Jump to content

Ғашиҡ булыу

From Wikisource
Ғашиҡ булыу (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 03.1985. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (48-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Ғашиҡ булыу


(Кем инем мин?*)

Кем инем мин?
Ғашиҡ булған
Меңдән бер йүләр инем,
Мөхәббәт тә, йөрәк кеүек,
Һынауға сыҙар, тинем.

Кем инем?
Эйе, Зөһрә лә,
Ширин дә булғайным мин,
Ул да мине үҙем кеүек
Һөйә тип уйлағайным...

Кем булдым?
Ярға ташланған,
Һыуға сарсаған балыҡ...
Хас та Пушкин әкиәте:
Ултырам – йөрәк ярыҡ.

Алтын балыҡ йөҙҙө ары...
Кем булып ҡалдым бөгөн?
Аңларһың әле, дуҫҡайым,
Шул хәлдә ҡалғас үҙең...



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.