҡан тауыш менән. Әсмә әхирәтем генә шулай ҡыйыу була ала! Ғорурландым. Үҙем, ҡурҡыштан, тиҙ генә ҡулынан етәкләп, кеше араһына алып барып индерә һалдым бисураны. Апа ла ҡыуа төшмәне, аҙаҡ белерем әле кем икәнен, тигәндер.

— Танынымы икән? — Әсмә барыбер шөрләгән әҙерәк. — Һатыусылыҡҡа математиканан имтихан бар, тик апа «2»-ле сығарһа?

— Танымаған ул һине, әтеү исемең менән әйтеп әрләр ине.

— "Ҡыҙыҡай" тине бит.

— Йүкә араһынан сәсеңдең таҫмаһы күренә ләһә... Шунан Әсмә бер ҡараңғы класҡа кереп, бисуралығынан ҡотолоп сыҡты. Эстән йәйге күлдәк кейгәйне, аҡҡа зәңгәр сәскә төшкән. Аптырап торманы, таҫмаhын hүтеп сәсен тағатты ла, кеҫәhенән ҡыҙыл косынка сығарып, башына бәйләне:

– Ударница Наза! — тине лә, "Наза, Наза, Наза уңған ҡыҙ бала..." тип көйләп, мине байрам шауы hарҡылған яҡҡа әйҙәне...

Һиҙәм, Мәүлиҙә әхирәтем мине Әсмәнән ысынлап көнләшә. Иҫәркәй, тыуа-тыуғаныбыҙ бирле бер урамда уйнап, Әмин абыйҙың "бәрейе ҡупҡанда" икәүләп ҡурҡып, күп нәмәләрҙе уртаҡ кисереп, уны ташлап ҡуямдыр шул? Атайым ҡырға сығып китеп, буҙлап ултырғанымда, башҡа берәү түгел, Мәүлиҙә әйтте бит әле миңә: "Илама, Нурия, мин һиңә атайымды биреп торам", — тип. Уларға барһам, ҡолағыма шыбырлай hала торғайны: "Атайым — һиңә, уйнап туйғас, ҡалдырып китерһең". Әлбиттә, Әмин абый менән уйнамайым, ә Мәүлиҙә менән. Уларҙың өҫтәлдәре ҙур ине, шунда теҙелеп ултырып ашайҙар, дәрес әҙерләйҙәр. Күмәкләп. Күңелле. Ә беҙ Мәүлиҙә менән шул өҫтәл аҫтында йомаҡ әйтешәбеҙ, туҙға яҙмаған әкиәттәр уйлап сығарабыҙ: имеш, бер бабай төнгә ҡалып урмандан ҡайтып килhә, ҡаршыhына сәстәрен ялбырлатып албаҫты килеп сыҡҡан... Абау! Имеш, бер бисә эңерҙә йылғала кер сайҡап торhа, баҫмаға шүрәле килеп ултырған да оҙон йөнтәҫ бармаҡтарын йәлпелдәтеп саҡырған: «Кил әле, ҡыҙый, ҡытыҡлашайыҡ»,– тип... Абау! Ҡыҙыҡ та,ҡурҡыныс та – ныҡ шөрләй башлаhаҡ, иҙәнгә төшөрөп тиерлек өҫтәлгә ябылған клеенканың ситенән күҙ hалабыҙ: икебеҙгә берәү булhа ла атай бар, ана, йотлоғоп гәзит уҡып ултыра. Ишбирҙеләре тыуғас, өҫтәл аҫтына, бөтә өйгә шул малай хужа булды...

Үҙенсә, Мәүлиҙә мине Айыусы ҡыҙҙарынан биҙҙерергә тырыша, тегеләрҙең алама ғәҙәттәренә күҙемде аса. Уларының тәнәфес һайын мейес артында шыш-быш килешеп торғанын күрәм. Мәүлиҙә барып тыңлап та килгеләй. Бер шулай, аңдып торған еренән, күҙе дүрт булып килеп ултырҙы партаға: "Ҡыҙый, тегеләрҙең айлығы башланған!” — ти.

Минең дә күҙ дүрт булды. Беҙгә, ҡыҙҙарға, "Йорт эштәре" тигән дәрестә Рәлиә апабыҙ аңлатҡайны ул турала. "Менструация башланыу — ҡыҙҙарҙың өлгөрөп етеүе билгеһе, — тигәйне. – Ул айына бер тапҡыр була, шуға ябай телдә "айлыҡ" тип тә йөрөтәләр”. "Өлгөрөп етеү" тураһында апанан ентекләберәк һорағы килә ине, оялдыҡ...

— Бәс, әтеү улар кейәүгә барһа ла буламы? — Мәүлиҙәнән һорайым — ул ҡайҙан белһен инде? Ә юҡ, белә икән. Апайҙары бар ҙаһа.

— Эйе, — ти, — хатта бала таба алалар.

— Кит!

— Һинең айлығың юҡмы әле?

— Юҡсы!

Шул һөйләшеү икебеҙҙе оторо ныҡ яҡынайтты. Бер иш етешһеҙлегебеҙ барсы: ана, башҡалар "өлгөрөп еткән", ә беҙ һаман — бала-саға, һары томшоҡ...

Теге «шиш» хаҡында ла шипкерттем Мәүлиҙәгә бер юлы. Әсмә хәҙер имтихандан ҡурҡа, тинем, математиканан «2»-ле ҡуйыр Сәкинә апа,тип.

– Ҡурҡмаhын, быйыл етенселәргә сығарылыш имтиханы булмай,– тип тағы күҙемде дүрт итте Мәүлиҙә, – hигеҙенсенән hуң бирәсәктәр таныҡлыҡты. Ә уңарсы Әсмәне кәмендә «4»легә тартырбыҙ, отҡор бит ул.Тик hин уға әүрәп, мине онотма...

И, әхирәтемде, киң күңелле ҡайhылай! Көнләй мине көнләүен, әммә Әсмәне ташлай алмайым. Ҡышҡы каникулдан һуң тағы бер хәл булды, шунан бирле мин Әсмәнең дә ысын дуҫ икәненә тамам инандым. Айыусы ҡыҙҙары ла уны минән ҡыҙғанып йөрөгән әллә? Юҡһа, анау хаслыҡты ҡылырҙар инеме ни?

Бер көндө тәүге дәрес, ни сәбәптәндер, булманы. Малайҙар уйнарға сыҡты. Ә беҙ, ҡыҙҙар, класта ултырабыҙ. Дөрөҫөрәге, ауылдыҡыларҙан мин генә ҡалғанмын, бүтәндәре өйҙәренә таралышҡан, икенсе дәрескә килеп етә алалармы, юҡмы — уны уйламайҙар. Шунда Айыусы ҡыҙҙарының береһе мине мейес араһына саҡырҙы. Барҙым, әлбиттә. Һәр кем дә аяҡ баҫа алмай ул серле мөйөшкә, эйе, улар унда саҡта.

— Нурия, нишләп үҙеңде ҡарамайһың, — тип башланы береһе.

— Ҡашың сабата кеүек бит, йәмһеҙ, — тип өҫтәне икенсеһе. — Әйҙә, ҡыйғаслатайыҡ шул ғибрәт ҡашыңды, йөрөмә ҡара морда булып. Иҫемде йыйып өлгөрмәнем: үпкәләргәме быларға, рәхмәт әйтергәме — мине мөйөшкә ҡыҫырыҡлап, ҡулдарымдан тотоп, бәләкәс кенә йылтыр бер тимер ҡыҫҡыс менән ҡашымды йолҡорға тотондолар, әллә икәүләшеп, әллә өсәүләшеп, күҙгә уттар күренде, әсе итеп ҡысҡырып ебәрҙем. Ярай, шул минутта Әсмә килеп керҙе, урамда булып ҡалған икән. Тауышты ишетеп, теге ҡыҙыҡайҙарҙы арма-торма төрткөләп, мине айырып алды.

— Ҡара морда, тинеләр...– Әхирәтемә ошаҡлайым тегеләрҙе.

— Фамилияң Ҡарамырҙина булғас, — тип йупайтлай был мине.

— Морданың нимә икәнен генә беләм! Ҡарасман булғанға үсекләйҙәр. Ә миңә хәҙер ныҡлап шул ҡушаматты таҡһалар?!

— Таҡтырырмын мин уларға, үҙҙәренә унарҙы йәбештереп ҡуйырмын!

Ышанам Әсмәгә, шулай итер ҙә. Мәктәптән ҡайтышлай Мәүлиҙәгә лә һөйләнем был ваҡиғаны. Ул өйөнә ҡайтмаған, Ишбирҙенең класы тирәһендә, ишекте ҡыҫып ҡараштырып йөрөгән, шаярмай микән дәрестә ул ен ботағы, тип. Быйыл беренселә уҡып йөрөгән була уныhы...

— Мин булһам яныңда, айыусылар улай шаша алмаҫ ине, — тигән булды Мәүлиҙә ихлас итеп.

— Эйе шул. — Мин дә ихлас .

— Ә һин фамилияңды үҙгәрт! — Мәүлиҙә шулай йыш ғәжәпкә ҡалдыра, уның һүҙҙәре көтөлмәгәнсә була, минең башҡа ла инмәгәнсә. Атаһы Әмин абый белеп әйтәлер, математиктар яhай донъялағы бөтә асышты, тип. Мәүлиҙә шул фәндән берәүҙе лә алдына сығармай бит.

— Өйөң тулы фамилия, — тип дауам итте әхирәтем, — тот та шуларҙың берәйһенә алмаштыр.

— Өйөм тулы?.. Ҡарамырҙин — атайымдыҡы, ҡартәсәйемдеке лә шулай. Зөлхизә өләсәйем Нәҙерғолова. Туҡта, ул – тәүге бабайынан ҡалған фамилия, ә ҡурайсы олатайым Аҡсурин булған. Эйе, әсәйемдең ҡыҙ фамилияһы лаһа – матур, иветә?

Яйлап был һөйләшеүҙе оноттоҡ, мәктәп балаһының ҡулынан килмәҫе билдәле лә фамилия алмаштырыуҙың. Айыусы ҡыҙҙары ла онотто "ҡара морда"ны.

Ә оҙаҡламай миңә Әсмәнең изгелеген ҡайтарырға мөмкинлек тыуҙы. Үҙенә үк түгел, бүтәнгә. Ҡартәсәйем әйтә, изгелекте уны шулайтып та ҡайтарып була, ти.

Икенсе синыф уҡытыусыһы мине, октябряттарының вожатыйы булғас, бер дәрескә балаларға күҙ-ҡолаҡ булырға ҡалдырып торҙо, үҙен агитпунктҡа саҡырғандар, "Молния" сығарырға – стена гәзите, унда колхоз ялҡауҙарын тәнҡитләп яҙалар. Балалар, мине белгәс, аптыраманы, тауыш-тынһыҙ ғына парта араһына ултырыштылар.

— Нимә бирелгәйне өйгә эш итеп?

— Әкиәт уҡырға. Һороҡай тураһында.

— Йә, кем һөйләй?

Зөлфәр исемле малай ҡул күтәрҙе. Таҡта янына саҡырҙым, үҙем, ысын уҡытыусы һымаҡ, өҫтәл артында ултырам. Малай минең янға сығып баҫып, һөйләй башланы. Урманда аҙашып, ҡырағай йәнлектәрҙең ҡотон алған бесәй хаҡындағы әкиәт. Зөлфәрҙең тасуири итеп, килештереп һөйләүе таң ҡалдырҙы мине.

— Һороҡай, эстән ҡалтыранһа ла, урмандағы йыртҡыс хайуандарҙы ҡурҡытырлыҡ ҡалын тауыш менән мырауланы: "Мырр-рам, мырр-рам, бөтәгеҙҙе лә ҡырр-рам!" — Зөлфәр шулай тип көсәнеп әйтте лә шымып ҡалды.

Ҡолағыма нимәлер сөбөрләгәне ишетелде. Көсәнгән ыңғайға малай бес итеп ебәргән дә шуға ҡурҡып шымтайып тора икән. Класс белмәй ҙә ҡалды теге эште, мин яман тауыш менән ҡабатларға керештем: "Мырам-мырам..." Үҙем баланың салбарына ҡарайым — еүешләнмәгән, бот буйлап сәптергәндер.

— Дауам ит, Зөлфәр, маладис, — тигәс, малай ни, дәртләнеп, артабан һөйләргә кереште. Йәғни мин дә берәүҙе ауыр хәлдән йолоп ҡалдым. Шул уйҙан бына әллә нисәмә көн күңелем ирәйеп йөрөй.

Һәүетемсә бара шулай тормош. Көндөҙ – мәктәп, кисен – кәнсәләр. Шул кәнсәләр тупһаһында гәпләшкән ағай-бабайҙарҙы тыңларға уғата әүәҫләнеп алдым. Эшемде эшләп йөрөйөм, ҡолағыма хәбәрҙе элеп йөрөйөм. Өйҙә гелән ҡатын-ҡыҙ булғас, Камилды иҫәпләмәгәндә, миңә ифрат мауыҡтырғыс ир-аттың хәбәре. Бөтөнләй икенсе нәмәләр хаҡында һүҙ йөрөтә улар, ҡатындар һымаҡ һыуалған һыйыр, йыуылмаған кер, өҫтө килмәгән икмәк, имсәк ташлаған бала һәм башҡа йөҙ ишеткән һүҙҙе тылҡымайҙар. Һуңғы арала ағайҙарҙың ҡорған әңгәмәләре гелән кукуруз, кәзә тирәһендә әйләнә.

— Тотош СССР-ҙы кукуруз менән күмә бит был Никита Сергеевич, ә? Ҡайҙа үҫә, ҡайҙа үҫмәй ҙәһә инде ул?

— Беҙҙең яҡты күмә алмаҫ, ана, шәкәр сөгөлдөрө киңәйә. Күршеләр, Ҡырмыҫҡалы райондары, данланды бит ысвиклалары менән. Банат Батыроваларын тотош ил белә.

— Мин уны күреп беләм, Үтәгәндән бит әсәйемдең нәҫеле. Шул ауылдың Сәйетғәле тигән кешеһендә ирҙә ул Банат. — Быны түбән ос Закир ағай әйтте, тауышы уныҡы. Шунда, әллә ҡайҙа, туғандары бар икән, ә?

— 1948-ҙә, шикелле, Ленин ордены бирҙеләр Банат Батыроваға, яңылышмаһам? — Бүреһуҡҡан олатай ҙа, мөмкинлектән файҙаланып, үҙенең хәтерле икәнлегенә баҫым яһап ҡала.

Шунан кәзәләргә төшөп китәләр. Һыйыр малын ҡыҫҡартырға ҡушҡаны өсөн Хрущевтың тетмәһен тетеп һалалар.

— Кәзә лә булдымы мал! — тип бахыр кәзәне, һөтөн һауып эсеп, мамығын тарап алып изгелек күреүҙәрен онотоп, бөтөрөп ташлайҙар. Нимә генә һөйләмәһендәр, һәр осрашыуҙа "һуғыш" тигән һүҙ ҡалҡып сыҡмай ҡалмай. Был ағайҙарҙың тормошо, гүйә, ике осорға бүленгән: һуғышҡа тиклем һәм һуғыштан һуң. Мин ул ике осорҙо ике яр, аръяҡ һәм бирьяҡ итеп күҙаллайым, ә уртала, ҡайнап торған ут, ҡан, күҙ йәше урғылып аҡҡан тарафта, — һуғыш үҙе. Моғайын, тамуҡ шундайыраҡ булалыр? Үҙем күрмәгән һуғышты уйламай, пәйҙәләп ҡарамай булдыра алмайым, сөнки мин белгән кешеләрҙең күбеһе уны көн дә иҫенә төшөрә. Зөлхизә өләсәйемдең уландарын, ҡурайсы олатайымды йотҡан ул тамуҡ. Әсәйемде яратҡан Барый ағайҙы һәләк иткән, күрше Ғәҙилә инәйҙе хыялыйландырған. Мансур ағайҙың ҡулын өҙөп алып ҡалған… Клуб янындағы обелискыға һуғышта башын һалғандарҙың исемлеге яҙылған, уҡып осона сығып етмәҫлек. Бер Мәүлетҡоловтар ғына ундан ашыу, буғай. Нәҙерғоловтар — бишәү, икәүһе минең бабайымдар: Рәхмәтулла менән Зәйнулла. Эйе, бөтә илдең, бар халыҡтың яҙмышын икегә айырып аға ул ҡанлы йылға. Китапты асһаң — фронт шиғырҙары, радионы ебәрһәң — фронт йырҙары, ағайҙарҙы тыңлаһаң — фронт хәтирәләре. Беҙ — һуғыштан һуң тыуған балалар, ул дәһшәтле осорҙо күргәндәй итеп кисерәбеҙ. Сөнки кесе йыhанда сағыбыҙҙа уҡ шул тиңһеҙ юғалтыуҙар хаҡында ишетеп, йөрәк ҡаныбыҙҙы hуғарҙыҡ, шул мәңге баҫылмаҫ әрнеүҙәр күҙҙәренә, hүҙҙәренә hеңешкән кешеләр араhында үҫтек. Камил менән Камилаға, бәлки, был шауҡым ҡағылмаҫ?

Бөйөк Еңеүҙең 15 йыллығын байрам итәсәкбеҙ. Толпарлы ғына түгел, барлыҡ Советтар Союзы, совет һалдаттары фашистарҙан азат иткән Европа илдәре тантанаға әҙерләнә. Етеп тә килә ул көн – 9 май.Тышта яҙ хөкөм hөрә, апрель елдәре өрә. Ҡояш бөтә йылыhын, яҡтыhын, сәмен ҡышты hындырыуға еккән,ҡайнар нурҙарын ергә көлтәләп ҡоя ғына. Ҡар бүҫкәрә, күҙгә күренеп йоҡара, емшей бара. Кисә башҡорт теле уҡытыусыһы һуғыш темаһына инша яҙырға ҡушты. Конкурс була, тине, уйларға бер аҙна ваҡыт бирҙе. Нимә яҙырға икән, нисек? Әллә бабайымдарҙы яҙайыммы? Дәфтәр тултырып теҙер һүҙем бар һымаҡ...

Кәңәшләшергә тип Бүреһуҡҡан олатайға киттем. Мин уны ихластан ҡан олатайымдай күрәм. Гел ҡатындар йәшәгән беҙҙең өйҙөң иң тоғро ярҙамсыһы лаhа. "Олатай ниндәй була?" тигән темаға инша ҡушһалар, мин тик уның хаҡында яҙыр инем. Ә атай хаҡында ҡушһалар? Моғайын, Сәмиғуллин иҫемә төшөр ине иң беренсе. Уның ике ҡыҙына күҙем ҡыҙа минең... Атайҙары сыйырсыҡ ояһы эшләп бирә, буран сыҡһа, уҡыуҙан ҡаршы барып ала, мәктәп алыҫ беҙҙең, ауылдың арғы осонда. Бер тыҡрыҡ аша ғына йәшәгәс, мин дә Сәмиғуллиндың шинель салғыйына тағылып ҡайтам, ә ул бер ҡыҙын, минән ике синыф алда уҡығанын, етәкләй, бәләкәсерәген күтәреп ала. Мине атайым тик бер генә тапҡыр күтәрҙе, армиянан ҡайтҡас... Шуға күрә уның хаҡында иншаға яҙыр һүҙем дә юҡ. Ә өрлөк-атай менән һөйләшеүемде, уны һағынып һығылып илауҙарымды яҙһам, диуана булған, тиерҙәр...

Бүреһуҡҡан олатай өйҙә күҙлек кейеп гәзит уҡып ултыра ине. Мәктәптә уҡыу эләкмәгән уға, үҙ алдына өйрәнгән.

— Дары еҫкәп ҡарамаған кеше яҙған быны! — тип гәзитте һелкеп-һелкеп алды ул, мине күргәс. — Нурия, мә, ҡысҡырып уҡы әле, күҙем әллә яңылыш күрә?

Уҡып сыҡтым. Мәҡәләлә фронттағы бер хәл яҙылған. Күҙ асҡыһыҙ ҡышҡы буранда, бер төркөм совет һалдаттары блиндажда бутҡа ашап ултырғанда, немец һалдаты аҙашып килеп керә. Командир быны ашатырға һәм штабҡа алып барып тапшырырға бойора. Беҙҙең бер һалдат "тел"де штабҡа алып китә. Юлда, приказды боҙоп, теге немецты ата ла үлтерә. Блиндажға ҡайтҡас, немец ҡасып китергә итте, шуға аттым, тип аңлата. Командирына дөрөҫөн һөйләй, улар икеһе бер төбәктән, яҡын дуҫтар икән. Ә командир приказды боҙған өсөн дуҫын ҡулға ала һәм штабҡа оҙаттыра, тик немецты үлтергән һалдатҡа әллә ни ҡаты яза бирмәйҙәр. Яҡташтар һуғыштан икеһе лә иҫән ҡайта, әммә шул хәлде онотмайҙар, бер-береһе менән ҡатышмайҙар.

— Ниңә, олатай, шыма ғына яҙылған даһа, — тигән булдым.

— Шыма, бик тә шыма! Әммә уныhы нисшут, любой дүрәк (олатайҙың, йәне көйhә, ике-өс урыҫ hүҙен туҡтауhыҙ ҡушып hөйләй торған ғәҙәте бар) яҙа хәҙер hуғыш тураhында. Уйҙырма яҙыуҙары нервыға тейә, башҡаhы нисшут, вәт тәк. Һин йәш бала, һуғыш төшөңә лә инмәгән, барыбер, аҡылың булһа, ышанмаҫ инең мынау гәзиттәгенә. Әллә ышандыңмы?

— Әллә...

— Һин бына күҙ алдыңа килтер. Һалдат икәнһең, ти. Ҡулыңда автомат. Илеңә баҫып кергән фашист, донъялағы иң хас дошманың, ҡапыл ҡаршыңа килеп баҫа. Нишләр инең? Тиҙ яуап бир!

— Атып йығыр инем!

— Ә ниңә уға бутҡа ашатмайһың?

— Ул бит ҡунаҡ түгел, дошман. Минең ике бабайымды үлтергән.

— Теге командир урынында нишләр инең?

— Ә, бәлки, ул "тел" ҡиммәтле булғандыр, олатай, берәй немец генералы?

— Генерал буранда бер үҙе йөрөмәй, ул йылыла, охран менән, сигәрит тартып, шнапс тигән араҡы йотоп ултыра. Был бахыр ябай нимес һалдаты булған инде. Йәл, эйе, ул да әҙәм балаһы, әммә һуғыштың үҙ ҡануны: йә һин дошманды үлтерәһең, йә ул — һине. Ысын дөрөҫөндә иһә блиндажға килеп ингән ул нимескә бер ыңғай ун һалдат атып ебәрер ине. Ундай мәлдә тиҙлек хәл итә, беҙҙең старшина әйтә торғайны «реакция» тип. Аҙаҡ, атҡас, уйлап та ҡуйырҙар ине, быны "тел" итергә лә булған... Әммә тәүге реакция: дошманды юҡ итергә! Вәт.

— Бүреһуҡҡан олатай, һин үҙең Мәскәүҙе һаҡлап ҡалғанһың немецтан, һөйлә әле шул турала?

— Ҡайҙан белдең уны, Нурия?

— Кәнсәләр йыйыштырғанда ишеттем, үҙең әйттең дә...

— Мәскәүҙең үҙендә үк булманыҡ, ә уны һаҡлауыбыҙ хаҡ. Калуга өлкәһенең Чернышено тигән ауылы эргәһендә һуғыштыҡ. Унан — туп-тура Мәскәүгә юл ята, дошманды үткәрһәң, баш ҡала ҡоланы, тигән һүҙ. Үткәрмәнек! Беҙҙең хәрби частың һалдаттары тотошлай тиерлек һәләк булды. Окопта, автомат тотҡан килеш, hуңғы минутынаса атышып, ҡан ҡатыш тупраҡҡа күмелеп ерләнде улар... Донъяның аҫты өҫкә әйләнде унда: ике яҡлап та туптар атыла, пулялар һыҙғыра — мәшхәр, балаҡай. Мәскәү оборонаһы бит. Тәбиғәт үҙе лә ярҙам итте беҙгә,тыуған ер азатлығы өсөн hуғышыусыларға: декабрь hалҡындары әҙ немецты туңдырып үлтермәне... Ә беҙ ҡыштан ҡурҡмайбыҙ,сыныҡҡанбыҙ. Бер һалдатыбыҙ ҙа бер аҙым да артҡа сигенмәне. Артта — Мәскәү, унда, Генштабта, — Сталин үҙе!

Олатайҙы ныҡ тулҡынланып тыңланым. Аҙаҡ автомат тотҡан көйө аяғүрә үлгән, окопта ҡанлы тупраҡҡа күмелгән совет һалаттары күҙ алдымдан китмәй йөҙәтте. "Мәскәүҙе һаҡлаусылар" тип инша яҙғас ҡына, күңелемдәге тетрәнеүҙәр дәфтәр битенә төшкәс кенә тынысландым. Төп геройым, әлбиттә, Әхмәҙин Көҫәпҡолов олатай ине.

Иншама "5"-ле алдым. Дәрестә маҡталғас, Айыусы ҡыҙҙарының береһе: "Уйлап сығарырға Нурияны ҡуш", — тип һүҙ осорҙо. Һикереп торҙом да:

—Һуғыш ул һиңә мейес араһында ҡытыҡлашып тороу түгел! — тинем тегеңә. — Унда минең Абдрахман олатайым, бабайҙарым ятып ҡалған! Теге ҡыҙыҡай шым булды, башын хатта парта аҫтына тыҡты, оялышынан.

Иншам тураһында һөйөнсө алырға тип барһам, Көләкәс Сәғүрә әбей бошоноп ултыра. "Бабайың лапаҫта, Ыласын менән хушлаша", — ти. Атылып тышҡа сыҡтым. Ишеген ипләп кенә асып, лапаҫҡа индем. Олатай бер түмәргә ултырған, икенсе түмәрҙә Ыласын тора, ҡанаттарын ҡаушырып. Бер-береһенә ҡарашҡандар ҙа, гүйә, донъяларын онотҡандар. Миңә иғтибар итеүсе лә юҡ. Ыласындың ҡашы һелкенгәндәй булдымы?

— Һиҙә ҡыйғыр ҡош, һиҙә, — тине олатай. – Азатлыҡты кем көҫәмәй?! Ана, бүренең бүреһе – әҙер тамаҡ, йылы оя ине — ташлап, урманына ҡасты. Иреккә! Һарыгүҙ бәйгә ултырҙы... Кем нимәгә өйрәнгән шул... Ә бөркөттөң көнө — һауала, бейектә! Барыбер ныҡ эйәләшкән, йәлләй мин ҡартты...

Ҡулымдан етәкләп тышҡа алып сыҡты ла олатай, ауыр көрһөнөп, миңә сер систе:

— Ыласынды иреккә осорам.

— Ә Кәбир? — тип әйткәнемде белмәй ҙә ҡалдым.

— Нурия, һин беләһеңме дуҫыңдың рәсем төшөргәнен (һүҙҙе ситкә борҙо)? — Һай, маhир ул. Рәссам булырға хыял итә икән. Булыр, тамсы ла шикләнмәйем.

— Беләм. Кластың стена гәзитен икәүләп сығарабыҙ: мин төртмә шиғырҙар яҙам, ул һүрәт төшөрә. Байрам шиғыры ла яҙам, кәрәкһә.

— Һы, стенгәзит... Һин уның башҡа һүрәттәрен күргәнең бармы? Әйҙә әле, береһен күрһәтәм, миңә бүләк итте. Һандыҡҡа һалып ҡуйҙым. Һүрәтте күреп, телһеҙ ҡалдым. Йылға ярында ат өҫтөндә аҡ сәсле мөһабәт ҡарт ултыра, яурынында — бөркөт. Я рабби! Был бит – Бүреһуҡҡан олатай, ә яурынында — Ыласын. Тымыҡ ҡына ағып ятҡан йылғаның үҙәне күкшел-йәшел күрән менән ҡапланған — үҙебеҙҙең Күрәнле! Ана, Әнкәләр осо, Хәйрулла ағайҙар йорто шәйләнә беленер-беленмәҫ кенә. Арыраҡ — иген баҫыуы, йәй мәлелер, арыштар зәңгәрһыуыраҡ төҫтә, бик бейек тә үҫмәгәндәр, улар араһында торған ҡыҙыҡайҙың тубығынан ғына әлегә. Ә кем ул ҡара сәсле, сандыр буйлы ҡыҙ? Алһыу күлдәгенең итәген ел елберләткән... Әллә мин ул? Мин шул!

— Алһыу күлдәгем юҡсы? — Ахырҙа телгә килдем. Бүреһуҡҡан олатай кинәнеп йылмайып тора, баяғы һағышлы ҡиәфәте юҡҡа сыҡҡан.

— Тимәк, ул, һиңә шул төҫ килешә, тип уйлай. Рәссам үҙе белә ниндәй буяу һайларға. Иғтибар ит әле, мин башыма нимә кейгәнем?

— Салауат батырҙыҡы кеүек йәшел ҡамсат бүрек.

— Ә бармы минең ундай бүрегем? Юҡ. Сал сәстәремде оҙон итеп төшөргән, мин сәсте шул хәтлемгә еткерәмме, кәнишне, юҡ. Ыласындың торҡаһы, күр, алтын менән уҡаланған! Мин менгән атты күр — толпар бит, ҡанаты ғына юҡ. Мин дә, һинең кеүек, аптырап һорағайным: ниңә улай ҡупшылап яһаған беҙҙе?

— Мин һине, олатай, Бөркөтсө ҡарт итеп төшөрҙөм, ә сал сәсеңде оҙон иттем, аҡһаҡалға килешә — аҡ аҡыл, саф күңел һәм оҙон ғүмер билдәһе, ти. Ә һинең образыңда — ысын башҡорт азаматы, ти. Бына бит егет нисек фекер йөрөтә, ауылда әрәм булып ятып ҡалырға тейеш түгел ул. Мин ҡартайҙым, ә Кәбир, Ыласынға алданып, Хоҙай биргән һәләтенән йә баш тартыр, шуны ла уйланым әле. Осорам Ыласынды. Килерһегеҙ Кәбир менән, өсәүләп осорорбоҙ. Ҡунаҡлар Аҡбейеккә, теләмәһә, йәм тапмаһа, Уҡтауға осор. Урал даһа, ҡайҙа ҡарама — бөркөт оя ҡорор ҡаялар.

— Олатай, Кәбир, тимәк, һүрәттәрен яртылаш уйлап сығарып төшөрә, үҙенсә күҙаллап? — Был һорауҙы биреүем осраҡлы түгел, уның "төбө" бар ине.— Ә ул, рәссам егет, хыялый түгелме?

— Хыялый түгел, ә хыяллы — шулай дөрөҫ булыр.

Уф, рәхәт булып китте. Эсемдән генә төрлө тасуир төйнәп, ерле юҡтан бәйән яһап йөрөүем дә, уйлағанымды кино кеүек күреүем дә диуана-хыялыйлыҡ түгел, улайһа, ә хыял йөрөтөү икән. Фариза еңгәм әйтмешләй, хисле асылымдыр?

8

[edit]

Бүреһуҡҡан олатайҙан күңелем боларып ҡайттым. Ыласын осоп китер... Ә мин Кәбиргә Бөркөтсө исемен һаҡлап тора инем. Рәссам икән дә ул. Хыяллы! Бына ышан ул малайҙарға, дуҫ булып йөрөй, исмаһам, берәй һүрәтен күрһәтһәсе? Йәшергән. Бүреһуҡҡан олатай уны "егет" тип ебәрҙе түгелме? Һөнәре булғас ни, егет инде. Мин генә йөрөйөм, имеш, бала хисабында, һөнәрһеҙ! Былай булғас, сығыр микән минән шәп ҡатын?

Башым тағы тубал булды. Әммә көҙгөнән барып ҡараманым. Уй күбәйгәндән генә баштың дәүмәле ҙураймағанын беләм дәһә. Мейенең йыйырсалары арта, ти. Ләкин мейе көҙгөнән күренмәй...

Иртәгәһенә Кәбир яғына боролоп та ҡараманым. Әллә һиҙҙе – мәктәптән миңә тағылып ҡайтты. Ауылдың тарихын һөйләйем, тип юхалана.

— Үҙем беләм, өйҙә ике тарихсы ҡарсығым бар, — тип кенә ҡуйҙым.

— Ә элекке исеме ниндәй булған ауылдың?– Кәбир үҙҙәренең боролошонда шулай тип һөрәнләп ҡалды.

— Һин белгәнде мин киптереп элгән! — Яһиллашып, тоҡойҙом үҙебеҙҙең яҡҡа.

Өйгә инеү менән ҡартәсәйемдән һорай башланым:

— Беҙҙең ауылдың боронғо атамаһы ниндәй булған? Яңыһын кем ҡушҡан? Ҡасан?

— Туҡта, тын ал тәүҙә, йүгерҙеңме әллә, йөрәгең дөп-дөп килә. – Ҡартәсәйем бер ҡулын түшемә ҡуйҙы, икенсеһе менән башымдан һыйпаны.

— И, ҡартәсәй, әлдә һин бар мине иркәләргә, — тинем дә саҡ илап ебәрмәнем. — Өләсәйем бала хөкөмөндә, үҙен йыуатырға кәрәк, әсәйемдең ваҡыты юҡ, игеҙәктәр бәләкәс... Йә, ярай ҙа...Икәүме ни беҙҙең ауылдың исеме?

— Совет власына тиклемге атамаһы Муллаҡай ине. Заманында ике мәсете, мәҙрәсәһе, атаҡлы муллаһы булған ауылыбыҙҙың. Йәш кенә көйө ул мулланы бында Бохаранан ебәргәндәр, ислам динен нығытырға. Ошонда йәшәп, ҡартайып донъя ҡуйған. Ғаилә ҡормаған, нәҫеле ҡалмаған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Бик тә зыялы булған ул, төркисә лә, фарсыса ла уҡый-яҙа белгән, ти. Мулла абыз тип йөрөткәндәр башта, аҙаҡ — Муллаҡай тип. Ҡайным,Ҡарамырҙа имам, йыш телгә алыр ине...

— Ә һин күрҙеңме мулла абызды, ҡартәсәй?

— Юҡ, әүәлерәк булған ул хәл, әле күсмә тормош көткәндә. Хәйер, беҙҙең халыҡ йәйге хозурлыҡта ғына йәйләүҙән-йәйләүгә күсенеп йөрөгән, ере күп булғас ни. Ә ҡышын гел бер урында йәшәгән... Эйе ләhә, шул зыялы инсан хөрмәтенә атаған боронғолар ауылды Муллаҡай тип. Ҡырластау итәгендә иҫке зыярат бар, шундағы таш ҡоймалы ҡәбергә иғтибар иткәнең бармы? Муллаҡайҙың ҡәбер-кәшәнәhе.

— Әүлиә зыяратымы? Айыусыға барған юлда, иветә?

— Эйе. Әүлиә булған Муллаҡай.

— Нисә йыл икән һуң беҙҙең ауылға?

— Һатыбал ҡартатайың силсәүиттә эшләгәндә, мәсет кенәгәләренәнме, әллә башҡа бер яҙыуҙанмы, ҡараған: Муллаҡайға кәмендә 700 йыл, ти торғайны. Тағы бер боронғо атамаһы булған әле ауылдың — Балсыҡлы тигән.

— Күршелә генә Аҡмәте ауылы бар, беҙҙең яҡта мәте менән балсыҡтан башҡа нәмә юҡмы ни? Тапҡандар...

— Элек шулай булған бит, яҡында ерек үҫһә – Ерекле, имән үҫһә, Имәнле тигән дә ҡуйғандар ауылды. Һирәкләп кеше исеме менән дә атағандар атауын.

– Мәҫәлән, Сәйетбаба, иветә? Беҙҙе унда экскурсияға алып барасаҡтар әле, Башҡортостанда иң ҙур башҡорт ауылы, ти. Әтеү ул Ер йөҙөндә, хатта ки бар Йыhанда, иң ҙуры! Оhо... Кем булған икән ул Сәйетбаба тигән кеше?

– Сәйет – түрә, башлыҡ тигәнде аңлата, ти торғайны ҡайным, сабыйҙарға исем ататыуға ҙур мәғәнә hалыр ине ул... Сәйетбаба беҙҙән апаруҡ алыҫ ята, миңә унда юл төшкәне булманы, ә hин бар, күр, ҡалма иптәштәреңдән, тим.

— Ә ҡасан беҙ Толпарлы булып киткәнбеҙ?

— Уныһын хәтерләйем. Мең туғыҙ йөҙ егерме hигеҙҙә,тәүге биш йыллыҡ иғлан ителгән йылды, райондан вәкил килеп, халыҡты сходҡа йыйып, ауылдың исемен үҙгәртеү мәсьәләһен күтәрҙе: "Дин — иҫкелек ҡалдығы, бөттө хәҙер Муллаҡайҙар!" — тине. Халыҡ геүләште генә. Әммә власҡа ҡаршы барып нишләйһең? Шунда берәү, әлеге Әхмәҙин ағай шикелле, Һатыбалдың дуҫы, әйтә ҡуйҙы:

— Йәмәғәт, беҙгә, йәштәргә лә, ҡолаҡ hалығыҙ әле! Әйҙәгеҙ, баш ҡатырмайыҡ, Толпарлы тип атайыҡ ауылыбыҙҙы. Ана, ҡарағайлыҡта Толпарсыҡҡан тигән күлебеҙ ҙә бар.

Бөтәһенең дә күңеленә хуш килде был тәҡдим, шулай хәл ителде. Бына шундай тарих, ҡолоҡасым...

Кәбиргә, моғайын, быларҙы Бүреһуҡҡан олатай һөйләгән, үҙе ҡушҡан даһа исемде. Матур ҙаһа — Толпарлы. Ә Толпарсыҡҡан күлендә һыу ингәнебеҙ бар ҡыҙҙар менән. Зөлхизә сабынлығынан йыраҡ түгел ул, бесән мәлендә өләсәйем, әсәйем, ҡартәсәйем, мин — әлеге шул дүрт ҡатын – гелән төшөп сайынабыҙ. Үҙе тәрән, үҙе саф күл, бер ҡасан да тонсоҡмай, һыуы нисек алмашына икән, ағып сыҡҡан урыны ла юҡ һымаҡ үҙенең. Борон-борон заманда ошо күлдең төбөнән ҡанатлы ат — толпар сыҡҡан, ти...

Һикелә мендәргә янтайып, сиратылған һарыҡ йөнөн урап ултырған Зөлхизә өләсәйемдең ҡулынан орсоғо тәгәрәне: беҙҙең һөйләшеүгә мәлйерәп, йоҡлап киткән. Олоғая ул, күҙгә күренеп сүгә. Төҫө уңа барған күҙҙәренә, йоҡарған ҡулдарына ҡарап, өләсәйемдең тамырҙарындағы йәшәү һутының әкренләп, шым ғына кәмеүен тоям. Ҡасан ғына әле ул Камила менән Камилды бәүетә ине, аяғына ҙур мендәр һалып, шунда икеһен бергә ятҡыра ла... Ҡартәсәйем дә бирешә башланы. Уҙған ҡышҡы каникулда ике малайы менән ҡайтып, бер аҙна тороп киткән Шәрифә апайым да: "Әсәйем ныҡ сауыҡҡан, әбей булған да ҡуйған", — тип балауыҙ hыҡты. Көн дә күргәс, иғтибар итмәгәнем, ысынлап та, былтыр ғына тап-таман камзулы үҙенеке түгел һымаҡ, килешһеҙ, киң күренә — төймәһен шылдырып баҫып бирәйем әле. Татар әбекәй биргән матур төймәм дә бар, «Казбек« ҡумтаhында ята, шуны баҫайым, һөйөнһөн ҡартәсәйем.

Йөрәгемде ҡапыл шом алды. Йөрәктең төбөнә боҙло һыу ҡойҙолармы ни... Йән өшөү шулай булалыр? Йәшәй генә күрһендәр инде өләсәйем менән ҡартәсәйем. Теге донъя уларһыҙ кителмәҫ, әлегә көтөп торһон, ҡасан да бер унда китмәй ҡалмаҫтар, тик ашыҡтырмаhын, оҙаҡ көтһөн! Әхирәт, ысын донъя – уны шулай атай заманында имам килене булған ҡартәсәйем, ғәҙәттә. Әгәр шул теге донъяның адресын белһәм, хат яҙыр инем, әлеге үтенестәремде теҙеп...

Әй, һапа түгел әллә, hапата мин, нимәгә аптырайым – теләк теләй беләм дәһә. Бик ихлас, зарығып теләһәң, ул күккә аша ла ҡабул була, ти. Шуға ышанам. Ышанғым килә. Шунда уҡ һике ситенә ултырып, устарымды ҡаушырып, ҡысҡырып теләк теләнем. Эстән генә, шыбырлап, хатта уй менән генә лә еткереп була теләкте, ә тауышыңды сығарһаң, моғайын, яҡшыраҡтыр: күктә теләктәрҙе ҡабул итеп ултырған Хоҙай Тәғәлә тиҙерәк иғтибар итер, әҙ тиме ни уға мөрәжәғәт итеүселәр, минең ишеләр?

— И, Раббым, Аллам! Зинһар, минең өләсәйем Зөлхизәгә, ҡартәсәйем Рәйханаға оҙон ғүмер бир! — тинем. Шунан өҫтәнем: — И, Хоҙайым, ғәзиз әсәйем Гәүһәргә лә, Камил менән Камила туғандарыма ла оҙон итеп бир ғүмерҙе! Үҙемдең дә оҙаҡ йәшәгем килә, и, Раббым, — тигәс, ихластан әйтеп ҡуйҙым: — Беҙҙе ташлап китһә лә, атайымдан да йәлләмә ғүмерҙе, зинһар, теләгемде ҡабул ит, Аллаһы Тәғәләм!

— Рәхмәт төшкөрө, Нурия ҡолоҡасым, атайыңды ла онотманың. Һай, оло бит ул атай хаҡы, изге бит ул! – Ҡартәсәйем яулыҡ осо менән күҙ йәштәрен һөртөп алды (илап ҡына бара һуңғы арала). — Балаҡай, әллә ошолай ихласлығың килеп торғанда, тағы берәй доға өйрәтәйемме, тиҙүк отоп алырhың?

— Отҡорлоғом бар ҙа ул, һүҙҙәре аңлашылмай...

— Тәфсирен дә белерhең, аңлатырмын. Ҡоҙағыйҙың ҡоҙағыйы әллә нисә доға ятланы, “Аятыл көрси”ҙе уҡып ултыра гелән.

— Һинең шикелле уҡымышлы түгелем шул мин, Рәйхана ҡоҙағый. — Өләсәйем, йоҡоһонан арынып, ҡолаҡ һалып ултыра, имеш, беҙҙең һүҙгә. — Нурия, миңә тиҙ ауырыу, анһат үлем телә, балам, ошоса йәшәгәнем еткән, шөкөр.

— Ни тигән һүҙең, ҡоҙағый? Оло кешенең хәтере туҙған була, тиеүем генә. Йәшәйек әле Хоҙай насип иткәнен. — Ҡартәсәйем шулай тип йомоп ҡуйырға иткәйне лә, өләсәйем туҡтаманы.

— Рәйхана ҡоҙағый, һүҙҙең дөрөҫө кәрәк, һин үҙең хәлле кешеләрҙең балаһы, әлепте таяҡ тип белгәнһең, атай йортонда уҡ. Ә инде ҡайны-ҡәйнәң, Һатыбал ҡоҙа хаҡында әйтәһе түгел. Байлыҡтары ла, ғилемдәре лә баштан ашҡайны. Ҡайның – указлы имам, ҡәйнәң – абыстай, ятламай түгел ятларһың Ҡөрьәнде. Зирәк тигән ҡушаматты ла халыҡ hиңә ерле бушҡа беркетмәгән инде, бәс.

— Ғилемле ине ҡайным, уныһы хаҡ. Ә байлыҡтары әллә ҡайҙа китмәгәйнесе.

— Балалары тормағас, бер үткенсе дәрүишкә саптар бейә биреп һатып алғандар малайҙарын, шул ир етеп, һиңә насип йәр булған. Ат хаҡы — алтын хаҡы йөрөй ул беҙҙең башҡортта, ул замандарҙа бигерәк тә.

— Олатайымды һатып алғандармы ни?! Әйтәм, исеме сәйер — Һатыбал...

— Ҡоҙағый, баланың башын бутамайыҡ, ана, әллә нимә уйлап сығарып та ултыра. Шунан ҡартәсәйем ысын дөрөҫөн һөйләп бирҙе.

Олатайым имам ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килгән, унан алдағылары тыуа торған, үлә торған. Тамам ғажиз була ата менән әсә. Улай ҙа иземен бирә Хоҙай. Элек ауылдар буйлап мосолман дәрүиштәр үтеп-һәтеп йөрөгән, ти бит. Беҙҙең ауылға ла, ул саҡта Муллаҡайға, килеп сыҡҡан шуларҙың береһе. Ҡаҙаҡ далаһында сәфәр ҡылып йөрөгәнендә бер йолаға шаhит булған икән дәрүиш,шул хаҡта hөйләгән Ҡарамырҙа имамға. Яңы тыуған баланы берәй изге инсан ҡулына тотторалар ҙа, ул шул сабыйҙың ата-әсәһенең йорто эргәһенән: "Бала һатам, кемгә бала кәрәк, бала һатып алығыҙ!" — тип һөрәнләп үтә, ти. Ата-әсәһе баланы тәҙрә аша һатып ала. Шул саҡта ул ғүмерле була, имеш, ти.

– Был бала минең һуңғы өмөтөмдөр, моғайын. Аллаға тапшырып, шул йоланы атҡарайыҡ, мосафир, — тигән имам. — Хәҙерҙән мин һиңә бер кейем күн итек инселәйем, ҡырҡ көндән һуң, шуғаса иҫән ҡалһа сабый, саптар бейәм — һинеке!

— Туғыҙ башҡа әйбер биреү шарт, — тигән дәрүиш. Имам быға ла күнгән.

Теге йоланы шартына килтереп үтәгәндәр, бөтә ауылдың күҙ алдында. Тәҙрә аша дәрүиш имамға баланы тотторған, уға күн итек биргәндәр, шуға ҡушып тағы һигеҙ төрлө бүләк, ти.

— Шунан? – Түҙмәй һорайым, ҡыҙыҡ тарих тиһәң, мине ҡуш, көнө-төнө тыңлап ултырыр инем.

— Сабыр ит. Шунан балаға исем ҡушыр көн килеп еткән. Оло мәсеттән мулла килгән, имамдан һораған: "Ир балаға ниндәй исем ҡушырға ниәтләнегеҙ?”

Атай кеше ауыҙын асырға ла өлгөрмәгән, дәрүиш әйтә һалған:

— Һатыбал йәки Туғыҙаҡ.

— Туғыҙағы ҡош исеме бит?

— Ҡоштоң ҡыҫылышы юҡ, ә туғыҙ төрлө нәмә биреп һатып алыу йолаһына кинәйә, — тип аңлатҡан дәрүиш.

Аптырашта ҡалған ата-әсәгә төшөндөргән, йоланың тоҙо ла шунда — исемдә. Ризалашҡандар. Ә ҡырҡ көндән һуң имам ялан аяҡ ил гиҙгән мосафирға күн итек кейҙереп, саптар бейәһенә атландырып оҙатып ебәргән.

— Һәм һинең насибың Һатыбал олатайым ғүмерле булған! Әй...

— Әй, шул, балам. Ғүмере ҡыҫҡа булды Һатыбалымдың. Биҙгәк сиренән вафат булды, утыҙына ла етмәҫтән... Баязитымдың саҡ бише тулғайны.

— Мин дә шул йәшемдә атайһыҙ ҡалдым. — Аңланым да хаҡhыҙ әйткәнемде (атайым тере ләһә!), һуң ине. Ошо телемде, ҡасан өйрәнәм инде шуны тыйырға? — Һатыбал ҡартатайыма теге йола ярҙам итмәгән икән? — тип ҡыҫтыра һалдым, ҡартәсәйемде баяғы яңылыш һүҙемдән яҙлыҡтырыр өсөн.

— Ул йылдарҙа биҙгәктән күп халыҡ ҡырылды, бер Һатыбал ғына түгел. Хинин тигән дарыуҙан башҡа дауаhы ла юҡ ине. Яҙмыш... — Ҡартәсәйемдең уйҙары һаман алыҫта, йәш сағында икән, минең мәғәнәһеҙ хәбәремә иғтибар итмәгән. Йә, шул йәшлегендә тағы әҙерәк йөрөп алһын тағы бер килке, тип уйланым да өҫтәп ебәрҙем:

— Ҡартәсәй, еләк кеүек сағыңда тол ҡалғанһың, барыр инең бабайға? Килеп төшмәнеме тау артылып берәй ҡурайсы, — тим, күҙ ҡыҫып, яңынан мырлап ҡына йоҡлап ултырған Зөлхизә өләсәйемә ымлап.

— Мөхәббәтебеҙ яҫалма түгел ине беҙҙең Һатыбал менән. (Яhап та алып буламы икән мөхәббәт тигәндәрен?) Ә ҡоҙағыйға, оло кешегә, теймә, ул да ҡурайсы олатайыңды ныҡ яратҡан. Яратмаһа, шул ҡыйыуһыҙлығын, шул һапалығын, йәғни иплелеген ашатлап сыға алыр инеме? (Һапа, тимәк, ипле?) Улар кеүектәрҙең ғишҡы хаҡында борон ҡисса яҙғандар. Ҡурайсы менән йырсының яратышыуы ғәжәпме ни?

— Ә кем йырсы?

— Зөлхизә ҡоҙағый, башҡа кем булһын.

— Бына hиңә иҫке ауыҙҙан яңы hүҙ... Әсәйемдең йырлағанын беләм, һуңғы осор гелән йырлап йөрөй ул, ишетәһеңдер ?

— Ишетәм. Баязитым аса алманы уның асылын. Бүтән берәү асыр, бәлки...

Шулай тине лә, ҡартәсәйем ялт итеп минең күҙемә ҡарап алды. Аңламаным ҡарашының мәғәнәһен. Төпсөнөп торманым, дәрес әҙерләргә кәрәк... Ҡурайсы Абдрахман менән йырсы Зөлхизә ҡиссаһы хәҙер минең башымда, икенсенән, әйтерhең, минең ҡәҙимге булмышымда хәҙер ике кеше йәшәй: береhе әүәлге үҙем инде, бүтәне – ҡолағына салынғанды ҡисса итергә маташыусы “бәйәнсе”.

9

[edit]

..Муллаҡайҙы әллә ҡайҙа, күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән тарафтар менән тоташтырып ятҡан оло юл яғындағы ҡапҡа башында ултырған малайҙар: “Туй килә, туй!” – тип ҡысҡырыштылар ҙа балыҡсы Төхвәтуллалар өйөнә табан йүгерҙеләр. Кемуҙарҙан. “Килен төшә, һөйөнсө!” Уларҙың бөтәһенә лә – иң аҙаҡтан телен һәлберәтеп килеп еткәненә лә – һөйөнсөгә берәй бүләк тотторҙолар. Ауыл, геү килеп, әле күрмәгән киленде тикшерә.

– Ун өс кенә йәшлек ҡыҙ бала, ти ҙәһә, әстәғәфирулла, бынау Төхвәтулла, үҙе иллене ҡыуа...

– Бер бай-фәлән булһа, тиең әле, фәҡирлектән сыҡмаған башы менән.

– Эйе ләһә, ярай, шул һөнәре бар – балыҡсы. Йөрөй бала-сағаны ҡотортоп.

– Игенгә,башҡа кәрәк-яраҡҡа алмаша шул балығын, бәй.

– Егеп сығыр аты юҡ...

– Әллә кәләште хәлле йорттан аламы икән?

– Тот ҡапсығыңды! Үгәй инәй ҡулында үҫкән йәтимәк, ти. Зөлхизә исемле.

– Ана нисек...

– Ярар, нимәгә ҡаныҡтығыҙ Төхвәтуллаға. Мәғүҙәһе биҙәү булды, мыныһы, бәлки, бала табып бирер.

– Таптыра алһа?

– Төхвәтулламы? Типһә тимер өҙөрлөк ир әле ул.

Йөҙ ауыҙҙан йөҙ хәбәр, ҡыҫҡаһы.

– Әй, собханалла! Бисараҡай...

Быныһын дәррәү, бер тауыштан әйтте килен төшөрөргә йыйылған туған-ырыу, күрше-тирә. Әлегә урам-ихатаға кем теләй, шул йыйылған, аҙаҡ туйға әйтелгәндәр генә ҡаласаҡ. Һәм әле, халыҡ күп саҡта, иң ҡыҙығы.

Килен тигәндәре бәләкәй кәүҙәле, ҡураныс бер ҡыҙыҡай икән. Ҡараҡай ғына, йомро битле, йәмшек танаулы. Халыҡ тағы гөжөлдәп алды:

– Һөймәлеге бар, былай.

– Ереклеләр бөтәһе лә шундай, ҡуңыр йөҙлөләр.

– Уф, Аллаҡайым, был балаға Төхвәтулла нисек тотонор, ҡурҡмайынса, ә?

– Әкиәт һөйләмә, кәбән аҫтында сысҡан үлмәй ул.

– Бирнәһе лә юҡ әллә?

– Бер төйөнсөк тотҡан булған даһа анау ҡатын, үгәй инәһелер?

– Уф!..

Ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа берҙәм ҡатнаша hынамышта, һүҙ бутҡаһына һәр кем берәр бөртөк булһа ла ярма ырғытып ҡалырға ашыға. Ә килен балаҡай берәүгә лә иғтибар итмәне. Килгән яғына, Ерекле яғына, күҙҙәрен тултырып бер ҡараны ла буҫаға аша атланы. Унда уны аяҡ аҫтына ырғытырға мендәр тотоп ҡәйнә түгел, ә буласаҡ иренең беренсе ҡатыны Мәғүҙә көтөп тора ине...

Башымда шыма ғына бер бәйән тыуҙы тигәндә, ошонда өҙөлдө лә ҡуйҙы.

Мәғлүмәт юҡ! Зөлхизә өләсәйемдең 13 йәштә бабайға барыуын ғына беләм. Өҙөк-йолҡоҡ хәбәр... Өләсәйем үҙе сутырлағандар урыҡ-hурыҡ ҡына ҡолаҡҡа яғылып ҡалған. Ә бит уның оҙон ғүмерендә ниндәй генә хәлдәр булмаған? Мин әле былай ғына, уй тәгәрәтеп, байҡап ҡына алайым тигәйнем, шундуҡ һүҙһеҙ ҡалдым. Үҙемде оя ҡорорға йыйынған ҡош кеүек тойҙом ошо минутта: тағы ҡайҙан йүрмә табырға? Эйе, бөртөкләп белешергә ине, ҡисса яҙырлыҡ мөхәббәте булған Зөлхизә өләсәйемдең яҙмышын. Ә мин уны, колхозда һыйыр һауған да һыйыр hауған, шунан ҡартайып һикегә менеп ултырған, тип кенә беләм... Бығаса, үҙе әүәҫ кенә hөйләй башлаhа ла, тыя ла ҡуя инем, йәнәhе, ҡыҙыҡ түгел. Их, күпме хәтирәне елгә осорғанмын шулай...

Тотондом теге ҡоштай эҙләнергә. Суҡышыма әле бер, әле икенсе сәхифә эләгә, шуларҙы йыя барам, йыя барам. Өләсәкәйҙең үҙенән дә тартҡылайым хәбәрҙе, ипләп кенә. Бүреһуҡҡан олатай, әлеге салт зиһенле ҡартәсәйем, әсәйем, Татар әбекәй – береһен дә ҡалдырманым, гел бер яҡҡа һуҡтырып, башлап ҡуйған бәйәнемә мәғлүмәт төйнәйем. Бәйән, тим, ҡисса лаhа?! Шуға иғтибар иттем: Татар әбекәй ныҡ хәтерләй, берәмтекләп һөйләй. Уға, ситтән төшкән киленгә, был ауыл кешеләренең яҙмышы айырыуса ҡыҙыҡлы булғандыр, күрәһең. Ниһайәт, баяғы ҡош ояһын ҡора алыр hымаҡ. Суҡышына эләктереп ташып тора , ташып тора төрлө йүрмәне, төкөрөгө менән йәбештерә, ҡанаты менән һыйпап матурлай...

Төхвәтулланың Мәғүҙәһе йыуаштарҙан түгел ине. Елтерәтеп эшкә ҡушты ул Зөлхизәне, йәлләп торманы. Ә ҡараҡай көндәше тыңлаусан булып сыҡты. Өлкән ҡатын ни ҡушһа, шундуҡ йүгереп йөрөп башҡарҙы, ҡул ҡаушырып ултырыуҙы үгәй әсә ҡулында уҡ онотҡайны сөнки. Мәғүҙә әкренләп йомшара барҙы, йомшара барҙы. Бер шулай, Толпарсыҡҡан күлендә һыу ингәндә Зөлхизәне шәрә килеш күреп, тамам йомшарҙы: түшендәге йомроҡастарының төймәһе бар ҙа, үҙҙәре юҡ, ай, – бала ғына бит был! Әмәлгә таянғандай, тап шул саҡта башына сәйер уй инде Мәғүҙәнең: уның үҙенең ошо йәштәге ҡыҙы булыр ине, бәлки, таба алһа.

– Төхвәтулла һиңә яҡынайҙымы? – тип һораны өлкән ҡатын, ул яҡынлыҡтың әлегә булмағанын белеп торһа ла.

– Юҡсы.

– Ҡурҡма, теймәҫ ул һиңә. Исмаһам, төйөрөмләнhен бәғзе ерең, бәй.

Ике йыл үткәс, Зөлхизә буйға тартылып, түштәре беленгәс, Төхвәтулла бер кисте уның түшәгенә килеп ятты... Абау! Нимә уйлап ултырам мин, бәйәнсе йораты! Үҙем аңлап та етмәгән һүҙҙәр төшә хәтергә, әллә ниндәй күренештәр килә күҙ алдына – ололарҙы күп тыңлап йөрөһәң, шулай булалыр. Ярай, был тирәне һикереп-һикереп кенә үтәйем дә (әллә ни мауыҡтырғыс та түгел) тиҙерәк мөхәббәт ҡиссаһы тирәһенә етәйем!

...Зөлхизә матур булып үҫеп, ҡатын ҡорона инде. Тик һаман балаға уҙмай. Ауылда, был Төхвәтулланың үҙенән икән, Мәғүҙәнән күрәбеҙ, әтеү, биҙәүҙән һалдырып, тип ләстит сурытып алдылар ҙа бер килке тағы тымып торҙолар. Төхвәтулла үҙе лә инде бала төҫө күрмәҫенә күнгәс, был йортҡа, ниһайәт, Хоҙай рәхмәте төштө. Зөлхизә йөклө икәнлеген башта Мәғүҙә көндәшенә әйтте, уныһы хатта шикләнеп торҙо. Шунан, ҡорhағы беленеп күҙгә күренгәс, бөтәһе лә ышанды йәш килендең бала табасағына. 1907 йылда 17 йәшлек Зөлхизә менән 55 йәшлек Төхвәтулланың ғаиләһендә ир бала тыуҙы, уға Рәхмәтулла тип исем ҡуштылар. Малай яңғыҙ үҫте, Зөлхизә уға һаман иш таба алмай ҙа ҡуя.

Әлеге ауыл тик тормай:

– Төхвәтулланың аҡтыҡҡы орлоғо ҡалған булған икән, – тип төрттөрә, шаярта, – hарҡынтыhы... Әммә, бөтәһен дә шаҡ ҡатырып, Рәхмәтуллаhы ун алтыһына киткәндә, тағы бер ул табып бирҙе Зөлхизә бабайына. Ә кем һуң ул мәлдәге Төхвәтулла, бабай булмай, етмештең өҫтөндә?

– Бына булдырҙы беҙҙең Төхвәтулла?

– Кәләш йәш булһа, ҡеүәт табыла инде ул!

Берсә аптырап бот сапты, берсә ихлас ҡыуанды халыҡ.

Зәйнуллаhы тыуған йылды Төхвәтулла Толпарсыҡҡан төбөндәге иң ҙур йәйенде тотоп алып ҡайтты. Нисек эләктергән уны, ни менән аулаған – үҙе генә белә. Моғайын, күлдең эйәhе сығарып hалғандыр ярға: мә, Төхвәтулла, туйла шатлығыңды, hыйла ауылыңды, тип. Яурынына hалып саҡ өҫтөрәп алып ҡайтҡан даhа балыҡсы ул йәйенде: башы быҙау башы ҙурлыҡ, ҡойроғо ергә hөйрәлеп, бураҙна ярып килә, мыйыҡтары оҙон булып hәлберәгән – улай ҙа дәү балыҡ була икән, үҙ күҙең менән күрмәhәң, мәңге ышанмаҫhың. Көллө кеше ауыҙ итте шул йәйен итенән, hурпаhынан. Ит бүкәненә hалып, балта менән сабып бүлгеләгәндәр, ти, ул балыҡты, оло мал hуғымылай итеп.

Рәхмәтулланың бер аяғының йөҙлөгө салышыраҡ булып, бәләкәс кенә ғәриплеге бар ине. Быға ата-әсәһе һис тә генә хәсрәтләнмәне, һалдатҡа алынмаҫ, тип хатта ҡыуанып ҡуйҙылар. Малай үҙе лә кәмһенеп йөрөмәне, тиҫтерҙәре ыңғайына шәп йүгерәм тиһә генә үҙ аяғына үҙе эләгеп йығылып хурлана ине ҡай саҡта. Ҡушамат таҡмай ҡалманылар, әлбиттә, Салышаяҡ тип йәбештереп ҡуйҙылар. Ләкин әллә ни ҡыйырһытманылар, ауылдарҙа тән һәм аҡыл зәғифлегенән көлөү гонаһ һанала.

Ә бына Зәйнулла, икенсе малайҙары, бер ниндәй кәмселекһеҙ, матур, сәләмәт булып тыуҙы. Мәғүҙә үҙенекеләй күреп яратты Рәхмәтулла менән Зәйнулланы – уныһы хаҡ. Зөлхизә үҙе шулай өндәшкәс, улдары ла Мәғүҙәгә «инәй» тип өҙөлөп торҙолар.

Бала үҙ ризығы менән тыуа, тигәне лә раҫ икән халыҡтың: Зөлхизәнең атаһы, Рәхмәтулла тыуғас, кейәүенә тай етәкләп килтереп тотторҙо. Һауым hыйыры, ике-өс баш һарығы, ҡош-ҡорто бар ине, хәҙер бына ат та булғас, апаруҡ хәлләнеп алды ғаилә. Рәхмәтулла егет ҡорона кереп, кәләш алғас, иҫке йорттарына ыҡсым ғына төкөтмә йәтешләп, йәштәрҙе башҡа сығарырға ла ҡулдарынан килде.

Бер сама шулай көн итеп ятҡанда, Зөлхизәнең ҡарты сирләп китте. Мәғүҙәһе алдан уҡ һиҙенде:

– Төхвәтулламы балыҡ ҡармаҡлауҙан ҡалып ятыр кеше? Ана, бөтә әҙәм, ул өйрәткән ир-егеттәр, малай-шалай Күрәнле ярында, балыҡтың оторо ҡарпыған мәле, ә беҙҙең бабай түшәмгә ҡарап һикелә ята. Ауырый, ахырыһы... Рәхмәтулланың кәләшенең буйында бар hымаҡ, шул бәпесте күрмәй китеп барыр микән?

Дөрөҫ һиҙенгән, тиң ҡартайған ҡарсығы бит. Төхвәтуллаhы вафат булып ҡуйғас, Мәғүҙәһе унан ҡалып йыл да торманы... Зөлхизә дүрт йәшлек Зәйнуллаһын ҡосаҡлап яңғыҙ ултырып ҡалды. Рәхмәтуллаһы, бер урамда булғас, утын-бесәнде ҡайғырта, мал да уртаҡ, әллә ни ҡыйынлыҡ күрмәй күреүен. Эсе бошоуҙан, һағыштан бөгөлә. Әйтһәң, кеше ышанмаҫ, Мәғүҙәне һағынып әрней уның йөрәге. Бергә күтәргән тормош ауырлыҡтарын, кис ултырғандарын иҫләп илай. Әлдә иҫән сағында уға рәхмәтен әйтә белгән, шуға һөйөнә.

– Әсәйем урынына һине бирҙе Хоҙай,- тине ул ихластан,-өйҙә мине үгәй инәй гел ауыр, бысраҡ эшкә екте: балаларының йүргәген йыуырға, һыу ташырға, картуф күмергә... Һыу ташыуҙары үҙәгемә үтер ине, Ереклелә бөтә ауылға бер ҡойо, уныhы аяуһыҙ алыҫ. Ә аш-һыу тирәһенә яҡын да ебәрмәй, бәрәңге йыуҙырып, әрсетә лә, башҡа бер нәмәгә өйрәтмәй. Ҡул эше тотоу ҡайҙа, үҙе бәйләм бәйләй, минән бала ҡарата: ата бер инә башҡа өс бәләкәс туғаным бар... Үҙе атайыма гелән мине ошаҡлай, ялҡау, энәгә еп hаплай ҙа белмәй, былҡый, тип.

– Ярар, юҡҡа илама, хәҙер ни... Белмәгән эшең юҡ та инде, – тине Мәғүҙә, үҙе шундай ҡәнәғәт төҫтә ултыра.

– Һин өйрәттең барыһына ла, рәхмәтем төшhөн. Үгәй инәй: “Көндәш ҡәйнәнән яман була, күрһәтер әле күрмәгәнеңде!” – тип үсәп ҡалғайны.

– Зөлхизә, һин үҙең дә итәғәтле, сабыр булдың. Мин уҫаллашырға теш ҡайрап тора инем, белгең килһә... Хоҙайға шөкөр, ике ул үҫтерҙек, әҙгә генә булhа ла ейәнсәр hөйөү бәхете лә тәтене миңә. Һинең арҡаңда лаhа...

Мәғүҙә инәһе менән бабайы донъя ҡуйҙы Зөлхизәнең, мәгәр донъя үҙ ҡуласаһында әйләнеүҙән туҡтаманы. Шаулы дәүер башланды. Һай, тыныс йәшәлгән икән әүәл... Совет власы былай hәүетемсә урынлашты ауылда. Ишетелеп ҡуя лаhа: бәғзе ерҙәрҙә атыш-ҡырылыш, ҡайһылыр олоҫта партизандар шунда туҡтаған аҡтарҙы тотоп атҡан, аҙаҡ аҡтар тотош ауылды яндырған икән, тигән ҡурҡыныс хәбәрҙәр. Ҡыҙылдар ҙа хаяhыҙ ҡыланған, халыҡты талаған, ҡылыстан үткәргән, тигән hүҙҙәр ҡолаҡҡа салына...

Хәйер, Муллаҡайҙа ла саҡ булмай ҡалдылыр ундай фажиғә шул дәhшәтле йылдарҙа. Әлдә ауыл ҡарттары, ул замандарҙа бик абруйлы хажи Динмөхәммәт ишан кәңәшен тотоп, һүҙ беркеткән булған: ауылға, кем ғәскәре килһә лә, һораған ризыҡтарын бирергә, юл өйрәтеп ебәрергә, тип. Ә беҙгә йыш ҡына Стәрлегә йә Белоретҡа тура юл белешеп һуғылғылайҙар, сөнки ауыл ҡапҡаhына килеп терәләләр ҙә аптырап ҡалалар, артабан – тау армыттары. Ун hигеҙенсенең көҙөндә, буғай, башта ҡыҙылдар килгән, Стәрлегә нисек үтергә тип, улар артынса – аҡтар. Ә кем килгәнен Ҡарауылтауға ҡуйылған һағауылдар хәбәр итеп тора. Ауыл халҡы ҡыҙылдар яҡлы булған, беҙҙең бик күп ир-егеттәребеҙ тауҙарҙа партизан булып йөрөгән, аҡтарға көтөлмәгән һөжүмдәр яһаған. Сөнки, аңлауҙарынса, Совет власы, йәғни ҡыҙылдар ябай халыҡ яҡлы, ә аҡтар серегән байҙар өсөн һуғыша. Ул байҙар алдында беҙҙәге ун-ун биш баш һыйыры, бер өйөр аты булған хәллеләр сүп кенә: Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә әкиәти һарайҙары, караптары, машиналары бар, ти. Ҡыҫҡаһы, һағауылдарҙың сапҡыны хәбәр иткәс, ҡыҙылдарҙы икмәк-тоҙ менән ҡаршы алған ауыл ҡарттары һәм бер ылау ризыҡ биреп, түтә һуҡмаҡты өйрәтеп ебәргән: Айыусы яғынан,Ҡырластау hыртын ҡыялатып төшөргә лә, Зәңгәр шишмәне үткәс, һулға боролорға. Эйе, ул шишмәнең ҡырсыны йәшкелт-зәңгәр төҫтә, шуға һыуы ла зәңгәр күренә, усҡа алһаң, ғәҙәти үҙе – һыумы һыу...

Иртәгәһенә аҡтар килеп ингән. Әлеге ҡарттар тағы сыҡҡан ҡаршыларына, йәнә икмәк-тоҙ тотоп. Быларҙың да тамағын һыйлап, ыңғайҙарына торған булып, урау юлға төшөрөп ебәргәндәр. Оло, таҡыр юлдан аҡтар ҡыуанышып ары киткән. Ғөмүмән, ят кешеләр беҙгә әлеге оло юлдан йөрөгән, тураһын ауыл халҡы ғына белгән.

Шулайтып, ике ғәскәр ҙә беҙгә зыян килтермәй генә hуғылып уҙа. Динмөхәммәт ишандың аҡылын ҡарттар ныҡ тотҡан. Аҙаҡ партизандар ҡайтып, ниңә аҡтарға ризыҡ бирҙегеҙ, тип ғауға күтәрергә иткәс, ул, ишан, таяғын баш осона күтәреп янап, тегеләрҙе тыйған:

– Ярар, тағы килһәләр, беҙҙең бөтә сырса анау тау артында йәшенгән партизан уландарҙа, тип әйтербеҙ, – тигән. – Ҡаршылашҡан өсөн ауылдың ҡалған бөтә ир-атын аҫып-киҫеп, ҡыҙ-ҡырҡынды мәсхәрә итеп бөткәс, улар һеҙҙе юллап китерҙәр.

– Олатай, ә беҙҙең урында нишләр инең, аҡтар ысҡынған бит!

– Уландар, ихтыярымда булhа, йәш сағым кире ҡайтhа, мин Вәлиди әтрәтендә йөрөр инем...

– Дутов ҡуштаны бит ул, аҡтар яҡлы!

– Ырымбурҙағы Ҡоролтайҙа, мең туғыҙ йөҙ ун етелә, ул әйтмәгәнме ни: «Беҙ большевик та, меньшевик та түгел, беҙ – башҡорт»,– тип?

– Әйткәндер ҙә...Уның яҡлы Муса Мортазин әтрәтендә беҙҙең толпарлылар ҙа баш hалды Стәрле янында – башҡорттоң мең ҡылысына алты мең штык ҡаршы ҡуйылғас...

Дәррәү шаулашып алған халыҡты сабыр ғына тыңлап бөткән дә, Динмөхәммәт мулла үҙенең яуап hүҙен әйткән:

– Зәки әфәнде хыял иткән, hәр башҡорттоң төпкөл аңында йәдкәр булып ятҡан уй – милли мөстәҡил мосолман дәүләте беҙгә әлегә яҙмағандыр... Уландар, hеҙ заман тәҡдирен ҡабул итегеҙ, Ҡыҙыл Армияға ҡушылығыҙ, йөрөмәгеҙ ауылға шөбһә төшөрөп. Халыҡ һайлағанды һайланыҡ, хәйерлегә булһын. Бер-бер хәл килеп сығып, аҡтар ҡулына эләкһәгеҙ, Хоҙай был бәләнән үҙе һаҡлаһын һеҙҙе, Муллаҡайҙан икәнлегегеҙҙе әйтмәгеҙ. Ана, Биләриткә барышлай тау араһында Көсөклө тигән утар бар, шунан беҙ, тиегеҙ. Унда хәҙер бер кем дә йәшәмәй, hунарсылар өсөн бер-ике өй ҡалғандыр ҡалhа. Барып та йөрөмәйәсәктәр, тау артылып.

Аҙаҡ, Совет власы ныҡлап урынлашҡас, комсомолдар хажиға барған, мәсеттең манараһын ҡолатабыҙ, унда клуб яһайбыҙ, тип.

– Минең рөхсәтем юҡ, ләкин бит һеҙ барыбер тыңламаясаҡһығыҙ, – тип яуаплаған хажи.

– Һин беҙҙе, олатай, ҡарғама, йәме, – тигән бер комсомолец.

– Нишләрһең икән, Динмөхәммәт бабай, мәсетең булмағас, Алла ишетмәйәсәк тә инде һине? – тип ауыҙ йырған икенсеһе. – Ишан таяғы ла ярҙам итмәҫ хәҙер.

–Ҡола яланда ла Хоҙайға теләгеңде еткереп була, таш зинданда ла, ул һәр кемде, һәр тарафта ишетә. Дингә ҡул күтәреүе был властың башына етәсәк, күрерһегеҙ! Ә мин һеҙҙе ҡарғамайым, иблис ҡотҡоһона бирелгәнһегеҙ, йомшаҡhығыҙ, шыйыҡһығыҙ шул, әй, балалар. – Динмөхәммәт мулла комсомолдарҙы шулай тип йәлләп ҡуйған. Туҡhандан уҙған ҡарт йәп-йәш егеттәрҙе йәлләгән...

Шунан күмәк хужалыҡҡа ойошоу, әртил төҙөү ығы-зығыһы башланды. Өр-яңы донъя ҡорабыҙ тип, ауылдың иң дәртле йәштәре, мал-тыуарҙарын берләштереп, шунда үҙебеҙҙең Малик байҙың ун баш һыйырын, бер өйөр йылҡы малын да ҡушып, Ҡушҡайын яланына күсенде. Күк юрғамды ғына ҡалдырығыҙ, тип бик инәлгәс, байҙың юрғаһына оронмағандар. Унда ла бер олораҡ ағай ярһыған йәштәрҙе туҡтатып ҡалған: “Ундай затлы малға яҡшы тәрбиә кәрәк, әлегә теймәгеҙ, аҙаҡ күҙ күрер,– тип. – Малик бай Күк юрғаны ҡаҙаҡ сауҙагәренән үҙенең бәйге атына алмашып алған. “Кок жорга – асыл жорга”,– тип маҡтана торғас, шул ҡаҙаҡ беҙҙең яҡ толпарын ҡулына төшөргән. Шүлгән тоҡомон! Күк юрғаны аҡтарҙан да, ҡыҙылдарҙан да тау араhында йәшереп hаҡлап ҡалдыҡ, инде лә юғалтмайыҡ!”

Иң башта ферма ҡураһы һалдылар, ялан кәртәләр тоттолар. Ваҡ бала-сағаны йыйып ҡарар өсөн йәслә лә ойошторолдо, сөнки яңы власть ҡатын-ҡыҙҙарға ирҙәр менән тиң хоҡуҡ биреп, улар ҙа хәҙер әртилдә эшләй, нимә икәнен әле бер кем дә аңламаған социализм төҙөй. Өй тауығы һымаҡ ихатала ғына типсенеп ғүмер hөргән Зөлхизә был көндәрҙә үҙен ғәфләт йоҡоһонан уянған кеүек хис итте. Элекке мәсет, хәҙерге клуб, яғынан кистәрен дәртле көйҙәр ағыла, кешеләр үҙ-ара совет власы, ликбез, комсомол тигән һүҙҙәр ҡыҫтырып һөйләшә, Ленин һәм Сталин исемдәре телдән төшмәй. Әллә ниндәй яңы, ҡыҙыҡтырғыс тормош бара, ә ул, Зөлхизә, һаман әүәлгесә йәшәй бирә. Таң ата ла кис була...

Бер көндө Рәхмәтулла күҙҙәре ут булып янып ҡайтып инде лә: “Әсәй, мин комсомолға инәм!” – тип яр һалды. “Мин дә!” – ти һалды кәләше. Рәхмәтулла уны тыйырға уйламай ҙа. “Беҙ әртилгә ҡушылабыҙ, әсәй, мал бүлеп бир!” – тиеүе бөтөнләй аптыратты Зөлхизәне.

– Ә беҙ, Зәйнулла менән мин, икәүҙән-икәү нишләрбеҙ? Һыйырҙы быҙауы менән етәкләп киттең, ти, атты ла алдың, ти – атаң малы. Ҡурала тана һыйыр ҡалды, ти, – уға бесән эшләйһе бар, ҡышҡа утын ҡырҡаһы... Туғаның бәләкәй, һин ташлағас, тере ҡулһыҙ ҡалабыҙ ҙаһа? Әсәһенең был һүҙҙәренә Рәхмәтулла яуабын алдан әҙерләп ҡуйған, ахырыһы:

– Беҙҙең менән ҡушыл әртилгә, һауынсы булырһың, ана, Бибисара, Ғәйшә апайҙар менән бергә. Зәйнулла ла ҡараулы булыр, йәслә асылды бит, беҙҙең Дәүләтбикә лә шунда.

Зөлхизә нишләргә лә белмәне. Рәхмәтулла әле йәш, уға ышанып, таянып буламы? Ҡапыл ғына тотош малды күмәкләшкән әртилгә биреп, аҙаҡ буш ҡул hемәйеп ҡалһаң? Етеш тормош күреүенә күп тигәндә ун-ун биш йыл. Кәңәшләшер кешеһе лә юҡ, килмешәк килен, Мәғүҙә инәһенә генә һыйынып, күрше-күлән менән дә артыҡ ҡатышып йәшәмәне бығаса. Ә ошо гел бер төрлө тормоштан арынып, әҙгә генә булһа ла бүтәнсә көн күргеhе килә. Зөлхизә үҙенең күңелендә әле кисереп ҡарамаған тойғолар ташҡынын тоя. Йөрәгендә дәрте, беләгендә көсө бар саҡта тәүәккәлләргә лә ҡуйырға! Шулай хәл итте.

Малдарын фермаға тапшырҙылар, әммә өйҙө ташлап китмәнеләр, йөрөп эшләнеләр Ҡушҡайын әртиленә. Күптәр шулай итә. Ә йәштәр йәйге хозурлыҡта ҡыуышта ла йоҡлап төн уҙғара.

Төшкө ашты әртил әҙерләтә. Оҙон өҫтәл артына теҙелешеп ултырып тамаҡ туйҙырыуҙары күңелле икән, байрам hымаҡ. Ҡатын-ҡыҙ күп, әллә ҡайһы арала ҡыйыуланып алғандар, типә-тиң тороп һөйләшәләр ир-ат менән, эштә лә, аш артында ла бергәләр. Зөлхизәгә көтмәгәндә, гүйә, икенсе, ят донъя асылды, һәм ул донъя уға бик тә оҡшай ине. Баҫалҡылығын ташлай алманы, әммә егәрле, телдәр ҡатындар, шаян ҡыҙҙар араһында үҙен бәхетле һиҙҙе.

Бер көндө, киске һауындан һуң ауылға йыйынһа, ҡатын-ҡыҙ инеп ял иткеләй торған ҡыуышҡа Бибисара елhәреп килеп инде лә уны өгөтләргә тотондо, ҡалайыҡ инде бөгөнгә, ана, йәше-ҡарты усаҡ тирәһенә йыйыла, йырлап-бейеп күңел аса, тип. Бибисара – йәш һалдатка, баҫҡан ерендә бейеп тора. Тапҡан тиңдәш, ҡырҡҡа баҫҡан тол ҡатынды. Шулайыраҡ уйлап тора ине, Бибисара әйтеп һалды:

– Абдрахман ҡурайсы килә, ти! Биләрит яғынан. Данлыҡлы ҡурайсы ул, тирә-яҡта берәү.

– Килмәгәйе… – Шулай тине лә Зөлхизә туҡтап ҡалды. Ә бит ишеткәне булды Абдрахмандың ҡурайҙа уйнағанын!

...Толпарсыҡҡан күленә Мәғүҙә инәһе менән һыу инергә барғайнылар. Кейемдәрен һалып, инде төшкәйнеләр күлгә, арғы ярға бер ир килеп баҫты ла ҡурай тартып ебәрҙе. Шундай ҙа моңло, аhәңле сыға ул ҡурайҙың тауышы, тотош йәнеңде-тәнеңде бер итеп айҡай, хисләндерә. Зөлхизәнең ошоғаса ауыҙ асып йырлағаны юҡ ине, шул ҡурайға ҡушылып, әй, йырлағыһы, хатта түгелеп илағыhы килде.

– Кем икән ул?! Беҙҙең яҡ кешеhе түгел һымаҡ?

– Абдрахман ҡурайсы. Берәй мәжлестән ҡайтып баралыр. Уны ҙур йыйындарға, туйҙарға саҡыралар. Әй, Аҡмәтелә Хатмулла бай улына кәләш әйттергән, тиҙәр ине, шунда булғандыр был Абдрахман. Байҙар бит йыраусыларҙы, сәсәндәрҙе үҙҙәренә дан өсөн шулай йыйып ала.

– Һуш киткес шәп уйнай, – тине Зөлхизә, ярҙағы һынға төбәлеп. Ҡурайсының кәүҙәһе генә шәйләнә, йөҙ һыҙаттары күренмәй, алыҫ.

– Һушың киткән шул, яп түшеңде, исмаһам, сәсең менән.

Бәй, Зөлхизә, онотолоп, яртылаш һыуҙан сығып, һыу инәһе кеүек яланғас һерәйеп тора, имеш. Тиҙ генә сума һалды.

Оҙаҡ ҡына уйнаны ҡурайында Абдрахман.

– Беҙҙе күреп, юрамал тора микән, китмәй? – тине Зөлхизә, аптырап.

– Кем белә уны, бәлки, һине-мине күрмәйҙер ҙә, иләҫләнеп, беҙҙең гүзәл Толпарсыҡҡаныбыҙға һоҡланып, тарта ла тарталыр ҡурайын. Ярты хыялый була бит ул йыраусы-ҡурайсылар.

– Ауылда нисәмә ҡурайсы, береһе лә хыялый түгелсе?

– Ә кемеhенең ҡурайынан ошондай моң сыҡҡанын ишеткәнең бар?

– Юҡсы! Мин ни, үҙең беләһең, һабантуйҙа ғына күрәм ул ҡурайсыларҙы.

Ахырҙа ҡуҙғалды теге ҡурайсы.

– Уның ауылы тау аръяғында, ана, Аҡбейекте артылһа, ҡайтып та етте булыр, – тине лә Мәғүҙә, шул яҡҡа ҡул болғап ҡуйҙы: – Хуш, Абдрахман!

– Хуш! – тип ҡабатланы Зөлхизә лә. Был ике ҡатынды шулай тулҡынландырған ҡурайсы ҡарағайҙар араһына инеп күҙҙән юғала барҙы...

– Ярар, күндерҙең, – тине Зөлхизә, ҡапыл хәтеренә төшкән шул тәьҫораттан саҡ арынып.

Бибисара үҙ ҡолағына үҙе ышанмай торҙо:

– Зөлхизә еңгәкәйем, һин, оло кеше, эргәмдә булһаң, миңә һүҙ теймәй бит инде, үҙең беләһең, күҙәтеп кенә торалар һалдаткаларҙы, сөй эҙләйҙәр.

Әле генә үҙенең үҙәгендә ҡыуарып барған бер гөлдөң терелеп киткәнен тойғандай ине Зөлхизә. Бибисараның ошо һүҙҙәре, гүйә, ул гөлдө ҡабаттан шиңдерҙе. Эйе, уны, уҡаhы ҡойолған тол ҡатынды, берәү ҙә тикшермәй, кемгә кәрәге бар һуң уның?!

Вәғәҙә биреп өлгөргәс, кире уйламаны. Зәйнулланы йәсләнән барып алды ла ҡыуышҡа индереп, кипкән бесән өҫтөнә йоҡларға һалды һәм халыҡ тупланған яҡҡа китте. Бында, ҙур булмаған түңәрәк аҡланда, кис һайын тиерлек йәш-елкенсәк йыйыла. Гармун уйнайҙар, йырлайҙар, бейейҙәр. Ауылдан әле әртилгә инмәгәндәр ҙә йыш киләләр. Шунан ылығып китәләр, яңы тормош һулышын һуламай йәшәй алмай башлайҙар һәм күмәк хужалыҡҡа ғариза яҙалар. Тик шуныһы: һәр кемдең дә Ҡушҡайынға өйөн күсереп һалырға йәки яңы бура күтәрергә теләге юҡ йә хәле юҡ. Әле, йәй мәлендә, күңелле лә ул...

Зөлхизә барып етеүгә, киске уйын ҡыҙған ине. Бына бер мәл уртала усаҡ яҡтыһына бер ир сығып баҫты. Ҡуйынынан ҡурайын алып, ирендәренә терәне. Бөтәһе лә тын ҡалды, хатта усаҡтағы туҙлы ҡайын утыны ла гөжөлдәп сытырҙамай торҙо.

“Абдрахман” – Зөлхизә шым ғына, эстән генә ҡурайсының исемен әйтте, әммә уның был шыбырлауы көслө ауаз булып һауаға олғашты, гүйә,– ай, Хоҙайым?!

– Абдрахман!

– “Абдрахман”ды уйнаясаҡ, уф, еңгәкәйем, әлдә генә ҡалдыҡ. – Бибисара уның беләгенән һелкетеп алды. Көйҙөң исемен ҡурайсы үҙе, ғәҙәтенсә, ҡысҡырып иғлан иткән икән, ә Зөлхизәнең ҡото осто, йәшерен уйымды әллә аңғармаҫтан өн итеп фашланыммы, тип...

Аҡланға, тотош Ҡушҡайынға һыймай, әллә ҡайҙарға таралды илаһи моң. Көй артынан көй ағылды. Был ҡурайҙың тауышында Зөлхизә үҙе белгән бик күп ауаздарҙы таныны: дауыл алдынан ҡарағай урманы шаулай, сылтырап шишмә аға, кәкүк саҡыра, бал ҡорттары безелдәшеп геүелдәй, бөркөт саңҡый, Ҡырластау үренән ашҡынып шарлауыҡ һикерә... Берсә Шәкетау ҡуйынында күк бүре hағышланып олой, аяныслы итеп, арҡа буйын өшөттөрөрлөк итеп олой, уф...

– Ен барҙыр уның ҡурайының эсендә йә берәй сихыр! – тип һоҡланыуын белдерҙе үләндә тубыҡ сәнсеп ултырған ирҙәрҙең береһе. – Йөрәкте тулатты, сыҙар әмәл юҡ.

– Тамаҡҡа төйөр ултырҙы, ағай-эне. Күк юрғаны күрһәм генә шулай итәм мин... – Был Малик байҙың элекке көтөүсеһе Мөхәрләмдең тауышы.

– Шаулама, шул Күк юрғаң менән... Ҡурай эсендә түгел сихыр, Абдрахмандың үҙендә. Уның ҡурайы ла ҡәҙимге, ана, беҙҙең Бужан тауында үҫкән, – тип тыйҙы кемдер Мөхәрләмде.

– Кит, булма!

– Ышанмаһаң, үҙенән һора...

Уңарсы ҡурайсы уйнауынан туҡтап тын алды.

– Афарин! Һай, Абдрахман! Мәслихәт!

Ошондай маҡтау һүҙҙәрен һирәк кешегә, һайлап ҡына ысҡындыралар. Ҡурайсы ҡулын күкрәгенә ҡуйып баш эйҙе, уға үҙҙәренең ҡашынан урын әҙерләгән аҡһаҡал ҡарттар янына барып ултырҙы. Улары Абдрахманды тыңларға махсус килгән. Яңы заман килде тигәс тә, аҡһаҡалдар үҙ бәҫен юғалтмай әле ауылда, кәңәш-ҡорға ҡыҫылмай ҡалмайҙар. Баштараҡ, әллә үпкәләп, ситләшкәйнеләр, әлеге Мөхәрләм әйткән, ти: “Халыҡҡа кәрәк саҡта, ниңә, яҡтынан ҡурҡып мейес артына ҡасҡан тараҡандар шикелле, боҫоп ултыраһығыҙ, йәштәргә кем аҡыл бирергә тейеш? Динмөхәмәт ишан вафат шул…»

Уныһы ысындырмы, буштырмы, әммә дүрт аҡһаҡал йыш ҡына кеше араһында күренештерә башланы хәҙер. Улар үҙҙәрен ҡор башлыҡтары тип атай. Абдрахмандың ҡурайы тымғас, ҡапыл урынлашҡан тынлыҡты башлап берәү ҙә боҙмай тора ине, әлеге ҡарттарҙың береһе тороп баҫты ла һүҙ алды.

– Йәмәғәт, – тип башланы, үҙен бик олпат тотоп, – аҡһаҡалдар ҡоро исеменән еткерер кәңәшебеҙ бар ине һеҙгә, әртил ағзаларына. Мына, башлығығыҙ Шәйәхмәт энекәш үҙе лә ултыра.

– Әйтеп ебәр, кем, Аманулла аҡһаҡал, тыңлайбыҙ! – тип ҡеүәтләне халыҡ, аҡлан яңғыратып.

– Ниңә һеҙ былайтып әллә ҡайҙа, тәләфләнеп, әртил ҡороп хитланаһығыҙ, уландар? Муллаҡайға һыу сыҡҡанмы әллә? Беҙҙең ата-бабайҙар ул ерҙе төйәк итеп юҡҡа ғына һайлаған тиһегеҙме!?

Ҡалған аҡһаҡалдар өсөһө бер юлы тамаҡ ҡырып алғас, Аманулла ҡарт, ҡыҙып барғанын тойоп, тауышын баҫа төштө:

– Эйе, башһыҙ булмаған беҙҙең олатайҙар... Ана, бер яҡлап Уралға арҡа терәгән ауылыбыҙ, икенсе яҡлап күл, ҡарағайлыҡ, йүкәлек, сейәлек; арыраҡ, йот килә ҡалhа, тәүбә-тәүбә, ашъяулыҡҡа емеш яуҙырыр сәтләүек урманы; алдыбыҙҙа – иген үҫтерергә ялан тәгәрәп ята, ауыл уртаһынан Күрәнлебеҙ аға. Көтөүлек өсөн дә иркенлек, тауға сығар ҙа йәй буйы шунда ятып көт малыңды. Ҙур ҡалаға барам тиһәк, Стәрлеме, Өфөмө, – туры юлыбыҙ бар, үҙебеҙ белгән. Дошман килһә, һағауыл ҡуйыр Ҡарауылтауыбыҙ, Биләриткә тимер юлға төшәбеҙ тиһәк, тау артылабыҙ ҙа...

– Ниңә баштуҡ шул аҡылды бирмәнегеҙ?

– Яңы тормош яңы ерҙә булһын!

– Ауыл исемен “Октябрь” тип үҙгәртәйек! Муллаҡай – заманса түгел.

Шулай йәштәр төрлөсә ҡысҡырышып туҡтағас, Аманулла ҡарт тағы яуап телмәре тотто:

– Ә һеҙ беҙҙән һоранығыҙмы ул кәңәште? Хәҙер кем ирекhеҙләй һеҙҙе ауылда? Малик бай үҙе ҡойроғон ҡыҫып ултыра, ишетелеп тора бит, һөргөнгә һөрәләр, ти, бәғзеләрҙе. Әйткәндәй, теймәгеҙ һеҙ ул Маликка, нәҫеле менән ҡара тырыш бит улар, шуға байынылар. Ҡаршылашмай, малын бирҙе ләһә әртилгә.

– Кеше яллап, батрак тотоп! – Мөхәрләм әйтмәй сыҙаманы.

– Ярар, Мөхәрләм, һинең уға Күк юрға хаҡына бил бөккәнеңде беләбеҙ, үҙең теләп ҡабул иткән шарт. Ә башҡаларға әжерен түләп барҙы ул.

– Түләне: ите уға – һөйәге миңә...

– Йәмәғәт, һүҙҙе ситкә алып киттегеҙ, – әртил башлығы Шәйәхмәт Кейекбаев бәхәскә сик ҡуйҙы.– Совет власы беҙҙе ҡурсаларға вәғәҙә итте, яҙмышыбыҙҙы уға тапшырҙыҡ. Ләкин үҙебеҙгә лә күрһәтмә көтөп кенә ятырға түгел, уйларға кәрәк: нисек тә яҡшыраҡ, халыҡ файҙаһына ҡорорға яңы тормошто. Бер олоно, бер кесене тыңла, тигәндәр, тыңлайыҡ әле ғауғалашмай ғына.

– Вәғәҙә – иман, шуны белһә ярай ҙа ул сәүиттәр, – тип һүҙен ялғап ебәрҙе Аманулла ҡарт. – Әтеү беҙ тарихты яҡшы хәтерләйбеҙ. Аҫаба хоҡуҡтарыбыҙҙы тартып алырға күпме яҫҡынғандар. Күпме башҡорт башын һалған, ошо тауҙар, Толпарсыҡҡаныбыҙ, Аҡбейегебеҙ бына һеҙгә ҡалһын мираҫ булып, тип. Әле ҡасан ғына, Петр Беренсе батша заманында, Балтик өсөн барған егерме бер йыллыҡ Төньяҡ һуғышында, һалым менән баҫып, йәнде ала яҙғандар. Беҙҙең уландар һуғышҡа алынған, ҡаҙнаға йәнлек тиреләре, бал менән яһаҡ түләгәнбеҙ. Рәсәйгә ҡушылғанда, Аҡ батша менән төҙөлгән Килешеүгә хилафлыҡ килтермәй үтәп торһаҡ та, беҙгә, башҡорттарға, йөҙләп төрлө яңы һалым өҫтәп һалырға йөрөгәндәр. Петр Беренсенең Әндрәй (1704 йылда Башҡортостанға яңы һалым уйлап сығарған Андрей Жихарев тураһында һүҙ бара.) тигән һалымсыһы уйлап сығарған: күҙең ҡара булһа – 12 тин, зәңгәр-фәлән булһа – 4 тин түләргә. Башҡорттоң күҙе ҡара булмай тағы...

– Түләгәнме халыҡ шул һалымды? – тип геүләште ҡор.

– Тотһондар ҡапсыҡтарын! Беҙҙә Әндрәй ҡаҙнаһы барҙыр шул.

– Шул замандан ҡалғанмы ни ул һүҙ, берәй нәмә һораһаң, атай ҡарт: “Миндә Әндрәй ҡаҙнаһы юҡ,”– ти ҙә ҡуя торғайны...

Дәррәү көлөшөп алғас, тағы шымдылар. Аманулла аҡһаҡалды тыңлауы бөтәһенә лә бик ҡыҙыҡлы ине.

– Өфөлә төрлө даруғаларҙан йыйылған вәкилдәргә шул ғибрәт һалымдар хаҡында иғлан иткәс, халыҡ ул Әндрәйҙе туҡмап, Указын (5. Өфөлә Башҡортостандың Ҡазан, Нуғай, Уса һәм Себер өлкәләренән (даруғаларынан) йыйылған вәкилдәргә уҡылған Указ.) йыртып Ағиҙелгә ташлаған.

– Шунан?

– Шунан шул. Указ Ағиҙелгә ағып киткән, бүтәнсә уны ҡуҙғатмағандар.

Башҡорт ихтилалдарынан шөрләгән батша йәнәптәре лә. – Аманулла аҡһаҡал ошо урында туҡтап торҙо, фекерен йыйнап алды һәм артабан дауам итте: – Вәғәҙә – иман да ул... Ярай, хәйерлегә булһын, еребеҙҙе тартып алыу түгел һымаҡ сәүиттәрҙең ниәте. Ә беҙҙең ҡорҙоң бөгөнгө бурысы шул ине: ауылға ҡайтығыҙ, төп йорт-нигеҙегеҙ була тороп, юҡҡа көс сарыф итмәгеҙ, тип әйтеү. Шул мәлде Абдрахман урынынан күтәрелде. Зөлхизә саҡ ҡына алға ынтылып ҡуйҙы. Тағы уйнармы ҡурайын? Ә ул ҡурай тартырға түгел, һүҙ әйтергә уҡталған икән.

– Ҡәрҙәштәр, һеҙҙең төбәктә тәү тапҡыр түгелмен, әммә бындай йыйынға тап булғаным юҡ ине. Фәһем биреп тыңлап ултырҙым. Бында, Ҡушҡайында, һыйыр малын көтөү бик тә ҡулай түгелме һуң? Мин донъяны күп кенә гиҙҙем, сәфәрҙән баш сыҡмай, күҙ булғас – күрәһең, ҡолаҡ булғас – иштетәһең, тигәндәй... Ошонда фермағыҙ ойошҡан бит инде, әле өй һалғандар йәшәп ҡалһын, ә бығаса ҡуҙғалмағандар ауылда көн итһен, әүәлгесә. Күрәнле аръяғындағы яландар хәҙер һеҙҙеке бит, иген сәсегеҙ шунда рәхәтләнеп…

– Һин, ҡурайсы, беҙгә нисек йәшәргә өйрәтмә әле, ул тиклеменә үҙебеҙҙең дә баш бар, – тип урынынан ҡалҡынды әртил башлығы Шәйәхмәт Кейекбаев. – Рәхмәт хөрмәтеңә, дан ҡурайсыһың, маһирлығыңды беләбеҙ, әммә...

– Ниңә, Абдрахман харап дөрөҫ әйтә!

– Әҙ ултырған – күп һынаған, тигәне лә бар мәҡәлдең. Халыҡ геү килеп алды.

– Ярар, батырға ла ял кәрәк. Миңә иртәгә районға барырға, ҡуҙғалайым, – тине ахырҙа хужа. – Сход йыйырбыҙ, был тәңгәлдә уйлашырбыҙ. Аҡһаҡалдар, һеҙгә лә рәхмәт.

Байтаҡ кеше – ат егеп, арбаларға ултырып, йәшерәктәре йәйәүләп Толпарлыға ҡайтып китте. Ике-өс саҡрым ара әле ул, атлай башлаһаң... Аҡланда ун-ун биш кеше тороп ҡалған. Күпселеге йәштәр. Тальян тауышы сыҡты, ҡара-ҡаршы бейергә төштөләр. Бибисара бик өгөтләһә лә, Зөлхизә, Зәйнуллаһы уянып ҡурҡып ҡуйыр тип һылтаулап, ҡыуышҡа табан китте. Инеп ҡараштырып сыҡты, малайы мышнап йоҡлап ята. Бибисараны көтәүелләргә ҡыуыш алдына сығып баҫты. Йоҡоһо килмәй ине. Ошолайтып төн йөҙөндә ҡырағай яланда тәүләп хис-тойғоларға бирелеп тороуы уның. Күктә түп-түңәрәк Ай йөҙә. Ул бөтә нурын тик ошо Ҡушҡайынға түгәме әллә бөгәсә – яп-яҡты, энә төшһә, күренерлек. Зөлхизә икәү йәнәш үҫкән ҡарағай менән ҡайынға иғтибар итте, аяҡтары үҙенән-үҙе шунда атланы. Йомро ултырғыс кеүек шымарып бөткән бер төмөзгә барып ултырҙы ла баяғы ҡурай моңон иҫләп иләҫләнде. Әсәһе уға “Зөлхизә” тигән бик һағышлы бер йырҙы йырлай торғайны гелән. Йырлап бөтөр ҙә, ҡыҙын күкрәгенә ҡыҫып: “Һапамды ғына ла...” – тип һөйөп алыр ине. Ете йәшенә тиклем шулай, хәсрәт күрмәй үҫте Зөлхизә. Ә теге йырҙың көйө, һүҙҙәре мәңге иҫендә. Бәлки, үҙенең исеме менән аталғанға, бәлки, әсә тауышы булып йәнгә һеңгәнгә? Мәғүҙә инәйенә лә йырлап алыр ине һирәкләп. Берәй нәмәгә эсе бошһа микән, уныhы: “Ҡара көйҙөрөп йырлап ебәр әле шул үҙендең йырыңды, булмаһа!” – тип янына килеп ултырыр ине.

Ялан ғына ерҙән дә болан килә, Зөлхизә,

Уйһыу ҙа ғына ерҙән дә, ай, түтә, тип, Зөлхизә.

Төн уртаһы еткәс тә, бер ҡыҙ илай, Зөлхизә,

Йәш ғүмерем заяға, ай, үтә, тип, Зөлхизә...

Үҙе лә һиҙмәҫтән, Зөлхизә йырлап ебәрҙе. Ошо сихри төн, ай нурында бәүелгән саф һауа, баяғы аҡландан ишетелгән дәртле тальян тауышы – бөтәһе бергә сәйер бер халәткә индерҙе уны. Әйтерһең, бейектә емелдәшкән йондоҙҙарға таба оса һәм... йырлай. Көйөнә, моңона үҙенең бөтә күңелен һалып, етем бала сағының, саҡ ҡына тойоп ҡалған әсә наҙының, ҡарт ир менән заяға уҙған йәшлегенең зарҙарын үреп, онотолоп йырлай.

...Һөйгән генә егете ҡурай уйнай, Зөлхизә,

Ят ҡуйынында йәнем дә йоҡлай, тип, Зөлхизә...

Шул саҡ кемдер уның иңдәренә ҡағылды һәм һаҡ ҡына мөғәмәлә менән күктән ергә төшөрҙө... Ергә төшкәс, Зөлхизә үҙенең йырына ҡушылып шым ғына ҡурай моңо һарҡылыуын тойҙо һәм аңына килде: бәй, янында Абдрахман ҡурай уйнап тора!

Ҡатын ҡапыл йырлауҙан туҡтаны. Ә ҡурайсы күҙҙәрен алыҫҡа, һарғайып ҡына таң моронлап килгән яҡҡа төбәп уйнауын дауам итте. Әллә ул Зөлхизәне күрмәй ҙә? Ә үҙе ул йырлаған көйҙө уйнай...

Тартыныуын еңеп, Абдрахманға баҡты: урта буйлы, мыҡты. Сәстәре саҡ ҡына тулҡынлы, ҡаштары яҫы, көй ыңғайына һикереп-һикереп китә. Ә бармаҡтары – ниндәй тилбер, әйтерһең, ҡурай тап ошо матур бармаҡтарҙың наҙына яуап итеп шулай иңрәй.

Зөлхизә тағы бер йотлоғоп ҡараны ла ҡурайсыға, уның йор бармаҡтарына, ултырған төмөзөнән шым ғына ҡуҙғалып, ҡыуыш яғына атланы. Абдрахман һаман шул уҡ рәүешендә, ай нурына мансылып ,ҡурай тартып баҫып ҡалды. Юҡ, ысын түгел был күренеш, ә, моғайын, серле бер төш?

Тәмле итеп йоҡлап ятҡан Зәйнулланың йылы тәненә һыйынып, кипкән бесәндең хуш еҫенә иҫереп йоҡлап киткән – ниндәй генә тылсымлы тәьҫирҙән дә йоҡо көслө. Уйындан ҡайтҡан Бибисараның эргәләренә килеп төнәгәнен дә һиҙмәгән.

Иртәнге һауындан һуң, һауған һөттө һөҙөп, сепаратсыға тапшырҙы ла, Зөлхизә ауылға ашыҡты. Зәйнулла йәсләлә ҡалды, унда бала-саға менән уйнап рәхәтләнә. Төшкө һауынғаса өйҙәге мәшәҡәтте атҡараһы бар. Килене бергә саҡта иҙән йыуыу, һыу ташыу Зөлхизәнең елкәһенән төшкәйне, хәҙер йәштәр бында ҡайтып әйләнмәй. Көнөнә бер булһа ла эсәр һыуға Биксәнәйгә барырға кәрәк. Башта шунда китте, көйәнтәһен аҫып. Ҡайтып килһә, күрә ҡалды: ҡапҡа төбөндәрәк бер ир тора. Күҙенә күренәме әллә, Абдрахман бит!? Боролоп китерҙәй булды, ә ҡайҙа боролаһың һыулы силәктәрең менән? Башыңды баҫып, өйөңә табан юрғалауҙан башҡа сараң юҡ. Бәлки, ул башҡа берәйһен көтәлер...

– Сарсаным, хәрендәш, һыу эсерәһеңме? – “Биләрит яҡтарының “һеңлекәш” тигәне ҡыҙыҡ ул”, – тип уйлап алды ла Зөлхизә, көйәнтәһен бер яҡҡа эйелтте. Абдрахман сүгәләп, биҙрәнең ике ҡолағынан тотоп ҡырынайтып, йотлоғоп һыу эсте.

– Рәхмәт, хәрендәш, ҡасан эсер инем бындай тәмле һыуҙы, был төбәккә юлым төшмәһә, – тигәс,ҡурайсы саҡ ҡына икеләнеп торҙо ла Зөлхизәнең күҙенә ҡарап өҫтәп ҡуйҙы: – Ҡайҙан ишетер инем шундай ҙа йырҙы?

Көйәнтәһе яурынынан шылып төшөп бара тип тора Зөлхизә – сайҡалып киттесе ошо һүҙгә. Күргән, ишеткән икән кисә? Төҫөн иҫләгән. Әле танып туҡтаған, ҡайһы өйгә инер был, тип көтөп торған.

– Әлләсе, – тиеүҙән башҡа һүҙ тапманы Зөлхизә һәм тиҙ генә бәләкәй ҡапҡаһын асып, ихатаһына инеп китә һалды. Абдрахман тышта ҡалды. Ҡала инде, өйгә саҡыра алмай ҙаһа уны тол ҡатын. Биҙрәләрен оло көршәккә бушатты ла, кәрәкмәһә лә, тағы Биксәнәйгә йүнәлде, үҙе күҙ ҡырыйы менән генә тирә-яҡты һөҙөп ҡарап сыҡты: Абдрахман ҡурайсының эҙе һыуынғайны...

Зөлхизәнең йөрәге бер нисә көн елкенеп торҙо ла тынысланды.

Әртилдең киләсәген йыйында аҡһаҡалдар әйткәнсә хәл иттеләр. Икенсе яҙға элек урыҫ алпауыты биләгән, әммә унда сәсмәгән дә, урмаған да, мал да көтмәгән иркен яланға – Сейәлетүбә итәгенә сәсергә булдылар. Ә hауын hыйырҙар Ҡушҡайында ҡалды. Ҡышҡы ҡаралтылар ҙа һалынып бөткән унда, урыны йәпле. Һауынсылар йөрөп эшләр, ә бында мал ҡарарға өс ғаилә етә, улар күсенеп өлгөргәйне.

Башын эшкә һалды Зөлхизә, бөтә ихласлығын биреп тырышты. Әртил колхозға әйләнде, уға “Октябрь” тип исем ҡуштылар, әлеге Шәйәхмәт Кейекбаевты рәйес итеп һайланылар. Оҙаҡламай ауылдың да исеме рәсми үҙгәртелде: Толпарлы булып китте ул.

Өйрәнеш ителгән hәүетемсә тормош бөттө хәҙер.Бына бер ваҡыт ауыл тағы зыҡ ҡупты: Малик байҙың (байлығынан хәҙер ҡушамат ҡына ҡалды инде) ҡыҙы Мөхәрләмдең улына йәбешеп сыҡҡан! Хәҙер комсомол туйы уҙғарырға йөрөйҙәр.

Мөхәрләм башта барып һөйләшеп ҡараған икән – Малик бай ризалыҡ бирмәгән. Элекке ялсыhының улына ҡыҙ бирергә кәмhенгәндер? Ә егет ҡыҙҙы урлаған да ҡасҡан, үҙ-ара килешкән буйынса. Бер аҙна Көсөклө утарында йәшенеп йөрөгәс, ҡайтҡандар былар. Хәле түгел, Малик бай Мөхәрләмде өйөнә саҡырып алған: “Йөҙгә ҡара килтерһә лә, үҙ ҡыҙым бит, әҙәмсә никах уҡытып, туй уҙғарайыҡ,” – тигән. Риза булыр ҙа ҡуйыр ине Мөхәрләм, ауыл йәштәре комсомол туйы көҫәй. Улы ла никахҡа ҡаршы, баштуҡ шул комсомолға инеп, күңелен аҙҙырып алды ул малай. Нишләргә? Уйлана торғас, Мөхәрләмдең башына шәп уй килә – Маликка шарт ҡуйырға: йә ул миңә Күк юрғаны бирә, йәнәһе, ҡыҙ артынан эйәргән мал итеп, йә – комсомол туйы! Улына аса инде ниәтен, уныһы ризалаша. Шул Күк юрғаға мауыҡ булып, ҡаҙаҡтың hайҙағы – тоҡомло мал бит уныhы ла, атаһының нисәмә йыл байға бил бөккәнен белә ләһә. Йәштәргә әйтә: “Никах та уҡытмайбыҙ, комсомол туйы ла эшләмәйбеҙ – атай менән шулай килештек, уның да һүҙе һүҙ түгел, минеке лә”.

Комсомол туйын йәштәр, бер дәрт иткәс, барыбер уҙғарҙы, тик бүтән пар менән. Мөхәрләм (уға ат ене ҡағылған, тиҙәр – ысын микән?) күсер булып йөрөнө, ғүмер буйы хыял иткән Күк юрғаhын егеп, дуғаһына ҡыҙыл тауар урап.

Толпарлыла тәүге заманса туй бит инде. Аҡмәтенән Солтанай сәсәниәне, Умарталыҡтан ҙур мәжлестәрҙә халыҡты матрос бейеүе менән аптыратыусы Балбабайҙы һәм, әлбиттә, Абдрахман ҡурайсыны саҡырҙылар.

Туйҙы Ҡушҡайында яһанылар. Иркен, күп кешегә аш-һыу әҙерләргә оло ҡаҙан, оҙон өҫтәл, һауыт-һаба бар. Һый шәп булды. Әммә беҙҙең халыҡҡа һәр заманда ла мөҡәддәс булғанды – йыр көттө, уйын-көлкө өмөт итте ҡунаҡтар. Һәм, ниһайәт, ул сәғәт тә һуҡты. Солтанай сәсәниә өр-яңы ҡобайыр ижад иткән. Була бит булһа кешелә һәләт! Уралға, башҡорт батырҙарына дан һүҙҙәрен дә әйтте, сәүиттәрҙе маҡтарға ла белде, йәштәргә атап теләктәр теләне – хәтере шәп! Ә тауышы, олоғайып килһә лә, сыңғырлап тора. Бик йөрөмәй хәҙер оло мәжлестәргә, тиҙәр ине, һанлаған Солтанай толпарлыларҙы, рәхмәт төшкөрө. Халыҡ та уны һанланы, аяғүрә баҫып алҡышланы. Бейеүгә һәүәҫ Балбабай киске уйындарҙа йәштәр таҡырайтып ҡатырып бөткән ерҙең туҙанын ҡуптарғансы инде бөтә ауыл белгән«флотский» ҙы теттерҙе. Йәш сағында әле, Умарталыҡҡа (биш өйлө генә утар) алыҫтан өс урыҫ килеп, солоҡ балы тураһында һорашып йөрөгән, шуларҙың береһе уға ошо матрос бейеүен өйрәтеп киткән. Умартасы, моғайын, бергәләп әҙме-күпме hемереп алған һитә балы шауҡымында ҡунаҡтарға хөрмәт йөҙөнән “Байыҡ”ты ойоҡһотоп ебәргәндер... Күстәнәскә мул ғына итеп бал биргәс, тегеләр аҡса һона икән. Яңы бейеү – миңә аҡсанан да ҙур бүләк, тигән бабай.

Абдрахмандың ҡурайын тыңларға иркенләп әҙерләнделәр. Кем ҡулына ажар ҡымыҙ, кем һөтлө сәй һалынған кәсә тотоп, түңәрәкләп ултырыштылар.

–“Зөлхизә!” – Ғәҙәтенсә, ҡысҡырып иғлан итте уйнар көйөн ҡурайсы.

Терт итеп ҡалды Зөлхизә, ошоғаса тып-тыныс ултыра ине, ҡатын-ҡыҙ араһында сумып ҡына. Тирә-йүнгә күҙ йүгертә һалды: уға бер кем дә иғтибар итмәй, бөтә ғәмдәре ҡурайсыла.

Һәм һыҙҙырып уйнап ебәрҙе Абдрахман көйҙө. Зөлхизәнең күңеле лә һыҙып йырларға кереште – эстән генә. Күҙҙәре – ҡурайсыла, уның етеҙ, йор бармаҡтарында. Һәм, бынағайыш, был ирҙең ҡурай осон ҡымтып наҙлаған ирендәренән дә ҡарашын айырып ала алмайсы был ҡатын? Ҡуйы сейә төҫөндәге ул итләс ирендәр дерелдәгәндә, Зөлхизәнең дә ирендәренә әллә нимә була, аңлатырлыҡ түгел...

Абдрахмандың әле ярайһы йәш ир икәненә иғтибар итте ҡатын. Күп тигәндә утыҙ – утыҙ биштәрҙер уға.Ә ул үҙе – ҡырҡ өҫтөндә! Булһа тағы? Кем әле уның менән йәш һанашырға тора? Ҡурайын уйнар ҙа тау аша артылып ҡайтып та китер...

Әммә шул көндө лә, иртәгәһенә лә, хатта шул йылды ла ҡайтып китмәне Абдрахман. Кисен өйөнә ҡайтып, шәмгә ут алмай ғына тәҙрәгә төшкән ай яҡтыhында түшәк йәйеп йөрөгәндә, Зөлхизәне ел ҡапҡа асылып ябылған тауыш һиҫкәндерҙе. Зәйнулланы, төндә уятып йөрөмәҫтән, Рәхмәтуллаларға индереп йоҡлатҡайны, шулар ҡайттымы? Шауларҙар ине, былай шым инмәҫтәр ине. Ул да булмай, кемдер һаҡ ҡына ишек шаҡыны. Зөлхизә аяҡ остарына ғына баҫып ишек төбөнә килде, әммә өндәшмәне. Йөрәге күкрәк ситлегенән сығырҙай булып ярһып тибә ине.

– Зөлхизә! – Был тауыш, һис шикһеҙ, тик уныҡы, Абдрахмандыҡы!

Ихтыяры үҙенә түгел, ниндәйҙер икенсе бер көскә буйһондо ҡатындың. Ишек келәһен ысҡындырғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Күҙ асып йомғансы, йәш, көслө ир-егет уның өркәк кәүҙәһен үҙенең имәндәй ныҡ һынына һыйындырҙы, теге һиҙгер, йор бармаҡтары менән иңбаштарын ҡыҫып тотто...

Бына ниндәйерәк килеп сыҡты мөхәббәт ҡиссаhы. Үҙем белеп тә етмәгән тойғоларҙы ла тасуир итә алдым? Ҡисса минең күңелемдә генә теркәлде әлегә. Берәй ҡасан, бәлки, аҡ ҡағыҙға төшөрөп яҙып та ҡуйырмын? Ғәжәп, нисек аңланым мин мөхәббәт хистәрен? (Хатта ки кисерҙем дә кеүек бер килке, сөнки үҙемде Зөлхизә итеп тойҙом, уның хәсиәтенә тоташып торҙом шул минуттарҙа – шундай hәләтем барлығын беләм дәhә.) Өлкәндәр генә әйтергә тейеш серле ғишыҡ hүҙҙәре – улар минең аңымда, асылымда тыумыштан уҡ барҙыр, күрәhең?!. Ҡартәсәйемдең, ололар hүҙен зиhен тартмаларыңа hала бар, тигәне лә дөрөҫ – кәрәкте бит.

Ә артабан? Артабан сер юҡ. Һәр кемгә мәғлүм: өләсәкәй Белорет тауҙарынан килеп төшкән ҡурайсы олатайыма кейәүгә сыҡҡан. Рәхмәтулла бабайым ҡарышһа ла, тыңламаған, кеше аптыратып, йәп-йәш ирҙе өйөнә индергән дә ҡуйған. Күҙ алдыма килтерә алам нисек халыҡ гөжөлдәгәнен. Йыуаштан йыуан сыға, тигәндәрҙер, шигем юҡ. Әлдә генә сығарғанһың шул “йыуан”ды, өләсәкәйем! Юғиһә, әсәйем тыумаҫ ине, тимәк, был донъяла мин, Нурия ла, булмаҫ инем. Ә минһеҙ – донъяның бер һаплам нуры етмәй торор ине!

Зөлхизә менән Абдрахмандың яҙмышы оҙаҡ, бик оҙаҡ баштан сыҡмай йөрөнө әле ул. Ҡалғаны сер түгел, тиhәм дә, миңә аңлашылмаған нәмәләр байтаҡ ине был тарафта: ни өсөн, шундай мөхәббәттәре булып та, айырылышҡан улар? Нишләп Абдрахман, hуғышҡа киткәнсе, Толпарлыла йәнә икенсе ҡатынды алып йәшәгән? Тыуған ауылы, тыуған йорто ҡайҙа уның?..

Йәй еткәс, уй-хистәр бураны баҫылып торҙо: «кирбес заводы” эшләй башланы, ә унда ҡисса ҡайғыhы түгел. Әммә барыбер бер килеп яңырҙы, йән тыныслығымды алды яуапhыҙ ҡалған баяғы hорауҙар.

...Зөлхизә өләсәйемдең көндәше Гөлшәhүрә инәйҙе беләм мин. Икәүләп ул инәйгә сынаяҡ ҡоршатырға барып, Магнитта йәшәгән ҡыҙы ебәргән тәм-том менән сәй эсеп ҡайтҡаныбыҙ бар. Шулай көндәш буламы? Әхирәттәр бит улар! Һорауҙарҙы ҡартәсәйемә бирһәм? Өләсәйемдең хәтерен ҡуҙғатырға була инде, ә йөрәге ҡуҙғалып ҡуйһа? Әле дуҫ йөрөһәләр ҙә, заманында көндәшлек рәхәт булмағандыр. Бер кеше генә ҡала төпсөп hорашырға – Гөлшәhүрә инәй үҙе. Ул үтә ҡарт түгел, сыҙар, йөрәге ныҡтыр әле.

Саҡ ҡына сатнаған бер шәшкене алдым да бәрҙем мейес ауыҙы алдындағы ҡалайға. Ярай ҙа, уртаға ғына ярылды.

– Өләсәй, мин Гөлшәhүрә инәйгә йүгереп кенә барып, ошоно ҡоршатып киләм әле, ҡартәсәйем ары-бире һиҙеп ҡалғансы, – тинем дә шыла һалдым. Мин дә барам, тип беләгеңә килеп йәбешһә, һелкеп ташлап булмай ҙаһа оло кешене.

Гөлшәhүрә инәй аръяҡта йәшәй, Күрәнле күпере аша сығып барырға. Туранан һыу кисеп кенә сыҡтым да тиҙ үк барып та еттем.

– Инәй, тиҙерәк бир берәй йөн ойоҡ, аяғым өшөнөсө, Күрәнлене кисеп сыҡтым! – тинем инешләй үк.

– Бына был һапа ҡыҙыҡай... – Үҙе шулай һуҡрана, үҙе аяғыма шәлен урай. – Хәҙер сәй ҡуям. Зөлхизә апай ни хәлдә, ниңә килмәне? Күптән күргән юҡ...

– Өләсәйемдең сын сынаяғын яңылыш төшөрөп ваттым, шуны ҡоршап бир инде, инәй? – Үҙем дер-дер ҡалтыранам, үҙем яулыҡҡа төргән шәшкемде һуҙам.

– Аһа, был ни сатнаған булған даһа, әлдә шул буйҙан ғына ярылған. Ямайбыҙ уны, хәсрәтләнмә. Әй, элек була торғайны ошондай ҡытай сынаяҡтары, сауҙагәрҙәр һатып йөрөр ине. – Был инәй һүҙгә әүәҫ ул, моғайын, мин теләгән хәбәрҙе лә һөйләр?

– Инәй, “һапа” тигәнде Зөлхизә өләсәйемдән оттоңмо? Ул һинең көндәшең дәһә, ниңә уның һүҙен оттоң? – тип тоттом да башланым.

– Аһа, көндәш, тисе, мин унан тартып алманым Абдрахманды, үҙе сығарып ебәрҙе, – ти һалды инәй.

– Сығарып ебәрмәй ни, әсәйемде етем итеп – hигеҙ йәштә генә булған?

– Минең менән күп йәшәмәне бит ул Абдрахман. Былай ғына, әҙерәк фатирҙа тороп торам, тип кенә ингәйне. Индерҙем шул, тышта ыжғыр февраль бураны ине. Ярты йыллап шулай торҙо ла ул... Шунан ни, тере йән, бәғзе таңда уянһаҡ, башыбыҙ бер мендәрҙә...

– Ә өләсәйем уны нишләп сығарып ебәргән?

– Үҙем белгәнен генә әйтә алам... Рәхмәтулла үҙ ваҡытында әрмегә алынманы бит инде, аяғы зәғиферәк ине. Һуғыш башланғайны, ҡарап торманылар, ҡырып-һепереп алып киттеләр. Ай ҙа үтмәне, ҡара ҡағыҙы килде. Уңарсы Зәйнулла әрмелә ине, ҡырҡынсы йылды алынғайны, шунан hуғышҡа кергән, ҡырҡ өсөнсөлә һәләк булды. Әзмәүерҙәй ике уланды ай күрҙе – ҡояш алды... Зәйнулла өйләнеп өлгөрмәгәйне, ә Рәхмәтулланың ҡатыны, ун алты йәшлек ҡыҙы ҡалды – Дәүләтбикәһе. Әле Кимерәүҙә йәшәй ҙәһә, шул.

– Эйе. Шунан?

– Шунан тип ни... Һуғышҡаса әле... Алғараҡ китеп hөйләргә кәрәктер? Рәхмәтуллаларҙың өйө Ҡушҡайында ине, унда ферма бөттө, башҡа урынға күсте. Утыҙ алтынсы йыл ине, яңылышмаhам, Зөлхизә апай орден алғайны. Эйе... Ике ғаилә һаман йәшәп ҡалғайны Ҡушҡайында, береһе ауылға ҡайтҡас, Рәхмәтулла ла ғаиләhе менән атай йортона күсенде. Уныһы ярар ине әле, элекке төкөтмәләре бар, йәшәй бирhендәр. Абдрахманға күҙе төшкән бит килен балаҡайҙың, иманһыҙҙың. Ә ул мөһабәт ир ине, төҫкә-башҡа ла матур үҙе. Ҡурай ҙа тартып ебәрһә, теҙ быуындарың йомшай ҙа ҡуя инде. Белмәйем, килене менән ирен тотҡандырмы, әллә гонаһҡа батмаҫ элек баштарын айырайым, тигәнме – Абдрахманды ҡыуған Зөлхизә. Ә уларҙың, ҡыҙым, бер-береһенә ғишҡылары булды, беләм. Икәүләп йырлаһалар, ел дә иҫмәй туҡтап торор ине, йәйләүҙә ишеткеләнем йырлағандарын. Эйе... Ә артабан, Дәүләтбикә менән Гәүһәр татыу ғына булғас, ҡәйнә менән килен даулашып йөрөмәне, баҫылдылар. Зөлхизәнең ҡайғыһы, ай, ҙур ине, бисараҡайҙың, Абдрахманды юғалтыу ишеме ни һыу һөлөгөндәй ике улыңдың һәләк булыуы. Мөхәббәт булмағайы, әллә нимә булһын, бала ғәзизерәк!

– Беләм, ир ҡайғыһы – итәктә, – тинем Гөлшәhүрә инәй ыңғайына.

– Уф, ошо һапаны... – Инәй баш сайҡап ҡуйҙы.

– Олатайым һуғышҡа киттеме?

– Китте, ҡыҙым, китте, ҡырҡ беренселә үк, ашҡынып китте – уның йылғыларҙы алмайҙар ине әле... Ә мин өс йәшлек кенә Гөлгәүһәр апайыңды күтәреп тороп ҡалдым.

– Гөлгәүһәр апай әсәйемдең бер туған һеңлеһеме?

– Әтеү. Ата бер инә башҡа туғандар. Уны ни бөтә ауыл белә...

– Миңә берәү ҙә әйткәне юҡсы.

–Аһа, төртөп әйтергә ни, билдәле эште. Ҡырҙа йәшәгәс, Гөлгәүhәрҙе уны бик телгә алып та бармайҙар. Магнитҡа сығып киткәйне, әлеге шул комсомол саҡыра, тип, шунда төпләнеп ҡалды. Кейәүҙәр унда ла бар икән. Бына берәй ҡайтһалар, апайың, еҙнәң менән таныштырырым үҙеңде, йәме, дихаят түгелhегеҙ.

– Нисек була ул – дихаят?

– Cолтанай сәсәниәнең hамағы иҫемдә ҡалған, тыңла әтеү:

Тыуғандан тыуыр ейәнсәр,

Ейәнсәрҙән тыуыр бүләсәр,

Бүләсәрҙән тыуыр тыуасар,

Тыуасарҙан тыуыр тыуаят,

Тыуаяттан тыуыр ете ят...

Белгең килhә, ете атаға еткәс, нәҫел бауыры алышына, ете яттан арыhы – дихаят була инде.

– Тимәк, дихаят – бөтөнләй ят, сыбыҡ осо туғанлығы ла юҡ.– Шулай тинем дә тик торғандан өҫтәп ҡуйҙымсы: – Абдрахман олатайым да һуғышта башын һалған, уф, өс олатайым булып та, исмаhам, береһен күрмәнем! Ярай ҙа, Бүреһуҡҡан бабайҙы үҙем олатай итеп алдым.

– Төхвәтулла ағай һинең олатаң түгел инде ул. Һатыбал менән Абдрахман ғына... Һуғыш ғәйепле, балаҡай. Хәйер, Һатыбал йәшләй генә, биҙгәктән үлде, хәтерләйем.

Гөлшәhүрә инәй йоҡаҡ ҡына ҡалай килтереп, шуны нәҙек кенә итеп тоҫмаллап ҡайсы менән ҡырҡа башланы. Уңарсы минең аяғым йылынып, тирләп китте. Инәйҙең шәлен бөкләп һандыҡ өҫтөнә һалдым да һорай ҡуйҙым:

– Ә Абдрахман ҡурайсының Белорет яғында ауылы, нәҫеле барҙыр ҙаһа?

– Ата-инәһе бик иртә вафат булғандар. Егерме беренселәге аслыҡҡа тиклем дә бер йот булған ул – шунда. Урман яғы кешеләре иген сәсмәне элгәре. Йылҡы аҫырай, һунар итәләр, йәнлек тиреһен игенгә алмаштыралар ҙа шулай көн күрәләр ине. Ә ҡоролоҡ килеп, башҡа ерҙәрҙә иген уңмаһа, улар бөтөнләй бөлә, асыға. Игенле яҡта һаман да әҙ-мәҙ ҡала лаһа бурала ашлыҡ, асҡа үлмәҫлек. Шулай... Абдрахман алты йәшенән йәтим ҡалған, туған-ырыуында, өйҙән-өйгә ризыҡланып йөрөгән, бахыр. Ил аҫырауы хөкөмөндә булған инде. Бәләкәйҙән йылҡы көтөүен көткән, сәхрәләрҙә ҡурай тартырға өйрәнгән дә ул. Ә яҡын туғандары бармы, атай йорто ҡайҙа,– һорашманым. Әй, шулай ҙа бер тарих һөйләп ҡуйғайны, әллә ысын, әллә буш... Бөрйән старшинаhы Ҡаранай Моратов нәҫеленән мин, тигәйне. Бүгәс батшаның балкаунигы булған ул Ҡаранай батыр.

– Пугачевтың полковнигы?! Салауат Юлаев һымаҡмы? – тип һоҡланыуымды йәшермәй, урынымдан килеп торҙом.

– Салауатҡа етә тиме, юҡтыр...

– Ә уны, олатайымдың нәҫеле Ҡаранайҙы, язалағанмы Әбей батша?

– Юҡ, язаламаған. Үҙенең элекке Бөрйән олоҫона яңынан старшина итеп ҡуйған.

– Нисек инде? Аңламайым...

– Абдрахман һөйләүенсә, Ҡаранай Бүгәс менән Өфөнө ҡамауҙа ҡатнашҡан. Шунан, бола баҫтырылғас, яңылыш юлда йөрөгәнмен тип, Әбей батшаға баш эйгән, шикелле. Уныһы ярлыҡаған булып сыға. Әлләсе... минең ҡара башым аңларлыҡ түгел. Әммә ләкин, шул хәлдәрҙән һуң, Абдрахмандың ата-бабалары Бөрйәндән Биләрит яҡтарына күсеп киткән: Ҡаранайҙың нәҫелен халыҡ бик өнәмәгән, ти.

— Шунан?

– Зөлхизә менән бүленгәс тә, башҡа яҡҡа сығып китергә атлығып торманы, Толпарлыға эҫенгәйне Абдрахман. Ә миңә яҡынайыуы, уныһы дәрт уйнауы ғына, мөхәббәт ғилләhе түгел... Кит, мынау Нурия, әллә нәмәләр әйттереп бөттө... Ҡыҙына исемде үҙе нарыҡланы, үҙе уйлап тапты, Гөлгәүһәр, тип. Ҡуштым, һуңғы ихтыяры булған аҫыл ирҙең.

– Улай икән...

– Нурия ҡыҙым, ә ниңә төпсөнмәйһең, нишләп шуғаса ирһеҙ ултырҙың, Гөлшәhүрә инәй, тип? Һин бит улай ҙа былай түгел, үткерһең, тура һүҙлеһең?

– Әй, ысын, нишләп ултырҙың?

– Матур ғына ҡыҙ булып үҫеп килгәнемдә, күҙемә аҡ һалды. Өшкөртөп тә ҡараны әсәйем, бөтмәне. Бына, күр аҡыш күҙ инәйеңде. Шуға кейәү сыҡманы. Аҡыш Шәhүрә мин...

– Һин дә тура һүҙле, инәй. Күҙеңә аҡ һалһа ни, барыбер һөймәлеклеһеңсе.

– Һапа ҡыҙыҡай, ҡара әле сынаяғыңды, килешкәнме? – Инәй тиҙ генә ҡоршап та ҡуйҙы шәшкемде. Ҡалайы, нәҙек булһа ла, күренеп тора тороуын, сәй ҡойорға эшкинһә, ярай инде.

Эшкинде. Гөлшәhүрә инәй мине ҡыҫтап сәй эсергә ултыртты, ҡайһылай йәпле булдың әле иптәшкә, тип йүпләп алды.

... Ниhайәт, түңәрәкләнде һымаҡ мөхәббәт ҡиссаһы.

10

[edit]

Ә мин ҡисса ижад итеп йөрөгәндә, Бүреһуҡҡан олатай менән Кәбир Ыласынды иреккә сығарғандар. Аҡбейек түбәһенә менеп, торҡаһын һалдырғандар ҙа күккә сөйгәндәр ҡыйғыр ҡошто. Ыласын уларҙың баш осонда оҙаҡ кәйелеп осҡан... Бүреhуҡҡан олатай, Һарыгүҙен дә юғалтҡас, Ыласынды азат итеүҙе hаман hуҙып йөрөй ине, ниhайәт, атҡарған икән. Кәбир мине эҙләгән, тик тапмаған, сөнки Зөлхизә өләсәйем Гөлшәhүрә инәйгә киткәнемде онотҡан. И, өләсәкәйемде, үткәндәрҙә йәшәй бит ул, Ҡушҡайын аҡланын, Абдрахманын хәтерләп ултырған микән? Кем белә һикһәнде ҡыуған, ағинәй сүрәтенә ингән ҡарсыҡтың күңел һандығында ниҙәр барын?

Әйткәндәй, үҙемдең күңел hандығыма бағып, алдыма бер ниәт ҡуйҙым: йоҡаҡ ҡына итеп иләнгән hарыҡ тиреhенә төшөрөлгән боронғо шәжәрәбеҙҙе аҡ ҡағыҙға матурлап күсереп алырға кәрәк, уны Зөлхизә ҡиссаhынан таныш Аманулла аҡhаҡал төҙөгән. Һатыбал олатайымдың атаhы Ҡарамырҙа имам-хәҙрәттең ике туған ағаhы икән дәhә Аманулла. Бығаса күҙ ҙә hалып ҡарамаған шәжәрә ағасы менән ҡыҙыҡhынып китеүем дә – шунан... Имам ҡартатайым совет заманынаса йәшәй алмаған, ә ағаhы яңы осорҙо күргән, насип иткәс.

Әй, шәжәрә тигәндән, игеҙәктәр тыуғас, ҡартәсәйем Камилға төбәп әйтеп торҙо: ағасыбыҙ ҡоромаҫ, иншалла, тип. “Ағас”ты шәжәрә тип аңғарҙым? Әлеге лә баяғы – ир заты тыумаhа, имеш, ул да ҡорой?!

Ҡыҫҡаhы, күсереп аласаҡмын аҡhаҡал бабайым мираҫ итеп ҡалдырған шәжәрәбеҙҙе, унда яңы йәш ботаҡтарҙы: үҙемде, Камил менән Камиланы өҫтәп ҡуясаҡмын. Ҡоромаhын ағасыбыҙ, тарбаҡлана, ҡеүәтләнә барhын, әйҙә!

Әллә Китапхана техникумына уҡырға инергә быйыл? Әҙәбиәт йә тарих уҡытыусыhы булырға ла уй бар, тик институт өсөн ун бер синыфты тамамлау кәрәк. Тиҙерәк берәй hөнәр алып, аҡса эшләй башлағы, әсәйемә ярҙам итәhе килә... Һы, башта hигеҙенсене ослап, таныҡлыҡ алаhы бар әле. Ә имтихан билеттарын тотоп ҡарағы ла килмәй, бөтә hорауҙарға ла шартлатып яуап бирермен кеүексе? Шулай, күңелем әлйе-бөлйө булып яфаланғанда, Айыусынан Әсмә әхирәтем килде, математиканан консультация көнө, имеш.

— Нурия, мин һатыусыға уҡымаҫҡа булдым. Унда әлеге математика кәрәк, үҙең беләһең, ул фән миңә күптән – "шиш!" — тип рәхәтләнеп көлдө лә ҡапыл туҡтап ҡолағыма шыбырланы: – Өфөлә кулинария техникумы бар икән, поварҙар әҙерләйҙәр.

— Ашнаҡсылыҡҡа уҡырға кәрәкме ни? — тинем, ысынлап та аптырап. Миңә ҡалһа, ризыҡ-сырса булһа, тотаһың да бешерәһең: йә аш, йә бутҡа.

— Кәрәк шул, Нурия әхирәткәйем, уҡымаһаң булмай. Бына, мәҫәлән, һин бифштекс тигәнде ишеткәнең бармы?

— Юҡ.

— Хатта ишеткәнең юҡ, ә нисек бешерәһең?

— Ә нисек?

— Белмәйемсе. Вәт! Ә унда, техникумда, әллә нәмәләр өйрәтәләр, ти ул. Бәрәңгенән генә утыҙлап төрлө ризыҡ әҙерләп була икән.

— Кит, юҡты! — Бармаҡ бөгөп һанап алдым: әрсеп йә әрсемәй ярып бешергән бәрәңге, мундирлы бәрәңге, турап ҡурған бәрәңге, майға-һөткә иҙгән бәрәңге, бәрәмәскә ҡыҫтырған бәрәңге... (нимә генә тимә, үҙебеҙҙең бәрәңгебеҙ ҙәһә, икмәк рәтендә йөрөй). — Алты төрлө — бөттө-китте, — мин әйтәм. — Фариза еңгә, бәлки, тағы беләлер, барыбер, иң күп тигәндә, — ун төргә тулыр. Ышанмайым, утыҙлап ризыҡ, тигәнгә?

— Әйҙә, һин дә унынсыны бөткәнсе йөрөмә ауылда, быйыл көҙ үк кер Өфөгә берәй уҡыуға? -Әсмә һүҙҙе бороп ебәрҙе.

— Ә Мәүлиҙә?

— Өфө тармы ни, уны ла ҡотортайыҡ, бергә китәйек!

Әсмә – ул шундай ҡыҙыҡай: әллә нисек итеп үҙенең шауҡымына урата ла ҡуя һине. Бына әле, тик торғандан, уға эйәрге килде лә китте. Ысын, ҡала ҡыҙы булып, урыҫса шартлатып һөйләшеп йөрөһәм — насармы ни? Атайыма, ярты һүҙ ҙә башҡортса ҡыҫтырмай, шау урыҫсалап бер табаҡ хат яҙып ебәрермен, иҫе китер. Әтеү уға ауылда иш юҡ, имеш...

Етәкләшеп Мәүлиҙәләргә барып индек. Ул ҙур йомро таста ен ботағы Ишбирҙене ҡойондороп йөрөй: тиҫтерҙәре менән Аҡмәте яғына уйнарға барып, баштан-аяҡ мәтегә буялып ҡайтҡан. Беҙ кемуҙарҙан баяғы ниәтебеҙҙе һөйләйбеҙ, әхирәтебеҙ өндәшмәй, тызып-тызып Ишбирҙенең арҡаһын өйкәй. Тегеһе таҙарынып, турғайын ике ҡуллап ҡаплап тастан сығып үләнгә баҫҡас ҡына, ауыҙын асты Мәүлиҙә:

— Училищела уҡыу дүрт йыл, ти.

– Булhасы? Мәктәптә лә ун бер синыф хәҙер.Тағы өс йыл парта артында бөксәнләп ултырырға мине берәү ҙә мәжбүр итә алмай! – тине Әсмә бер тында.

– Мине лә! – тинем дә ҡуйҙым ыңғайына. Әсмә уның hайын әҫәрләнеп китте:

– Кулинарныйға инеп булмаhа ла, ҡайтмайым кире, кейәүгә сыҡhам сығам, әммә...

Үҙенең һүҙен үҙе лә ишетте ахырҙа, туҡтап ҡалды. Мәүлиҙә менән миңә алмаш-тилмәш ҡараны ла көлөп ебәрҙе. "Кит, ошоларҙың, әллә нимә уйлап торалар", — тип беҙгә һылтап ҡуйҙы, етмәһә, үҙенең мәҙәген.

Мәүлиҙә беҙҙе аласыҡҡа индереп сәй эсерҙе – Әсмә алыҫтан килгән дәһә.

— Берәй килегеҙ Айыусыға, беҙҙә хәҙер кистәрен клубта күңелле, йәштәр күбәйҙе — урман ҡырҡыусылар ҡасабаһына әйләндек бит, ишеткәнһегеҙҙер?

— Ишетмәйсә, - тине Мәүлиҙә, - ундағы егеттәр Толпарлыға ла килеп етә, ти. Берәүһен беҙҙекеләр туҡмап ҡайтарған, шикелле. Гуля-Гөлсөм апай әсәйемә һөйләгән: Сәмиғуллины әллә унлаған егетте саҡыртып һорау алған, күрмәмеш тә белмәмәмеш, ти улары.

Шунан яңынан Өфө мәсьәләһе ҡалҡып сыҡты. Ахырҙа беҙ, өс әхирәт, быйыл, 8-сене бөтөү менән, документтарыбыҙҙы техникум-фәләнгә тапшырырға һүҙ ҡуйыштыҡ. Дөрөҫөрәге — ант бирештек.

— Мине тотмаҫтар, барыбер ситкә йөрөп уҡыйым. Ә һеҙҙе, бигерәк тә hине, Мәүлиҙә, ебәрерҙәрме һуң өйҙәгеләрең? — Әсмәнең был һүҙенә Мәүлиҙә көтмәгәнсә яуап бирҙе:

— Ебәрмәһәләр, ҡасып китәм!

— Мин дә! — тинем тағы, йыуаш әхирәтем алдында мәлйерәп тормаҫым даһа. Ә үҙем эстән уйлайым: күҙ күрер әле...

Бәс, аҙна-ун көн үттеме-юҡмы, баҡсала бәрәңге утап йөрөhәм, Әсмәнең саң туҙҙырып тағы беҙгә табан йүгереп килә ятҡанын күреп, ҡаршы сыҡтым.

— Нурияҡайым, эсемә һыймай – сер һөйләргә килдем! — тип йүгергән ыңғайы килеп ҡосаҡланы, икәүләп сирәмгә барып йығылдыҡ. Кәүҙәгә ҙур бит ул Әсмә. Айыусы ҡыҙҙары бөтәһе лә шулай эре һөйәкле. Элгәре был ауыл ҡатындары ирҙәре менән ҡушарлап йөрөп айыуға һунар иткәндәр, ти.

— Ғашиҡ булдым, әхирәткәйем, үлеп, суҡынып ғашиҡ булдым, — тине Әсмә, үлән-фәлән йәбешкән итәк-еңен ҡаҡҡылап.

— Кит, беҙҙең Толпарлыла милиция Сәмиғуллин ғына Гуля-Гөлсөмөнә суҡына яҙып ғашиҡ булған йәш сағында, хәҙер икәү булаһығыҙ инде. Кем ул? Беҙҙең мәктәпкә йөрөп уҡығандарҙың береһеме әллә? Үҙегеҙҙең ауыл Мараттыр, күп булһа, гел сумкаңды күтәреп йөрөгән малай?

— Түгел шул, бүтән егет.

— Егет?!

— Унды бөтөргән. Һалдатҡа алынасаҡ. Шулай булғас, егет инде, бәс.

— Ҡарт бит?!

— Ун һигеҙ йәштә кем ҡарт була, иҫәүән бынау Нурия. Йә, һөйләргә форсат бирәһеңме, юҡмы? Нисәмә саҡрым йүгереп килдем, сер бүлешергә. Әхирәтемде ауыҙ асып тыңлайым. Бер урында ғына бүлдермәй булдыра алманым:

— Үбештек, тиһеңме?! Нисек үбештегеҙ, күрһәт!

— Үҙең, ана, Кәйҙерем менән үбешкәс, белерһең әле.

Икәүләшеп бер-беребеҙгә ҡараныҡ та ҡаттыҡ.

— Нимә һөйләйһең ул һин?!

— Әй, яңылыш ысҡынды, ярар инде, үпкәләмә, Нурия. Ул һине яратҡас, һин дә бер саҡ уға ғашиҡ булырһың әле.

— Ул мине яратамы?

— Әтеү. Бөтөн класс белгәнде... Юҡ, әгәр һин мине тыңламаһаң, китәм. Ҡайҙан-ҡайҙа килдем, әхирәтем тип, ә ул тексәйеп тора, буштан-бушҡа. — Әсмә китә башлаған булды ла туҡтаны. Беләм бит инде, китмәйәсәк, сере эсен тишеп бара.

Тыумышы Айыусынан бер ағай, ғаиләһе менән ҡайтып, ауылында төпләнгән икән. Элек, ни сәбәптәндер, Себер яғына сығып киткән булған да хәҙер, леспромхоз асылғас, кире ҡайтҡан. Себер татаркаһына өйләнеп, ҡыҙы, улы булған. Ҡыҙы шунда кейәүҙә тороп ҡалған, ә улы бында бергә килгән.

— Себер татаркаһының эйәреп килеүен әйт?

— Һүҙҙе әллә ҡайҙа аҙаштырма әле, Нурия, уныһы – уларҙың эше. Артур – егеттең исеме, һирәк исем, иветә? Бер күреүҙән оҡшаны миңә. Ә мин — уға. Шундуҡ һиҙҙем: күҙе төштө. Клубта ҡыҙҙар күп, ике ҡала ҡыҙы бар ине, суҡтан-суҡ кейенешкән. Артур миңә ҡараны, күҙен алманы ла ҡуйҙы. Аҙаҡ, оҙата барғанда, йәшемде һорағайны, алданымсы — ун етеләмен, тинем.

— Һин саҡ ун алтыла бит, икәүләп йондоҙнамәңде ҡарап ултырҙыҡ таһа, июнь аҙағында тыуғанһың — Ҡыҫала йондоҙлоғо ...

— Берәй яйы сығыр әле, дөрөҫөн әйтергә. Салага икән, тип уйламаһын.

— Әллә ниндәй һүҙҙәр отоп бөткән, кем боҙа һеҙҙе унда, Айыусыла?

— Әй, беҙгә төрлө эшселәр, моторист егеттәр, тракторсылар, шоферҙар килеп тулды ла, шуларҙың һүҙҙәре үҙенән-үҙе телгә йәбешеп бара. "Стиляга" тигәндәре ҡыҙыҡ: тар ғына салбар кейеп, сәсен оҙон итеп йөрөтәләр. Беҙҙә инде биш-алты стиляга егет бар.

— Күп буламы инде Артур менән танышыуығыҙға? Нисә тапҡыр үбештегеҙ?

— Нимә бәйләндең, үбешеү, ти ҙә, шул ғына ҡыҙыҡмы әллә һиңә?

— Әтеү?

— Ҡасан килеп киткәйнем әле теге ваҡыт? Мәүлиҙәләрҙә сәй эстек, хәтереңдәме?

— Аҙна ла үтмәгәндер әле.

— Һигеҙ көн. Шул көндө кисен таныштыҡ.

— Ә ҡасан үбештегеҙ?

— Кисә! Шуға түҙмәй килдем дәhә, һиңә һөйләргә.

— Һөйлә, бәс.

— Уф, ҡыҙый (Толпарлыларҙың һүҙен отҡан), уны тасуирлап булмайҙыр ул?

— Шулай ҙа?

Әсмә, фекер туплағандай, күҙен йомдо. Шунан уның ирендәре яй ғына, йылмайғандағы кеүек, дерелдәп алды, шунан тамсы гөлдөң сәскәһе кеүек асыла төштө, шунан ул алһыу таж кире йомола башланы ла... әхирәтем шарҡылдап көлөп ебәрҙе. "Юҡ, ҡыҙый, үбешеүҙе кисереп ҡарап ҡына була, һөйләп күрһәтеп булмай", — тине.

Сер бүлешергә килгән берәү, ә төп сер асылмай ҡалды...

— Исмаһам, Себер татаркаһы апай тураһында һөйлә, беҙҙең Татар әбекәй кеүек сусылдап һөйләшәме?

— Суфия исемле ул апай. Һөйләшеүе ни татарса, ни башҡортса. Уларҙы өй беренсә ҡунаҡ итеп бер булдылар ауылда, беҙ ҙә саҡырҙыҡ, шунда ишеттем. “Пес, пуровиклар, анта пай пултык, — ти. — Себердә ҡыш киләте, ҡар яваты та яваты, сууҡларны апкилеп. Пескә Айыусыға кайтырга ваҡыт инте, килтек инте...” Шулайыраҡ иҫтә ҡалған телмәре.

Рауил ағай, Артурҙың атаһы, һөйләй: "Ҡырҡынсы йылдың яҙы, Себерҙә әрме хеҙмәтендәмен, бер мәл увольнениела йөрөhәм Тобольскиҙа, магазинда бер ҡыҙ "килте, инте, апкилте" тип хас беҙҙең яҡтағыса һалдырып тора. Эргәһенә барҙым, ҡойоп ҡуйған башҡорт һылыуы төҫкә-башҡа ла. Һораша башлаһам: "Песнең милләт пөтеп параты, пес — Себер татарлары", — ти. Оҡшаттым да ҡуйҙым шул ҡыҙҙы. Ҡауышҡанда вәғәҙәһен алдым, ҡасан да бер, олоғайғас булһа ла, минең Ватаныма, Башҡортостанға, ҡайтабыҙ, тип.

— Ҡартәсәйем әйтә лә ул, кешене тупраҡ тартып ҡайтара, тип, — тигән булдым, ә үҙем күптән атайымды уйлап тора инем. Ул да берәй көн, көтмәгәндә, ҡайтыр ҙа төшөр?! Уның да Башҡортостан тигән Ватаны бар. Бәлки, Әмин абыйҙың әйткәне дөрөҫтөр:

— Баязит ул — космополит, уға барыбер ҡайҙа йәшәһә лә, хәленән килһә, Америкаға ла китер ине, — ти бит. Аңлатып та бирҙе “космополит”ты. Үтә алама һүҙ түгел икән дә...

— Яҙмыштан уҙмыш юҡ, — тигәйнем, ҡартәсәйемсә, абый мине тәнҡитләп ташланы:

— Рәйхана инәй – заманына күрә зыялы кеше ул, һүҙ ҙә юҡ. Әммә уның аңы дин менән ағыуланған. Яҙмышты хәҙер кеше үҙе хәл итә, белгең килһә. Теләгән инженерлыҡҡа уҡырға — уҡыған. Толпарлыла завод юҡ таһа. Бына мин ауыл балаларын уҡытам, теләһәм — ҡалала ла мәктәптә эш табам, ә теләмәйем. Был — минең ихтыярым. Яҙмышҡа үҙем шулай бойорҙом, вәт.

— Нурия, һин тыңламайһың әллә мине? — Әсмә беләгемдән һелкетеп алды. — Пес киттек инте әтеү. Асатлык пөтте инте...

— Асатлык тигәне нимә тағы?

— Азатлыҡ бөттө инде, тим, әхирәткәйем – әсир төштөм бит! Пөтте асатлык...

— Ҡәйнәңдең телен өйрәнә лә башланыңмы? — Әсмә үсегерме, тиһәм, уйлап та бирмәне, киреһенсә, бик етди итеп әйтеп ҡуйҙы:

— Мин Артурҙы армиянан күҙҙән көтөп алам, берәүгә лә бирмәйем!

— Ә беҙҙең ант?! Өфөгә китмәйбеҙме ни уҡырға?

— Әллә ниндәй изге ант түгел әле, башҡа төшмәҫ — мин ҡалам. Ул армияға повестка көткән арала Өфөлә булһам, мин юҡта берәйһе тиҙ үк үҙенә ҡаратып та алыр. Айыусы ҡыҙҙарын беләһең... Армияһына күҙҙән оҙатып ҡалам!

— Ун берҙе бөтөрәһеңме?

— Башыңа төшкәс, бөтөрәһең инде. Һин дә китмә, Нурия. Математика тип мейем серер сереүен... — Шулай тине лә ботона ҡаты итеп ике ҡуллап сабып алды әхирәтем:— Ҡыҙый, ҡана, мин дә һиңә ярҙам итәйем, ҡулдан килгәнде. Хәҙер тар-мар итәбеҙ алабуталарҙы! Әсмә эшкә шәп, дөрөп алып бара. Үҙе һаман шул егетен һөйләй, бер үк һүҙҙе йөҙ әйткәнен дә һиҙмәй: Артур... Артур... Артур... Шунда үҙемдең ҡолағымда бөтөнләй башҡа исемдең яңғырауын тойоп, туҡтап ҡалдым.

— Кәбирҙе уйлап киләһеңме? — тип шыбырланы Әсмә, алабуталарҙы тар-мар итеп бөтөп, сәй эсеп, оҙатырға сыҡҡас. Әллә ҡайҙан һиҙгән? — Ярар, уйлай бир, мин йүгерҙем, яҡты күҙҙә ҡайта һалырға кәрәк. Песнең вакыт пөтеп парайы, Суфия апай әйтмешләй.

Әхирәтем мине көслө ҡулдары менән ҡыҫып ҡосаҡланы ла, ысынлап та, шәп итеп йүгереп китеп барҙы. Йыраҡ та китмәне, боролоп кире килде. Бер һорауы ҡалған икән:

— "Күгәүен" тигән романды уҡығаның бармы, һин күп уҡыйһың бит? Авторы – Войнич, ти.

— Юҡ. Ә ниңә ул һиңә?

— Артур – шул романдың геройының исеме икән. Уның һөйгәне — Джемма. Их, уҡырға ине шул китапты табып. Минең Артур Джемма хаҡында һоҡланып һөйләй...

— Һинең... Артур? – Шулай һөйләнеп, әхирәтемдең артынан ҡарап ҡалдым. Ул ҡулдарын һелтәп йүгереп түгел, ә ҡанатланып осоп бара ине...

Күп тә үтмәне, Мәүлиҙә лә hырынды эргәмә.

— Әсмә килгәйнеме, ниңә минең янға ла һуғылманығыҙ? — тип һорағас, ҡапылда ҡаушап ҡалдым (серҙе сисә алмайым бит инде), шунан иҫемә төштө:

— Ант боҙоп йөрөй ул, ун беренсене бөтөрәм, ти.

– Мине лә атайым ебәрмәҫ, моғайын, — тине Мәүлиҙә, еңел һулап,– математика техникумы юҡ, ти. – Киткеһе килмәгәне күренеп тора. Беҙгә ҡушылып ант иткән дә...

– Әтеү, мин дә тотмайым ул антты, бәс, hеҙ башлап боҙғас,– ти hалдым, үҙемдән йәпле генә итеп сүп осорҙом.

Һауа үлән hутына, сәскә аңҡышына иләҫләнгән. Асмандан илаhи нур бөркөлә, ҡоштар hайрауына күңел елкенә... Ошо хозур мәлдең дә үҙ мәшәҡәттәре барлығын иҫкәрткәндәй, Хәйрулла ағайҙың тимерлегендә иртәнән кискәсә даңғыр тынмай, әммә ул тауыш та hоҡланғыс аhәңде боҙмай, йәмләй генә кеүек.

Мәктәптә иhә тантаналы бер тынлыҡ: һигеҙенселәр менән ун беренселәр сығарылыш имтихандары тота. Фариза еңгәм алдан уҡ әйтеп ҡуйҙы:

— Бикәсем, уҡы, әҙерлән имтиханыңа, әсәйеңә үҙем дә, бушаған араларымда, булышырмын, кирбесен hуғышырмын.

Ә мин ысынлап та шау "5"-легә булмағанда ла, “3”-лөһөҙ бөтөрөргә сәмләнәм һигеҙенсене. Таныҡлыҡ бирәсәктәр бит, минең өсөн ул тәүге документ үҙ ғүмеремдә. Мәүлиҙә тик "5"-легә генә тырыша. Әсмәнең уҡыуы уртаса. Алты дуҫымдың береһе — Харис — отличник, өсәүһе — Кәбир, Сабир һәм Фатих — ударниктар, Әхиәрҙең «3»-лөләре сығыр әҙерәк. Әшрәф өсөн борсолам, тарихтан "2"-леһе сығып, класта ултырып ҡалмаһа ярар ине. Ҡалдырмаҫтар, моғайын, тракторға уҡыйым, тип дәртләнеп йөрөгәнен беләләр ҙәһә уҡытыусылар. Былтыр көҙ комбайнер ярҙамсыһы булып та эшләне.

Ҡыш Әшрәф менән минең өсөн уртаҡ ваҡиға булды: икебеҙ генә комсомолға инмәй тороп ҡалдыҡ. Уны, насар уҡый, тәртип боҙа, тип алманылар, ә минең йәшем етмәй ҡалды. Сәбәптәр төрлө булһа ла, һөҙөмтә бер — ситкә тибәрелдек. Тәртип боҙа тип ни, хулиган түгел ул Әшрәф, шаянлығы бар инде. Алтынсы синыфта тағылды уға «хулиган” тигән яманат. Тарих уҡытыусыһы йыш ҡына тәмәке тартырға сығып инә торғайны, Әшрәф бер арала уның портфеленән китаптарын алған да урынына кирбес һалып ҡуйған. Тегеһе асып ҡарамаған, өйөнә ҡайтҡас ҡына белгән.

— Кемдең эше, әйтегеҙ! Юғиһә Сәмиғуллинға барам, очваркаһын килтереп еҫкәтәсәк! – тип уҡытыусы яр hалғас, малай танманы, әйтте инде. Сәмиғуллиндың овчаркаһы ауылда атаҡлы Хәйри бурҙың эҙенә төштө. Класта һатлыҡ йән табылыр инеме икән – Әшрәф тиҙ үк үҙен фашлағас, һынап булманы.

Тарих уҡытыусыһы Әшрәфкә ике яза бирҙе: яманат йәбештерҙе, теге кирбесте сумкаһына һалып ҡайтарҙы. Һаман онотмай, бәйләнә ул уға. Аҙаҡ Әмин абыйҙан бер сер белдем. Тарих уҡытыусыһы үҙе лә шаян кеше икән. Физкультурниктың запас кейеме торғолай бит инде шкафта, шуның күлдәгенең еңен, салбарының балағын бәйләп ҡуйһынмы, төймәһен киҫеп алып кеҫәһенә һалһынмы — төрлөсә шаяртҡан. Ахырҙа физкультурник кемдең этлеге икәнен күҙәтеп белгән. Үҙе лә яуап уйлап тапҡан: бер тоҡсайға тупраҡ тултырған да тарих уҡытыусыһының исеменә посылка итеп һалған. Ҡайҙан әле — Өфөнән, ярышҡа барған сағында һалған да ебәргән. Теге паспортын тотоп почтаға барып, алып ҡайтып асып ҡараһа — тупраҡ!

Шунан һуң физкультурниктың кейеменә тейеүсе булмаған.

Әлеге ҡыҙыҡ иҫемә төшөү менән, Әмин абыйҙарға йүгерҙем.

— Абый, Әшрәфкә икеле сығара бит тарих уҡытыусыһы, үҙенең теге мажараһын иҫенә төшөрһәм, бәлки , өслө ҡуйыр?

— Ә мин һиңә ни өсөн астым ул серҙе, әтеү? Тимәк, мөмкин. Оҙаҡҡа һуҙманым, тарих уҡытыусыһының яңғыҙ ғына ҡайтып барған сағын ҡарауылланым да артынан йүгерҙем.

– Абый, тороп тороғоҙ әле, бер һүҙ бар ине.

– Йә, ниндәй һүҙ?

– Әшрәфкә икеле ҡуймағыҙ, йәме?

– Уның шунан артыҡ белеме юҡ.

– Ул тракторсы булам, ти, белгәне еткән. Туғыҙынсыға килмәйәсәк, йәлләмәгеҙ шул өслөнө.

– Икеле ул хулиганға, только икеле!

Иҫем китте, уҡытыусы башы менән уҡыусы малайға үс тотоп йөрөр икән кеше. Инде минең телемде тешләтер көс юҡ ине.

– Әгәр ҙә, абый, Әшрәфте класта ултыртып ҡалдырһағыҙ, бөтә мәктәп балаларын ҡотортоп, һеҙгә посылка ебәрәбеҙ, эсенә тупраҡ һалып!

Абый, мине тыңларға ла теләмәй, һаман атлап китеп бара, ә мин эргәһенән юрғалап килә инем, шып туҡтаны, быны ишеткәс.

– Ә үҙеңә икеле сығарһам?

– Мин тарихты яҡшыға беләм.

– Отметка минең ҡулда.

– Ә мин директорға ошаҡлайым.

Уҡытыусы үҙенең көлкө хәлгә тарып барыуын аңғарып ҡалды, буғай, – ҡулын һелтәне лә китеп барҙы. Аңланым, еңелде ул. Әшрәфкә «3»-лө сығарасаҡ. Бәләкәйҙән бергә үҫкән дуҫымды күрәләтә, ҡулымда ҡоралым (теге сер) була тороп яҡлашмаһам, мин кем булам, бәс? Бына тағы бер һабағы тормоштоң: урыны менән уҫаллыҡ та кәрәк икән. Кешеһенә ҡарап.

Математиканан саҡ ҡына йомшағыраҡмын, “4”-легә тартам улай ҙа. Ҡыҙыҡ, Сәкинә апа булһа тарихсы абый урынында, уның менән бәхәсләшергә йөрәгем етер инеме икән? Уға минең саҡ торған “4”-лемде “3”-лөгә әйләндереү бер ни тормай. Әллә… Эсемдә нимәлер ҡалтырап ҡуйҙы…

Имтихандар ҙа үтеп китте, ниһайәт. Класта ултырып ҡалыусы булманы. Әшрәфкә теге хәбәрҙе һөйләмәнем, егет кеше бит, уңайһыҙланыр. Бөтәһе лә мин көткәнсә булды. Класта ике отличник – Мәүлиҙә менән Харис. Ә беҙ – Кәбир, Фатих, мин, тағы биш уҡыусы – ударник, етәү – уртаса, Әшрәф –“өс”кә, уныhы ла – көскә.

Таныҡлыҡ тапшырыу тантанаһына йыйылдыҡ. Алфавит буйынса башланылар, ә "А"ға башланған фамилиялар беҙҙең класта дүртәү: Абыҙгилдин Әхиәр, Агишева Гөлдәр, Аҙнаҡаева Ғәлиә һәм Аҡбулатов Ғиниәт. Улар берәм-берәм сығып, мәктәп директоры ҡулынан танытма алды, hәр кеменә алҡыштар арналды. Хәҙер "Б" хәрефенә... Миңә лә күп ҡалманы – "Ҡ"-ға. Көтөп торам.

— Аҡсурина Нурия! Аҡсурина!

Шул саҡ Мәүлиҙә беләгемде һелкетә:

— Һин дәһә Аҡсурина! Нурия? К өтөлмәгән хәл. Әммә бөтә ғәм көтә, сығырға кәрәк, саҡырғас.

Ныҡ тулҡынланып, быуындарым ҡапыл йомшарған хәлдә танытмамды ҡулыма алдым, килеп Мәүлиҙә менән Әсмә әхирәттәрем араһына баҫтым — торалар ике яҡтан мине терәтеп. Мәүлиҙәһе белә инде, аңлай, ә Әсмәнең күҙе шар булған: Аҡсурина?!

"Ҡара морда" ҡушаматы миңә йәбешмәгәс, фамилиямды алмаштырыу зарурлығын онотҡайным, бөгөн килеп — мә һиңә!

Баҡһаң, ауыл Советындағы төп кенәгәлә беҙ – мин дә, игеҙәктәр ҙә – әсәйем фамилияһына теркәлгәнбеҙ икән, сөнки ата-әсәбеҙҙең ЗАГС ҡағыҙы юҡ. Ә элгәре мотлаҡ атай фамилияһына яҙғандар, ана шуға әсәйем- Аҡсурина. Дан ҡурайсы Абдрахмахман олатайым! Һинең матур фамилияң миңә яҙған, рәхмәт…

Шаулап торған байрамдан айырылып ҡайтып киттем. Үҙемә төбәлгән һораулы күҙҙәрҙән ҡастым. Оҙон итеп аңлатып торорға, атайымдың ҡырға сығып китеүҙәрен яңынан кисерергә?.. Ишетерҙәр әле берәйһенән, ауылдың ауыҙы ҙур, теле оҙон.

Улай ҙа яңғыҙ түгелмен икән. Миңә Мәүлиҙә, Әсмә һәм алты егет эйәргән. Һөйләшеп ҡуйғандай, Толпарсыҡҡанға йүнәлдек. Кәбир тороп ҡалған һымаҡ булды ла, күп тә үтмәй, ҡыуып етте. Атаһының егеүле атын һорап торған. Сәйнүк, сәй-шәкәр алырға ла өлгөргән. Ҡыуанышып, арбаға теҙелеп ултырҙыҡ та елдерҙек күл буйына.

Үҙебеҙ бәләкәй саҡта уҡ тәгәрәтеп килтергән һуйыр таштар араһына усаҡ яҡтыҡ, сәй ҡайнаттыҡ. Һәм, әлбиттә, хыял офоҡтарын байҡаныҡ. Мәүлиҙә, билдәле, математик буласаҡ, ул турала hүҙ ҡуҙғатып та торманыҡ. Әшрәф ауыл профтехучилищеhына барырға уйлаша,колхоз йүнәлтмә бирә, ти. Сабир педагогия училищеһын hайлаған, мәктәп директоры буласаҡмын, тип фәстерерә. Харис, ун берҙе бөтөрәм, тиҙәр. Кәбир, әлләсе-мәлләселәп, яуапты кәйҙерҙе үҙенсә. Фатих зәңгәр күҙҙәрен күлдән алмай, шымайып ултыра. Ә мин әле килеп аптыраным да ҡалдым: игеҙәктәр быйыл уҡырға төшә, техникум тип, нисек туғандарымды шундай яуаплы мәлдә ҡалдырып китер инем икән? Әсмә менән Мәүлиҙә лә, hүҙ беркеткәндәй, ҡырға китеү хаҡында өндәшмәйҙәр, сөнки теге ант, Бүреhуҡҡан олатай әйтмешләй, нисшут...

Әлдә генә ҡалдым ауылда! Игеҙәктәрҙең беренсегә уҡырға барғанын күрмәй ҡалыр инем, юғиhә. Өй эсе менән байрам иттек был көндө. Камилын былтыр уҡ биреп булыр ине мәктәпкә, Камилаhы сибегерәк, hабаҡҡа отҡорлоғо ла самалыраҡ. Әйткәндәй, баштуҡ Аҡсуриндар булып йөрөйәсәк улар.

Кистән үк бөтә әйберҙәрен әҙерләп ҡуйhаҡ та, иртән тағы ҡый-сый килдек. Зөлхизә өләсәйем Камиланың ҡулъяулығын тотоп hыйпап ултыра ине, әллә ҡайҙа ҡуйған. Юғалмаhын тип, ҡыҫтырған да берәй ергә, онотҡан, моғайын.

– Ҡайҙа юғалhын, сит кеше бармы ни? – Әсәйемдең йәне көйә, өләсәйем «әбә-ә» ти ҙә тәҙрә төптәрен, ҡунаҡҡа тотонола торған hауыт-hаба эстәрен ҡараштыра.Шунда әйбер hалғылай ул былай.

– Ә мин беләм кем йәшергәнен! – Камила ҡыуанысынан hикергәләп алды ла ике ҡуллап өләсәйемдең ҡуйынына тығылды.

– Кит, hапа, ҡытыҡты килтерәhең дәhә, – тип кеткелдәп көлдө өләсәйем. Уңарсы Камила елберләтеп ҡулъяулығын килтереп тә сығарҙы: “Түш кеҫәhенә йәшергән! Ә мин таптым, ә мин таптым!..”

Камил күптән әҙер инде, беҙҙе көтөп ултыра, күгелйем-йәшел күҙҙәрен бәзләтеп. И, туғанымды, яҙа-йоҙа ғына күргеләп ҡалған атаҡайымдың төҫкөнәhе бит ул... Атаhының кәртешкәhен күр ҙә улын күр!

Их, hин, атай! “Кәртешкә Баязит” тип ҡушамат тағыр инем дә hиңә, атайымhың шул, атай хаҡы бар шул... Камил менән Камиланы беренсе синыфҡа, исмаhам, етәкләп алып барhаң ни була? Шунан китер инең әле ҡалаңа, hине кем ирекhеҙләп тота? Посылка ебәреп кенә ҡотолдоң. Былай ҙа, hинән килгән йәшниктәрҙе игеҙәктәр бәләкәй саҡтарында: “Ана, атай”,– тип төртөп күрhәтә торғайны. Уларға hис аптыраманым, сөнки үҙем дә алты йәшемдә «атай» тип өрлөк менән hөйләшеп hаташтым. Һағыныуымдан...

Ә hин унда әллә ниндәй приборҙар уйлап табып, дан яулайhың. Кем белә, бәлки, беҙ – өс балаңдыр донъялағы иң шәп табышың? Әмин абый әйтә ләhә үҙенекеләрҙе : “Бына минең изобретениеларым!”– тип…

Мәктәп ишектәре тағы шарран асылды. Еҙ ҡыңғырау шалтыраны. Беҙ, өс әхирәт, туғыҙынсыға шымтайып ҡына барып ултырҙыҡ. Әсмәлә – мөхәббәт, миндә – игеҙәктәр, Мәүлиҙәлә – Ишбирҙе ен ботағы, математика техникумы юҡлығы – шулай аҡландыҡ үтәлмәгән вәғәҙә алдында...

Ә тормош ҡуласаhы туҡтау белмәй әйләнә, ваҡыт сәғәте текелдәй бирә. Күп тә үтмәй, ергә түшәлгән баҡыр hары япраҡтарҙы ҡаплап аҡ ҡар яуҙы, күп тә үтмәй, иреп бөттө лә – көнөбөҙ сыйырсыҡ моңона, йәш бөрөләрҙең әскелтем тәм-еҫенә, күгүлән тиртеп уятҡан дымлы ер тынына сорналды.

Күңел сәхрәhенә лә яҙ шауҡымы ҡағылды: унда, серле тарафта, ниҙер шыта, бөрөләнә кеүек? Йәшлек гөлө микән? Әллә мөхәббәт ҡошо ҡанат яҙамы?! Ниндәй ҡанат, ул ҡош әлегә моронламаған да...

11

[edit]

– Нурия, ҡолоҡасым, Комбат энекәш был яҡҡа килә ята түгелме, ҡара әле?– тип өндәште көн яҡтыhында ямау ямап ултырған ҡартәсәйем.

– Беҙҙең ҡапҡаға боролдо ул ағай, – тинем, тәҙрәгә күҙ hалып.

– Хәйерлегә булһын, әбә-ә... Кәнсәләрҙән берәй хәбәр килтерәлер?

Кәүҙәгә өрлөктәй булһа ла, ғүмер буйы еңел эштә – кәнсәләр йомошсоhо булған, ә үҙенә халыҡ бер ҙә тел тейҙермәй. Берәүҙе булһамы, ялҡауҙан ҡырҡып, күҙен астырмаҫтар ине. Бәс, hораштырып алайым әле ҡартәсәйемдән – исеме мәҙәк тәhә. Һәр кемдеке кеүек, Комбат ағайҙың да маңлайына яҙылған яҙмышы бар икән шул.

...Бер төркөм егеттәр призыв комиссияһына барған, районға. Комиссия ағзалары ултырған бүлмәгә инер алдынан, Мәмбәт тигәндәре борсолоп һөйләнеп алған: “Әй, егеттәр, һеҙгә уҡыу эләкте, мин ни, бигүк барымым булмағас, дүрт синыф менән тороп ҡалдым. Аҙаҡ уҡығым килгәйне лә, әҙәм аптыратып, бағаналай һерәйеп йөрөмәйем, тинем.

– Ҡайғырма, Мәмбәт, армияла бағана ла кәрәктер , – тигән егеттәрҙең береһе – Шырмый Иҡсан.

– Шаяртыуға һапламағыҙ әле, мин бит бер ауыҙ урыҫса белмәйем. Командир, исемең кем, тип һораһа ла, әйтә алмай торормон инде... Әлеге Шырмый Иҡсан егеттәргә күҙ ҡыҫып алған да (юҡҡа таҡмағандар ҡушаматын!) әйтә ҡуйған:

– Нимәһе бар уның, һинең исемең урыҫса Комбат була. Уңарсы Мәмбәттең сираты еткән теге бүлмәгә инергә. Хәрби кителдәге абзый, ысынлап та, башта исемен һораған.

– Комбат буламын, – тигән Мәмбәт, йылмайып.

– Ҡасандан бирле Комбат, – ти икән хәрби, был егет минән көлә, тип уйлап, ҡаты ғына тауыш менән.

– Тыуғандан бирле Комбат, ана, егеттәр белә, бер ауылданбыҙ. – Мәмбәт ни, үҙенсә, дөрөҫөн һөйләп тора...

Ҡыҫҡаһы, Мәмбәт комиссиянан ғүмерлеккә Комбат булып ҡайтып ингән Толпарлыға. Шуғалыр инде ҡара эшкә йоғонмай, хужаларҙың әмерен халыҡҡа таратып ҡына йөрөй?

Был юлы Комбат ағай әсәйемде иртәгә клуб бинаhында буласаҡ колхоз йыйылышына саҡырып китте: сөгөлдөр баҫыуҙарын икеләтә арттыралар икән, hүҙ шул хаҡта барасаҡ, ти. Әсәйемде, Рабиға апайҙы ла кирбестән алып, сөгөлдөргә төшөрәсәктәрен былай ҙа белә инек – бригадир алдан әйтеп ҡуйғайны.

– Унда бик ҡаты, тиҙәр эште, ныҡ зарлана бисәләр, – тип ҡуйҙы ҡартәсәйем.

– Кирбес һуғыуҙан да былайыраҡ, тиме?– Һүҙ ҡыҫтырмай ҡалманым. Бәй, хаҡым бар, минһеҙ эш бармаясаҡ ул сөгөлдөр баҫыуында ла. Тыйнаҡ булырға апаруҡ өйрәндем, әлбиттә, әммә телhеҙ түгелмен дәhә.

Мәктәптә уҡыу бөтөр-бөтмәҫтән, тиҙ-тиҙ генә темаларҙы үткәреп, контроль эштәр эшләтеп, отметка сығарҙылар ҙа өлкәнерәк синыф уҡыусыларын, уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе – һәммәһен колхоз эшенә ектеләр, сөнки беҙҙең илебеҙгә Американы ҡыуып етергә, уҙып китергә кәрәк ине ул осорҙа .

Төрлө сезонлы эштә йөрөгәндәрҙе, балам күмәк, тип һылтаулап өйҙә ятҡандарҙы, иренә арҡаланған түрә ҡатындарын – тотош һепереп сығарҙылар сөгөлдөргә. Һәр кемгә пайҙар бүлеп бирелде. Ҡулынан килерҙәйҙәр, ишле ғаиләләр күберәк майҙан алырға тырышты, сөнки үҙең үҫтергәнде үҙең тапшыраһың, күҙҙән тейәп оҙатаһың сөгөлдөр ҡабул итеү пунктына һәм тейәр әжерен дә алаһың. Тотош бергә эшләгәндә егәрлеһе лә, ялҡауы ла, эш ҡалдырғандары ла бер иш хеҙмәт хаҡы алған, шуның арҡаһында ысвикла бисәләре әсе итеп телләшеү, хатта сәс йолҡоп талашыуға тиклем барып еткеләгән. Ә дәүләт хәҙер эшкә арыу ғына түләй башлаған, ҡулаҡса бик эләкмәһә лә, иген бирәләр, тоҡлап шәкәре лә эләгә.

Тәүге көндө үк баҫыуға әсәйем мине эйәртеп барҙы. «Пай бүләсәктәр, юллап һанап, остан-осҡа йүгерергә харап йәтеш булырһың, йәме, Нурия, етеҙ бит һин,”– тип юхаланы. Әсәйемдән йомшаҡ һүҙҙе һирәк ишетәм, хәйер, өләсәйем менән ҡартәсәйем наҙы булғас, быға бик мохтаж да түгелмен. “Берегеҙ – Ҡояш, берегеҙ – Ай”,– тип кенә торам үҙем дә ҡарсыҡтарға, әтеү улар мине көнләшеп тә ҡуялар үҙ-ара.

– Ике кешелек норма алһаң була инде һиңә, Гәүһәр апай, – тине пай өләшкәндә бригадир, былтыр армиянан ҡайтҡан үрге ос Искәндәр ағай, – ярҙамсың үҫкән дәһә. – Мине лә иғтибарhыҙ ҡалдырманы, hорашҡан булды:– Көҙгә унынсыға бараhың,шикелле?

– Ал, әсәй, ал! – Ирәйеп китеп, күндерҙем әсәйемде 18 юл сөгөлдөр алырға.

Иртәгәһенә таң менән, тәпке күтәреп, үҫентеләрҙе һирәкләргә барҙыҡ. Кисә улай уҡ түгел ине һымаҡ – бөгөн сөгөлдөрҙөң үҙе күренмәй ҙә, төн сыҡҡансы сүп үләне баҫҡан баҫыуҙы. Рәт аралары – торғаны йәшел келәм инде. Әсәйем, ҡартәсәйемә оҡшатып, бөйөрөнә таянып ҡарап торҙо ла шулай хәл итте: “Нурия, һин рәт араларын тәпкелә, ә мин сөгөлдөр буйын ҡул менән утайым. Юғиһә, саҡ тамыр ебәргән үҫентеләрҙе лә сапҡылап бөтөрөрбөҙ”.

Төшкөлөккә ял итергә туҡтаныҡ, күрәбеҙ: бәғзе ҡатындар ҡырым сиреүе кеүек күмәк бала-сағаһына тәпке тоттороп, пайҙарының бер өлөшөн ҡара ергә ҡалдырған, сөгөлдөр үҫентеләре унда-бында ғына күренгеләй. Хәҙер, баҫыу осона сығып, үҙҙәре лә аптырағандай ҡарап торалар.

– Сусҡа һөрөп сыҡтымы әллә был ерҙе томшоғо менән? – тип ҡысҡырынды Искәндәр ағай ҙа, ат өҫтөндә сыҙамай, тегеләй-былай сабып. – Ана, күрегеҙ, нисек эшләргә кәрәк, понимаете ли? – Ул сыбыртҡы һабы менән беҙҙең яҡҡа төртөп күрһәтте.

Әсәйем сөгөлдөр үҫентеләрен тигеҙ итеп аралап, сүбен йолҡоп, рәт араһына ырғытып барған. Еп менән теҙеп ҡуйылғанмы ни беҙҙең рәттәр, әллә ҡайҙан ярылып ята! Абау, ошо ҡара эштән дә ләззәт табып була икән, күңелгә рәхәт булып китте.

– Биш-алты көндә һирәкләп бөтөрөргә, понимаете ли, аҙаҡ бесполезно, к черту буласаҡ бөксәнләп йөрөүегеҙ! – Ғәҙәтенсә, армияла өйрәнеп ҡайтҡан урыҫ һүҙҙәрен рәхәтләнеп ҡушып, баҫыу яңғыратып ҡысҡырҙы ла бригадир ары сапты – кукуруз баҫыуына. Унда ла эштәр хөрт икән, кукуруз яй күтәрелә, гөл һымаҡ итеп үҫтерергә тырышып ҡараһалар ҙа, көҙгә саҡ тумала башлай сәкәне. Сабып, силосҡа һалырға мәжбүр булалар...

Өйгә эңер төшкәс кенә, аяҡты саҡ һөйрәп ҡайтып керҙек. Әлдә ҡартәсәйем мунса яғып ҡуйған, шул ҡотҡарҙы, әтеү билдәр ҡатҡайны. Ә ҡулдар?! Сүп үләндәре уларҙы әҙәм ҡарағыhыҙ итә: hөтлөгән үләненең ыуыҙ ғына көйө лә hуты яман, бармаҡтарҙы имәнес һары-йәшел төҫкә буяй,билсәне энә кеүек сәнсеп, усты тишеп бөтөрә, кесерткәндең яуызлығын һөйләп тә тораhы түгел...

Йыуынып ултырғанда, әсәйем әйтә: “ Искәндәр ҡуша ла ул, биш-алты көн, тип, ә нисек? Әле көн буйына ике юл сыҡтыҡ остан-осҡа, аяуһыҙ оҙон... Ә шул ваҡытта өлгөрмәһәк, билсән билгә етәсәк, йылан һымаҡ сағасаҡ. Әле, ер яҙғы дымын тотоп торғанда, үҫентеләр, тамыры ҡуҙғалһа ла, бирешмәй, сүп үләне, өҫтән ҡояш ҡыҙҙырғас, тәпке сапҡандан һуң кире терелә алмай. Искәндәр дөрөҫ дыулай…”

Шуларҙы ҡартәсәйемдең дә ҡолағына тиштем.

– Килен, мин дә әҙерәк барып ҡыймырлайым әле шунда, – тине ул иртәнсәк, төйөнсөгөн әҙерләп тә ҡуйған үҙе.

– Кит, әҙәм аптырар, былай ҙа, Гәүһәрҙең бөтә эшен өйөндә ике ҡарсыҡ бөтөрә, тип артымдан һөйләп ҡалалар.

– Дөрөҫ түгелме ни, бәс? Ҡул ҡаушырып ултырмайбыҙ ҙаһа. Игеҙәктәрҙән кисә түтәлдәргә һыу һиптерҙем әле, ҡара һуған сыҡмай ята... Һәр кемгә эш табыла.

Әсәйем һүҙҙе оҙайтманы, ҡәйнәһе менән бәхәсләшеү файҙаһыҙ икәнен белә.

Ҡартәсәйем беҙҙең пайҙың баш-башындағы сүп үләнен сапҡылап сыҡты. Унда үҫентеләр юҡ, ә барыбер тәпкеләргә кәрәк, юғиһә, тиҙ үк яу булып күтәреләсәк алабута менән кесерткән – унда тотош шул ике үлән үҫкән. Былай булғас, минең бурыс апаруҡ еңеләйҙе, шуларҙы сапҡылап әллә күпме ваҡытымды сарыф итер инем. Ере лә ҡаты баҫыу осоноң – көс кәрәк, тәпкене батыра һелтәргә.

Әсәйем бер буйҙы һирәкләп бөтөргәнсе, мин ике рәт араhының осона сыға яҙҙым. Уңарсы ҡартәсәйем тағанға элеп суйын сәйнүктә сәй ҡайнатҡан, ҡапҡылап алырға саҡырҙы. Төшкө ашҡа тиклем иртәрәк булһа ла, бара һалдыҡ әҙер ризыҡҡа. Ҡапҡылап алғас, беләктә ғәйрәт артып киткән кеүек булды.

– Нурия, мин әкренләп рәт араһын тәпкеләп ҡарайым, һин, ана, әсәйеңә үҫентеләрҙе һирәкләш.

Ҡартәсәйем шулай тигәс, әсәйемдең ҡайһылайыраҡ эшләгәнен ҡарап торҙом да яңы буйҙы алып төшөп киттем. Сөгөлдөрҙө берәр ҡарыш ара ҡалдырып һирәкләйем, сүп үләнен йолҡҡанда, бәләкәс кенә үҫентеләр тирәһендәге тупраҡты бер ҡулым менән баҫып торам, бергә ҡубып сыҡмаһын тип. Ҡулайлашып, ырамлы ғына утап алдым. Ҡартәсәйем дә һәттойоҡ һелтәп йөрөй тәпкеһен.

Шунан тағы ҡайнар сәй эсеп, ныҡлы ғына ашап алдыҡ, төш ауғансы. “Йәйге көн оҙон, бер тамаҡ ялғарлыҡ ризыҡ ҡала, туҡтап ял итерһегеҙ” – тип бойороп, ҡартәсәйем ҡайтырға йыйынды. Ул киткәс, әсәйем менән эшләнгән эште самалап ҡарап торҙоҡ: кисәге хәтлем ерҙе эшкәрткәнбеҙ, әле тағы бер һыуһынға хәл бар. Былай булғас, ослап та ҡуйырбыҙ биш- алты көндә?

– Ҡартәсәйем шулай килгеләһә әйбәт тәһә, сәй ҡуйып торһа ла файҙа, – тигән булдым, әсәйемде һынамаҡ.

– Эштән ҡурҡмай әле ҡәйнәм, эш үҙе унан ҡурҡа – буйтым таҙартҡан, күр, – тине әсәйем, ихластан. – Кисә һыуыҡ сәй эсеп йөрөнөк, уның сихәте лә юҡ, шуға тиҙ арыныҡ.

Бөгөн өс юл ярым сыҡтыҡ, йәмғеһе – биш ярым, тороп ҡалды – ун ике ярым. Ҡайтҡанда эстән генә шулай иҫәпләп ҡуйҙым. Күберәк эшләнһә лә, кисәгеләй һамҫымағайныҡ. Өйҙә беҙҙе тағы еңелсә генә яғылған мунса көтә ине. Кирбестәгенән ауыр түгел hымаҡ сөгөлдөрҙә эшләүе, тип уйлап ҡуйҙым, йоҡларға ятҡас. Был төндө миңә ғәҙәттәгесә ҡыҙыҡлы, әкиәти төштәр кермәне, әллә төш, әллә һаташыу булды: минән дә бейек, йыуан бер билсәнде, әй, сабам тәпке менән, әй, киҫәм, сапҡан бер урындан ыҫылдап йылан килеп сыға, имеш, тип күрҙем. Нимәгә булыр икән?

Иртән торһам, ике ҡулды күтәреп тә булмай, гер таҡҡандармы ни, ауырайған, етмәһә, һыҙлай. Балтырҙарым өҙөлөп килә, уларына ни булған — ҡулдар, ярай, тәпке күтәрә? Әсәйем дә билен тотҡолап ала. Үҙе, мине дәртләндермәк инде, һөйләнгән була:

— Башта шулай инде ул, яйлап өйрәнәһең. Кисәгеhен бигерәк ныҡ ауыртынғайны тән, иветә?

Ысынлап та, өсөнсө көнөнә аяҡ-ҡул һыҙламай башланы, эштә лә таһыллыҡ артты.

Көн уҙғаны һиҙелмәй ҙә ҡала хәҙер. Тәүге ике көндә тәпкемде биш-алты һелтәйем дә ҡояшҡа ҡарай инем, ә ул һаман бер урында тик тора. Ә хәҙер башты ла күтәрмәйем, сүп үләндәрен арма-торма итеп ҡыям ғына. Әйтерһең, тап улар, ошо билсәндәр, алабуталар – минең хас дошмандарым. Ә дошманым, ысынында, бармы һуң минең? Юҡ та инде. Ярар, был сүп үләндәре – минең ике бабайымды һәләк иткән фашистар икән, ти! Әй, асырғанып ҡырам тегеләрҙе. Бына, һеҙгә – Рәхмәтулла бабайым өсөн, Зәйнулла бабайым, дан ҡурайсы Абдрахман олатайым өсөн! Ғәҙилә инәйҙе хыялый иткәнегеҙ өсөн!

Тап шул мәлдә Искәндәр ағай аты менән килеп туҡтаған икән.

— Аяғыңды яҙа сабып ҡуйма, понимаешь ли, ҡалай хәтәр һелтәнәһең? Тәпкене һинән күргәндәрме шулай баш осона күтәреп ергә суҡындырғанды? Ух, һеҙҙең менән с ума сойдешь, елки-моталки! — тип әрләргә тотондо.

— Һүгенмә, ағай, бригадир башың менән, — тинем тегеңә.

— Ҡара, ишшу телләшә, понимаете, елки-моталки.

— Ана лаһа, һүгенәһең яман итеп. — Кем һүгенә? Елки, тим бит, шыршы йәғни, шуны ла белмәйһең?

— Ярар, ағай, эште туҡтатма, черт возьми! — Шулай тип әйткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Кәйефем әллә нимәгә күтәрелеп киткәйне: тағы һигеҙ юл ғына сығаһы ҡалды, теге фашист билсәндәр уңлы-һуллы ҡырылышып, һулып ята. Ур-ра! Искәндәр ағайҙың мине «тәрбиәләп» торорға форсаты юҡ инеме, – атын Рабиға апайҙар яғына ҡарап юрттырҙы. Унан тағы күкле-йәшелле тауышы ишетелде:

— Ишбирҙе, күҙеңә йөн үҫкәнме әллә, ҡалдыр сөгөлдөрөн, тотош ҡырып бараһың бит! Кем ҡушҡан һиңә баҫыуҙы һөрөргә, понимаешь ли?

– Сөгөлдөр түгел — ысвикла! — тип ҡысҡыра Ишбирҙе, үҙен туҡтатып алырлыҡ түгел, саң күтәреп һөрөп бара баҫыуҙы тәпке менән.

— Рабиға апай, ҡайҙа ҡарайһың? Был бандитыңды эйәртмә бүтән, былай ҙа ғәскәрең етерлек, слышь, Рабиға апай? Әсәйем менән бер-беребеҙгә ҡарашып көлөп алдыҡ. Кисә ине ул ғәскәр! Әмин абый ҙа килгәйне баҫыуға, иңләп алып киттеләр юлдарҙы, бер сыҡҡанда — биш юл. Ә Ишбирҙе бәләкәй тәпке менән рәт араhын ғына тәпкеләй, ҡайһы ваҡыт әллә онотоп китә – үҫентеләрҙе лә сапҡылап ташлай.

Был әле беренсе эшкәртеү генә икән, шуны белдек. Тағы аҙна-ун көндән — икенсе ҡатҡа төшөргә. Әлеге Искәндәр ағай ат өҫтөндә генә аңлатып йөрөй:

— Шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү технологияһы, бер ҡараһаң, яп-ябай: ваҡытында эшкәрт — вот что мөһим, понимаешь ли... Ике ҡат эшкәрткәс, сөгөлдөр, ниһайәт, сүп үләндәрен баҫып үҫеп китте, ҡарағусҡыл йәшел япраҡтарын тарбайтып, йыуан тамырланып, нығынды. Беҙгә, ысвикласыларға, әҙерәк тын алырға форсат тыуҙы. Баҡсаңда бәрәңгең дә ҡул тейгәнде көтөп ята лаһа, ә бесән, утын әҙерләү хәстәре? Мин — атайһыҙ үҫкән бала, бөтәһен дә аңлайым.

Атайым үҙен hирәк-hаяҡ иҫкә төшөргөләп тора. Яңыраҡ унан тағы оло бер йәшник посылка килде. Кейем-hалым, дәфтәр-фәлән тултырып ебәргән. Үҙе тағы ҡасан ҡайтыр икән? Ғәжәп, Камил менән Камила уны әллә һағынмайҙар? Һөйләмәйҙәр ҙә, көтмәйҙәр ҙә. Ә минең ғүмерем, үҙемде белә-белгәнем бирле, "атайым ҡайтҡас, атайым киткәс, атайымдан хат килгәс" тигән ҡаршылау һәм оҙатыу арауыҡтарынан торған кеүек. Эйе, шулай. Әммә бит шул арауыҡ эсендә тағы "игеҙәктәр тыуғас, игеҙәктәр атлай башлағас, Ыласынды осорғас, Зөлхизә менән Абдрахман ҡиссаһын белгәс..." тигән ыҙандар ҙа бар. Шул ыҙандарҙа атайымдың эҙҙәре юғала бара, юғала бара. Һуңғы ҡайтҡанында ул фотолар күрһәтте: рационализаторлыҡ өсөн бергә миҙал алған иптәштәре менән төшкән. Бер фотола уға, йылмайып, матур ғына апай ҡарап тора, уны күреп йөрәгем семетеп ҡуйҙы, йөҙө таныш һымаҡ. Юҡ, таныш та түгел, ә нимәһе менәндер әсәйемә оҡшағансы. Күҙ ҡарашымы, ҡаш тирәһеме? Сырамыттым инде. Ҡартәсәйем дә оҙаҡ итеп, һынамсыл ҡараны ул кәртешкәне.

Уҡымышлы шул атайым, уның яҡшы инженер булыуы, әллә ниндәй яңы прибор уйлап табыуы ғәжәп түгел миңә. Нисек беҙһеҙ йәшәй ала, Толпарлыны күрмәй, Толпарсыҡҡанда ҡолас ташлап йөҙмәй нисек сыҙай — шуныһы ғәжәп. Үҫә төшкәс аңларһың, тигәйне лә, үҫтем бына — барыбер аңламайым?!

Арлы-бирле иткәнсе, мәктәпкә төшөргә аҙналап ҡына ваҡыт ҡалғанда, сөгөлдөр баҫыуында уңыш йыйыу башланды. Ысвикла бисәләре иң алама кейемдәрен кейеп, баштарына төҫө уңған иҫке яулыҡтарын сөйөп, көрәк, биҙрә күтәреп, "татлы тамыр өсөн көрәшкә сыҡты" (быныһын кәнсәләрҙә өйөлөп ятҡан бер гәзиттән уҡыным). Ҡарап торһаң, оҡшашлыҡ бар: ҡорал күтәреп фронтҡа китәләрме ни – кем йәйәүле, кем атлы... Сөгөлдөрсө апайҙарҙың татлы тамыр баҫыуында ысын мәғәнәһендә ҡаһарманлыҡ күрһәтеүҙәрен, хатта ки ғүмерҙәрен фиҙа ҡылыуҙарын әлегә мин ҡайҙан белгән?!

Һәр кем үҙенең пайындағы уңышты йыя. Кемдә – шәп уңыш, кемдә – хөртөрәк, сөгөлдөрө вағыраҡ. Әммә барыбер уңғайны татлы тамыр.

— Гектарынан кәмендә 250—300 центнер сығыр, моғайын, — тип, ана, бригадир Искәндәр ағай алдан уҡ ҡыуанып йөрөй. — Ямғыр яуып ҡына эште боҙмаһа, ҡарға ҡалмаҫбыҙ, оҙатып бөтөрбөҙ. Быйыл уборкаға иртәрәк тә төштөк, йылы шулай килде.

Минең иҫем китте: ҡышҡа тиклем ошонда йөрөрбөҙмө? Ана бит, эш ырамлы бара. "Беларусь" ҡуҙғатып киткән рәттәрҙәге сөгөлдөр еңел генә һурылып тора. Тик ул тракторҙар икәү генә, өлгөрмәйҙәр, береһе боҙолоп та ултырғылай...

Тәүге көн, эште самаларға, бригадирҙың күрһәтмәләрен тыңларға тип, еңелсә барғайныҡ. Ашарға ла алмайынса. Төшкә тиклем генә эшләп ҡайттыҡ.

— Ҡәйнәм, һинһеҙ булмаҫ. Таҙартып ултырырһың. Был баланың көсө етерлек түгел, эре булған сөгөлдөр. Уның бит япрағын бысаҡ менән ҡырҡып, батҡағын ҡырып өйөргә кәрәк. Йүнләп эшкәртмәһәң, кондицияһы түбәнәйә, ти Искәндәр. Әсәйемде бүлмәй генә тыңлап бөтөргәс, ҡартәсәйем өҙөп кенә әйтте:

— Минһеҙ булмай инде ул.

Иртүк тороп, Бүреһуҡҡан олатай үткерләп биргән оҙон бысаҡтарҙы биҙрәгә һалып, бер көнлөк ризыҡ төйнәп киттек. Әсәйем менән мин сөгөлдөрҙөң япрағынан тартып сығарып, мин – өсәрләп, ул бишәр-алтышарлап тотоп, бер урынға ташыныҡ. Ҡартәсәйем, йәпләп ултырып, татлы тамырҙы таҙартырға тотондо. Бер нисә өйөм өйгәс, әсәйем дә уға ҡушылды. Тартып көс етмәгән тамырҙарҙы көрәк менән ҡаҙып сығарырға ҡалды миңә. Тәүҙә бер нисә тамырҙы ҡуҙғатам да шунан япраҡтарынан һөйрәйем. Ҡайһы берҙәре бик тәрәндә ултыра, тарта-тарта хәл бөтә. Шундай береһен тартҡанда, япрағы өҙөлдө лә шарт барып ултырҙым әле ҡаҙылмаған, эре-эре сөгөлдөрҙәре hерәйешеп ултырған рәткә. Ҡоймос һөйәгем сатнанымы тип торам, күҙҙән уттар күренде. Ғәрлегемдән илап алдым, әлдә әсәйемдәр алыҫ ҡына, күрмәйҙәр. "Атайым булһа..." тигән уйҙы килгән ыңғайы ҡыуып сығарҙым башымдан: ана, уҡытыусы атаһы булғандар ҙа эшләп йөрөй бында. Бөтә Толпарлы ябырылған сөгөлдөргә.

— Банат Батыровалар, Әсҡәпъямал Хөсәйеновалар, күрше ҡырмыҫҡалылар, Иҙел аша ғыналар, 500—600 центнер ала гектарынан, понимаете ли?! — тип Искәндәр ағай сабып үтә. Трактор тырылдап йөрөй, әле бер пайға, әле икенсеһенә төшә, сиратлап. Ҡайҙа ҡарама, оҙон бысаҡтарҙың йөҙө ялт та йолт килә. Ошо күренештәрҙән, тауыштарҙан минең күңелемдә ниндәйҙер тантаналы тойғо уяна: был баҫыуҙа, теге гәзиттәрҙә яҙылғанса, социалистик хеҙмәт бара, ярыш сәме тоҡана!

Әсәйемдең ҡулдарына күҙ ҙә эйәрмәй. Көс етмәҫтәй тамырҙы йәлпелдәтеп тора ҡулында, һә тигәнсә япрағын ҡырҡып ташлай, тупрағын ҡырып төшөрә, ҡойроғон юнып ырғыта һәм тос, таҙа сөгөлдөр өйөмгә гөрhөлдәп барып ята. Һанап торҙом: ҡартәсәйем берҙе таҙартҡансы, әсәйем икәүҙе эшкәртә һала. Тилбер минең әсәкәйем, уңған, тик, өләсәйем әйтмешләй, бәхете генә юҡ. Әммә, шул уҡ өләсәйем һүҙенсә, ирҙә генәме ни бәхет, алтын кеүек балалары бар ҙаһа.

Эйе шул, бына мин, иң ҙур алтын киҫәге, ҡайһылай ярҙамлашып йөрөйөм. Ике таҙартыусыға бер үҙем ташып өлгөртөп торам сөгөлдөрҙө. Кем әйтер мине, әсәһен бәхетле итер өсөн бөтә көсөн һалмай, тип? Шулай күңелем үҫеп, ирәйеп кенә йөрөгәндә, өс-дүрт пай аша ғауға ҡупты. Урыҡ-һурыҡ һүҙҙәр килеп етә, ел ыңғайына.

— Салпа Сәғүрә менән Сулаҡ Мансур бисәһе талаша, — тине әсәйем, тауыштарын танып.

— Нимә бүлешәләр икән? — Ҡартәсәйем, арығаны йөҙөнә сыҡҡан, әллә ни илтифат бирмәне.

— Һинекен генә ҡалҡытырға тейешме ни ул, хисапсы бисәһе тигәс тә! – Салпаның hүҙҙәрен ел беҙҙең янға теүәл генә көйө ташлап китте.

— Әстәғәфирулла, кемдең нимәһен ҡалҡыталар? — Ҡартәсәйем был юлы ҡыҙыҡһынып һораны.

— Эй, шул трактор өсөн талашаларҙыр, Салпаның ысвиклаһын ҡалҡытып өлгөрмәгән, моғайын. Тракторсы Насип та оятһыҙлана башлаған, ярты ултыртмаһаң, пайыңа кереп тә сыҡмайым, тигән Гөлбикә апайға. Ул, бахыр, былай ҙа яңғыҙ хитлана.

Теге яҡта ғауға туҡтамай, һаман ҡыҙа бара.

— Ярар, кеше ҡалдығы булмағас, һинең ише!

— Һин мине тикшермә, ана, үҙеңдең иреңде ҡарауылла. Сулаҡмын, тип тормай...

Киттеләр ҡыҙып, инде тауыштары тотош баҫыуға ишетелә. Мин туҡтамай сөгөлдөр йолҡам, өйөмгә өйәм, ары-бире тегеләр яғына күҙ һалам. Бәс, бер ҡараһам, ҡулымдағы тамырҙар һап итеп төшөп китте хатта: Салпа Сәғүрә апай Мансур ағайҙың ҡатынына артын асып күрһәтеп тора, шәрә осаларына шап та шоп һуға үҙе.

— Иманһыҙ! Ерле юҡҡа Салпа тимәгәндәр. — Ҡартәсәйем урынынан ҡуҙғалды, барып орошоп килергә йыйынды, ахырыһы, баяғы апайҙарҙы. Әммә, ул ҡатҡан билен, ойоған аяғын ыуғылап торғансы, Искәндәр ағай атын саптырып килеп етте.

— Штраф һалам икегеҙгә лә, понимаешь, общественный урында талаш ҡуптарған өсөн, черт возьми! — тип баш осонда сыбыртҡыһын болғаны бригадир.

— Үҙеңдең бисәңә һал ул штрафыңды, ана, трактористы әүрәтеп алған, тик уныҡын да Сулаҡ Мансур бисәһенекен генә ҡалҡыта! — тип телләште Салпа Сәғүрә.

— Бер тракторсыны бүлешә алмайҙар, тауыҡ баштар, елки-моталки! — тип Искәндәр ағай беҙҙең янға килеп туҡтаны. Ҡартәсәйемде күреп, атынан төштө.

— Эштәр барамы, Рәйхана инәй, һаулыҡтар нисек? — тип һүҙ ҡушты ул, ололоҡлап. – Поним... (яратҡан һүҙен ярты юлда туҡтатты). Ошо свекла бисәләренән яман бисә донъяла юҡтыр. Фермалағы һауынсылар тып-тыныс эшләп тик йөрөй. Ә былар...

— Ҡара эш күңелде ағартмай, ҡустым... – Ҡартәсәйем шулай тине.

— Алда әле бындағы мәхшәрҙең ҡуйыһы. Һеҙ тәүге йыл ғына свеклала, күрмәгәнегеҙҙе күрһәтер был баҫыу, их! — Бригадир әллә йәлләп, әллә ҡурҡытып һөйләнде лә: — Аҡназар ағай үҙе килеп туҡтаны түгелме? — тип үҙенә үҙе hорау биргәс , атына менеп, юл яғына ҡарай сапты. Беҙ бер эш туҡтағанда әҙерәк ял итеп, тамаҡ ялғап алырға булдыҡ, төйөнсөктәребеҙ ятҡан баланлыҡҡа табан атланыҡ. Пайыбыҙҙың уртаһында өйкөм ҡыуаҡлыҡ — шау баланлыҡ. Әлеге мәлдә баҙрап ҡыҙарып ултыра емештәре, суҡ үҙҙәре килеп. Ҡартәсәйем, берәй аҙна, исмаһам, ултырһын әле, тигәс, һындырмай торабыҙ.

Был баланлыҡ беҙгә Хоҙай биргән бер изем ине, буғай. Баҫыуҙың ике осонда ла ҡояшта күләгә табырлыҡ, яуында йәшеренерлек урын юҡ. Арғы башта әрәмәлек бар ҙа, бигерәк алыҫ... Ҡартәсәйем дә мин уйлағанды әйтеп ҡуйҙы:

– Хәжәт итер урын да юҡ, ҡола ялан. Әллә ҡайҙағы әрәмәлеккә кем бара – ана, бисәләр, алан-йолан ҡараналар ҙа ҡайҙа етте шунда сүкәйәләр. Ярай ҙа, беҙҙең баланлыҡ бар, Аллаһы Тәғәлә ошо баланы йәлләгәндер инде.

Унар бала мыжғышҡан пайға, исмаhам, берәй ҡыуаҡ бирер ине әле Алла бабай, беҙҙең бындағы хәлдәрҙе белһә? Хәйер, ундай ваҡ мәсьәләләргә ул ҡыҫылмайҙыр ҙа, кешенең үҙенә башты ни өсөн биргән, юғиһә? Улай тип ҡартәсәйемә әйтмәнем, әлбиттә, ҡолағымды борор, һүҙ тейҙермә Хоҙайға, тип. Йылдан-йыл диндарыраҡ була бара ул, имам ҡайныһынан ҡалған китаптарҙы өй ҡыйығындағы иҫке һандыҡтан алып төшөрөп, көйләп уҡып ултыра йыш ҡына. Мин дә ҡарышмай ғына байтаҡ доға ятлап алдым. Күптән түгел, белгәндәремә өҫтәп, тағы берҙе өйрәндем, юл йөрөгәндә бәлә-ҡазанан һаҡлай торғанды: “Бисмиллаһи-рахманир-рахим! Я шөғүфән шөхәлнә, я нуран әрсәләһү, аллаһу ахвазный минәл афәти, вәл ғафәти, бирәхмәтикә, я рахманир-рахимин, амин!” Шиғыр һымаҡ, көйгә килеп тора был доға. Шуғалыр мин уны, юлға сыҡмаһам да, сөгөлдөр тәпкеләп йөрөгәндә лә ҡабатларға әүәҫләнеп киттем.

Ашап ултырған еребеҙгә, йәйәүләп тороп, рәйес Аҡназар Сәйетов үҙе килә ята түгелме? Ғәжәп. Ҡартәсәйемә, йыйыштырыусы булғас, берәй йомошо бармы? Искәндәр ағайҙы саптырһа ла булыр ине йә кискеһен Комбат ағайҙы ебәрһә?

Аҡназар ағай – ҡырҡ йәштәр самаһындағы күрер күҙгә күркәм генә кеше. Кәнсәләрҙә күргеләйем уны, һуңға ҡалып эшләп ултыра ҡай саҡта. Эргәһендә гелән берәй балаһы көтәүелләп йөрөй. Бер кисте ҡатыны Маһый апай үҙе килде.

— Маһибикә, нимәгә бала-сағаңды ыҙалатаһың? Үҙең йөрө, ана шулай, — тине ҡартәсәйем, уны күргәс.

— Әй, йомошом бар ине лә, — ти Маһый апай, күрәләтә алдап. Кеше үҙ иренә йомошҡа килә микән?

— Ярар, үҙең беләһең. Тик бит бурҙы күҙәтсе еңмәй...

Был ҡартәсәйем әллә нимә һөйләй, Аҡназар ағай бур түгел дә инде?

Шулар иҫкә төшөп, беҙҙең янға килеп туҡтаған рәйескә күтәрелеп ҡараным. Ә уның ике күҙе әсәйемдә, һаулыҡ ҡушырға ла онотоп, уға ҡараған да ҡатҡансы.

— Һаумы, Аҡназар ҡустым, был ҡарсыҡты көн дә күрәм, тип телеңде йәлләп тораһыңмы әллә? — Ҡартәсәйем әйтерен әйтмәй ҡала торғандарҙан түгел шул.

— Иҫәнлек-hаулыҡмы, Рәйхана апай, Гәүһәр һеңлекәш, — тип теҙә һалды рәйес, ашығып. — Был матур ҡыҙҙы ла көн дә тиерлек күрәм, һаумы, ярҙамға килдеңме?

— Мин матур түгел, ҡарасманмын. Алдашмағыҙ! — Шулай тинем дә һалдым. Ҡартәсәйем менән әсәйем дә шаҡ ҡатты. Аҡназар ағай аяғын тегеләй баҫты, былай баҫты ла китеп барҙы. Рабиға апайҙар яғына ыңғайланы.

— Нимә йөрөй тапанып? Ерле бушҡа...

Ҡартәсәйемдең аптырағаны күренеп тора ине.

Ә иртәгәһенә көтмәгәндә беҙгә "шефтар" килеп төштө. Кәбир, Сабир, Фатих, Әшрәф, Харис, Әхиәр — минең сорлауыҡ уйнап үҫкән алты дуҫым: "Шефтар килде, рөхсәтме?" — тип, күктән төшкәндәй, тып итеп алға теҙелеп баҫтылар. Улар Саҡмайылғаға мал ҡыуышып киткәйне, ҡайтҡандар икән.

— Үҙегеҙҙең әсәйҙәрегеҙ сөгөлдөр алманымы ни? — Ҡартәсәйем әҙәп өсөн генә һорай, үҙе хәтәр һөйөнгән быларға.

Ҡайһылай буйға тартылып киткән минең тиҫтерҙәрем, әйтерһең, бөтөнләй башҡа малайҙар әйләнеп ҡайтҡан Саҡмайылғанан. Кәбирҙең сәстәре оҙонайған, бөҙрәләре беленә төшкән. Ҡайһылай килешә, сәсен ныҡ ҡыҫҡа итеп алдырмаһын ине бүтән. Сабир бәләкәйҙән төпөш йыуан ине – ҡапыл буйсанланған, ябыҡҡан. Әшрәф менән Харис, былай ҙа минең ише ҡарасмандар, ҡояшта янып сөгөн булғандар, ә Фатих бик үҙгәрмәгән, бит остарын соҡорайтып, ҡыҙҙар кеүек оялсан йылмайып тора. Һылыу шул ул Фатих, ысын. Аҡ йөҙлө, әллә кемгә оҡшап һары сәсле, зәңгәр күҙле. Ҡайҙан килеп сыҡҡан Толпарлыла зәңгәр күҙ?

Көн кискә ауышып бара ине. "Иртәгә әсәйҙәргә булышабыҙ, бөгөн — Нурияға",– тип дуҫтарым ҡутара эшләп ташланылар. Өс юлдың сөгөлдөрөн йолҡоп өйҙөләр, таҙартылған биш бәләкәй өйөмдө бер урынға ташып ҡуштылар. Искәндәр ағай ҡат-ҡат әйткәйне: ”Аҙым һайын, сысҡаҡ һыйыр шикелле, өйөм өймәгеҙ, машинаны бер урынға туҡтатып тейәрлек булһын”, – тип. Бына йәпле булды егеттәр килеп сығып. Эйе, мин уларҙы башҡаса малайҙар тип әйтмәйәсәкмен – егеттәр!

Икенсе көндө мин дә баҫыуға бысаҡ алып килдем, тамырҙарҙың бәләкәйерәктәрен таҙартыштым. Апаруҡ ыраттыҡ: туғыҙ юлдың сөгөлдөрө ҡаҙып-йолҡоп өйөлгән, шуның яртыһынан күберәге таҙартылған. Мәүлиҙә килеп ҡарап, өстән бер өлөшөн эшкәрткәнһегеҙҙер ул, тип самалап та ҡуйҙы. Математикаһын сөгөлдөрҙә лә онотмай минең әхирәтем.

Трактор күтәрткән сөгөлдөрҙө йолҡоп алып өйөмләп ҡуйҙым, әсәйемдәр таҙартып бөтөрөп килә. Тағы ете юл ҡалды. Көрәк менән ҡаҙып ала башлаһаң был хәтлем татлы тамырҙы, ай ҙа етмәҫ. Ҡаҙып булһа әле. Ҡойроғо оҙон, төпкә киткән, күпме ҡаҙһаң да, шул ебәрмәй тота. Ҡартәсәйем миңә көсәнеп тартырға ла рөхсәт итмәй, урынынан ҡысҡырып ултыра: эсең төшә, эсең түбәнәйә! Ҡайһылай төшәлер ул эс (тәүбә!), белмәйем, әммә бер ныҡ серәшкәндә, кендегемдән аҫтараҡ нимәлер тартылып ауыртып ҡуйҙы. Шөрләнем, үҙемде оҙаҡ аңдып йөрөнөм ул көндө, тағы һыҙлармы шул ерем, тип. Ҡабатланманы.

— Ҡайҙа, анау тракторсыға барайым, теге оста тырылдай шикелле, беҙҙе әллә онотто? — Әсәйем бысағын бер йыуан сөгөлдөргә сәнсте лә урынынан торҙо. Аҙаҡ шул бысағын саҡ һурып алдым, татлы тамырҙың тәне ныҡ тығыҙ икән. Бысаҡтың йөҙөн һыпырып, бармағымды ялап ҡарағайным: саҡ ҡына шәрбәте бар.

— Килен унда тауыш ҡуптармаһа ярай ҙа, — тине ҡартәсәйем. — Үҙгәрҙе ул... Саяланды.

— Ҡартәсәй, уныһы тағы нимә инде – белеп бөттөм, тиһәм, тағы яңы һүҙ?

— Халыҡтың теле төпһөҙ күл һымаҡ, буйларлыҡ түгел...

Ҡартәсәйемдең һөйләшкеһе килмәй. Ә мин барыбер төпсөнәм:

— “Саянланды” кеүек яңғырай. Уҫалланды, артыҡ ҡыйыуланды, тигән мәғәнәләме? Саян тураһында Әмин абый һөйләгәйне. Саян йондоҙлоғо бар, тигәйне. Ноябрҙә тыуғандарҙың йондоҙлоғо. Улар үткер, бәғзе ваҡыт бәғерһеҙ була, ти. Яратҡан кешеһенә генә әйбәттәр, ти.

— Яратҡанына кем дә әйбәт...

— Ә мин Үлсәү йондоҙлоғонда тыуғанмын икән.

— Кеше күңелен аяп тормай, үлсәмәй hөйләйhең үҙең ҡай саҡ. Ташла шул холҡоңдо!

— Ташлап барам даһа. Үҙем дә беләм...

– Ҡоҙағый hиңә юҡҡа әйтмәй ул, hапам, тип, холҡоң урынына ултырыр, сөмбәлә мәлендә тыуҙың бит hин, ҡолоҡасым,– көн менән төн тигеҙ торғанда.

— Ҡартәсәй, һин ысын дөрөҫө ҡасан тыуғанһың?

— Йәй башында. Беҙҙең ҡағыҙҙарҙы анау алпауыт приказчигы, дүкәмит эшләтәм, төпкә теркәтәм, тип алып киткән дә, шунан онот булған. Әллә беҙҙе ҡол итергә ниәтләнгән? Сәүиттәр килгәс, Стәрленән шикелле, ике кеше килеп, өй беренсә кеше иҫәбен алып, исемен, тыуған йылын яҙып йөрөнөләр. Аҙаҡ метрикә алдыҡ. Мин үҙемде, үҙ белдегемә, 1 июндә тип яҙҙырҙым, йылыма шигем юҡ — 1907, айын-көнөн теүәл генә әйтә алманым. Шунан, кем булам инде мин hинеңсә?

— Һинме, hин – Игеҙәк йондоҙлоғо кешеһе, донъяла үҙеңә мотлаҡ иш кәрәк, аңлаған дуҫың.

— Булды минең ишем, Һатыбалым... Ҡайҙан белеп бөттөң, Нурия ҡолоҡасым, быларҙы? Күрше Аҡмәтелә элгәре Солтанай сәсәниә бар ине, йондоҙнамә аса, ти торғайнылар.

— Күрәҙәсеме? (Ул сәсәниә хаҡында белеүемде hиҙҙермәнем, ҡисса сере сиселә ләhә, әтеү.)

— Әллә... Холоҡ-фиғелең ниндәй, шул арҡала яҙмышың ҡайһылайыраҡ булырын әйтә алған.

— Ә, улай ғына Мәүлиҙә менән мин дә өйрәнеп киләбеҙ. Әмин абыйҙың бер китабы бар, шкафта йоҙаҡлап тота, үҙе юҡта шуны алып уҡыйбыҙ. Русса яҙылған, ”Гороскоп” тигән, аңлайбыҙсы.

— Бикле нәмәне нисек асаһығыҙ, емерепме ни?

— Юҡсы! Асҡыстың ҡайҙа икәнен Мәүлиҙә белә ләһә.

— Һы...

Ул арала әсәйем әйләнеп килде. Ярһыған. Еңен бер төрә, бер тағата, биленә быуған алъяпҡысын һыпыра ла һыпыра — шунан беленә ярһығаны.

— Бригадирҙан һора тракторҙы, тисе. Беҙ былай ҙа башҡаларҙан алда, пайыбыҙ ҙа бәләкәй, имеш. Ниңә, мин әйтәм, өс кешегә шунан артығын алып, йәнебеҙ сыҡһынмы ни?

— Ярар, килен, юҡҡа ярһыма, иртәгә иртәнсәк кәнсәләрҙә күререм, рәйестең үҙенә әйтеп ҡарарым, эшкә таң менән килеп ултыра ул, — тине ҡартәсәйем.

— Бригадиры ла шулай тисе, ана,имеш, Аҡназарҙан һора тракторҙы. Атының баҫыу осонда, агитбудка янында бәйле торғанын күреп, юллап барғайным уныhын да, Искәндәрен дә...

— Бәс, ул нимә өсөн ҡуйылған мында, әтеү. Һәр бер ысвикла бисәһе рәйес артынан йөрөй башлаһа?

Өлкәндәр мине өйгә ҡайтарып ебәрҙе, үҙҙәре, hаман шул тракторҙан өмөт өҙмәй, баҫыуҙа тороп ҡалды. Исмаһам, бер барып Толпарсыҡҡанда һыу инеп ҡалайым! Рабиға апайҙан инәлеп һорап, Мәүлиҙәне лә эйәртеп алып киттем. Иртәгә мин дә ярҙамлашырым, тигәс, ҡаршылашманы. Ҡаламы ни – Ишбирҙе лә тағылды.

Өйгә лә һуғылып тормай, күлгә елдерҙек. Күлдәгебеҙҙе йүгергән ыңғайы сисеп ырғытып, трусиктан ғына һыуға һикерҙек. Аһ! Тоноҡлоғо, йылымыс рәхәтлеге Толпарсыҡҡан һыуының! Көндәр көҙгә тартылһа ла, һыу йылы, ҡояшта имшегәндер.Танауҙы бармаҡ менән ҡыҫып тотоп, төпкә, тәрәнгә-тәрәнгә сумабыҙ — бер ҡасан да аяҡ тейгәне юҡ.

— Ҡайһы тирәһенән килеп сыҡҡан икән ул ҡанатлы толпар? — ти Мәүлиҙә, иләҫләнеп китеп.

— Уртанан (төштә күрҙем дәhә). Ана ниндәй тәрән унда, ҡарайып ята хатта. Әлдә ҡурҡмайбыҙ...

Әхирәтем шөрләңкерәй, ахырыһы:

— Ишбирҙе, ен ботағы, һин ҡайҙа? — тип ҡысҡыра һалды.

Шып-шым, тауыш юҡ. Ҡотобоҙ осто! Икәүләп күҙебеҙҙе зырылдатып күл өҫтөн, яр тирәһен ҡарап сыҡтыҡ. Юҡ бит малай. Һөҙәк яҡҡа йөҙөп сыҡтыҡ, һөрән һалырға тотондоҡ: Ишбирҙе!!!

— Уф, ана тора лаһа, эт балаһы, сволочь! — Мәүлиҙә әллә ниндәй алама һүҙҙәр менән һүгергә тотондо туғанын, мин шаҡ ҡаттым мәүеш әхирәтемә. Шул ыңғайҙа аңғарып ҡалдым: беҙ, ике үҫкән ҡыҙ, сыр яланғас тигәндәй ярҙа hерәйеп баҫып торабыҙ, ә ул, малай аҡтығы (һүгенмәҫһеңме?), күҙен сылт-сылт йомғолап, ауыҙын йырып тора тал араһында. Бына нисек? Беҙҙе, яланғас апайҙарын, күҙләргә инеп боҫҡан таллыҡҡа!

Мәүлиҙә менән бер-беребеҙгә ҡарашып алдыҡ та, түштәребеҙҙе ҡулдарыбыҙ менән ҡаплап, кире күлгә сумдыҡ. Бөтә тәмен ебәрҙе һыу инеүҙең, ен ботағы!

Йөҙә торғас, мин, түҙмәй, көлөргә тотондом: Мәүлиҙәнең теге һүгенеүе иҫкә төштө. Ниңә көлгәнде ул белеп тора инде.

— Салпа Сәғүрәнең һүҙе әллә ҡайҙан телгә килеп инде, абау — бала-сағаһын "эт балаһы" ти ҙә әрләй ул. Үҙе кәнтәй була лаһа, улай тигәс? Ә "сволочы" – атайымдың дәфтәр тикшергәндәге һүҙе: "2"-лене гелән шулай тип ҡуя. Ә былай, кешегә әйтмәй уны, бер ҡасан ишеткәнем юҡ. Мин бына, әйттем... — Мәүлиҙә хатта илап ебәрҙе: – Ҡурҡытты, ен ботағы, һыуға батып ҡуйһа, бер генә бөртөк малай туғаныбыҙ, аҡылдан яҙырһың! Әлдә генә батмаған, сволочь! — Ныҡ ҡурҡҡан икән әхирәткәйем, уның былай сығырынан сыҡҡанын тәү күрәм. Мин дә ҡушылып ҡабатланым: "Сволочь малай!"

Шунан, ярға сыҡҡас, Ишбирҙене тупылдатып һөйҙөк, тәнендә ҡул эҙҙәребеҙ ҡыҙарып беленгәс кенә үс ҡанды. Бүтән уны ҡасан шулай яратып булыр тиһең, күҙгә күренеп үҫеп килә ләhә. Ана бит, әлүктән ҡыҙҙар күҙәтеп торған. “Барник ҡапҡасы ҙурлыҡ ҡына икән мимесегеҙ”,– тип ирештерә, етмәhә...

— Анауҙа, таш араһына, сытыр-мытыр килтереп һал әле, Ишбирҙе, туғанҡайым, ут яғайыҡ, өшөттө! — Юхалап эшкә ҡушты уны Мәүлиҙә аҙаҡ. Әллә оҙаҡ йөҙҙөк, күгәренеп өшөп киттек шул. Көндәр көҙгә тарта, эңер ҙә яҡыная.

Тиҙ үк ҡоро сыбыҡтарҙы өйөп тә ҡуйҙы Ишбирҙе.

— И, шәп тә инде ошо күршем, — мин дә тегене йупайтланым. Ен ботағы тип әйтhәң, хәҙер уңайhыҙ һымаҡсы уға? Усаҡ эргәһендә ултырғанда, Мәүлиҙә ярhып әйтеп ҡуйҙы:

– Икенсе йылға ла сығарырҙар микән беҙҙе сөгөлдөргә, башты әллә ҡайҙарға алып сығып ҡасырҙай булам ҡай саҡта, уф!

– Көфөр булырhың, улай тимә...

Мәүлиҙә ҡурҡманы көфөрлөктән, өҫтәп ҡуйҙы:

– Нейә, беҙгә мәңге ошонда ысвикла бисәләре араhында бил бөгөргә, батҡаҡ кисеп ҡартайырғамы ни?! Алыҫҡа-алыҫҡа китер инем, күрмәҫ өсөн шул сөгөлдөрҙәрен, биллаhи!

– Кирбестә еңел булған икән ул эшләүе,– тигән булдым.

Мәүлиҙә яуап бирмәне, шул арала бөтөнләй икенсе юҫыҡтағы уйға hабышҡан, имеш.

— Диңгеҙҙә һыу инеүселәргә махсус пляждар була икән...– тип хәбәр hалды.

— Беләмсе, — тием.

Әхирәтем дауам итте:

– Шунда нудистар пляжы ла бар, ти, сыр яланғас йөрөүселәр өсөн.

— Ә?! – Белмәгәнемде мин hорайым, оялып тормайым. – Ҡатын-ҡыҙҙар ғына һыу инәме унда?

— Ирҙәр ҙә бергә инәләр.

— Улар ҙа яланғасмы?

— Инәнән тыума!

— Ҡайҙан белдең, юрый уйлап сығараһыңдыр әле?

— Һин ул оҫта уйлап сығарыуға, ана, иншаларың ниндәй ҡыҙыҡ була. Ә мин нудистар хаҡында уҡыным, атайым «Вокруг света» тигән ҡалын журнал алдыра, шунда яҙылған.

— Миңә лә биреп тор уҡырға, Мәүлиҙә?

— Бикләп тота, берәүгә лә бирмәй. Ишбирҙегә тип һаҡлай. Ауылда атайым ғына алдыра ул журналды.

— Ниңә, асҡаныбыҙ бар ҙа инде абыйҙың шкафын.

— Шкафта түгел шул, карауат аҫтындағы һандыҡта журналдары.

— Ә һин нисек эләктерҙең, уҡығанһың даһа?

— Үҙе өйҙә саҡта, һорап алдым. Мәктәп программаһындағын уҡы тәүҙә, тип тиҙ үк киренән бикләп ҡуйҙы.

— Әйҙә, асҡысын сәлдерәйек !

— Сәлдереп булыр ине лә, журналды урынына һалып өлгөрмәһәк? Һандыҡты иртәле-кисле асып, үҙе көн дә әҙләп уҡыштыра бит ул. Нишләргә? Мин үҙемде яҡшы беләм: берәй юлын табып ул журналдарҙы уҡымайынса тынысланмаясаҡмын хәҙер. Китап ҡалынлыҡтыр, ти. Күпме ҡыҙыҡтар барҙыр уларҙа?! Ә мин Бүреһуҡҡан олатай, ҡартәсәйем һөйләгәндәр менән сикләнәм. Улар, әлбиттә, күпте күргән, әммә тотош донъя әйләнәһе хаҡында һөйләй, ти, бит теге журналдар. Шул минутта башыма бер уй килде:

— Бер-ике сәғәткә ҡулға төшөрөп булмаҫмы шул асҡысты? — тип Мәүлиҙәнең еңенән тартам.

— Моғайын... Шунан?

— Хәйрулла ағайҙан тап шундайҙы эшләтеп алабыҙ!

— Атайым белеп ҡалһа? Енләнһә, ул яман…

— Беләм. Бәрейе ҡупҡанын күргәнем булды... Әйҙә, хәҙер үк Хәйрулла ағай эргәһенә, тимерлеккә, һуғылайыҡ. Ураҡ өҫтө, уның эше күп, һуңға тиклем шунда ул.

— Мин бармайым. Ишбирҙене алып ҡайтып, атайға күҙҙән тапшырырға кәрәк. Ул бөгөн өйҙә, партия йыйылышына әҙерләнә. Мәүлиҙәләр өйҙәренә йүнәлде, ә мин тура — тимерлеккә. Тимер ҡаңҡылдауын, һандалда сүкеш тоңҡолдауын әллә ҡайҙан ишетеп киләм. Тимерлеккә ингәс, күҙ күнеккәнсе ишек төбөндә баҫып торҙом. Бында ҡараңғы икән. Ишек асыҡ, бәләкәй булһа ла тәҙрәһе лә бар, барыбер яҡты түгел. Мейес алдында баҙырап тере күмер өлпөлдәй. Иҙәндә һыулы тимер hауыт тора. Күн алъяпҡыс кейгән ағай күмер араһынан оҙон ғына бер тимер киҫәген ҡыҫҡыс менән алып, әлеге hауытҡа сумырҙы, шыж иткән ыңғайға, ҡуйы боҫ күтәрелде. Шунан икенсе бер тимерҙе уттан сығарып, һандалға һалып, әйләндереп-тулғандырып ҙур сүкеш менән һуҡҡыланы ла яңынан күмер эсенә тыҡты. Ниhайәт, маңлайындағы тирен һыпырып, миңә өндәште (күргән икән):

— Нурия ҡоҙаса, нур эйәһе матур ҡыҙ, ни йомош? – Хәйрулла ағай гелән шаяртып һүҙ ҡуша миңә. Алан-йолан ҡаранып алдым да шым ғына әйттем йомошомдо.

— Шәберәк һөйлә, тимерлектә саҡта мин насар ишетәм, даңғор-доңғорға ҡолаҡ тоноп китә.

— Бер асҡыстың ишен эшләп бир, Хәйрулла ағай, тием дәһә!

— Сәлдерҙеңме ни?

— Юҡ, әлегә сәлдермәнем. Ҡайҙан белдең?

— Бөтә ҡиәфәтең әйтеп тора, күрәҙәсе лә кәрәкмәй. Башта аңлат, ниндәй асҡыс, ниңә кәрәк? Шунан ҡарарбыҙ... Мин, йәшермәй, һөйләп бирҙем.

— Әле үҙең менәнме?

— Юҡ.

— Ниндәйерәк һуң, йомромо, яҫымы, ҙурмы, бәләкәйме?

— Күрмәнем.

— Ярай, килтер, эшләп бирермен. Китап уҡыу — изге эш. Шундай ҡоҙасама ни һә тигәнсе ҡойоп ҡуйырбыҙ ул асҡысты. Тик, Нурия, аслан әйтмәйһең Әмин ағайға был эштә минең ҡатнашлыҡ барын. Әгәр тотолоп ҡуйһаң, тим.

— Ант (тотам да ант бирәмсе?!), Хәйрулла ағай, шикләнмә, — тип ишек яғына ыңғайланым. Тимерсе тағы янып ятҡан ҡуҙҙарҙы ҡағыштырҙы, ыңғайына көйләй башланы: "Башымдағы эшләпәмде элеп ҡуйҙым кәртәгә, кисә лә кис килмәй ҡалдың, Нурия, килмәй ҡалма иртәгә...” Мөхәббәт йыры лаhа был, оторға ине берәй нисек?

Әсәйемдәр сөгөлдөрҙән күптән ҡайтҡандар. Көтөү ҡаршылап, һыйыр һауып, сәй эсеп бөткәндәр минең тимерлектән урап килеүемә. Ҡартәсәйем мине көтөп тора – кәнсәләргә эйәртергә.

Тиҙ генә яңы һауған йылы һөт эсеп, ҡайырып икмәк ашап алдым да, киттек өйрәнгән эшебеҙгә.

— Әлдә ямғыр яумай тора, соланды, тупһаны һеперер ҙә торорбоҙ бөгөнгә, рәйес менән хисапсы бүлмәһенең иҙәнен йыуырбыҙ. — Ҡартәсәйем алдан байҡап килә башҡараһы эште.

— Һин арлы-бирле саң һөрткәнсе, Мансур ағайҙың тәмәке төпсөктәрен ырғытҡансы, мин йыуып та сығарам ул ике бүлмәне, — тим. — Һыуҙы кисә үк күп итеп ташып ҡуйғайным, шул етер. Иртәгәгә лә ҡалыр, ҙур бак алып йәпле иттеләр, иветә?

— Әлдә һин барһың, ҡулға эш тә йоҡмай хәҙер, ҡолоҡасым. Хәл барҙа йөрөйөм әле, әҙме-күпме аҡсаһы тейә ләhә. Колхозда эшләгәндәргә эләкмәй әле ул тиклем, егерме һум алам даһа.

— Ә уҡытыусылар күпме ала икән? — Ҡапыл шул һорау килде башыма.

— Ҡырҡ биш һум, тип ишеткәйнем.

Әйтәм, Әмин абый ҡиммәтле журналдар алдырып ята, тип уйлап алдым эсемдән генә. Ҡайтышлай ҡартәсәйемдең иҫенә төшөрҙөм (мөһим әйберҙе иҫкә төшөр, тип үҙе ныҡыта лаһа):

— Ҡартәсәй, иртән Аҡназар ағайға трактор хаҡында әйтергә онотма, йәме.

Ул яуап бирмәне. Мин дә ҡабатламаным, ишеткәндер, ҡолаҡҡа хайран сос.

Әммә ҡартәсәйем рәйесте күрмәгән, район үҙәгенә кәңәшмәгә киткән икән уныhы. Сөгөлдөргә әсәйем менән генә киттек, трактор килмәһә, ике көнлөк кенә эшебеҙ ҡалып бара.

— Ҡоҙағый менән һөйләшеп ултырырға ла ваҡыт юҡ, зарығалыр оло кеше, бисара. Уның менән Күрәнле тирәһен урап ҡайтырбыҙ әле, донъя күреп, — шулай үҙ алдына һөйләнеп ҡалды ҡартәсәйем. — Кәзәләрҙе барлап алырға кәрәк. Көтөүе менән колхоз келәте артында ҡуналар, унда нимә тапҡандар...

Ә баҫыуҙа ул көндө сәйер ваҡиға булды. Шуны аңғарҙым әле: беҙҙең өйҙөң ярты тормошо (күберәгелер ҙә) хәҙер сөгөлдөр баҫыуына, «ысвикла бисәләре» мөхитенә күсеп бөттө. Һөйләгәнебеҙ — шул.

Сәғәт 12-ләрҙә әсәйем менән сәй ҡайнатып йөрөй инек – эшкә иртә килгәс, ҡояштың төшлөккә күтәрелгәнен көтөп алырға хәл етмәй. Шул саҡ ни күрәбеҙ: сөгөлдөрө алынған ҡара ерҙән, беҙҙең пайҙан, рәйестең машинаһы килә саң күтәреп.

— Икәүләп кенә йөрөгәнегеҙҙе күреп киләм, Рәйхана апай сирләп-фәлән киттеме әллә? — тине рәйес, машинаһынан төшөү менән.

— Юҡсы, иҫән-һау, Аллаға шөкөр, — тип яуапланы әсәйем, үҙе әллә оялды, бите ҡыҙарып сыҡты. Әлеге лә баяғы, алъяпҡысын һыпыра башланы. Әсәйемде уңайһыҙ хәлдән ҡотҡарырға була, мин һүҙ ҡыҫтырҙым:

— Аҡназар ағай, ҡартәсәйем, бөгөн иртәнсәк трактор һорармын, тигәйне, районға киткән икәнең.

— Бригадирға барып еттем, тракторсы тыңламағас, — тип йүпләне минең һүҙҙе әсәйем. — Ана, рәйестән һора, тисе.

— Ә һин һора, Гәүһәр һеңлекәш, һора. Аҡназар ағайың әйтһә, ул трактор осоп килеп етер, вәт. — Рәйес шулай тине лә әсәйемә тағы, анау саҡтағы кеүек, ныҡ итеп, бер китапта яҙылғанса, “күҙе менән ҡапшап” ҡараны. Ә бит шул юлдарҙы уҡығанда аптырағайным, күҙ менән ҡапшап була тиме ни, тип. Була икән? Мин дә әсәйемдән, тәү күргәндәй, ҡарашымды ала алмай торҙом. Ҡайһылай матур икән дә ул! Көн дә күргәс, күҙ күнеккән... Зөлхизә өләсәйемә оҡшап, мин генә ҡарасман, табаҡ битле, уф. Ә әсәйем ҡурайсы олатайыма тартҡандыр, Ҡаранай нәҫеленә. Ҡаранай Моратовты, ҡарсыға танаулы, ҡуңыр (ҡара түгел) йөҙлө бөрйән башҡорто, тип тарихҡа яҙып ҡуйғандар хатта. Әсәйемдең танауы төҙ, күҙҙәре бәрхәт ҡара, ҡаштары, күмер менән һыҙғандай, ҡыйылып тора. Атайым уны, моғайын, үҙе юҡта башҡаға ҡарамаһын тип, никах уҡытып, йөклө итеп ҡалдырғандыр, армияға киткәндә?

Аҡназар ағайға шоферы сигнал бирҙе, һәм ул ашығып ҡуҙғалды. Китер алдынан һыу һорап эсте, көрөшкәгә һалып биргәнде эсеп бөткәнсе ике күҙен алманы әсәйемдән. Ни өсөндөр анауы "сволочь" тигән һүҙ иҫкә төштө, телемде саҡ тешләп ҡалдым. Ул бит бер яманлыҡ эшләмәгән беҙгә, киреһенсә, трактор килер, тип вәғәҙә итеп тора...

Кискеhен, тағы әлеге кәнсәләргә барышлай, шул ваҡиғаны ҡартәсәйемә hөйләйем тип ауыҙымды асырға ғына торғанда, Мәүлиҙә ҡыуып етеп өндәште лә онотторҙо.

— Мә тот! Атайым менән директор районға юлландылар бөгөн, ҡуна баралар, иртәгә кискә ҡайталар. Өлгөрт! — Усыма һыуыҡ ҡына тимер әйбер йомдорҙо әхирәтем. Теге асҡыс икән.

— Ҡартәсәй, һин бара тор, мин — хәҙер! — Шулай тинем дә, уның яуабын да көтөп тормай, йүгерҙем тимерлек яғына.

— Һи, быны тиҙүк һуғып бирәм һиңә, ҡоҙаса, Нурия, нур эйәһе, — тине Хәйрулла ағай, ике киртләсле яҫы асҡысты әйләндергеләп ҡарағас.

— Кәнсәләрҙән ҡайтышлай инеп алырым, йәме!

— Йәме, йәме, Нурия, исемең матур, кемдәр ҡуйған, Нурия... — тип көйләп ҡалды Хәйрулла ағай.

Ә иртәгәһенә иртүк бер журнал минең ҡулда ине инде. Асҡыстың төп нөсхәhен Әмин ағайҙың йәшергән урынына, глобус эсенә, hалып ҡуйҙыҡ...

— Оҙаҡ тотма, — тип ҡалды Мәүлиҙә.

Ҡайтып инеү менән ҡаҙалдым журналға. Ғәләмәт ҡыҙыҡлы, ҡатмарлы ла унда яҙылғандар. Бөгөнгә “Канаки легендаhы” тигәнен уҡып тәьҫирләндем. Канаки – халыҡ атамаhы икән, боронғо халыҡ. Уларса, ҡатын-ҡыҙ булмышы ике есем-ҡушылманан тора: яртыhы – ҡатын, яртыhы – йылан. Ошо ике яртының береhе еңhә, гармония боҙола, ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғәтендәге үҙенсәлектәр төҫhөҙләнә, мәғәнәhен юғалта. Йылан еңhә, ҡатын-ҡыҙ тик яhилға әйләнә, ҡатын еңhә – сәмhеҙ, бошмаҫ, аңшайған йән эйәhе булып ҡала...

Ниhайәт, баҫыу ҡапҡаhынан инеү менән күрә hалдыҡ: беҙҙең пайҙа трактор тырылдап йөрөй, рәхмәт төшкөрө. Алдамаған рәйес...

— Бар, ҡартәсәйеңә әйт, килһен, — тип әсәйем мине өй яғына кире бороп ебәрҙе.

— Барам, ямғыр яуып ебәрһә, былай ҙа йөрөй алмам, кәнсәләр бысрағын таҙартып хәл бөтөр. — Ҡартәсәйем шулай ихлас ҡына һөйләнеп йыйынды. Өләсәйем беҙҙе ҡапҡа төбөндә моңайып оҙатып ҡалды. Үҙе әйтмешләй, ҡулыңдан эш төшһә, шулай инде ул... Баҫыу ҡапҡаhынан инеү менән тағы теге тракторҙы күрҙем дә:

— Кисә Аҡназар ағай килеп вәғәҙә биреп киткәйне, һүҙендә торған, — тип ҡуйҙым.

— Рәйесме, үҙеме? Һеҙҙең янға килепме? — Ҡартәсәйемдең йөҙө ҡапыл үҙгәреп китте. Әллә ниңә әйттем, әй, шул тик тормаған телемде! Ә барыбер өҫтәп ҡуйҙым:

— Эйе, рәйес, үҙе. Сөгөлдөрсөләр янына килмәҫкә, кем ул, Алламы әллә ул тиклем?

— Аллаһыҙ икән ул, ләғәнәт икән!

Бүтәнсә өндәшмәнем. Ҡартәсәйемдең ныҡ йәнен көйҙөрҙөм былай ҙа. Ә ниңә? Әлләсе...

Иртәгәһенә, Әсмә килеп сыҡты ауылға. “Әйҙәгеҙ әле, егеттәр ҡалаға таралмаҫ элек күл буйына пикникка (ул hүҙҙе Артурынан отто микән?) барайыҡ!” – тип ҡотҡо hалғайны, тиҙ генә йыйындыҡ та hыпырттыҡ Толпарсыҡҡан буйына. Ысынлап та, Сабир, Әхиәр, Әшрәф оҙаҡламай китә ләhә – икенсе курсҡа. Бындағыларыбыҙ ҙа, мәшәҡәткә сумып, hирәк осрашабыҙ.

Теге юлы, сығарылыш кисәhенән hуң, бергәләп ултырған ергә барып тупландыҡ. Кәрәк-яраҡ килтергәйнек, ут яғып, сәй ҡуйып ебәрҙек. Малайҙар беҙгә тип сәскә йыйырға уйлашты, моғайын, – шым ғына аҡлан яғына китеп барҙылар. Шул арала Әсмә алъяпҡыс кеҫәһенән хат килтереп сығарҙы.

— Артурҙанмы? — тип һикерешеп алдыҡ Мәүлиҙә менән мин. Әсмә беҙгә аптырап ҡарап ҡуйҙы: башҡа кемдән, Артурҙан, әлбиттә! Уҡый ғына башлағайныҡ, әллә ҡайҙан аҙашып килгән берәҙәк ел ҡапыл өрөп, Әсмәнең ҡулынан хаты ысҡынып китте, кәйелеп усаҡтың өҫтөнә барып төштө. Ҡаушап ҡалдыҡ. Әсмә, иҫенә килеп, сар итеп ҡысҡырҙы ла ҡулын дөрләп торған утҡа тыҡты. Хаттың ос-остары янғайны, уртаһы ҡалғайны. Күҙ асып йомғансы булды был хәл. Әсмәнең уң ҡулының һырты өрөлөп сыҡты: тире ҡағыҙҙан йоҡа икән? Мәүлиҙә хәл иткес мәлдә һалҡын ҡанлы була белә: ризыҡ араһынан тиҙ генә тоҙ табып, әхирәтебеҙҙең яраһына тоҙ һипте. Әсмә сыҙаша алмай тағы сарылданы.

— Түҙ, эренләмәй генә йүнәлер ҡабарған урындары, — тине Мәүлиҙә.— Бәләсник. Шул кәүҙәң менән... Әҙерәк тынысланғас, тағы Әсмәгә төбәлдек: уҡы инде? Хатын ҡәҙерләп кеҫәһенә кире һалғайны, алып торманы, яттан белә ине. Донъяһын онотоп, Артурҙың һүҙҙәрен ҡабатланы: "... Моя лесная фея, цветочек мой, Асенька! Считаю дни, мечтая о тебе. Жди, я вернусь в медвежий край и сорву самый красивый цветок на вашей поляне... Дикая ягодка моя... Помню наши поцелуи...» Мәүлиҙә менән минең һуштар алынды был һүҙҙәрҙән. Артур, русса уҡығас, хатын шул телдә яҙған. Ә былай үҙе, вата-емерә булһа ла, әсәһе менән атаһының һөйләшен ҡушып бутап, башҡортса һөйләшә, ти. Матур һүҙ, ниндәй телдә яҙылһа ла, йән аҙығы инде. Әсмәнән өс ҡат һөйләттек хаттың йөкмәткеһен.

— Ә ниндәй сәскәне әйтә икән Артур "самый красивый" тип?

— Ҡыңғырау сәскәһелер, — тине Әсмә, — ул миңә әллә нисә тапҡыр шул сәскәне бүләк итте...

– Аңламағанһығыҙ! — тине лә Мәүлиҙә, рәхәтләнеп көлөргә тотондо.

— Әйт һуң, әтеү, ниндәй сәскә хаҡында яҙған ул Артур? — Ә Мәүлиҙә көлә лә көлә һаман:—Берәүҙең Асенькаһы, һин үҙең бит ул өҙөргә хыялланған сәскә!

Ярабби… Беҙ – сәскә (ә теге Канаки легендаhы?), hәм кемдер беҙҙе үҙенеке итергә хыяллана?! Урман ауыҙында малайҙар күренде. Улар аллы-гөллө болон гөлдәрен ҡосаҡлаған. И, дуҫтарым, ҡасан һеҙ армияға барып, ҡыҙҙарға хаттар яҙырға эшкинерһегеҙ икән? Әхирәттәрем менән бер-беребеҙгә ҡарашып ҡуйҙыҡ. Беҙҙең уртаҡ асышыбыҙ бар ине. Һәм шул асыш ҡапыл синыфташ малайҙарға икенсе күҙ менән ҡарарға мәжбүр итте. Улар беҙгә йәл булып китте, үҙебеҙҙе өлкәнерәк, өлгөргәнерәк тойҙоҡ әллә?

— Барығыҙ, һыу инеп алығыҙ ҙа сәй эсербеҙ, — тинек бер тауыштан, әйтерһең, беҙ тиңдәштәре түгел был алты малайҙың, ә әсәйҙәре.

— Ә үҙегеҙ? — тине тегеләр, ғәжәпләнеп.

— Беҙҙең купальник юҡ. Яланғас төшәйекме?! Һыу ҙа һыуыҡ хәҙер... Ҡайнап сыҡҡас, сәйнүкте ситкә алып ҡуйҙыҡ та көл араһына бәрәңге күмдек — бер бәрәңгене артыҡ килтергәнбеҙ. Шулай уйлап та бөтмәнем, ҡайҙандыр Иҫәр Әсән килеп сыҡты. Әллә нәмәгә борсолған да кеүек, ә барыбер ауыҙы йырыҡ үҙенең.

— Ултыр, Әсән, беҙ көлгә бәрәңге күмдек, — тинем,– hиңә лә...

Ултырҙы. Малайҙарҙы көтә. Ул бер яңғыҙы hыу инә, ти. Иҫәр булһа ла, тотанағы бар әлдә. Әле лә беҙҙең эргәгә үк түгел, арыраҡ барып, йәшел үләнгә ҡунаҡланы.

— Кем менән көн итә ул бисара? — тип һораны Әсмә.

— Әсәһе менән. Ағайҙары уға айырым мөйөш бүлгән, шунда йәшәй, — тине Мәүлиҙә. — Атайым барғылай уларға, Әсәнде ағартырға.

— Нисек? — Әсмә менән икебеҙ бер юлы аптыраныҡ.

— Атайым шулай ти. “Сәйәси-ағартыу эше” тигән hүҙ бар ҙаһа, шунан алып әйтә, шаяртып. Ул Әсәнгә нотоҡ уҡый ғәмәлдә: кешегә зыян эшләп ҡуйма, бала-сағаны ҡурҡытма, тәҙрәгә төкөрмә, тип.

— Иҫемә төштө, — мин әйтәм, — былтыр Әсән Салпаның тәҙрәһенә төкөрөп киткән. Тегенеһе уны әрләп, ҡыуып сығарған да...

— Бәләкәй малайҙар эргәһенә барып, бергә уйнарға ла маташа, улары ҡурҡышып ҡаса... — Мәүлиҙә шулай тип өҫтәп ҡуйҙы.

— Аллам һаҡлаһын! Тәүбә-тәүбә! — Шулай тип һөйләнгән Әсмәгә ҡарап ҡуйҙыҡ: Әсәндән шөрләйме әллә? Уңарсы, әхирәтебеҙ асыҡлыҡ индерҙе: - Нәҫелеңә бирмәһен ундай ҡайғыны, иҫәр баланы...

Ул да булмай, тәндәрендәге бәпкә йөндәрен тырпайтып, өшөп, малайҙар күлдән сыҡты. Тиҙ генә көрөшкәгә сәй ҡойҙоҡ, алмашлап эсә һалдылар. Былар кейенгәс, Әсән беҙҙең янға килде.

— Ылауҙарға һалып алып китәсәктәр, — тине лә тәүҙә биш, шунан тағы ике бармағын күрһәтте. Әсәнде унға тиклем бармаҡ менән һанарға Әмин абый өйрәткән.

Шунан тағы баяғы урынына барып ултырҙы, көлдәге бәрәңгене көтә. Белгән кеүек, уның өлөшөнә лә алғанбыҙ. Был да – үҙенә күрә бер ғәжәп. Ә инде Әсәндең һүҙе – бөтөнләй йомаҡ. Уны беҙгә, ҡыҙҙарға, әйтмәүе бит әле, малайҙарҙы көтөп ултырған. Ҡатын-ҡыҙҙы кәм күреүеме? Әсән Иҫәр дә енес айыра, малайҙарҙы алға ҡуямы?

Малайҙар ҙа аптыраған Әсәндең хәбәренә. Беләләр уның күрәҙәселеген, шуға үҙҙәренсә фаразлап маташалар:

— Ниндәй апайҙар? Ете апай?..

— Уға ни бөтә ҡатын-ҡыҙ апай. Ана, Нурия менән Мәүлиҙәгә лә "апай" тип йөрөй.

— Ылауҙар алып китә, ти? Хәҙер тәүге центнер ашлыҡты ла машина менән оҙаталар, элек кенә ҡыҙыл ылауҙар булған.

— Бәлки, туй булыр? Туй ылауы?

— Ете ҡыҙ бер юлы кейәүгә сығамы?

Беҙ тыңлап торған ерҙән пырх итеп көлөп ебәрҙек.

— Ул, ысынлап та, туй хаҡында әйтәлер, йылмая бит, — тине Әсмә.

— Әй, уның һәр саҡ ауыҙы ҡолағына етеп йөрөй...

Шул урында өҙҙөк был хәбәрҙе, йомаҡ сисерлек түгел ине. Әсән иҫәрҙең һәр һүҙенә иғтибар итеп булмай ҙаһа? Бәрәңгебеҙҙе ике уста бейетә-бейетә ашаныҡ та ҡайтырға сыҡтыҡ. Әсән, үҙенең өлөшөн ике тубығында тәгәрәтеп, ултырып ҡалды...

Сентябрь башынан ҡойма ямғырҙар башланды. Яуа ла яуа, туҡтамай яуа, күктең төбө тишелде әллә? Шәрифә апайым, белгәндәй, үтә күренмәле шыптыр плащ алып килгәйне, уҙған ҡайтҡанында. Башлығы ла бар. Баҫыуҙа шуны кейеп йөрөйөм, һыуланмайым. Әсәйем биҙрәне түңкәреп, шуның өҫтөндә ултыра, яулыҡ тышынан башына клеенка ҡаплаған.Оҙон көн буйына арҡаhы лысма еүеш була инде барыбер. Мин ни, дәрестән ҡайтҡас, төштән hуң ғына эшләйем, сөгөлдөр йолҡоп ташып йөрөп ятҡас, өшөмәйем, ә әсәйемдең ирендәре күм-күк булған. Эре-эре сөгөлдөрҙәр ҡулынан шылып төшә лә китә, төшә лә китә. Һыуланғас, улар шыйғалаҡ балыҡ һымаҡ... Ҡулына бирсәткә кейгән булған да, ни фәтеүә? Тора-бара минең дә балтырҙарым өшөй башланы, ойоғом еүешләнде. Баланлыҡта ҡыуыш һымаҡ нәмә әтмәләгәйнек, шунда кереп сәй ҡайнатып, әҙерәк йылынып алдыҡ та тағы сыҡтыҡ ямғырға.

Эш яй бара. Әллә нисә тапҡыр тайып йығылып яттым, өҫтөм әҙәм ҡарағыhыҙ бысраҡ. Әсәйем дә машманлаған, күҙе менән теше генә йылтырай, бите майлы ҡара батҡаҡҡа буялып бөткән. Ә ямғыр туҡтарға уйламай, бер көйгә һалып алған да яй ғына түгелә бирә. Теге "Вокруг света"ла уҡыған "ҡытай язаһы"нан кәм түгел? Ундай язаға хөкөм ителгән кешенең түбәһенә һалҡын һыуҙы тамсылап тамыҙалар, ти, көндәр буйы. Иң ҡаты язаларҙың береһе һанала икән ошо. Ул журналдан уҡып белгәндәрем һанап бөткөһөҙ. Тик урыҫса төбөнә төшөп үк аңлап етмәйем ҡайһы бер урындарын. Әллә Әмин ағайҙан һорарға инде, уҡырға биреп тороғоҙ, тип. Бирһә, аңламағанды унан төпсөнөр инем. Бирмәһә, юлын таптыҡ, иҫ китмәй...

Эштән алып ҡайтырға машина, ямғыр булғанғамы, иртәрәк килде. Ысвикла бисәләре юл яғына ашыҡты: урын етмәһә, йәйәүләргә бит. Пайҙар ауылдың ҡапҡа төбөнән район яғына барған оло юл буйлап теҙелгән, беҙҙеке иң арғы оста тиерлек. Ярай ҙа, машина урта төшкә килеп туҡтаған. Барып еткәс, апайҙарҙы йөҙҙәренән таныманым, тауыштарынан ғына айырҙым.

Әлеге Салпа Сәғүрә ҡысҡырып ебәрҙе:

— Ҡайҙан килдегеҙ, бисуралар, абау! — Ҡалғандары ла, бер-береhенә төртөп күрһәтешеп, көлөшкән булды:

— Ирҙәр өйгә индермәҫ ул!

Билләһи, егермеләгән бисура тора ине минең тирәмдә. Кемеһе башына тоҡ ябынған, кемеһе биҙрә кейгән. Ҡулдары бысраҡ, аяҡтарындағы итек, галоштары ғына түгел, ойоҡтары ла батҡаҡҡа ҡатҡан. Минең Әсмә әхирәтем, былар менән сағыштырғанда, һып-һылыу бисура булған икән теге карнавалда.

Ҡайтҡас, шул кейемдәребеҙ менән тура мунсаға киттек. Ҡартәсәйем яғып ҡуйған. Гөлбикә апайға ла әйткән, өйөндә көтөп тороусы юҡ бит инде, ул да килеп инде мунсаға. Йыуынып, сабынып, ҡалған һыу менән бысраҡ кейемдәребеҙҙе йыуып ҡайттыҡ.

— Рәйхана апай, иртәгә минең мунсаны яҡ, утыным күп, — тине Гөлбикә апай сәй эскәндә. — Рәхмәт яуғыры, күршекәйем, бөгөн мунса инмәhәм , нишләр инем. Елеккә үтте һыуығы, көҙгө ямғыр бит.

— Көн аламаһында ыҙалатмаһалар ни була халыҡты? — тип ҡартәсәйем хужаларға hуҡранды.

— Һалдаттар килә, ти, сөгөлдөр ташырға, шуға ашыҡтыралар. Искәндәр кисә мине яман ҡысҡырынып әрләп китте: "Һинең бызмырлағаныңды военный техника көтөп ултырмаясаҡ, понимаешь ли, көйәнтәләп ташырға итәһеңме сахарзаводҡа!" — тип.

— "Черт возьми!" тимәнеме ни? — Мин дә өҫтәп ҡуйҙым.

— Уныһы ҡалмай инде... – Апай көлөп ҡуйҙы, бер ҙә үпкәләмәгән бригадирға. Ул ҡайтып ҡына киткәйне, Фариза еңгә килеп инде. Бик һирәк килә ул. Ни булды икән?

— Бая машинанан төшкәнегеҙҙе йыраҡтан ғына күреп ҡалдым. Киске һауынға ашыға инем, янығыҙға барып торманым, әле килдем бына. Ҡана, бикәсем, күрһәт әле анау шыптыр бөркәнсегеңде?

— Мә!

— Дождевик тигән нәмә икән. Әһә, башлығын ысҡындырып алып та була... Төймә урынына бау ҡуйһаң? Билен быуып тороп... — Шулай һөйләнде лә әсәйемә өндәште: — Гәүһәр, иҫке-моҫҡо клеенкаларыңды килтер әле. Йәлләмә яңыһын да, һаулыҡ ҡиммәтерәк, әйбер табылыр. Мин һиңә, иртәгәнән дә ҡалмай, Нурия бикәсемдеке кеүек дождевик тегеп бирәм. Былай лысма һыу йөрөп, үпкәңә һыуыҡ үтер.

— Быуындары һыҙлап ыҙалар, мына минең кеүек, ызғырып ултырам бәғзе көн, — тип һүҙ ялғаны Зөлхизә өләсәйем. — Ҡәйнәң, Нәсиха килендәшем, ҡайһылай язаланды, ырматиз булып.

Фариза еңгә өләсәйемдең арҡаһынан йомшаҡ ҡына итеп һөйөп ҡуйҙы. Бер-береһен яҡын күрә улар, беләм... Әллә төн буйы тегенгән– еңгәм таң менән, эшенә китешләй, индереп тә сыҡты теге дождевикты. Ысвикла бисәләре, күреү менән, һырып алды әсәйемде.

— Нимә ул, ҡалай йәпле!

— Минең бабай (апаруҡ ирҙәрен дә "бабай" ти ҙә ҡуялар) армиянан апҡайтҡан плащ-палаткаға оҡшаған, шуны көтөүсе ҡартҡа бирҙесе, кем белгән мынау ысвиклаһы килер тип?

— Кем текте?

— Клеенканан тегелгәнме ул?

— Нурияныҡы ише.

Әсәйем быларҙы тыңлап бөткәс, миңә ҡараны: hөйләп аңлат,тигәндәй.

— Дождевик тип атала был, — тим, — Фариза еңгәм текте. — Апайҙар ижекләп ҡабатлайҙар: "Даж-ди-вик. Белдек». Бер белһәләр, онотмай инде улар, хәҙер был һүҙ Толпарлыла ғүмергә ҡаласаҡ.

Тағы шаулашып алдылар:

— Ҡулы алтын шул Фаризаның. Хәйрулла белгән кемде алырға.

— Фариза белгән кемгә барырға!

— Миңә текмәй инде ул, бер ныҡ итеп ирешкәйнек.

— Салпа, кем менән ирешмәй ҡалғаның бар, һиңә кенә тота башлаһаң.

— Ҡыҙыма бирнәгә тигән бер төргәк клеенкам бар ине, тектерәм. Ысвиклала умирать булып ятырғамы ни, понимаешь, Искәндәр. Әһә, тим эстән генә, бригадир ағайға ҡушамат йәбешкән: "Понимаешь Искәндәр" ул хәҙер. Ә мин уға "Елки-палки" тип ҡушыр инем. Әй, ҡушҡан исемдәрем юҡҡа сығып тик тора, бер Кәбиргә генә икене тағып ҡараным — Кәйҙерем, Бөркөтсө... Хәҙер алмаштырырға кәрәк: тәүгеһе килешмәй, Кәбир инде юртып йөрөмәй, һәлмәкләнде; икенсеһе лә ятмай уға, рәссамлығы беленде...

Ямғыр яуып туйҙы, ахырыhы, туҡтаны. Аяҙ көндәрҙең мәңгелек түгеллеген иҫкәртмәк булғандыр тәбиғәт сөгөлдөрсөләргә. И, бисараҡайҙарым, апаҡайҙарым, сат йәбештеләр пайҙарына. Әрләшеү түгел, ләстит тә һатмайҙар ошо арала! Беҙ дүрт көндә бөтөрҙөк сөгөлдөрөбөҙҙө таҙартып, өйөп. Мин уҡыу араһында килеп бергәләшәм. Аҙаҡҡы көндө ҡартәсәйем дә булышты. Аҙаҡ оло юлға сығып баҫтыҡ та өсәүләшеп, баҫыуҙы байҡап торҙоҡ, бөйөргә таянып. Күпселек пайҙарҙа эш тамамланып килә икән. Рабиға апайҙар иртәгә ослап ҡуйыр, моғайын: йәкшәмбе, уҡыу юҡ, ҡырмыҫҡа кеүек килеп ябырылырҙар ҙа бөтә ғаиләһе менән... Салпалар бөгөн кискә үк бөтөрәсәктәр.

Әбейҙәр сыуағы килде, буғай. Ул торғанда эштәрен теүәлләп ҡуйһалар ярар ине, эт күрмәгәнде күрҙе бит ысвикла бисәләре. Мәүлиҙә әхирәтем дә ошо осор йонсоно тамам, йүткереп тә йөрөй. "Теге дождевикты, исмаһам, үҙеңә тектерә һал. Әле тейәп оҙатаһы бар сөгөлдөрҙө, ниндәй көн килерен белгән юҡ", — тип әсәһенә кәңәш бирә, уның артынан йолҡонмай ҡалған тамырҙарҙы йыйып йөрөгән ыңғайында. Рабиға апай өйөндә лә алабарманыраҡ ул: аяғы эйелеп ултырмай, үҙе бер эшен бөтөрөп кенә эшләмәй. "Уф, ошо әсәйем, ҡайҙа сисһә, шунда ятып ҡала әйбере... Бынау яулыҡты урҙаға элһә ни була? Иҙән уртаһында нишләп ята был ҡанат, һеперә торғас, ташлап киткән инде, берәй эше ҡубып тағы. Улайтҡансы, кеше лутсы эшләмәһен дә ҡуйһын! " — ти ҙә, Мәүлиҙә ялт иттереп йыйыштырып ҡуя донъяларын. Уңған, бөтмөр бит, әллә кемеһенә оҡшап. Үҙе яҡшы уҡый, ярай, уныһы — Әмин абыйҙан.

Әхирәтемә ҡул болғаным, ул беҙҙең яҡҡа ҡарап тора ине. Йәйәү генә ҡайтырға сыҡтыҡ – машина кисһеҙ килмәйәсәк. Килhә әле...

Ҡайһы бер яҙыусылар ауыл тормошон тымыҡ күл менән, хатта ки өнһөҙ һаҙ менән дә сағыштырып ҡуя. Бер урыҫ әҫәрендә берәүҙең ҡалаға күсеп төпләнгән дуҫы: "Как там, в вашем болоте?" — тип хат яҙған, мәҫәлән. Нисек шулай үҙеңдең тыуған төйәгеңдән көлөргә була? Һаҙ тигәс тә, уның да кәрәге бар әле тәбиғәттә. Бүреһуҡҡан олатай йәйҙең нисек килерен алдан уҡ әйтә, һаҙға ҡарай ҙа: Ҡоролоҡ булыр, һаҙ ҙурайған, күпсегән”, – ти. Баҡһаң, һаҙ үҙенә дымды йыйып һаҡлай ҙа, ямғыр оҙаҡ яумайынса ер сарсағанда, әҙләп кенә һауаға бөркә икән. Асыуым да килмәгәйе, Әмин абый әйтмешләй, бөтә арыу кеше: күренекле ғалимдар, яҙыусылар, артистар ауылдан сыҡҡан әле! Ә ул һаҙҙың баҡалары баҡылдай башлаһамы, күрһәтерҙәр өнһөҙлөктө. Беҙ эштән ҡайтыуға, Толпарлыны, әйтерhең, шул һаҙ баҡалары баҫып алғайны. Ауыл ҡапҡаһы төбөндә халыҡ йыйылып геү килә.

— Айыусы леспромхоз булғаны бирле, айыуҙары беҙҙең яҡҡа йылыша.

— Саҡмайылға алыҫ түгел унан, һимертеүгә ҡуйылған әллә нисә башмаҡты айыу йыҡҡан, ти.

— Кисә Понимаешь Искәндәрҙең танаһы юғалған, моғайын, шул тайыш табандың эше.

— Атырға кәрәк ул эзвирҙе , үрсегән яман!

— Шым ғына яталар ине әле ҡалын урманда, хәҙер ҡуҙғаттылар, ана...

— Сараһын күрмәһәң, кешене лә ҡарап тормаҫтар. Умарталарҙы тотош пыран-заран итәсәктәр. Ашаның хәҙер бал, мә!

Шул саҡ Искәндәр ағай ат саптырып килеп етте.

— Кем бында демагогия таратып йөрөй, понимаете ли, елки-палки, черт возьми! — Бер юлы теҙеп һалды "арыу" һүҙҙәрен, ныҡ йәне көйгән икән. — Кем айыуға һунар иткән элгәре, хәҙер үк кәнсәләргә килһен, чтобы. Айыусынан да охотниктар килә, понимаешь.

Ҡапҡа төбөндәгеләр бер-береһенә ҡарашып аптыраштылар. "Беҙҙә бүре һуҡҡан кеше бар, айыу йыҡҡаны юҡ", — тине Шырмый Иҡсан, әммә уның шаяртыуына иғтибар итмәнеләр: "Айыусылар инде ул борондан тайыш табанға йөрөй", — тип һөйләнештеләр ҙә таралдылар. Ҡул бирешеп хушлаштылар — бына ауыл ғәҙәте: көнөнә йөҙ осрашһа, йөҙ күрешә, йөҙ хушлаша, бигерәк тә оло йәштәге ир-ат шулай итә. Дөрөҫ тә, минут эсендә төрлө хәл була, бөгөн барһың, иртәгә юҡһың...

Ә кисен кәнсәләр алды тағы ағайҙар, бабайҙар менән тулды, соланға һыймағас, тышҡа сыҡтылар. Кәртә буйында оҙон эскәмйә бар, олораҡтары шунда ултырған. Бүреһуҡҡан олатай ҙа килгәйне, йүгереп барып уның менән ике ҡуллап күрештем. Ҡарап торғастарын, эргәһендәге олатайҙарға ла ҡул бирҙем, әҙәпле була беләм дәһә.

— Баязиттың ҡыҙы шулай үҫеп киткәнсе, ҡарасәле, үткән ғүмер... — тиеште бабайҙар.

— Эйе, Рәйхана ейәнсәре, — тип өҫтәне Бүреһуҡҡан олатай. Был һүҙҙә минең өсөн нимәләр бар икәнен аңлайҙыр ул? Зирәк, тура һүҙле, тоғро, иманлы, уңған — һәм башҡа, һәм башҡа яҡшы сифаттарға эйә был бала тигәнде аңлата лаһа "Рәйхана ейәнсәре" тип аталыу. И, рәхмәт уға, Бүреhуҡҡан олатайға, гелән күңелемде үҫтереп торғанына. Олатай төҫө күрмәнем, тип бер ҡасан әйтмәм, туған олатайҙарым мин Ҙур йыһанға бар булғансы уҡ вафат булып ҡалһалар ҙа. Ә атай төҫө?..

Әле бабайҙар "Баязит ҡыҙы" тигәс, миңә сәйер булып китте. Ҡатындарға һан юҡ икән дә ул был донъяла? Гәүһәр исемле ҡатын тапҡан мине, ә барыбер — ата балаһы? Әсәйем кесе йыһанда сағымда үҙ ҡаны менән туҡландырһа ла, аҙаҡ күкрәк һөтөн имеҙеп үҫтерһә лә, мин – Баязит ҡыҙы. Ғөмүмән, тотош ауыл ҡатындары бил бөккән сөгөлдөрҙә лә ирҙәр аты алдан йөрөй: Салих бисәһе, Мәҡсүт бисәһе, уҡытыусы Әмин бисәһе — үҙҙәренең исемдәре лә юҡ. Хатта ике исемле Гуля-Гөлсөм апайҙы ла Сәмиғуллиндың Гуля-Гөлсөмө тиҙәр. Был осраҡта Сәмиғуллинды ҡыҫтырмаһалар ҙа була лаһа, ауылда бүтән Гуля-Гөлсөм юҡ.

Шулай үҙемсә баш ватам, ыңғайында, солан һепергән булып, ир-аттың әңгәмәһенә ҡолаҡ һалам. Айыусы ағайы һөйләй башлағас, бөтәһе лә шымды, айыуға нисек һунар итеү тураһында һүҙ йөрөтә сөнки. Мин дә, һеперткемде ҡуйып тороп, күтәрмәгә үк сығып баҫтым. Тыңлайым әле иркенләп, миңә, ҡатын-ҡыҙға, кем иғтибар итер тиең: торамы-тора шунда баҫып, ҡамасауламай ҙаһа...

Айыусылар ғүмер баҡый һунар менән көн күргәндәр, таһылдары шәп ул яҡҡа. Әлегәсә иген сәсеп ҡарағандары ла юҡ, урман да урман булғас тирә-яҡтарында. Мал аҫырайҙар аҫырауын. Уларҙа бығаса ҡортсолоҡ совхозы бүлексәһе ине, хәҙер — леспромхоз. Совхоз дадандарын, күстәре инеп бикләнгәс, икенсе бер яҡҡа күсергәндәр, бындағы бысҡы тауышына, трактор үкереүенә бал ҡорто тора тиме. Айыуҙың айыуы, сыҙамай, беҙҙең ауыл яғына ҡаса, ти, ана.

Айыусы ағайы яйлап ҡына һөйләй:

— Тайыш табанға өңөнә инеп ятҡас һунар итергә кәрәк. Ул ҡышҡы йоҡоға етди әҙерләнә. Тирә-яҡтағы мүкте һыҙырып алып ташып, үҙенә түшәк түшәй иң башта. Мүге йолҡоноп, яланғас ҡалған ерҙе күрһәң, тимәк, өңө шул тирәлә. Ғәҙәттә, ул ҡар яуғансы уҡ инеп ята өңөнә, еләк-емеш уңмаған йылдарҙа ҡар төшкәс тә элмәңләп йөрөй әле. Ундай йылда һунарсылар айыуҙы эҙенән юллап таба.

— Туҡта әле, ҡорҙаш, һин беҙгә ҡағиҙә тылҡыма, әҙерәк беләбеҙ. Һин үҙең айыуға барҙыңмы, нисегерәк булды – шуны һөйлә.

— Ә, шулай тиҙәр уны баштуҡ. Тыңлағыҙ. Беҙ өс бер туған – мин, ике ағайым бергә йөрөнөк һунарға...

Һәм, әкренләп, минең күҙ алдында һунар күренештәре пәйҙә була башланы. Ишеткән бер ҡыҙыҡлы хәлде кино итергә тиһәң, миңә ҡуш.

...Ҡыш уртаһы. Урман тып-тын. Береһенән-береһе көслө, мыҡты кәүҙәле өс ир-егет ҡыҫҡа, яҫы саңғы (беҙҙең яҡта ҡалтағай тиҙәр) кейеп алып, ҡалын ҡар өҫтөнән урман ауыҙына яҡынлаша. Алда барғаны ым менән хәбәр итә: айыу – урынында, өңөндә. Тимәк, табанын имеп йоҡлап ята. Уңарсы улар көҙҙән үк билдәләп ҡуйған өңдө уратып, аңдып сыҡҡайнылар инде. Ара-тирә ҡуян, тейен эҙе күренә, мышы ла бата-сума үтеп киткән, аҙна самаһы элек. Бүтән һунарсы был тирәгә күҙ һалмаған һымаҡ. Тайыш табанды тәмле йоҡоһонан уятып, өңөнән ҡужғытып сығараһы ғына хәҙер. Өс туғандың береһе өң ауыҙына оҙон һайғау – сосағас тығырға әҙерләнде. Шунан кире уйланы, ботаҡтары яртылаш ҡырҡылған, алдан уҡ әҙерләп, яҡынға һөйрәп килтереп ҡуйылған шыршыға тотондо. Һунарсылар телендә бындай шыршы «терпе» тип тә йөрөтөлә. Егет әлеге “терпе”не өң ауыҙына тоҫмалланы, һәм ул, ҡар бырхытып, эскә – шомло ҡараңғылыҡҡа тығылды. Өс hунарсы һағайҙы, мылтыҡтарын тоҫҡаны. Бына бер мәлде ваҡытһыҙ уянған асыулы айыу үкереп тышҡа атлыға башланы. Тиҙ генә сығып ысҡынырға үткер юнылған шыршы ботаҡтары бирмәй, сәнсә. Барыбер көслө януар бит айыу – даҫырлатып килеп сыҡты һунарсылар ҡаршыһына, бәләкәс кенә бер мәлгә күҙе аларып торҙо, тап шул мәлдә егеттәрҙең иң мәргәне мылтыҡтан атып ебәрҙе. Айыу гөрҫ итеп ергә ҡоланы, өнө лә сыҡманы: ҡурғаш йәҙрә күҙенә генә тейгән!

Бахыр ғына айыуҡайҙың башына еткәндәр икән...

Һеперткемде һөйәп ҡуйған ерҙән алып, солан иҙәненә һыу бөрктөм дә саң күтәрмәй генә һеперергә тотондом. Айыусы ағай тайыш табанға һунар итеү хәйләләрен һөйләүен дауам итте. Ары-бире тыңлаштырам. Айыуҙың ҡурай еләге ашарға яратҡанын, солоҡ балы тип ағасҡа үрмәләгәнен, умарта балын да ҡуймағанын белә инем, ишетеп. Баҡһаң, һолоға ла әүәҫ, имеш, ул. Бигерәк тә һоло баш ҡоҫҡанда, ашлығы һөтлө һағыҙ кеүек ваҡытында, баҫыуға эйәләшә икән.

— Август аҙаҡтарында һолоноң баштары сәйнәлгән, имелгән булһа — уның, тайыш табандың, ғына эше, урман менән баҫыу араһына һуҡмаҡ һалып бөтә, — тип hөйләй ағай. – Беҙ элгәре ҙур булмаған бер яланды һөрөп, шунда һоло сәсә торғайныҡ, йылҡы малына тип. Айыуға ла һунар иттек унда. Алдан уҡ, бер нисә урында, ағас башына уңайлы итеп ныҡлы һәндерә эшләп ҡуябыҙ, ваҡыты еткәс, һунарсы шунда менеп ҡарауыллап ултыра. Ҡайһы ваҡыт аҙналап көтәһең – айыуың килмәй ҙә килмәй. Емеш-еләк менән һыйланып йөрөйҙөр йә берәй солоҡто боҙғандыр. Урманды зыр ҡыҙырып йөрөй тайыш табан, үҙен хужа итеп тоя. Һоло баҫыуына ул, ғәҙәттә, ҡояш байығасыраҡ килә, иртәләп тә ҡуйыуы бар. Шуға ла һәндерәгә, таҙғаҡҡа йәғни, көндөҙ үк менеп ултырыу хәйерле . Йыртҡыстың һуҡмағына аяҡ баҫырға ярамай, ул бик һиҙгер, еҫте шундуҡ аңдый ҙа ҡаса...

— Йә, ағай-эне, понимаешь ли, тайыш табан беҙҙең башмаҡтарҙы йығып бөтмәҫ элек нимә эшләргә, уйлап таптығыҙмы? Черт возьми, шул айыуҙары ғына ҡалғайны! — Искәндәр ағай икән, саҡ эштән ҡайтып барышы. Атын келәт яғында тышап ҡалдыра ул.

— Рәйескә әйттек инде белгәнде, ниндәй ҡарарға килер, — тип яуапланы Айыусы ағайы. «Иртәгә хәл итербеҙ, һунар командаһы төҙөмәй булмаҫ», — тигәс, ҡуна ҡалдым әле. Һунарсылар ни, беҙҙә инде, бүтән ҡайҙа?

— Нимә, эт менән һөскөртөп сығарырғамы ул айыуҙарҙы урмандан, понимаешь, — һөйләнә-һөйләнә, бригадир өйө яғына, осҡо урамға, атланы.

— Ә бит был – фекер, егеттәр, фекер был! — Һунарсы ағай, дәртләнеп китеп, усын-усҡа шапылдатты. – Эт менән дә һунар итергә мөмкин, ә, егеттәр!

Араларында, исмаһам, бер егет булһа икән? Көлмәй хәлем юҡ, хихылдап эскә инеп киттем. Ҡартәсәйем бүлмәләрҙе йыйыштырып бөтөп, ҡайтырға сығып килә ине. Бөгөн иҙән йыуа торған көн түгел, эш тиҙ бөттө.

Теге "егеттәр" ҙә таралышты. Ысвикла бисәләре дөрөҫ әйтә микән: "Ирҙәрҙе егет итәм тиһәң, ике нәмәнең береһен тоттор: йә йәш ҡыҙ, йә яҡшы ҡорал. Бәғзеһенең йәш ҡыҙҙы шәп мылтыҡҡа алмашып ҡуйыуы ла бар. Ҡырағай бит улар, һунар ҡомарына бирелә лә китәләр”,– тип? Ҡайтышлай Бүреһуҡҡан олатай менән бергә атланыҡ. Эт эйәртеп алған. Һарыгүҙ ҡартайып үлгәс, бүтән эт тотмай инесе? Йәл инде ныҡ: Ыласыны – күктә, Һарыгүҙе — гүрҙә (беҙ уны икәүләп урманда ҡарағай төбөнә күмдек). Ыласын, моғайын, алыҫҡараҡ, Уҡтауға - бөркөтлө ҡая яғына осҡан.

— Ниндәй эт был, олатай? — тип һорамай булдыра алманым, мин хәҙер уға исемен дә, ҡушаматын да әйтмәй, шулай ғына өндәшәм. Үҙ олатайымдай күрәм, ә кем үҙ олатаһына “Әхмәҙин”ен йә “Бүреһуҡҡан”ын ҡушып тора?

— Һарыгүҙ был. — Килеп һырпаланған этте, эйелеп, елкәһенән һыйпап алды олатай.

— Һарыгүҙ?!

— Күптән килгәнең юҡ шул, Нурия ҡыҙым, үҫтең хәҙер, ситләштең. Һарыгүҙ байтаҡ ваҡыт миңә иптәш булып йөрөй инде. Йыуаш, атаһына оҡшамаған, ә ҡарап тороуға — һуйған да ҡаплаған.

— Ҡайҙан алдың уны, кем уның атаһы, бәс?

— Бына һиңә — бәс. Бер шулай иҫке зыярат яғынан ҡайтып килһәм, ауыл осонда ҡойроҡ болғап бер көтөй килә ҡаршыма. Тотоп һөйәйем тиһәм, ярабби — хас та Һарыгүҙҙең бәләкәй сағы. Кем көтөйө икән тип, юллап төшөп киттем өй беренсә. Мөхәрләм бүләренеке икән. Улар шул оста, Йәштәр урамында, өй һалып сыҡҡан.

— Малик бай тоҡомо буламы уның бүләре? — тип һорамай түҙмәнем. "Зөлхизә ҡиссаһы"нда бар ине ул Мөхәрләм, уның Күк юрғаһы...

— Эйе, шул. Мөхәрләм ағайҙың улы Малик бай ҡыҙын урлап алғайны... Шуларҙың улының улы инде быныhы — бүләрҙәре. — Бүреһуҡҡан олатай миңә "ҡайҙан ҡаҙып сығарҙың ул хан заманындағы тарихты" тигәндәй ҡарап ҡуйҙы ла дауам итте:

— Уланым, бир миңә был көтөйҙө, — тигәйнем, шундуҡ риза булды. Дүртәү улар, икәүһен күршеләр эйәләтте, береһе үҙебеҙгә ҡалыр, быныһын ни, алығыҙ, ти.

— Ә теге өсәүһе лә ошондаймы, һары күҙлеме?

— Юҡ, береһе генә, ошоноһо ғына.

— Хоҙайҙың рәхмәте микән был, олатай? — тинем мин, уйымды йәшермәй.

— Тап шулайҙыр. Һарыгүҙ, тимәк, ауылда төҫөн ҡалдырған. Яҡшы нәҫел төҫөн юғалтмай ул, нисә быуындан һуң да яңынан тыуып ҡуя.

— Һарыгүҙ үҙе ҡабат тыуғанмы?

— Ҡаны юғалмаған, тоҡомо. Гел бәйҙә ултырманы лаhа ул, уйнап та алды, hы. Быныһын, Нурия ҡыҙым, рәнйетмәм, бүре өңөнә алып барып һалмам...

Ҡартәсәйем тик үҙ уйына сумып килгән икән, "бүре" тигәнде ишетеп ҡалды:

— Бүре? Айыу ғына түгел, бүре лә тамаҡлай башлағанмы әллә малды? — тип тауыш бирҙе.

— Юҡ, былай ғына... – Олатай минең иңбашыма ҡулын һалып, еңелсә генә бармағын баҫып алды, йәнәһе, баяғы һүҙ – беҙҙең генә уртаҡ сер. Ҡайтып еткәнсе, ул миңә айыуҙар хаҡында бер хикәйәт hөйләп өлгөрҙө. Имеш, ти, борон, Сыңғыҙхандан ҡасып, бер дала ҡәүеме беҙҙең урмандарға килеп йәшеренгән. Уларға урман ят бит инде, асҡа үлешер хәлгә еткәндәр, ти. Шунда эргәләренә айыу килеп сыҡҡан, быларҙы йәлләп, үҙенә тип hаҡлаған аҙау балды ашатҡан, үлән-тамыр менән туҡланырға өйрәткән. Ә тегеләр ахырҙа айыуҙы үлтереп, итен ашағандар, төтәҫләп. Шул төтөндән күгәүендәр хасил булған да дала кешеләрен тешләргә тотонған, ти...

– Әлеге айыуҙар кешеләргә ярҙам итмәй бит әле, зыян килтерә,– тием.

– Төйәгенән ҡуҙғатҡас ни...Ерле бушҡа кешегә тейеп бармаҫтар... Бер йылды, яҙғыhын, солоҡтарҙы hуҫар туҙҙырманы микән тип, барлап йөрөй инем, айыуҙың өҫтөнә барҙым да сыҡтым. Әмәлгә таянғандай, мылтығымды ла алмағанмын…

– Абау, шунан?

– Ергә hуҙылып яттым да үлгәнгә hалыштым, тын да алмай яттым. Эргәмә килеп еҫкәнде лә дөмбәҫләп китте. Ике ҡабырғамды hындырған, мәлғүн...

– Әлдә...

– Әлдә тамаҡламаған, тиhеңме? Ас түгел ине ул: яҙ ныҡ иртә килеп, ҡар ҡапыл иреп бөттө лә, ҡабаттан шыҡырайтып hыуытты ла ебәрҙе ул йылды – сел, ҡор hымаҡ ҡоштар туңып,тәгәрәшеп үлеп яттылар, айыу-бүре кинәнде...

И, олатай, и, гәп hуғырға әүәҫ ағайҙар, әлдә hеҙ бар был донъяла! Беләм дәhә, hеҙ булғанға беҙҙе, ҡатын-ҡыҙҙы, немец фашистары аяҡ аҫтына hалып тапай алманы. Еңелhәгеҙ бит, СССР-ҙағы йөҙәрләгән милләт, үҙ теленән, тарихынан, диненән ваз кистерелеп, “урыҫ”тигән дөйөм бер мөhөр менән ҡол ителер ине… Һеҙ – бар! Һеҙҙең гәптәрегеҙҙе тыңлап, ир-ат фәлсәфәhен үҙләштереүсе мин бар – атай hүҙҙәре, атай вәғәздәре hалып ҡуйыла торған күңел тартмаларым буш түгел!

Октябрь аҙаҡтарында сөгөлдөр ташырға колхозға һалдаттар ебәрелде. Ун ике ҙур йөк машинаhында 24 егет. Хәрбиҙәрҙе клубҡа урынлаштырҙылар. Тамаша залында стеналарға терәп ике ҡатлы тар ғына һикеләр әҙерләп ҡуйғайнылар килеүҙәренә. Ятыр-торор әйберҙәре үҙҙәре менән икән. Командирҙары фатирға инде, уларҙы иркен йәшәгән, бала-сағаһы булмаған яңғыҙ ҡатындарға урынлаштырҙылар. Ситтән берәйһе килһә, гел шулай итә хужалар. Бер йылды ауылда ай буйына электр үткәреп ятҡан монтерҙарҙы ла йәш тол ҡатындарға «өләшкәйнеләр». Хәҙер, ана, Салпа Сәғүрә ул апайҙарҙы "монтер ҡалдығы" ти ҙә ҡуя, бер ни булһа. Абау, шул апайҙың теленә тарырға Хоҙай ҡушмаһын.

Уҡыуҙы туҡтатып торҙолар, мәктәптә башланғыс синыфтар ғына ҡалды. Бөтә әҙәм сөгөлдөргә сыҡты. Тәүге көн эш шыма ғына барҙы, машиналар бригадир ҡуйған тәртиптә, ул ҡушҡан пайҙарға тәғәйенләнде. Беҙгә лә бер машина эләкте. Әллә ни оҙаҡ тейәмәнек, кабиналағы ике шофер һалдат та әҙерәк ярҙамлашты. Береһе Алексей исемле, украин икән, мине "дивчина" тип бер булды. Икенсеһе һөйләшмәйерәк тора. "Отча земля — Украина, як дивно" тигәндәре аңлашылып тора украиндың, тыуған яғын һағынғандыр, гел шул хаҡта һөйләй. Ә мин, һапа, уның ыңғайына мәктәптә ятлаған бер шиғырҙы әйт тә һал: "Тиха украинская ночь..." Был минең беләгемдән тотоп алды хатта, күҙҙәре яна, теле телгә йоҡмай: " О, гарна дивчина! Донеччино моя, життя мого любовь! Земля батькив!» "Любовь?" Ғәжәпләнеүемде күрҙеме, иптәше татарсалап аңлатып ҡуйҙы:

– Дондан ул, казаклардан. « Ата-бабам жирен яратам" диеүе. Ә кем соң яратмый!?

— Ә һин ҡайҙан? — тип һорай һалдым татар егетенән, уңайы килгәндә.

— Татарстаннан, Жәлил касабасыннан. Данис буламын, — тип йылмайҙы ла һалдат егет, кабинаһына инеп ултырҙы: — Юлга!

– Хәйерле юл! — тип ҡул болғаным.

Баяғы һалдаттарҙы уйлап, улар киткән юлдан оҙаҡ күҙемде алмай торҙом. Минең бергә уйнап үҫкән тиҫтерҙәрем Сабир, Харис, Кәбир (алтау инде һаман дуҫ малайҙарым, артманылар, бер үҙемә еткән) — улар ҙа армияға алыныр, Толпарлыһын, Башҡортостанын һағынып зарығыр… Ә донъяға тағы Гитлер һымаҡ берәй иблис тыуып, һуғыш ғәрәсәте ҡупһа, кем күкрәген ҡалҡан итеп ҡуя иленә һәм беҙгә — ҡатындарға? Ир-ат! Бәлки, шул хәлдәрҙе күҙ уңында тотоп та, ирҙәрҙе ҡатын-ҡыҙ һымаҡ уҡ нескә күңелле итеп яратмағандыр Хоҙай Тәғәлә? Ана, айыуҙы атып үлтереүҙәрен дә тамаша итеп һөйләп ултырҙы кисәге ағайҙар. Хәйер, мин ҡайҙан беләйем ирҙәр күңелен, ирҙәр асылын, шау ҡатындар бағыуында ғына үҫкән ҡыҙ бала. Улар ҙа, ир-ат заты, бер иш түгелдәрҙер. Зөлхизә өләсәйем дә йыш ҡына hамаҡлап ултырғылай: “Рәхмәтуллам, бахыр ғына балам, ҡурҡып йүгергәндә, үҙенең аяғына үҙе эләгеп йығылып ятҡандыр ҙа, Алланың ҡаты ҡәһәре һуҡҡыры ниместәр атып үлтереп киткәндәрҙер инде. Зәйнуллам батыр ине, ағаһы өсөн дә үс ҡайтарғандыр. Дыуамал башыҡайын уттың уртаһына алып кергәндер, шунда өҙөлгәндер ғәзиз ғүмеркәйе!”

Бер ҡарындан сыҡҡан Рәхмәтулла менән Зәйнулланың булмышын әсә ике төрлө итеп белә. Ҡасып, йүгереп ҡотолоп булмай торған, танкыларҙан, «катюша»ларҙан, хәрби самолеттарҙан, караптарҙан — ерҙән, күктән, һыуҙан үлемесле ҡурғаш яуған замана һуғышын өләсәйем мылтыҡ атышы тип кенә күҙаллайҙыр, моғайын?

— Нурия, тим, ҡолоҡасым, нимәгә шаҡ ҡаттың? — Ҡартәсәйем, түҙемһеҙ, йәйәүләп баҫыуға килгән. — Тейәп тә ебәргән икәнһегеҙ, өлгөрмәнем.

— Ҡәйнәм, йөрөмә йонсоп, тинем дәһә. Ул күҫәктәй тамырҙарҙы бейеккә ырғытыуҙан минең беләгем хатта өҙөлөп килә. Хәҙер тағы күпме ерҙе йәйәү ҡайтырың бар... Әсәйем, шулай һөйләнеп, Гөлбикә апайға ярҙамлашырға китте, беҙ ҡартәсәйем менән ауыл яғына атланыҡ.

— Ҡартәсәй, ниңә ир-ат бәғерһеҙ була икән? — тип һорамай сыҙаманым, сөнки кисәнән бирле шул турала уйлап тик йөрөйөм.

— Ә теге һалдаттар әҙ-мәҙ ярҙамлаштымы? — тип ул үҙе һорау бирҙе, мин теләгән һөйләшеүҙән ҡасмаҡ була. Белеп тора бит инде: әле булмаһа аҙаҡ, ҡасан да бер барыбер ҡуҙғатасаҡмын был һүҙҙе.

— Апаруҡ булыштылар. Бүтәндәрҙең шоферҙары ҡырҙараҡ тәмәке быҫҡытып торҙо, шикелле.

— Һинең өсөн тырышҡандарҙыр ул егеттәр. Еткән ҡыҙға оҡшап бараһың, ҡолоҡасым, — тип арҡамдан һөйҙө лә өҫтәп ҡуйҙы: — Һаҡ бул!

— Нимәнән? Береһе украин, икенсеһе татар булып сыҡты hалдаттарҙың. Украинының инде ауыҙы ябылмай. Хәбәренең ҡайһы береһе аңлашылып тора. Казактар тоҡомонан, ти. Татары ла алсаҡ ҡына. Бында өсәүҙәр икән, икәүһе — Татарстандан, берәүһе — Башҡортостандан, Ҡандранан, тиме. Ҡайҙараҡтыр ул Ҡандра? Нишләп, исмаһам, бер бөртөк башҡорт юҡ беҙгә ебәрелгән һалдат араһында?

— Уларын Әмин абыйыңдан һора, баяғы һүҙеңде уйлап киләм әле: ирҙәр бәғерһеҙ, тип ни?.. Тыуа-тыуғаны бирле ир баланы үҙебеҙ "илама, ҡыҙыҡай түгелһең", "ошаҡлашма, малай башың менән" тип ныҡ булырға, бәлә һалмаҫҡа, күҙ йәшен эскә йәшерергә өйрәтәбеҙ. Үҙебеҙҙең игеҙәктәрҙе күр: тәкмәсләп барып йығылып китәләр, Камилаһы сарылдап илай, Камилы тора иренен тешләп, йоҙроҡтарын төйнәп — түҙә! Ә һин әйт, ҡайһыныһы ихласыраҡ, йәлләүсәнерәк?

— Камилы. Үҙенең тубығы сыйылған, ҡаны сыҡҡан, ә Камиланы йыуата, яңы ғына күҙәтеп торҙом шуларҙы.

— Тора-бара шул йәлләүен дә күрһәтмәй башлай малайҙар, йәнәһе, йомшаҡ түгелдәр. Уларға ер һөрөргә, һыбай йөрөргә, таш киҫергә, утын ҡырҡырға – иң ауыр эштәрҙе башҡарырға был донъяла.

– Һунар итергә, мылтыҡ атырға, — тип дауам иттем мин. — Һуғыш була ҡалhа, ут эсенә керергә...

— Балаҡай, үҙеңдең башың еттеме шунса уйға? — тип ҡартәсәйем күҙемә һынап ҡараны.

— Үҙең әйтәһең дә, бөтә нәмәне лә төпсөнөп быуынға төшмә, күп аҡылды әҙәм үҙ башы менән уйлап таба ул, тип.

— Дөрөҫ, шулай. Тик уғата тәрәнгә инеп киткәнһең – ирҙәр бәғеренә. Был тәңгәлдә мин дә, күпме йәшәп, теүәл бер фекергә килә алғаным юҡ.

— Хоҙай Тәғәлә уларҙы ныҡ итеп, көслө итеп, тупаҫ итеп, уйһыҙ итеп яратҡан, эйеме?

— Улай уҡ өҙә һуҡма! Уйһыҙ, имеш. Бөтә ҡатмарлы нәмәне ир-ат зиһене уйлап тапҡан, мәктәптә уҡып, шуны ла белмәйһеңме ни?

— Тәгәрмәстән башлап космос карабына тиклем. — Һиҙәм, еңелә башланым.— Ә ул аҡыллы баш ирҙәрҙе барыбер әсә тапҡан! — ти hалдым. Ҡартәсәйем өндәшмәне. Ул тәрән уйға батҡайны. Беләм инде, атайымды иҫенә төшөрә. Күпмелер шым ғына атланыҡ. Көн аяҙ. Әммә көҙсә, һалҡынса. Сөгөлдөрсө апайҙарҙы бисураға әйләндерә торған ямғыр ғына яумай торһа икән берәй аҙна-ун көн? Өнһөҙ ялбарып, күккә ҡараным. Унда ап-аҡ болоттар йөҙә, ҡайһы яҡҡа икән барыштары ул мамыҡтай ҡабарынҡы түшле болоттарҙың? Свердловск яҡтарына түгел микән? Уф, тағы! Бер ҡасан да һайыҡмаҫ һағышым булдың даһа, атай! Бәләкәс йөрәгемә нисек һыя был хәсрәт?

Ҡайҙан белгән инде мин ул саҡта киләсәктә тағы ниндәй хәсрәттәр өйөрөлөп килерен?!.

Ел ҡапҡаны һаҡ ҡына асып индек тә ҡолаҡ һалдыҡ: игеҙәктәрҙең тауышы ишетелмәйме? Өйҙәләр икән, дәрес әҙерләп ултыралар. Камил һеңлеһенә яҙыу өйрәтә. Камила уға "ағай" тип бер әйткәйне, шулай китте беҙҙә хәҙер. Хәйләкәр ҡыҙыҡай, шунан бирле ағаһына арҡалана башланы, ҡайҙан белә тиһең ул аҡылды.

Мут ҡатын булыр микән? Мутлығы файҙаға булһын да. Гуля-Гөлсөм апай кеүек булһа, шәп тәһә. Ул, ана, милиционерҙан да алтын ир итеп яһап алған. Сөгөлдөрҙәге апайҙар шулай һөйләй. Нисек яһалалыр алтын ир, бәлки, уныһын да берәй ишетерем уларҙан. Хәҙер бигерәк, машина көткән араларҙа, хәбәрҙәр ҡуйырҙы баҫыуҙа. Әле бер пайға, әле икенсеһенә күсеп, сәй ҡайнатып эсеп, һаталар ғына ләститте. Һалдаттар кире әйләнеп ҡайтҡансы сурыталар. Ҡабул итеү пунктында Ағиҙел оҙонлоҡ сират, ти, ҡайһы ваҡыт шунда ҡунып та ҡала машиналар. Кисләтеп булһа ла әйләнеп килһәләр, фара яҡтыһында тейәп ҡуябыҙ ҙа, улар таң һарыһынан тағы юлға сыға.

Колхоздың үҙенең дә әҙ булһа ла машиналары бар, "Беларусь" арбаһы ла килеп сыға. Үҙебеҙҙең техника өсөн йыш ҡына талаш ҡуба. Бында кемдер кемгәлер нәҫел, ҡоҙа-ҡоҙағый бит инде, hәр кем үҙенекен ҡарарға тырыша.

— Ҡайҙа дөрөҫлөк?! — тигән оран көндәр буйы һауала аҫылынып тора. Искәндәр ағай апайҙарҙан шөрләп ҡасып йөрөй ул саҡта. Игенселәр эргәһендә, хатта малсылар янында фермала эше күп булған, йәнәһе. Уның тик сөгөлдөр һәм кукуруз өсөн яуаплы икәнен белмәй, әтеү, ысвикла бисәләре.

Бер көндө, Гөлбикә апайға бер юлы ике машина килеп туҡтаған, тип арғы остағылар ахылдашып йүгереп килгән. Бер ыҙанда торһалар ҙа, береһе – Гөлбикә апайға, икенсеһе — Салпа Сәғүрә пайына икән. Бер килгәс ни, күмәкләшеп Гөлбикә апайға ярҙам иттеләр, аҙаҡ, әрләшеүенән биҙрәп, — Салпаhына ла.

Гөлбикә апайға шунда ҡарап һоҡланып торҙом. Көс бар үҙендә: һәр ҡулына берәр сөгөлдөр тотоп ырғыта. Әсәйем ғәҙәттә ике ҡуллап бер тамырҙы күтәрә, ныҡ ҙур булһа. Мин инде сөгөлдөрҙө үргә ташларҙан алда, ҡойроҡ яғынан йәпләп тотоп бәүелтәм, шунан, ниһайәт, аҫтан өҫкә һелтәп, кузовҡа елгәрәм. Апайҙар кеүек шундуҡ күтәреп ырғытырға ҡеүәт тә, таһыл да юҡ шул.

И, апайҙар, ысвикла бисәләре! Хәлемдән килһә, һеҙҙең хаҡта шәп бәйән яҙыр инем мин. Хатта ки йыр сығарыр инем. Һәр берегеҙ хаҡында, бәйнә-бәйнә бәйет көйләр инем. Ҡыҙыҡһығыҙ, гәрсә ҡыҙғанысһығыҙ, уҫалһығыҙ, гәрсә йыуашһығыҙ, матурһығыҙ, гәрсә бисураһығыҙ... Тап ошонда, сөгөлдөр баҫыуында, тәү тапҡыр тормоштоң ысын йөҙөнә тура ҡараным мин. Матур тормош кешене матур итә, ә йәмһеҙе – йәмһеҙ итә икән. Быны мин, ҡартәсәйем әйткәнсә, үҙ башым менән аңланым. Был — минең балалыҡтан сығыуым раҫы һәм йәшәйештә үҙем таба башлаған хәҡиҡәттәремдең береһе.

Теге юлы Хоҙайҙан да үтенеп ҡуйғайным: "Салпа апайҙың теленә ҡалдырмасы!" Ишетмәгәндәр, ахыры, Күктә, тейҙе уның яһиллығы барыбер миңә лә.

Үтһә биш көн үткәндер, һалдаттар ҙа Искәндәр ағай тәғәйенләгән тәртипте боҙоп бөтөрҙөләр. Командирҙары, фатир хужалары һүҙенә төшөп, кем пайына теләй, шунда ебәрә башланы уларҙы. Иң ҙур командир йәшәгән Ҡарағаш Мәсрүрә әйләнде хәҙер «бригадир”ға. Фермала һөт үлсәүсе булып эшләй. Унда ла власы көслө, бында ла белде үҙен нисек ҡуйырға. Теге хәрби ағайҙың әллә күҙе төшкән, бигерәк матур шул Ҡарағаш. Төҫкә сибәрҙәр ысвикла бисәләре араһында ла әҙ түгел, ә бының кәүҙәһе иҫ киткес: түштәре ҡалҡыу, биле нәҙек, осалары йомро. Тулы, төҙ балтырҙары әллә ҡайҙан ялтырап килә. Шуны беләлер, тубығынан саҡ ҡына төшөп тора күлдәгенең итәге. Баҫыуҙағылар ике-өс көн үҙ-ара талашышып йөрөнөләр ҙә аңғарып алдылар: Ҡарағашҡа баш эйергә кәрәк. Юғиһә, сөгөлдөрөң ҡар аҫтында ҡаласаҡ. Кем бүләк тотоп, кем сәй-шәкәр төрөп Ҡарағаштың өйөнә кәләп һалырға керештеләр. Уға бармаған кеше һанаулы ғына ҡалды, шул иҫәптә — беҙ.

Кисә генә әле Ҡарағаш үҙе килеп төштө бер машинала. Баҫыуҙы остан-осҡа йөрөп сыҡты. Беҙҙең янға ла килде.

— Зөлхизә әбей, Рәйхана инәй иҫәндәрме? — тип һорай, ә беҙгә һаулыҡ ҡушмай.

— Улар өйҙә, — тинем, әсәйем өндәшмәгәс.

— Бына, — тине Ҡарағаш, әҙерәк һөҙөп ҡарап торғас, – кемгә ярҙам кәрәк икән, тип килдем әле, үҙебеҙҙең бисәләр ҙәһә. Ысвиклаңды ҡар аҫтынан сүпләп ултырырға тура килһә, харап бит. — Әсәйем һаман ауыҙын асмағас, өҫтәп ҡуйҙы: — Әй, Гәүһәр, һинеке ҡар аҫтында ҡалмаҫ та ул. Бер ҡаш һикертһәң?! — Шулай тине лә матур апай, миңә ҡарап үҙе ҡаш һикертеп ҡуйҙы. Бер ҡашын ғына. Күҙен йылтыратып, ап-аҡ тештәрен күрһәтеп йылмайҙы йәнә. Һәм, дәртле баҫып, ултырып килгән машинаһына ҡарай атланы. Кабинаға менеп ултырғас, шоферын Мәҡсүт бисәһенең пайы яғына әйҙәне .

Шул мәлде тәү башта беҙҙең пайға беркетелгән теге һалдаттарҙың машинаһын күреп ҡалдым. Иртә әйләнгәндәр, төнгөлөккә тейәп ҡуйырға ваҡыт бар әле. Беҙҙең пай остараҡ булғас, уңайлы буш машиналарға борола һалып инергә. Йүгерҙем дә сыҡтым ҡаршыларына, уны-быны уйлап торманым. Ҡул күтәрмәһәм дә, танып, туҡтанылар.

— Әйҙәгеҙ, беҙҙекен тейәгеҙ, — тим. — Ике көн бушҡа ултырабыҙ сөгөлдөр өҫтөндә.

Егеттәр бер-береһенә ҡарашып алдылар.

— Добро, дивчина, — тине украин һалдаты. Татар егете лә ризалашты. Ҡул һырттарын муйындарына ҡуйып ишаралаштылар ҙа, йәнәhе, командир белеп ҡалhа, баш харап, машинаны беҙгә борҙолар.

Тиҙ тейәнек. Рабиға апай менән Гөлбикә апай ярҙамлашты. Улар ҙа көн буйы өйөмдәрендә ҡуҡайып ултырҙы, Ҡарағашҡа баш эймәгәс, шулай инде. Салпа Сәғүрә лә бармаған уға, тиҙәр. Барһа ла, файҙа сыҡмаҫ ине. Ҡасан ғына әле баҫыу тултырып Ҡарағаштың данын таратты: "Бөтә командировочный уныҡы инде. Йөрөй түшен ҡайҙа терәргә белмәй. Бала имеҙмәгәс, шиңмәй инде имсәк, беҙҙекен һурып бөттө шул балалар", — тип. Махсус тыңлап йөрөмәһәң дә, ел ҡанаты елпеп тарата лаhа хәбәрҙе — яҡшыһын да, яманын да. Салпа Сәғүрәнең миңә инселәгән һүҙе лә шулай ҡолаҡты ярып инде.

Гөлбикә апай һаман ултырып ҡалды. Беҙ, Рабиға апай ҙа, ҡайтырға сыҡтыҡ. Шул саҡ Салпаның әсе тауышы ҡыуып етте:

— Ыстырам, шул ысвиклаһын тейәр өсөн ҡыҙын да йәлләмәй бынау Гәүһәр, эткә һөйәк ырғытҡандай... Өҫтөмә бысраҡ һыу һиптеләрме ни! Һүҙмә-һүҙ булмаһа ла, был әшәке хәбәрҙең төпкө мәғәнәһен аңлайым мин. Туҡтап ҡалдым. Әсәйем ап-аҡ булған, Рабиға апай иҫе китеп баҫып тора.

Боролдом да киттем Салпа яғына. Нимә эшләремде, нимә әйтеремде әле белмәйем дә. Барып еттем, секерәйеп ҡараған да ҡатҡан был.

— Әсәйем йәшендә булыуыңа ла ҡарамай, битеңә төкөрөр инем, төкөрмәйем, төкөрөгөм йәл! – Шулай тинем дә ҡырт боролоп китеп барҙым. Артымдан нимә генә тип сарылдаһа ла, әйләнеп ҡарамаҫҡа, тип эсемдән үҙемә һүҙ бирҙем. Йөрәгем урынына ултырғайны инде, юғиһә, башта ул күкрәгемдән ырғып сыға яҙҙы.

Салпалар яғынан бер тауыш та килмәне.

Шул көндө мин ысын нахаҡтың, әшәке ғәйбәттең ниндәй икәнлеген кисереп ҡараным. Бәғер ҡатыуҙы тойҙом. Ошонан кире мин бер ҡасан да "апай" тип өндәшмәмдер уға, минең өсөн ғүмергә Салпа ғына булып ҡалыр. Уның йәш өлкәнлеге әһәмиәтен юғалтты, сөнки шәхесенең бәләкәй бөрсәләй генә икәнен күрҙем. Әсәйемдәр көтөп торған, өндәшмәй генә ары атланыҡ.

— Төкөр шул Салпаға, — бара торғас, Рабиға апай һүҙ ҡатты.

— Төкөрҙөм! — тинем.

Өлкәндәр өндәшмәне. Улар икеһе лә, һиҙеп торам, мин ысынлап та Салпаға ласҡылдата төкөргән икән, тип ышана. Сөнки кисә генә шундай инем, уйлап та бөтөрмәҫтән, ҡылығын ҡыла һалып барған бер ҡатлы ҡыҙыҡай инем. Күңелем таңғы ысыҡтай саф ине. Ә бөгөн мин үҙгәрҙем (тағы!). Хәҙер күңелемдә көҙөк бар. Шул көҙөктән ҡотолор өсөн мин әллә ниҙәр эшләр инем кеүек. Тик беләм: был халәтем – оҙаҡҡа. Бәлки, ғүмергә?!

Эсемә һыймаған тойғоларымды тейәп, Бүреһуҡҡан олатайға барайыммы икән? Йәш Һарыгүҙен күрер инем яҡты күҙҙә. Теге юлы ҡараңғы төшкәйне, йүнләп күрмәнем дә уны – олатайҙың йыуанысын. Юҡ, оло кешене бимазаламайым.

Ҡартәсәйемә? Аслан һөйләмәйем, әсәйемде лә тыйҙым. Ғәрсел ул, йөрәгенә ауыр булыр. Һиҙмәһен тиһәм, өйҙә уралырға ярамай миңә бөгөнгә. Әмин абыйҙарға киттем. Мәүлиҙә менән серләшеп була. Юлда иҫемә төштө: билсәнде сапҡан һайын килеп сығып торған йыландар күргәйнем дәһә төшөмдә! Тел яраһы алыуыма булған икән?

Абый ҡыҙыл тышлы ҡалын китап ҡараштырып ултыра. Эйелеп тышын уҡыным: "Народы Земного шара" тип яҙылған. Бына лаһа, күптән борсоған бер һорауҙы бирергә форсат тыуҙы.

— Абый, мин әллә ҡасандан һорайым тип йөрөй инем: татар халҡы бик күп, ахырыһы, ул?

— Башҡортостандамы? Беҙҙә "мин татар" тип йөрөгәндәрҙең күбеһе төптө башҡорт ул. Тарихты белмәйбеҙ, тарихты! Хәҙер типтәрҙәр ҙә, мишәрҙәр ҙә үҙен татарға хисаплай башланы. Типтәр тип элек ерһеҙ башҡортто әйткәндәр, ерлеһе — аҫаба. Илдең ере күп булһа ла, һәр башҡортҡа эләкмәгән аҫабалыҡ, тибәрелеп ҡалғаны, йәғни типтәре лә булған. Ә мишәре – үҙе бер башҡа халыҡ, үҙҙәрен милләт булараҡ бөтөрөп баралар, әлеге шул шәжәләрен белмәүҙәре арҡаһында. — Әмин абый буйтым мәғлүмәт менән күмә лә ташлай ул, әллә ҡайҙан белә, күп уҡый шул. — Ә ниңә ундай ҙур һорау тыуҙы әле был бәләкәс башта? — тип миңә үткәрә ҡарап ҡуйҙы үҙе.

— Дәүсе минең башым.

— Дәүмәлен әйтмәйем, йәшеңде әйтәм.

— Ә-ә... Бына, мәҫәлән, беҙгә егерме дүрт һалдат килгән. Шуларҙың өсәүһе татар, ә бер башҡорт юҡ.

— Уныһы – осраҡлы хәл. Башҡа урында башҡорт һалдаты күберәктер. Ай-һай? Һин, ҡыҙыҡай, ҙур һорауға юлыҡтырҙың әле мине. Бына ҡара, ошо китаптан күренеүенсә, башҡорттар тик Башҡортостанда ғына теркәлгән. Ә татарҙар — СССР-ҙың бик күп союздаш республикаларында йәшәй. Мәҫәлән, Үзбәкстанда 650 мең татар төпләнгән, Ҡаҙағстанда — 300 меңдән ашыу. Хатта Яҡутстанда 11 мең иҫәпләнә улар. Ғөмүмән, татарҙар – ҙур халыҡ, сит илдәрҙә лә күпләп таралғандар – 7 миллион тирәһе.

— Ә башҡорттар?

— Миллион ярымлап, йәмғеhе.

— Тимәк, беҙ — бәләкәй халыҡ?

— Бәләкәй түгел! Аҙ һанлы. Әммә бөйөк халыҡ!

— Ә татарҙар?

— Улар ҙа бөйөк халыҡ. Һәр халыҡтың... — Әмин абый ошо урында: "Аҙаҡ тағы берәй һөйләшербеҙ был хаҡта", — тип китабын шап итеп ябып, шкафына бикләп ҡуйҙы. — Фермаға бараһым бар, политинформация үткәрергә.

– Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләрендә йәшәгән башҡорттар ингәнме был китапҡа? — Һаман төпсөнәм.— Свердловск өлкәһендә бармы башҡорттар?

— Бар, әлбиттә.

— Атайыммы?

Әмин абый миңә ғәжәпләнеп ҡарап торҙо ла баш сайҡаны:

— Бер ҡараһаң – аҡыл тоҡсайы, икенсе ҡараһаң — бер ҡатлы сабый һин, Нурия.

Пинжәген кейеп сығып китергә әҙерләнгән еренән, абый мине стенала эленеп торған карта эргәһенә етәкләп килтерҙе.

– Иғтибар ит әле, бына Башҡортостан картаһы, йөрәккә оҡшағанмы? Шул йөрәктең бәғзе өлөштәре умырып киҫкеләп алынған, күрәһеңме? Һин әйткән өлкәләр. Ә был ни өсөн эшләнә?

— Ни өсөн?

— Халыҡты әҙәйтер, айырып, сәйәси кәрен кәметер өсөн. Башҡорттарҙан һәр власть ҡурҡҡан борон-борондан. "Аямаған йәнен, түккән ҡанын, һис бирмәгән башҡорт Уралын" тигән йырҙы ишеткәнең бармы?

— Зөлхизә өләсәйем көйләй… Абдрахман олатайым ҡурайында уйнағандыр, моғайын.

— Ҡурайсы Абдрахманмы? Ә-ә, эйе... — Әмин абый тағы ҡабаланырға тотондо: — Ҡыҫҡаһы, беҙгә, башҡорттарға, ошо Ватан, Урал мираҫ ата-бабаларҙан, башҡа барыр еребеҙ, батыр күлебеҙ юҡ. Көрәшергә кәрәк! Әй, кемгә әйтәм был һүҙҙе? Ярар, бәләкәсһең әле... Ә мин уйлап торам: был тормошта нишләп һуң бөтә нәмә өсөн дә тик көрәшергә? Мәктәптә — отметка өсөн, баҫыуҙа — сөгөлдөр өсөн, илдә — милләтең өсөн. Фариза еңгә әйтә, мөхәббәт өсөн дә көрәшергә кәрәк, ти. Ә бәләкәй саҡта мин көрәш һабантуйҙа ғына, бәһлеүән ағайҙар билдәләренә таҫтамал һалып көрмәкләшкән майҙанда була икән, тип уйлай инем. "Үҫкәс белерһең" тигәнде күп ишеттем дә ул, әммә донъя минең өсөн үҫкән һайын ҡатмарлана ғына бара?

Сөгөлдөрҙә ҡара көҙ мәхшәре башланды: ҡар hалҡыны hирпелгән яуындар, иҙмә батҡаҡтар ... Беҙҙең пайҙа күп тигәндә ярты машиналыҡ татлы тамыр ята, шуны ла оҙатып булмай. Машиналар баҫыуға инә лә батып ултыра, асфальт түгел дәһә – һөрөнтө ер. Тейәгәндәренә юлға сығыу бигерәк тә ауыр. Ике "Беларусь"ты туғарып, батҡан «ЗИЛ»-дарҙы тартып сығарыуға ҡушты Искәндәр ағай. Ул һуңғы арала ҡыҙыу эшләй, беҙҙең "Октябрь" колхозы районда алға сығып бара икән, еңеүҙе ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышалыр. Шәп булыр ине лә, тим, еңһәк. Әммә әлеге лә баяғы – көрәшергә инде.

Ә көрәш ҡот осҡос көсөргәнеш менән барҙы. Иртәнән кискә тиклем ҡойма ямғырҙа ысвикла бисәләре тағы бисура ҡиәфәтенә керҙе. Ярай ҙа, Фариза еңгә күбеһенә дождевиктар әтмәләп тегеп биргәйне. Эшләй башлаһаң, улар ҙа тиҙ йыртыла, машина көтөп тик ултырғанда ғына йәпле кейергә. Сәғәттәр буйына еүеш сөгөлдөр өйөмө өҫтөндә йә түңкәрелгән ҡаҡ биҙрәлә ултырғас, апайҙар өшөп-туңып бөтә. Әсе һалҡын ел електәренә үтә. Мәҡсүт бисәһен – Кәшифә апайҙы һушһыҙ көйө район дауаханаһына алып киткәндәр, уф, үпкәһенә һыуыҡ тейгән. Йәш балалы Мәрүә апайҙың имсәге шешкән, фельдшер Әүхәт ағай ярған икән, буйтым эрене сыҡҡан, ти. Татлы тамыр баҫыуы булманы был, әсе ғазап баҫыуы булды!

Көндәр матурҙа теге һалдаттар ҙа ялтырап йөрөнө, өҫтәре таҙа, күңелдәре көр. Кистәрен клубтың танса залында бейергә лә өлгөрәләр. Сосораҡтары ҡыҙҙарҙы эскә, тамаша залына, индереп, ҡосаҡлап, үбеп кинәнә. Белмәйем, шулай тиҙәр... Бысраҡ башланғас, егеттәрҙең кикереге шиңде, машиналары батһа, кабинанан ергә төшөп, тәгәрмәс аҫтына теләһә нәмә ташып ырғытып йөрөй торғас, бапаҡҡа оҡшап китәләр. Уф, бапаҡты күргәнем юҡсы — моғайын, уның да бите әлеге һалдаттарҙыҡы кеүек тупраҡҡа буялып, күҙҙәре генә йылтырап торалыр? Ахырҙа уларға частарына ҡайтырға приказ килгән. Колонна булып теҙелеп китергә йыйындылар бер көндө. Машиналарын йыуғандар, үҙҙәре таҙарынғандар. Оло юлға сыҡҡас, туҡтанылар. Сөгөлдөрсөләр көтөп тора ине, оҙатып ҡалырға. Мәүлиҙә менән беҙ ҙә шунда, эйе, һуңғы дәрестән ҡасып киттек.

Һалдаттар кабиналарынан һикерешеп төшкәс, беҙҙең апайҙар уларҙы уратып алды. Үҙҙәренсә матурланып, биттәрен ҡулъяулыҡ менән тызып һөртөп, ошондай осраҡтар өсөн тотҡан кешмир яулыҡтарын ябынып, резинкә итектәрен сөгөлдөр япрағы менән таҙартып ялтыратҡандар. Һәр береһе күстәнәс тотҡан, ҡосаҡлайҙар һалдаттарҙы, арҡаларынан ҡағалар. Кемдер, армиялағы улын йә туғанын иҫләп, мышҡылдап та ала. Һалдаттар ҙа апайҙарға ихлас ҡул һуҙа, һаубуллаша. Бергә ыҙа сиктеләр бит ошо баҫыуҙа.

Украин менән татар егете беҙҙең эргәгә килде. "Дивчина" тип Алексей был юлы тик Мәүлиҙәгә ҡарап һөйләште. Көнләшмәһәм дә, эсемде нимәлер бороп алды: шул себештең нимәһенә иҫе китте? Мәүлиҙәһесе, оҙон ҡуйы керпектәрен елпетеп торған буласы?

— Алеша әллә кармакка эләкте? — тип миңә күҙ ҡыҫты Данис. — Ярый, кызлар, хушыгыз, кем белә, күрешербез дә берәр ничек, донъя түгәрәк ласа, — тип Мәүлиҙәгә ҡул бирҙе лә мине ситкәрәк алып китте: — Боларга комачауламыйк.

Аңланым да, аңламаным да...

Әҙгә генә туҡталып торған ямғыр, колонна ҡуҙғалып китеү менән, тағы һибәләй башланы. Күктәге һыу мискәһенең бөкөhө яңынан асылды. Әле генә һылыу апайҙар матур яулыҡтарын сисә һалып, бөкләп, ҡуйындарына тыҡты, кеҫәләренән әрhеҙ шәлдәрен алып ябынды, баҫыуға инеү менән итектәре батҡаҡҡа сумды ...

Артабан сөгөлдөрҙәге хәл-әхүәлдәрҙе әсәйемдән белешеп торҙом. Колхоз ике машинаға тороп ҡалған икән, бүтәндәре сафтан сыҡҡан. "Беларусь"тың береһе ферманыҡы ине, мөдир уны Искәндәр ағай менән һуғыша яҙып кире алып киткән. Бригадирыбыҙ шул көндө: "Понимаешь, тоже миңә коммунист, расстрелять һине надо, саботажник!" — тип туҡтауһыҙ һүгенеп йөрөгән. Шунан инде ысвикла бисәләре һуңғы ҡоралды ҡулланырға һүҙ ҡуйышҡандар: ферма тракторсыһын әүрәтергә. Ә ул бер генә нәмәгә әүрәй — көмөшкә шешәһенә. Элегерәк көмөшкәне урыҫ ауылынан барып алғылайҙар ине, хәҙер үҙебеҙҙең Сәмәй ҡортҡа яһай, йыраҡҡа йөрөйһө түгел. Бер көндө әсәйем әллә һөйөнөп, әллә көйөнөп ҡайтып инде: "Шыбаға миңә сыҡты", — тип. Баҡһаң, теге тракторсыға шыбаға тотошалар икән.

— Сәмәйҙән ал һуң бер ярты, иртәгә тейәшергә барырмын, — тине ҡартәсәйем. — Нихәл итәһең.

— Юҡ, ҡәйнәм, һин йөрөмә. Күмәкләп тейәйбеҙ ул. Ҡыймылдаһаң, өшөттөрмәй ҙә. Ике машина иртәгә Кәшифәнең, Мәҡсүт бисәһенең, пайына килә, уныҡын да ятҡырып ҡалдырмайыҡ, тинек. Оҙаҡҡа ингән икән бальнисҡа. Әсәйем тиҙ генә Сәмәй ҡортҡаға барып әйләнде. Шешәне ҡартәсәйем менән икәүләп әйләндереп-тулғандырып ҡарайҙар, еҫкәйҙәр. Беҙҙең өйҙә ундай эсемлектең мәңге булғаны юҡ ине әлегесә.

— Ниндәй исем ул Сәмәй? — Баянан бирле шул һорау эстән тызыҡлап йонсотҡас, ахырҙа әйтеп ҡуйҙым.

— Шәкәр сөгөлдөрөнән бал әсетеп, шунан сәмәгүн ҡыуа лаhа, шуға ирҙәр ҡушамат таҡҡандар,– тип аңлатты ҡартәсәйем. — Олоғайған көнөндә гонаһ алып ултыра, әйтәгүр, Хәлисә ләһә исеме...

Сәмәй ҡортҡаны күрәһем килеп китте, ҙур ауылдың бөтә әбейҙәрен дә иҫләп бөтмәйем шул. Апайҙарҙы ла сөгөлдөрҙә яҡшылап белә башланым. Мәктәптә бит инде бар таныштарым, унда мин белмәгән берәү ҙә юҡ. Их, әсәйемә эйәрергә булған, игеҙәктәрҙең дәресе менән мәшәҡәтләнеп тороп ҡалдым. Моғайын, убырлы ҡарсыҡ кеүектер ул Сәмәй, кәкре танауында ҙур сөйәле һәленеп торалыр?

— Ҡотһоҙмо Сәмәй ҡортҡа? — тип төпсөнәм ҡартәсәйемдән.

— Ҡотһоҙ инде, кешене эскелеккә ҡотортоп ултырғас. Түбәнге оста егеттәр һуғышҡан, ти, Мөхәрләм бүләренең ҡулын һындырғансы күҫәк менән һуҡҡан берәүһе. Сәмиғуллин районға тотоп алып киткән бөтәһен дә.

— Танауында һәлберәп торған сөйәле бармы?

— Кемдең?

— Сәмәй ҡортҡаның.

— Юҡсы...

Ахыр сиктә, октябрь аҙаҡтарына, сөгөлдөр баҫыуында эш осланды. Әсәйем менән Гөлбикә апайҙың икәүһенең бергә бер йөклөк ҡалған сөгөлдөрөнә машинаны бригадир үҙе тәғәйенләп: “Аҡназар ағай ҡушты, понимаешь ли, бөтәме ошо свекла, юҡмы, елки-палки” — тигән. Ҡайһы берәүҙәр әсәйемдәрҙән ҡалып тағы аҙна-ун көн ыҙаланды әле, рәхмәт инде ул рәйескә.

Сөгөлдөрсөләрҙең бер отошо бар: ҡыш буйына өйҙә тик яталар (үҙҙәре шулай ти). Мал ҡураға ингәс, ауылда йәшәүе ожмахтағы кеүек, тиҙәр. Яғырға утының, мал-тыуарыңа бесәнең булһа, әлбиттә. Өлкәндәргә – ожмах, ә беҙгә — мәктәп. Унда ожмахтың еҫе лә юҡ, уҡы ла уҡы. Ҡартәсәйем дә ҡышҡылыҡҡа үҙенә ожмах яулап алды, кәнсәләрҙән китте.

— Эшләһәм эшләрлегем бар ҙа, Аҡназарҙың төҫөнә ҡарағым килмәй, — тип һалды миңә бер көндө, эштә тотҡан бейәләй-фәләнен, төплө быймаһын алырға барғанда.

— Нишләп? — тинем, ғәжәпләнеп.

— Әллә нишләп...

Ҡайтһаҡ, Камила ер-һыу илап ултыра.

— Камилға апа "5"-ле ҡуйҙы, миңә — "4"-ле, — тип илай, — беҙгә, игеҙәктәргә, бер иш ҡуйырға тейеш тәһә.

— Ярар, Камил – ағай кеше ләһә, — тигән булдым, юхалап. Камила ҡапыл илауынан туҡтаны ла мине таң ҡалдырып әйтте лә һалды:

— Бер минутҡа алда тыуҙым тип, хәҙер ул гел "5"-ле алырмы? Белһәм, үҙем алданыраҡ тыуыр инем!

12

[edit]

Матур үтте ул ҡыш. Тиҙ үтте. Көҙгө ямғырҙа сөгөлдөр баҫыуындағы бер көн ошо ҡыштан оҙонораҡ булғандыр кеүек. Кистәрен Фариза еңгәләргә ултырмаға йөрөргә әүәҫләнеп алдыҡ. Әсәйем – Гөлбикә апайҙы, мин Мәүлиҙә әхирәтемде эйәртәм. Рабиға апай ҙа йөрөштөрә һирәк – һаяҡ. Бер көндө ҡул эштәребеҙҙе тотоп барып керһәк, Гуля-Гөлсөм апай ултыра ике ҡыҙы менән.

— Бына, артып торабыҙ әле, күңеллерәк булыр, — тип ҡаршы алды беҙҙе Фариза еңгә. — Ҡаршы килмәйһегеҙме?

— Бәс, өй һинеке... — тине Рабиға апай. Ул гелән шулай, һүҙен осламай һөйләнә. Нимә әйтер ине икән, әгәр ослап ҡуйһа, тип уйлайһың да тораһың аҙаҡ.

— Ҡыҙҙарым бәйләм бәйләй белмәй, үҙем бик тотмағас. Ойоҡбаш менән бейәләй инде, бәйләгәнем шул... Нурия менән Мәүлиҙә оҫтарып бөткәндер хәҙер? — Гуля-Гөлсөм апай килеүҙәренең сәбәбен аңлатып ҡуйҙы. Шунда тағы эске бер көс (әллә шайтан оялаған эсемә, абау) телемдән тартты:

— Милицияға кейәүгә барһалар, өйҙәренә килтереп кенә бирерҙәр әле, тегеп-бәйләп.

Ҡапылға бөтәһе лә шым булды. Ярай ҙа, Гуля-Гөлсөм апай юғалып ҡалманы:

— Һәр кемгә лә эләкмәй шул ул милиция, минең Сәмиғуллиным, ана, биш ауылға берәү,— тип ауыҙымды япты. Тәү тапҡыр ғына төрттөрмәйҙәрҙер, күрәһең, яуабын тиҙ тапты.

Элегерәк, бәләкәй саҡта, кешенең шулай күҙенә бәреп әйтһәм, түбәм күккә тейә ине, ә бөгөн ныҡ оялдым. Кеше хәбәренә ышанып, әллә дөрөҫ, әллә юҡ? Салпа Сәғүрә нахаҡҡа рәнйеткәс, ҡайһылай ауыр булғайны миңә.

— Гуля-Гөлсөм апай, ғәфү ит инде, үпкәләп ҡуйма, — тинем, ихлас күңелдән әйттем. Ә шулай ҙа ғәфү үтенергә көс кәрәк икән, бик бейек кәртә аша һикереп сыҡҡандай тойҙом үҙемде, тиргә баттым хатта.

— Аптырама, Нурия, хәҙер тейешле язаны бирәм үҙеңә, ана, минең ҡыҙыҡайҙарҙы бәйләмгә өйрәт, шунан ғәфү итерем, — тине апай, йылмайып. Рәхмәт төшкөрө, хәлемде еңеләйтте. Әсе телем өсөн «яза» алыуым мине һөйөндөрҙө генә. Гөлфирә менән Әлфирә ине ҡыҙҙарҙың исеме. Мәктәптә уларҙы Гөл һәм Әл тип кенә йөрөтәләр. Гөл минән йәшкә кесерәк, 9-ҙа уҡый, Әл — 6-ла. Бер тиң генә булып үҫеп килгән һөймәлекле ҡыҙҙар, йөҙҙәренән гелән нур бөркөлөп тора. Атайлы балалар, бәхетле булғас, нурлы була инде. Шунда баяғы эске көс тағы сыпранлап алды: һин дә, ти, "нур эйәһе", кемдән кәмһең? Дөрөҫ әйтә ләhә? Бәлки, ул эстән тауыш биреүсе шайтан түгел, ә фәрештәлер? Һәр кемдең ике яғында ике фәрештә, Кирамән-Кәтибин, тора, тип һөйләй ҙәhә ҡартәсәйем. Уң яҡтан торған фәрештә дәфтәргә – яҡшы ғәмәлеңде, hул яҡтан торғаны яман ғәмәлеңде яҙып бара, ти. Әҙәм балаhы фани донъянан үткәс, яуап тотҡанда, шул яҙыуҙарҙы – йәғни “ғәмәл дәфтәре”н үлсәүгә һалалар: ҡайһыһы ауырыраҡ тарта? Бөгөн минең дәфтәрҙә ике яҙыу бар, улайhа: яман һүҙем һәм ғәфү үтенеүем, тимәк, үлсәүҙәр әле тигеҙ тарта? Кирамән-Кәтибин “хөрмәтле яҙыусылар” тигәнде аңлата икән, шуны ла хәтеремә төйнәп ҡуйҙым...

Гөл менән дуҫлашып китеүемдең башы шулай булды. Шунан беҙ дүртәүләп, мин, Мәүлиҙә, Гөл һәм Әсмә, бергәрәк йөрөй башланыҡ. Иҫке әхирәттәрем Гөлдө ситкә тибәрмәне.

Ысынлап та яғымлы ҡыҙ ул. Ә бер ваҡиға мине бигерәк тә ныҡ яҡынайтты уға. Күршеләре, электрик Ғәббәс ағай менән һауынсы Сәриә апай, үҙ-ара ғауғалашып киткеләй. Бер шулай Ғәббәс ағай ҡатынын баҫтыра икән, мылтыҡ тотоп: "Атам һеперткене, атам!” — тип. Гөл үҙҙәренең урамында ҡар көрәп йөрөгән. Ишетеп, күтәрмәгә менеп ҡараһа, Сәриәһе мунсаға кереп бикләнгән дә эстән ҡысҡыра икән: "Ярһыма, атаһы, кеше һүҙе кеше үлтерә", — тип. Ғәббәсе һаман да: "Атам! Һепертке!" — тип ярһына, ти. Гөл йүгергән атаһы янына, участокка. Сәмиғуллин — тегеләргә. Ғауғасының мылтығын ҡайырып алған, ярай ҙа яһауһыҙ икән уныһы. Барыбер Ғәббәс ағайҙы участокка алып китеп, ябып ҡуйған. Унда тимер рәшәткә ҡуйылған бәләкәй генә тәҙрәле, тимер ишекле бер бүлмә бар, тиҙәр, шунда бикләгәндер. Ҡайтҡас, Сәмиғуллин һораша башлаған ҡыҙынан. Ентекләп. Ул берҙән-бер шаһит булып сыға лаһа.

— Ғауғалашҡандарын ишеттеңме?

— Ишеттем, шуға күтәрмәгә менеп ҡараным да инде, — тигән Гөл.

— Ғәббәстең Сәриәне баҫтырғанын күрҙеңме?

— Күрҙем.

— Нимә тип ҡысҡырыштылар?

— Ғәббәсе һепертке таптыра ине, Сәриәһе шуны эҙләп мунсаға кергәндер?..

— Ниндәй һепертке?

— Әлләсе.

— Ә Ғәббәстең ҡулында мылтыҡ күрҙеңме?

— Күрмәнем.

Сәмиғуллин киренән төшөп киткән һорашырға, аптырағас:

— Ғауғаны ишеттеңме?

— Эйе.

– Ғәббәс Сәриәне баҫтырып йөрөнөмө?

— Эйе.

— Мылтығы бар инеме ҡулында?

— Күрмәнем.

— Нисек инде күрмәнең, ҡыҙым, Гөлөм? — тигәс атаһы, яуабын тапҡан:

— Томан ине.

Салт аяҙ ҡышҡы көндә томан була тиме? Әммә бүтән шаһит юҡ, ут күршеләре, имеш, хатта ишетмәгәндәр ҙә. Сәмиғуллин, ҡулынан үҙе ҡайырып алғас, Ғәббәстең мылтығынан енәйәт эше килтереп сығара алыр ине – сығармаған. "Бүтәнсә хатта таяҡ та күтәрмәйәсәкмен Сәриәмә," — тип һүҙ биргән Ғәббәс. Ә мылтыҡ Айыусылағы һунарсы дуҫының бүләге икән, документһыҙ-ниһеҙ. Сәмиғуллин ҡоралды, шул документhыҙлығын сәбәп итеп, конфисковать иткән.

Беҙгә быларҙы Гуля-Гөлсөм апай һөйләне, ултырмала саҡта. Минең уйлағанды Фариза еңгә лә уйлап ултырған, баҡhаң:

— Ошо йәш кенә баланың аҡылы еткән, кешене төрмәнән ҡотҡарған бит?

— Сәмиғуллиным ул Ғәббәсте ултыртмаҫ ине, моғайын. Әллә, Гөлфирә урынында бүтән шаһит булһа, бәлки?

— Шулай туҡмалып йәшәй икән Сәриә? — Рабиға апай йәлләп ҡуйҙы. Әмин абыйҙан да уға әҙ-мәҙ эләккеләй шул һирәкләп. "Бәрейе баҫылғансы" тип, беҙгә йүгереп килгеләй ул.

— Тырнаҡ менән дә сиртмәй уға Ғәббәс, шулай ҡурҡыта ғына. "Алдан алам, аҙып китмәһен", — тип аңлатҡан минең Сәмиғуллинға.

– Сәриәhенә кем тейhен уның, фермала бер-ике ир бар инде, улары ла аяғын саҡ hөйрәп йөрөгән ҡарауылсы ҡарттар,– тине, hүҙгә ҡушылып, Фариза еңгә, юрамал әллә, ҡысҡырыбыраҡ әйтте, үҙе Хәйрулла ағай йоҡлаған эске бүлмә яғына ҡарап ҡуйҙы, ишетhен ҡолағы, йәнәhе.

— Ә ниндәй һепертке таптырған Ғәббәс ағай теге көндө?

Быны Әл һораша, иренең өҫтөнән йөрөгән ҡатындарҙың шулай аталғанын белмәй икән әле ул.

— Әллә инде...

Шунан күмәкләшеп көлөп алдыҡ, Әл дә көлдө.

И, был аулаҡ өй, был ултырмалар! Улар минең күңелемә күпме хис, зиһенемә күпме аҡыл өҫтәгәнен үҙем генә беләм. Ирҙәр, ҡыҙыҡ, ҡатын-ҡыҙҙың шулай ҡышҡы кистәрҙә йыйылыуҙарын "ләстит ояһы" тип йөрөтә лә ҡуя. Толпарлыла ундай оялар унлаған икәнен беләм. Хатта киң күңелле бәһлеүән Хәйрулла ағай ҙа бер: "Мин туса һыйырҙы ҡарап киләйем әле, быҙаулар мәле етә, — тип аҙбарға сығып инде лә, — ләститегеҙҙе бүлеп йөрөйөм инде”, — тине.

— Улай тимә, Хәйруллам, әл дә һин бар, әтеү беҙгә, өйөрлө ҡатын-ҡыҙға, ен эйәләп ҡуйыр, — тип Фариза еңгә уны юхаланы ла, беҙгә күҙ ҡыҫып, әйтеп ҡуйған булды: — Бына Гөлбикә апай саҡыра ла ул, миндә тыныс, ир-ат юҡ, тип, әллә?..

— Эйе шул, — ти hалды Гөлбикә апай, улай саҡырмағанын белһә лә.

— Юҡ инде, юҡ! Мин һеҙҙең ләститегеҙгә иреп йоҡлап китәм ул, — тине Хәйрулла ағай, — бер ҡайҙа ла йөрөмәйһең, Фариза!

— Көнләшә... – Фариза еңгә шулай тип беҙгә шыбырланы ла Хәйрулла ағай инеп киткән түр бүлмәнең ишеген ипләп ябып ҡуйҙы.

Ә беҙ алғы бүлмәләге ҙур һикелә стена буйлап теҙелешеп ултырабыҙ, арҡабыҙға бәләкәй мендәр терәп. Һәм һүтәбеҙ генә хәбәрҙе. Мин әсәйемдең тимер карауатына ябырға селтәр япма бәйләнем, Гөл менән Әл салфеткалар, мәктәп формаһына селтәр яҡалар — тиҙ өйрәнделәр. Әсәйем менән Гөлбикә апай икешәр мамыҡ шәл өлгөрттө, ә Рабиға апай балаларына бейәләй, башалтай йүнәтеүҙән уҙманы. Мәүлиҙә ғәжәп матур итеп йомро өҫтәлгә ашъяулыҡ бәйләне. Уның эшен күргәс, оҫта Фариза еңгәмдең дә иҫе китте:

— Бирнәгә һалып ҡуй быны! — тине ул. — Ә үҙегеҙгә ябайыраҡтан тағы бәйләрһең, минең һандыҡта әллә нисә аяҡ тамбур ебе ята әле, бирермен шуны.

Мәүлиҙә: "Ниндәй бирнә, кем әле кейәүгә барырға тора”?– тип сәбәләнер тиһәм (мин шулай итер инем), "ярар" тигәнде аңлатып баш ҡағып торасы? Шымыҡай әхирәт...

Китап та уҡыштырам ултырмала. Мәүлиҙә ҡаҙалып «бирнә» әҙерләй, Гөл менән Әл йәбешеп ятып таһыл арттыра — ә миңә бирнә әле кәрәкмәй, таһылым етерлек, нимә тип улар һымаҡ ҡулдан энә төшөрмәй ултырайым. Ниһайәт, Войничтың "Овод" тигән китабын ҡулға төшөрҙөм. Китапханаға ҡайтып кермәй ул әҫәр, бер-береһенән өйөнән барып алалар ҙа китәләр. Әлеге Кәбир дуҫым юллап алып килтереп тотторҙо. Ә мин башта Әсмәгә уҡыттым, ул даһа миңә тәүләп һөйләүсе Артур тигән исемдең тарихын. Әй, ҡыуанды әхирәтем, әйтерһең, яҙыусы уның һөйгәнен яҙған. Әйткәндәй, ул яҙыусыны, фамилияһына ҡарап, ир кешелер тиһәм, ҡатын-ҡыҙ, имеш: Лилиан Этель Войнич . — Ә беҙҙең мөхәббәтебеҙ Артур менән Джемманыҡынан да көслөрәктер әле. Артурыма мәңге, үлгәнсе тоғро буласаҡмын, — тине Әсмә, китапты кире ҡайтарғанда.

Сәмем ҡуҙғалып ҡуйҙы: ҡасан килә инде миңә ул мөхәббәт?! Ҡайҙа йөрөй ул минең Һәүбәнем? Атаҡ... Һәүбән, “Аҡбуҙат”тағы батыр егет, уралдысы уйыма?

Бер кисте, инде менеп кенә ҡунаҡлаған инек һикегә, Фариза апайҙарға Иҫәр Әсән килеп инде. Ул бисараға”ағай” тиеүсе лә, “ҡусты” тип өндәшеүсе лә юҡ. Урамда турғайын күрһәтеп бестәтәү йөрөгән малай ҙа, бармаҡ төртөп: "Әсән дүләк, Әсән иҫәл”, — тип үсекләп ҡаса. Әсән бер ҡасан да түргә уҙмай, беҙгә килгәндә ҡартәсәйем саҡырып ҡарағаны бар, юҡ, ишек төбөндә генә ултыра. Һис алдамайым, һәр өйҙә тиерлек ишек төбөндә Әсән өсөн махсус ултырғыс бар. Ул теләһә ҡайһы ваҡытта, теләгән бер өйгә килеп керә... Фариза апайҙарҙың да ултырғысы бар икән Әсәнгә. Килеп ултырҙы ла байғош, майланып бөткән тишек эшләпәһен сисеп, бөкләп кеҫәһенә тыҡты. Тамаҡ ҡырҙы. Фариза еңгә һалып биргән бәләкәй шәшкенән сәй эсте, бер ҡоймаҡ ашаны. Уны бөтәһе лә мотлаҡ һыйлай, әммә ризыҡты әҙ генә бирә, был – ауылдың яҙылмаған ҡағиҙәhе. Сөнки Әсән көнөнә ун, хатта шунан да күберәк өйгә инеп сыға, ҡорһағы күбеп сирләп тә йөрөй ҡай саҡта.

Иҫәр тигәс тә, Әсән – Толпарлының кәрәкле бәндәһе ул. Хоҙай һәр кемгә үҙенең бер һөймәлеген бирә икән шул. Әсәндең күрәҙәселеге бар, тик, әлбиттә, быны үҙе лә белмәй. Әммә күптән һыналған: әйткәне алға килә лә ҡуя.

Сәйен эсеп бөтөргәс тә, ғәҙәттә, ул тора ла ашығып сығып китә, рәхмәтте һирәк әйтә. Ә был юлы, арты ултырғысҡа йәбешкәндәй, һаман китмәй. Фариза еңгә Хәйрулла ағайҙы түрге бүлмәнән саҡырып сығарҙы ахырҙа. Әсән һаман ултыра бирә. Беҙ уға ҡарап торманыҡ, бәйләмебеҙгә тотондоҡ, Хәйрулла ағай ҙа түр яҡҡа ыңғайланы. Оҙаҡ ҡына ваҡыт үткәс, Әсән сөскөрөп ебәрҙе. Һәм үҙен үҙе ҡеүәтләп:

— Эйе, дөрөҫ, — тине. Сығышлай битараф ҡына әйтеп китте: — Умарталар янасаҡ. Ҡорттары янып бөтәсәк.

– Алдамай Әсән, һиҙәм, — тип ҡуйҙы Гөлбикә апай.

Ҡартәсәйемдең диуаналарҙың һиҙеме хаҡында әйткәне иҫкә төшөп, Гөлбикә апайға ҡарап ҡуйҙым: иҫәр түгелсе ул, әммә барыбер саҡ ҡына бер төрлө булып ҡайтҡан төрмәнән.

— Аптырамағыҙ. Сәмиғуллинға еткерермен. – Гуля-Гөлсөм апай үҙенең ирен, бөтә ҡатмарлы хәлдәрҙән дә ҡотҡара алыусы мөғжизә эйәһе, тип уйлай, күрәһең.

Ике-өс көн Иҫәр Әсәндең хәбәрен иҫкә алғыланыҡ та оноттоҡ.

Аулаҡтағыларҙың теленә ил өҫтөнә килгән ҙур фажиғә килеп инде. Сөнки Фариза еңгәгә йәшлек әхирәтенән хат килеп төштө, ул Силәбе яҡтарында булған ҡот осҡос ваҡиғалар тураһында яҙған.

Еңгә хатты беҙгә уҡытыр алдынан, бер кемгә лә hөйләмәгеҙ, тип ҡат-ҡат ныҡытты. Әхирәте лә, ҡурҡып ҡына яҙам, барып етерме-юҡмы хатым, дәүләт серен асҡан өсөн төрмәгә ябып ҡуйыуҙары ла бар, тигән.

Хаттың эстәлеген урыны-урыны менән ятлап алдым, шул дәрәжәлә тетрәндергес булғас: “…1957-нең 29 сентябре ине. Беҙҙең Ҡараболаҡ ауылы кешеләре мәш килеп бәрәңге сығара. Көн аяҙ, ҡояшлы. Бер мәлде кинәт ер hелкенеп ҡуйҙы, күп тә үтмәй, “Силәбе-40” тигән атомсылар ҡалаhы яғынан ҡара болот ҡубарылып сыҡты. Әммә ямғыр яуманы, болот әкренләп таралды. Теге ҡалаға яҡын урыҫ ауылынан бер hыбайлы хәбәр ташлап китте: унда кешеләрҙе ҡайҙалыр күсерәләр, мал-тыуарҙы атып, өй-ҡаралтыларҙы тотош яндыралар икән. Баҡhаң, ҡалалағы “Маяҡ” химкомбинаты шартлаған, ә унда атом бомбаhы өсөн уран эшкәрткәндәр. Эргәләге ауылдарҙа күсмәй тотҡарланған әҙәмдең береhе ҡалмаған, үлгәндәр.

Беҙҙең Тенис йылғаhының hыуын эсергә ярамай – ағыулы. Кешеләр нур ауырыуынан ҡырыла hаман... Бәхил бул, әхирәткәйем, әллә күрешәбеҙ тағы, әллә юҡ. Был яҡтарға килеп тә урама, ул шартлауҙың касафаты йөҙ йыл дауам итәсәк, ти... Улыңды әйтәм, Фариза, әлдә генә сиҙәм күтәрергә сығып китеп өлгөрҙө, ҡотолдо...”

– Әсәйем вафат булғас, ерләшергә ҡайтҡайным, шул булды микән һуңғы күреүем тыуған төйәгемде?– тип көрһөнөп ҡуйҙы Фариза еңгә ошо урында.

Хиросима менән Нагасаки фажиғәһенә оҡшаған? Япондар әлегесә американдар ташлаған атом бомбаһы эҙемтәләренән һәләк була. Ул турала, радиация тип, һөрәнләй гәзиттәр, радио ла һөйләп тора, ә силәбеләр хаҡында ләм-мим. Беҙ, мәҫәлән, әлеге хат аша ғына, нисәмә йыл уҙғас ҡына, хәбәрҙар булдыҡ. Әмин абый, бәлки, беләлер ҙә? Ул «кабинет” тип йөрөткән бүлмәhендә йәшенеп Америка радиоһын тыңлай, ти, төн уртаһында.

Иртәгәһенә үк Мәүлиҙәләргә индем. Әмин абый үҙенең өҫтәл, шкаф, һандыҡ һәм ултырғыс ҡына һыймалы бер тәҙрәле теге кабинетында дәфтәр тикшереп ултыра ине. Өҫтәленең бер мөйөшөндә йомро ҡорһаҡлы нәмә тора, шулдыр инде теге радиоһы? Абый миңә боролоп ҡараны ла: "Әйтеп ебәр, ни йомош, әтеү эшем күп", — тип дәфтәрҙәр өйөмөнә күрһәтте. Шул арала кемгәлер «2»-ле сәпәне, моғайын, "сволочь!" тип бер дәфтәрҙе ябып ҡуйҙы. Ә йомошом барын ни өсөн белә – мин ерле юҡҡа уның кабинетына башымды тыҡмайым бит инде.

— Силәбелә, Тенис йылғаһы буйында... — тинем дә абыйҙы күҙәтәм. Башын ғына һелкте, өндәшмәне. — Ғибрәтле хәлдәр икән... – Абый һаман шым ултыра.

— Башҡорттоң тамырын нисек ҡороторға белмәйҙәр! — тинем ахырҙа.

— Нимә, аулаҡта хәҙер сәйәси ойошма асылдымы әллә? — тип көлөмhөрәне абый.

— Фариза еңгәгә хат килде, — тинем.

— Ул Силәбенән шул, — тип килеште Әмин абый. — Ә унда бер башҡорт ҡына һәләк булмай, төрлө милләт вәкилдәре тарыны ул ҡазаға. Эйе, боронғо беҙҙең ерҙәр, халҡының яртыhы бөгөнгө көндә лә – башҡорт. Тенис йылғаhы Исеткә, Исет Тубылға ҡоя. Бер Силәбе генә түгел, Свердлов, Төмән өлкәләренә лә ағыу аға...

Әмин абый ҡапыл туҡтаны ла шул урында, бармағын ирененә ҡуйып, ым бирҙе, hөйләнеп йөрөмә, тиеүе. Шунан бая япҡан дәфтәрҙе, ахырыһы, яңылыш тағы асты ла "сволочь" тип кире япты. Китә һалдым, уҡытыусының ваҡыты ысынлап та тар ине.

Ҡартәсәйем менән өләсәйем, "көн ҡыҫҡа" тип һөйөнөп ураҙа тотто, ә беҙ "төн оҙон" тип һөйөнөп ултырмаға йөрөнөк. Уҡырға барырға булмаһа, таң атҡансы ла ултырыр инек. Был аулаҡтарҙың фәһеме миңә ғүмер буйына етер һымаҡ?

Үҙен һанлап, ҡыҙҙарын һылап-һыйпап үҫтергән бәхетле Гуля-Гөлсөм, йөрәгендә ҡот осҡос кисерештәр йөрөткән бәхетһеҙ Гөлбикә, итәк тулы бала баҡҡан Рабиға, мөхәббәт һынауҙарын үтеп сыҡҡан Фариза, өс бала табып та, ир менән өс йыл да тороп ҡарамаған әсәйем Гәүһәр — был ҡатындар һәр береһе үҙе бер донъя лаһа! Аулаҡ кистәрҙә, яй ғына еп йомғаҡтары һүтелгәндә, уларҙың яҙмыш йомғаҡтары ла тағатылды, һәм мин тыштан ғына күреп йөрөгән серле Йыһандарҙы асҡандай булдым. Иҫемә төштө: бәләкәй саҡта, әлеге төпсөнөүем бар бит инде, ишетеп ҡалдым да "Ир-егеттең эсендә эйәрле-йүгәнле ат ята" тигәнде, ғәжәпләнеп һораным:

— Ҡартәсәй, нисек керә ул ир-егеттең эсенә ат?

— Яйлап аңларһың әле үҙең, — тине лә ҡуйҙы.

— Ә ҡатындарҙың эсендә лә ятамы ул ат?

— Ҡатындарҙың эсендә Йыһан ята!

— Кесе йыһанмы?

— Оло Йыһан .

– Әйтәм, ҡатындарҙың эсе ҙур?! Мин бөгөн дә, йөклө апайҙарҙы күрhәм, ҡорhаҡтарының Ер шары төшөрөлгән глобус кеүек йоп-йомро булыуын иҫкәрәм...

Яҙ ҡапыл килде. Күрәнленең боҙон күрмәй ҙә ҡалдыҡ, төндә аҡтарылып киткән. Өс көн элек кенә һыу турғайҙары — аҡ сәпсектәр ҡойроҡтары менән боҙ ярырҙай булып сәпсенәләр ине. Ярғандар боҙҙо, тимәк?! Ул да булмай, колхоз умарталығынан хәбәр килде: бал ҡорттары иҫән ҡышлай алмаған, баҙҙа уҡ варроотоз тигән йоғошло сирҙән һәләк булғандар. Райондан белгестәр килеп, тотош дадандарҙы балы-нийе менән бергә яндырырға ҡушҡан. Иртәгәһенә бөтә ауыл менән тиерлек урамға сығып, тау битендәге урманда үрһәләнгән утты ҡарап торҙоҡ. Яҙғы ел шундуҡ бал еҫен килтереп еткерҙе.

Ышанмай ҡара хәҙер беҙҙең Әсәнгә?

Яҡшы хәбәрҙәр ҙә ташый ул әлдә. Бына әле генә минең юлыма арҡыры сыҡты ла:

— Ҡарабаш турғай һөйөнсө һорай, — тине.

— Һин хәҙер турғай булдыңмы ни? — тим, уның бер ҡасан да һорауға яуап бирмәгәнен белһәм дә. Сумкамдың төбөндә ҡағыҙлы ике кәнфит ята ине, игеҙәктәргә тип һаҡлап йөрөткән, шуларҙы Әсәнгә һөйөнсөһөнә биреп киттем.

Ҡартәсәйемә әйткәйнем, ул иhә: "Ҡарабаш турғай әллә нисә ҡат килеп тәҙрәне суҡып китте шул", — тип иҫте китәрҙе. Йәғни, беҙгә ҡунаҡ килә, ырымы шундай. Әсәне Әсән инде, иҫәр булһа ла – әҙәм балаһы, ә бәп-бәләкәс турғай ҡайҙан белә беҙгә ҡунаҡ килерен? Шәрифәмдер, тигәйне ҡартәсәйем һәм дөрөҫ тә: иртәгәhенә үк апайым ҡапҡанан килеп тә инде. Әлтәф еҙнәм ҡайтмаған: малайҙарына күҙ-ҡолаҡ булып ҡалған, улары тыңлашмай башлаған, тисе?

Ғүмерҙә ҡыланмағанды, был юлы ҡартәсәйем менән апайым, әсәле-ҡыҙлы, һүҙ йәшергәндәй, шыбырлашып бер булдылар. Икәүләп Толпарсыҡҡан тирәhендә йөрөп килгәндәр, мине йомош менән Рабиға апайҙарға ебәргән булып, шул арала киткәндәр. Зөлхизә өләсәйем дә һиҙгән хатта: “Шәрифә ҡоҙасаға әллә нимә булған, күҙен күтәрмәй генә һөйләшәсе минең менән”, — тип ултыра.

Бүреһуҡҡан олатайҙарҙан хәл белешеп ҡайтыуҙарын самалап, юлдарына ҡаршы сыҡтым тегеләрҙең.

— Ниндәй сер йомдоғоҙ, әйтегеҙ, — тинем. – Мин был өйҙә әсәйем (ул, ҡыш буйы бикле торған ферма өйөн таҙартышырға тип, Фариза еңгә менән иртүк йәйләүгә юлланғайны) урынына ҡалған оло бала. Һиңмай кеше юҡ таһа, өләсәйемдең өләсәйеме һиҙеп йөрөй.

— Атайың өйләнгән. — Ҡартәсәйем миңә әйтмәй булдыра алмаҫын белә, барыбер елегенә төшәсәкмен — шуға уратып-суратып торманы.

Бағаналай ҡатып ҡалдым. Ҡасан да бер шулай булырын көтһәм дә, эсемдән күндерһәм дә үҙемде был хәлгә, өмөтөм бар ине әле: бәлки, ҡайтыр атайым, әсәйем менән яңынан бергә булырҙар, тигән.

— Былай ҙа оҙаҡ йөрөнө буйҙаҡ, ике ҡайтты алып китәм тип, эйәрмәне бит килен, — тине ҡартәсәйем. Үҙенең тауышы ҡалтырап тора.

— Ә кем уны ебәрмәне, һин түгелме ни? — Тағы уҫаллашам? Туҡтаным: — Ярар, үткән эштән төш яҡшы, — ти һалдым, башҡа һүҙ башыма килмәгәс.

Алға йүгереп киттем, сөнки күҙемә йәш тулғайны.

Шәрифә апайым, Гәүһәр еңгәм ҡайтҡансы китәйем тип, ашығып кире юлланды. Әсәйемде ярата ул, йәштән күргән еңгәһен әхирәте кеүек күрә, әммә әлеге хәбәрҙе үҙ ауыҙы менән әйтергә йөрәге етмәй... Әсәйем кискә ҡайтып етте. Ҡапҡанан инеп килеүенән үк белдем: ишеткән. Кем өлгөргән әйтергә, ҡайҙан белгән? Был инде – ауылдың тағы бер ғәжәп булмышы...

Көтөп йөрөһәм дә, атайымдың өйләнеүен, кемде алыуын беҙҙең өйҙә тикшермәнеләр ҙә ҡуйҙылар. Бөтәү яраны асып, унда тоҙ һибеүҙән кемгә рәхәт булғаны бар әле?! Уны ғына мин дә аңлайым, шуға телемде тешләп кенә йөрөнөм.

13

[edit]

Сөгөлдөрҙә (Мәүлиҙә әйткәне әллә раҫ килә: йәбешеп ҡаттыҡ бит шул татлы тамырҙарға!) быйыл яңылыҡ — звено ысулы менән эшләйҙәр. Һигеҙ звеноға 12-шәр ҡатынды берләштергәндәр. Рабиға апай – Гуля-Гөлсөм звеноһына, әсәйем менән Гөлбикә апай түбәнге ос Закир ағайҙың ҡатыны Мөслимә апайҙыҡына — Закир Мөслөйөнә эләккәндәр. Әйткәндәй, ҡушаматһыҙ кешеләр бар икән ул Толпарлыла. Гөлбикә апайсы — үҙ исеме менән йөрөй. Салпа уға "Төрөмщик " тип ҡушырға тырышҡан, эйәрмәгәндәр. Йәлләй белә ул кешеләр. Әсәйемдең ҡушаматы оҙон — "Орденлы Зөлхизәнең Гәүһәре", шуға бик һирәк әйтәләр улай. Хәйер, шулай ҡушамат буламы тағы?

Ҡыҫҡаһы, алты звенола 12-шәрҙән — 96 ысвикла бисәһе? Бригадир Искәндәр ағай әйтмешләй, «целый бисәләр легионы, понимаете ли». Легион, тип шаштырып ебәрә инде, Искәндәр Македонский итеп хис итеп ебәрәлер үҙен. Ә барыбер күмәк. Был баҫыуҙы "бисәләр батшалығы" тип атау дөрөҫ булыр. Улар бында үҙҙәре баш, үҙҙәре түш. Искәндәр ағай тәңгәлендә: "Ярар, ун тауыҡҡа бер әтәс тә кәрәк, йөрөһөн, понимаешь ли,"— тип хихылдашып бер булалар. Улай уҡ көлөргә түгел дә инде — бригадир ойоштора эште күпселек, бер йәй булһа ла сөгөлдөр еҫкәп ҡарағас, беләм дәһә. Институтта ситтән тороп агрономлыҡҡа уҡып та йөрөй, ти, әле ул ( ошо урында «понимаешь» тип өҫтәп ҡуйғым килде, hы...).

Тәүге һирәкләүҙә быйыл мин ҡатнашманым. Икенсеhенә эләктем. Звено тигәс тә, барыбер бүлешәләр эште. Ғәҙеллек өсөн инде уныһы. Звено етәксеһе, ауылса — звенауай, рәттәрҙе 12 ҡатынға тигеҙ итеп бүлеп бирә. Кем алданыраҡ осона сыға, шул ял итә, эшкә сыҡмай. Шуға күрә ишле ғаиләләргә уңайлы — ҡырмыҫҡа ише килеп ябырылалар ҙа тиҙ үк тәпкеләп сығалар өлөштәрен. Әсәйем бер ҡайтып һөйләне:

— Салпа бәләкәс кенә малайына тәпке тотторған, уныһы яңылыш аяғына сапҡан, бальнисҡа алып киткәндәр, һул аяғының баш бармағы тире менән күндә аҫылынып тора, ти...

— Искәндәр ҡусты нимә ҡараған? — тип һораны ҡартәсәйем.

— Әрләшә инде: "Өлкән синыфта уҡығандарын ғына йөрөтөгөҙ балаларҙың, понимаешь, елки-палки!” – тип.

— Салпа ғиллә нимә ти?

— Армияға алынмаҫ, бармағы өҙөлһә, — ти. — Зәғифлекте уйламай, сатанлап ҡала бит бала?..

Икенсе ҡаты әллә ни ауыр түгел эшкәртеүҙең. Эйелә-бөгөлә билең ҡата инде, иллә. Тәпке рәт араһына кәрәк, ә үҫентеләргә уны яҡын юллатырға ярамай, эргә-тирәһендәге сүп үләнен йолҡоп ырғытып бараһың бер ыңғайҙа. Мин әлегә бил ҡатыуынан яфаланмайым. Әсәйем бер эйелһә, шул килеш йөрөргә тырыша. Турай, тиһәм, ызғыра. Ҡышын Фариза еңгәм менән Белорет баҙарына барғайнылар, шунда һыуыҡ үткәргән. Радикулит тигән, фельдшер Әүхәт ағайға күренгәйне. Ҡыш буйы биленә кирбес ҡыҙҙырып баҫтыҡ, килешмәне, күрәһең.

...Әсәйемдәр Белореттан ҡайтыр алдынан күңелемде шом баҫып тик торҙо. Ҡартәсәйемә өндәшкәйнем, ул да борсолоп китте: “Яҡшыға юра, ҡолоҡасым, гонаhhыҙ баланың теләге ҡабул була, Күрәнлегә барып, мәкегә ҡарап теләк телә, ағын hыу изге ул, hәр hүҙеңде Күккә олғаштырыр”,– тип өгөтләне. Шулай иттем дә, тик hаман баҫылманы болоҡhоуым... Һөйләгәндәренән сығып, сәфәрҙәренең юлын яҡшы хәтерләйем: ҡарурман эсендәге Көсөклө утары, шунан Тирәкле ауылы, оҙон билле Елмәрҙәк тауы – сана hөйрәп йәйәү үтәhе ул юлдарҙы әсәкәйемә. Ахырҙа Туҡан стансаhы, унда руда тейәлгән йөк вагонына ултырып – Белоретҡа. Боҙҙай hалҡын руда өҫтөндә әсе елгә киҫелеп барыуҙарын күҙаллап, йөрәгем өшөй... Фариза апай еңелсә бара, санаhына ике-өс шәл hалып ҡына, ә әсәйемдең бер тоҡ ҡыҙҙырылған көнбағышы ла бар – шуны стаканлап hатып, беҙгә манный, тары ярмаhы, керәндил тейәп ала ҡайтҡанда. Тыным менән тартып алырҙай булып көттөм әсәйемде! Һәм ул ҡайтып инде, кисләтеп кенә. Йонсоған, ябыҡҡан, күҙ төптәре күгәреп сыҡҡан. Ингән ыңғайы ишек төбөндәге ултырғысҡа ултырҙы, артмаҡлаған тоғон hалырлыҡ та хәле юҡ. Ипләп hалдырҙым тоғон, быймаhын систерҙем... Ә ул күҙен дә күтәрмәй, йоҡлаған кеүек шып-шым ултыра. Анау игеҙәктәрсе, тоҡтоң ауыҙын асып, әйберҙәрен сығарып сыр-сыу киләләр, аңламайҙар әсәйемдең балалары өсөн ошондай ыҙалар күреп йөрөүен. Күңелем тулыуҙан, рәхмәтле хистәрем тулышыуҙан әсәйемде барып ҡосаҡлап, оҙаҡ ҡына күкрәгемде күкрәгенә ҡуйып торҙом, йылымды бирҙем уға шулай. Күҙәнәктәренә үтеп инделер йылым, әсәйем хәлhеҙ hәлберәп төшкән ҡулдарын ҡуҙғатты, күҙен асты, телгә килде:

– Һеҙҙең бәхеткәлер – Еҙем мине упманы...

Аҙаҡ белдем: Еҙем йылғаhы урталараҡ ҡаранлап ятҡан икән, әсәйем санаhы-нийе менән шунда уйылып төшкән дә киткән. Фариза еңгәнең сослоғо, батырлығы инде – үҙенең санаhына тотондороп, нисек тә hөйрәп сығарған әсәйемде боҙло hыуҙан, ғүмерле булғыры, мөхәббәт эсендә бәхеткә сумып йәшәгере еңгәкәйем!

– Көнбағышым Еҙем төбөндә ҡалды, санам йәл, үҙе еңел, үҙе ҡупшы ине,– ти әсәйем, әсенеп. – Шәлдәрем артмаҡ тоғомда ине әлдә. Кире боролманыҡ инде, ярты юл үтелгән. Көсөклөлә hунарсылар өйөндә мейескә ут яғып кибендек тә...

Әсәйем алып ҡайтҡан күстәнәстәр менән сәй эстек.Танhыҡлап, аҡ ҡаласты тешләп ҡаптым. Ҡырҡыу,тоҙло тойолдо ул миңә был юлы. Әсәй тапҡан икмәк әсе булалыр ҡай саҡ... Күҙемдән йәш тәгәрәй әсәйемдең йонсоу йөҙөнә ҡарап, бәлки, шул килеп ҡушылғандыр тәғәмемә? Башымда ҡапыл бер уй хасил булды: балаларыма атай икмәге ашатып үҫтерермен, иремә ярарға тырышырмын, туҡмаhа ла түҙермен! Саҡ ант итмәнем... Ниндәй ир, ниндәй бала – киләсәктә бит әле күрәсәгем.

Биленән ыҙаланһа ла, әсәйем тилбер эшләй, мин дә ҡалышмайым — юлыбыҙҙы күптәрҙән алдараҡ сыҡтыҡ. Гөлбикә апайға берәй сәғәт ярҙамлашып, алдын әҙме-күпме ыраттыҡ та ҡайтып киттек. Артыбыҙҙан ямғыр яуып ҡалды. Ҡояш саҡ төшлөктән ауышҡайны әле.

— Исмаһам, кереп кейем алмаштырырға берәй ҡыуыш ишараты ла эшләтмәй ошо колхозы, — тип йәне көйөп һөйләнде әсәйем, артына боролоп ҡарап. – Әллә ҡайҙағы ҡайын араһына йүгерәбеҙ, ныҡ күшегә башлаһаҡ.

Мин дә боролоп ҡараным. Оло юл буйлап алты-ете саҡрымға һуҙылған баҫыу, арҡырыһы Теүәш тигән ҡалҡыулыҡҡа барып терәлгән. Аҡ, ҡыҙыл, зәңгәр төҫтәге яулыҡтарынан ғына, әгәр алдан иҫкәреп ҡуйhаң, танырға була апайҙарҙы, ә былай, алыҫтан ҡарауға — бөтәһе лә бер иш. Улар гел бер урында ҡыймылдаған кеүек.... Ана, Гөлбикә апай, уның ап-аҡ яулығын танымаҫлыҡ түгел. Һелте һыуы менән йыуа ул аҡ әйберҙәрен, ҡулын да йәлләмәй — киҫә бит ул һелте, яман зәһәр. Ҡартәсәйем дә көлгә эҫе һыу ҡойоп, һелте әҙерләй, таҫтамал йыуырға тота. Ана, баланлыҡ. Былтыр беҙҙең пайҙа ине, быйыл Салпалар звеноһына тура килгән, игелеген күрһендәр...

Аҙымыбыҙҙы ҡыҙыулата төштөк. Ямғыр эре күҙле ине, тиҙ үтер тиһәк, нығыраҡ ҡоя башланы. Ул да булмай, йәшен ялтырарға, күк күкрәргә тотондо. "Аллаһүммә... салли ғәлә сәйиҙинә Мөхәммәддин..." тип белгән доғамды уҡый һалдым. Берәй хәүеф килһә, доға тиҙ иҫкә төшә ул. Ауылға етеп барғанда, бигерәк тә ҡаты дөһөрләне йәшен, күк ишелеп ауғандай булды. Ер һелкенде.

— Берәй яңғыҙ ағасты атты, ахырыһы.

Ҡартәсәйем беҙҙе шулай тип ҡаршыланы.

Күп тә үтмәне, Комбат ағай беҙгә бер генә йөмлә әйтеп уҙҙы, ҡапҡа аша ғына:

– Ете ҡатынды йәшен hуҡҡан баҫыуҙа.

Шул бер йөмлә минең күҙ алдымдан ҡот осҡос фажиғәне үткәрҙе.

... Сөгөлдөр баҫыуы яғына, ҡара бөркәнсеген һөйрәп, үлем шәүләһе шыуыша. Тирә-йүнде шомло ҡараңғылыҡ баҫты, гүйә, ҡояш тотолдо. Ҡатын-ҡыҙҙар, төркөм-төркөм булып, һирәк-һаяҡ ултырған ҡарт ҡайындарҙың төбөнә өймәкләшкән. Бер-береһенә һыйынып, клеенка-фәлән бөркәнеп, ямғырҙан йәшенгәндәр. Оло юл буйлап Понимаешь Искәндәр ағай һыбай елә: "Ҡайтышығыҙ бөгөнгә, черт возьми, бисәләр!" — тип ҡысҡыра шикелле. Һәм... ҡапыл һауа уртаға ярылды! Ҡолаҡ тондорғос көслө күкрәү, дөмбөрләп, Күрәнле яғына hалыуланы... Бер ҡарт ҡайын шартлап ҡап уртаға ярылды, ул инде аҡ түгел, ҡап-ҡара, күмер ҡара. Уны тирәләп ултырған ете ҡатын, муйынсанан өҙөлгән ете төймәләй, ете яҡҡа тәгәрәште...

— Аһ! Аллаһ! Аһ!..

Баҫыу өҫтө "аһ" менән тулды, донъя түңкәрелде.

Атын йәнасыҡҡа саптырып килгән бригадирҙың тауышын, ниһайәт, ишеттеләр:

— Яҡын бармағыҙ! Тотонмағыҙ! Йәшен һуҡҡан!..

Ә күк инде ҡара болоттарҙан таҙарынғайны – ҡайһы арала? Ямғыр ҙа тымған, имеш. Аяҙ. Йылы ел иҫә. Бәлки, фажиғә лә булмағандыр? Ярабби, булған...

Ҡартәсәйемдең арҡаһына оло шәлен һалғанын көтөп алдыҡ та, өйгә лә инеп тормаҫтан, кире баҫыуға йүнәлдек. Өләсәйем, ҡобаралары осҡан игеҙәктәрҙе ҡосаҡлап, ҡөҙрәле “Аятыл Көрси”ҙе уҡып ҡалды. Ә мин эстән генә бәләкәй сағымда уҡ ятлап алған “Әл-Ихлас” доғаhын өс тапҡыр ҡабатланым.

Беҙ барып етеүгә, баҫыуға ете ылау килгән, ете ҡатынды арба төбөндәге таҡтаға һуҙып һалып, аҡ сепрәк менән тотош ябып, ауылға алып ҡайтырға әҙерләп ҡуйғайнылар.

“Пятый бригад” тип йөрөтөлгән, Толпарлынан ярты саҡрым ғына айырылып ятҡан кескәй ауыл апайҙары икән. Уларҙан 12 ҡатын бер звено булып эшкә йөрөйҙәр. Татыуҙар, уңғандар. Бөгөн бер юлы етәүһе һәләк булған. Салпа Сәғүрә, шул ауыл килене булhа ла, үҙе бер ярый – кеше менән борсағы бешмәгәс. Уны йәшен hуҡмаған. Әстәғәфирулла, тәүбә-тәүбә, мин уға үлем көҫәп тормайымсы!

“Татлы тамыр баҫыуы түгел һин, ҡанлы баҫыу!” Шулай тип яр һалғым килеп, сөгөлдөр яланына ҡараным да ҡапыл сигендем: ерҙең бында ни ғәйебе? Ә күктең? Уның hуң ни ғәйебе? Шундай тәҡдир... Ә тәҡдир – Хоҙай ихтыярында, мин шулай аңлап үҫкәнмен.

“Шәһит үткән апаҡайҙар, урынығыҙ ожмахта булыр, ышанам. Сөгөлдөр тип, батҡаҡ кисеп, бисураға әйләнеп, ыҙа сигеүҙәр бөттө хәҙер һеҙгә. Бәхил булығыҙ”, – тип шыбырҙаным, ете ылау артынан ағылған халыҡ төркөмөнә ҡушылып атлап барғанда.

Аһ! Бер ылауға ике яҡтан йәбешеп, эреле-ваҡлы дүрт бала һыҡтай. Икенсеһенә ярышлап,ҡайғынан күҙгә күренеп ҡартайған ҡатын бара: ун ете йәшлек ҡыҙы әрәм булған, ул ҡыҙ мин һигеҙҙе бөткәндә ун берҙе тамамлағайны. Таныйым. Таный инем...

– Әсәһе минең йылғы, – тип шыбырлай эргәмдә килгән әсәйем,– иртә кейәүгә сыҡҡайны. Таллы ҡыҙҙары оҙаҡ ултырмай улар...

– Таллы?

– “Пятый бригад” тип хәҙер генә әйтәләр, элек Таллы ине ауылдарының исеме.

Ете ылау. Тағы берәүһенең эргәһенән әле йүргәктән дә сыҡмаған бәпес күтәргән йәш ир атлай. Бәпес илап-илап ала, тәзелдәп. Тауышына ҡарағанда, күп булһа ике-өс айлыҡтыр, имсәк һорайҙыр сабый. Әсәһенең күкрәге һулығанын белмәйҙер. Аһ! Сабырлыҡ бир, Хоҙай! Шул тиклем ауыр хәсрәт һалғас, күтәрер түҙемлеген дә бир!

Пятый бригадҡа тиклем оҙатып барҙы халыҡ ылауҙарҙы...

Иртәгәһенә ерләнеләр. Ете ҡәбер ҡаҙылған. Беҙ, өй тулаһы ҡатын-ҡыҙ, Таллыға барманыҡ. Хәҙер мин ул ауылды тик шул яғымлы атамаһы менән генә йөрөтәсәкмен.

Сөгөлдөр баҫыуында эш өҫтөндә һәләк булған апайҙарҙың өсө менән етеһен уҙғарғас, Толпарлыла, кәнсәләр алдында, матәм митингыһы булды. Өҫтәл ҡуйылған, артына ултырғыстар теҙелгән. Райондан ҙур етәкселәр ҙә килгәйне. Улар, халыҡ илашып, хушлашыу һүҙе әйтер ҙә таралышыр, тип көткәндәрҙер? Толпарлы кешеләрен яҡшы белмәгәс?

Әллә ниндәй шомло көй уйналғандан һуң, парторг Ғилман ағай көр тауышы менән матәм митингыһын асып ебәрҙе, райком вәкиленә һүҙ бирҙе. Уныһы уңыш өсөн көрәш, хеҙмәт батырлығы хаҡында оҙон ғына телмәр тотто. Ахырҙа яҡындарын юғалтыусыларҙың тәрән ҡайғыһын уртаҡлашты. “Беҙҙең ҡәҙерле сөгөлдөрсөләребеҙҙең ҡаһарманлығы мәңгегә онотолмаҫ!”– тип тантаналы вәғәҙә бирҙе.

– Төкөрҙөк беҙ һеҙҙең шалтырауыҡ хәбәрегеҙгә, туйҙыҡ вәғәҙәләрегеҙҙән! – тип алғараҡ ынтылды шул саҡ дүрт бала эйәрткән ағай. – Бына был балаларға әсәйҙәрен ҡәберҙән торғоҙоп ултыртып булмай хәҙер!

Халыҡ геү килде, өҫтәл яғына бер-ике аҙым атлап ҡуйҙылар. Аҡназар ағай, уң ҡулын күтәреп, һүҙ ҡатты:

– Ағай-эне, был – траур митингыһы, колхоз йыйылышы түгел!

– Ә булһын колхоз йыйылышы, ана, район кешеләре килгән, бигерәк йәтеш! – Халыҡ араһынан кемдер шундай ҡотҡо ташланы, һәм башланды:

– Ҡасанан бирле әйтә киләбеҙ: нишләп һаман будка төҙөтмәйһең, Аҡназар?

– Ҡола яланда, хәжәт итер әбрәкәй ҙә юҡ!

– Будка булһа, йәшен атмаҫ ине берәүҙе лә.

– Мал хәтлем дә күрмәйҙәр әҙәм балаһын.

– Былтыр һыуыҡ тейҙереп нисәмә ай бальниста ятты Мәҡсүт бисәһе! Көҙ етһә, инеп йылыныр мөйөш юҡ. Һыуыҡ ерҙә көндәр буйы ултырып, ҡатын-ҡыҙ тағы сирләп бөтәсәк...

– Бала таба ла алмаясаҡтар тора-бара.

Шул мәл Аҡназар ағай тағы уң ҡулын күтәреп, һауаны телгәндәй хәрәкәт яһаны:

– Етәр, ағай-эне! Бисәләрегеҙҙәң бала табыу-тапмауы беҙҙән тормай!

Әйтеп тә бөтөрҙө шул һүҙҙе, йәш кенә бер ир, туп-тура атлап барып, рәйескә тос йоҙроғо менән берҙе ҡундырҙы ла ҡуйҙы. Халыҡ ҡапыл шымып ҡалды. Өҫтәлгә табан тағы бер-ике аҙым эшләнде.

Шул саҡ, тамағын ҡырғылап, таяҡҡа таянған Бүреһуҡҡан олатай алға сыҡты.

– Әйтелгән барлыҡ тәнҡит тә хаҡ, – тине ул. – Мин дә, ошо ауылдың аҡһаҡалы, үҙебеҙҙең ҡорҙоң фекерен еткерәм тип торам. Беҙ, ҡарттар, китеп бөтөп барабыҙ, донъя һеҙгә ҡала – әҙәмсә йәшәгеҙ! Һин, Аҡназар ҡусты, уҙынма улай. Халыҡтан ҙур булма! Йоҙроҡ уйнатырға ярамай, һин дә, кем, Рамай ҡусты.

Ошонда бөтһөн. Юғиһә, бөтә ауыл менән ҡаршы жалыу ебәрәсәкбеҙ: Аҡназар башта үҙе ҡул күтәрҙе, тип. Толпарлыла дүрт йөҙләп өй, ә өй һайын нисә кеше? Һин – бер үҙең, түрәлегең дә нисшут булыр... Ә район вәкилдәре Сәмиғуллин менән кәнсәләргә инеп киткәйне, күрмәнеләр. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, рәйес ҡусты, һин дә, парторг ҡусты, Искәндәр ҡусты, понимаешь ли, бөтә булған тәнҡитте буйығыҙға һеңдерегеҙ, ҡарар ҡабул итегеҙ һәм халыҡты таныштырығыҙ. Будкалар, бәҙрәфтәр, нимә талап ителә – эшләтегеҙ, әтеү, имеш, көрәш, ҡаһарманлыҡ – һуғыш яланымы әллә ул ысвикла баҫыуы?! Вәт.

Халыҡ та, Бүреһуҡҡан олатайға ҡушылып, бер һулышта ҡабатлап ҡуйҙы:

– Вәт!

Шунан, матәм митингыһын ябыу тураһында иғлан итергә тотонған Ғилман ағайҙы тыңлап та бөтмәй, таралыштылар.

Ҡартәсәйем менән мин Бүреһуҡҡан олатайға ҡатар атланыҡ. Әсәйем менән Гөлбикә апай илашып торған ҡатындар янында ҡалды.

– Әбейем сирләштерә, – тине олатай төшөнкө тауыш менән. – Килмәҫ инем, ошолай булырын һиҙеп килдем бында ла. Шашты был рәйес, ҡара һин уны!

– Ләғәнәт! – Ҡартәсәйем тағы шул ҡарғышын ҡабатланы.

– Улай уҡ түгел инде, Рәйхана, – тине олатай. Ҡартәсәйем өндәшмәне. – Рамайҙы күр, ҡыҙыу баш. Ҡатыны вафат, ҡулында имсәк балаhы ҡалды, ҡайғыһы ҙур, әммә рәйес һынлы рәйестең ҡолаҡ төбөнә тондорорға түгел дәһә? – Үҙе шулай ти Бүреһуҡҡан олатай, ә тауышынан һиҙәм: бик тә күңеле булған Рамайҙың ҡылығына. Ир-ат мәсьәләне шулай ҙа хәл итеп ҡуя шул, ҡатын-ҡыҙ шикелле сәрелдәшеп ирешеп тә тормай. Бына тағы бер айырма ике енес араһында?

Өйгә ҡайтып ингәс, күнегелгән күренеште күреп, эсем йылынды әҙерәк: өләсәйем ике ҡулын ике яҡҡа – игеҙәктәрҙең яурынына һалған, өсәүләп ултырған килеш йоҡлап киткәндәр. Беҙҙе көтөп арығандарҙыр. Өләсәйемде бәпкәләрен ҡанат аҫтына алған инә ҡаҙға оҡшаттым. И, өләсәкәйем, инә ҡаҙҡайым, ана, уянды ла үҙе. Йөҙө борсоулы, күҙендә мөлдөрәмә һорау.

– Халыҡ сығырынан сыҡҡайны, ҡара ҡайғынан. Аҡназарҙың өҫтөнә менеп баралар ине, Әхмәҙин ағай сик ҡуйҙы, – тине ҡартәсәйем.

– Әхмәҙин булғас... – тип өләсәйем еңел һулап ҡуйҙы.

Әммә ҡайғы яңғыҙ йөрөмәй... Иртәгәһенә иртүк Бүреһуҡҡан олатай килеп инде, таяғы менән туҡылдап.

– Нурия, һинең күҙең осҡор, кисә кеше араһында Әсәнде күрмәнеңме? – тип һорайсы ул.

– Юҡ, күҙемә салынманы, – тим.

– Ғәжәп? Ҡалмай торғайны ундай ерҙән, халыҡ ҡайҙа, ул шунда ине.

– Ай, олатай! – Ҡапыл, ҡорт саҡҡандай, һикереп киттем, Иҫәр Әсәндең теге юлы Толпарсыҡҡан күле буйында әйткәндәре иҫемә килеп төштө. – Мин ғәйепле, олатай! Ул апайҙар үлмәҫ ине, мин шулай һиңмай булмаһам. Ни бынау Мәүлиҙә мәүеше иҫһеҙ! Бына нисек сиселде Әсәндең юрамышы!?

Ҡартәсәйем менән Бүреһуҡҡан олатай шаҡ ҡатып ҡарап тора.

– Баштан һөйлә, кешесә, – тине ҡартәсәйем ҡәтғи тауыш менән. Һөйләп бирҙем теҙеп Толпарсыҡҡанда ишеткәндәремде.

Бүреһуҡҡан олатай оторо борсолоп мөңгөрҙәне:

– Ете ылау, тигән... Мин Әсәндәргә барып урайым әле. Әсәһе өсөнсө көндө үк өлкән улына, Әнкәләр осона, китеп бара ине, ҡайтты микән? Кире әйләнгәндә һуғылып китерем тағы һеҙгә.

Һуғылды. Ҡартәсәйем тәҙрәнән үк күреп әйтте: “Алама хәбәр килтерә, буғай”.

– Әсән үҙенең мөйөшөндә үлеп ятҡан, бисара. Әсәһе өлкән улынан ҡайтмаған икән һаман. Күршеләре шунда йүгерҙе. Илар инде ҡарсыҡ, иҫәр булһа ла, ғәзиз инде бала, бәй... Ярай, мин китә һалайым, Көләкәсем дә сирләп кенә тора ошо осор. – Бүреһуҡҡан олатай китергә йыйынғайны, ҡартәсәйем өгөтләп сәйгә ултыртты:

– Күпме ер йөрөп килдең, арының, Әхмәҙин ағай, сарсаның, сәй эсермәй ебәрмәйем. Көләкәсеңә ҡоймаҡ төрөп ҡуйҙым, ҡайтҡас һыйларһың.

– Әсәндең йөрәге күтәрә алмағандыр анау фажиғәне, – тине олатай сәй эскәндә. – Аҡыллы, илгәҙәк, матур малай ине, ҡойон эсендә ҡалып шулай бер төрлөгә әйләнде бит, бахыр. Биш йәшлек сағы ине, шикелле, ә, Рәйхана?

– Шул самалыр. Ен ҡағылған инде Әсәнгә. Ҡойон, осороп йөрөтөп, Биксәнәй яғында ҡалдырып киткән. Иҫе китеп ятҡанында, һыуға барған ҡыҙҙар күреп, һыу бөркөп аңына килтергәндәр.

– Ҡурҡып ҡалған, йөрәге насар шуға.

– Ә күрәҙәселеге? – тип өлгөрҙөм Бүреһуҡҡан олатай китә башламаҫ элек.

– Диуаналарҙың... ниндәйҙер һиҙеме бар уларҙың, – тине олатай (ҡартәсәйемдең фекере ҡеүәтләнде). – Беҙ үҫмер саҡта, Рәйхана, хәтереңдәме, хыялый Шәмсисибәр әбей була торғайны? Шул әйтте миңә, теләгәнеңде ала алмаҫһың, тип. Ышанманым: “Алам тигән – ала ала, барам тигән – бара алмай”, – тип көлдөм. Мәҡәл шулай ти ҙәһә. Ә бит дөрөҫкә сыҡты уның юрауы, йәнем һөйгән йәр эләкмәне миңә... Йә, ярар, ҡуҙғалайым, Көләкәсем көтөк булғандыр.

Һүҙен ошо урында өҙөп, Бүреһуҡҡан олатай ҡайтыр яҡҡа ҡуҙғалды. Мин һораманым: “Кем ине, олатай, йәнең һөйгән йәр?”– тип. Төшөндөм. Ҡартәсәйемде һөйгән ул. Һатыбал дуҫының юлына арҡылы төшмәгән. Уф, булған бит борон заманда шундай мөхәббәттәр!

... Айҙың тулған сағы. Тәҙрәнән туп-тура күҙгә баға ла тора, йоҡларға бирмәй. Уға арҡамды ҡуйып та ятам, барыбер күҙгә йоҡо килмәй. Аптырағас, мин дә Айға ҡарайым. Ярабби! Был Айҙың күҙенә ҡан һауған? Ул түп-түңәрәк һәм ҡарағусҡыл ҡыҙыл төҫтә – әллә беҙҙең ошо көндәрҙә күргән хәсрәттәребеҙ уны ла ҡан илатамы?

Тағы өс көндән Көләкәс Сәғүрә инәй донъялыҡтан үтеп китте. “Йөҙөндә йылмайыу сырамыты ҡалғайны, ифрат та күркәм холоҡло ине, әхирәткә лә йылмайып үткән“, – тине ҡартәсәйем, мәрхүмәне йыйыштырышып ҡайтҡас. Минең күҙемдәге hорауҙы шәйләптер, бер ыңғай аңлатып ҡуйҙы:– Баҡый донъя – мәңгелек әхирәт, фанилыҡтағы дуҫ-әхирәттәр – бер ғүмерлек. Әхмәҙин ағай хәҙер нисек йәшәр инде яңғыҙы. Көләкәсе иртәрәк китте, нәҫел сире – ашҡаҙан рәнйеүе алып китте...”

Бер ҡараһаң, ҡаты бәғерле кеүек ҡылана ошо ҡартәсәйем. Ә икенсе ҡараһаң, тормош ҡанундарын үҙгәртеп булмай ҙаһа. Тыуым булғас, үлем дә бар. Быны мин, ике оло ҡатын тәрбиәһен күргән бала, күптән аңлағанмын һәм ҡабул иткәнмен.

– Инде Толпарлыға юлды онотоп торор бер аҙға Ғазраил ғәләйhиссәләм ... – Ҡартәсәйемдең был һүҙе лә ғәжәпләндермәне. Башҡа нәмә ғәжәп миңә: нисек күтәрә ала әҙәм иҫ киткес ауыр ҡайғыларҙы, нисек күнә? Яҡын кешең вафат булғас, йөрәккә ҡырҡ шырпы ҡаҙала, көн hайын береhе, ә ҡырҡ көн үткәс – һуңғыһы һына, тигәндәрен ишеткәнем бар. Һынғас, тимәк, осо тороп ҡала йөрәктә, барыбер ҡала...

14

[edit]

Мин үҙемде берсә, өләсәйем әйтмешләй, "аҡыл мискәһе" итеп тә тойоп алам. Һәм быға хәтәр ғорурланып йөрөйөм, уның һайын күберәк белергә, мискәмде тиҙерәк тултырырға тырышам. Ә хәҙер әллә ҡойоға әйләнеп киләм, гүйә, тәрәнәйә барам, тәрәнәйә барам... Белгәнемде бүлешеп тә торам, әммә кәмемәйем һымаҡ. Ҡойоноң да шулай, һыуын алған һайын, артыла ғына. Тик миңә өләсәйем һәм ҡартәсәйем менән сағышырға иртә әле, башым йәш. Улар, исмаһам, ҡойо: өләсәйемдең оҙон ғүмере, орденға лайыҡ хеҙмәте, мөхәббәт ҡиссаһы; ҡартәсәйемдең ҡатлы-ҡатлы зиһене, тормош һабаҡтары — һайыға торған түгел. Миңә, улар иҫән саҡта, шул ҡойоларҙан күберәк аҡыл, иман, фәһем алып ҡалырға кәрәк. Ниндәй бәхетлемен, аңлай белһәм, күңелемде ҡорғаҡһыуҙан, хыялдарымды ҡороп ҡыуарыуҙан, аҡылымды ахмаҡланыуҙан ҡурсырға янымда ике ысын ҡойо бар, һәм мин улар менән ҡан тамырҙары аша тоташҡанмын. Аңлай беләмме ошоларҙы? Беләм кеүек. Мин әле үк, бәғзе таныш ҡатын-ҡыҙға ҡарап, кеме өләсәй тәрбиәһе алған, ә кеме юҡ — күреп торам. Салпа, мәҫәлән, өләсәй төҫө күрмәй үҫкәндер. Күҙ йомоп әйтәм, берәүҙән дә һорашҡаным да юҡ — шулай микән?

Кисә Гөлбикә апай менән Биксәнәйгә барғайныҡ, уның һыңар алҡаһын эҙләргә. “Иртәнсәк һыуҙан ҡайтышлай ғына төшөп ҡалған, ҡойоноң көҙгөһөнә ҡарағанда, алҡаларым бар ине ҡолағымда”, — ти. Ә беҙ бөтәбеҙ ҙә шулай ғәҙәт иткәнбеҙ: һыу алыр алдынан – көҙгө сайпылмаҫ борон һәм тулы биҙрәләрҙе көйәнтәгә элгәс – ҡойо тоноҡланғас, Биксәнәйгә ҡарап йөҙөбөҙҙө, кәүҙәбеҙҙе күреп төҙәнәбеҙ ҙә рәхмәт әйтәбеҙ. Өләсәйҙәрҙән ҡалған ырым. Ә Биксәнәй ул шундай саф, сөбөрләп кенә ағып ята үҙе. Бураһы юҡ, эйеләһең дә һирпеп алаһың һыуын. Бейек, тарбай ҡайын күләгәһендә ул гелән, шуғалыр һыуы һалҡын, көҙгөһө төҙ, матур күрһәтә. Ҡыштарын мәке уябыҙ...

Табып була тиме ни алҡаны, юл буйына үлән күпереп үкән, күпме ҡыҙҙар үткәндер көйәнтәһен бәүелдереп бынан... Шулай илтифатһыҙ ғына аяҡ аҫтын ҡараштырып килһәм, ялтыраны бит апайымдың ҡомартҡыһы — үлән һабағына эләгеп тора. Боронғо көмөш алҡа, гөл япрағына оҡшатып һуғылған. "Әсәйемдең төҫө, берҙән-бер хазинам", — тип, әй, ҡыуанды Гөлбикә апай.

Күтәренке кәйефебеҙҙе мөлдөрәмә көйө генә алып ҡайтып барһаҡ, йәмһеҙ ҡатын-ҡыҙ тауышы, бала илағаны ҡолаҡҡа салынды. Салпаның әсәһе ихатаһында, буғай? Оҙаҡламай уларҙың өйө эргәһенән үтеп китәсәкбеҙ. Шул мәлде ҡапҡалары асылып, унан сәстәре ялбыраған ҡыҙ бала атлығып сыҡты ла, ҡайҙа барырға белмәй, беҙгә ҡаршы йүгерә башланы. Уның артынса Салпа күренде (ҡулына әллә арҡан тотҡан?), баланы баҫтырып тотоп та алды. Уныһы: "Ҡотҡарығыҙ!" — тип ҡысҡырып, ергә йығылды. Салпа, ҡулындағы йыуан арҡан менән һелтәнеп, ҡыҙын туҡмарға кереште.

— Үлтерә бит баланы! – Ҡыҙыҡайҙың өләсәһе шулай һөрәнләп, галошын да ҡатырға онотоп, ойоҡсан уҡ тышҡа тәнтерәкләп сыҡҡан. Гөлбикә апай былар яғына ташланды, мин дә уға эйәрҙем. Саҡ йолҡоп алдыҡ ҡыҙыҡайҙы күҙе аларған Салпаның ҡулынан. Үҙебеҙгә лә эләкте арҡан осо, Гөлбикә апайҙың ҡулы, минең маңлайым күбеп сыҡты.

Сараһыҙлыҡтан: "Милиция!" — тип ҡысҡырғанбыҙ икән, шул тирәләге кешеләр йыйылып китте. Тиҙ үк Сәмиғуллин да килеп етте. Салпаға ул күптән теш ҡайрап йөрөгәнгә оҡшай.

Ҡыҙыҡайҙың сәс араһынан битенә һыҙылып ҡан аға, ҡулдары, беләктәре ҡыҙарып, буй-буй бүртеп сыҡҡан, күлдәгенең муйыны бүҫелгән. Шундағы ике инәй арҡаһын асып ҡаранылар ҙа иларҙай булдылар: "Уҫал ир ҙә былайтып ярмай бисәһен, ғейберәт, Салпа!" Сәмиғуллин шул урында уҡ hәләт кенә протокол төҙөнө. Ҡыҙыҡайҙың исемен, нисәнсе синыфта уҡыуын һорашты.

— Әл... Әлфирә менән бергә уҡыйым, — тине уныһы. Тимәк, Сәмиғуллин белгән был баланың язаланып йәшәүен, Әл һөйләгәндер. Бына, шаһиттар бар, форсат сыҡты ҡыҙыҡайҙы яҡларға. Һәм яҡлаясаҡ та Сәмиғуллин!

Ҡулына бығау һалып, үҙен арҡан менән яра-яра алып кит ине Салпаны, биклә ине теге тимер ишекле бүлмәгә. Йәл, Сәмиғуллин уға бығау һалманы. "Иртәгә иртүк минең кабинетҡа кил!" — тип әйтеү менән сикләнде.

Менәүәрә бит әле туҡмалған ҡыҙыҡайҙың исеме. Тулҡынланыуҙандыр, иҫемә төшмәй торҙо. Гөлбикә апайҙың ҡулына сытырман йәбешкән дә дер-дер ҡалтырап тора ул һаман. Әсәһе әйләнеп тә ҡараманы, ҡапҡаларынан инеп китте. Өләсәһе, нишләргә лә белмәй, ҡапҡа төбөндә ҡатып тора. Гөлбикә апай ҡыҙыҡайҙы етәкләне, үҙенә алып ҡайтырға булды, ахырыһы? Инде ҡуҙғалғайныҡ, Салпа урамға сығып баҫты, әммә ҡыуа төшмәне: “Әсәңдән һиңә ул төрөмщик яҡшымы хәҙер? Йүнле булғас, үҙе тапһын ине баланы, диуана!“— тип ҡысҡырып ҡалды. Беребеҙ ҙә боролоп ҡараманы, уның һайын ярһып аҡырҙы Салпа...

Гөлбикә апайҙарға инеп, ҡыҙыҡайҙы йыуындырып, сәсен ипләп тарап үреп, күлдәген ямап кейҙерҙек. Арҡан эҙҙәренә ҡаҙ майы һөрттөк, ҡалаҡ һөйәгенең тиреһе хатта ярылып киткәйне бахырҡайҙың. Гөлбикә апай уны үҙендә ҡунырға ҡалдырмаҡ ине, ҡартәсәйем тыйҙы. Ҡайтһын өйөнә, үҙ әсәһе, үлтермәҫ, йәнәhе.

— "Үлтерәм!" тип яр һалғанын ишетмәнең шул, — тинем.

— Өләсәһе иртәрәк донъя ҡуйҙы, ейәнсәрен баға алманы, әсәһе колхоз эшенән бушаманы, шуға ипһеҙерәк үҫте ул. (Әһә, дөрөҫ тойомлағанмын анау юлы!). Йәш сағында унса яһиллығы беленмәне, оҙон бөҙрә сәсле ҡыҙ ине, эйе, һылыу ине лә ул, бынағайыш... — Аптыранды ла, ҡартәсәйем сәйер һүҙ өҫтәне:— Ҡатын-ҡыҙҙың ҡанатын ҡырҡһаң, килегә ултырып осҡан Мәсекәй әбейҙәй, яуызға әүерәлә... Һылыу ҡыҙҙарҙың елек майын hурған, ҡан көҫәгән яуыз Мәскәй тураhында әкиәттәр уҡыған бар – Салпа оҡшап тора уға! Шул ҡотhоҙ апайҙың ҡанаты булғанмы?!

Шул ыңғайҙа иҫләп ҡуйҙым: көҙ етһә, йорт ҡаҙҙары, hимеҙ кәүҙәләрен күтәрә алмаhалар ҙа, осорға маташып бер була. Мәтәлләп килеп төшөп, имгәнеп тә ҡуйғылайҙар. Шуға ул ҡаҙҙарҙың ҡанат остарын киҫәләр.

— Ҡаңғыралар бит күккә ымһынып, — тип йәлләй уларҙы ҡартәсәйем, — кейек ҡаҙҙар осор мәл етә шул...

Ә Салпаның ҡанатын кем ҡырҡҡан (күңел ҡанаты хаҡында һүҙ барғанын аңлайымсы)? Исемен танһыҡлап тормаһам да, тарихын бик тә ишеткем килгәс, ҡартәсәйемдән һөйләттерҙем.

...Сәғүрә Аҡмәте ауылы егетенә ғашиҡ булған. Беҙҙең Толпарлыла үткән hабантуйҙа танышҡандар. Алыҫ түгел бит инде Аҡмәте, байтаҡ ҡына йәшерен күрешеп йөрөгәндәр. Йәйге тымыҡ кистәрҙә ике ауыл араһындағы аулаҡ урында — өйәңкеләр янында осрашыр булғандар. (Беләм мин ул урынды, Күрәнле ҡултығында, йыуан биш өйәңке үҫә.)

Егет ата-әсәһенең берҙән-бер улы икән. Белеп ҡалғандар ҡайҙа кем менән осрашып йөрөгәнен. Атаһы Сәғүрәнең әсәһенә барып, ҡыҙығыҙҙы алдырмаясаҡбыҙ, беҙҙең улыбыҙ уҡырға, һөнәр алырға тейеш, тип киҫәткән.

Әсәһе төрлөсә өгөтләп ҡараған Сәғүрәне, әҙәм көлкөһөнә ҡалырһың, башың хур булыр, тип тә ҡурҡытҡан, уныһы тыңламаған. Өйҙә атай кеше булһа, уның бер күҙ ҡарашы етер ине лә, юҡ шул, һуғышта башын һалған.

Теге Аҡмәте егете ата-әсәһенең һүҙен йыҡмай, уҡырға китә. Аҙаҡ армияға алына, ҡайтҡас тағы уҡыуын дауам итә. Онотҡанда бер хат яҙғылай hалдат сағында, hуңынан тауышы-тыны сыҡмай башлай егеттең. Ахырҙа, ҡала ҡыҙына өйләнеп, Өфөлә тороп ҡала. Сәғүрә уны оҙаҡ көтә әле ул... Ахырҙа, күрше ауылдан, Таллынан, бер тол ир һоратҡас, шуға бара ла ҡуя. Тәүге төндән һуң уҡ йәш килен күҙендә күк менән килеп ултыра иртәнге сәйгә.

— Өйәңке төбөндә эләгеп йығылған, — тип бер һүҙ менән аңлата ир үҙенең ҡылығын.

Шуның менән генә бөтмәгән шул, тағы ҡабатлана был хәл, тағы...

Ир быны әлеге "өйәңке төбө" тип битәрләй. Сәғүрә лә тик тормай: "Үҙең егет кеше инеңме ни?" — тип әрепләшә. Бер көндө, түҙмәй, йәш ҡатын әсәһенә ҡайтып китә.

Күп тә үтмәй, ауырға ҡалғаны беленә. Ул да булмай, ире лә уны алып ҡайтырға тип килә. Башҡаса ҡул күтәрмәм, тип тә әйткәс, тыуасаҡ бала хаҡын уйлап, Сәғүрә, иренә эйәреп, тағы Таллыға юллана.

Ҡыҙ бала тыуа. Менәүәрә. Бер сама йәшәп китәләр. Ҡулында имсәк балаһы булһа ла, Сәғүрәне колхоз төрлө эшкә сығара башлай. Ул замандарҙа иген утау булған. Аҡмәте яғында әле лә бар Толпарлының бойҙай баҫыуы, шунда йөрөп эшләгәндәр. Бер мәлде, көн үҙәгендә күләгәлә ял итеп алырға була, ҡатын-ҡыҙ әрәмәлеккә йүнәлгән, ә Сәғүрәне аяҡтары үҙенән-үҙе өйәңкеләр яғына әйҙәгән. Барһа, өйәңке төбөндә бер ир ултыра, ти. Аҡ күлдәк кейгән, башында һалам эшләпә — ят бер кеше. Әммә Сәғүрә уны арҡаһынан уҡ таныған — һөйгәне! Аҡылы әйтә икән: боролоп кит! Ә йөрәге ашҡына: ул бит һеҙҙең өйәңкеләр янына килгән, тимәк, хәтерләй, тимәк, һөйә һаман да! (Йәш саҡта бик һирәк инде ул аҡылдың йөрәкте еңгән сағы, тип ултырмалағы апайҙар хаҡ hынамыш әйткән ...) Башындағы яулығын сисеп, бөҙрә сәстәрен тағатып ебәрә лә алдына бара ла баҫа һөйгәненең Сәғүрә.

Унан инде — донъяларын оноталар. Йәш ир ҙә, эшләпәһен атып бәреп, тағалған толомдарын елгә сайҡалдырып, сикһеҙ тулҡынланыуҙан ҡалҡыу күкрәктәрен алҡындырып тын алған һылыуҙы ҡосағына ала...

Иген утаусылар: "Сәғүрә-әү, һин ҡайҙа?" — тип уны саҡыралар башта, аҙаҡ, бәпесен имеҙергә ҡайтҡандыр тип, оноталар быны. Ауылға ла үҙҙәре генә ҡайтып китә.

Ә Сәғүрә өйәңкелеккә ҡуйы эңер һарылғас ҡына иҫенә килә. "Хуш, мәңгегә, хуш!" — ти ҙә оло юлға йүгерә. Ни өсөн "хуш" һәм ни өсөн "мәңгегә"? Сөнки уның һөйгәненең дә ғаиләһе, балалары бар. Сәғүрә уға тиң дә түгел: ул — ғалим, абруйлы кеше.

Өйҙә иһә бәпес буҫығып илай, имсәк һорай. Ир эштән ҡайтҡан, ихатала үрле-ҡырлы һикерерҙәй үрhәләнеп, ярһып йөрөй. "Һөйрәлсек булды был килен аҡтығы",– тип ҡәйнәhе ағыуын сәсә. Шул мәлдә шәп атлауҙан биттәре ҡыҙарған, яулыҡсан ҡалып, бөҙрә сәстәре арҡаһына таралған Сәғүрә килеп инә ҡапҡанан. Уның матурлығы, йәшлеге ирен һоҡландырмай, һарыуын ғына ҡайната. Ҡатынының сәсенән усмаллап тотоп алып, һөйрәтеп йөрөп туҡмарға тотона. Бая ғына әле был ебәк бөҙрәләрҙе һөйгәне бармаҡтарына ураған, наҙлы һыйпаған ине... Шунда йәш ҡатындың күңелендә тәү тапҡыр сабыйына ҡарата үпкә уяна: "Һин тип ошоға кире барҙым, — тип һуҡрана эсенән, — һин булмаһаң, китер инем ҡалаға, ул һулаған һауаны һулар инем, исмаһам!"

Теге көндөң иртәгәһенә ире, һиҙенеп, өйәңкеләр янына барып урай һәм ҡатынының яулығын, шунда уҡ тәгәрәп ятҡан эшләпәне күрә. Алып ҡайтып, битенә бәрә тапҡандарын, һыу эскеһеҙ итеп тағы туҡмай. Хатта уҫал ҡәйнәһе түҙмәй, киленен аралап ала.

— Нишләп ҡаршы һуғышмайһың? — ти ҡәйнә, — элек бер ҙә бирешеп бармай инең дәһә. Көсөң бар. Күҙеңә күк төшөү – бер, берәй ағзаң һыныу икенсе, бәй-бәй...

— Үлтерһен дә ҡуйһын, йәшәгем килмәй!

— Үлтерhә – бер хәл, зәғифләнеп, кеше көнлө булып ҡалhаң? Ә бала, уны уйламайһыңмы? — Ҡәйнә шулай ти, аптырап.

— Шул бала ғәйепле, уның хаҡына башымды ҡабат тамуҡҡа тыҡтым! — тип Сәғүрә үкһеп илай.

Шунда була уның һуңғы илауы. Ике йыл бала тапмай, имгәнгәнмендер тип һөйөнә. Үҙен дә, ҡыҙын да йүнләп ҡарамай, өйҙә, ен алмаштырған кеүек, әрләшеп тик йөрөй. Ире лә бик оронмай башлай, әммә ҡырыҫлығын ташламай. "Яратып алды улым һине, шуға ғәфү итә алмай", — ти ҡәйнәһе. Ә Сәғүрәгә барыбер: кәрәкмәй ҙәһә уға был ирҙең яратыуы. М енәүәрәгә өс йәш тигәндә, Сәғүрә тағы ҡыҙ таба. Шунан тағы... Өс ҡыҙҙан һуң — малай. Бойҙай араһында бер арпа. Үҙҙәре матурҙар. Мөхәббәтһеҙ ҙә шундай балалар тыуыр икән?

— Баланың бер ғәйебе лә юҡлығын аңламай микән ни ул Салпа? — тинем, ҡартәсәйемдең һөйләгәндәрен зиһенемдән үткәреп бөткәс.

— Аңы буталғандыр уның, ире гел башын төйөп бәргесләгән элек.

— Ә хәҙер?

— Хәҙер Салпа уның үҙен бәргесләй, ти, көйәнтә эләкһә – көйәнтә, уҡлау эләкһә, уҡлау менән.

— Әстәғәфирулла!

— Шулай тиең, ҡолоҡасым, һин дә ҡыҙ бала, алама кешенән Хоҙай үҙе аралаһын. Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете — ирҙән ул.

— Салпа үҙе ғәйепле бит?

— Кисерер ине, ирен әйтәм, йәшкә лә олораҡ, йәмәғәте лә булған Сәғүрәгәсә. Ул йомшаҡ мөғәмәләлә булhа, ҡатын ни баҫылып, бала бағып, әүрәр ҙә китер ине. Сәғүрәhе лә, дыуамаллығына барып, үҙенә теймәҫте даулап... Кемдең мөхәббәте булмаған йәш саҡта, ә кеме ҡауышҡан тәүге һөйгәне менән? Меңгә берәү ҡауышалыр...

— Меңгә — берәү?!

– Яҙмыш ғәли йәнәптәре, ҡолоҡасым, яҙмыш...

Был һөйләшеү тағы сөгөлдөр баҫыуында һәләк булған ете апайҙы иҫемә төшөрҙө. Араларында йәш кенә ҡыҙ ҙа бар ине, бәлки, бисараҡай йәр һөйөп тә ҡарамағандыр әле. Яҙмыш! Ниңә шулай аяуһыҙ? Ни хаҡына?! Татлы тамыр өсөн көрәшеп... Риүәйәт булып ҡалған "Ете ҡыҙ"ҙың ҡаһарманлығын аңлайым да, аҡламайым да әле — үҙҙәрен ҡорбан итеүҙәре намыҫтары, сафлыҡтары хаҡына! Ә сөгөлдөрсө “ете ҡыҙ” — йәшен ҡорбаны. Юҡ, йәшенгә һылтау дөрөҫ түгел. Улар — битарафлыҡ, буш вәғәҙәләр, проценттар ҡорбаны. Хаҡ әйтте теге юлы кешеләр. Йәшен ҡайтарғыслы будка булһа, фажиғә уртаға ярылған ҡайындың ҡара яныуы менән генә сикләнер ине. Ә былай, еүеш тәндәр, тере йәндәр аша үтеп киткән шул үлемесле ток...

Америкала иң ҡурҡыныслы енәйәтселәрҙе электр ултырғысында язалайҙар, ти. Таллының "ете ҡыҙ"ының ни гонаһы бар ине һуң?! Берәй ҡасан күңелемде айҡауҙан туҡтар микән ошо хәтлем оло ҡаза, белмәйем…

Ике көн уҙғас, Гөлбикә апай менән мине ауыл Советына саҡырҙылар. Салпа Сәғүрәне тикшерәләр икән. Мин ҡартәсәйем менән барҙым, балиғ түгелһең әле, тип ул үҙе эйәрҙе.

Махсус комиссия йыйылған. Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы, мәктәп вәкилдәре һәм, әлбиттә, Сәмиғуллин.

“Нимә эшләгән?” тигән һорау юҡ, ауыл энәнән епкә белә хәлде. Нишләтергә, ниндәй сара күрергә – мәсьәлә шулай тора. Салпаның тетмәһен теттеләр генә. Төрмәгә ябырға итәләр әллә? Менәүәрә лә шунан ҡурҡты, ахырыһы, илап ебәрҙе:

– Әсәйемде ултыртмағыҙ, зинһар, өс туғаным бар өйҙә. Тик мине уға бирмәгеҙ, өләсәйемдә ҡалам.

– Эшкә эшкинә башланың бит, ҡас, ана шулай, – тип әрләшергә иткәйне Салпа, Сәмиғуллин тороп баҫҡас, ауыҙын йомдо.

– Бала Толпарлыла, өләсәһендә, йәшәһен, уҡыуы барыбер ошонда. Тағы ла бер ҡул күтәрһәң уға, әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителәсәкһең. Закон балаларҙы яҡлай һинең кеүек бәғерһеҙ әсәләрҙән, статья бар!

Сәмиғуллин күн папкаһын асып, ниндәйҙер ҡағыҙға текләп шуларҙы әйтте лә папкаһын шап иттереп япты, бүлмәләгеләр терт итеп ҡалды.

15

[edit]

Һуңғы аралағы йән тетрәткес ваҡиғалар ауылдағы ләстит баҙарын баҫырып торған икән. Йөрәккә ҡаҙалған теге ҡырҡ шырпы һынып төшөүгә, ҡолаҡтар тағы ишетә башланы.

Ауылда бер түгел ике тыума донъяға килгән, бер нигә ҡарамай үҫеп яталар, имеш. Былтыр көҙ сөгөлдөр ташырға килгән һалдаттарҙан, ти. Бәлки, уларға япhараларҙыр? Әммә Ҡарағаш танмай, маҡтанып әйткән хатта: “Һеҙҙең кеүек ауыл хөрәсәндәренән түгел, полковниктан малай таптым!” – тигән. Унда фатирҙа майор торғанын белә ләһә халыҡ. Фәстереп ебәрә инде. Бер арала район колхоздарында эшләгән хәрбиҙәрҙе тикшереп, ҙурыраҡ званиелыһы ла килеп киткәйне, шул полковник булдымы икән ни? Шунан эләктереп ҡалды микән малайҙы Ҡарағаш?

Ошондай хәбәрҙәр, тулҡын-тулҡын булып килеп, ишектәрҙе, тәҙрәләрҙе ҡаҡты, күңелдәрҙе болартты. Ҡырҡҡа китеп барған Ҡарағашты әллә ни сурытып һөйләмәнеләр, үҙе лә йәшереп тормағас, ҡарт көнөндә бер терәк булыр балаһы, тип хатта хуплағандай иттеләр. Ә бына ҡыҙлай хур булып, итәгендә бала алып ҡайтҡанды – тикшерҙеләр генә. Түбән ос Закир ағайҙарҙың ҡыҙы икән дәһә?

“Закир Мөслөйө, әйтәм, һөмһөрө ҡойолоп йөрөнө аҙаҡҡы ваҡыттарҙа. Бына, ышан ҡыҙҙарға. Атайлы бала бит әле...” Шулай һөйләнешәләр – ҡатындар ғына түгел, ир-ат та уларҙан ҡалышмай. Минең кеүек атайһыҙ балаларға әҙәп боҙһа ла ярай, уларса? Ошондай мәғәнәһеҙ ләститтәре өсөн ауылымды яратмай китәм ҡай саҡ. Атайһыҙ бала буламы ни? Йомортҡаһы атаһыҙ булһа, ҡаҙ сепейе лә яралмай донъяға. Шуны ғына белмәйҙәрме инде? Беләләр, белә күрә яһиллашалар...

Мәүлиҙә менән мин дә ситтә ҡалманыҡ, Толпарлыла ике бала яһап киткән оятһыҙ һалдаттарҙы бөтә белгән алама һүҙҙәр менән һүктек. “Кемдәр икән ул, беҙҙекеләр түгелдерсе?” – ти Мәүлиҙә. “Беҙҙекеләр” тип теге украин менән татар егетен әйтә инде.

– Булмаҫ, арыу кешегә оҡшағайнылар?

– Олексий алама егет түгелдер, – тип йүпләп ҡуйҙы Мәүлиҙә.

– Уныһы тағы кем?

– Алеша инде, Алексей. Украинса – Олексий. Ә минең исем уларса, беләһеңме, ҡайhылай?

– Ҡайhылай?

– Олена.

Асҡан ауыҙымды яба алмай торҙом. Телем тибрәлмәгәс, бармағым менән әхирәтемдәң түшенә төртөп, күҙ ҡарашым менән һораным:“Шул Олексийға ғашиҡ булып ҡалдыңмы әллә?”

– Юҡсы, – ти. Аңлаған һорауымды. Тимәк, ысын – күҙе төшкән украинға, сәсрәмәгере Дон казагына. Фуражкаһынан бөҙрәләрен өлпөлдәтеп сығарып, “дивчина” тип йөрөй ине шул уныһы, башҡорттоҡо кеүек ҡара күҙҙәренән осҡон сәсеп. Арбаған минең әхирәткәйемде!

– Хат алышаһыңмы? – Быныһын һүҙ юҡта һүҙ булһын тип кенә әйттем инде. Эштәр шуға барып етһә, мин беренсе белер инем. Улар һуңғы көндәрҙә генә күрҙе бит бер-береһен, адрес алмашып өлгөрмәгәндәрҙер. Оҙатҡанда ситкәрәк китеп һөйләшәләр ине, шунда Олена булып ҡалғандыр был Мәүлиҙә?

Теге ҡыҙҙың бала табыуы хатта былай ғәжәпләндермәгәйне мине – күрәһеләре шулдыр, өләсәйем әйтмешләй. Ә Мәүлиҙәгә ҡат-ҡат һынамсыл ҡарап ҡуймай булдыра алманым. Минән уҙҙырған бит! Ярай инде Әсмәһе, уның йәше лә етеп бара мөхәббәт өсөн, ә был – селбәрә, мәүеш... Уф, ниңә улай кәпкәкләйем әле бына тигән мап-матур әхирәтемде? Оят булып китте: әллә көнләшәм? Миңә егеттәр ҡарамағанға ул ғәйепле түгел дәһә.

Күңелем үҙгәләнде. Ҡайҙа барайым? Бүреһуҡҡан олатай менән Һарыгүҙҙе Балбабай (теге “Зөлхизә” ҡиссаһындағы Балбабайҙың улы, улар – нәҫеле менән умартасы, ҡушаматтары ла – нәҫел ҡушаматы) умарталыҡҡа алып киткән, йәйгелеккә. Элекке урман ҡарауылсыһына шунан да әйбәт урын юҡтыр, шатландым олатай өсөн. Фариза еңгәм йәйләүҙә һыйыр һауа, Хәйрулла ағай уны һуң ғына барып ала. Гөл менән Әл нишләй икән? Уларҙы бер-береһенән айырып алып булмай, татыу үҫкән апалы-һеңлелене... Бәс, Гөлбикә апайға инәйем, бая уның ҡапҡаһынан Менәүәрәнең кереп барғанын күреп ҡалғайным. Шунда йүнәлдем.

Былай мин ауылсы ҡыҙыҡай түгелмен, киреһенсә, йортауаймын. Бөгөнгөләй үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәгән саҡтарҙа ғына кемгәлер бараһым, һөйләшәһем, ә, бәлки, сер уртаҡлашаһым килеп китә. Өйҙә – игеҙәктәр бәләкәс, икәү-ара йәм таба улар; өләсәйем – бик өлкән йәштә; ҡартәсәйем үҙенә бикләнеп йөрөй әллә нимәгә; әсәйем hис эштән бушамай – әле, сөгөлдөрҙән арынып торғанда, колхоз келәттәрен ағартып йөрөй, эш хаҡына иген бирәсәктәр, ти...

Шулай икән шул: Менәүәрә Гөлбикә апай менән сөкөрҙәшеп ултыра. Хәтәр дуҫлашты улар. Әйтерһең, әсәле-ҡыҙлы булдылар. Ә Салпа ике-өс көн һайын килеп, ике ҡыҙын, малайын етәкләп алып ҡайта Таллыға, улары, апайҙарын һағынып, бәпкәләрҙәй теҙелеп килә лә етәләр Биксәнәй осона. “ Ҡайт, туҡмамайым бүтән”, – тип әйтә икән Менәүәрәгә әсәһе хәҙер.

– Ҡайтмайым, – тигән ҡыҙыҡай. – Өләсәйемә лә ярҙамсы кәрәк. Туғандарым үҫер әле, яңғыҙ түгелдәр, унда ҡартәсәйем бар… – Ныҡ биҙҙергән Салпа был баланы.

Инде өсәүләп: Гөлбикә апай, Менәүәрә, мин татыу ғына сәй эсеп ултыра инек, ҡартәсәйемдең ҡаты тауыш менән: “Сәғүрә, туҡта!” – тигәнен ишетеп, тәҙрәгә ҡапландыҡ. Салпаның ярһып килгәне күренеп тора: ҡулдарын ныҡ һелтәп, итәген елп-елп килтереп атлай. Улай ҙа туҡтаны, инәй кеше ҡушҡас.

Ҡартәсәйем уның алдына сығып, Гөлбикә апайҙың ҡапҡаһына юлын кәртәләне. Беҙҙе шулай күкрәген ҡуйып яҡларға сыҡҡан даһа ул. Ни булыр икән?

– Сәғүрә, – тине ҡартәсәйем, – һин оло һүҙен тыңлауҙан уҙғанһың, буғай, шулай ҙа әйтмәй ҡалмайым. Әйтмәһәм, гонаһ алырмын Хоҙай ҡаршыһында. Ике һорауым бар, тураһын яуап бир!

– Һорау алырға һин милиция түгел.

– Телләшмә, мин һинең әсәңдән өлкәнерәк. Яуап бир: Аҡмәте егетен яраттыңмы, әллә уйнаш ҡына иттеңме?

– Яраттым. – Сәғүрә яуап бирҙе.

– Мөхәббәт бәхетен татының, тимәк?

– Шуға ла эҫенә алманым был иргә. Ҡанһыҙ ул...

– Кемегеҙ ҡанһыҙыраҡтыр, уныһын... Ә һин беләһеңме, беҙҙең олоғара ауылда күпме ҡатын үҙенең беренсе мөхәббәте менән ҡауышҡан?

– Әллә?

– Һиңә генә ғәзизме ни ул һөйгән йәр? Яҙмышына яҙмағас, күнә ҡатындар, бауырына баҫа һағышын. Бала хаҡына йәшәй, балаһының атаhына бирә наҙын, көткән донъяһына исрафлай көсөн. Менәүәрә ғәйеплеме һинең Аҡмәте егетенә тиң булмауыңа?

– Тиң булмауыма?

– Дүрт бала тапҡан ҡатынһың, күҙеңде ас, ергә төш! Ул – ғалим, профессор, ти бит. Ете синыф белемең менән, ни күстәрерһең? Һөйөшөп кенә йәшәмәй ҙәһә ир менән ҡатын, тиң тороп һөйләшергә лә тейештәр.

– Етенсене бөтөрә алманым... – тине һүнгән тауыш менән Сәғүрә.

– Ярар, белемең дә ҡамасау булманы, ти. Ә холҡоң? Һинең һылыулығың, бөҙрәләрең күҙгә лә күренмәй салпалығың арҡаһында. Ирҙе ир иткән дә – ҡатын, хур иткән дә – ҡатын, тигәнде ишеткәнең барҙыр?

– Мин уға уҫал булмаҫ инем...

– Һөйләмә! Холоҡто үҙгәртеүе, ай-hай, ҡыйын ул.

– Теләһәң, үҙгәртеп була инде! – Сәғүрә тағы салпалана башланы.

– Ә һин теләп ҡара. Бына бөгөндән, тот та үҙгәрт! Ҡыҙҙарың киләсәктә ир ҡатыны, ҡәйнә килене, бала әсәһе булыр,– кемдән үрнәк алырҙар? Бәхетhеҙ, имеш, берәү... Ана, 17 йәшлек Таллы ҡыҙы хәҙер хатта бәхетһеҙ йәр ҙә була алмай, гүр ҡуйынында ята... Ҡартәсәйемде этеп ебәреп, килеп инерме ҡапҡанан, тиһәк, инмәне Салпа, боролоп китеп барҙы. Тәҙрәгә ҡапланып ҡарап, тыңлап тороуыбыҙҙы күрмәне лә шикелле. Әҙерәк башын эйеп барҙы ла, ҡапыл турайып, шәп итеп атлап китте.

– Телеңдән һөйөн, Рәйхана инәй, – тип ҡаршыланы беҙҙең янға ингән ҡартәсәйемде Гөлбикә апай. – Шәп әйттең тегеңә!

– Ҡатыраҡ та әйтер инем, йәлләнем. Иҫәүән, әллә ҡайҙа аҙашып ҡалған йәшлек мөхәббәте өсөн үҙ сабыйынан үс аласы. Шул тиклем дә яратҡас, иргә бармай ултырыр инең, фәрештә булып. Ә ул Аҡмәте егете тағы килеп ғишыҡ уйыны уйнап китергә лә күп һорамаҫ... Әммә бит алмаған ҡатынлыҡҡа? Үлеп яратһамы, ирҙәр аҡты-ҡараны айырмай, үҙенеке итмәйенсә туҡтамай. Әйтмәнем инде. Башы булһа, бер аңлар? Ҡартәсәйем, шулай тип һөйләнә-һөйләнә, Гөлбикә апай ҡуйған мендәргә арҡаһын терәне, күлдәк тышынан йөрәген һыйпап ҡуйҙы. Салпа hымаҡты бороп ебәреү өсөн тел көсө генә түгел, йөрәк көсө лә кәрәктер ҙәһә? Хәтеремә киртеп ҡуйҙым: был фекергә мин үҙем, үҙ аҡылым менән килдем.

Кискә табаныраҡ, өйҙө йыйыштырып, иҙәндәрҙе йыуып сығарып ҡына тороуыма, Гөл менән Әл килеп инде. “Үгеҙ йөҙөк” уйнарға сығайыҡ, тип өгөтләйҙәр. Күптән уйнаған юҡ. Сорлауыҡ та онотолдо. Хәҙер, үҫкәс, бала-саға кеүек йәшенмәк уйнағы килмәй. Ә бына “баҙар”, “үгеҙ йөҙөк” – ҡыҙыҡ. “Баҙар”ы – парлы уйын, уны йәш-елкенсәк ярата, Күрәнле ярында гелән шуны уйнаған булып, йәнәһе, егеттәр менән ҡыҙҙар ҡултыҡлашып йөрөйҙәр.

Беҙ Әнкәләр осона йыйылабыҙ. Бөгөн дә шунда барҙыҡ. Юл ыңғайы Харис, Сабир, Әшрәф эйәрҙе, Мәүлиҙә лә ҡыуып етте. Фариза еңгә эшкә китеп бара ине, уны ла көсләшеп, бер генә уйнап кит, тип күндерҙек. Силәбелә “күмер йөҙөк” тиҙәрсе быны, тине Фариза еңгә, уйынға ихлас ҡушылып. Фантик алдыҡ та йырлаттыҡ еңгәне. Беҙгә, ҡыҙҙарға, күҙ ҡыҫты ла малайҙарға ҡарап йырланы ул: “Һандуғас һайраған була, тешен ҡайраған була. Ат туғарып егә белмәй, ҡыҙҙар һайлаған була...”

Рәхәтләнеп көлдөк. Шәп тә инде Фариза еңгәм, йырлаһа, йыры килешә, һөйләһә – һүҙе. Бәхетле ҡатындар шундай була микән? Әллә кемдән ишетеп, тағы бер нисә ҡыҙыҡай, улар артынса Кәбир килеп етте. Фантикка кемеһе таҫма, кемеһе ҡулъяулыҡ биреп, йүгереп араға инеп тә ултырҙылар. Уйын ҡыҙҙы. Бәләкәс кенә ағас киҫәгенән ғибәрәт “үгеҙ йөҙөк”тө Гөл йәшереп йөрөй, Кәбир эҙләп табырға тейеш. Бөтәбеҙ ҙә устарыбыҙҙы йомоп, эҙләүсенең күҙенә кереп барабыҙ, “миндә” лә “миндә” тип йоҙроҡтарыбыҙҙы Кәбирҙең танау төбөндә өйөрөлтәбеҙ. Ҡайҙан белде, үтә күрәме әллә – килде лә минең ҡулымды тотто: “Ас усыңды!” Астым... Хәҙер инде:” Был фантикка ни сара?”– Күмәкләп хаҡ түләтәләр. “Кәбирҙе үбергә!” – тип ҡысҡырмаһындармы бер тауыштан. Алдан һүҙ ҡуйышҡандармы? Юҡтыр, мин уйындың башынан уҡ ошондамын.

– Йә, үп тә ҡуй, битенән генә... – Мәүлиҙә миңә шыбырлай. Битенән булмай, ҡайһы еренән үбергә тағы? Беҙ оҙон йыуан бүрәнәгә теҙелеп ултырып уйнайбыҙ. Мине төрткөләп торғоҙҙолар ҙа күҙҙәрен шар итеп ҡарап ултыралар: йә, үп! Нишләргә? Уйынды боҙорға ярамай, хыянат менән бер буласаҡ. Кәбир тора бағаналай ҡатып, исмаһам, ҡаршыма килеп баҫмай. Бөтә батырлығымды йыйып, янына барҙым. Ни өсөндөр ике ҡулым менән беләктәренән тотоп алдым, әйтерһең, ул ҡасып китә? Кәбирҙең тәне һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә дерелдәй һымаҡ тойолдо. Ҡурҡа әллә? Шул уй миңә ҡыйыулыҡ өҫтәне. Үрелеп битенән үптем дә ҡуйҙым. Камил менән Камила туғандарымды үпкәндәге кеүек, “суп” иткән тауыш сыҡты. Әллә тын да алмай күҙәткәндәр, шул тиклем дә асыҡ ишетелмәҫ ине...

Урыныма барып ултырҙым, өнмө был, төшмө, тип. Бындай хаҡты бер ҡасан да ҡуйғандары юҡ ине әле бер фантикка ла. Әтәс булып ҡысҡырабыҙ, һыңар аяҡта баҫып торабыҙ, йырлайбыҙ, бейейбеҙ, ә былай... Беләм, хәҙер китәсәк, бөтәһен дә сиратлап үбештереп сығасаҡтар. Тик мин – беренсе. Етмәһә – Кәбир менән!

Иртәгә тағы йыйылырға һүҙ ҡуйышып, таралыштыҡ. Тәмен тойҙоҡ уйындың?

Ҡайтып еткәс, Мәүлиҙә әйтмәй булдыра алманы:

– Үптең тәки Кәбирҙе, ҡыҙый?

– Һин уйлап сығарҙыңмы, Олена – дивчина? – тинем дә, үсегеп, йүгерҙем өй яғына. Үҙемә тейһәләр, мин яуапһыҙ ҡалмайым...

– Иртәгә сыҡ, Нурия, сөгөлдөр башланғансы уйнап ҡалайыҡ!

Мәүлиҙә шулай тип һөрәнләне. Тауышы көр сыҡты, мин уны үпкәләттемдер тиһәм, әлләһөйөнгән генә? Эйе шул, оҙаҡламай – тағы сөгөлдөргә, унда эштең иң ҡатыhы көтә: татлы тамырҙарҙы ҡаҙып сығарыу, таҙартып, тейәп дәүләткә оҙатыу.

Быйыл килер микән hалдаттар?

16

[edit]

Ошо осор яңғыҙлыҡ ярата башланым. Яңы өйҙә үҙемә тәғәйен эште үтәйем дә өләсәйемдең иҫке өйөнә кереп ултырам – ҡышын шунда быҙау ҡуябыҙ, оло hике аҫтына кәзә, һарыҡ бәрәстәрен бикләйбеҙ. Көнөнә бер яҡһаҡ мейесен – етә, бәләкәстәр йылыла ирәйеп үҫә. Беҙҙең дә йән тыныс, юғиһә, сатлама һыуыҡта бәрәстәр аҙбарҙа туңып үлгәне лә булды элегерәк. Яҙ килгәс, иҫке өйҙөң иҙәнен, һике аҫтын көл менән ҡырып таҙартып,тотош йыуып алабыҙ ҙа үҙебеҙ ҙә инеп ял иткеләп сығабыҙ. Ғөмүмән, көн йылыныу менән беҙ өс өй йыуабыҙ ул, өмә итеп. Өмә тигәс тә, шул Гөлбикә апай инде өмәсебеҙ, Фариза еңгәм ҡай саҡ булыша. Тәүҙә әле йәшәп ятҡан Яңы өйҙө, шунан баяғы иҫкеһен, иң аҙаҡтан етемһерәп ҡалған Атай йортон барып йыуабыҙ. Унда инер алдынан ҡартәсәйем ҡаты итеп тамаҡ ҡыра, тупhала уҡ доға уҡый. Йоҙаҡты асҡас, Өй эйәһенә һүҙ ҡуша башта: “Ғәфү ит, ташлап китте, тип асыуланма. Донъямды әйбәт көткәнһең, бур баҫмаған, ен эйәләмәгән, иншалла, рәхмәт һиңә...”

Ә мин иң тәүҙә ап-аҡ һөйән өрлөккә ҡарайым – барыбер ғүмергә атайым төҫө булып ҡалды ул.

Беренсе сиратта түшәм йыуыла, хәҙер буйым етә, йүкә йыуғысты ҡайнар һыуҙа кер һабыны менән күпертеп алып, өрлөктө ышҡыйым, сайҡағас, ҡулым менән һыйпап ҡуям. “Бүренең бүреһе, эттең эте үҙ юҫығына ҡайта...” тигән уй килә башыма. Әммә иламайым. Сөнки үҙемде һынағанмын, бер илай башлаһам, туҡтай алмайым, йылғам йырыла (әсәйем шулай ти).

Ҡартәсәйем йәл: уғата hағышланып китә был өйҙө йыуғанда. Күпме ғүмере ошонда уҙған даһа. Һатыбал олатайым ҡаҡҡан анау ҡара тимерҙән бөгөлгән боронғо ишек тотҡаһын. Түшәм таҡтаһындағы анау йыуан сөйҙә атайымдың, Шәрифә апайымдың сәңгелдәге эленеп торған... Шулай Зөлхизә өләсәйемдең иҫке өйөндә төрлө уйға сумып ултырҙым да Толпарсыҡҡанға һыу инергә барырға булып киттем. Яңы өйгә инеп ҡарсыҡтарыма күҙ-ҡолаҡ һалдым: өлкәне йөн тетеп, йәшерәге иләгән йөндө сиратып мәш киләләр. Минең әлегә кәрәгем юҡтыр, булһа, ҡартәсәйем күптән тәҙрә сиртер ине. Гелән шулай итә, мин уны иҫке өйҙән дә, баҡсанан да тиҙүк ишетәм дә йүгерә hалып килеп етәм. Күлгә үҙем генә йүгерҙем. Әйтәм дәһә, әллә нимәгә яңғыҙлыҡ көҫәйем. Етә килә, Толпарсыҡҡанда кемдер суптырлағанын шәйләнем. Тиҙ генә муйыллыҡ яғына ҡайырылдым, унан күлде күрәһең, ә үҙең күренмәйһең.

Ярабби! Күлдең ҡап уртаһынан ярға табан дүңгәләк-дүңгәләк тулҡындар таралды ла, бейеккә-бейеккә һыу фонтаны күтәрелде. Ҡояш нурына мансылып, һәр тамсы һыу, йөҙ ҡырлы аҫылташ кеүек, йәйғор төҫтәр балҡытты. Һәм шул сихри матурлыҡ эсенән ат башы күренде. “Толпар! Толпар сыға!” – тип һөрән һалғанымды белмәй ҙә ҡалдым. Тап шул мәлдә толпарҙың тотош кәүҙәһе hәм уның йылтыр шыма hыртында ултырған әкиәт батырының (Һәүбәнме?) һыны пәйҙә булды. Таныш таһа был батыр миңә: сандыр буй, төҙ арҡа, текә ҡаҡса яурындар – Кәбир?! Тап үҙе. Исламетдин ағайҙың Турайғырын йөҙҙөрә. Элек булһа, муйыллыҡтан йүгереп сығып, өндәшер инем мотлаҡ, был юлы оялдымсы– кемдән, Кәбирҙәнме? Бынағайыш...

Ул үҙе мине күреп ҡалған икән, осҡор күҙ. “Әйҙә төш, һыу йылы, – ти, – хәҙер Турайғырҙы ярға алып сығам да...”

Мин күп нәмәнән баш тарта аламдыр, моғайын, әммә Толпарсыҡҡанға килеп тә һыу инмәй ҡайтыу – быныһына көс етмәй.

Кәбир атын ярға сығарып йөрөгәнсе ҡойона һалып сығайым тиhәм, юҡ, өлгөрмәнем – һыуҙа донъямды онотам шул. Салҡан ятып йөҙәм күлдә, ул мине үҙенең ҡосағында һаҡ ҡына бәүелтә. Ә күктәге ҡояшҡа тура ҡарарлыҡ түгел, керпек аша ғына, күҙемде кәртәләп бағам. Шөһрәтле Күккә, илаһи Ҡояшҡа мин, Ер балаһы, рәхмәтле кеселеклелек менән, үҙемдең ябай бер әҙәми, тәбиғәттең бер күҙәнәге генә икәнемде аңлап табынам шул минутта. Ә эсемдәге тыумыштан хасил кесе йыһан, күңел-зиһенемдә киңәйә барған Оло йыһан?! Кесе йыһанымда мин, Аллаһ бирһә, үҙемә Ерҙә алмашҡа ҡалыр тоҡомомдо бар итермен, ҡаным менән һуғарып, хәтеремдәге бөтә мәғлүмәтте инселәрмен дәһә? Ә үҙемде Йыһан игеҙәге һымаҡ тойоуым, аҡыл һәм хыял сәме – Хоҙай үҙе биргән миңә был сифаттарҙы (тик миңә – әҙәм балаһына), тимәк, Оло йыһан менән кендек берлеге лә – ысын?! Ҡартәсәйем уҡыған дини китаптар ҙа томаналыҡ ҡалдығы түгелдер, сөнки уның тәфсирҙәре, уның өгөт-нәсихәттәре арҡаһында ла тыуа минең йәш башымда ошондай фекерҙәр...

Фани донъяла икәнемде иҫкә төшөрөп, Кәбир ярҙың иң текә урынынан күлгә һикерҙе. Тәрәнгә-тәрәнгә сумды ла баяғылай, нурға мансылып, ҡабат үргә атылды. Һикергәндә ҡулдарын ҡаушырып, аяҡтарын бергә ҡуйып, күл йөҙөн сирыштырмай ғына “суп” итеп төшөп китте ул төпкә. Һыуҙа балыҡтай йөҙә. Туҡта, ниндәй айҙа тыуған әле ул? Юҡ, “балыҡ” түгел. Августа уның тыуған көнө. “Арыҫлан?” Йондоҙнамә буйынса... тиҙ генә эстән барлап сыҡтым: көс, дәрт, ихтыяр, тоғролоҡ хас уға. Аҙаҡ, егет ҡорона кергәстер? Әле ни ул малай һымаҡ малай инде.

Шул саҡ Фариза еңгәм биргән китаптан уҡып белгән Һәүбән менән Нәркәс иҫкә төштө. Толпарсыҡҡандың иҫ киткес күл булыуы, тирә-яҡтағы гүзәллек тәьҫирендәлер, моғайын, Кәбир миңә Һәүбән һымаҡ күренде. Бына ул, һыу сәсрәтмәй генә, ҡул-аяҡтарын балыҡ йөҙгөсөләй итеп ишеп, эргәмә яҡынлаша. Мин, – гүйә, Нәркәс. Һәүбән, күрәhең, һыуҙа һүтелгән толомдарым менән шаярмаҡ булды, сәстәремдән ипләп кенә тартты ла: “Һаумы, Һыу инәһе, мин һинең тарағыңды таптым!” – тип битемә абаға япрағын ҡапланы. Мин үҙемде Нәркәскә тиңләһәм, имәнес Һыу инәһемен, имеш? Ул да Һәүбән булмаһын!

– Кит, шүрәле, ҡотто алдың! – тинем дә ярға йөҙөп киттем...

Әммә ҡайтҡас ни күреремде алдан белгән булһам, мин Толпарсыҡҡанда мәңгегә Һыу инәһе булып ҡалырға ла риза булыр инем!

Камила менән Камил, тыштан үрелеп, иҫке өйҙөң тәпәш тәҙрәһенән эскә ҡарап торалар. Ҡайтҡандар икән, Фариза еңгә уларҙы йәйләүгә эйәртеп алып киткәйне.Мин дә, шым ғына барып, быларҙың баш осонан өй эсенә күҙ һалдым. Ҡәҙимге өй, бер ҡыҙыҡ та юҡ: таҡта менән бүленгән түр яҡтың ишеге яртылаш асыҡ, ә унда – абау! Шүрәле, ти торғас, әллә ул өйөбөҙгә эйәләгән? Ишектән стена буйындағы һикенең бер өлөшө, урта тирәһе, күренә. Барсалы юрған өҫтөндә йыуан, тотош йөн ҡаплаған ҡул ята. Һыңар ҡул. Йымырлап арҡамдан һыуыҡ тир ағып китте. Күҙ ҡырыйым менән күрәм: өләсәйем менән ҡартәсәйем ҡайҙандыр ҡайтып киләләр. Гөлшәhүрә инәйгә барып әйләнгәндәрҙер, күп булhа, Гөлгәүhәр апай ҡунаҡҡа ҡайтҡан, тиҙәр ине.

Тәҙрәнән айырылырға итәм, юҡ, ҡуҙғала алмайым, әйтерһең, аяғым ергә ҡуша йәбешкән. Ул арала ҡарсыҡтар ҙа йәнәш тәҙрәгә килеп ҡапланды... Шып-шым торабыҙ шулай, бишәүләшеп.

Тора-бара башымда бер фекер остоғо ҡыймырланы: был ҡул таныш һымаҡ? Эсем әҙерәк йылынды был уйҙан, юғиһә Харис һөйләгәндәрҙе хәтерләп ҡотом алынғайны. Сорлауыҡ уйнағанда ул Ғәҙилә инәйҙең мунсаһына йәшенгән дә ләүкә аҫтында йөнлө, туғыҙ бармаҡлы ҡул ҡыймырлап ятҡанын күргән. Ҡурҡмайынса бармағын һанаған? Гелән шундай, юрамал, ҡот осорғос әкәмәт һөйләй ҙә йөрөй ул. Мин, әллә шул мунсалағы ҡул беҙҙең иҫке өйгә килеп ятҡанмы, тип торам? Бармағы бының бишәү...

– Ләғәнәт! – Ҡартәсәйем ҡапыл шулай тине лә игеҙәктәрҙе етәкләп алды. Миңә өләсәйемде өйгә индерергә ҡушып ымланы. Ошондай саҡта кемдеңдер ихтыярына тиҙ буйһонаһың, өләсәйемде тәҙрә эргәһенән ала һалып киттем. Ул да, Камил менән Камила һымаҡ, һис ни аңламай, мөлдөрәп миңә ҡарай. Әйтерһең, мин нимәлер беләм.

Бәс, иҫемә төштө: был бит Аҡназар ағайҙың ҡулы! Кәнсәләр йыйыштыра барғанда гел күрә инем ул йөнлө ҡулды – таныш шул... Нишләп ята икән рәйес беҙҙең өйҙә? Сирләп киткәнме? Әллә үлгәнме?! Өләсәйемде ярты юлда ҡалдырҙым да солан ишеген барып тарттым. Эстән бикле?! Уңарсы әсәйемдең ҡупшыға кейә торған зәңгәр брезент туфлийы, ирҙәр ботинкаһы күҙемә салынды. Фәhем бирмәгәйнем тәүҙә, эстә, ишек башында, әсәйемдең ҡыҙыл борсаҡ төшкән аҡ штапель күлдәге лә тора ине ләhә? Башымда, мейемдең ҡап уртаһында, электр лампочкаһы шартланы, быялалары тотош күҙәнәктәремә сәнселде, гүйә. Оҙаҡ баҫып торҙом кеүек тойолдо миңә дөм-ҡараңғылыҡ эсендә.

Ниһайәт, күҙ алдым яҡтырҙы. Иҫемә килдем: өләсәкәй күтәрмәлә мине көтөп ултыра ( тимәк, әллә ни күп тә ваҡыт үтмәгән теге шартлауға?), уны ипләп кенә етәкләп Яңы өйгә индерҙем, hикегә ыңғайлатып, яҫтығына башын терәттем – серем итеп алыр. Игеҙәктәр уңарсы ниндәйҙер уйынға мауыҡҡан.

Ҡартәсәйем, һиҙәм, урттарын сәйнәп, ут йотоп йөрөй. Атайым һуңғы тапҡыр, бөтөнләйгә тип, киткәндә, шулай иткәйне: өс көн ҡан төкөрҙө, үҙем шаһит.

Ә мин хәҙер килеп ап-асыҡ итеп аңлаған хәлде уйымдан ҡыуып сығарырға, аңламамыш булырға серәшәм. Сытырҙатып күҙҙәремде йомам, сәбәләнеп ҡулдарымды һелкеп-һелкеп алам, толомдарымды сәс төптәрем ауыртҡансы тартам – юҡ шул, күрҙем шул, аңланым шул! Ҡараһам, ҡартәсәйем ҙур шәлен иҙәнгә йәйеп һалған да үҙенең әйберҙәрен төрлө урындан: сөйҙән, урҙанан, һандыҡтан алып, шунда ырғыта башланы. Әллә беҙҙән китергә йыйына? Ҡаршы төшһәм дә, тыңламаясаҡ, уны үҙ ниәтенән сигендерер әмәл юҡ, беләм. Ә миңә нишләргә? Ҡайҙа сығып ҡасырға?

Тиҙ үк төйнәне монаятын ҡартәсәйем. Башындағы яулығын сисеп, дүрт мөйөшөнән дә тотоп һелкеп, эйәк аҫтынан шаҡарып төйөнләп бәйләп яңынан ябынды ла, йөгөн йөкмәп, ишеккә табан атланы. “Хуш” та тимәне, ҡайырылып та ҡараманы... Мин иҙән уртаһында һерәйеп баҫып ҡалдым. Шарт итеп ябылған ишек тауышына тертләгән игеҙәктәр уйынынан айырылып, өләсәйем сеременән айнып, – өс пар күҙ миңә төбәлде.

Үҙ ғүмеремдә тәүге тапҡыр таянысым юҡ ине минең. Киреһенсә, өс нарасый килеп миңә һыйынды. Ә мин ҡартәсәйемдең ҡатҡыл иңдәренә, әсәйемдең мамыҡ түшенә, Бүреһуҡҡан олатайҙың тарамышлы йылы ҡулдарына башымды терәр инем бығаса – ҡайҙа улар?!

– Ләғәнәт! – шулай тип ҡысҡырҙым да тышҡа атылып сыҡтым. – Ҡартәсәйем белеп әйткән, һиҙеп йөрөгән. Ләғәнәт!

Ҡысҡырған ыңғайға, күтәрмәнән үк, шунда ятҡан утын ағасын иҫке өйҙөң тәҙрәһенә быраҡтырҙым. Шалтырап быяла ҡойолған тауышҡа, аңыма килеп, туҡтап ҡалдым. Күҙ алдарым томаланып, тупһаға ултырҙым. Шул саҡ иҫке өйҙөң ишеге асылды, унан ап-аҡ яулыҡ сөйгән баш һонолдо. Гөлбикә апай?! Бына ул, минең яҡҡа ҡарамаҫҡа тырышып, йәһәт кенә теге зәңгәр сепрәк туфлиҙарҙы кейҙе лә йүгерә-атлай урамға сығып китте. Уның артынса ишек тағы асылды, тотҡала теге йөнлө ҡул күренде...

Аҡназар ағайҙан алда ҡапҡанан сығып йүгерҙем, ҡартәсәйемә еткерәйем был хәлде, тип. Ахмалға төшөп барып керҙем уның янына. Иҙән уртаһында, сисеп тә ҡарамаған баяғы төйөнсөгө өҫтөндә суҡайып ултыра. Өнһөҙ-тынһыҙ. Илағандыр, ахрыһы, күлдәгенең түше еүешләнгән. – Барыбер ләғәнәт ул Аҡназар, – тине ҡартәсәйем, мин һөйләгәндәрҙе тыңлап бөткәс. Үҙе еңел һулап ҡуйғандай итте. – Гөлбикә...Килен менән бер иштән туфли алғайнылар, бер иштән күлдәк тектергәйнеләр шул... Күҙе алданған инде ләғәнәттең, ә бит барыбер боролоп китмәгән, тейгән шул бер ҡатлы ярты диуанаға ла. Уныhы ла, бер үҙенә бер өй була тороп, тота ла беҙгә йылыша...

Ысын, Гөлбикә апай йыш ҡына ҡул эше тотоп инеп ултырғылай иҫке өйөбөҙгә, әсәйем менән дә шунда иркенләп серләшәләр. Икеhе лә яңғыҙ бит, ике ҡанат – бер ҡойроҡ, йәғни.

– Әйҙә, ҡайта һалайыҡ, тегендә өс сабый, өләсәйем менән игеҙәктәрҙе әйтәм, аптырап ҡалғайны, – тип ҡартәсәйемде ултырған еренән тартып торғоҙҙом.

– Юҡ, ҡолоҡасым, кире бармайым. Ошонда, үҙ нигеҙемдә үләм... – Шулай тине лә йүнәтеп ҡуйҙы ҡартәсәйем: – Үҙемә тейәр ризыҡты ейеп бөткәс уныhы. Килендең дә йәшлеге зая үтә, мин юлын бикләп ятҡас, мүкләнгән таш ише...

Мүкләнгән таш? Был хаҡта мин уйланмай ҡалмам, әммә хәҙер үк түгел, ә ҡасан да берәй ваҡытта. Әле минең йөрәгемә килеп ҡаҙалған ҡаҙаҡ – үлем төшөнсәhе. Унан ҡотолоу юҡ. Өләсәйем, ҡартәсәйем, Бүреһуҡҡан олатай – тоғро өс тағаным, улар ошо тәҡдиргә ныҡ яҡын торалар бит?!

Үҙем дә hиҙмәҫтән, ҡартәсәйемдең ҡаштарына күҙ hалып алдым: уның, үлем шәрифтәре ике ҡаш араhында ғына, тигәне сабый саҡтан аңға hеңеп ҡалған даhа. Был сәйер hүҙҙең мәғәнәhен тәрәндән аңлайым хәҙер. Мәңгелеккә тыумай әҙәм балаhы, фани донъяла ул баҡыйлыҡ алдынан hынау үтә, ғүмер ҡылы өҙөлөр мәлен бер кем алдан белмәй, әммә әжәлдең эргәлә генә (ике ҡаш араhы, ана, нисек яҡын) йөрөүен белеү фарыз – хаҡ ғәмәлдә йәшәү, яуап көнө мотлаҡ килерен иҫтә тотоу өсөндөр?..

– Нурия, бер көйәнтә ҡойо һыуы килтереп бирһәңсе, ҡолоҡасым. – Ҡартәсәйем, шөкөр, баяғы тетрәнеүенән мандып килә икән, донъяһын ҡайғырта башланы. – Хәҙер һиңә имгәк булабыҙ инде, мин дә, теге өйҙәге өсәү ҙә...

Бөгөнгө көн минең хәсиәтемде ҡапыл hәм ҡырҡа, уғата ҡырҡа үҙгәртте. Айырым асыҡ тойҙом быны. Бишектәге бала бишкә төрләнә, ти, – был нисәнсегә төрләнеүем?! Һәр хәлдә, биштән артты булыр...

Биксәнәй юлында, hыуҙан ҡайтышлай, хат ташыусы Зөмәрә апай осраны. Икеләнеберәк торғандай итте лә өндәште ахырҙа:

– Мына бер мәҙәк хат килгәйне, кемгә бирергә лә белмәй йөрөйөм. Адресы ауылдыҡы, ә кемгә – баш ҡатты. “Оленаға йәки Нурияға” тиелгән – Оленаhы юҡ инде беҙҙә, Нурияhы hинме әллә?

– Мин, миңә ул, – тип хатты тарта hалып алдым.

– Бәс, мына hиңә бер ҡыҙыҡ... – Зөмәрә апай аптырап баҫып ҡалды, ә мин, биҙрәләремде тамсы ла сайпылдырмай, ары юрғаланым. Шулай, осаны бер көйгә генә бәүелдереп, йүгерә-атлай юрғаларға Мәүлиҙә менән мине Гөлбикә апай өйрәткәйне. Мәүлиҙә, hы...Олена бит ул, ана лаhа теге Олексий ул дивчинаға хат яҙған. Фамилиябыҙҙы белмәгәс, ярай, башы еткән минең исемде өҫтәп ебәрергә конверт тышына. Ҡапыл битемә, хатта ки керпегемә, бер күбәләк килеп ҡундысы. Туҡтап, ипләп кенә тотоп алып, усыма hалып ҡараным: имгәнмәгән кеүек. Дүрт ҡанатында ла тауис ҡойроғондағылай биҙәк бар – дүрт күҙ, гүйә. Тауискүҙ тигән күбәләк тәhә был! Һирәк осрай ул, шатлыҡҡа булhын... “Бигерәк матурhың үҙең, дүртәүҙер hинең күҙең... өф-өф,ос-ос!”– тигәйнем, тауискүҙ ҡанаттарын яҙып осоп китте...

Ә мин юлымды дауам иттем. Ҡартәсәйемдең тыҡрығына боролғайным, ҡаршыма тағы Зөмәрә апай килеп сыҡты. Уны күргәс, теге хатты кеҫәмдән алып, ҡуйыныма тығып ҡуйҙым.

– Ҡурҡма, кире алмайым,– тине хат ташыусы,– былай ҙа ҡулыңа бирәм тип ике көн сумкамда йөрөттөм, осрамайhың да ҡуяhың үҙең. Әтеү ни, анау Закир Мөслөйөнә биргәйнем ҡыҙына тигән хатты, күҙ алдында йыртты ла ырғытты. Өс хат килде, өсөhөн дә ҡыҙына тоттора алманым, әсәhе әллә ҡайҙан күреп ҡала ла ҡаршыға уҡ сыға, ҡапҡа тышына уҡ... Өс хатты ла йыртып ташланы. Хәҙер ултыра ҡыҙы, исем күтәреп. Яҙмай бит бүтән теге hалдаты ла, суҡынмыш.

– Табам мин ул суҡынмышты, Алешанан hорап алам адресын,– тип әйттем дә ҡуйҙым. Шунан телемде ныҡ итеп тешләнем дә, апай ауыҙын асып hораштыра башлағансы, ҡыҙыу итеп юрғалап китеп тә барҙым.

Үҙем саҡ hөрәнләмәйем: “Олена-Мәүлиҙә, hөйөнсө!”– тип. Ә миңә бер егеттән дә хат юҡ, мөхәббәт тигәндәре лә килеп таба hалмай үҙемде. Зөлхизә өләсәйем кеүек йырсы, Фариза еңгәм кеүек хисле, hис юғында Салпа Сәғүрә кеүек дыуамал ҡатындарҙы hайлайҙыр ул өсәү: мөхәббәт, hөйөү hәм ғишыҡ?! Ә Мәүлиҙәсе? Уға ла берәүҙең күҙе төшкән, ни ере менән минән артыҡ? Асыр ҙа уҡырмын хатын! Юҡ, ярамай – аманат…

Әллә ишеткән, ана, үҙе лә осоп тигәндәй ҡаршыма йүгереп килә Мәүлиҙә. Зөмәрә апай тишек ауыҙ икән...

– Нурия, эсемә hыймай хәбәрем, ҡара әле был Кәбирҙе! – тип бер алдыма, бер артыма сыға әхирәтем, – ҡара әле... – Хат хаҡында белмәй, Зөмәрә апай ғәфү итhен, ауыҙы йоҙаҡта икән. Һөйөнсөмдө әйтәйем, әтеү?

– Олена, Олексийҙан hиңә сәләм! – тинем дә теге конвертты ҡуйынымдан килтереп сығарҙым. Мәүлиҙәнең күҙе шар булыр,тиhәм, hөйөнсөhөнә бер бантик вәғәҙә итте лә хатты усына йомоп йүгереп китте-барҙы – көтөп йөрөгән, тимәк?

– Ә Кәбир?– тип ҡысҡырҙым артынан, баяғы хәбәрен иҫләп.

– Өфөгә уҡырға китә, ти, художниклыҡҡа, училищеға! Рәсемдәре конкурста еңгән, имтиханhыҙ алалар, ти,икенсе курсҡа hикертеп... Мәүлиҙә йүгереүенән туҡтамай ғына шуларҙы hөрәнләне.

Кәбир! Ярҙамсыл, өлгөр дуҫым – Кәйҙерем. Хыялдарын hауаға сөйгән малай – Бөркөтсө. Донъяны үҙенсә күрә, hынландыра белгән hәләтле егет – Рәссам... Һүрәттәрен баш ҡалаға конкурсҡа hалып ебәргән, уларҙы бер ҙур художник күреп ҡалып иғтибар иткән... Ә мин бер ни белмәй йөрөйөм. Тимәк, ят мин уға, яҡын түгелмен?

Илап ебәрҙем. Мөхәббәт мине эҙләү түгел, ҡасып китмәк икән әле...

...Биксәнәйҙән һыуҙан ҡайтып киләм. Тағы берәй ваҡиғаға тарымаҫ борон барып етәмме урамыма, юҡмы?! Әллә күңелемдә тулып артылған хистәргә сәсәп йығыламмы?!

Биҙрәләремде ярты юлда ҡалдырып, баш hуҡҡан яҡҡа йүгергем килде. Юҡ инде, мине Зөлхизә өләсәйем – сабырлыҡҡа, Рәйхана ҡартәсәйем ғорурлыҡҡа юҡҡа ғына өйрәтмәгән тыуа-тыуғаным бирле: алып ҡайтып еткереп, hыуымды түрбаштағы ҡәҙимге оло көршәккә бушаттым. Ғәжәп ул көршәктең ҡорhағы – ҡабырсаҡ эсе кеүек мәрүәт, перламутр инде, ап-аҡ, шунан да ағыраҡ булмайҙыр. Теге “Вокруг света” журналынан уҡығайным, мәңгелек ҡар ятҡан яҡта йәшәгән эвенкиҙар аҡ төҫтөң, ҡар төҫөнөң, 32 төрөн айыра, тип... Күпме серҙәре бар был донъяның, йәшәй килә, шул серҙәрҙе аса килә-аса килә, мейемдәге йыйырсалар hыйҙыра алыр микән? Һы...

Аяҡтарым мине башым hуҡҡан яҡҡа –Толпарсыҡҡанға алып килде. Унда минең үҙем генә белгән йәшерен урыным бар: тирә-яғы тал ҡатыш бейек ҡамыштар менән уратылған ҡалҡыу ғына кескәй ярымутрау, “Зөлхизә вә Абдрахман” ҡиссаhын ижад иткәндә тапҡайным уны– хыялланып, уйҙарыңды мәрйендәй итеп бер епкә теҙеп ултырыр өсөн харап йәтеш.

Ҡамыштарҙы hаҡ ҡына ике яҡҡа янтайтып, серле утрауыма үтәйем тиhәм, бер аҡ нәмәне шәйләп туҡтап ҡалдым: тере кеүек, ана, башы, ана, ҡойроғо, ә кәүҙәhе күренмәй, йәшеренгән... Әллә йылан?! Шаhимаран! “Ҡурҡма минән, теймәйем, теләк кенә теләйем”, – тип шыбырланым, әйткәнемдең hамаҡ hымаҡ көйгә ятышлы булыуын иҫкәреп ҡуйҙым үҙем. Нишләптер ҡуҙғалмай аҡ йылан. Ҡойроғон ҡыймырлата әҙерәк, ә башын үлән араhына тыҡты, ахырыhы? Бөтә булған ҡыйыулығымды төйнәп, Шаhимаранға яҡынлаштым: бәлки, ярҙам кәрәктер йыландар батшаhына? Әллә үлгән?! Ҡымшанмай ҙа. Шул саҡ ҡайҙандыр юғарынан өйөрөлөп ел килеп ябырылды уймаҡ ҡалҡыулыҡҡа, Шаhимаран башын күтәрҙе, кәүҙәhен ҡалҡындырҙы hәм... hәм мин үҙемдең аҡ таҫмамды таныным. Анау йәшен фажиғәhенең ауыр тәьҫиренә сыҙай алмай, ошонда килеп илап ултырғайным, таҫмамдың сәсемдән тағалып төшөп ҡалғанын да hиҙмәгәнмен... Барыбер күңелем ҡайтманы hинән, әкиәти Шаhимаран! Бер килеп осрарhың кеүек?

...Көн кискә ауышып бара. Ҡояш байышында шәфәҡ балҡый, уның ҡыҙыл ҡанаттарының шәүләhен Толпарсыҡҡан тулҡындары hәлмәк кенә бәүелтә. Күңелемдә үрәпсеп ҡайнашҡан хис тулҡындары ла баҫылған. Ҡайтырға кәрәк – тормош дауам итә! Биләндән ауылым яғына юрғалап төшөп киттем, ҡайтышлай юл түбәнләскә – атлап ҡына барып булмай, аяҡтар үҙенән-үҙе йүгерә лә китә. Артымдан кемдер эҙ яҙҙырмай эйәреп килә кеүек? Боролоп ҡарамаhам да беләм: ҡара күҙле ҡарасман ҡыҙыҡайҙыр – бала сағымдыр, самими, тоғро, зирәк бала сағымдыр! Ул инде минән бер ҡасан да тороп та ҡалмаҫ, ҡыуып та етә алмаҫ...


(Беренсе китап тамам.)

Ҡатындар. Бер һөйгәнем өсөн... (Трилогия. Икенсе китап) Гөлнур Яҡупова