Jump to content

Ғазраил менән әбей(әкиәт). Тамара Ғәниева

From Wikisource
Ғазраил менән әбей ( әкиәт)
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Ғазраил менән әбей


 Ышанһағыҙ ышанығыҙ, ышанмаһағыҙ — юҡ, Уралиә тигән илдә боронғо, бик боронғо, әлмисаҡтан бирле, хәйер, Әлми хан үҙе уның янында малай булып ҡына күренер ине, йәшәгән, ти, бер әбей. Шундай оло була был ҡарсыҡ, тик үҙе бер нәмәгә лә зарланмай, уфтанмай йәшәүен белә. Иртән иртүк тора, битен шишмә һыуы менән йыуа, йүгереп йөрөп ҡаҙҙарына ем бирә, урмандан үлән урып килтереп кәзәһенә ашата, шунан тотона донъяһын ышҡып, ҡырып йыуырға. Эй, йыуа, эй, таҙалай, йорт-ҡураһы көҙгө кеүек ялтырап тора бының.
Көндәрҙең береһендә был тирәлә күңелһеҙ генә йөрөгән Ғазраилдың күҙе ишек алдын һепереп йөрөгән
ошо әбейгә төшә. Тотона был әбейҙең ҡапҡаһын ҡағырға.
— Ас, ҡарт ҡарасҡы, мин һинең артыңдан килдем!
— Хәҙер, хәҙер,— тип яуап бирә әбей.— Бынау ишек алдын һепереп, бынау йыуған керҙәрҙе киптереп, үтекләп кенә алайым да.
— Ас, тигәс, ас,— тип сабырһыҙлана Ғазраил.
— Һ-и-и, ниндәй түҙемһеҙ ҡунаҡ булды был? — тип әбей ҡапҡаһын асып ебәрһә, тора был эреләнеп баҫып.
— Ней бит әле, Ғазраил... Килгәнһең дә бит. Минең бөгөн һинең менән китергә ваҡыт юҡ. Һин, булмаһа, иртәгә кил.
Иртәгәне саҡ көтөп алған Ғазраил ҡарсыҡтың өйөнә таң һарыһынан килеп тә инә. Йәнәһе, йоҡлап ятҡан еренән алып китә быны. Тик ҡайҙа ул, әбей күптән аяҡ өҫтөндә, бишбармаҡ бешерәм тип, һалма ҡырҡып тора.
Үҙе шундай тыныс, Ғазраилды иҫке танышы кеүек ҡаршылай:
— Ин, әйҙә, ҡунаҡ булырһың!
— Юҡ инде,— тип яуап бирә тегеһе,— мин һинең артыңдан килдем, йыйын. Иртәгә, тип һөйләшкәйнек бит.
— Һе,— тип аптырай ҡарсыҡ,— бөгөн бит әле иртәгә түгел, бөгөн ни — бөгөн инде ул.
Ғазраил уйға ҡала. Был хәйләкәр ҡарсыҡ менән бәхәсләшеү ҡыйын икәнен аңлап, эште ҡорораҡ тоторға була.
— Уның ҡарауы, мин һине иртәгә мотлаҡ алып китәм,— тип екерә ул әбейгә.
— Улайһа, кискәрәк кил,— тип ҡала әбей ризалашҡан булып.
Үҙе шөрләй төшә. Бер бәйләнгәс, теңкәгә тейер был, булмаһа, йәшенәйем, тип уйлай ул. Тик ҡайҙа йәшеренергә? Әбейҙең күҙе баллы мискәгә төшә. «Әһә,— тип уйлай ул,— бал эсенә төшәм дә ултырам». Һәм шулай итә лә. Мискәнән ҡолағы менән танауы ғына күренеп тора бының. Бал ни — бал инде, уның эсендә күпме ултыраһың, ә Ғазраил күренмәй. «Былай булмай,— тип уйлай әбей,— мин, булмаһа, мендәр эсенә йәшенәйем». Ҡаҙ мамығы тултырылған яҫтыҡ эсенә инеп ултырыуы була, тотона был танауына ҡауырый инеүҙән сөскөрөргә. «Бынан мине Ғазраил тиҙ табыр»,— ти ҙә әбей, мөйөштә торған телевизор артына барып боҫа.
Көн кискә ауышып, ҡояш Уралиә иле менән хушлашып, күршеләге, офоҡ һыҙығы артында ғына ятҡан Даланиә тигән илгә тәгәрәгәс, Ғазраил әбейҙең өйөнә килеп инә. Бәй, бер минут та эшһеҙ тора белмәгән хужабикә өйҙә күренмәй ҙә баһа! Ғазраил йүгереп баҡсаға сыға. Бәлки, ҡарсыҡ гөлдәренә һыу һибәлер йә йәшелсә төбөн йомшарталыр? Күренмәй. Бәлки, ул анау шишмәгә кер сайҡарға киткәндер, тип Ғазраил шишмә янына барып та урай. Юҡ. Бәлки, әбей кәзәһен һауалыр, тип ул кәртәгә йүнәлә. Кәзә мекерләп, бөгөн генә урған үләнде көйшәп тора, ә әбейҙең күләгәһе лә күренмәй.
Ғазраил, сабырлығын юғалтып, йәнә өйгә йүгерә. Тупһанан килеп тә инә, мөйөштә торған ҡарасҡыны күреп, күҙ алдары ҡараңғыланып китә. «Әстәғәфирулла,— тип ҡысҡырып ебәрә Ғазраил, үҙе лә һиҙмәҫтән,— бармаҡтарынан, сәсенән ҡуйы шыйыҡса ағып торған, тәненә ҡош мамығы үҫкән ниндәй йән эйәһе икән?» Шулай уйлай ҙа, иҫен юйып, тупһаға йығыла ул. Бер-ике минуттан, теге донъяға эләгеп ҡуймайым, тип ҡурҡышынан, алдына-артына ла ҡарамай, баш һуҡҡан яҡҡа сығып йүгерә.
Ә теге әбейҙе мин яңыраҡ ҡына күрҙем. Анау яҡтан баландан ҡайтып килә ине.

 


1993 йыл