Уның шулай яңғыҙ ултырғанын, ҡурсаҡ уйнаған кеүек, үләндәр, сыбыҡтар менән уйнағанын, ҡайһы саҡта эйәген ҡулына ҡуйып, моңланып йырлағанын осрата торған инем.
Бер йома көндө, ҡырҙағы юл менән ҡайтып килгән ваҡытымда, теге ҡыҙҙар йыйылған ерҙән алыҫ түгел бер урында бер кеше тирәһенә бала-сағалар йыйылып, әйләндерел алыуын, ҡыҙҙарҙың шулай табан ҡарап аптырап тороуҙарын күреп, улар янына барҙым.
Был малайҙарҙың уртаһында ҡалған кеше — Ғәлимә апай ине. Мин уның был хәлдә тороуын күргәс, ҡыҙғанып та, уңайһыҙланып та киттем.
Күрәһең, ул боронғо һау ваҡыттарын иҫенә төшөрөп, дәртләнеп китеп уйынға килгәндер. Ләкин ул боронғо иптәштәре булған, еткән ҡыҙҙар янына барғас, улар икенсе урынға күсеп, Ғәлимә апай балалар араһында яңғыҙы тороп ҡалған. Ул йөҙөнә бик күп итеп кершән һөрткән, аҡтары буй-буй булып юлланып торалар. Яңы күлдәген кейһә лә, уның тиҫкәре яғын кейгән. Башындағы яулығын алмаштырып та тормаған, шуларҙың һәм үҙен әйләндереп алған балаларҙың береһенә лә иҫе китмәй, шатланған кеүегерәк тик тора.
Мин уны был хәлдә күргәс, тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Тиҙ генә уның янына барып, теге малайҙар араһынан алып ҡайтырға теләнем. Ул һаман ҡайтаһы килмәгән кеүек, егеттәр гармун уйнаған яҡҡа ҡарап, хайран ҡалған һамаҡ баҫып тик тора ине.
Бер аҙ торғас, Хәмиҙә әбей ҙә килеп етте. Ул Ғәлимә апайҙың бында килеп шулай тороуына бик борсолған, артыҡ уңайһыҙланған ине, «сығып киткәнен күрмәй ҙә ҡалғанмын», тип, эргәһенә килеп, ипләп кенә алып ҡайта башланы. Ғәлимә апай ҡарышып тормаһа ла, артына ҡарай, был ерҙе ҡалдырып китәһе килмәгән кеүек, алға бик аҡрын бара ине.
Уйынға йыйылған ҡыҙҙар беҙҙе ҡарап ҡалдылар. Улар араһынан:
— Тиле Ғәлимә!.. Эй, бахырҡай, ниндәй көндәргә төштө бит!.. — тигән һүҙҙәр ишетелеп ҡалды.
Уларҙың шул һүҙҙәрен ишеткәс, Хәмиҙә әбей бик тәрән көрһөнөп:
— Уның да һеҙҙеңдәй еләк кеүек саҡтары бар ине лә бит, хоҙай яҙғас, ни эшләйһең!.. — тине лә, күҙҙәренән йәштәре тәгәрәп сыҡты.
Ысынлап та, уны шулай харап итмәһәләр:
— Уның да шулай һеҙҙеңдәй еләк кеүек матур саҡтары бар ине шул... — тип уйланым мин.
Көндәр, айҙар үтеү менән, ауыл халҡы Ғәлимә апай менән Закир ағай тураһында һөйләүҙән ҡыҙыҡ тапмай башланылар. Тик Ғәлимә апайға осраған, уны ҡабул күргән кешеләр, төҫтәрен үҙгәртеп, бик һирәк осрай торған бер нәмә күргән кеүек ҡарап үтәләр. Ҡай берәүҙәре:
— Бахыр, үҙе лә харап булды!.. Ата-әсәһенең дә йөҙҙәрен ҡарайтырға сәбәп булып, биттәренә оят килтерҙе... – тигән һүҙҙәрҙе әйтәләр ине.
Закир ағай боронғо кеүек янып торған хәленә ҡайтмаһа ла йөрөй, Уның тураһында:
— Һаман аяғөҫтөнән ауырып йөрөй... Кеше була алмай, ауырыуы эсендә икән... — тип һөйләнәләр ине.
Шулай итеп, Ғәлимә апайҙың тиле кеүек йөрөүенә ауыл халҡы ғәжәпһенмәй башланы. Улар ғына түгел, беҙҙең өй эсендәге кешеләр ҙә, Ғәлимә апайҙың теге остағы тиле Әхмәт кеүек һантыйға әйләнеп китеүенә өйрәнгән кеүек булып киттек. Фәхри бабайҙар ҙа, атайымдар ҙа уның терелеүенән бөтөнләй өмөт өҙөп бөтмәһәләр ҙә, уның терелеүен боронғо кеүек өмөт менән көтмәйҙәр, уның терелеүе тураһындағы һүҙ һирәк һөйләнә башланы.
Ғәлимә апай ул хәҙер балалар кеүек булып китте. Ул беҙгә лә инә, уның беҙгә инеп-сығып йөрөүенә атайым да, әсәйем дә балаларға ҡараған кеүек ҡарайҙар. Ул үҙе шул хәлдә булыуына борсолмай, икенсе төрлө әйткәндә, борсолоуҙың нәмә икәнен аңламай ҙа ине.
Уның шулай булып ҡалыуы, ихтимал, үҙе өсөн бер ҙә ауыр ҙа, ҡыйын да түгелдер. Ләкин беҙҙең өй эсе кешеләре уның шул хәлдә ҡалыуына өйрәнеп киткән кеүек булһалар ҙа, эстәренән әрнейҙәр, уның тураһындағы әрнеү йөрәк эсенә ҡаты таш кеүек инеп ултырған ине.
Уның шулай йөрөүе, беҙҙең һыҙланыу, ҡайғырыуҙарҙың һис бер осо күренмәй, көндәр шул осо күренмәгән өмөт ҡатыш ҡаты хәсрәт эсендә алға баралар...
Ул көн һайын тип әйтерлек ҡойроҡтағы йылға буйына, ундағы ваҡ ағастар тирәһенә бара. Беҙ хәҙер уның унда барыуын, йөрөүен ҡарап та тормай башланыҡ. Тик эш булмаған саҡта ғына уны күҙәтәбеҙ. Күҙ-ҡолаҡ булабыҙ.
Ваҡыт булмай, ҡарарға тура килмәй икән, ҡарап та тормайбыҙ. Ул үҙе ишек алдында йөрөй, арттағы бәрәңге баҡсаһына сыға, унан һуң һыу буйына китеп ултыра-ултыра ла ҡайта. Тик ҡай ваҡытта кисегеп, һуңға ҡалһа ғына барып алып ҡайтабыҙ.
Ҡай саҡта уның бик иртә, йәйге ҡояш сығыу менән, беҙ йоҡонан тормаҫ борон уҡ сығып китеп, һыу буйына барған саҡтары була торғайны. Уның шулай иртә сығып китеүен күреп ҡалһалар, Хәмиҙә әбейҙәр уны барып алып ҡайталар ине. Мин атҡа барыр өсөн иртәрәк торған көндәремдә үҙем дә уны алып ҡайта торғайным.
Бер көн шулай иртә торғас, Хәмиҙә әбей миңә: «Бар әле, балам, Ғәлимә апайыңды ҡарап ҡайт, ул иртән үк тороп сығып киткән, һыуға төшөп-нитеп ҡуймаһын...» — тигәс, уның артынан киттем.
Мин эҙләп барғанда, Ғәлимә апай һис бер ғәмһеҙ кеше кеүек, ярҙан аяҡтарын һалындырып, һыуға ҡарап ултыра ине. Мин барғас та, ул үҙенең ултырышын үҙгәртмәне. Сөнки ул кеше барлығына ҡарап, үҙенең хәләтен үҙгәртмәй, уңайһыҙлыҡ күрһәтмәй ине.
Иртәнге ҡояштың нуры аҫтында йәйелеп ятҡан һыуҙа ҡаҙҙар, өйрәктәр йөҙөп йөрөйҙәр, ҡанаттарын киреп ҡағып шатланалар, сумалар, һыуҙарҙы шапырҙатып, тулҡынландырып йыуыналар ине. Әллә ул тымыҡ һыу өҫтөндә йөҙөп, йыуынып йөрөгән ҡаҙҙарҙың шатлыҡтарына һоҡланамы икән?.. Әллә балаларын эйәртеп, һыу ситендә бығыр-бығыр килеп, һөйләшеп йөрөгән өйрәктәрҙең шатлыҡтарына ҡыҙыға микән, тип уйланым. Ул уларҙың һыуҙа йөрөүҙәренә, сумыуҙарына, ҡанаттарын күтәреп ҡағыныуҙарына, матур эҙҙәр ҡалдырып, һыуҙың бер яҡ ситенән икенсе яҡ ситенә йөҙөп сығыуҙарына нәҡ аҡыллы кешеләрсә ҡарап тора ла, ҡай ваҡытта йылмайып ҡуя, ҡай саҡта моңайып тәрән уйға батҡан кеүек була ине.
Мин уның янына барып, бер аҙ торғандан һуң:
— Ғәлимә апай, әйҙә өйгә ҡайтайыҡ инде... — тинем. Ул мин әйткән һүҙҙе ишетмәгән кеүек булды, ҡараған еренән күҙҙәрен алманы. Мин баяғы һүҙемде ҡабатланым. Шунан һуң ғына ул бер аҙ аңына килгән кеүек булып, миңә табан әйләнеп ҡараны ла:
— Ниңә ҡайтабыҙ?.. Килгәндәрме ни? Юҡ, мин уларҙы күрәһем дә килмәй... — тип әйләнеп ултырҙы.
– Кемдәрҙе күрәһең килмәй? Беҙҙә бер кеше лә юҡ бит... — тинем.
– Муллаларҙы, кешеләрҙе... Улар йөҙгә ҡара яғалар, биткә төкөрәләр... — тине. Был һүҙҙәрҙе әйткәндә, уның төҫөнә бик ныҡ ҡурҡыу ғәләмәте сыҡты.
Ҡаҙҙар, өйрәктәр һыуҙа һаман йөҙәләр, ҡағыналар. Уларҙың бер төркөмө һыуҙа йөрөүҙән туйып ярға сығалар. Икенсе төркөмдәре ашығып килеп шапырҙатып һыуға төшәләр, төшөү менән, һыу эсеп, сумып ҡағына башлайҙар.
Быларҙы ҡарап торған һайын ҡарағы килә. Был матурлыҡты ҡарап тора торғас, мин ҡайтыуҙы ла онотҡанмын. Күҙҙәремде алмай, шуларға ҡарап торам. Тик йылға буйлап килгән бер кешенең аяҡ тауышын ишеткәс кенә, күҙҙәремде йылға өҫтөнән алып, теге кешегә ҡараным. Был килеүсе кеше Закир ағай ине.
Ҡыш көнөндә, Ғәлимә апай менән Закир ағай тотолоп, ҡыйналып, биттәренә ҡаралар яғылып, урамда йөрөтөлгәндән һуң, улар бер-береһенә осрашҡандарҙырмы, юҡтырмы, миңә билдәле түгел. Шулай ҙа былар шул күңелһеҙ көндән һуң бер-береһен алыҫтан күрһәләр ҙә, был рәүешле яҡындан осрашҡандары юҡтыр, тип уйлайым.
Закир ағай беҙҙең янға килеп етеп, Ғәлимә апайҙы күргәс, баҫҡан урынында ҡатып ҡалды. Ғәлимә апай уны күргәс, төҫөн бөтөнләй үҙгәртте. Ҡалтыранып, ҡурҡып киткән кеүек булды.
Закир ағай ағарынып, һис бер һүҙһеҙ бер аҙ торғандан һуң, Ғәлимә апайҙың ҡаршыһына килеп баҫып, ҡалтыраған бер тауыш менән:
— Ғәлимә! Был һинме, Ғәлимә?.. — тип, ике генә һүҙ әйтеп, яуап көткән кеүек ҡарап тик торҙо.
Ғәлимә апай Закир ағайҙың һорауын ишеткәс, башта күҙҙәре мөлдөрәп, ҡыҙғаныс булып китте, шунан тиҙ генә төҫө үҙгәреп, йылмайып ҡуйҙы ла, бик еңеләйеп:
— Эй, Закир, һин ҡайттыңмы ни? Һине көтә-көтә аптырап бөттөм... Бына был ҡаҙҙарҙың бер ояһы беҙҙең ҡаҙҙар бит... Ҡаҙ өмәһе яһарбыҙ!.. Юҡ-юҡ! Һин кит, беҙҙе күрһәләр, харап итерҙәр! — тип тирә-яғына ҡарана башланы ла тағы ла һүҙен үҙгәртеп. — Ултыр әле, ултыр!.. Улар килмәҫтәр. Ҡаҙҙар йөҙгәнен ҡарарбыҙ... Бәй, һинең йөҙөңдә ҡара бөткән икән! — тип ғәжәпһенеү белдерҙе.
Уның шулай килделе-киттеле һүҙҙәрен ишеткәс, Закир ағайҙың төҫө тағы ла үҙгәрҙе. Аптыраған бер хәлдә Ғәлимә апайҙың янына ултырҙы ла:
– Ғәлимә, ауырыйһыңмы, эсең бошамы? — тип һораны. Уның был һорауына ҡаршы Ғәлимә апай көлә төшөп:
– Юҡ, мин ниңә ауырыйым, ти, туйҙан элек ауырыған инем дә, шунан һуң терелдем. Белмәгән кеше кеүек һораған була бит әле... — тип, башын түбән эйә төшөп, көлә башланы.
Закир ағай аптырағанлыҡтан, нәмә әйтергә белмәй, бер аҙ торғандан һуң ғына Ғәлимә апайға нәмәлер аңлатырға теләгән кеүек булып:
– Бына һин терелерһең дә, шунан һуң бергә торорбоҙ, бик күңелле булыр. Бына шунда беҙ ҙә, ошо ҡаҙҙар кеүек, шундағы өйрәктәр кеүек матур бәпкәле өйрәктәр аҫырарбыҙ... — тип, күңел йыуата торған һүҙҙәр теҙеп китте. Ләкин Ғәлимә апай уның һүҙҙәре бөткәнде лә көтөп тормай:
– Ниңә, һин мине ташлап китәһеңме ни?.. Әсәй шулай: «Терел, терел, туй булыр», — ти. Әйтерһең, мин ауырыйым, ти,— тағы ла төҫөн үҙгәртеп.— Мине тиле, тиҙәр шул, эй алла, мин ауырыйым микән ни?.. — тип тәрән уйға батҡан кеүек алдына ҡарап алды ла:
Аҡ киндерҙәр һуҡҡан саҡта
Тала минең беләгем.
Усаҡтағы уттар кеүек
Яна минең йөрәгем...—
тип көйләп йырларға кереште. Шул йырҙы йырлап бөткәндән һуң туҡтап, Закир ағайға бик яҡын итеп көлөп ҡараны ла:
— Эй ҙә, йырламайым да... Оялам, йә күрерҙәр! — тип ситкә ҡараны.
Ғәлимә апайҙың йырын һәм уның һуңғы һүҙҙәрен ишеткәс, Закир ағайҙың күҙҙәрендә йәш бөрсөктәре күренделәр. Ғәлимә апай Закир ағайҙың күҙҙәрендәге йәш бөрсөктәрен күреп алғас:
— Эй, йәнем, илама... Туйҙа илайҙар тиме ни? — тип ҡуйҙы.
Ғәлимә апайҙың был ваҡытта әйткән ҡай бер һүҙҙәре уның аҡылға керә башлағанын күрһәттеләр, ә инде уның артынан уҡ әйткән икенсе һүҙҙәре бөтөнләй уның киреһен аңлаталар ине.
Беҙ шулай бик уңайһыҙ хәлдә торғанда, беҙҙең ултырған ергә табан Хәмиҙә әбей килә ине. Ләкин ул беҙҙең яныбыҙҙа Закир ағайҙың да ултырғанын күреп, яулығы менән бер яҡ битен ҡаплап, кире китә башланы. Закир ағай Хәмиҙә әбейҙе күргәс, уның Ғәлимә апай артынан килгәнен белеп:
– Ғәлимә йәнем, ана әсәйең килгән... — тип әйткән генә ине, Ғәлимә апай урынынан тора биреп:
– Әсәй, әсәй!.. — тип ҡысҡыра башланы; уның был ҡысҡырыуы, бер яҡтан, бер шатлыҡ ваҡытта ҡысҡырыу, икенсе ҡарағанда, бик ҡурҡҡан саҡта ҡысҡырып, берәүҙең үҙе янына тиҙерәк килеүен теләп ҡысҡырыуҙы аңлата нне. Уның ҡапыл ғына шулай ҡысҡырып Хәмиҙә әбейҙе саҡырыуынан Закир ағайҙың төҫө үҙгәреп китте.
Ғәлимә апай шулай ҡысҡырғандан һуң, Хәмиҙә әбей бара торған еренән туҡтап кире боролдо ла атлар-атламаҫ ҡына беҙҙең яҡҡа килә башланы. Был ваҡытта ул нәмәнәндер оялған кеүек уңайһыҙлана ине. Беҙҙең янға килеп еткәс тә, һүҙҙе ҡайҙан башларға белмәй, аптырап ҡалған кеүек булды ла, Закир ағайға ҡарап:
– Иҫәнме, Закир? Бына донъялар шулай булып китте бит әле... — тип һүҙ башлаған ине, тик һүҙен бөтөрә алманы. Закир ағайҙың: «Иҫән әле, Хәмиҙә апай...» — тип әйткән һүҙе лә, Ғәлимә апайҙың ашығыслыҡ менән:
– Әсәй, әсәй, Закир ҡайтты... Мин уларға барам. Беҙҙең туй булды... — тигән һүҙҙәре булдылар.
Уның был һүҙенән һуң Закир ағай уңайһыҙланып, ҡыҙарып китте. Ошо уңайһыҙлыҡты бөтөрөр өсөн әйткән кеүек:
— Туйҙар яһарбыҙ... Тиҙерәк терел, тим... — тип Хәмиҙә әбейгә ҡараны. Уларҙың ошо һүҙҙәренән һуң Хәмиҙә әбейҙең күҙҙәре йәшләнделәр, ҡалтырауыҡлы тауыш менән:
— Булыр, балаларым, туй ҙа булыр... Тик бына терел генә, күптән туйҙар яһаған булыр инек тә... Дошмандар харап иттеләр бит... — тине.
Һүҙ бөткән кеүек ине. Ул арала Ғәлимә апай бөтөнләй икенсе бер ҡиәфәт алып:
— Мин һыу инәм... Әйҙә һыу инәбеҙ!... — тине лә, башындағы яулығын алып алдына ҡуйҙы. Ике ҡулы менән оҙон, шуның өҫтөнә сыбалып бөткән ҡара сәстәрен һыйпап артҡа төшөрҙө һәм урынынан тора башланы.
Уның шулай ҡапыл ғына үҙгәреш яһап, һыу инергә уйлап, сисенә башлауын күргәс, Хәмиҙә әбей ҙә, Закир ағай ҙа төҫтәрен үҙгәртеп, аптырауҙа ҡалған кеүек булдылар. Хәмиҙә әбей:
- Ҡуй, балам, һыу инергә иртә әле, һуңынан ҡыҙҙар менән килерһең, — тип уның ҡулын тотто. Уның был һүҙенә Закир ағай ҙа ҡушылды:
- Һыу инергә иртә шул әле... Ҡайтырға кәрәк, Ғәлимә... — тип урынынан ҡуҙғалды.
Уларҙың ошо «ҡайтыу, иртә әле» кеүек һүҙҙәрен ишеткәс тә, Ғәлимә апай, балалар кеүек, һыу инергә теләүен бөтөнләй иҫенән сығарып, беҙҙең барыбыҙҙы ла мыҫҡыл иткән кеүек ауыҙын бөршәйтеп көлдө лә, кире ултырып, эргәһендәге үләндәрҙе йолҡоп уйнай башланы.
Хәмиҙә әбей уны нисек тә тиҙерәк алып ҡайтыу, был ауыр күренеште күрәһе килмәүе уйы менән:
- Әйҙә, балам, ҡайтайыҡ инде... Өйҙә атайың сәйгә көтә торғандыр... Уның эшкә бараһы бар... — тигән һүҙҙе ҡабатланы һәм, урынынан тороп, Ғәлимә апайҙың яулығын япты. Закир ағай Хәмиҙә әбейҙең һүҙҙәренә ҡушылып:
- Ғәлимә йәнем, бар инде... Мин дә ҡайтам, минең дә эшкә бараһым бар... — тигәндән һуң, битен икенсе яҡҡа әйләндереп күҙен һөрттө.
– Әйҙә улай булһа!.. — тип Ғәлимә апай тиҙ генә урынынан торҙо ла, алға атлай башлап, Закир ағайға ҡарап:
– Һин ҡал... Беҙҙә Закир бар... Ул мине көтәлер... Ул һәр көн беҙгә килә... Минән башҡа бер кемгә лә күренмәй. Ул һине күрһә, асыуланыр... — тип ашығыс рәүештә алға китте.
Закир ни эшләргә белмәй, баҫҡан урынында шаҡ ҡатып, беҙгә ҡарап ҡалды. Беҙ үҙебеҙҙең артҡы баҡсаға еткәс, мин артыма әйләнеп ҡараған саҡта, Закир ағай башын түбән һалып, беҙҙең яҡҡа ҡарай-ҡарай әкрен генә алға бара ине. Минең ғәжәпләнеүемә ҡаршы, Ғәлимә апай артына әйләнеп тә ҡарамай, Закир ағай менән осрашыуы тураһында һис бер һүҙ әйтмәй ҡайтып инде. Өйгә ингәс, һүҙһеҙ-ниһеҙ генә сәйгә ултырҙы.
Фәхри бабайҙың күңелһеҙ генә:
— Ниңә бик оҙаҡ торҙоғоҙ? — тип һорауына ҡаршы Хәмиҙә әбей:
— Шулай тура килде... — тигән һүҙҙән башҡа һис бер һүҙ әйтмәне. Күрәһең, ул һис кемдең күңел йәрәхәтенә тоҙ һалмаҫ өсөн, Закир ағай менән Ғәлимә апайҙың осрашыуҙарын хәҙер һөйләргә тейеш күрмәгәндер...
Үткән йылдарҙа эш ваҡыттары, бесән өҫтәре, ураҡ замандары байрам кеүек әҙерләнеп ҡаршы алына, бөтә эш бик күңелле үткәрелә торғайны, Ғәлимә апайҙың шул хәлгә төшөүенән булһа кәрәк, быйылғы эш ваҡыттары улай көтөлөп ҡаршы алынманы. Уның шулай килделе-киттеле булып, ауыл халҡы араһында «тиле Ғәлимә» булып ҡалыуы Фәхри бабайҙарға ни тиклем ауыр тәьҫир итеп, күңелдәре төшөүгә сәбәп булһа, беҙҙең өй эсенә шулай ауыр тәьҫир итә ине. Шул күңел төшөнкөлөгө арҡаһында беҙ бөтәбеҙ ҙә бер ҙур нәмәбеҙҙе юғалтҡан кеүек рухһыҙ эшләй инек.
Бесән йыйылған, кәбән ҡуйылған саҡтарҙа ла, ураҡ урған ваҡыттарҙа ла Ғәлимә апайҙың юҡлығы, ул булған йылдарҙа эштәрҙең күңелле булыуы тураһында һүҙ сыҡмай ҡалмай ине. Күп ваҡытта әсәй:
— Ғәлимә булғанда был бесәндәрҙең йыйылыуы ла, кәбәнгә ҡуйылыуы ла беленмәй ҡала торған ине... — тип һүҙ башлай. Уның был һүҙенә ҡаршы бик оҙаҡ яуап бирелмәй торғандан һуң, Фәхри бабай менән атайымдың берәрһе:
— Яҙмыш шулайҙыр инде... Уларҙы уйлаһаң, йөрәктәр әллә ни эшләп китә! Һәләк иттеләр бахырҙы!.. — тиҙәр, һүҙҙәрен артыҡ алып бара алмай, тәрән уйға батып, эштәрен уй ҡатыш дауам иттерәләр, был тыныслыҡ тағы ла бик оҙаҡҡа һуҙыла ине.
Ғәлимә апайҙың юҡлығы бигерәк тә ауыр булып һиҙелде. Ул булғанда эш уйын-көлкө менән үткәнгә күрә, көндөң үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала торғайны. Хәҙер һалмаҡ күңелле, хәсрәтле ҡарттарҙың ауыр һүҙҙәре аҫтында эшләү һуң дәрәжәлә күңелһеҙгә әйләнде.
Беҙ эшкә күңелһеҙ киткән кеүек, ҡайтыуға ла күңелһеҙ күренеш көтөп кенә тора. Беҙ эштән ҡайтҡанда Ғәлимә апайҙы төрлөсә осратабыҙ: ул беҙ ҡайтҡанда йә тауыҡтарға һыу бирә торған ялғашта бер ҙә кәрәкмәгән бер әйберҙе йыуып, балалар кеүек бысрап ултыра, үҙе бөтә донъяһы тигеҙләнгән, һис бер хәсрәте булмаған кеше кеүек, үҙенән-үҙе һөйләнә. Йәиһә һыу буйынан манма һыу булып, бысранып ҡайтҡан була ла, Хәмиҙә әбей уның күлдәген алмаштырып торған ваҡыт була. Ул үҙенең шулай бысранып ҡайтыуына һис бер иҫе китмәй. Йәки бер ҙә ваҡытһыҙ йоҡлап ята. Ҡатыҡ ашап йоҡлаған балаларҙың биттәрен себендәр нисек һырып алһалар, уның да битен себендәр шулай һырып алған була.
Нисек тә беҙ уны аҡыллы кешеләр яҡын да бармай торған күңелһеҙ бер хәлдә осратабыҙ. Уны шул хәлдә осратыу беҙҙең башыбыҙға ауыр бер нәмә һуҡҡан кеүек яһай. Асығып ҡайтыуға ҡарамайынса, ашау иҫтән сығып китә. Уны күрмәҫ өсөн ҡайҙа булһа ла сығып китәһе килә.
Ошо күренештәр өҫтөнә, күп ваҡытта күршеләр йәки уларҙың балалары уның тураһында берәр күңелһеҙ нәмә һөйләп, йәрәхәт өҫтөнә тоҙ һибәләр:
– Ғәлимә апайҙан балалар ҡурҡа, имеш!..
– Ҙурҙар эшкә киткәс, ул балаларҙы ҡурҡытып йөрөй икән...
– Һыу ингәндә һыуға бата яҙғанда ғына күреп ҡалып, саҡ ҡотҡарып алып ҡалғандар...
– Һыу буйынса ялан өҫ йөрөп, бөтә халыҡты көлдөргән, имеш... — кеүек нәмәләрҙе ишеттерәләр. Шуның артынан уҡ Ғәлимә апайҙан бөтөнләй туйғанлыҡтарын аңлаталар.
Уларҙың шул һүҙҙәре, шулай аңлатыуҙары Фәхри бабайҙарҙың да, беҙҙең дә йөрәк әрнеүгә сәбәп булып төшә. Хатта уның былай йөрөүенән тиҙерәк үлеп, күҙ көйөгө булып йөрөүенән ҡотолаһы килеү теләге күңелдең йәшерен бер мөйөшөндә йәшеренеп торған кеүек була. Ошо ауыр теләк Хәмиҙә әбейҙәрҙең ҡайһы бер һүҙҙәренән аңлашыла торған булып китте.
Бер көн шулай Ғәлимә апайҙы беҙ өйҙә юҡ саҡта күрше балалары ирештергән булһалар кәрәк. Ул торған да уларҙы ҡыуған. Балалар ҡурҡышып ҡасҡандар ҙа, ҡарай торған тауыҡ себештәрен ташлап, икенсе ергә киткәндәр. Ҡарауһыҙ себештәрҙе аңдып ҡына йөрөгән ҡарғалар бер нисә себеште тибеп тә өлгөргәндәр. Күрше ҡатыны себештәргә килгән һәләкәтте тикшергәндән һуң, был эшкә Ғәлимә апайҙың сәбәп булғанын белеп, Хәмиҙә әбейҙәргә ингән, беҙ эштән ҡайтыуға, ул эсендәге иң зәһәрле асыуҙарын сығарып:
— Һеҙҙең енле Ғәлимәгеҙ өсөн беҙ ғәйепле түгел!.. Хәҙер торор хәлебеҙ ҡалманы инде... Беҙ уны ҡыҙғанып тормабыҙ, тура килһә, аяҡ-ҡулын һындырырбыҙ!.. — тип ҡарғана, Хәмиҙә әбейгә ғүмерендә ишетмәгән һүҙҙәрҙе ишеттерә ине.
Уның шундай зәһәрле һүҙҙәренә ҡаршы Хәмиҙә әбей:
— Зинһар, йөрәгемә тоҙ һалма. Минең унан башҡа ла йөрәк иттәрем телгеләнеп бөткән, ике себешең өсөн бер оя тауығымды алып кит!.. — тип әйтте лә үҙе ҙур башы менән илап ебәрҙе, ул үҙе ярһып илай, үҙе:
— Был эштәрҙе беҙ ҙә теләп тормағанбыҙ... Әҙәм үҙ башына төшмәһә белмәй. Ул күҙ көйөгөн күргән һайын минең йөрәгем өҙөлөп төшкән кеүек була... — тип әрней-әрней һөйләргә кереште...
Ғәлимә апай күҙ көйөгө!..
Мин был һүҙҙе ишеткәс, ни эшләргә белмәй, үҙем дә аулаҡ урынға киткәнемде белмәй ҡалдым.
Имеш, Ғәлимә апай, минең үткән йылғы матур Ғәлимә апайым, күҙ көйөгө булған!..
Их, берәр дарыу табаһы ине лә, уны боронғо аҡыллы, матур Ғәлимә апай итеп әүерелдерәһе ине!.. — тип илап ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.
Фәхри бабай менән атайымдың ауыҙында:
— Икәүенең береһе булһын ине инде... — тигән һүҙҙәрҙе ишеткән ваҡыттар булғыланы, һүҙҙең мәғәнәһе: «Йә терелһен, йә булмаһа үлһен», — ине икәнеп аңлай инем.
«Йә терелһен, йә үлһен!..» Ләкин Ғәлимә апай үҙе тураһындағы был һүҙҙәрҙе ишетмәй ине. Мин уны шуның һайын ҡыҙғанам, уның һайын яҡын күреп, үҙе менән бергә булаһым килә ине.
Көҙ етте. Баҫыуҙағы игендәр урылып, күптән ырҙындарға ташылып бөттө. Бер ни тиклеме һуғылып, келәткә һалынды. Үткән йылдарҙы игендәр урылып, ташып алыр ваҡыт етеү менән, ахун хәҙрәткә ғөшөр биреү тураһында һүҙ сыға. Шунан күп тә үтмәй, атайым менән икәүләп ике ҙур арба арыш тейәп, хәҙрәттең ырҙынына һалып, кәбәнгә һалып, доға ҡылдырып ҡайта торғайныҡ. Хәҙрәт беҙҙе күреү менән асылып китә. Атайымды сәйгә алып инә, мине лә маҡтап ҡуя ине. Атайым шулай ғөшөр биреүенән, хәҙрәткә сәйгә инеп сығыуынан үҙе лә ҙур шатлыҡ һиҙә, өҫтөнән бик ҙур бурысты төшөргән кеүек була ине. Ә ғөшөр биреү эшендә Фәхри бабай ҙа беҙҙән ҡалышмай, ул да был эште артығы менән үтәй ине.
Быйыл игендәр йыйылып, ырҙынға инеп бөтөүгә ҡарамайынса, ғөшөр тураһында һүҙ ҙә булмай торҙо. Тик әсәйҙең был турала һүҙ ҡуҙғатыуына ҡаршы атайым: «Ул ит киҫмәгенә был көнгә тиклем биргән ғөшөрҙәремә лә үкенәм. Уларға биргәнсе, берәр етемде ҡарармын. Бына Ғәлиҙе уҡытырмын», — тип кенә ҡуйҙы.
Ысынлап та хәҙер беҙҙең өй эсе халҡы ахун хәҙрәткә лә, хәлфәләргә лә боронғо кеүек хөрмәт күҙе менән ҡарамайҙар. Бәлки, кешеләрҙе һәләк итә торған бер әйбергә ҡараған кеүек ҡарайҙар ине. Мин хәҙрәттең Ғәлимә апайҙы шулай әҙәм мәсхәрәһе итеүенән, хәлфәләрҙең уны өшкөрөргә килеп, аҙбарҙа шундай йәмһеҙ, бысраҡ һүҙҙәр һөйләүҙәренән һуң уларҙың мәҙрәсәләренән бөтөнләй биҙҙем. Хәҙер мин ул мәҙрәсәләргә әйләнеп тә ҡарарға теләмәй инем.
Эш бөткәс, йылдағы кеүек, мәҙрәсәгә сит ауылдың шәкерттәре йыйыла башланылар. Үҙебеҙҙең ауылдың да малайҙары уҡырға йөрөргә керештеләр.
Беҙҙең өй эсендә лә минең уҡыуым тураһында һүҙ сыҡты. Атайым минең ихтыярыма ҡуйған кеүек:
– Йә, балам, уҡыр ваҡыт етте бит, һин ни эшләйһең...— тигән сөәлде бирҙе. Мин бер ҙә уйлап тормай:
– Юҡ, мин үҙебеҙҙең ауыл мәҙрәсәһенә бармайым! — тип кенә ҡуйҙым. Атайым бер аҙ уйлап торғандан һуң:
– Ярай, мин үҙем дә һине бында ҡалдыраһым килмәй. Быйыл ҡала мәктәбенә барырһың, унда бөтөнләй башҡаса икән. Көс етер әле... — тип мине был йылдан башлап ҡала мәктәбенә ебәреп уҡытырға теләүен белдерҙе.
Уның был һүҙҙәренән һуң мин сикһеҙ шатландым: «Ҡалаға барып уҡыйым!» — тигән һүҙ минең йөрәгемә инеп ултырҙы. Әллә ниндәй бер ҙур ауырлыҡтан ҡотолған кеүек булып, ҡалаға китеүемде иптәштәремә әйтеп өлгөрҙөм. Минең ҡалаға китергә теләүем ауылға ла таралып өлгөргән, был хәбәр ахун хәҙрәткә лә барып еткән булһа кәрәк, ул бер көндө атайымды осратып:
— Ғәлиҙе минең мәҙрәсәнән алып, ҡалаға ебәрәһегеҙ икән, дөрөҫ булһа, минән һис бер фатиха юҡ!.. — тип әйткән.
Атайымдың:
— Шулай уйлап торабыҙ әле, — тигән һүҙенә ҡаршы:
Йөҙө ҡара булһын!.. Бәддоға һуҡһын!.. — Әле берегеҙ шәриғәткә ҡаршы йөрөгән өсөн, йөҙө ҡара булып, ен һуҡты бит!.. — тип, бик ауыр һүҙҙәр әйткән, уның шул ауыр һүҙҙәренә ҡаршы атайым ҡарап ҡалмай:
– Кешенең йөҙө ҡара булыуына һеҙ сәбәп булдығыҙ. Доғаң була торған булһа, бөкөрө мәғсүмеңде төҙәтеп, әҙәм рәүешле яһа. Был көйөнсә шайтан кеүек йөрөй бит!.. — тип ауыр һүҙҙәр менән ҡаршы төшкән.
Хәҙрәт менән ике арала булған шундай ҙур һүҙҙәрҙе ҡайтып һөйләгәндән һуң, әсәй ҡурҡынып китте: «Ай-һай, доғаһы төшмәҫ микән һуң!» — ти, атайым бик асыуланғанлыҡтан:
— Фатихаһы үҙенә булһын!.. Бөкөрө шайтанын төҙәтһен. Ҡарт оҫтабикәһен эт кеүек аш өйөндә тотмаһын!.. Яҡшы кеше булһа, өс-дүрт ҡатынға етмәҫ ине!.. — тип хәҙрәттең насар ямарын һөйләп китте һәм, шунда уҡ миңә ҡарап:
— Берәр аҙнанан китербеҙ, әҙерләнә башларға кәрәк... — тип, ҡалаға китеүҙе ашыҡтырырға ҡушты. Әсәй ҙә ҡаршы төшмәй. Мине ебәреү яғына ҡушылды. Эш был дәрәжәгә еткәс, мин шатлыҡ менән ҡалаға китеүҙе уйлап йөрөй башланым:
— Ҡалаға барам, унда уҡыйым... Иҫкелек донъяһынан сығам!.. — тигән уйға төштөм.
Әҙерлек бөтөп, китер көндөң таңы тыуҙы. Минең шатлыҡ артҡандан-артты. Ат егелеп бөткәндән һуң, беҙҙе оҙатып ҡалыр өсөн, Фәхри бабай менән Хәмиҙә әбей, улар артынан Ғәлимә апай ҙа беҙгә инде. Хәмиҙә әбей:
— Бына Ғәли ҙур үҫеп, ҡалаға китә... Һау кешегә рәхәт шул, — тип бер миңә, бер Ғәлимә апайға ҡарап алды ла күҙҙәре йәшләнде.
Һүҙ бөткән кеүек булып торғанда, Фәхри бабай өҫтәп:
— Уҡыһын инде. Бына беҙ уҡымау арҡаһында харап булдыҡ, үҙебеҙ генә түгел, башҡаларҙың да харап булыуына сәбәп булабыҙ. Наҙанлыҡ менән эшләнгән эшкә һуңынан үкенәһең дә, эш үткән була... — тип Ғәлимә апайға ҡарап алды ла башын түбән төшөрҙө.
Был ваҡытта Ғәлимә апай, сит кешеләр араһында торған кеүек, өндәшмәй генә тик тора. Ул минең ҡалаға китеүемде лә аңламай, балаларса көлөп йәки ҡапыл ғына төҫөн үҙгәртеп, моңайған һамаҡ булып ҡуя ине. Уның шул ваҡыттағы күренеше беҙҙең барыбыҙға ла тәьҫир итте. Әсәй ҙә сыҙаманы, арҡамдан һөйөп, йомшаҡ ҡына тауыш менән:
— Тырыш, балам, беҙҙе онотма... — тип күҙен һөртөп ҡуйҙы.
Уларҙың шул һүҙҙәренән һуң минең күңелем йомшап, бит өҫтөнән йылы ғына бер нәмә тәгәрәп түбән төштө.
Арала иң бирешмәгәне атай булып, ул юлға кәрәк нәмәләрҙе барлап йөрөй, шул замандың ғәҙәте буйынса, миңә бәхет теләп доға ҡылырға ултырҙылар. Мин устарымды йәйеп, битемә ҡаршы ҡуйып, бармаҡтарым араһынан бөтәһенә лә ҡарап сыҡтым. Әсәйҙең күҙендә йәш күренә. Хәмиҙә әбей ҡалтырана. Фәхри бабайҙың күҙҙәре йомолоп, ирендәре ҡалтырай. Ғәлимә апай ҡулдарын да күтәрмәй, хайран ҡалған кеүек, беҙгә ҡарап тик тора ине.
Доға ҡылынып бөткәс, бөтәһе менән дә күрешеп сыҡтым. Улар минең ҡулымды ныҡ ҡыҫып, ихлас күрештеләр. Ғәлимә апай янына барып:
– Иҫән бул инде, Ғәлимә апай... — тип ҡулымды һуҙҙым. Ул миңә ҡулын бирер-бирмәҫ торғас:
– Күреш, балам, күреш, ул ҡалаға китә... — тинеләр. Шунан һуң ғына ул минең менән күреште лә, һис бер әҫәрләнмәй:
– Ҡасан ҡайтаһың, ә?.. Миңә һабын алып ҡайт! Закир ҡалаға барғанда һабын алып ҡайта бит!.. — тип көлөп ҡуйҙы ла, тағы ла төҫөн үҙгәртеп: — Атайым, мин дә ҡалаға барам да!.. Унда ҡыҙыҡ булыр... — тип өйҙән сыға башланы. Уға ҡарап:
– Ҡуй, балам, ҡыҙҙар ҡалаға бармайҙар, уларға йөрөргә ярамай... — тигәс кенә, ул өмөтһөҙ булып, артҡа сигенде лә: — Улай булғас, мин һыуға барып ҡайтам әле, унда көтә торғандарҙыр, — тип минең ҡапҡанан сығып китеүемде көтмәйенсә үк үҙҙәренә ҡайтып китте.
Беҙ арбаға ултырып сығып киткәндә, ул бер генә силәк тотоп һыуға табан бара, үҙе беҙгә ҡарай ҙа әллә нәмәләр әйтә ине. Арба тауышы менән мин уның һуңғы һүҙҙәрен ишетә алманым. Оҙатыусылар күҙҙәрен һөртөп, беҙҙе ҡарап ҡалдылар...
Беҙ мулла бабайҙар эргәһенән үткәндә, ахун хәҙрәт ҡалын китаптарын тотоп, ҡапҡанан сығып килә ине. Атайым уға сәләм бирҙә лә, ул бер һүҙ ҙә ҡайтарманы. Тик асыулы күҙҙәре менән беҙгә ҡарап ҡалды.
Атайым:
— Бәддоғаң үҙеңә төшһөн!.. — тигән һүҙҙе әйтте, атты ныҡлап һуғып, елдереп ауылдан сығып китте...
Ауыл ҡарайып артта ҡалды. Беҙ алға киттек.
Ҡала миңә иҫ киткес матур күренде. Ундағы йорттар ҙа, мәктәптәр ҙә, мәктәптәрҙәге уҡытыусылар ҙа беҙҙең ауылға ҡарағанда башҡа ине. Атайым ҡайтып киткәндән һуң, бер аҙ күңелһеҙ кеүек булһа ла, тиҙ өйрәнеп киттем. Ауыл күп иҫкә төшмәй, тик үҙебеҙҙең өй эсендәге кешеләрҙе һәм Фәхри бабайҙар менән Ғәлимә апайҙарҙы күңелдән сығарып булмай ине.
Ауылдан килгән беренсе хат мине сикһеҙ шатландырҙы. Ебәрелгән күстәнәстәрҙе ҡарамаҫ борон уҡ хатты уҡырға керештем. Хатта үҙебеҙҙең кешеләрҙән атап-атап сәләмдәр яҙылған ине. Ғәлимә апайҙан да сәләм әйткәндәр. Хаттың ахырында Ғәлимә апай тураһында ошо һүҙҙәрҙе яҙғандар ине: «Ғәлимә апайың һаман боронғоса, Фәхри бабаң уны тағы ла ишанға алып барып, өшкөртөп, бетеү алып ҡайтҡан ине, бер ҙә шифаһы тейгән кеүек булманы. Бәлки боронғонан да насарланып ҡайтты. Әйткәнде бер ҙә аңламай, төндәрен ҡарап сығабыҙ. Ат-тун иҫән булһа, ҡалаға алып барып ҡайтырға иҫәпләп торабыҙ...»
Хат, әлбиттә, мине бик күңелһеҙләндерҙе. Мин Фәхри бабай менән Ғәлимә апайҙың ҡалаға килеүҙәрен көткәндә икенсе хат килде. Был хатты үҙебеҙҙең күрше килтергән ине. Хат килтереүсегә беренсе һүҙем: «Беҙҙекеләр иҫәндәрме?» — тип һорау булды. Ул уны-быны уйлап та тормай:
– Башҡалар иҫәндәр ҙә, Ғәлимә апайың ғына донъя ҡуйҙы, — тигән һүҙҙе әйтте.
– Нисек үлде?.. — тип һорағанымды белмәй ҙә ҡалдым.
– Мәкегә төшкән, бахырҡай, ике көндән һуң ғына табып алдылар. Станауай менән духтыр килгәнсе өс көн ҡарауыллап торҙоҡ. Фәхри ағайҙарға бик ҡыйын булды. Ундай ауырыуҙан ҡотолған яҡшы инде. Барыбер кеше булыуҙан үткән ине, — тип бик ғади генә яуап бирҙе.
— Бахыр, апайым әрәм булды!..
— Шулай инде... Һуңға табан бик насарланған ине. Ипләнеп үлгәс: «Уның өрәге йөрөй икән, ут булып Фәхри ағайҙарҙың мөрйәләренән ингән икән...» — тип тә һөйләйҙәр. Бала-сағалар түгел, ҡатын-ҡыҙҙар төндә яңғыҙ-ярым тышҡа сығырға ҡурҡалар! —тигән һүҙҙәрҙе өҫтәп ҡуйҙы.
Мин уның һуңғы йәмһеҙ һүҙҙәрен тыңлап тормай, тиҙ генә мәктәпкә инеп, хатты асып аулаҡ урында уҡый башланым. Хатта боронғоса сәләм һуңында ошо һүҙҙәр бар ине: «Бик ауыр хәсрәткә төштөк. Ғәлимә апайың мәкегә төшөп вафат булды. Алла иман баҡый ҡылһын ине, амин. Был араларҙа төн йоҡоларын йоҡлай алманыҡ. Бик ҡайғырҙыҡ. Халыҡтың теле-теше лә бик күп булды, һин киткәндән һуң үҙе лә бик бөткән ине. Ҡарап ҡына тора торған булдыҡ. Әжәлгә әмәл юҡ икән, ҡарап торһаҡ та булманы. Бер көн үҙебеҙ күрмәй ҡалғанда, һыуға барам тип сығып китеп, мәкегә төшөп, шунда вафат булған. Ике көн үткәс кенә табып алдылар. Өс көндән һуң кәфенләп күмдек...»
Мин был хатты уҡығас, Ғәлимә апайҙың бер нисә йыллыҡ ғүмере, һуңғы йыл эсендә күргән хурлыҡ һәм ауырлыҡтары, уның төрлө сифаттары күҙ алдынан үтә башланылар, иң элек уны бөтә ауылға бер булып үҫкән матур ваҡыттары, бөтә халыҡтың уға һоҡланып ҡарауҙары, беҙҙең өй менән Фәхри бабайҙар араһында сәскә кеүек ҡәҙерле булып, ике йортҡа йәм биреп йөрөүҙәре, уның эш ваҡытындағы етеҙлектәре күҙ алдымдан үтте. Унын артынан, үткән ҡыш, мин мәҙрәсәлә торғанда, төнлә менән тотолоп ахун хәҙрәт алдына килтереп хөкөм ҡылынған ваҡыттағы ҡыҙғаныс күренеше, иртәгеһен бөтә ауыл халҡы ҡатнашы менән, йөҙөнә ҡаралар яғылып, урам буйында йөрөтөлөп мәсхәрә ителеүе; ҡөрьән сығарған ваҡытта, мулла һәм хәлфәләрҙең өшкөргән ваҡыттарында, ни эшләргә белмәй ҡурҡып тыпырсыныуҙары, һуңынан аҡылдан шашып, балаларса йөрөгән ваҡыттары — бөтәһе-бөтәһе берәм-берәм алға килеп баҫтылар. Ғәлимә апайҙың боронғо матур сифаттары һуңғы йәмһеҙ күренештәр арҡаһында юғалдылар ҙа, хәҙер Ғәлимә апай минең күҙ алдыма ысынлап та теге хат килтергән ауыл кешеһе әйткән өрәк кеүек булып килеп баҫты. Ул төрлө сифатҡа инеп торған бер ҡурҡыныс нәмәгә әүерелгән кеүек булып китте. Бына ул:
– Мине әрәм иттеләр, йөҙөмә ҡара яҡтылар!.. — тип илай кеүек булды. Бына ул алмашынды ла:
– Беҙҙең туй булды... Закир килә!.. — тип шатланып көлә башланы, тағы ла төҫөн үҙгәртте лә:
– Юҡ, юҡ!.. Кит, Закир, кит!.. — тип йөҙө ағарҙы. Бына күлдәгенең тиҫкәре яғын кейеп, ҡыҙҙар янына барған, үҙе:
– Мине лә уйынға ҡатнаштырығыҙ... — тип балаларса ҡарап тора. Хәҙер ҡалтырап:
– Муллалар килә!.. Йөҙөмә ҡара яғалар!.. — тип уларҙан ҡасырға, уларҙың йәмһеҙлектәрен күрмәҫкә теләп, йөҙөн ябырға кереште.
Шул минут эсендә уның һыу буйында яланғас көйөнсә балаларҙы ҡыуып йөрөгән ваҡыты күҙ алдымда йөрөй башланы.
Һуңғы йыл эсендә күргән бөтә ауырлыҡтары, шулай бер сифатҡа инеп, алдымдан үткәндә, йүгереп барып, мәкегә төшөп китеп, бөтөнләй юғалды...
Уның тураһындағы уйҙарым шул ергә еткәс, мин һиҫкәнеп киттем. Ҡулымдағы хатты тағы ла бер тапҡыр уҡып сыҡтым. Иң һуңынан, мәкенән сығарылып, өс көн ҡарауыл өйөндә ятҡырылғандан һуң, ҡәбергә күмелеүҙәре күҙ алдыма килде лә, ап-аҡ кәфенгә уралған Ғәлимә апай — минең теге матур Ғәлимә апай — ер аҫтына төшөп юғалды... Уның ҡәбере тирәһендәге сәлләле муллалар, ҡарт хәлфәләр ҡөрьән уҡыйҙар, улар матур татар ҡыҙын күмеп, саҙаҡа алып доға ҡылалар... Алдарына, Ғәлимә апайҙың үҙ ҡулы менән сүпләп һуҡҡан, киләсәктә матур тормош ҡорор өсөн әҙерләнгән, ҡыҙыл башлы оҙон ихтималдарын ҡуйып, уның ҡәбере өҫтөнә ҡарап ултыралар ине...
Бынан утыҙ йылдар элек булып үткән бер ваҡиға иҫкә төшкәндә, Ғәлимә апайҙың күргән ҡыйынлыҡтары, Закир менән бергә бәйләп, йөҙҙәренә ҡаралар яғып, арттан:
– Ҡара йөҙҙәр!.. — тип ҡысҡырыуҙар, Ғәлимә апай күҙ алдыма килеп баҫа ла:
– Иҫке тормоштоң миллион ҡорбандарынан береһе мин, — тигән кеүек була.
Ысынлап та, ул иҫке тормоштоң миллион ҡорбандарынан береһе, шуларҙың да иң ҡыҙғанысы булып бөттө.