Jump to content

Ҡара ер(шиғыр). Абдулхаҡ Игебаев

From Wikisource
Ҡара ер (Шиғыр)
автор Абдулхаҡ Игебаев
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Ҡара ер


 Ҡап-ҡара ер...
 Ләкин күр әле,
 Ҡара ерҙә үҫә аҡ гөлдәр...
 Ҡара ерҙә үҫкән аҡ гөлдәр
 Һис тә һулый торған түгелдәр
 Ҡап-ҡара ер...
 Ләкин күр әле:
 Ҡара ерҙә үҫә аҡ икмәк!
 Аҡ икмәкте,
 Ап-аҡ гөлдәрҙе
 Ҡара ер үҫтерә, ни хикмәт?!


1996 йыл