Аҡ болоттар,
һоро йорттар,
ҡара ерем,
Күҙҙәремде ҡамаштырыр зәңгәр күгем...
Барыһын да күрәм,
беләм,
тоям да ул,
Барыһын да,
Тик хужаһы үҙем түгел…
Илем, тиеп ауыҙ асһам,
илкәйемде
Тартҡылайҙар йылы тәхет хужалары.
Ерем, тиһәм, сәскә генә үҫер ерҙе
Телгеләгән хужаһыҙлыҡ межалары...
Халҡым, тиһәм,
һин икенсе,
һин ят тиҙәр,
Бары беҙҙең йырҙы ғына йырлат, тиҙәр.
Урлағанда йырҙарымды моңһоҙҙары
Тарих саңын көл-күмергә болғаттылар...
Оят, тиҙәр,
уят тиҙәр, йөрәгеңде!
Ә ул күптән туҡтаған бит йәшәүенән.
Эйе, тибә,
тик йәне юҡ,
һис ғәме юҡ,
Гүйә бала, айырылған әсәһенән...
Әй болоттар, ашыҡмағыҙ әле улай,
Туҡталығыҙ!
Бер бағығыҙ еребеҙгә!
Илтегеҙсе барыбыҙҙы
ситкә түгел,
Ожмах түгел,
алтын-көмөш илгә түгел,
Илтегеҙ һеҙ беҙҙе аяҙ күгебеҙгә,
Йортло,
телле,
намыҫлы,
саф көнөбөҙгә!
Ҡайтарығыҙ үҙебеҙҙе үҙебеҙгә!
Үҙебеҙгә!