Jump to content

Ғәжәп донъя. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource


Ғәжәп донъя. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 24.02.2008. Нәшер ителгән: 09.12.2014. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


Ғәжәп донъя


Баш осондағы ҡояшты
Күрмәгән саҡтарым бар,
Алыҫ йондоҙҙарҙың серен
Күҙләгән саҡтарым бар.

Тауҙарҙы һикереп үткән,
Диңгеҙҙәр кискәнем бар,
Борсаҡ ҙурлыҡ ташҡа баҫып
Бөгөлөп төшкәнем бар.

Алданған бар, илаған бар,
Йәшәүҙән биҙгәнем бар,
Ғәмһеҙ балалай шатланып
Сәскәләр өҙгәнем бар…

Ирҙәр ҡулынан килмәҫтәй
Эштәрҙе башҡарған бар,
Ябай ғына мәшәҡәтте
Кешегә атҡарған бар.

Эй ғәжәп тә был донъялар,
Күрәһем алда микән?
Бер яндырыр, бер туңдырыр
Ғүмерҙәр алда икән,
Тағы ни ҡалған икән?


24.02.2008