'
Дошман ҡаса,ҡанға буяп
Әшәке эҙен,
Европа буйлап атлай
Улдарың һинең,
Ғорурлан, илем!
2
Гүзәл,ирекле тормошоң,
Намыҫың өсөн .
Уттарҙы, һыуҙарҙы үтте
Улдарың һинең,
Ғорурлан, илем!
3
тапап йыртҡыс фашистарҙың
Яуызлыҡ көсөн,
Сталинградты данға төрҙө
Улдарың һинең,
Ғорурлан, илем!
4
Ҡара диңгеҙ, Дон, Днепр
Һәм Днестрҙың
Азатлығын яулап уҙҙы
Улдарың һинең,
Ғорурлан, илем!
5
карпат тауҙары ҡабатлай
батырҙар исемен,
легендар еңеүсе булды
Улдарың һинең,
Ғорурлан, илем!
6
Еңеү һәм йәшәү юлынан
Илтә Сталин.
Баһадирҙар нәҫеленән
Улдарың һинең,
Ғорурлан, илем!
![]() |
This work is in the public domain in countries where the copyright term is the author's life plus 70 years or less. See Copyright.
|