Jump to content

Ҡар яуамы?(хикәйә). Айһылыу Йәғәфәрова

From Wikisource
Ҡар яуамы? (хикәйә)
автор Айһылыу Йәғәфәрова
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Ҡар яуамы?


 Йәй. Ер йәм-йәшел үләнгә күмелгән. Баҡсала төрлө күбәләктәр оса. Бал ҡорттары, сәскәнән сәскәгә ҡунып, бал йыя.
Рәйсәләрҙең тәҙрә төбөндә, матур йәйге күлдәген кейеп, зәп-зәңгәр күҙле, бөгөлөп торған оҙон керпекле Ләлә исемле ҡурсаҡ ултыра. Уның эргәһендә Тайыштабан исемле һоро бәрхәт айыу балаһы баҫып тора.
Ҡапыл урамда көслө ел сыҡты. Күктән еп-еңел генә ап-аҡ күбәләктәр осоп төшә башланы.
— Ах!...— тине ҡурсаҡ, күҙҙәрен ҙур асып, йомшаҡ керпектәрен елпелдәтеп.— Ҡыш та еттеме ни? Урамға уйнарға сыға ла алмабыҙ инде, Тайыштабан.
— Ысынлап та, ниндәй шәп яуа. Бал ҡорттары бал йыйып та өлгөрмәгән, минең дә әле йоҡом килмәй...
Улар янына Рәйсә килде. Айыуы менән ҡурсағын ҡосаҡлап, ҡыҙыҡай һоҡланып урамға ҡараны:
— Ҡарағыҙ әле, икегеҙ ҙә ҡарағыҙ. Баҡсалағы тирәктәр ап-аҡ мамыҡ осора! Күңелле, йылы урамда! Әйҙәгеҙ, тиҙерәк уйнарға сығайыҡ!

 


1996 йыл