Jump to content

Ҡара йөҙҙәр. 3-сө өлөш

From Wikisource
Ҡара йөҙҙәр. 3-сө өлөш
автор Мәжит Ғафури
Ижад итеү ваҡыты: 1926. Нәшер ителгән: 1927. Сығанаҡ: Ҡара йөҙҙәр. Повесть. Өфө, 1927.


* * *



Мин өйгә ҡайтып барғанда, көн аҙ ғына яҡтыра башлағайны. Ауыл кешеләре тороп, ҡатын-ҡыҙҙары һыуға, ирҙәре ат эсерергә барырға сыҡҡандар ине. Былар икешәр-өсәр кеше бергә йыйылып, кисәге эш тураһында һөйләйҙәр.
– Ауылда бәрәкәт ҡасырып!..
– Үҙҙәре хәҙер ни йөҙ менән торалар икән...
– Эй оятһыҙҙар!. Ҡара йөҙҙәр!..
— Уның Закирына шунда нығыраҡ бирергә кәрәк ине, аҙ булған, — тигән рәүештә һүҙҙәр һөйләп, зыҡ ҡубалар ине.
Мин быларҙың һүҙҙәренән эштең барған һайын ҙурға киткәнен, бер төн эсендә был хәбәр бөтә ауылға таралып, бөтә халыҡты мәшғүл итеп өлгөргәнен белеп, өйгә ҡайттым.
Башҡа ваҡытта беҙҙең өй эсе күңелле була, мин ҡайтып инеү менән, әсәйем ҡаршы алып, хәлде һораша торғайны, бөгөн улай булманы. Әсәйем күңелһеҙ генә сәй урыны әҙерләй, атайым бик тәрән уйҙа ултыра ине.
Мин өйгә инеп сисенгәнсе, миңә бер һүҙ ҙә әйтмәнеләр. Тик сәйгә ултырғас ҡына, әсәйем: «Ниңә иртә ҡайттың?» — тип һораны.
Минең атай, Фәхри бабайҙың киреһенсә, бик йомшаҡ күңелле, йыуаш кеше булып, үҙ эшенән башҡаны белмәй, ауылдағы төрлө талашлы эштәргә ҡатнашмай, бер нәмәгә лә артыҡ асыуланмай торған баҫынҡы кеше ине.
Ләкин минең әсәйем атайыма ҡарағанда үткер, етеҙ, күберәк һөйләүсән кеше, ләкин уҫал тәбиғәтле түгел. Шуның өсөн улар бөгөн күңелһеҙ булһалар ҙа, артыҡ ҡыҙыулыҡ күрһәтмәйҙәр, бәлки үҙҙәренең хәсрәттәрен тик тороуҙары һәм йөҙҙәренә сыҡҡан күңелһеҙлектәре менән генә белдерәләр ине.
Бик оҙаҡ һүҙһеҙ-ниһеҙ торғас, әсәйем:
- Кисә мәҙрәсәлә нәмәләр булды, Ғәлимә апайыңды күрҙеңме? — тип һораны.
Мин нисек тип яуап бирергә лә белмәй торҙом. Тик: «Кәүҙәһен күрҙем дә, йөҙөн күрмәнем, ул һаман илап торҙо, үҙҙәренә нахаҡ бәлә таҡҡандарын һөйләне», — тинем.
Атай менән әсәй минең һүҙҙәрҙе артыҡ күңелһеҙлек менән тыңланылар.
Улар мин ҡайтҡанда һүҙһеҙ генә торҙолар ҙа, минән һорашҡандан һуң, һүҙгә керешеп киттеләр. Атайым да, әсәйем дә Ғәлимә апайымдың был эшенә бер мәғәнәлә бирә алмай аптырайҙар ине.
- Ни генә булды икән был Ғәлимәгә? Бер ҙә ундай-бындай эше һиҙелгәне юҡ ине... бөтә нәҫел-ырыуға оят килтерҙе... — тине әсәйем.
Атай бик оҙаҡ уйланғандан һуң:
— Нәмә булһын? Уларҙың һөйләшеп тороуҙарын күреп, дошман егеттәр эште шулай ҙурға ебәргәндәрҙер...— тине.
— Булмаһа ла, булды тип күрһәтәләр бит әле, бөтә ауыл улар өҫтөнән һөйләй. Ғәлимә ни эшләр инде? Ҡайнаға: «ҡайтып инмәһен, күҙемә күренеү менән, һуғып башын ярырмын», — тип тора... Ул хәҙер ҡайҙа барыр? — тине әсәйем.
— Ҡайҙа барһын? Бына үҙебеҙгә алырбыҙ. Мин Ғәлимәне беләм, ул боҙоҡлоҡ эшләй торған ҡыҙ түгел. Бөтә ауыл түгел, бөтә донъя һөйләһен, мин уларға ышанмайым! — ти атай.
Мин атайымдың был һүҙҙәрен ишеткәс, бик шатландым да:
— Шулай шул, атай, шулай итербеҙ! — тип ҡуйҙым. Артыҡ һүҙ әйтә алманым.
Улар тағы ла тындылар.
Шул ваҡытта беҙгә Хәмиҙә әбей килеп инде. Ул бер төн эсендә бөтөнләй үҙгәргән, йөҙө үлек төҫөнә ингән, күҙҙәре шешенеп бөткәйне. Ул ингәс, беҙҙең өй эсен тағы ла моң, ауырлыҡ баҫты, һис кем һүҙҙе ҡайҙан башлап алып китергә белмәй, аптырашта ҡалдылар.
Бер аҙ тын торғандан һуң, әсәй һүҙ башлап:
— Әйҙә, юғары уҙ, сәйгә рәхим ит, — тине. Әсәйемдең был һүҙенән һуң Хәмиҙә әбей көрһөндө һәм:
– Сәй эсеү ҡайғыһы бармы һуң? Кисәнән бирле күҙемде лә йомғаным юҡ, күрәһеләребеҙ бар икән, раббым!.. Был әҙәм хурлығына нисек сыҙарға кәрәк? Кеше күҙенә нисек күренербеҙ?.. — тип илап ебәрҙе. Уның был һүҙҙәре, артыҡ өҙөлөп әйтеүе һәм балалар төҫлө илауы беҙгә һуң дәрәжәлә ауыр тойолдо, тағы һүҙ бөттө, һуңынан әсәйем:
– Сабыр ит, еңгә, нахаҡтыр. Ғәлимә ундай ҡыҙ түгел. Ҡыҙ баланың өҫтөнә шундай бәлә яғыуҙар була инде ул. Сабырҙан башҡа сара юҡ! —тине. Әсәйемдән һуң атайым һүҙгә ҡатнашып:
– Еңгә, сабыр ит. Ғәлимә бөтә ауылда бер ҡыҙ ул. Уны күрә алмайҙар, шуға күрә лә ғәйеп эҙләйҙәр, булмаҫ, мин ышанмайым! — тине.
Атай менән әсәй был һүҙҙәрҙең Хәмиҙә әбейгә ныҡ тәьҫир итеүенә үҙҙәре лә артыҡ ышанмайҙар һәм Хәмиҙә әбейҙең ныҡ ҡайғырыуын, бер яҡтан, хаҡлы тапҡан кеүек, һүҙҙәрен йомшаҡ әйтәләр ине.
Әсәйем тағы ла һүҙ башлап:
– Ҡайғырыуҙа ла файҙа юҡ, бер нәмә лә булмаҫ!.. Ул сығып киткәндә үҙегеҙ ҡайҙа инегеҙ һуң? Ҡыҙ кешене ҡараңҡырап торорға кәрәк ине, — тине. Хәмиҙә әбей, күҙҙәрендәге йәштәрен яулыҡ осо менән һөртөп һәм бик ауыр көрһөнөп:
– Нисек итеп гелән ҡарап тораһың? Ул балиғ булған, аҡылға ултырған бит инде. Уны бәйләп ҡуйырға быҙау түгел бит ул, беҙ уны һеҙгә инеп ултыра торғандыр тип уйланыҡ. Бер ваҡытта тауыш сыҡҡас, янғын сыҡҡан микән әллә, тип йүгереп сыҡһаҡ, уларҙы һырып алғандар ине. «Был нәмә булды?» — тип һорауыбыҙға ҡаршы Хәким малайы: «Ғәлимәгеҙҙе Закир менән тоттолар! Берҙән-бер ҡыҙығыҙҙы ҡарап тормайһығыҙ, уйнаш итеп йөрөй», — тип йөҙөбөҙгә һуҡты, — тине лә тағы ла иларға кереште.
Әсәй ҙә, атай ҙа Хәмиҙә әбейҙе төрлө һүҙҙәр менән йыуатырға керештеләр. Ләкин уларҙың һүҙҙәре Хәмиҙә әбейгә һис бер тәьҫир иткән кеүек күренмәй. Ул һаман көрһөнә, уфлай, тағы ла һүҙ башлай:
— Үҙ башына төшмәгән кеше белмәй шул... Бигерәк ауыр бит!.. Йә инде, ҡыҙың егет менән тотолһон әле? Был бит беҙҙең ауылда түгел, тирә-яҡта булған эш түгел!.. Атаһы бик ҡыҙыу, бик ғәрсел кеше, ҡайғыһынан бөгөн сәй ҙә эсмәне. «Хәҙер урамға сығып, кеше күҙенә күренер ерем ҡалманы. Ул яуыз күҙемә күренмәһен, өйөмә ҡайтып инмәһен! Һуғып үлтерермен!» — ти.
Шул һүҙҙәренән һуң тағы ла илай. Әсәйемдең дә күҙендә йәш бөрсөктәре күренә. Әсәйем дә уфлап ҡуя. Шулай итеп, беҙҙең өй эсе яңы ғына үлек сыҡҡан кеүек, хәсрәткә әйләнде. Ғәлимә апай ваҡиғаһы бөтәбеҙҙе лә ҡайғыға төшөрҙө.
Мин үҙебеҙҙең ҡапҡа тышына сыҡтым. Бөтә ауыл шау килә... Һәр кемдең ауыҙында шул, төркөм-төркөм йыйылышып шул турала һөйләйҙәр. Ауылда бер мунса яныуы, берәй кеше үлеүе, берәй кешенең кәзә урлап һуйыуы ауылды аяҡҡа баҫтыра ине. Ләкин был эш уларҙың бөтәһенән дә ҡурҡыныс төҫ алған. Өйҙәренән сыға алырлыҡ кешеләрҙең: ҡарттары, йәштәре, ирҙәре, ҡатын-ҡыҙҙары, бала-сағалары өйөм-өйөм булып, һаман ошо турала ғына һөйләп, ахун хәҙрәт йортона табан ағылалар. Тик минең атайым менән әсәйем, Хәмиҙә әбей менән Фәхри бабай ғына урамға сығырға оялып, ҡурҡып өйҙә ултыралар, тик уларға ғына бөгөн урам йөҙөн күреү насип түгел ине.
Мин ҡапҡа төбөндә генә ҡарап тороуыма ҡәнәғәт итмәй, урамға сыҡтым. Беҙҙең туранан үткән бер кеше, Фәхри бабайҙың өйөнә ҡарап, «унда нәмәлер бар, был йортто ҡәһәр һуҡты» тигән кеүек үтәләр, ҡайһы бер йәплерәктәре үҙ-ара һөйләшеп:
– Матурлыҡ менән дан сығарған ҡыҙ шулай була ул!..
— Үҙен бик юғары тота ине!..
– Ирҙәрҙән ҡаса ла белмәй ине!..
— Уйнашсы Ғәлимә йорто! — тип үтәләр. ҡарт әбей-һәбейҙәр:
— Илаһым, үҙең тәүфиҡ бир!..
— Балаң шулай йөҙ ҡаралығы килтерһә, ни эшләр инең?..
— Ауылдан бәрәкәт ҡасырып, зина ҡылалар бит...
— Хоҙайҙан нисек ҡурҡмайҙар, әҙәмдәрҙән нисек оялмайҙар?
— Алланан ҡурҡмаһалар ҙа, бәндәләрҙән оялырға кәрәк ине, — тиҙәр ине.
Ғәлимә апайҙы яҡлап, уны ҡыҙғанып бер генә һүҙ әйтеүсене лә күрмәгәс, бер генә кешенең ауыҙынан да уның файҙаһына ҡаратып әйтелгән һүҙҙе ишетмәгәс, бигерәк тә ҡурҡыуға ҡалдым. Уларҙы туҡмап үлтермәһәләр ярар ине, үткән йыл әллә ҡайһы ауылдың ат ҡарағын урамда туҡмап үлтерҙеләр бит, быларҙы ла шулай ғына һәләк итмәһәләр ярар ине, тигән уйға төштөм.
Ярты сәғәт эсендә ахун хәҙрәт өйөнөң тирәһе ҡара сәүкә кеүек халыҡ менән тулып өлгөрҙө. Улар унда йыназа сыҡҡанын көткән кеүек көтәләр, бөтәһе лә Ғәлимә апай менән Закирҙың баштарына киләсәк «шәриғәт хөкөмөн» һәм уның язаһын күрергә теләп, урындарында баҫып тора алмайҙар ине.
Бер аҙҙан һуң хәлфәләр ҙә, хәҙрәт йортона килеп, өйгә инеп киттеләр. Халыҡ уларға юл биреп ҡалды.
Бына бер ваҡыт ҡарауыл өйөнән алып сыҡтылар. Йыйылған халыҡ, уны күреү менән, был яҡҡа йүгерә башланылар һәм былар, үҙ ғүмерҙәрендә Закирҙы күрмәгән кеүек, уны һырып алдылар. Ул меҫкен башын түбән эйгән хәлдә шул халыҡ тулҡыны уртаһында ҡамалып тороп ҡалды. Шул ваҡытта уның үҙенә ишеттереп үк:
– Бына шәп егет, никахһыҙ-ниһеҙ ҡыҙ алған!..
– Туй менән булғас, аҡса сыға бит... ә былай анһат!
Шәберәк атла!.. Кисә бик шәп булғанһыңдыр бит!..
— Малайҙың бөгөн башы түбән төшкән!—тип ҡысҡыралар ине.
Халыҡтың асыулы рәүештә шулап ҡысҡырыуҙарын күргәс, миндәге ҡурҡыу тағы ла артты. Быларҙың хәҙер береһе лә кисәге беҙҙең ауыл кешеләре түгел, бөтәһе лә беҙгә, Ғәлимә апайға, Закир ағайға сит кешеләр — дошмандар кеүек ҡурҡыныс булып күренделәр. Бөтәһе лә был эштең булыуына шатланған кеүек һиҙелделәр.
Закир ағай хәҙрәттәргә яҡынлашҡан һайын, уның тирәһенә халыҡ күбәйә, барған һайын төрлө мыҫҡыл һүҙҙәрен әйтеүселәр арта ине. Шул ваҡытта халыҡ араһында:
— Ана тегеһен дә алып сыҡтылар! — тигән тауыш күтәрелде. Шул һүҙ ишетелеү менән, халыҡ тулҡыны икенсе урамға сайҡалды. «Ана тегеһе!» тигәндәре Ғәлимә апай ине. Мин уны бик алыҫтан ғына күреп ҡалдым: ул йөҙөн шәле менән ҡаплаған, башын түбән эйгән көйөнсө бара ине. Ул миңә кисәгегә ҡарағанда ла бәләкәйләнеп ҡалған кеүек булып күренде...
Ғәлимә апай бер минут эсендә халыҡ араһында ҡалды. Халыҡ араһынан:
– Ана үҙе!
– Бөгөн оялған була бит әле. Оятһыҙ!
–Ауылдың бәрәкәтен ҡасырып йөрөүселәр!
– Ҡыҙ башы менән ни эшләп йөрөй?
— Матур ҡыҙ шулай була ул, — тигән тауыштар сыҡты.
Мин был ауыр күренеште күреп, сыҙай алмай, үҙебеҙҙең өйгә табан ҡайта башлағайным, минең арттан ике кеше бик шәпләп килеп, мине уҙып киттеләр. Быларҙың үҙ-ара: «Фәхри ҡарт үҙе өйҙәлер бит?» — тигән һүҙҙәренән уларҙың Фәхри бабайҙы саҡырырға барыуҙарын аңланым һәм улар артынан Фәхри бабайҙарға барҙым.
Был кешеләр туп-тура Фәхри бабайҙарға барып инделәр ҙә, рәтләп һүҙ ҙә ҡушмай:
— Әйҙә, Фәхри ағай, һине ахун хәҙрәт саҡырта. Унда һине көтөп торалар, — тинеләр.
Фәхри бабай башта бер һүҙ ҙә әйтмәне, йөҙҙәре ағарып, ирендәре ҡалтырай башланы, һуңынан бик ауырлыҡ менән генә:
— Унда минең ни кәрәгем бар? Минең эшем юҡ, ул бөгөндән һуң минең ҡыҙым түгел, теләһәләр нәмә эшләтһендәр, — тине.
Теге кешеләрҙең Фәхри бабайҙы алырға килеүен күргәс, Фәхри бабайҙың уларға Ғәлимә апай тураһында шундай ауыр һүҙҙәр әйткәнен ишеткәс, Хәмиҙә әбей тағы ла иларға кереште.
Теге кешеләр иң ҙур бер эште еренә еткерергә өҫтәренә алған, бик ҙур эш артынан йөрөгән бер рәүештә:
— Унда беҙҙең эшебеҙ юҡ, әллә хәҙрәт һүҙенә, шәриғәт бойороғона үҙең дә ҡаршы киләҙеңме? — тинеләр.
«Шәриғәт» һүҙен ишетеү менән, Фәхри бабай тағы яуапһыҙ ҡалды. Әллә ниндәй ҡурҡыныс бер эш алдында ҡалған кеше кеүек ҡалтыранды. Үҙенең ҡулында ихтыяры булмаған бер кеше рәүешендә улай-былай һелкенде, ярҙам һораған кеүек, бер Хәмиҙә әбейгә, бер башҡаларға ҡараны. Был ваҡытта Хәмиҙә әбей бер һүҙ әйтмәй, илай ғына ине. Ул да, был бойороҡ алдында һис бер һелкенер урын юҡ икәнен белгән кеүек, шаҡ ҡатып ҡалды. Өй эсен тынлыҡ баҫты. Тик бер аҙҙан һуң теге кешеләрҙең береһе:
— Фәхри ағай, тиҙерәк бул, ахун хәҙрәтте һәм халыҡты көттөрмә, һинән һорай торған һүҙҙәре барҙыр! Шәриғәт бойороғона ҡаршы тороп булмай бит! — тип тиҙерәк алып китеү яғын ҡараны. Иптәше уның һүҙен ҡеүәтләп:
- Илсегә үлем юҡ, Фәхри ағай, беҙ ахун хәҙрәт ҡушҡанға килдек. Беҙҙең менән бармаһаң да, барыбер икенсе кешеләр килеп үҙеңде алып китерҙәр, унда халыҡ бик ҡыҙған! — тине. Уларҙың был һүҙҙәренән һуң Фәхри бабай тағы ла уйға ҡалды, ҡалтыранып китте, бик ҡыҙғаныс рәүештә тағы ла Хәмиҙә әбейгә ҡараны. Мин ғүмеремдә уның былай ҡыҙғаныс һәм йыуашланған сағын күргәнем юҡ ине. Хәмиҙә әбей бик меҫкен тауыш менән:
– Барып ҡайт инде, хоҙай тәҡдирҙә шулай яҙғандыр, тәҡдирҙә яҙғанды күрмәй булмаҫ! — тине. Уның һүҙенән һуң Фәхри бабай, һуйырға алып барыла торған һарыҡ кеүек, ҡурҡынып, әкрен генә урынынан торҙо һәм:
– Мин ни йөҙөм менән халыҡ күҙенә күренәйем? Был көндәрҙе лә күрер көнөм бар икән! Ҡарт көндәремдә ата-бабалар күрмәгән хурлыҡҡа төштөм! — тине лә атлар-атламаҫ ҡына теге кешеләргә эйәреп сығып китте. Мин уның артынан, ул халыҡ араһына барып еткәнсе, эйәреп барҙым. Фәхри бабай башын түбән эйгән хәлдә халыҡ араһына инеп юғалды.
Мин бер яҡ ситтәрәк тороп, Ғәлимә апайға нәмә буласағын көтөп тормаҡсы инем дә, оҙаҡ торорға тура килмәне. Шундағы ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар һәм малай¬ҙар миңә лә шул эшкә ҡатнашҡан бер кеше төҫлө итеп ҡарап, ҡайһы береһе мине бармаҡ менән төртөп күрһәтә башланылар. Уларҙың ул эштәре минең йөрәккә уҡ кеүек ҡаһалды. Эш уның менән генә бөтһә, тағы бер хәл ине. Ләкин улай ғына бөтмәне, теге ҡатындар араһынан сулаҡ Насир ҡатыны мине башҡаларға күрһәтеп:
– Ана, Закирҙың ҡәйнеше лә килгән, еҙнәһе менән апаһын ҡаршы алырға килгәндер, — тине. Уның шул һүҙенән һуң икенсе береһе:
– Еҙнәһенең бәке биргәнен көтә торғандыр, кейәү ингәндең иртәгәһенә бәке бирәләр бит, — тине. Өсөнсө береһе:
– Бәке бирә торған еҙнәләр келәт артында булмайҙар улар, келәт эсендә, сымылдыҡ эсендә торалар... — тип үртәне. Уларҙың һүҙе артынан бер малай минең эргәмә йүгереп килеп:
– Ҡайҙа, ҡыҙыл һаплы бәке алдыңмы? — тип һораған булды.
Мин быларҙың шундай зәһәрле һүҙҙәрен, төртмә телдәрен ишеткәс, түҙә алмайынса, ғәрләнеп ҡайтып киттем.
Мин ҡайтып бер аҙ тороу менән, урамда тауыш күтәрелде. Әллә ни тиклем кешеләрҙең ауыҙҙарынан сыҡҡан был тауыштарҙың айырым һүҙҙәрен аңлап булмай, тик ҙур баҙарҙағы тауыш кеүек, бөтәһе лә бергә ҡушылып, бөтә урамды яңғырата ине.
Мин был тауышты ишетеү менән, тағы ла урамға сыҡтым һәм беҙҙең яҡҡа ағылып килә торған халыҡ ташҡынына осраным. Быларҙың иң алдарынан Ғәлимә апай менән Закир ағайҙы килтерәләр ине. Хәҙер Ғәлимә апайҙың шәле битен ҡапламаһын өсөн, уны башына уратып артҡа бәйләгәндәр, йөҙө асыҡ булып, бөтә битенә ҡара буяғандар, уның да күҙҙәре генә ағарып күренеп торалар ине.
Был күренеште күргәс, ҡурҡыуымдан ни эшләргә белмәнем. Ғәлимә апай хәҙер йәнһеҙ бер һын-кәүҙә кеүек, үҙенең иркенән башҡа алға килә. Икенсе төрлө әйткәндә, уларҙы халыҡ тулҡыны ихтыярһыҙ йомосҡа кеүек алға этеп килтерә ине. Фәхри бабайҙар тураһына еткәс тә, уларҙы бер аҙ туҡратып торҙолар. Был ваҡытта халыҡ араһынан:
– Ҡарағыҙ был ҡара йөҙҙәргә, ғибрәт алығыҙ!..
– Ил ҡоротҡостар!
– Шәриғәт таптаусылар!
— Уйнашсылар! — тигән тауыштар сыға һәм әллә нәмәләр шалтыраталар, Ғәлимә апай менән Закир ағайҙың өҫтөнә иҫке сабаталар ырғыталар ине. Ошо ерҙә Ғәлимә апай һушынан яҙған кеүек ергә бөгөлөп төштө, уны күтәреп алдылар. Ул хәҙер иламай ҙа, өндәшмәй ҙә ине. Уның ҡап-ҡара йөҙөндәге күҙҙәре һирәкләп асылып ҡуйһа ла, уларҙы тағы ла йома, ул был халыҡты, был тормошто, быларҙың был тиклем вәхшәттәрен күрмәҫкә тырышҡан кеүек була ине.
Шул минут эсендә Фәхри бабай йортонан йүгереп сыҡты ла, туп-тура Ғәлимә апай эргәһенә килеп, битенә һуғып ебәрҙе һәм уның йөҙөнә төкөрөп: «Бынан һуң минең йортома ҡайтып инәһе, ишек алдына аяҡ баҫаһы булма! Теләһәң ҡайҙа юғал!» — тип бер-ике һүҙ әйтте лә, кире боролоп, ҡапҡаһынан инеп китте. Был ваҡытта Фәхри бабайҙың асыуының һис бер сиге юҡ, йыртҡыс януар кеүек уҫал һәм йәмһеҙ күренә ине.
Шунан һуң уларҙы тағы ла алып киттеләр. Тағы баяғы төҫлө ҡысҡырыуҙар, төрлөсә мыҫҡыл итеүҙәр башланды.
Был ваҡытта әсәйем дә, атайым да өйҙәләр ине әле. Мин уларҙың был ауыр күренеште ҡарап тороу-тормауҙарын белмәй инем. Теге кешеләр беҙҙең туранан үтеп китеү менән, әсәйем өҫтөнә кейенеп, тунының төймәләрен эләктерә-эләктерә теге халыҡ артынан китте. Ул үҙе ҡыҙған һәм:
— Тапҡандар айыу бейетеүҙе! Ғис бер гонаһҙыҙ кешеләрҙе хурлыҡҡа төшөрҙөләр! — тип һөйләнә-һөйләнә бара ине. Атай ҡапҡа төбөнә сығып, әсәйемдең артынан: «Юҡҡа йөрөйһөң, эт кеүек ҡоторған халыҡ үҙеңде иҙеп ташламаһын!» — тип әйтеп ҡалды. Был ваҡытта атайҙың эйәге һелкенә, иларға торған кеше кеүек, һүҙҙәре ҡалтырауыҡлы сыға ине. Әсәйемдең һүҙенә ҡаршы теге кешеләр араһынан: «Әллә үҙең баш ҡоҙа булдыңмы? Вәт нисек яҡлаша...» — тигән һүҙҙәр ишетелеп ҡалды.
Халыҡ төркөмө беҙҙән алыҫлашты, улар киткәс, мин әсәйем тураһында уйлап, ҡыҙған, ҡоторған халыҡ әсәйемде туҡмап ташламаһалар ярар ине, тип ҡурҡа башланым, атай өйгә ингәс, мин үҙемде өйгә инергә тейешле һамаҡ таптым да уның артынан өйгә индем. Ул өйгә инеү менән: «Ах, меҫкен, харап булды... үҙен ғүмергә бәхетһеҙ яһаны, бынан да ауыр нәмә булһын?» — тип башын тотоп ултырҙы.
Атайымдың артыҡ дәрәжәлә ҡайғырыуы мине тағы ла үҙем дә аңлап бөтөрә алмай торған сыуалсыҡ уйҙарға батырҙы... «Тормош шулай икән, ҡыҙ менән егет бер-береһе менән аулаҡта бер генә минут та күрешеп тормаҫҡа, бер һүҙ ҙә әйтмәҫкә тейеш икән. Был ниңә былай һуң? Был эш ниңә бөтә ауылды зыҡ ҡуптара? Нәмә урлап тотолған кешеләргә лә былай ҡыҙмайҙар, уларҙы ла урам буйлап, биттәренә ҡара яғып йөрөтмәйҙәр, шундай ваҡытта ла бөтә ауыл сыҡмай торғайны бит?..» — тип аптырап ҡалдым.
Ғәлимә апайҙың был хәлгә төшөүе, урамдағы йәмһеҙ күренештәр беҙҙең өйгә ҡәбер йәмһеҙлеге, ҡәбер тынлығы индерҙе. Хәҙер беҙҙең өй боронғоса шат түгел, беҙҙә мәңге шулай күңелһеҙ, тын, ауыр тормош башланыр, бынан һуң бер шатлыҡ инмәҫ кеүек булып күренде. Ҡолаҡ төбөндә теге халыҡтарҙың йәмһеҙ тауыштары яңғырап, күҙ алдында уларҙың йәмһеҙ төҫтәре баҫып тора, күңелдә шуларҙың ҡурҡыныс сифаттары йөрөгән кеүек тойола ине. Шуның өҫтөнә Ғәлимә апайҙың шул халыҡ араһындағы ауыр хәле, уның ҡоромға буялған ҡара йөҙө, шунда ялтырап күренеп ҡалған күҙе алға килеп баҫты. Ул хәҙер юғалды, беҙгә ҡайтмаҫ, ҡайтһа ла, уның күбәләк кеүек уйнап торған шат күңеле мәңгегә һүнеп ҡайтыр кеүек һиҙелә ине.
Мин, бер өйгә инеп, бер сығып, әсәйем менән Ғәлимә апайҙың ҡайтыуын көтә башланым. Күпме ваҡыт үткәндер, ләкин уларҙы көтөү минуттары бик оҙон булып күренде. Атай бик оҙаҡ өндәшмәй ҡарап ултырҙы-ултырҙы ла аҙбарға табан сығып китте.
Бик күп ваҡыт үткәндәй һуң (ул ваҡытта миңә шулай тойолдо), беҙҙең урамда тауыштар ишетелә башланы. Хәҙер тауыштар һирәгәйгән, баяғы шәплектәр юғалған ине. Мин тиҙ генә сығып ҡапҡа төбөнә йүгереп барҙым, мин сыҡҡанда әсәй Ғәлимә апайҙы етәкләп үҙебеҙгә табан ҡайтып килә, арттан эйәреп килгән һирәк кенә кешеләргә әйләнеп, әллә нәмәләр әйтә. Ғәлимә апай бер һүҙ ҙә өндәшмәй, шәле менән йөҙөн бөтөнләй ҡаплап, башын түбән эйеп, атлар-атламаҫ ҡына ҡайта, ауыр-аумаҫ килгән кеүек күренә, тик әсәйемдең ныҡлап ҡултыҡлауы арҡаһында ғына йығылмай ине. Ҡара сәүкә кеүек халыҡтың таралыуы, уларҙың асыуҙары баҫылып үҙ йорттарына ҡайтыуҙары, Ғәлимә апайҙың улар ҡулынан иҫән ҡалыуы минең күңелгә бер аҙ тыныслыҡ бирһә лә, Ғәлимә апайҙың артыҡ хәлһеҙләнеүе, уның шулай хәҙер ҡайҙа алып барһалар ҙа, ҡайҙа алып барып ташлаһалар ҙа, хатта ошо урында уҡ балта менән сапҡылаһалар ҙа уның өсөн бер икән төҫлө килеүе ул тыныслыҡ урынына икенсе бер төҫлө уңайһыҙлыҡ тыуҙырҙы.
Әсәйемдең йөҙө ағарыуы һәм артыҡ борсолоуы бөтмәгән кеүек күренһә лә, ул үҙен ныҡ тота. Бүреләр тырнағынан һарыҡ бәрәсен ҡотҡарып алған кеше һамаҡ, үҙендә ғәйрәт һәм еңелмәүселек һиҙә. «Нахаҡ хур иткәндәр өсөн үҙҙәренең йөҙҙәре ҡара булһын!» — тигән һүҙҙе ҡабатлай ине.
Улар шулай ишек алдына инделәр. Ишек алдына ингәс тә, Ғәлимә апай әсәйемдең ҡулынан тартылып, аҙбарға табан китергә теләй башланы. Әсәйем уның китергә тартылыуын күргәс, бик йомшаҡлыҡ менән:
— Әйҙә, балам, әйҙә! Үҙебеҙгә ин, бына хәҙер сәй эсербеҙ, бөтәһе лә бөтөр, үҙҙәре лә нахаҡ яла ябыуҙың язаһын күрмәй ҡалмаҫтар әле, — тип йыуатырға кереште.
Ғәлимә апай шәле менән ныҡлап ҡапланған битен һаман асмай, һаман китергә тырыша, һаман йолҡона, үҙе биҙгәк тотҡан кеше кеүек ҡалтырана башланы.
Әсәйем тағы ла йомшаҡ иттереп:
– Юҡҡа борсолма, балам... барыһы ла бөтөр... сабыр итергә кәрәк, һин хәҙер тыныс бул, әйҙә өйгә инәйек! — тине. Уға ҡаршы Ғәлимә апай:
– Юҡ, мин үләм! Мин китәм! Мин һыуға төшәм! — тип әсәйем ҡулынан ысҡынырға тырыша башланы.
Уның шул һүҙҙәрен ишеткәс, әсәйем ағарып китте һәм һуңғы көсөн йыйып:
— Шулай үләләр тиме ни? Юҡты һөйләмә, әйҙә, балам! – тип өйгә табан алып килә башланы.
Мин был минутта уны һуңғы дәрәжәлә ҡыҙғандым һәм эргәһенә барып:
— Әйҙә, Ғәлимә апай, әйҙә беҙгә! — тип әйткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Был ваҡытта мин уның һул ҡулынан ныҡлап тотҡайным.
Шул ваҡытта Ғәлимә апай шәлен аҙ ғына асып әсәйемә лә, миңә лә ҡарап алды, уның был ҡарауы, бик тә тәьҫирле булыу менән бергә, өмөт менән өмөтҙөҙлөк араһында күренә, гүйә ки, әле миңә донъяла торорға яраймы ни әле, мине әҙәм һанына индергән кешеләр ҡалғанмы ни, тигән һорауҙарҙы биргән кеүек ине, ул шул ҡарауынан һуң, әллә нәмәнән шикләнеп, һиҫкәнеп киткән рәүешле тағы ла тып туҡраны. Тағы ла китергә теләгән кеүек артҡа сигенде, әсәйем тағы ла: «Ташла инде, Ғәлимә, китәм тигән уйынды, әйҙә инәйек, ана, ағайың да килә, тиҙерәк инәйек!» — тине.
Ғәлимә апай һуңғы һүҙҙәрен әйткән рәүештә:
— Юҡ, мин инмәйем, ул миңә асыуланыр, ҡурҡам... Мин оялам... булмай, инмәйем, китәм! — ти башланы.
Был ваҡытта атай ҙа беҙҙең эргәгә килеп етте. Ул күптән Ғәлимә апайҙың китергә тартышҡанын күреп, һүҙҙәребеҙҙе ишетеп торған, күрәһең, килеү менән:
— Әйҙә, тәнәй Ғәлимә, китмә, китеп ҡайҙа бараһың? Беҙ нахаҡ икәнен беләбеҙ, һиндә ғәйеп юҡ, һин гонаһлы түгел, — тигән һүҙҙәрҙе әйтеп, арҡаһынан ҡаҡты һәм мин тотҡан ҡулынан алып ишеккә етәкләй башланы. Шунан һуң ғына Ғәлимә апай әкрен генә атлап өйгә инде. Ләкин ул был инеүендә, көсләп кейәүгә биргәс, илатып кейәү йортона уҫал ҡайын инә өйөнә ихтыярҙыҙ барып ингән килен йәки ғүмерлек төрмәгә ябылған кеше һамаҡ, тартынып, һуң дәрәжәлә уңайһыҙланып инде. Уны әсәйем үҙе һикегә ултыртты, ул һаман да ҡором менән буялған ҡара йөҙөн шәле менән ҡаплаған көйөнсә тора, битен һис беребеҙгә күрһәтмәй, үҙе ҡалтырай ине.
Уның шул тиклем оялыуын, хатта беҙҙең өйгә лә, иң ҡурҡыныс булмаһа, иң ышанысһыҙ бер урынға ингән кеүек, ауырһынып инеүен һәм әле лә ҡурҡынып, ҡалтыранып ултырыуын күргәс, ул беҙҙең бөтәбеҙгә лә бик ҡыҙғаныс булып күренде.
Ғәлимә апай кисә генә ниндәй шат ине. Кисә төштән һуң мин мәҙрәсәнән аҙыҡ алырға тип ҡайтҡан ваҡытта, ул беҙҙең өйгә ингәндә, беҙ сәйгә ултырырға тора инек. Шунда ул беҙгә инеү менән төрлө һүҙҙәр табып, беҙҙең бөтәбеҙҙе лә көлдөрҙө. Әсәйемдең эштән бушамағанын күреү менән, үҙе сәй яһарға тотондо, үҙе лә сәй эсеп алды. Сәй араһында бөтәбеҙҙе лә йәнләндерҙе. Бөтә өй эсен матурландырып, нурландырып ебәрҙе, бер кисә генә түгел, элек тә ул беҙҙең өйгә инеү менән өй эсенә матурлыҡ тула, беҙҙең күңеллелек арта, бер һүҙҙеҙ генә ултырған атай менән әсәй ул инеү менән һүҙгә керешәләр, шулай итеп, уның инеүе беҙҙең өйҙә йәнлелек артыуына сәбәп була торғайны.
Үткән йәй бесән өҫтөндәге, ураҡ ваҡыттарындағы уның шатлыҡтарын әйтеп бөтөрөрлөк түгел ине. Ул, бер яҡтан, Фәхри бабайҙарҙың үҙ ҡыҙҙары булып, шуның өсөн яратһалар, минең атай-әсәй ҙә уны үҙ ҡыҙҙары кеүек күрәләр, мин уны бер туған апайым кеүек кенә түгел, бәлки унан да артыҡ күрә инем. Ул ошо ике өй, икенсе төрлө әйткәндә, ике ғаилә араһында уларҙың иркә ҡыҙҙары ла, матурлыҡ биргән сәскә лә ине. Ул шулай һәр ике йорттоң кешеләре тарафынан яҡын күрелеп һөйөлгәнгә күрә, үҙҙәрендә нисек булһа, беҙҙә шулай иркен ҡылана, беҙҙе лә үҙенең ғаилә ағзаһы кеүек күрә, теләгән сағында беҙгә лә эшкә килеп, бесән йыйырға, ураҡ урырға барыша торғайны. Ул бесән йыйырға барғанда үҙенең матурлап эшләткән йыйнаҡ тырмаһын алып килеп арбаға һала, унан һуң ҡырҙа кәрәк буласаҡ нәмәләрҙе һалыша, икмәк, айрандарҙы үҙе рәтләп ҡуя, сәй кәрәктәрен әсәй менән бергәләшеп, бына тигән иттереп рәтләй ине. Аттарҙы егеп, иртәнге матурлыҡ эсендә урамдарҙан киң болондарға табан сығып киткәндә, Ғәлимә апайҙың беҙҙең арбала булыуы матурлыҡ өҫтөнә матурлыҡ бирә, сабынлыҡҡа барып етеүҙәр һиҙелмәй ҙә ҡала ине.
Уның үткән йылғы бесән йыйып, кәбән ҡойған ваҡыттағы шат йөрөүҙәре әле лә күҙ алдымда тора: ул сабынлыҡҡа барып етеү менән, бөтә кешенән элек беләген һыҙғанып, ҡулына тырмаһын алып, үҙе теләгән ерҙән пакусты йыйырға кереште. Башҡаларыбыҙ уның рәтенән теҙелеп, тырмалар менән хуш еҫ сығып торған, ямғыр күрмәгән ҡалын пакусты алға тәгәрләтә башланыҡ. Ғәлимә апай бесәнде үҙе бейеклеге булғанса тәгәрләткәс, атайымдың: «Ғәлимә ҡыҙым, бик алыҫ китмә, башҡаларға ауыр булыр, унда еткерә алмаҫтар, күтәремдәр тигеҙ булһындар, юғиһә сүмәлә һалырға уңайһыҙ булыр»,— тип әйткәнен ишеткәс кенә туҡраны. Шунда ла ул тик ҡалманы, ирҙәргә ҡарап:
— Көсөгөҙ етмәһә, үҙем һалырмын, күтәремдәрҙе яҫтыҡ һамаҡ бәләкәй генә итмәйҙәр уны! — тип көлдөрҙө. Ул, кеше ике рәт алып барғансы, өс рәт алып бара, үҙенең шул шатлығынанмы, рәхәт йә булмаһа үҙенең янып торған күңеленең ялҡынынанмы, рәхәтләнеп көлә, башҡаларҙың да күңелле булыуҙарына сәбәп була ине.
Хәл йыйырға туҡрап, ирҙәр күләгә аҫтында боҙло айран эскәндә, Ғәлимә апай үҙенең ике иптәш ҡыҙы менән әрәмә араһына китте. Мин аттарҙы эсерер өсөн шул яҡҡа барғанда, ул бик матур көй менән йырлай ине, мин уның йырлағанын тыңлап торҙом һәм шундай шат кешенең моңланып йырлауына аптыраным.
Төш ваҡытында бесән йыйылып бөттө. Сәй эсергә туҡраныҡ. Унда ла ултырып хәл дә йыймай, бөтә эште үҙе башҡарып, беҙгә сәй эсергән кеүек, беҙҙең өйкөмдән айырымыраҡ ағас аҫтында ултырған үҙенең иптәш ҡыҙҙарына лә сәй эсерҙе.
Кәбән ҡойғанда ул күбә (сүмәлә) ебәреп торҙо, мин ат башында инем. Ул, бер яҡтан, күбә ебәрә, икенсе яҡтан, минең менән дә уйнап һөйләшә, йырлап та ҡуя, бөтә эштең күңелле барыуына сәбәп була ине. Күбәләр ташылып бөткәс, кәбән тирәһенә йыйылдыҡ, шунда Ғәлимә апай атайҙың ҡулындағы оҙон кәбән һәнәген алып, ҙур итеп күтәрҙе. Ҡарап торған кешеләрҙең:
— Юҡ, булдыра алмаҫһың! Ҡулыңды ауырттырып ҡуйма, белмәгән эшкә тотонма! — тип әйтеүҙәренә ҡарамаҫтан, түшәк ҙурлығындағы бесәнде һә тигәнсә күтәреп, юғары ырғытты. Ул бер нисә тапҡыр шулай күтәреп юғары ырғытҡандан һуң ғына, атай, уның ҡулынан һәнәкте алып:
- Етер, Ғәлимә, имгәнеп ҡуйырһын, рәхмәт көсөңә, – тигәс кенә эштән туҡраны.
Бынан һуң ул ҡыҙҙар менән, бындағы ваҡ-төйәк эш бөткәнсе тип, еләк йыйырға киттеләр. Улар киткәс, Ғимай ағай:
– Был Ғәлимә бына тигән егеттәрҙән ҡалышмай, ҡыҙ булып ҡына әрәм булған! — тип һүҙ башланы. Уға ҡаршы атай:
– Артыҡ үткер, артыҡ булдыҡлы инде, һис уны-быны ҡарап тормай, Фәхри ағайҙың ярты эшен ул алып бара бит, ул шулай артыҡ үткер булғанға күрә, уны күрә алмаусылар, «ҡыҙ тәкә» тип әйтеүселәр ҙә бар инде, бына уның шулай булдыҡлы икәнен күргәс ни әйтәһең, башҡалар уны аңламайҙар, — тине.
– Шулай кәрәк ул... башҡа ҡатын-ҡыҙҙар ебеп төшкәндәр бит, нисек инде шулар кеүек булмағаны өсөн ғәйепләйһең, — ти Ғимай ағай.
Бөгөн шулай күңелле үтте. Бесәндәр йыйылып бөтөп, кәбән ҡойолдо, атай кәбән өҫтөнә ҡарап:
— Бигерәк шәп булды. Ул ямғыр күрмәне, бесәндән хушбый еҫе генә сығып тора, иҫән-һау торһон инде,— тип һоҡланып ҡуйҙы.
Беҙ ҡайтырға ат еккәндә, Ғәлимә апайҙар киләләр ине. Ғәлимә апай алыҫтан кәбәнгә ҡарап:
– Кәбәнегеҙ Шәйхи суфый салмаһы кеүек бер яҡҡа ҡыйыш булып тора, шуны ла бына тигән иттереп һала белмәгәнһегеҙ, ти, үҙе көлә ине. Атай ысынлап та шикләнгән кеүек:
– Ғәлимә, ысынлап әйтәһеңме? — тип һораны ла ҡуйҙы, башҡалар:
– Юҡ, ул уйнап әйтә, үҙе кәбән һалған булһа, Саҙрый ҡарт кеүек бөкөрәйеп бөткән бер кәбән эшләп сығарыр ине әле, — тинеләр. Шунан һүҙ китте. Был һүҙҙәр ауылға ҡайтып ингәнсе етте. Шулай итеп, оҙон көндөң эш менән үткәне лә һиҙелмәй ҡалды. Беҙ өйгә ҡайтып ингәндә, ҡояш байып бара ине инде. Ғәлимә апай ул ваҡытта һаман шат ине. Хәл дә йыймай, ҡайтып һыйырҙарын һауып, беҙгә ашҡа килде.
Ураҡ ваҡытында, беҙҙең менән ураҡҡа барғанда ла, ул үҙенең уңғанлығы, шаянлығы менән бөтә ауырлыҡтың онотолоуына сәбәп була, үҙе лә шатлана, көлә, бирелеп эшләй, башҡаларға ла тәьҫир итә торғайны. Ул йәй ҙә шат, көҙ ҙә шат, кисә генә шат ине...
Бөгөн шул шатлыҡтарҙың бөтәһе лә бөткән. Бөтәһенең өҫтөнә ҡара шаршау ябылған, Ғәлимә апай шуның аҫтында үҙе лә бөтөнләйгә юғалған кеүек булып күренде.
Ул элек беҙгә ингәндә, әйтеүҙе лә көтмәй, сәй эргәһенә килеп ултыра, үҙе сәй яһап ебәрә, аш булғанда ла шулай, үҙҙәренең өйҙәренә ҡарағанда ла, беҙҙә иркен хәрәкәт итә торғайны. Бөгөн ул беҙҙең өйгә лә төрмәгә ингән кеүек ауырһынып инде. Үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр осрашҡан кешеләр уртаһында ултырған кеүек, башын да ҡалҡытмай ултырҙы. Шулай аҙ ғына ултырғас та, һелкенә башланы, бер аҙ һелкенгәндән һуң, үкһеп илап ебәрҙе.
Уның был илауын күргәс, атай менән әсәй бер-береһенә ҡарашып, аптырашып ҡалдылар.
Ғәлимә апай доға ҡылғандағы кеүек ике ҡулын йәнәшә теркәп, башын шунда һалып илай, йөҙөн асмай, бер һүҙ ҙә әйтмәй ине.
Әсәй уның эргәһенә барҙы, арҡаһын һөйөп:
– Илама, Ғәлимә, хәҙер һин үҙебеҙҙең өйҙә бит... — тине лә һүҙен әйтеп бөтөрә алманы. Уның артынан атай һүҙ өҫтәп:
– Балам, борсолма, һин беҙҙең дә балабыҙ кеүек бит, — тине лә, күңеле йомшап китеп, иларға яҡынлашҡан кеүек: — Шулай, балам, хәҙер өйөңдәге кеүек бул, мин малдарҙы ҡарап инәйем, һеҙ сәйгә ултыра тороғоҙ, мин тиҙҙән инермен, — тип сығып китте. Ул, бер яҡтан, был ауыр хәлде күрмәҫкә теләгәнгә, икенсе яҡтан, Ғәлимә апайҙың оялыуын бөтөрөп, уның иркенләп ҡалыуына һәм, бит-башын йыуып, уңайһыҙлыҡтан сығарырға юл эҙләү уйы менән сығып киткәнлеге күренеп тора ине.
Атай сығып киткәс тә, әсәй ҡомғанға йылы һыу һалып, һабын менән тасты мейес араһына ҡуйҙы һәм Ғәлимә апайға ҡарап:
— Әйҙә, Ғәлимә туғаным, йыуынып ал, мин самауыр ҡуяйым. Борсолма, һинең борсолоуың беҙгә лә бик ауыр булыр... — тип апайҙың башындағы шәлен үҙе ала башланы. Ғәлимә апай башта бер аҙ ҡарышҡан кеүек булһа ла, бара торғас әсәйҙең ихтыярына бирелгән кеүек булды.
Ғәлимә апай минең бында тороуымдан уңайһыҙланмаҙын өсөн, мин дә өйҙән сығып, атай эргәһенә барҙым. Ул минән: «Йә, Ғәлимә апайың нәмә эшләй?» — тип һораны. Мин атайға: «Хәҙер йыуынып ҡалды», — тинем. Башҡа һүҙ һөйләшмәнек.
Мин ингәндә, Ғәлимә апай йыуынып, башына шәлен бөркәнеп, сит кеше төҫлөрәк булып, ситкә ҡарап ултыра, әсәй сәй урыны әҙерләй, үҙе һаман да өҙөлөп-өҙөлөп:
— Үҙҙәренең йөҙө ҡара булһын! Шулай бинахаҡ рәнйеткән өсөн үҙҙәре бер көн хур булһындар!.. — тип һөйләнә ине.
Ғәлимә апай, мин ингәс, сит кеше ингән кеүек, һиҫкәнеп ҡалды һәм шәленең бер яҡ ситен асып, тиҙ генә миңә ҡарап алды ла кире япты. Был саҡта мин уның тулы йөҙән күрә лә алмай ҡалдым.
— Минән дә уңайһыҙлана! Әйтерһең дә, мин уны ғәйепләйем, — тип әсемдән генә ҡайғырып ҡуйҙым.
Сәй әҙерләнеп бөттө.
Борон булһа, Ғәлимә апай башлап үҙе сәй эргәһенә килеп ултырыр, үҙе беҙҙе саҡырыр ине. Ә хәҙер, сәй әҙерләнеп бөтәүгә ҡарамайынса, ул сәйгә әйләнеп тә ҡарамай, бөтөнләй икенсе яҡҡа ҡарап, уйланып, эсендәге сикһеҙ ҡайғыһын ҡайҙа ҡуйырға белмәй аптырап ултыра. Ул бит кисәнән бирле тамағына берәй нәмә түгел, бер йотом һыу ҙа ҡапмаған. Шуға ҡарамаҫтан, уның ҡулы ашамлыҡтарҙың береһенә лә һуҙылмай. Был сәй, был нәмәләр уға ағыу кеүек булып күренәләр.
Әсәй бер нисә тапҡыр әйткәс кенә, ул сәй эргәһенә күсеп ултырҙы. Унда ла яңы төшкән килен, ҡайын аталарынан оялып, нисек ашъяулыҡҡа ҡабырғаһын ҡуйып бер яҡ ситкә ҡырын ҡарап ултырһа, шулай уҡ ултырҙы. Ашъяулыҡ өҫтөндә нәмә бар, нәмә юҡ икәненә лә күҙ һалманы.
Әсәй уны йыуатыу, уның ҡайғы менән пәрҙәләнгән күңелен асыу өсөн төрлө һүҙҙәр һөйләй, ҡайғырмаҫҡа өндәй ине. Ләкин апай был һүҙҙәргә ҡаршы ләм-мим бер һүҙ әйтмәй, тик көрһөнөп ҡуя, үҙе шәленең бер мөйөшөн һис туҡтауһыҙ төрә лә уны кире һүтә, тағы ла төрә, тағы ла һүтә ине. Ул сәйҙе лә бик көттөрөп кенә эсте лә ике шәшке эсеү менән ҡапланы. Алдындағы икмәкте лә тәмләп ҡарар өсөн генә ҡапҡан кеүек, ситтән генә һындырып алып, әҙ генә ашаны. Әсәйҙең хәҙер генә, уны йыуатыр өсөн һөйләгән әллә ни тиклем һүҙҙәре лә, был сәй ҙә уның ҡайғылы йөҙөн, моң һәм хурлыҡ менән ҡапланған күңелен аса алманылар. Ул үҙе лә хәҙер битен, күҙен донъяға түгел, хатта беҙгә лә күрһәтергә уңайһыҙлана ине. Мин уның күҙен күрәһем килеүгә ҡарамаҫтан, күрә алманым. Ул, сәй эсеп бөтөү менән, тағы ла мейес алдына табан, бая ингәс ултырған еренә барып ултырҙы ла тағы уйға батты.
Мин «их, уның күңелендәге бөтә ҡайғыларын алып ташлап, уны кисәге шат ваҡытына ҡайтараһы ине» тигән уйҙа ҡалдым.
Шул ваҡытта әсәй ишек алдына сығып китте. Өйҙә минән башҡа бер кеше лә ҡалмағас, ул шәлен алып рәтләне лә икегә бөкләп кире ябынды. Шул ваҡытта ул миңә лә ҡарап алды. Был ваҡытта мин уның йөҙөн дә, күҙҙәрен дә бик асыҡ күреп ҡалдым. Уның йөҙө кисәге Ғәлимә апайҙың йөҙөнә ҡарағанда үҙгәргән, күҙҙәре эскәрәк батыу менән бергә, күҙ ҡабаҡтары шешенеп, ҡыҙара төшкәндәр, оҙон керпектәре, ысыҡ төшкән үлән кеүек, түбән төшөп торалар ине. Шулай үҙгәреүгә ҡарамаҫтан, ул миңә боронғо ваҡытынан да матур һәм һөйкөмлө күренде. Мин уның миңә берәй һүҙ әйтеүен көтә инем, шул өмөт менән уның эргәһенәрәк тә барҙым, шул тирәнән нәмә эҙләгән кеше булдым. Ләкин ул миңә бер һүҙ ҙә әйтмәне, тағы бер тапҡыр күҙҙәрен тултырып ҡараны ла тағы шәлен бөркәнде.
Бөгөн мин мәҙрәсәгә бөтөнләй барманым.
Ул мәҙрәсә хәҙер миңә бөтә ҡурҡыныс һәм йәмһеҙ урындарға ҡарағанда ла ҡурҡынысыраҡ, йәмһеҙерәк булып күҙ алдыма килә ине.
Кискә ҡаршы әсәй: «Ниңә, балам, мәҙрәсәгә бармайһың?»— тип һорағайны, уға: «Барғым килмәй, бөгөн өйҙә торам», — тип кенә яуап бирҙем, әсәйем бер һүҙ ҙә әйтмәне. Был һүҙгә атай ҡатышманы, шулай итеп, бөгөн өйҙә торорға булдым.
Ғәлимә апай кис булғансы урынынан ҡуҙғалып та ҡараманы. Уның шул тиклем оҙаҡ бер урында ултырыуы, шунан бер генә һүҙ ҙә һөйләшмәүе бик ныҡ ҡайғырғанын, ярты көн эсендә башынан үткәргән эштәренең нескә йөрәгенә артыҡ ныҡ тәьҫир иткәнен күрһәтә ине. Ул киске аш ваҡытында ла, сәй эргәһендә ултырған кеүек, ситһенеп, ҡырын ҡарап, оялып ҡына ултырҙы. Беҙҙең бөтә өй эсе, киске күңелһеҙлек менән бергә, Ғәлимә апайҙың хәсрәте ҡатыш ауыр бер тынлыҡҡа батҡайны. Әсәй менән атай ошо тәрән тынлыҡҡа ҡаршы тороп, өйгә бер аҙ ғына булһа ла күңеллелек индереү иҫәбе менән төрлө һүҙҙәр башлап ҡараһалар ҙа, уның ҡалын диуарҙарын емерерлек дәрәжәгә килтерә алманылар. Аптырағандан һөйләгән һүҙҙәр Ғәлимә апайға ла, үҙҙәренә лә тәьҫир итә алманы.
Атай менән әсәй бөгөн Хәмиҙә әбейҙең инеүен көткәндәр ине, ул да инмәне. Күрәҙең, Фәхри бабай: «Уларға аяҡ баҫаһы булма!» — тигәндер. Шулай итеп, ошо ваҡиға арҡаһында үҙ ғүмерҙәрендә бер-береһенә ҡырын күҙҙәрен һалмаған, тәмлерәк аштарынан да бер-береһен ҡалдырмаған ике туған һәм уларҙың ғаиләләре бөгөн бер-береһен күрмәнеләр, көнөнә бер нисә тапҡыр шар асылып ябыла торған ике урталағы бәләкәс кенә ҡапҡа бөгөн кистән ябылған көйөнсә тик торҙо. Был эш атай-әсәйҙең ҡайғыһын тағы ла арттыра торғандыр, тип уйлайым.
Атай күп ваҡытта мин өйҙә саҡта кистәрен берәй китап уҡырға ҡуша ине лә үҙе тик ултырып ҡына тыңлай, әсәй инде, эш араһында булһа ла, беҙгә ҡарап тора, ҡыҙыҡ ерҙәренән көлә торғайны. Бөгөн ул эш тә булманы, артыҡ күңел мәшғүл итерлек эш булмағас, оҙаҡ та ултырмай, бөтәбеҙ ҙә йоҡларға яттыҡ.
Мин, үҙемдең йоҡо килеүгә ҡарамаҫтан, төрлө күренештәрҙе күҙ алдыма килтереп уйлау арҡаһында, йоҡлай алманым. Атай менән әсәй ҙә шулай ине. Ғәлимә апайҙың йоҡлай алыу-алмауын белмәй инем. Беҙ бөтә донъяны баҫҡан ошо йәмһеҙ ҡараңғылыҡ эсендә тәрән тынлыҡта ята инек, тик йөрәктәр генә тибә ине. Бына бер ваҡытта ошо тәрән тынлыҡты тыштан ишетелгән шомло йыр тауышы боҙоп ебәрҙе. Был тауыш барған һайын беҙгә яҡынайҙы. Мин башымды тун аҫтынан сығарып, уларҙың йырҙарын тыңлай башланым. Тауыш беҙҙең өй тураһында, урам уртаһында — бер нисә тиҫтәләп кешеләр туҡрап торалар ине. Мин, быларҙы күреү менән, ҡурҡыуымдан ҡалтырап киттем. Бер минут эсендә башымдан әллә ниндәй йәмһеҙ уйҙар үтте. Улар беҙгә, бигерәк тә Ғәлимә апайға, тағы ла берәй уҫаллыҡ уйлап килгәндәрҙер, тип ҡурҡтым. Әҙ генә лә үтмәне, уларҙың араһынан бер нисә кеше бер юлы бер көйгә һалып йырлап ебәрҙе. Улар бығаса мин дә, башҡалар ҙа ишетмәгән ошо йырҙарҙы йырлайҙар ине:
Ғәлимәнең ҡалфағында бөрсөк-бөрсөк һары бар,
Ғәлимәгә беҙ кәрәкмәй, уның һөйгән йәре бар...
Ҡырҙа йөрөгән туры атымды танып алам төҫөнән,
Ғәлимәнең ике күҙе илай-илай шешенгән.
Фәхри бабай һалған келәт, аҙбарҙарына терәп,
Келәт артына Ғәлимә үҙе сыҡҡандыр теләп.
Ғәлимәнең шәлендә бар микән һуң аҡ ере,
Ғәлимә эргәһенә ҡуна барған түбән остоң Закиры.
Дегәнәктәр үҫкән тиҙәр Ғәлимәнең юлына,
Ғәлимәне бәйләгәндәр Закирҙың уң ҡулына...
Ғәлимә, битең ниңә яптың, ниңә ҡаралар яҡтың?
Йөҙөң ҡара булмаҫ ине, Закир менән ник яттың?
 Ғәлимә еләк йыйған саҡта сулпылары шалтырай,
Егет менән йөрөткәндә ҡурҡыуынан ҡалтырай.
Фәхри ҡарттың сапҡан ере осраны дауылға,
Матур тигән Ғәлимә ҡыҙ дан сығарҙы ауылға.
Беҙҙең ауыл — ҙур ауыл, булып тора ел-дауыл,
Төндә егет янында ятһаң, ана шулай була ул.
Күлдәктәрем юллы-юллы, ниңә ташлайым юллы тип?
Хәмиҙә әбей илай икән ҡыҙым харап булды тип.
Фәхри ҡарттың аттарын туғарыусы беҙ түгел,
Был йырҙарҙы йырлаһаҡ та, сығарыусы беҙ түгел.
Быларҙың төн уртаһында Ғәлимә апайҙы, шуның менән беҙҙе һәм Фәхри бабайҙарҙы мыҫҡыл итер өсөн йырлаған йырҙары, беҙҙең өйҙө тирә-яҡтан һөңгөләр менән сәнсеп, йөрәктәргә беҙ менән ҡаҙағандан кәм итмәне. Былар бер нисә йырҙы йырлағас та, Ғәлимә апай үкһеп иларға кереште. Атай менән әсәй башта быларға илтифат итмәй ятһалар ҙа, бара торғас, бигерәк тә Ғәлимә апай илай башлағас, урындарынан торҙолар. Атай тиҙ генә ҡыҙып асыулана торған кеше түгел ине. Был юлы ул да ҡыҙып китте.
– Быларҙың был эштәренә сыҙап торор хәлем юҡ! Сығам да берәйһен балта менән сабып үлтерәм! — тип кейемдәрен эҙләй башланы. Әсәй хәҙер көндөҙгө кеүек түгел. Бәлки артыҡ йыуашланғайны. Ул, бер яҡтан, Ғәлимә апайҙы йыуата, икенсе яҡтан, атайҙың асыуын баҫырға тырыша, уға ҡарап:
— Зинһар, тим, сыға күрмә! Үҙеңде һуғып үлтереп ташларҙар... Эттәр өрөрҙәр-өрөрҙәр ҙә китерҙәр, сабыр ит! — тип ялына ине. Был эшкә мин дә урынымда ятып сыҙай алманым, элек атай эргәһенә барып: «Атай, зинһар, сыҡма инде, йырлап бөттөләр инде... китерҙәр әле», — тигән булдым, һуңынан Ғәлимә апай эргәһенә барып, уның ҡулын тоттом: «Илама, апай, юҡҡа борсолма, улар киттеләр инде», — тинем.
Бер аҙҙан һуң урамдағы егеттәр киттеләр, уларҙың тауыштары беҙгә ишетелмәй башланы. Атай ҙа баҫыла төштө һәм һикегә ултырып:
— Үҙҙәренең йөҙҙәре ҡара булһын! Ярай әле киттеләр. Юғиһә үҙем үлһәм дә бер-икеһен сәнселдереп үлер инем! — тип һөйләнә ине.
Ғәлимә апайҙың да илауы баҫыла төштө, әсәй был юлы үҙенең һалҡын ҡанлылығын һаҡлап:
— Эттәрҙең өрөүҙәре бөтөр, ил ауыҙын тығып булмаҫ, — тигән кеүек һүҙҙәр менән барыбыҙҙы йыуатты һәм миңә ятырға ҡушты. Шунан өйҙә тауыш-тын бөтөп, тағы ла тын ҡалдыҡ.
Мин бер аҙҙан һуң күҙемде йомоп йоҡоға китә башланым. Бер тәүлектән артыҡ бығаса башҡа ла килмәгән эштәрҙе күреп үткәреү күңелдең тыныслығын алғанға, күрәһең, йоҡларға тип күҙ йомоу менән, төрлө йәмһеҙ күренештәр берәм-берәм күҙ алдынан үтә башланылар. Уяулы-йоҡоло шундай нәмәләрҙе күҙ алдынан үткәреп, бик оҙаҡ ятҡас ҡына йоҡлап киткәнмен. Төшкә лә төрлө сыуалсыҡ нәмәләр инеп бөттө. Атай менән әсәй һәм Ғәлимә апай ҡайҙалыр китеп барабыҙ, имеш тә, ҡапыл ғына мин яңғыҙ тороп ҡалам, мине бер йәмһеҙ ҡарт ҡыуа башлай. Минең аяҡтарым атлай алмағанға күрә, теге йәмһеҙ ҡарттан ҡаса алмайым, ул мине килеп тотам тигәндә, ҡарт бер бәләкәй малайға әйләнә, мин уның менән көрмәкләшә башлайым, ул бәләкәй булһа ла, мине еңеп, ергә һала. Мин тағы ла торам. Ул арала булмай, ул ҡысҡыра-ҡысҡыра урам буйлап Ғәлимә апайҙы ҡыуып етер саҡта, ул Ғәлимә апай булмай, әллә ниндәй бер йәмһеҙ әбейгә әйләнә, мин унан ҡасам, ул тағы ла мине ҡыуа, алыҫтан әсәйем ҡарап торһа ла, ул мине яҡлау — теге йәмһеҙ әбей ҡулынан ҡотҡарып алып ҡалыу урынына үҙе минән көлә... Мин шул ҡурҡыныстар эсендә уянып киттем. Мин уянғанда, әсәй тағы ла урынынан тороп, Ғәлимә апай эргәһендә ултыра, Ғәлимә апай әллә нәмәләр һөйләнә, һаташа ине. Мин уның нәмәләр эшләгәнен күрер өсөн урынымдан тороп, улар эргәһенә барҙым. Был ваҡытта атай кәштәнән нәмәлер эҙләнә ине, бара торғас, ҡулына «Әфтиәк» алып, уны Ғәлимә апайҙың баш осона килтереп ҡуйҙы. Үҙе әкрен генә белгән доғаларын уҡына, тирә-яғына төкөрә, башҡа бер һүҙ ҙә әйтмәй. Был ваҡытта Ғәлимә апайҙың күҙҙәре йомоҡ булып, йоҡлаған һамаҡ булһа ла, үҙе бер-береһенә һис бер бәйләнеше булмаған һүҙҙәр һөйләй, ҡапыл ғына тертләп, һиҫкәнеп китә: «Кит-кит, кәрәкмәй, мин бармай ҡалам... Бына һин, ағай, нәмә әйтәләр бит?.. Атам асыуланды бит... Юҡ, мин үлһәм дә өйгә инмәйем!.. Эй алла!.. Мин ни эшләнем?.. Миңең биттәрем ағармаҫ инде... Закирҙы үлтерәләр бит!.. Шәлемде асмағыҙ әле. Тағы ла киләләр, ҡайҙа ҡасайым икән инде?.. Ишекте ваталар бит!.. Ғәй, шул йырҙарҙы ла йыр тип йырлайҙар... Мин барыбер үләм!.. Ана, үлтерергә киләләр!»— тип өҙөк-өҙөк һаташа. Әсәй: «Ғәлимә балам, һаташаһың, тороп ултыр, уҡынып ят, балам! Кисәнән бирле булған эштәрҙән ҡурҡып ҡалған шул бахыр», — тип уны уятырға, иҫенә килтерергә тырыша ине.
Ғәлимә апай: «Ана, үлтерергә киләләр!» — тигән һүҙҙе әйткәс, күҙҙәрен асып ебәрҙе һәм, беҙҙең бөтәбеҙгә лә күҙҙәрен тултырып ҡарағандан һуң, үҙенең беҙҙә булғанына ышанмаған кеүек булып ҡалды ла ҡалтырап бик оҙаҡ беҙгә ҡарап торҙо. Әсәйем ҡайтанан:
– Балам, тынысһыҙ йоҡланың, ахыры!.. Уҡынып ят, бер нәмә лә булмаҫ, ҡурҡма, һин беҙҙә бит!—тип теге һаташыуҙарҙың төш кенә икәнен белдереп, Ғәлимә апайҙың иҫенә төшөрмәҫкә булды. Шулай бер аҙ торғас ҡына, Ғәлимә апай баяғы һаташыуҙарының төш икәнеп белгән, хәҙер үҙенең ҡурҡынысһыҙ ерҙә икәнен аңлаған кеүек булып, иркен рәүештә тын алды ла әсәйгә йылмайып ҡарап ҡуйҙы һәм:
– Ҡурҡтым шул, мин һаташтыммы ни? — тигән һүҙҙәрҙе генә әйтеп, тик кенә ҡарап ята башланы.
Әсәй шул тороуынан кире ятманы, ул тәҙрәгә ҡарап:
— Таң да атып килә, ахыры. Мин ятмайым, балам, һин ят, йоҡла, — тип миңә ятырға ҡушты. Мин шунан һуң ғына ятып йоҡлап киткәнмен.
Иртәгеһен мин өй эсендәге бөтә кешеләрҙән дә һуңыраҡ торҙом. Мин торғанда атай өйҙә юҡ, әллә ҡайҙа сығып киткән, әсәй мейес тирәһендә ҡоймаҡ бешереп йөрөй ине. Тороуым менән, күҙем Ғәлимә апайға төштө. Ул урынынан тороп ултырған булһа ла, ауырыу кешеләр кеүек күңелһеҙ, үҙе башын бәйләгән, уның өҫтөнән шәл бөркәнеп ултырғайны. Ул миңә күҙҙәрен тултырып ҡараны. Уның әле кисәнән бирле миңә тура һәм шулай матур иттереп, үҙ күреп ҡарауы беренсе тапҡыр ине. Ләкин мин уның ҡарауын күргәс тә, ниңәлер, күҙемде түбән төшөрҙөм, ниңәлер, уға тура ҡарарға уңайһыҙландым. Мин тура ҡарағас, уның күңеленә ҡыйынлыҡ яһармын төҫлө булдым. Ғәлимә апай менән боронғо кеүек һөйләшкем, уны үҙем менән һөйләштергем килһә лә, быға юл юҡ ине, яратмаҫ кеүек булып күренә, хәҙер һүҙ башларға килешмәҫ төҫлө була ине. Шуның өҫтөнә уның ауырыуҙар кеүек ыһылдап, һыҡранып ҡуйыуы, йәки бик ныҡ туҡмалып, имгәтелеп, һушһыҙ ташланып та, һуңынан яңыраҡ һушына килеп, иҫәнгерәп ултырған кеше һамаҡ ултырыуы, тирә-яғындағы бөтә нәмәләргә, шулар рәтенән кешеләргә лә, һалҡын ҡарауы уға һүҙ әйтергә уңайһыҙлыҡ бирә, һүҙ ҡушһаң да, яуап алып булмаҫ кеүек һиҙелә ине.
Әсәй ҡоймаҡ бешереп бөтөргәс, сәй әҙерләй башланы, Ғәлимә апайға ҡарап:
— Һин борсолғанһың да, шуның өҫтөнә һалҡын да тейгәндер. Бына хәҙер ҡарағат ҡағы ҡайнатып эсерәм, тирләһәң, арыу булыр, башың ауыртыуы бөтөр, — тип һандыҡтан ҡаҡ ала башланы. Шул уңай менән мин уның эргәһенә барып: «Ғәлимә апай, башың ауыртамы ни?» — тип һораным. Ул әкрен генә бер тауыш менән: «Ауырта шул», — тине, башҡа һүҙ әйтмәне.
Ул әсәйгә лә шулай һораған һүҙҙәренә генә яуап бирә, артыҡ бер һүҙ әйтмәй ине. Шулай ҙа мин уның һөйләшә башлауын, кисәге кеүек битен шәле менән ҡаплап ултырмауын күргәс, шатлана төштөм. Бынан һуң уны борсоусы кешеләр булмаһа, Ғәлимә апайҙың күңеле лә күтәрелә төшөп, халыҡ тарафынан күргән сикһеҙ ҙур хурлығы онотола башлар кеүек күренә ине.
Әсәй сәй әҙерләп бөткәс, Ғәлимә апай уранып ҡына сәй эргәһенә килеп ултырҙы һәм, бер аҙ ҡоймаҡ ашау менән бергә, әсәй ҡайнатып биргән ҡарағат һыуын эсте. Шунан һуң уның йөҙө ҡыҙыллана төшөп, бит һәм маңлайында ваҡ ҡына ысыҡ кеүек матур тир бөрсөктәре күренде. Ул эсеп бөткәс тә, әсәй уға уранып торорға, һалҡын тейҙермәҫкә, шулай итеп тирләргә ҡушып үҙе урын әҙерләп бирҙе, Ғәлимә апай ҙа төнгөгә һәм иртәнгегә ҡарағанда кәйефлерәк булып, ятырға әҙерләнгәндә генә Хәмиҙә әбей килеп керҙе. Ишек асылып, Хәмиҙә әбейҙең инеүен күреү менән, Ғәлимә апай йәшен атҡан ваҡыттағы кеүек һиҫкәнеп китте. Бер бик ҡурҡыныс йәки артыҡ ҡурҡыныс нәмәне күрмәҫ өсөн күҙен йомған кеше кеүек, күҙҙәрен йомоп, шәле менән битен ҡапланы. ...әҫәрҙең дауамы…