Jump to content

Яңы өй менән ҡотлау. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource


Яңы өй менән ҡотлау. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 23.08.2014.. Нәшер ителгән: 30.11.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән


* * *


Яңы өйгә күскәнһегеҙ –
Ҡотло булһын өйөгөҙ!
Берҙәм булһын маҡсатығыҙ,
Уртаҡ булһын көйөгөҙ!

Һәр бүрәнәлә – бәрәкәт,
Һәр бер таҡтала - шатлыҡ,
Эсе тулы бәхет булһын,
Нигеҙҙәре булһын ныҡ!

Тупырлап үҫһен балалар,
Ишле булһын малығыҙ!
Яңы өйҙә һәр бер көндән
Бөтмәҫ шатлыҡ алығыҙ!

Яңы өйҙә һаулыҡ, байлыҡ,
Татыулыҡ оя ҡорһон,
Һеҙҙе бәйләгән мөхәббәт
Ташып-артылып торһон!

Ишегегеҙ ябылмаһын
Туған-тумаса менән,
Өҫтәлегеҙ тулып торһон
Аш-һыу, йыуаса менән!

Яңы өйҙә оҙон ғүмер
Бәхетле үткәрегеҙ,
Сыр-сыу килеп, ҡартайғас та
Ейәндәр үҫтерегеҙ!