Көтмәгәндә Асмандың олаталарына ҡунаҡтар килеп төштө. Улар ҙа Таһир исемле ейәнен эйәртеп алғандар.
Малайҙар башта бер-береһенән ятһынышып, һөйләшмәйерәк, һынап ҡарап торҙолар.
Күрһәтәйемме, юҡмы икән был малайға уйынсыҡтарымды, тип уйланы Асман. Берәйһен оҡшатып, алып ҡайтам, тип илай башлаһа?! Теге саҡта Вика тигән ҡыҙыҡай шулай итте бит. Асмандың иң яратҡан машинаһына йәбешеп алды ла, ысҡындырманы ла ҡуйҙы, тәки биреп ҡайтарҙылар уға уйынсыҡты.Килтерәм тигән булды үҙе,килтермәне лә...
Таһир, ысынлап та, Асмандың уйынсыҡтарын күргеһе килә ине. Тик, ҡайһылай уҫалға оҡшаған, юҡҡа эйәреп килдем, олатай-өләсәйҙәр ана ҡайһылай күңелле итеп һөйләшә, ә мин торам бер үҙем ситтә, тип уйланы ҡунаҡ малай. Кеҫәһенән үҙе яратҡан өрөктө сығарып һура башланы, береһен шулай ҙа Асманға һуҙҙы - бер үҙең генә ашарға ярамай, тип өйрәтә бит олатаһы.
Асман да өрөк ярата ине, башта алмаҫҡа уйлағайны ла, ҡулы тыңламаны, һуҙылды ла алды. Икәүләшеп өрөк сәйнәй-сәйнәй, Асмандың уйынсыҡтары яғына юлландылар. Диван арты туп-тулы уйынсыҡтар йорто икән - машиналар, пирамидалар, доминолар, төрлө нәмәләр ҡороп була торған эләктергесле "кирбестәр", йәнлектәр, төрлө кейемле кешеләр һындары... Бигерәк тә Таһирҙы тәпәйҙәре һәм мороно пластырь менән йәбештереп ҡуйылған айыу аптыратты.
- Нимә булған уға?- тип һорамай булдыра алманы.
- Розеткаға моронон тыҡҡан да, ток һуҡҡан, - тип аңлатты Асман.- Моронон тартып алам тигәнсә тәпәйҙәре янған. Күпме әйтһәм дә тыңламаны, хәҙер ята ана ауырып. Ярай тотош янып китмәне.Ток һуҡты.
- Розеткаға тейергә, унда бер нәмә лә тығырға ярамай, тип олатайымдар миңә лә әйтеп тора ул, - тине Таһир.- Тик мин унда ток тигән кеше һуғып ултырғанын белмәгәйнем.
- Ток кеше түгел дә ул, ана лампочканы яндыра, телевизорҙы күрһәттерә. Үҙе күренмәй,күренмәһә лә һуғышҡаҡ, - тип белгәнен һөйләп бирҙе Асман.
Малайҙар бик дуҫлашып киттеләр был кистә. Тағы осрашып торорға һүҙ ҡуйыштылар. Яңы дуҫын бик яратып, Асман үҙенең иң яратҡан яңы машинаһын бүләк итеп ҡайтарҙы.