Мин тора торған шәһәрҙең уртаһында баҙар булып, ул баҙарҙың да уртаһында бер ерҙә һәр ваҡытта эш эҙләп, эш көтөп тора торған ярлылар була торған ине. Кем ниндәй эш ҡуша? Ниндәй хеҙмәт туғры килә, улар шуны дүрт күҙ илә көтөп кенә торалар ине. Бер кешегә утын ярҙырыу, ҡар көрәтеү кеүек ҡара эштәрҙе эшләргә кеше кәрәк булһа, шул эш көтөп тора торған ярлылар янына килеп, уларҙың береһен алып китә ине.
Бында эш көтөп тора торған ярлыларҙың ҡулдарынан килә торған эш: утын ярыу, ҡар көрәү, бысраҡ, сүптәрҙе таҙартыу кеүек бик ағыр ҡара эштәр генә булып, ҡоралдары ла көрәк, балта кеүек нәмәләр ине. Былар шул һөнәр вә шул ҡоралдары илә ҡул көстәре арҡаһында тамаҡтарын туйҙыралар ине. Был ярлылар, һоло ҡатыш үҫкән бойҙай кеүек, татар илә рустары ҡатыш торалар ине. Быларҙың һәр көнгө ғәҙәттәре — иртә үк тороп, шул ергә килеп йыйылып, эш көтөп тороу, эш булһа, эшләп ҡайтыу, эш булмаһа, ҡайғылы һүрәттә ҡайтыу ине.
Бына бөгөн дә улар, ғәҙәттәре буйынса, иртә намаҙ ваҡытында уҡ был ергә ризыҡ эҙләп килеп тулғандар ине. Бөгөн ҡыштың иң һалҡын көнө булып, ҡара халыҡ тәғбиренсә әйткән ваҡытта, төкөрөк ергә төшмәҫлек сатлама һыуыҡ ине. Ҡояш яңы ғына сығып, тирә-яғы ҙур алҡа илә әйләндерел алынған ине. Ҡояштың буйлә кәртәләнеп, ҙур алҡа (даирә) эсендә ҡалыуы бик һалҡын ваҡыттарҙа ғына булғанға күрә, ҡояшҡа ҡарағанда ҡояш үҙе бер һалҡын боҙ тауы кеүек күренә ине.
Баҙарға утын, бесән һатырға килә торған ауыл кешеләренең йүгерә-йүгерә аттары вә саналары янынан килеүҙәре, дағаһыҙ аттарҙың, тояҡтарына боҙҙар йәбешеп ҡатҡан сәбәпле, тарта алмай арлы-бирле һелкенеүҙәре, был аттар асылда ҡара, туры булып та тирҙәр сыҡҡан булыуҙары өҫтәренә бәҫ булып йәбешкән, ап-аҡ булып күренеүҙәре, морондарына һыйыр имсәге кеби боҙҙарҙың ҡатыуҙары көндөң рәхимһеҙ һалҡын икәнен күрһәтә ине. Мөрйәләрҙән сығып бик юғары күтәрелгән, һалҡынлыҡтан ҙур тирәктәр шәкелен алған төтөндәр, ниһайәтһеҙ күп булып, ситтән ҡарағанда, ҡара урман кеби булып күренә, һәр кешенең өйҙә генә ултырғанын иҫкә төшөрә ине. Урамда йөрөүселәр бик аҙ булып, уларҙың да ихтыярһыҙ йүгерә-йүгерә барыуҙары бик зарур йомош илә сыҡҡанлыҡтарын белдерә ине. Был йөрөүселәр тиҙ-тиҙ ҡолаҡтарын, биттәрен ышҡыйҙар, бара торған ерҙәренә барып етеү илә, тишегенә ҡасып кереп киткән сысҡан кеүек, тиҙ генә кереп юғалалар ине.
Бына шулай һалҡын көндә теге эш эҙләп сығыусы ярлылар үҙҙәренең мөғәлфоҡара булған урындарына әллә ҡасан килеп тулғандар, бик ашығыслыҡ илә эш көтәләр ине. Былар эш көтә-көтә аптырағас, һалҡынлыҡҡа сыҙай алмағас, ике ҡулдарын бер-береһенә килтереп еңдәре эсенә тығып ҡуйғандар, ҡулдарында бейәләйҙәре булмағандары өшөмәҫкә тырышып ике ҡулды бер-береһенә шап-шоп иттереп һуғалар, арлы бирле йүгерәләр, бер-береһе илә көрәшеп, алышып та киткән булалар, “ә ҡорт саға, саға” тип тиҙ-тиҙ колак һәм морондарын ышҡыйҙар ине. Ни саҡлы һалҡынға бирешмәҫкә, ысын ҡеүәттәре илә мөҡәүәмәт итергә тырышһалар ҙа,һалҡынлыҡ быларға ғалиб килә, быларҙы ҡалтырата, иң нескә ерҙәренә саҡлы барып, беҙ кеби сәнсеп-сәнсеп ала ине. Өйҙәрендә сысҡан туйырлыҡ та ризыҡтары булмаған был ярлылар, эш ҡушыусылар сыҡмаҫмы икән, тип өмөт итеп, был көнгә етерлек ризыҡ алып ҡайтып бала-сағаларҙы туйҙырыу кәрәк идекен иҫтәренә төшөрөп, шул 25—30 дәрәжә һалҡында торалар ине. Ҡайҙа булһа ла бер үлем тигән, күҙ-керпектәренә ҡар йәбешеп, һаҡал-мыйыҡтарына боҙ ҡатып, ҡалтырашып торған был ярлылар нисек булһа ла, үлер дәрәжәгә килгәнсе эш көттөләр. Ни саҡлы тилмереп көтһәләр ҙә, бик аҙғынаһына эш табыу насип булды.
Эш тапҡандары шатлыҡтарынан һикерә-һикерә китәләр, бында ҡалғандары уға ҡыҙығып: “Беҙгә лә шулай эш табылһа, нисек рәхәт булыр ине”, — тигән төҫлө ҡалалар ине. Ҡалғандары ни ҡәҙәр ҙур өмөт илә эш көтһәләр ҙә, бер ҙә эш табылманы. Кейемдәре берәр ҡат сәкмән илә иҫке генә бишмәттән ғибарәт булған был ярлылар көтөүҙең аҡтыҡ дәрәжәһенә етеп камил өмөт өҙгәс, өйҙә әҙ генә ашарҙарына булғандары ҡайтып китә башланылар. Был урында бик аҙ ғына ярлылар тороп ҡалды. Бында тороп ҡалғандарының өйҙәрендә бер һыныҡ булһын икмәк, бер семтем сәй булмағандарылыр. Быларҙың мәҡсудтарының ғайәһе ошо һалҡында эш табып, 20—30 тин аҡса алып ҡайтмаҡ, шуның илә был көн кисенмәктер. Был ерҙә тороп ҡалғандарының эсендә ҡыҫҡа ғына сәкмән кейгән, билде бер еп берлә генә бәйләгән, төрлө сепрәктәрҙе, иҫке тулаларҙы йыйып аяғына урап сабата кейгән, сәкмәне ҡыҫҡараҡ булыу сәбәпле, теҙе туғрыһында ҡыҙыл штаны күренеп торған, көрәген ҡултығы аҫтына ҡыҫтырған, дер-дер ҡалтырап тороусы Шәриф тигән кеше лә бар ине.
Беҙҙең, ярлылар араһынан алып, хәлен яҙасаҡ ярлы зат ошбу Шәриф ағай булғанға күрә, быны оноторға тейеш түгел. Шуның өсөн мин уны уҡыусыларға артығыраҡ тәғриф итеп китмәксе буламын.
Шәриф был шәһәргә йыраҡ түгел бер ауылда тыуған, бала ваҡытында уҡыу-фәлән күрмәгән, етем ҡалып, шул ваҡыттан бирле рәхәт күрмәй, фәҡирлектә үҫкән, ғүмере буйынса шуның кеүек ҡара хеҙмәттәр илә генә тамағын туйҙырып көн үткәргән. Ләззәт-рәхәттең ни икәнен белмәгән бәхетһеҙ бер кешелер. Бына бында торған ваҡытта ла ике күҙенән ихтыярһыҙ үҙе белмәй торған күҙ йәштәре аға, сыуалып бөткән һаҡалына тама ла боҙ булып ҡата, һалҡынлыҡҡа сыҙай алмай ҡалтырана, арлы-бирле йүгергеләп, әллә ниҙәр уйлап эш көтә ине. Уның өйөндәге “атай нәмә алып ҡайтыр икән” тип, көтөп ултыра торған балалары иҫенә төшә, нисек булһа ла бөгөн ашарлыҡ нәмә алып ҡайтаһы килә, шулай мөжәссәм ярлы булып эш көтөп тора ине.
Шәрифтең ярлы иптәштәре, һалҡынға сыҙай алмай, берәм-берәм ҡайта башланылар. Шәриф тә бик ҡайтыр, был һалҡында бер минут та тормаҫ ине, ләкин өйҙә бер ҙә ашарға булмағас, унда ҡатын, бала-сағалары ас көйөнсә ҡалтырап көтөп ултырғас, нисек булһа ла берәр эш табып ҡайтыуҙы өмөт итә ине.
Иптәштәре таралып бөткәс, Шәриф бик шатланып: “Инде үҙем генә ҡалдым, шайәт берәр эш тура килер”, — тип торған саҡта бер мәрйә Шәрифтең янына килеп: “Әйҙә, был әйберҙәрҙе күтәреп алып бар әле”, — тигәс тә, Шәриф аллаға шөкөрҙәр ҡылып, мәрйәнең әйберҙәрен күтәреп алып китте.
Юлда барған саҡта ләззәтле хыял илә: “Был мәрйә ун тин бирерме икән? Әгәр ҙә ун тин бирһә, ике ҡаҙаҡ икмәк һәм, үҙемдең янымдағы бер тинде ҡушып, өс мыҫҡал сәй алып ҡайтыр инем”, — тип уйлай вә рәхәтләнә ине. Ул шулай ун бер тин аҡсаһын ниндәй урынға тоторға кәрәк икәнде уйлап бара торғас, мәрйәнең тора торған өйөнә барып та еттеләр. Өйгә кереп әйберҙәрҙе иҙәнгә ҡуйғас, теге мәрйә сисенеп кеҫәһенән ун ике тин аҡса алып Шәрифкә тотторҙо. Бына шатлыҡ! Һис уйламағанса ун ике тин аҡса бирҙе...
Шәриф шатланыуынан ни эшләргә белмәй өйгә ҡарап йүгерҙе. Ҡайтып барғанда уҙҙәренә яҡын лавканан ике ҡаҙаҡ икмәк илә бер ҡап шырпы, өс мыҫҡал сәй алып ҡайтты. Тора торған кескенә фатиры шәһәрҙең ситендә булһа ла, бик тиҙ ҡайтып етте, өйөнә барып кергән ваҡытта гүйә ҡатын, балаларына маҡтанған кеби: “Бына атағыҙ малды шулай таба ул, сыҡты иһә ала ла килә”, — тигән төҫлө ҡултығындағы әйберҙәрҙе һике өҫтөнә бушатып ташланы. Үҙе бик ҙур бер бурыстан ҡотолған, өҫтән тау кеби ауырлыҡты алып ташлаған кеше кеби, сәкмәнде һалып, күлмәк-сән генә ҡалды.
Шәрифтең ҡатыны Бәҙриямал исемле булһа ла, ярлы булғанға күрә, Бәҙри йәки Бәҙрәш кенә тип йөрөтә торғандар ине.
Бәҙри ул — Шәрифкә итәғәтле генә һәм уның тормошона өйрәнгән, Шәрифте эшлекле тип иғтиҡад итә торған ине. Оҙон ғына буйлы, ас яңаҡлы, күҙҙәре эскә батҡан, мәьюс кенә бер сифатта ине.
Өҫтөнә кейгән күлмәгенең ике еңе аҡ, билдән юғары тарафы ҡыҙыл, түбән тарафы һарғылт, башына ураған былтыр ураҡ ваҡытында алған яулығы ҡып-ҡыҙыл булғанға күрә, ала кейемле тип әйтерлек ине.
Быларҙың ике балаһы булып, береһенең исеме Гөлйыһан булып, ете йәшендә, икенсеһе ир бала булып, Хоҙайбирҙе исемендә дүрт йәшендә ине.
Был ваҡытта Гөлйыһандың күлмәге таҙа ғына булып, итәге генә йыртылған, сәсе тараҡ юҡҡа күрә таралмаған, сыуалып бөткән көйөнсә, ике ҡулы илә тиҙ-тиҙ башын ҡашып, яланаяҡ көйөнсә мейес алдында тора ине.
Хоҙайбирҙенең штаны юҡ, ҡап-ҡара күлмәк кейгән, иҙеү бауы ысҡынған, ике еңен һалындырып, ҡулдарҙы эскә тығып, башты эйеп, бөгәрләнеп ултырған, ике танау тишегенән маңҡаһы ҡап-ҡара булып һалынып төшкән, инде ауыҙына керә тип ҡурҡып торғанда ғына кире тартып ала ине. Башының сәсен үтмәҫ бәке берлә алғанға күрә, тигеҙһеҙ, уның өҫтөнә өс-дүрт урында ҡутыр булып ҡанағанға күрә, ҡағыҙ йәбештергән ине. Аталарының был нәмәләрҙе алып ҡайтҡанын күргәс тә, аслыҡтан ағарған йөҙҙәрендә шатлыҡ, күгәреп эскә батҡан күҙҙәрендә хәйәт әҫәре заһир булып, йүгереп, аталары алып ҡайтҡан нәмәләре янына барып, тотоп-тотоп ҡаранылар. Бәҙри:
—Сабыр итеп тороғоҙ! —тип икмәкте алып ҡуйҙы ла, үҙе самауырҙы алып, тиҙ генә ҡағып, һыу һалып, мейес алдына ултыртты. Яңы алып ҡайтҡан шырпыны асып, сыра яндырып, ҡалай самауырҙың эсенә һалып ебәрҙе. Шул ваҡытта инде Шәриф: “Был шырпыны һаҡлабыраҡ тот! Бик тиҙ бөтә, беләһең бит, был заманда аҡса табыуы бик уңай эш түгел, әле лә тырышлыҡ арҡаһында ғына тамаҡлыҡ аҡса таба алам”, — тип үҙе генә ашарға табыусы икәнде белдереп ҡуйҙы.
Бәҙри:
—Әлдә алла ярҙам бирә әле, бөгөн бик һыуыҡ булғанға күрә, бер ҙә эш булмаҫ, ас торһаҡ та өйҙә генә ятмай, юҡҡа сығып китте, тип ҡайғырып тора инем.
Шәриф:
– Һыуыҡ тип ас ятып булмай шул. Бәҙри:
– Нисек бик тиҙ кайттың? Ни эш эшләнең? Шәриф (эш таба торған кешеләр тауышы илә):
— Бөгөн ҡар-фәлән яумаған, ҡар көрәтеүсе булманы. Көн һалҡын булғанға, утын ярҙырырға эҙләүсе лә күренмәне. Бына шулай аптырап торғанда ғына, алланың рәхмәте илә, бер мәрйә өмөт итмәгән ерҙән килеп сыҡты. Шуның әйберҙәрен күтәрешеп алып барған инем. Ун тин бирһә ярар ине тип торғанда, ун ике тин көмөш аҡса сығарҙы ла бирҙе. Был әйберҙәрҙе шул аҡсаға алып ҡайттым.
Шул ваҡыт Хоҙайбирҙе мейес башынан төшөп, ялан-аяҡ көйөнсә йүгереп, тышҡа сығып китте. Ул кире кергәс, Шәриф: “Ниңә өйҙө һыуытып йөрөйһөң! Ҡуян аяғы ашаныңмы әллә?” — тип һораны ла, Бәҙригә ҡарап: “Тиҙерәк самауырыңды ҡайнат әле, сәй эсеп, дәхи бер сығып ҡарарға кәрәк, берәр эш табылмаҫмы, бер бәхет асылһа, асыла торған ул, өйҙә ятып бер ҙә әллә ни булмаҫ”, — тине.
Бәҙри:
—Бөгөн бик һыуыҡ бит, инде сыҡмаһаң да ярар. Шәриф:
—Сыҡмай булмаҫ, сығып ҡарарға кәрәк, бот күтәреп көтөп буш ятһаң, ашарға килтереп бирмәҫтәр. Бына әле көн һалҡын тип иртә берлән сыҡмаған булһам, бөгөн ни ашар инең?
Бәҙри (самауыр янына барып өрөп-өрөп): “Таш кергән самауыр, әле булһа ҡайнап сыҡмай, ни саҡлы күмер кәрәк”, — тип сиртеп, улай-былай итеп ултыра торғас, самауыр ҡалтырай башланы. Тимәк, ҡайнаны. Әлеге өс мыҫҡал сәйҙе йыртып, кескенә ҡыршаулы ҡара сәйнүккә сәй һалып ултыртып ҡуйҙы. Кескенә генә йыртыҡ ашъяулыҡты йәйеп, пар ярым сынаяҡты килтереп ҡуйҙы.
Бына көткән рәхәттәре булған сәйҙе эсергә ултырҙылар.
Баяғы өс ҡаҙаҡ арыш икмәген Бәҙри ҡулына алып, ике ҙур ғына телем киҫеп Шәриф алдына, бер телемде үҙ алдына ҡуйҙы. Был ваҡытта барсаһының күҙе шул өс ҡаҙаҡ икмәктә ине. Дүртенсе телемде киҫте лә, уртаға бүлеп береһен Гөлйыһанға, яртыһын Хоҙайбирҙегә бирҙе. Ҡалғанды ҡулында тотоп торған саҡта, саҡ-саҡ сыҙап торған Шәриф: “Етер инде, телмә! Кис ашап ятырлыҡ ҡалһын, әллә бөгөн эш табып була, әллә юҡ, бар саҡта бүреләй, юҡ саҡта шүреләй торорға ярамаҫ, аҙыраҡ ҡыҫынҡыраҡ ашарға кәрәк”, — тине. Хоҙайбирҙе, икмәкте ҡулына алғас, бик шатланып, ашарға ла, ашамаҫҡа ла белмәй, арлы-бирле әйләндерел ҡарап, бына минеке күберәк тигән төҫлө, Гөлйыһанға күрһәтә, күҙе янына ғына алып барып, икмәкте теҙләгән кеби ҡырынан ғына Гөлйыһанға ҡарай ине.
Бәҙри бер пар сынаяҡҡа сәй яһап, Шәриф алдына ҡуйҙы. Икенсе сынаяҡ аҫтына сәй яһап, үҙе алып эсә башланы.
Әллә ҡайҙан алып ҡайтҡан бер киҫәк шәкәре иҫенә төшөп, ҡуйған еренән алып икегә бүлеп, яртыһын Шәрифкә бирҙе. Ҡалған яртыһын дәхи икегә бүлеп береһен Гөлйыһанға, береһен Хоҙайбирҙегә бирҙе. Кескенә шәкәрҙе ҡулына эләктергәс, Хоҙайбирҙе бигерәк шатланды. Ни эшләтергә белмәй аптырап бер аҙ торғас, үҙенә сәй эсергә нәүбәт еткәнсе бер ҡағыҙ алып төрөп ҡуйҙы ла, Бәҙригә ҡарап: “Әсәй, мин сәйҙе был шәкәр менән эсермен, йәме!” — тип тәғҡид итеп ҡуйҙы.
Шәриф бер аяғын һуҙып бик кәйефле, тамам нәшат берлә, тирләп сәй эсә, үҙенең был халыҡтарға баш икәнен белдереп тора ине.
Сәй эсеп күңеле асылғас, үҙенең бөгөн нисек теге мәрйәнән әйбер күтәреп барған өсөн, ун ике тин аҡса алғанды бик оҙон итеп ҡатынына һөйләне. Был һүҙҙәре илә үҙенең мал таба торған кеше икәнде күрһәтә ине. Бәҙри ҙә бер ҡайғыһыҙ, һәр эштәре мөкәммәл барған төҫлө иттереп сәй әсә, тубығы янында ятҡан икмәккә ҡарап ҡуя, иренә яҡшы ғына яуаптар биреп, һин беҙгә вәлиниғмәт тигән төҫлө карай ине.
Гөлйыһан икмәгенең яртыһын ашап, яртыһын сәй илә ҡушып эсергә самауыр төбөнә ҡуйып, уның өҫтөнә бик ҙур төҫлө иттереп шәкәрҙе ҡуйҙы ла, әсәһенә ҡарап: “Бына быларҙы сәй берлә ҡушып әсермен”, — тип гуаһландырып ҡуйҙы. Үҙе самауырҙың аяғын бер ҡулы илә тотоп ҡарап ултырҙы. Әҙрәк торғас, аҡрын ғына әсәһенә ҡарап: “Әсәй, миңә сәй яһап бир әле”, — тигәс, Бәҙри эсә торған сәйҙе эсеп бөтөрөп, шыйыҡ ҡына иттереп яһап, Гөлйыһанға бирҙе. Бына Гөлйыһандың һәр эше тамам еренә килде. Шәкәре илә бергә ҡушып икмәкте лә ашап бөтөрөп тороп китте. Инде нәүбәт Хоҙайбирҙегә килде. Уға ла әсәһе сәй яһап биргәс, сәйҙе эсеп тамам иткәс, тиҙ генә мейес башына менеп, тараҡандар илә уйнай башланы. Шәриф ике телем икмәкте ашап бөтөргәс: “Ҡайҙа әле, аҙраҡ киҫеп бир”,— тигәс, Бәҙри киҫеп бирергә тип икмәкте ҡулына тотҡас та, мейес башынан Хоҙайбирҙе төшөп, йүгереп, әсәһе янына килеп ултырҙы. Бының күҙе икмәк һорап тора ине. Бәҙри йоҡа ғына иттереп Шәрифкә киҫеп биргәс, икмәктең самаһын ҡарап белгәс, бик йоҡа һәм ҡыйыҡ итеп киҫеп Хоҙайбирҙегә бирҙе. Хоҙайбирҙе шатланып йүгереп менеп китте. Бәҙри Гөлйыһанды ла мәхрүм итмәне, уға ла киҫеп бирҙе. Үҙе лә аҙыраҡ алды. Шулай итеп бик рәхәт һәм ҡайғыһыҙ сәй эсеп тамам иттеләр.
Шәриф дәхи кәсеп эҙләп китергә уйлап сабатаһын алып, сепрәктәрҙе урап кейенергә кереште. Сабатаһының аҫтын ҡарап, әле ныҡ икән тигән кеби, бармағы берлә тыҡ-тыҡ сиртеп-сиртеп ҡарап кейенеп бөттө. Сәкмәнде кейеп, иҫке ҡыҙыл яулығын муйынына урап, балтаһын алып сығып китте.
Шәриф сығып киткәс, Бәҙри ҡалған сәйҙе эсеп ултырғанда күрше фатирҙә тора торған Шәйех исемле егеттең ҡатыны Йәмилә килеп керҙе. Йәмиләнең ҡиәфәте тормошо ауыр бер хәлдә, донъяның бөтмәҫ мәшәҡәттәрендә идекен белдереп тора ине. Төҫө һарғайған, күҙҙәре эскә батып кергән, өҫтөнә иҫке генә күлдәк кейгән, башына йыртылып бөткән яулығын ураған, аяғына туҙып мыйыҡтары сыҡҡан сабата кейгән ине.
Үҙенә ҡарағанда, унан һәр кеше нәфрәтләнә, уны бер кем дә яратмай, бер кеше лә уны ҡыҙғанмай төҫлө ине. Шуның өсөн Бәҙригә лә ҡыяр-ҡыймаҫ ҡына, өмөтһөҙ бер тауыш илә: “Иҫәнмеһегеҙ әле?”—тине.
Бәҙри:
— Әле арыубыҙ, — тине лә сынаяҡ аҫтына сәй яһап алдына ҡуйҙы. Баяғы икмәктән бик самалап ҡына киҫеп бирҙе. Бәҙри икмәк тотҡанды күргәс тә, Хоҙайбирҙе килеп етте. Бәҙри: “Бар инде, аҙрак торғас ашарһың”, — тип кире ебәрҙе.
Йәмилә икмәкте ҡулына алыу илә ҙур ҡабып ашай башланы, һары йөҙөндә аҙ ғына яҡты сырай заһир булды. Шул бер телем арыш икмәген әллә ҡасандан бирле күрмәгәнгә, ысын күңеле илә ҡайҙан ғына бер ауыҙ тултырып ҡабырлыҡ икмәк табылыр икән тип йөрөгәнгә күрә, ул бер телем арыш икмәге уның өсөн бер ҡиммәтле нәмә күренә ине. Йәмиләне шул икмәк мәсьәләһе һарғайтҡан, ул шуның өсөн был хәлдә ҡалған, шул икмәк юҡлыҡ уны кәйефһеҙләндергән вә ауырыу һүрәтенә кереткәндер.
Икмәк ашап бөткәс, “бөттө лә, тағы аҙ ғына булһа!” тигән төҫлө ирендәрен ялап, алдындағы ватыҡтарҙы сүпләп ҡабып ҡуйҙы. Аҙ ғына күңеле асылып, иркен бер һулыш алып, яһалып бирелгән сәйҙе эсте.
Бәҙри үҙенсә бик ҙур ихсан ҡылған, бер кешенең рәхәт тормошона сәбәп булған кешеләрсә:
-Йә, Йәмилә, бөгөн ирең ҡайҙа китте? — тине. Йәмилә (күңелһеҙ, бер ҙә яуап бирәһе килмәгән кеби):
-Ул, иртүк тороп, эш булмаҫмы икән тип сығып китте. Белмәйем, ҡасан ҡайтыр икән? Кисә лә төн уртаһында ғына өйгә ҡайтып керҙе.
Балтаһын әллә инде һатып эскән, ҡайҙа тиһәм, әйтмәй, үҙе иҫерек. (Оҙон бер һулыш илә.) Кисә лә бер ҙә ашамай ятҡан инем, бына инде бөгөн дә ашағаным юҡ. Бөгөн иртүк тороп, теге урамға барып, юнысҡы алып ҡайтып, өйҙө йылытып алған булдым.
Бәҙри (үҙе бәхетлерәк бер кеше кеби):
—Бигерәк насар инде, һалдат кеүек тик йөрөй, оятһыҙ! Йәмилә:
—Шулай инде. Әле һинең бишмәтеңде һорап торорға килгән инем, ҡаланың бит әле теге осонда беҙгә апа тейешле Гөлниса бар, улар яҡшы ғына торалар. Шунда барып ҡайтайым тигән инем. Әллә әҙ-мәҙ нәмә һорап ҡайтыр инем.
Бәҙри:
—Минең үҙемдең дә бараһы ерем бар ине лә, улай булғас, алып торһаң торорһоң шул инде. Әле яңы ғына теге сәй эсеп сығып китте. Бөгөн иртүк тороп, эш эҙләп сыҡҡан ине. Бына инде бер яҡшы мәрйә осраған! Әйберҙәрен күтәрешеп алып барған өсөн дә ун ике тин аҡса биргән. Рус булһа ла, бәғзеләре яҡшы булалар. Әле, хоҙайға шөкөр, был арала бер ҙә аптырағаныбыҙ юҡ.
Йәмилә:
—Эйе! һеҙ, Бәҙри апай' бик яҡшы тораһығыҙ. Ана минең ирем кеүек булһа, ни эшләр инегеҙ? Тапҡан бер аҡсаны шунда бөтөрөп ҡайта.
Бәҙри:
—Әлхәмделилла, шайтан ярлы, беҙ бай әле, — тине лә, бишмәтен ҡулына тотоп, әлдә был бишмәт булды тигән төҫлө, йәмиләнән үҙен бәхетлерәк кеби күреп, килтереп бирҙе лә: “Йә әле кейеп ҡара, һиңә оҙон түгелме икән?” — тине.
Йәмилә:
—Оҙон булмаҫ, буламы һуң?!—тип кейеп ҡарап.— Таман ғына икән, үҙемә үлсәп киҫтергән тип белерһең.
Бәҙри:
—Был бишмәт бик ныҡ булды инде, өҫтөмдән һалмай кейәм, бер ҙә туҙыуҙы белмәй.
Йәмилә:
—Әле лә өр-яңы әле, ғүмеремдә шундай бер бишмәт күрә алманым, — тип сығып китә башлай.
Бәҙри:
—Йәмилә! Тиҙерәк ҡайт, йәме, үҙемдең һыуға бараһым да бар...
Йәмилә:
—Бик тиҙ ҡайтам, унда бер ҙә тора торған эшем юҡ, барам да ҡайтам.
Бәҙри:
—Бисара, бик ауыр тора инде. Ире лә бик насар шул, матур ғына ҡатынды шулай ас ҡалдырып йөрөргә нисек оялмай, типһә тимер өҙә торған егет, яңғыҙ ҡатынын туйҙыра алмай, — тип үҙ-үҙенә һүҙләнеп самауырҙы йыйыштырып ҡуя ла, боҙ ҡатып ябылмай торған ишектең буҫағаһын бысаҡ менән ҡырып ябырға керешә. Йоҡа ғына таҡтанан яһаған еп-еңел ишек, ҡаты итеп япҡан һайын, кире асыла ла китә.
Йәмилә бишмәтте кейгәненә шатланып, артынан килерҙәр ҙә, бишмәтте кире алырҙар төҫлө булып, үҙенә ҡалһа бик ҡалын кейенгән, бер ҙә һалҡынға бирешерлек түгел төҫлө, шәп-шәп атлап, тауға ҡарап менеп китте.
Шәриф сәй эсеп йылынып алғас, бер ҙә ҡайғыһыҙ, әллә нисек бик тиҙ эш табылыр кеби булып тиҙ-тиҙ бара ине. Күп тә йөрөмәне. Бәхетенә ҡаршы эш тапты. Бына утын ярырға кереште. Бер бәхет асылһа, асыла торған тигән ине, филваҡиғ шөйлә туғры килде. Эсенән әллә ниҙәр уйлаған кеби, аллаға шөкөр итеп, ысын ихлас менән яра ине. Хосусан, хужа килгән ваҡытта бик уңған вә бик эшлекле икәнде белдерер өсөн, ялтырап йөрөй, әүәлдә ярылған утындарҙы хужаға күрһәтеп, бына быны бик эре итеп ярғандар, ахыры бер ҙә эш рәте белмәгән кеше ярғандыр, фәлән, тип һөйләнә ине. Утын хужаһының бер мәртәбә килеп ҡарауы уның күңелен үҫтерә, ғәйрәт бирә, ваҡ ҡына итеп ярыуға сәбәп була ине. Утын яра торған түмәрҙең өҫтөнә ултырып, бик яйлап, истиҡбале тәьмин ителгән кешеләрсә бик күңелле һүрәттә тәмәкеһен тарта, үҙенсә бик ләззәт илә шәйлә уйлай ине: “Был кафыр ҡырҡ тин бирмәҫме икән? Бирер, бирер, илле тин биреп ҡуймаһын, был утын сажиндән күп артыҡ бит, юҡ инде, ҡырҡ тин генә бирһен, шул да етер. Күптән бирле ит ашалғаны юҡ, берәр егерме тинлек ит алып ҡайтһам, егерме тин ҡала. Егерме тиндең биш тин көмөшөнә туҡмасҡа он алһам, унан да ун биш тин артып ҡала, ун биш тингә биш ҡаҙаҡ икмәк алып ҡайтһам...
— Бына байлыҡ!
Икенсе рәт тәмәке тартҡан саҡта был планды боҙоп, “юҡ, итте егерме тингә үк алырға ярамай, ун биш тинлек алһам етер, унан ҡалған биш тингә сәй алырға кәрәк”, ти ине. Бер аҙҙан һуң күңеленә өсөнсө фекер төштө. Был фекер ит алмай ғына, тояҡ, эсәк-фәлән алып ҡайтыу ине.
Бына инде, ул итте алып ҡайтып бешергәс, нисек итеп ултырып ашарға? Үҙен мал табыусы һәм ата, уларға баш, вәлиниғмәт кеше төҫлө эре күрһәтеп, ашауҙарҙы хыялынан кисереп ләззәтләнә, шул уй арҡаһында 20—25 дәрәжә һалҡында теттереп утын яра ине.
Ҡояш батманы, бар утынды тамам ярып бөтөрөп, ғәйрәтле бер һүрәттә хеҙмәт хаҡын һораны. Хужа ҡан эскес һаран түгел икән! Шәриф уйлағанса ҡырҡ тин көмөш хеҙмәт хаҡы өсөн биреп, яҡшы ярған әсән биш тин дәхи биреп ҡуйҙы. Шәриф бейәләйҙе ҡултығы аҫтына ҡуйып, янсығын алып, аҡсаһын һанап һалды ла, бик күп маллы кеше кеби, эре генә атлап ит баҙарына китте.
Был ҡырҡ биш тин аҡса Шәрифтең ихтыяжына камил еткән, бынан күп булһа, урыны юҡ, тотар урын булмағас, ниңә кәрәк, бынан күп булһа, әллә ниңә маҙаһыҙ булыр төҫлө күренә ине.
Ул Шәриф икмәк-сәйҙән артып ҡалған биш-ун тин аҡсаһына һәр ваҡытта урын таба алмай, нисек булһа ла, тотоп бөтөрөп ҡайта торған ине. Мәҫәлән, бер көн артып ҡалған биш тин аҡсаһына нәмә алырға белмәй, күҙенә күренгән иҫке тимер киҫәктәре алып ҡайтҡан ине. Бына был ваҡытта ла уның ҡорған планын теге артыҡ биш тин боҙҙо. Ул биш тингә нәмә алырға кәрәк? — тип юл буйынса уйлап барҙы. Аҡса булһа урын табыла инде. Шәриф биш тингә лә урын тапты. Сөнки бер байрам булғас, булһын инде тине лә, биш тинлек шәкәр алып ҡайтырға ҡарар бирҙе.
Ит баҙарына кергәс, бик иркен, бик хәүефһеҙ һөйләшә, бик ныҡ сауҙа итә башланы. Аҡса булғас, ниңә иркен һөйләшмәҫкә? Ҡарап тороп, бик һимеҙ ерҙәренән ун биш тинлек эсәк ҡатыш ит алып китте. Ҡайтып барғанда, юл өҫтөндәге кибеттән биш ҡаҙаҡ икмәк, сәй, шәкәр алғандан һуң, дәхи ете тин аҡсаһы артып ҡалды. Биш тиненә он алһа, ике тин аҡса дәхи артып ҡала, бына бөтмәҫ аҡса!.. Инде Шәрифтең өйгә ҡайтып барғанын күрһәгеҙ... Гүйә, бөтә донъяға хужа булған, уның өйҙә лә кис ашарға ҡалдырған әҙрәк икмәге бар бит әле.
Бына Шәриф шулай шатлыҡ эсендә өйгә ҡайтып керҙе. Әллә бер нәмә алып ҡайта, әллә юҡ, тип көтөп торған Бәҙри иренең бындай нәмәләр алып ҡайтҡанын күргәс, фәүҡелғадә шатланып, әйберҙәрҙе берәр-берәр алып, әйләндереп-әйләндереп ҡарап, урынлы-урынына рәтләп ҡуйҙы. Шәриф бик ҙур эш бөтөрөп ҡайтҡан кешеләрсә ҡыланып, аҡрын ғына сисенеп ултырҙы ла:
— Самауыр ҡуй әле, иркенләп сәй эсәйек, — тине.
Бәҙри инде, әлбиттә, һәр бер эште баш өҫтө, еренә еткерәсәк. Шул минут гөрләтеп ҡаҙан аҫтына яғып ебәрҙе. Самауырға һыу һалып, ҡайнатырға ҡуйҙы. Ул Гөлйыһан илә Хоҙайбирҙе айырыуса шатлыҡ илә арлы-бирле уйнап йөрөйҙәр ине.
Бына былар шулай шатлыҡ илә торған саҡта Йәмилә бишмәтте тотоп килеп керҙе. Ләкин Йәмилә бик ҡайғылы-күңелһеҙ генә бер һүрәттә ине. Хосусан быларҙың өйөндә һике өҫтөндә тулып ятҡан ит, икмәктәрҙе кургәс, хәсрәте артты. “Минең дә ирем ошо Шәриф кеби булһа, нисек рәхәт булыр ине”, — тип фекеренән кисерҙе.
Йәмилә шул һалҡын көндә өс саҡрым ҡәҙәре ергә йәйәү барып ҡайтҡан, юлда ике бит алмаһын өшөткән, бер нәмә лә алып ҡайта алмаған ине. Уның өҫтөнә ире Шәйех иртәнән сығып киткәндән әле һаман да ҡайтҡаны юҡ ине.
Бында күп кереп йөрөй, тип әйтерҙәр төҫлө булғанға күрә, бик тартынып, ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына бишмәтте бирҙе, мейес янында күмер һалып торған Бәҙригә ҡарап торҙо, бәғзе ваҡытта һике өҫтөндә ятҡан эсәктәргә ҡарап, сей көйөнсә ашарҙай булып, “бына бәхетле кешеләрҙең эштәре нисек”, тип уйлай ине.
Бәҙри итте йыуып ҡаҙанға ла һалды. Йәмиләгә ҡарап:
—Теге апаларыңа барып ҡайттыңмы? Ниңә бик оҙаҡ торҙоң? — тине.
Йәмилә (әкрен генә тауыш илә):
—Барҙым барыуын да, уларҙы өйҙә тура килтерә алманым. Бик көтөп торҙом, ҡайтманылар.
Бәҙри:
—Бик ҡыйын булған икән. Әле ирең ҡайтманымы? Йәмилә:
—Юҡ, ул ҡайтамы һуң, ул кисә лә төн уртаһында ғына иҫереп ҡайтып керҙе. Бер нәмә лә алып ҡайтмаған ине.
Бәҙри самауыр эсенә сыбыҡ тығып болғай, эсенән генә, “бына ирең шулай булһа, ни эшләр инең?” тигән булып Йәмиләгә ҡарап, тәсәллә иткән кеше кеби: “Бөгөн әллә берәр нәмә алып ҡайтыр әле”. Шул ваҡыт Шәриф эшлекле ирҙәр төҫлө тышҡа сығып китә. Бәҙри тиҙ генә икмәкте ҡулына алып, берәр телемдәй киҫеп ала ла: “Бына теге күрмәһен, өйөңә алып ҡайтып аша”, — тип йәмиләгә бирә.
Йәмилә лә: “һау булығыҙ әле”, — тип сығып китә. Ҡалай самауыр ҡалтырай башлағас, Бәҙри сәй һала ла, бик күңелле итеп сәй эсергә ултыралар. Өйгә бик хәзин вә ҡайғылы һүрәттә ҡараңғы төшә башланы. Яндырырға лампаның кәрәсине бөткән. Шулай булһа ла, уларҙың ҡараңғы булды тип бер ҙә иҫтәре китмәй. Улар өй яҡты түгел тип ҡайғырмайҙар. Улар һәр көн шулай ҡараңғы өйҙә ултырып, усаҡтан ғына сыҡҡан ут яҡтыһы илә ҡәнәғәт ҡылып өйрәнгәндәр. Уларҙың күңелдәренә ҡараңғыла ултырыу артыҡ ағыр күренмәй. Лампа булмағанлыҡ уларға етешмәгәнлек булып та күренмәй башлаған. Бөгөнгө аш бешереү шатлыҡтары бөтә хәсрәттәрҙе йыуа, яндырырға шәм булмағанға, бик ҡараңғы булып, ҡәбер һүрәтендә торған был өй быларҙың күҙенә йәннәт кеүек булып күренә, ҡаҙанда ҡайнаған иттәр әллә ниндәй хистәр бирә. Уның гөрләп күтәрелгән, бөтә өйгә таралған быуҙары уларҙың морондарына кереп шатландыра. Ҡаҙандан һәм самауырҙан сыҡҡан быуҙарға ишектән кергән һалҡынлыҡ бергә ҡушылып, өйҙө бер томан хәленә килтерә ине. Бәҙри сәй эсеп бөтә. һалып ҡамыр баҫып, туҡмас киҫергә керешә. Гөлйыһан бик кәйефле булып, әсәһенең туҡмас киҫкәнен ҡарап тора. Хоҙайбирҙе усаҡ янында әллә ни эшләп мәшәҡәтләнә, бер кескенә сыбыҡ ала ла, бер башынан тотоп, бер башын утҡа яндырып, тиҙ-тиҙ әйләндереп: “Ҡара әле, Гөлйыһан, ҡара әле, Гөлйыһан, уҡа яһайым”, — тип ҡысҡыра.
Шәриф түр башынан һуҙылып, усаҡтағы утҡа ҡарап, асыуланмай ғына: “Тик тор, Хоҙайбирҙе, тик тор! Ут төшөрөп, өҫтөңдә яндырып ҡуйырһың”, — ти. Гөлйыһан диҡҡәт илә ҡарап тора торғас, әсәһенән бер ҡамыр һорап алып, кескенә күмәс төҫлө иттереп яһап, көлгә күмеп бешерергә керешә. Уны күреп, Хоҙайбирҙе лә шулай итергә ҡыҙығып, әсәһенән ҡамыр һорай башлай. Әсәһе бер ҙә асыуланмай ғына Хоҙайбирҙегә лә ҡамыр бирә. Гөлйыһан апаһы ла ҡамырҙы шулай бешереп бирә.
Шәриф ата булғанға күрә, быларҙы ҡарап ҡына ята.
Бына бер ваҡытта аш беште. Көтөп алған шатлыҡтың нәтижәһе яңы килеп етте. Бәҙри итте төшөрөп алды ла, туҡмасты ҡаҙанға һалып бешереп, иҫке табаҡҡа төшөрөп ҡуйҙы. Бысаҡ тотоп көтөп ултырған Шәрифтең алдына баяғы сәй эскән ваҡытта йәйгән ашъяулыҡты килтереп йәйеп ҡуйҙы. Табаҡты килтереп ултыртып, тирә-яғына ҡашыҡтарҙы теҙеп куйҙы Гөлйыһан ҙур булғанға күрә, әсәләре берлә бергә табаҡтан ашай, Хоҙайбирҙегә сүмескә һалып бирҙеләр.
Бына нисек шапырҙатып ашайҙар! Бер ҙә тауыш-тынһыҙ ғына туҡмасты ашап бөтөрҙөләр. Бәҙри аштан һуң табаҡ берлә эсәк һәм иттәрҙе вәлиниғмәттең алдына килтереп ҡуйҙы. Шәриф бысаҡты ҡулына алып ит турай башлағас, һәммәһе уның ҡулына ҡарап ҡалдылар. Уның һәр бер хәрәкәтенә, ҡулынан киҫелеп төшкән иткә ҡарап ҡына торалар ине.
Ихтыярһыҙ күҙҙәре кесерәйеп, ҡулдары һуҙылып торған Гөлйыһан илә Хоҙайбирҙегә берәр тотам ҡәҙәр эсәк бирҙе. Уларҙың ялтыраған күҙҙәре ҡәнәғәтләнде. Бигерәк, тә Хоҙайбирҙе ни эшләргә белмәй, эсәгенең бер башынан тотоп, икенсе башынан ҡапты. Шулай итеп былар итте ашап бөтөрҙөләр. Көтөп торған рәхәт бөттө лә китте тигән кеби, ашап бөткәс, бик ҡыҙыҡһыҙ булып ҡалды. Шулай булһа ла, тамаҡ туйҙы, инде хәл юҡ тигән кеби, ирендәрен ялап ҡуйҙылар.
— Инде йоҡларға ваҡыт, бөгөн ҡәҙер төн түгел бит, —тип Шәриф тышҡа сығып китте.
Быларҙың дүртеһенә бер кескенә ҡолаҡ мендәре берлә иҫке ҡыҙыл юрғандан башҡа бер нәмәләре лә булмағанға күрә ятыу мәсьәләһе ситтән ҡарап тороусыға ауыр кеби күренә ине.
Улар ярлы булып, ҡаҡ һикелә ятып өйрәнгәнгә күрә, улар өсөн был ятыу бер ҙә ағыр түгел. Әүәлдән килгән ғәҙәттәре буйынса, был мендәрҙә Шәриф илә Бәҙри үҙҙәре баш һалып, юрғанды ябындылар.
Гөлйыһан илә Хоҙайбирҙегә мейес башында ятырға урын әҙерләнде. Бәҙри уларҙың аҫтына иҫке сепрәк-фәләндәр, баш аҫтарына үҙенең бишмәтен, өҫтәренә Шәрифтең сәкмәнен ябындырҙы.
Ярлылар теләһә нисек туғры килде, шулай ятһалар ҙа, бик тиҙ йоҡоға киттеләр. Төн уртаһы уҙғас, өй бик һалҡынланғас ҡына, Хоҙайбирҙе ыңғырашып уянды. Уны Бәҙри ишетеп, бер ҙә иренмәй генә, барып өҫтөнә ябып ҡуйҙы. Был ваҡытта Хоҙайбирҙе баҡа төҫлө йөҙтүбән ята ине.
Уларҙың был көндәре шулай шатлыҡ илә уҙҙы. Иртән өсөн дә бер ҙә ҡайғырырлыҡ түгел, икмәктәре лә, сәйҙәре лә бар. Был ярлыларҙың был көндәре бик рәхәтлек илә уҙған көндәрелер. Ярлыларға туйғансы ашау, туйғансы сәй эсеү бик һирәк туғры килгәнгә күрә, улар өсөн был көндәр фәүҡелғадә сәғәҙәтле уҙған көндәрҙән хисап ҡылынырға мөмкиндер. Фәҡәт бөгөн Йәмилә генә иң ҙур хәсрәттәрҙең уртаһында. Бәҙри биргән бер киҫәк арыш икмәге илә ас тамаҡты туйҙырған булып, оҙон, ҡараңғы, ҡурҡыныслы ҡыш төнөн яңғыҙ бер үҙе ятып, йоҡламайынса ҡурҡа-ҡурҡа уҙҙырҙы. Ҡараңғыла әллә нәмәләр уйлап ҡурҡа, хәсрәтенән илай, һалҡынлыҡтан ҡалтырана ине. Ул шулай төрлө хыял даръяһында ултырғанда, таң алдынан, Шәйехтең йырлаған тауышын ишетте. Уның ҡайтыуы Йәмилә өсөн хәсрәт булмаһа, шатлыҡ түгелдер. Шәйех өйгә керҙе лә, һүгенә-һүгенә арлы-бирле талпынып бер улай, бер былай һелкенеп һикегә йығылып китте.
Йәмиләне әллә ни өсөн һүгә, уға ашарға табырға ҡуша, мин һине ни өсөн алдым, ти. Араһында йырлап ебәрә, бара торғас, ҡыҙып китеп:
— һин минең башыма бәлә генә булдың!—ти.
Йәмилә Шәйехкә асыуланыр ваҡытта, һис ғәйепһеҙ Йәмиләгә Шәйех асыулана. Кәсеп таба алмағанлыҡ, тапһа ла, аҡсаһын бөтөргәнлек үсен Йәмиләнән алмаҡсы була. Йәмилә ҡаршы бер һүҙ әйтһә, шуны һылтау ҡылып туҡмарға, өйҙән ҡыуып сығарырға ғына тора.
Шулай һүгенә торғас, Шәйех ятҡан урынында йоҡлап китте. Йәмиләнең күҙенә һаман йоҡо килмәй, һаман һис туҡтауһыҙ уйлана, бөтмәҫ күҙ йәшенә бер ҡәтрәһенән һуң ҡәтрәһен ағыҙып ҡына тора ине.
Бер аҙҙан һуң Шәйех дәхи уянды. Дәхи һүгенә башланы. Эсергә һыу һорап ҡысҡырҙы. Ҡәбер кеби өйҙәре ҡап-ҡараңғы, ҡоҫок еҫе илә һаҫыған, әҙәм нәфрәтләнерлек ине.
Бына ярлыларҙың хәйәт ләззәте нисек!..
Шәриф бала-сағалары берлә ит ашап, тәмле йоҡоға ятҡандар ине бит әле? Бәҙри таң атҡан ваҡытта тороп, тышҡа йүгереп сығып, ҡар яумағанмы икән тип ҡарап керҙе. Сөнки ҡар яуғанмы, яумағанмы тип ҡарап кереү быларҙың ғәҙәтелер. Ҡар яуған булһа, намаҙ ваҡытынан уҡ тороп, тиҙерәк ашап-эсеп, ҡар көрәргә китергә кәрәк булалыр.
Бәҙри өйгә кереп, бөгөн дә ҡар яумаған икән, тине лэ артыҡ хәсрәтләнмәй генә кире ятты. Хәсрәтләнергә урын да юҡ: кисә бик ныҡ ашап туйып ятҡан, бөгөн ашарға етерлек икмәк, эсергә етерлек сәй бар. һәр көн былай булып торған ваҡытта ярлылар бер ҙә ҡайғырмай улар.
Бәҙри аҙыраҡ ятып торҙо ла, ҡаҙандан сүмес берлә һыу алып битен йыуҙы. Самауыр ҡуйҙы. Шәриф йоҡоһонан уянып, “бөгөн күңел тыныс” тигән кеүек, иҫнәй-иҫнәй, бер ҙә ҡайғыһы юҡ төҫлө, сабатаһын алып, бик шәп итеп кейенде. Тышҡа сығып керҙе лә, ай-һай, көн һалҡын икән, бер ҙә харап, нисек һуң был арала бер ҙә ҡар яумай башланы, тип тырнана-тырнана мейес башына менеп, аяғын һалындырып ултырып тәмәке тарта башланы.
Ҡалай самауыр тағы ҡалтырана башланы. Икәүләп сәй эсеп алдылар. Гөлйыһан менән Хоҙайбирҙе, кисә кис бик туйып ятҡанға күрә, бөгөн иртән бик һуңға ҡалып торҙолар. Аталары сәй эсеп бөтөр саҡта ғына тороп, кисә үҙҙәренең көлдә бешереп алған күмәстәрен ашанылар.
Шәриф, ярлыларҙың көн дә бара торған урынына китмәксе булып, кейенә башланы. Көн бик һалҡын булғанға күрә, эстән Бәҙриҙең бишмәтен дә кейеп алды. Бына ул, аллаға тәүәккәл тигән төҫлө, балтаһын ҡултығына ҡыҫтырып, тиҙ-тиҙ атлап, ярлылар араһына кереп китте.
Бер ергә йыйыла торған ярлылар, бер-береһен танығанға күрә, был иптәштәре кисә ни эшләгән, эш тапҡанмы, юҡмы, күпме аҡса тапҡан, ни эшләп тапҡан кеүек һорауҙар менән, көндәге ғәҙәт буйынса, һөйләшә башланылар.
Башҡа ярлыларҙың күбеһе, кисәге көндә бер тин дә аҡса таба алмағанға күрә, Шәрифтең бер ҙә юҡ ерҙән алтмыш тингә яҡын аҡса табыуына ғәжәпләнделәр. Быны хариҡылғадә бер эш кеүек итеп, бер-береһенә ҡарап: “Бына нисек?” — тинеләр.
Шәриф тә үҙенең бәхетлерәк бер кеше икәнен белдерәһе килеп: “Мин был арала бер ҙә аптырағаным юҡ әле, бер ҙә уйламаған ерҙән кәсеп табыла ла тора, нисә әйтһәң дә , шәһәр ере шәһәр ере шул, ауылда бер бәрәкәт булһа, ҡалала ҡырҡ бәрәкәт тигәндәр”, — тине.
Был ярлылар үҙҙәренең кәсеп һәм мәғәштәре тураһында бик күп һүҙҙәргә сума торғандар ине. Бөгөн бик һалҡын булғанға күрә, улай рәхәтләнеп һөйләргә ирек бирмәй ине. Сөнки тиҙ-тиҙ ҡолаҡты ыуырға кәрәк. Ҡолаҡты ыуып бөтөрөүгә бит алмаһы сатнап киткән төҫлө була — уны ышҡырға кәрәк. Әле лә бындағы кешеләрҙең биттәре өшөп бөткән, кипкән япраҡ йәбештергән кеүек булып тора. Шулай булһа ла, ара-сыра был арала ҡар яумағанлыҡтан зарланыштылар. Бәғзеһе ас торғанлыҡты, бәғзеһе ҡатыны кер, иҙән йыуып алған нәмәләрҙе ашап ҡына тамағын туйҙырғанлыҡты һөйләйҙәр ине.
Шулай һалҡында, гармунһыҙ бейеп торған был ярлылар араһына, бер кеше, утын ярҙырырға эш бар, тип килгән ине. Ярлылар, мәрәҙә ауыҙына тығылған балыҡтар кеүек, барсаһы бының алдына килеп, һырып алдылар. Теге кеше бер сажин утынды ярҙырырға егерме тин генә бирә. Быларҙың һәр береһе, мин барам да, мин барам, тип торғанға күрә, бер ҙә артыҡ бирмәй ине. Ярлылар иттифаҡҡа килә алмай, үҙ-ара һуғыша яҙҙылар. Унан да, бынан да: “Арзан, бармағыҙ! Баҙарҙы төшөрмәгеҙ!” — тип ҡысҡырыша башланылар.
һәр ерҙә усалыраҡ кеше булып, башҡаларға зыян килтерә бит. Былар араһында ла усалыраҡ береһе: “Мин барам, әйҙә, һеҙҙең эшегеҙ юҡ! Ярһам, үҙем ярам!” — тип арзан баһаға булһа ла, китте лә барҙы. Бында ҡалғандары бер ауыҙҙан уны һүгеп ҡалдылар.
Бер аҙ көтөп торғандан һуң, эш табылмаҫ кеүек күренгәс, бәғзеһе урам буйлап, эш эҙләп йөрөргә киттеләр, бәғзеһе аптырап, кире ҡайта башланылар. Беҙҙең Шәриф: “һуңғараҡ ҡалһам, кисәге кеүек берәр эш сығыр әле”, — тин шунда ҡалды.
Йәмилә был төндө ас көйөнсә, йоҡламай тик тороп уҙҙырҙы. Ир заты булған Шәйех менән икеһе ике ерҙә ятып йоҡланылар тигән инем.
Йәмиләнең ҡулынан бер эш тә килмәгәнгә күрә, ни эшләргә белмәй, һаман шул тамаҡ туйҙырыу тирәһен генә уйлап, ҡояш сығарҙы. Йәмилә өсөн ҡояш сығыуҙың, ҡояш байыуҙың һәм ғүмер үтеүенең бер ҙә әһәмиәте юҡ, фәҡәт уның күңелен борсоған, башын ватҡан нәмә — тормош һәм икмәк мәсьәләһелер.
Шәйех, ҡояш сыҡҡан ваҡытта тороп кейенеп, һөйләшмәй генә тәҙрә янында бер аҙ ваҡыт әллә нәмәләр уйлап ултырҙы ла, бер һүҙ әйтмәй сығып та китте.
Тыштан ҡарағанда, Шәйех бер нәмә лә уйламаған кеүек күренһә лә, эстән ул бына нисек уйланы: “Инде был ҡатынды ташлап китергә кәрәк! Үҙ көнөн үҙе теләһә нисек күрһен, минең унда ни эшем бар!” Ваҡиған , Шәйех үҙенең яңғыҙ ваҡытында теләһә нисек йөрөгәнен һағына башлаған ине. “Ниңә был ҡатынды алдым? Нисек итеп бынан ҡотолорға? Бынан ҡотолһам, бик яҡшы булыр ине” тигән фекерҙәрҙе уйынан кисерә ине. Бына Шәйех, тәҙрә төбөндә ултырғанда, шул фекерҙәрҙе уйлап, эсенән: “Инде мин киттем, кире ҡайтмам”, — тип сығып китте.
Шәйехтең йәш кенә ҡатынды бер ҙә ҡыҙғанмай ташлап китеүенә бер ҙә иҫегеҙ китмәһен. Йәмилә кеүек ун алты йәшендә кейәүгә барып, берәр йыл торғас та, ире ташлап киткән, ун ете йәшендә тәрбиә итеүсе булмай, урамда ҡалған ҡатындар бер ул ғына түгелдер. Беҙҙең татарҙар, араһында уларҙың ғәдәде бик күп булалыр.
Шәйехтең Йәмиләне ташлап китеүе, Йәмиләнең ас көйөнсә, һалҡын өйҙә яңғыҙ тороп ҡалыуы беҙгә генә ҡыҙғаныс төҫлөләр. Ул Шәйехкә ҡайҙа булһа ла бер, ҡайҙа барһа ла, икенсе бер Йәмиләне шулай эләктереп алыр. Бара торғас, уны ла ташлап китер. Бер ҙә иҫегеҙ китмәһен!..
Шәриф теге урында бер аҙ ваҡыт КӨТӨП торһа ла, бер ҙә эш тура килмәне, һис булмаһа, кисәге мәрйә осраманы. Көттө-көттө лә, бик ҡалтырай башлағас һәм сыҙар хәл ҡалмағас, өйгә ҡайтырға уйланы. Үткән көн, шулай бик яҡшы асылып, күп нәмәләр алып ҡайтҡас, бөгөн ҡоро ҡул менән ҡайтыуы бик ауыр төҫлө күренде. Ауыр булһа ла, ни хәл итергә кәрәк? һәр ваҡыт, кисәге кеүек, бәхет асылған көн тура килеп тормай шул! Донъя булғас, һәр төрлө хәлдәр була. Әллә ни эшләп булмай инде, хәл юҡ, тип ирекһеҙ генә, үҙен-үҙе йыуатып ҡайтып китте. Бигерәк буш ҡул менән ҡайтырға ауырһынып, яңы йорт бина ҡылып торған бер ерҙән юнышҡылар йыйып, күтәреп алып ҡайтып керҙе. Өйҙә, булдыҡлы ирем эшләп, тағы әллә нәмәләр алып ҡайтыр әле, тип көтөп ултырған Бәҙри, Шәрифтең ҡоро юнышҡы менән генә ҡайтып кергәнен күргәс, бер аҙ күңелһеҙләнде. Шулай булһа ла, ҡуйынынан берәр нәмә сығыр әле, тип көтөп тороп, унан да нәмә сыҡмағас, бөгөн бер ҙә кәсеп булмағанды ҡәтғи һүрәттә белде.
Гөлйыһан менән Хоҙайбирҙе лә, аталарының бер нәмә лә алып ҡайтмағанын күргәс, бойоғоп ҡалдылар. Башҡа эш эшләр хәл юҡ, көтөп торған кәсебенән рәт сыҡмағас, бер ни ҙә эшләп булмай.
Эш һәм башҡа күңел йыуатырлык нәмә лә булмаһа, ашаһы килеп тороу ярлыларҙың ғәҙәте булғанға күрә, Шәриф саҡ-саҡ бер сәғәт ҡәҙәре сыҙап торһа ла, сабырҙың аҡтыҡ дәрәжәһенә килгәс, Бәҙригә самауыр ҡайнатырға ҡушты.
Самауыр ҡайнар ҙа сығыр. Ул бик әҙер торған нәмә, ҡайнап та сыҡты, сәй янына ла йыйылдылар. Күҙ тотоп торған аҡтыҡ киҫәк икмәк тә килеп сыҡты. Икмәк хакиме Бәҙри бик ғәҙәләт менән киҫеп, һәр кемдең, дәрәжәһенә ҡарап, өлөш тә бирҙе. Билдәле, Шәриф һәр ваҡыттағы кеүек, башҡаларға ҡарағанда, бер ӨЛӨШ артыҡ ала ине.
Сәй эскәндә икмәк етер-етмәҫ кенә булып ҡалды. Күңелһеҙ генә һүрәттә сәй эсеп тамам иткәс, Шәриф дәхи эш эҙләп сығып китте. Эш эҙләп сығыуы ауыр түгел, эш табыуы ауыр. Шуның өсөн ни саҡлы йөрөһә лә, һаҡал, мыйыҡ туңдырып ҡайтыуҙан башҡа бер файҙа итә алманы.
Кис тә булды. Кисә был ваҡытта ниндәй рәхәт ине. Ҡаҙан тулы эсәктәр бешә, самауыр ҡайнай ине. Был рәхәтлектәр һәр береһенең күңеленән кисте. Бөгөн ас ятырға тура килә, ахыры. Бер ҙә башҡа рәт юҡ. Өйҙә зәррә ҡәҙәре булһын йәм дә юҡ. Тәҙрәгә боҙ ҡатҡан, ишектән гөрләп һалҡын керә лә тора. Кисә, ҡаҙан аҫтына яғып торғанға күрә, өйҙөң йылыһы бар ине. Бөгөн береһе лә юҡ.
Шәриф бер ҙә өндәшмәй генә, нәмә ашарбыҙ икән, тип торған саҡта, Бәҙри ашарға рәтләй башланы. Кисә туҡмастан ҡалған бер аҙ ғына он бар икән, уны ыумас итеп ыуҙы. Быны күргәс, башҡаларҙың йөҙөндә хәйәт һәм шатлыҡ әҫәре заһир булып, урындарынан ҡуҙғала башланылар. Был аш бик тәмһеҙ генә булһа ла, тирләп-бешеп алдылар.
Шәриф менән Бәҙриҙең ике күҙе күктә ине. Аҙ ғына болот күренһә, Љайса пәйғәмбәр ҡәүеменә төшкән маидә кеүек күреп шатланалар. Болот таралып китһә, хәсрәтләнәләр ине. Сөнки болоттар ҡуйырып яуа башлаһа, иртәгә эш булыуында, зәррә ҡәҙәре булһын, һис тә шөбһә юҡтыр.
Бөгөн Шәйех сығып киткәс, Йәмилә лә кискә ҡәҙәре бер нәмә лә ашамай, көндө ураҙа тотоп уҙҙырҙы. Бәлки кискә ирем берәр нәмә алып ҡайтыр әле, тип дүрт күҙ менән көтөп торһа ла, әйбер алып ҡайтыу түгел, Шәйех үҙе лә ҡайтманы. Аптырағас, Бәҙри янына кереп ултырған булды. Унда ла бөгөн бер ҙә рәт юҡ икәнде аңланы. Улар үҙҙәре лә шул аҙ ғына ондан ыумас ыуып эскәндәр. Улар үҙҙәре Йәмиләнән артыҡ ҡайғылы һүрәттә бер-береһенә ҡарашып, һап-һары булып ултыралар. Йәмилә ни хәл итһен инде? Кемгә барып, үҙенең ас икәнен белдерһен дә, кемдән зәррә ҡәҙәре ярҙам һораһын?
Унда ла яй таба алмағас, ӨЙӨНӘ ҡайтып ултырҙы. Был өй ни ҡәҙәре күңелһеҙ! Аһ, бында Йәмилә кеүек бик бәхетһеҙ кешеләр генә тормаһа, башҡа ихтыярлы кеше бер дәҡиҡә тора алмаҫлыҡтыр. Йәмиләнең ләхет кеүек ӨЙӨНӘ яғып йылытырлыҡ утыны ла юҡ. Ул юнышҡы йыйып ҡына алып килә торған ине. Был көндәрҙә сатлама һыуыҡ булғас, юнышҡы алып ҡайтып та булмай. Шуның өсөн бөгөн һалҡында торорға мәжбүр булды. Кис булып, ҡараңғы төшкәндән бирле Шәйехте көтөп ултыра. Үҙе, уның ҡатыны булғанға күрә, һәр нәмәне унан ғына өмөт итә. Әллә ҡайтыр, бәлки, нәмәләр алып килер, тип өмөт менән дәҡиҡәләрҙе берәм-берәм уҙҙыра.
Тән уртаһына саҡлы көтһә лә, Шәйех ҡайтманы. Ятып йоҡлар ине, берҙән, ас, берҙән, япа-яңғыҙ булғанға күрә, ике күҙен көсләп йомоп ҡараһа ла, йоҡоноң әҫәре лә килмәй. Күҙен көсләп йомғас та, уның күҙ алдында һаман әллә нәмәләр заһир булалар. Уттар күренгән төҫлө була, икмәк һүрәттәре тәшәккел итә. Тыштағы ел тауышы аслыҡтан илаған балаларҙы иҫкә төшөрҙө. Ел әллә нәмәгә зарланған төҫлө була, донъяның фани икәнен күрһәтә. Күңелгә ҡурҡыныслы нәмәләрҙең ләүхә һәм һүрәтен төшөрә ине. Шулай ҡурҡа-ҡурҡа ҡалтырап, мейес башында ултыра торғас, ятып йоҡлап китте.Төшөндә лә һаман шул өнөндәге нәмәләрҙе күрҙе. Таң да атты. Ул дәхи уянды. Кисә сығып киткән Шәйех шул көйөнсә ғәйеп булды.
Был төндә Шәриф менән Бәҙри, ҡар яуманымы икән, тип әллә нисә рәт сығып ҡараған булдылар. Юҡ бит... юҡ...
Иртән торғас та Бәҙри самауыр ҡуйған булып, аҡтыҡ семтем сәйҙе һалып, ҡоро сәй эстеләр. Шәриф дәхи эш эҙләп сығып киткән булды. Барҙы ла ярлылар араһына кереп, был да бер ярлыны арттырҙы. Уға бөгөн дә эш табылманы. Өйҙән-өйгә йөрөргә кереште. Шулай эҙләнеп йөрөй торғас, эш табыуҙан өмөттө өҙҙө лә икенсе фекергә төштө. Был фекер әҙәм балаһына иң аҡтыҡ дәрәжәлә генә төшә торған иң түбән бер эштер.
Ул фекере лә: эш юҡ тигән ерҙән, теләнеп булһа ла, ваҡ-төйәк икмәк киҫәктәре һорап алыу һәм шуның менән әйҙә ятҡан астарҙы туйҙырыу ине. Шулай булһа ла, хәйерсе булыуҙы күңеле яратманы, выжданы ул эшкә ебәрмәне.
Донъя һинең выжданың менән ни ҡылһын? Ул һине ҡыҙғанамы ни? Шәриф бер өйгә кереп: “Эш юҡмы?” — тип һорағас, “Эш юҡ!” тип яуап алғас, ул китмәй туҡтап торҙо... Йорт хужаһы: “Юҡ тип әйттем бит...” — тигәс, Шәриф оялып ҡына:
— Улай булһа, — тине... — — Нәмә, улай булһа?.. — — Балаларым күп ине, ас яталар... — Теге кеше Шәрифте ҡыҙғанып, ике тин көмөш саҙаҡа бирҙе. Шәриф, бына был да бер кәсеп икән, тағы бер аҙ булмаҫмы, тип икенсе өйҙәргә лә кереп, бер йәһәттән эш һорап, икенсе яҡтан саҙаҡа һоранып, бер аҙ нәмәләр йыйҙы.
Бына беҙҙең Шәриф, шул көндән башлап, хәйерселәр йәйрәһенә , ярлылыҡтың да иң түбән дәрәжәһенә керҙе. Бер оят ҡасҡас ҡаса инде. Бара торғас, бер ҙә оялмай ғына теләнә башланы. Уны таныған кеше юҡ. Башҡа ни эшләһен? Асҡа үлһенме? Хәйерсе ҡайҙан сыға? Кеше нисек бындай насарлыҡты оялмайынса ҡабул итә? Үҙенә хәйерсе исемен ала? — тип ғәжәпләнергә ярамай.
Ярлылыҡ, кәсепһеҙлек, шулай иттереп, хәйерселәрҙе бик яҡшылап, үҙе килтереп сығара. Шәриф алып ҡайтҡан нәмәләрҙең һоранып алып ҡайтҡан нәмәләр икәнен Бәҙри һорамай белде.
Улар, ярлы булғанға күрә, түбән фекерле булырға әллә ҡасандан өйрәнеп килгәнгә, быны бер ҙә ауырһынмай ғына ҡабул иткән төҫлө булдылар Бына зарурат буйынса , беренсе тапҡыр булараҡ, балаларына һәм ҡатынына саҙаҡанан алған киҫәктәрҙе ашатты.
Йәмилә ас тора торғас тамам арыҡланған, асылда, матур ғына булһа ла, матурлығы китә башлаған, күҙ төптәре күгәргән ине.
Бигерәк тә кисәнән бирле түккән күҙ йәштәре, ауыҙынан сыҡҡан аһтары уның төҫөн боҙҙо. Ирендәрен киптерҙе. Тураһы, тамам башҡа бер Йәмилә булды.
Бөгөн аптыраны, алйыны. Әлеге апаларына бармаҡ булды.
Уйлап-уйлап Бәҙриҙең бишмәтен һорап ҡарамаҡсы булды.
Ихтимал, унда барғас, бер мәртәбә тамағы туйыр ҙа бөтә хәсрәттәре бөтөр кеүек күренә ине. Дәхи тиҙ генә башҡаса уйға төшөп, туҡта әле, берәр ерҙә хеҙмәт табып булмаҫмы икән, тип уйланы. Ләкин кемгә барып хеҙмәт итһен? Ихтимал, иҙән, кер йыуыу кеүек берәр эш табылыр ине, ул һуң уны нисек барып һораһын?
Рустарға барыр ине, бер һүҙ ҙә русса белмәй. Белһә лә, ундай хеҙмәткә ҡушырлыҡ байлығы булған рустарҙың махсус хеҙмәт итә торған ҡатындары булалыр. Был шәһәрҙең русса әҙ-мәҙ белә торған ҡатындары һәм ҡыҙҙарының яртыһы тип әйтерлек руста, еврейҙә кухарка булып хеҙмәт итәләр. Фәҡәт улар электән шәһәрҙә тороп, шуның ысулын белгәндәрҙер.
Йәмилә шул тар ғына фекерен төрлөсә салыштырып ҡарап, апайҙарына барып ҡайтыуҙан артыҡ эш тапманы. Нисек булһа ла, Бәҙриҙең бишмәтен һорап торорға кәрәк тә барып ҡайтырға кәрәк тип ҡарар бирҙе лә, эстән үҙенең, былтыр тектергән камзулын кейеп алды. Ҡыҙ сағында ауылда бәйләгән ойоғон сабата менән кейеп, Бәҙриҙәргэ керҙе. Бәҙри:
— Ирең ҡайттымы? — тип һорау менән, уның күңеле тулып, ташып түгелергә торған хәсрәттәрен белдерә торған һүрәттә, ирендәрен тибрәтеп, бөртөк-бөртөк күҙ йәшен түгеп, һулҡылдап илап ебәрҙе.
Был ихтыярһыҙ сыҡҡан аслыҡ һәм хәсрәткә дәләләт ҡыла торған күҙ йәштәре, ысын күңелдән ҡуҙғалып, үкһеп-үкһеп торған тауыштар, кемдең дә булһа күңеленә, йөрәгенә әҫәр итерлек булғанға күрә, Бәҙри ҙә, бергә ҡушылып, күҙ йәштәрен түгә башланы. Бәҙри ас булыу, ярлы көн итеү йәһәтенән Йәмиләгә иптәш ине. Шуның өсөн бер-береһен ҡыҙғаналар, ҡайғыларын бүлешәләр, бер-береһенә-ҡарап һүҙ ҡушырға теләһәләр ҙә, ирендәрендә хәл булмағанға күрә, һүҙҙәрен әйтә алмайҙар ине.
Йәмиләнең эсендә тулған, ҡуҙғалған хәсрәтен яңғыҙ, ошо ағып торған күҙ йәше генә баҫҡан төҫлө була ине.
Бер ҙә ҡыҙғаныусы кешеһе булмаһа ла, Йәмилә лә әҙәм балаһы бит, уның күҙенән аҡҡан был йәштәр унан ихтыярһыҙ сыға. Был ваҡытта уның ауыҙында ла ихтыяр юҡ. Нисек итһен инде? Йәмилә көсләп ярлы булмаған, көсләп тәрбиәсеһеҙ ҡалмаған, көсләп ас тормайҙыр. Быларҙың һәр береһенең сәбәптәре бар.
Ул бөгөн аслыҡтан шулай хәлһеҙләнгән, Бәҙриҙең һүҙенә ҡаршы яуап та бирә алмай. Был минутта Бәҙри генә уның хәлен белә. Шуның өсөн ул Бәҙригә ҡарап, хәсрәтемде бына һин генә беләһең, тигән кеүек илайҙыр.
Йәмилә бик ләззәт менән, хәсрәте баҫылғансы илағас, аҙ ғына ҡайғыһы бөткән, бер кешегә хәлен шикәйәт иткән төҫлө булғас, күҙ йәшен ағыҙыуҙан туҡтаны. Љәзиз күҙҙәрем, туҡтағыҙ инде тигән кеүек, ипләп кенә ең осо менән күҙҙәрен һөрттө.
Күҙен һөртә-һөртә торһа ла, күҙ алмаһының өҫтө һаман да күҙ йәше менән ҡапланған ине. Бер кеше килеп:“Эй, бисара Йәмилә!” — тиһә, йәше ағып китергә генә тора. Күп илағандан һуң әйтелә торған “уфф!” тигән өс хәрефте тәкрар итеп, хәл йыйған кеүек булғас, Бәҙригә ҡарап бер ни ҙә әйтергә белмәй торғанда, Бәҙри йыуаш ҡына шәфҡәтле бер тауыш менән:
— Ирең һаман ҡайтманымы ни? — тине. Йәмилә дәхи ихтыярһыҙ йәшен ағыҙа башлап: “Юҡ шул”, — тигән ике һүҙҙе һуҙыңҡырап саҡ-саҡ әйтеп бөтөрҙө. Бәҙри: — — Типһә тимер өҙөрлөк, тап-таҙа егет, йәш кенә ҡатынын яңғыҙ ташлап, әллә ҡайҙа тик йөрөгәнсе, эшләп бергә-бергә тамаҡ туйҙырып торһа, ни була икән инде, — тине. — Йәмилә (күҙ йәшен туҡтата алмайынса, ҡалтырауыҡлы тауыш менән):
—Эйе, Бәҙри апай! Ул уны уйлай торған кеүек күренмәй. Кисә төн буйы ҡурҡып, йоҡлай алмай сыҡтым.
Бәҙри:
—Улай яңғыҙ ятҡансы, беҙгә кереп ятыу кәрәк ине. Беҙҙең мейес башы бик иркен; Гөлйыһан менән бергә ятыр инегеҙ.
Йәмилә:
—Уны үҙем дә уйлаған инем дә, ул ҡайтып кергәндә өйҙә булмаһам, әллә ни уйлар, әллә ниҙәр сығарыр, тип ҡурҡтым.
Бәҙри:
—Инде ни эшләмәксе булаһың?
Йәмилә:
—Ни эшләйем һуң! Бер нәмә лә белмәйем. Әле һеҙгә бишмәтегеҙҙе биреп тормаҫһығыҙмы икән, тип кергән инем. Әлеге апайҙарыма барып ҡарайыммы икән, тип уйлаған инем.
Бәҙри:
—Алһағыҙ алырһығыҙ шул инде. Үҙем дә бөгөн берәр эш эҙләп ҡарайыммы икән, тип уйлаған инем. Яңғыҙ ирҙәргә генә ышанып ятыуы ла бик ҡыйын. Әле ике көн булды инде, бер ҙә эш таба алмай, йөрөй ҙә ҡайта. Бөгөн иртә үк тороп сығып китте. Берәр эш табылһа ярар ине лә, тапмаҫ шул. Был арала бер ҙә ҡар яумай башланы. Балалар ҙа ас, кисә лә аҙ ғына ыумас ыуып ашатҡайным, ашағандары юҡ. Барып ҡайт инде, өйҙә булһалар ярар ине лә, — тип бишмәтен өҫтөнән һалып бирҙе.
Йәмилә бишмәтте кейә-кейә:
—БӨГӨН ӨЙҘӘ булырҙар әле. Улар иркен генә торалар. Уның ире урамда ат менән кешеләр йөрөтөп, бик яҡшы аҡса таба.
Бәҙри:
—Ул тирәлә берәр эш табылмаҫмы? һорап ҡайт, йәме? Икәү булһа ла барып эшләрбеҙ, эштең ояты юҡ, ниндәй эш булһа ла ярар.
Йәмилә:
—Үҙем дә бигерәк шуның өсөн барам. Әллә уларҙа эш табылыр.
Бәҙри:
—Улай булғас, барғаның яҡшы инде. Түлке тиҙрәк ҡайт, эш ҡушһалар, кире барып эшләрһең, теге — эш таба алмай ҡайтһа, мин дә берәр юнен ҡарамай булмаҫ, асҡа үлер хәл юҡ.
Йәмилә:
—Йә, һау булып тороғоҙ инде, — тине лә сығып китте. Йәмилә юл буйынса бер нәмәгә лә ҡарамай, елгә ҡаршы битен ҡаплап, йүгерә-йүгерә барҙы. Бик оҙаҡ барғас, сабатаһының бауы өҙөлгәс, шуны бәйләргә керешә. Бер яҡтан, бите туңып бара, икенсе яҡтан, ҡулы бик өшөгәнгә күрә,, киндерәне бәйләй алмай, бер аҙ мәшәҡәтләнеп торған саҡта, артынан бер атлы кеше килеп, сана үрәсәһе менән бәрҙереп йығып китә, шуның өҫтөнә:
—Ниңә юлда тораһың? — тип һүгә-һүгә китә.
Ике күҙенән йәше мөлдөрәп аға-аға урынынан тороп, дәхи бик шәп бара башлай. Шималдан булған бик ҡаты һалҡын ел, беҙ кеүек, сәнсеп-сәнсеп ала. Фәҡәт ярлылыҡ барыһына ла сабыр иттерә.
Шулай битен ышҡый-ышкый бара торғас, апайҙарының, фатирҙарена барып етеп, һорауһыҙ-ниһеҙ барып керҙе.
Апай тейешле тигән ҡатын, Йәмиләне күргәс, хәйерсе ҡатыны тип зан итеп:
—Бөтмәҫ хәйерселәр киләләр ҙә керәләр, бында уларға әҙерләп ҡуйған нәмә бар тип белерһең, — тип бер һыныҡ күмәс килтереп биргән ваҡытта, Йәмилә күрешергә ҡулын һуҙған булды.
Апаһы ҡулын бирмәйенсә, тегәлеп ҡарап торғандан һуң, ирекле-ирекһеҙ күрешеп, бик һалҡын йөҙ, күңелһеҙ тауыш менән:
— Мин һеҙҙе бер ҙә таный алмайым, бер күргән кеүек, булам, һеҙ ҡайҙағы ҡатын һуң? -— тигәс, Йәмилә: — — Мин үҙегеҙ менән бер ауылдан, фәлән кешенең ҡыҙы бит, мин һине бик беләм, әсәй һеҙҙе һәр ваҡыт һөйләй торған ине. — Апаһы:
— Ә, улай икән, мин инде онотоп бөткәнмен шул. Беҙҙә берәй йомошоғоҙ бар инеме?
Йәмилә:
— Мин һеҙҙе күрер өсөн генә килгән инем. Берәр эш: булмаҫмы икән тип тә килгәйнем.
Апаһы:
— Беҙҙә ниндәй эш булһын? Беҙ бит кеше ҡушып эшләтерлек бай кеше түгел. Башҡа йомошоң юҡмы?
Йәмилә нәмә әйтергә белмәй, туҡталып ҡалды ла, күңеле тулып:
— Мин һеҙгә аптырағандан килгән инем. Минең хәлем был көндә бик ауыр. Ирем әллә ҡайҙа ташлап сығып китте... — тигәс, апаһы: — — Иреңә яҡшы хеҙмәт итмәгәнһеңдер. Юғиһә ниңә ташлаһын? Яҡшы хеҙмәт итергә кәрәк ине. — Йәмилә:
— Ул инде яҡшы хеҙмәт ҡәҙерен белә торған кеше түгел, һәр көн эсә лә ҡайта торған ине. Беҙҙең арала улай ташлап китерлек эш юҡ, бары эш юҡлыҡтан, ас тора торған инек. Ул мине туйҙырырға ауырһынғандыр.
Апаһы:
— Үҙеңдән булғандыр инде. Ирҙәр юҡҡа ғына ташлап сығып китмәҫтәр. Ир булғас, эсеп тә ҡайтыр. Был саҡтағы йәш ҡатындар ашап тик ятырға ғына яраталар.
Йәмилә:
— Юҡ, үҙемдән нисек булһын. Апаһы:
— Ана теге һикегә ултырып тор әле, — тип икенсе бүлмәгә сығып китә.
Йәмиләгә апа тейешле булған был ҡатын үҙен бик юғары күрә торған, иренә тамам баш булған, теләһә нисек йөрөй торған бер ҡатын ине. Ул теге бүлмәгә бер ҙә йомошһоҙ ғына сығып китте. Күңеленән: “Әҙрәк ҡөтөп торһон әле, берәр эсерлек сәй менән аҙ-маҙ күмәс биреп ебәрһәм ярар. Ирҙәренә хеҙмәт итә алмайҙар ҙа, иргә һылтап йөрөйҙәр”, — тип уйланы.
Йәмилә бүлмәлә яңғыҙ ултырғанда аш бүлмәһендәге ашамлыҡ нәмәләрен күҙҙән кисерҙе. Бында торған ашамлыҡтарҙы күреп, ауыҙынан һыуҙар килде. Донъяла нисек рәхәт торған кешеләр бар, тип апайҙарының бик ғади тормошон шаһтар тормошо кеүек күрҙе. Бигерәк тә мейес алдында таба менән торған бәлеш төбө Йәмиләнең диҡҡәтен үҙенә йәлеп ҡылды. Ҡулы ихтыярһыҙ табалағы бәлеш киҫәктәренә һуҙыла, алып ашарға теләй ине.
Шул ваҡыт апаһы килеп, ҡулындағы ҡағыҙға төргән аҙ ғына сәйҙе Йәмиләгә килтереп бирҙе лә:
— Мә әле, аҙыраҡ сәй, беҙҙә эш-фәлән юҡ, — тине. Йәмиләнең ике күҙе һаман табала ғына торғанға күрә,
апаһы бәлеште килтереп уның алдына ҡуйҙы. Йәмиләнең теләгәне булды. Бәлеш төбөн ҙур-ҙур ҡабып, бик тиҙ ашап бөтөргәс, “их, тағы аҙыраҡ булһа” тигән төҫлө ауыҙын ялап ҡуйҙы.
Апаһы бер иҫке сепрәк алып, иҫке күмәс һыныҡтарын йыйып һалып, ҡалған ит киҫәктәрен ҡушып бергә бәйләп, йәмиләгә бирҙе лә:
— Минең бара торған ерем бар, хуш булып тороғоҙ, беҙҙең улай кешегә биреп торорлоҡ байлығыбыҙ юҡ, — тип Йәмиләне оҙатып ҡалды.
Йәмилә:
— Йә, һау булығыҙ, рәхмәт инде, — тип сығып китте.
Был нәмәләр бик аҙ һәм хәйерселәргә генә бирелә торған нәмәләр булһа ла, Йәмилә хисапһыҙ шатланды. Юлда ҡайтып барған ваҡытта, ҡуйынына әллә ниндәй ҡиммәтле нәмәләр ҡыҫтырған кеүек, төшөп ҡалмағанмы икән, тип тотоп-тотоп ҡараны һәм, мәғишәте тамам тәьмин ителгән кешеләрсә, шатлана ине. Шатлыҡ менән шәп-шәп атлап, өйөнә ҡайтып керҙе. Йәмиләнең ҡайғыһы ҡуйынындағы нәмәләрҙә булғанға күрә, битен ышҡырға онотоп туңдырған икән. Быны өйгә кергәс кенә белде. Аяғы әрней башлағас, сисеп ҡарау менән, аяҡ бармаҡтарының да туңғанын күрҙе. Аяҡ бармағы туңыу Йәмилә өсөн бер ни ҙә түгелдер. Ярлы кешенең аяғы тиҙ боҙолмай, бик тиҙ ревматизм дә булмай, дауаһыҙ-ниһеҙ бер-ике көндә үҙалдына үҙе бөтә лә ҡуялыр. Йәмилә инде, бик рәхәтлек менән, алып ҡайтҡан әйберҙәрен сисеп ҡарай башланы, бәғзеһен ҡабып ҡарап бер яҡ ситкә ҡуя, бәғзеһен хәҙер ашарға тип бер ергә ҡуя, шулай берәм-берәм ҡарап күҙҙән кисергәс,.бер киҫәк күмәсте ҡулына тотоп, Бәҙриҙең бишмәтен бирергә керҙе. Алып кергән бер һыныҡ күмәсте Бәҙригә биреп, рәхмәт әйттерәһе килгән төҫлө торҙо. Унда күреп ҡайтҡан кәмәләрҙе берәм-берәм бик ҙур ваҡиғалар күргән төҫлө иттереп һөйләне.
Апам танымай торҙо, илтифат та итмәне, тип әйтеү ҡайҙа, ярлы булғас, илтифат тигән һүҙҙе белмәй, бындай илтифатты өмөт тә итмәне. Бер һыныҡ күмәсте апаһының, илтифаттарынан артыҡ күрә инде ул.
Улар, донъяның ауырлыҡтары араһында ҡайнап ғүмер иткәнгә күрә, уларға кешенең илтифаты кәрәк тә түгелдер. Уларға илтифат итеү шул ашағандан ҡалған күмәс һыныҡтарын биреү менән табылалыр.
Йәмилә, Бәҙри менән аҙыраҡ һөйләшеп ултырғас, өйөнә ҡайтып, тимер сәйнүк менән сәй ҡайната башланы. Өс-дүрт көндән бирле йылы нәмә әсмәгәнгә күрә, был сәйҙе ҡайнатыу иң рәхәт бер эш ине. Сәйҙе ҡайнатып, алып ҡайтҡан әйберҙәрҙе сисеп, барсаһына үҙе хужа булып, сәй эсә башланы. Бына был сәй ни ҡәҙәре ләззәтле! Был күмәс ҡатылары нисек тәмле! Сәй эскәндән һуң күңеле күтәрелеп ҡалды, сәй эсеп бөткәс, ире Шәйехте иркенләп уйлай башланы.
— Уға ҡайҙа китергә кәрәк һуң? Нисек был ваҡытҡа ҡәҙәре ҡайтмай? Әллә берәр эш табып, шуны эшләп бөтөрөп ҡайтмаҡсы буламы икән? Бер ҙә ыҙғышмай-нитмәй, ни өсөн ташлап китергә кәрәк? Юҡ, ташлап китмәҫ, ташлап ҡайҙа китһен? Ошо китеүенән ҡайтмаһа, ни эшләргә? Ауылға атайҙар янына ҡайтыр инем. Ҡыш көнө, бының кеүек һалҡында нисек итеп ҡайтайым?—ти ине.
Шәйехте ташлап китмәҫ тип әйтеп булмай, бында уның ҡыҙығып торорлоҡ нәмәһе бармы һуң? Барса нәмәһен йыйып һатһаң, өс һумға тормаҫ бит, тигән фекерҙәр менән Йәмилә башын ватырға кереште, йәш ваҡытта башына бының кеүек һорауҙар бер ҙә килмәгәнгә күрә, яуап бирә алмай ине.
Шундай уйҙарҙы уйлап бер аҙ ултырғас, дәхи Бәҙриҙәр янына керҙе. Уларҙың да бөгөн бер ҙә ашағандары ЮҠ-ине. Ҡояш та байыны. Иртә сығып киткән Шәриф әле-ҡайтҡаны юҡ. Ахыры, берәр эш тура килгәндер ҙә, шуны эшләп бөтөрөп ҡайтмаҡсы була торғандыр. Хоҙайбирҙе илап, икмәк һорап, әсәһен йонсота. Үҙе буҙарып бөткән,, ҡалтырай-калтырай ирендәрен дерелдәтә-дерелдәтә ултыра, Гөлйыһан иларға яҡын булып тора.
Бәҙри самауырҙы ҡайнатып, Шәриф ҡайтҡанды көтөп: кенә ултыра ине. Бәҙри менән Йәмилә аслыҡ тураһында бер-береһе менән һөйләшеп ултырған ваҡытта, Шәриф ҡайтып керҙе.
Шөкөрҙәр булһын! Бөгөн дә бәхет асылған көндөр, ахыры. Шәрифтең ҡултыҡ аҫты тулған әпәй. Ул быларҙың, бәғзеләрен иртәнсәк һоранып алған, бәғзеһен эш табып аҡса алғандан һуң һатып алған, быларҙан башҡа өс мыҫҡал сәй менән бер ҡаҙаҡ он да алған.
Әйберҙәрен һикегә бушатып ебәргәс тә, Гөлйыһан менән Хоҙайбирҙе килеп еттеләр. Бәҙри уларға шунда уҡ берәр телем икмәк бирҙе. Ҡайнап торған самауырға сәй һалып килтереп тә ултыртты.
Шәриф һаман һүҙ башламай, был көн мәшәҡәт илә үҙенең уңғанлығы сәйәсендә генә аҡса тапҡанлығын белдергән бер һүрәттә тора ине.
Бәҙри сәй яһап алдына ҡуйғас ҡына, йөҙө асыла башланы. Нисек булһа ла, ошо ҡатын һәм балаларымды асыҡтырмаҫҡа тырышып мал табам тигән төҫлө:
— Бөгөн урамда боҙ сабып, утыҙ тин аҡса алдым. Әлдә ул тура килде. Юғиһә аптыраған инем, — тине.
Бына инде хәсрәттәрен бер яҡҡа ташлап, сәй эсә башланылар. Йәмилә сығып киткәс, уны ҡыҙғанып, хәлен һөйләп алдылар. Быларҙың үҙҙәрен кеше ҡыҙғанырлыҡ булһа ла, былар ҙа Йәмиләне ҡыҙғанған булдылар.
Бәҙри сәй эсеп бөтә һалып, ҡаҙан аҫтына ут яғып, ҡоро ғына туҡмас бешермәксе булды.
Аһ, ҡоро тип әйтергә яраймы һуң! Ярлылар өсөн бындай ҡоро аштар һинең ниндәй тәмле аштарыңдан да тәмлерәктер.
Бәҙри туҡмасты бешереп, табаҡҡа һоҫҡас, Шәрифтең изгелек ҡылаһы килгәнгә күрә:
— Йәмиләгә шунан аш бирергә кәрәк, йәиһә бында кереп ашаһын, — тине.
Бәҙри ҙә шулай итәһе килгәнгә күрә, бик ихласлыҡ менән:
— Ярай, бар, Гөлйыһан, әйтеп кер! Йәмилә бында аш ашарға керһен, тиҙерәк бул! —тине.
Быларҙың туҡмас ашарға саҡырыуы Йәмилә өсөн дә әллә ниндәй мәжлестәргә саҡырыуҙан да артыҡтыр. Ярлыларҙың мөхәббәт менән ашаған, ҡоро һыуға бешкән туҡмастары тәкәллеф менән береһенән-береһе ғәйеп эҙләп ултырған байҙар мәжлесенән күп артыҡтыр. Был ярлылар шулай бергә-бергә ҡатышып торалар. Аштарҙы ла, хәсрәттәрҙе лә, шатлыҡтарҙы ла уртаҡлашалар ине. Был сәғәттән башлап Шәриф менән Бәҙриҙең күңелдәре дәхи асылды. Сөнки көндәр йылыныбыраҡ, елдәр сығып, болоттар ҡуҙғала башланылар. Йәсиғ ваҡытында шәп итеп ҡар яуа башлап, бурандар сыҡты.
Шәриф был буран сығыуҙы Йәмиләгә аш ашатҡандан, йәғни изгелек ҡылғандан булды, тип уйланы.
Сауҙаһы шәп булып, алған нәмәләренән файҙа күргән сауҙагәрҙәр кеүек шатланып, иртәгә ҡар көрәү буласағына ышанып, аштан һуң тағы бер рәт сәй эсеп алдылар. Унда ла бер аҙ икмәк ашанылар. “Алла йән биргәнгә юнь бирә” тип, ризыҡ табыуҙарына ышандылар.
Шәриф ҡар яуғанын тән буйынса әллә нисә рәт сығып ҡараны...
— Ҡap бихисап яуа, алла бирҙе, иртән иртәрәк самауыр ҡуй, — тип Бәҙригә әйтеп ҡуйҙы.
Бәҙри таң атҡан ваҡытта тороп, бик шатлыҡ менән-самауыр ҡуйҙы. Буран һаман да дауам итә. Башҡа халыҡтар буран булғанға ни саҡлы ҡайғырһалар, былар шул саҡлы шатланалар ғына ине.
Шәриф тороп кейенеп, малын ҡарап кергән байҙар төҫлө, ҡарҙың күпме яуған самаһын ҡарап керҙе. Шәриф сәй эсеп бөтөп, бик яҡшы кейенеп, көрәген тотоп, тәрән ҡарҙы ярып, тиҙ-тиҙ атлап, шәһәр уртаһына кереп китте.
Шәриф киткәс, мейес башында ятҡан Йәмилә, Гөлйыһан, Хоҙайбирҙе йоҡоларынан тороп ултырҙылар. Бәҙри самауырҙы тәкрар ҡайнатып, Йәмилә өйөндәге күмәс һыныҡтарын алып кергәс, сәй эсергә керештеләр. Был ваҡытта ҡап-ҡараңғы булып, усаҡта ялт-йолт итеп, һүнәр-һүнмәҫ кенә торған ут шәүләһе генә, һирәк-һирәк кенә яҡтыртып, быларҙың йөҙҙәрен бер-береһенә күрһәтеп ҡуя ине.
Көйләп ултырған самауыр тауышына Бәҙри менән Йәмиләнең тауыштары ҡушылып, бик хәсрәтле генә тормошто иҫкә төшөрә. Әсәһенән айырылған балалар кеүек, сыйылдаған, бәғзе ваҡыт ҡурҡыныслы һүрәттә ыжғырып киткән буран илә елдең тауышы, быларҙың насар тормошо илә ҡаралған ваҡытта, күңелһеҙ бер манзараны күҙ алдына килтерә ине.
Шәйлә кәйефһеҙ, күңелһеҙ бер урында был ярлыларҙың, үҙҙәренә муафиҡ һүҙҙәрҙе күңелле генә һөйләшеп, бер ҙә ҡайғырмаған төҫлө ултырыуҙары быларҙың был тормошҡа тамам өйрәнгәнлектәрен бик асыҡ күрһәтә ине.
Күңелендә булған хәсрәттәре бер ҙә таралырлыҡ булмағанға, Йәмилә заһирҙан ҡарағанда, шулай хәсрәтһеҙ күренһә лә, эсендә ҙур киҫәк бер нәмә ятҡан кеүек хәсрәте ҡуҙғалып, һирәк-һирәк “уф!” ауыҙынан сыға ине.
Шәриф шәһәр араһына кереү менән әллә нисә ерҙә эш тапты. Әллә нисә ерҙә юл әрсеп таҙартып китте, һәр нәмәнең бер ысулы булған кеүек, ҡар көрәүҙең дә бер ысулы бар бит. Ярлылар яңғыҙ бер генә өйҙөң ҡарын көрәп ҡайтмайҙар. Сөнки улай булғанда, бик аҙ ғына аҡса менән ҡайтырға тура киләлер. Улар бына иң әүәл бер кешенең ҡураһын көрәргә алып, йөрөй торған юлдарын ғына көрәп, икенсе кешегә китәләр. Унда ла шулай итеп, өсөнсөгә баралар. Шулай итеп, кискә ҡәҙәре өс-дүрт өйҙөң ҡарын көрәп бөтөрөн, алтмыш-етмеш тин, хатта яҡшыраҡ байҙарға тура килһәләр, һикһән тин дә алып ҡайтҡандары булалыр.
Бәхеттәренә ҡаршы, бер рәттән өс-дүрт көн буран булһа, шул ваҡытта алған аҡса менән фатирҙәренә лә түләп ҡуялар. Был ярлыларҙың йәрминкәһе, ураҡ ваҡыты — ошондай буран ваҡытылыр. Улар шундай буран-фәлән кеүек нәмәләр арҡаһында ғына тамаҡтарын туйҙыралар. Бер көн буран булһа, шөбһәһеҙ ике көнлөк эш була.
Бына шулай итеп, Шәриф бөгөн етмеш тин аҡса алып ҡайтты. Ярлыларҙың ҡулына етмеш тин аҡса бик һирәк кергәнгә күрә, был көн бик ҙур шатлыҡ көндәрелер.
Шәриф менән Бәҙри тамам нәшат илә сәй эскәндә, Йәмилә тураһында һөйләп алдылар.
Бәҙри:
— Әллә ире ҡайтмаһа, өйҙәш итеп алайыҡмы икән? Һауап булыр, — тине.
Шәриф:
— Юҡ, юҡ! Әле үҙебеҙҙең тамаҡты саҡ-саҡ туйҙырып торған ваҡытта, икенсе бер әрәм тамаҡты өҫтөбөҙгә алып булмаҫ, үҙенең ире бар бит, ҡайтыр әле, шунда теләһә нисек йөрөй торғандыр. Ҡайтмаһа тағы, ҡатынының гонаһы үҙенә булыр, беҙгә булмаҫ! — тип өйҙәш итеп алырға яҡын да килмәне.
Бәҙри:
— Шулай ҙа бит, ҡыҙғанып ҡына әйтәм, кис яңғыҙ ятырға ҡурҡа, ул бит йәш кенә ҡатын, бары ун етелә генә.
Шәриф:
— Ҡурҡһа, кис бында кереп ятһын, үҙенә-үҙе ашарға таба торған булһа, әллә керетһәк керетер ҙә инек...
Бәҙри:
— Әллә, ул үҙенә ашарға табыр ҙа... Шәриф:
— Ул ҡайҙан тапһын?.. Әле беләһеңме? Ир башым менән мал табып булмай. Бөгөн ҡар яуғанға ғына тамағыбыҙ туйып тора.
Был юлы һүҙҙәре шул урында киҫелде. Шәриф Йәмиләне өйҙәш итеп керетеүҙе мәғҡүл күрмәне.
Йәмиләнең апайҙарынан алып ҡайтҡан нәмәләре бер генә көнгә етте. Йәмилә өсөн иң ауыр ваҡыттар бынан һуң башланасаҡ ине.
Бәҙриҙэр ярлы булһалар ҙа, уларҙың был ҡәҙәре хәсрәт сигә торған урындары юҡ. Сөнки улар бала-сағалары менән көн күрәләр. Йәмилә лә улар кеүек булырға бик теләй, уларҙың хәлен үҙендә булдырырға ғибтә, уларҙан артыҡ тороуҙы өмөт тә итмәй ине.
Йәмиләнең уйынса, Бәҙри бәхетле ине. Туғрыһы ла, Бәҙри Көндө был ҡәҙәре ярлылыҡта кисереп, шул тормошҡа тамам өйрәнгән, бала-сағалы ла булғандыр. Әммә Йәмилә, бисара, яңы ғына ҡыҙлыҡ ғәләменән сығып, ҡатын булған, үҙен-үҙе туйҙырып, яңғыҙ тороп өйрәнмәгән. Ҡыҙ сағында, фәҡир булһа ла, ата-әсәһе тәрбиәһендә тороп, был ҡәҙәре ауырлыҡтар күрмәгәндер.
Йәмилә ошо ваҡытта ла хәсрәтләнмәҫ, яңғыҙ башына нисек булһа ла ашарға табыр ине. Бына уның өсөн иң ҙур хәсрәт һәм уны ҙур уйға ҡалдырған нәмә тиҙ көндән икәү буласағы ине. Сөнки Йәмилә күптән ҡорһаҡлы булып, был көндәрҙә бәхетһеҙ баланың донъяға килер ваҡыты етеп килә ине. Алдындағы ҡараңғы көндәрҙе яратмай, “ас булһам дәхи бер хәл, фәҡәт ошо эсемдәге нәмә булмаһа икән”, ти ине. Ике кеше күргән ләззәттең мәшәҡәтен бер кеше күрмәк, әлбиттә, ауыр эштер. Ләззәт ваҡыттарында бергә булып та, хәсрәт һәм мәшәҡәт ваҡыттарында ташлап киткән кешеләргә үпкә һәм асыу бигерәк тә ҙур була.
Йәмилә бөгөн ашаны, иртәгә ашарға юҡ бит әле. Иртәнән башлап, ысынлап та, үҙенә ашарға эҙләргә кәрәк...
Бына иртән тороп ашар нәмәһе булмағас, әлеге Бәҙриҙәргә керҙе, һәр ваҡыт улар ҙа быны туйҙырып тормаҫтар инде. Йәмилә, ғажиз ҡалған кешеләрҙең сифаты илә, ни эшләргә кәрәк тураһында кәңәш итә башланы.
Бәҙри башҡаларға нисек кәңәш бирә алһын? Кешегә кәңәш бирерлек булһа, үҙе лә шул хәлдә тормаҫ ине. Шулай булһа ла, ул үҙе белгәнсә кәңәш бирҙе. Уның биргән мәслихәте лә үҙе төҫлө генә ине, йәғни “байҙар араһына сығып, эш эҙләп ҡара әле, табылмаҫмы икән” тип әйтеүҙән генә ине.
Йәмилә, Бәҙриҙең кәңәше буйынса, эш эҙләп шәһәр араһына сығып китте. Урам буйлап барғанда һәр кем уның хәлен белә, һәр кеше уны ҡыҙғана төҫлө ине. Фәҡәт уны белеүсе, ҡыҙғаныусы бер кеше лә юҡ ине.
Бер лавка алдынан уҙып барған ваҡытта, ике йәш кенә татар бер-береһенә төртөп:
— Ана йәш кенә ҡатын килә, ҡара, абынып йығылма! Ярап торор ине әле, — тип һөйләнеп ҡалдылар. Татарҙарҙың ярҙамы ла шундай һүҙ һәм илтифаттан ғибарәттер.
Йәмилә, үҙ-үҙенә йәмһеҙ күренгән төҫлө булғанға, башҡа кешеләр ҙә мине шулай йәмһеҙ күрәлер, ҡайҙа барып керһәм дә ҡабул итмәҫтәр, тип уйлай ине.
Йәмилә бөгөн шәһәрҙең мосолман байҙары ниндәй ерендә тора, шуны ғына ҡарап ҡайтты. Иртәгә, бер ҙә ҡурҡмай ғына барып, шуларҙан эш һорамаҡсы булды.
Бәҙри Йәмилә янына килеп: “Эш тапманыңмы?” — тип һораны. Йәмилә: “Юҡ, тапманым. Иртәгә ысынлап сығып эҙләп ҡарармын тип торам”, — тине. Йәмилә һалҡын өйөндә кискә ҡәҙәре ултырып, кис ятырға Бәҙриҙәргә керҙе. Уларҙан ҡалған бик шыйыҡ ыумасты ашап йоҡларға ятты. Иртән торғас та үҙ өйөнә сығып киткән булды, һәр
ваҡытта уларҙан ашарға өмөт итеп торған төҫлө тороуҙы бер ҙә күңеле яратмай ине. Яратырлыҡ та түгел шул! Бәҙриҙәр үҙҙәре лә Йәмиләнән аҙ ғына артыҡ, берәр һәфтә ҡар яумай торһа, асҡа үлергә кәрәк.
Өйөнә кереп бер аҙ ултырғас, сараһыҙ булараҡ, сығып китергә әҙерләнде. Ишектән сыҡҡан ваҡытта, ҡайҙа барғанын белмәйенсә, бер алға, бер артҡа атлап, арҡан менән тартып барған төҫлө, ихтыярһыҙ бара ине. Туғрыһы, эште һылтау ҡылып, беренсе дәфғә һоранырға сығып китте.
Шәһәрҙең уртаһындараҡ бик гүзәл итеп бина ҡылынған ике ҡатлы йортта бөгөн ҡатындар мәжлесе буласағынан, өйҙөң эсе-тышы берҙәй таҙа итеп әҙерләнгән ине. Был йорттоң хужа ҡатынынан башлап аҫырау ҡыҙҙарына ҡәҙәре матур ғына кейенеп, шатлыҡ менән киләсәк ҡунаҡтарҙы көтөп алырға торалар ине. Бик ҙур бер эш буласаҡ кеүек, камил дәрәжә ижтиһад вә диҡҡәт илә һәр эште мөҡәммәл итергә тырышалар ине.
Күп ваҡыт уҙманы. Матур аттарға, ҡиммәтле саналарға ултырған ҡатындар берәм-берәм килә башланы. Өй хужаһы тарафынан: “Әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ, әйҙәгеҙ, әйҙүк, юғары сығығыҙ, бөгөн бигерәк һалҡын” тигән һүҙҙәр менән ҡаршы алыналар ине. Бында килгән ҡатындарҙың әҡсәре, был шәһәрҙең мөшһүр фамилиялы байҙарҙың ҡатындары булып, матур кейемдәр, яҡшы аттар, ныҡлы күсерҙәр менән киләләр. Үҙҙәренсә, был дәрәжәгә үҙ тәдбир һәм аҡылдары менән ирешкәнбеҙ, артыҡ булып яратылғанбыҙ, тип уйлаған төҫлөләр ине.
Өйгә кереү менән, өҫтәренән ҡалын кейемдәрен һалып, һимеҙ-һимеҙ ҡатындар ҡиммәтле камзул, ебәк күлдәктәр,ынйылы ҡалпаҡтар менән генә ҡалғас, өҫтән ҡарағанда, ысынлап тикшермәгәндә, матур ғына бер манзара хасил булған ине.
Кейем-фәлән йәһәтенән быларҙың араһында бер-береһенән рәҡәбәт итешеү булғанға күрә, күҙҙәре бер-бёреһенең кейемендә булдығы кеүек, һүҙҙәре лә, шул кейем-фәлән һымаҡ, әһәмиәтһеҙ мәсьәләләр тураһында ине.
Тыуғандан бирле кешегә ҡатышып өйрәнмәгән, донъяның әсе һәм сөсөһөн күрмәгәнгә, ҡыҙ ваҡыттарында тәрбиә күрмәй, тар ғына бер бүлмәлә ғүмер һөргәнгә, уҡыу-фәлән менән сыбалмағанға күрә, был ҡатындарҙан артыҡ файҙалы нәмә өмөт итерлек түгел ине.
Быларҙың донъяла бөтөргән эштәре — ирҙәренең хай-уаниәһен үтәү, аш мәжлестәренә барып ҡайтыу ғына булып, ҡалған башҡа эштәре был икеһе әсән генә эшләнә ине.
Быларҙың күбеһенең әхлаҡ һәм тәрбиәләре, яратылыштары теге Йәмиләнекенән бер ҙә артыҡ булмағанға күрә, Йәмиләнең ашарға таба алмайынса, кейемһеҙ-ниһеҙ, һалҡында ҡалтырап, ҡайҙан ғына берәр һыныҡ күмәс табылыр икән тип, был өйҙөң янынан уҙып барыуы, бындағы йәнле нәмәләрҙең атлас һәм ебәктәргә сумып, төрлө ниғмәттәр ашап ултырыуҙарын бер ергә килтереп сағыштырылып ҡаралһа, бер ҙә килешмәгән төҫлө булып тора. Сөнки быларҙың һәр икеһе инсан балаһы булып та, был иһә ҡыяс ҡабул ҡылмаҫлыҡ дәрәжәлә ниғмәт эсендә, икенсеһенең үлер дәрәжәлә михнәт эсендә йөрөүе күңелде болғандыра, донъянан биҙҙерә, тормошҡа тамам асыуландыра ине.
Йәмилә, был өй янынан уҙып барған ваҡытта, ҡапҡа төбөндә туҡтап, бында кереп киткән ҡатындарға ҡарап ғәжәпһенеп тора ине. Шулай бер аҙ ҡарап торғас, ҡапҡа асыҡ булғанға күрә, аҙ булһа ла тамағым туймаҫмы икән, берәр күмәс һынығы бирмәҫтәрме икән, тип ҡапҡанан керҙе. Ҡурҡа-ҡурҡа барып, аш бешерә торған бүлмәнең алдына туҡтап, керергә йәсәрәт һәм батырсылыҡ итә алмай торҙо. Аллаға тәүәккәл итеп ишек асып керҙе.
Өй тулы ҡунаҡтар саҡырған, күңеле ғәйәт тәкәбберләнеп йөрөгән хужа ҡатыны, бер хәйерсе ҡатынының кереп килгәнен күргәс, бындай ҡатындарҙың буйлә ваҡытта, шәйлә урынға кереүе яраймы һуң? Был ниткән эш, тигән кеүек:
— Был ниндәй хәйерсе ҡатыны тағы?! Галош йәиһә башҡа нәмәне урлап алып китмәһен! — тип ҡысҡырҙы. “Бар сыҡ, бында ни эшләп йөрөйһөң?” — тигән аш бешереүсе ҡатындарға ҡушылып: — — Ни эшләп йөрөйһөң бында? Бар кит! Ҡара һин оятһыҙ, бер көн берегеҙ бер галошты урлап алып киткән ине әле, һин тағы берәр нәмә урларға йөрөйһөңдөр!—тип ҡыуҙы. — Йәмилә ҡып-ҡыҙыл булып, ни әйтергә лә белмәй, бур кеше төҫлө, кире сығып китте. Ҡапҡа төбөндә торған тәрбиәһеҙ уҫал малай ҙа әллә ниндәй насар һүҙҙәр әйтеп: Бар, бар!” — тип арҡаһынан төртә-төртә сығарып ебәрҙе.
Љәйрәтле бай ҡатыны кәйефләнеп, бөтә донъяға баш кеүек булып йөрөгән ваҡытта, нисек ундай хәйерселәрҙең бында һорауһыҙ-ниһеҙ кереүенә асыуланмаһын? Уйлә ярлы, насар кейемле ҡатындарҙың бындай өйгә кереп, бысратыуына ни өсөн рим булып торһон?
Бына һин тағы!
—Ниңә ҡарап тормайһығыҙ, ҡунаҡтар барлығын күреп тораһығыҙ бит! — тип хадимәләргә тәкрар асыуланды.
Ҡунаҡ ҡатындары саф һауалы йылы өйҙә, матур кейемдәр кейеп, тәмле аштар ашап, ап-аҡ биттәренән бөртөк-бөртөк тирҙәр сығып ултырғанда, Йәмилә, был күргән хурлыҡтарынан аслыҡтарын онотоп, ике күҙенән бөртөк-бөртөк йәштәре тәгәрәп, бит алмаһы өҫтөнә төштө. Бәғзе бөртөктәре унда ла тормай, күкрәк өҫтөнә тамып, боҙ булып ҡатты. Ни эшләргә белмәй, үҙенән-үҙе оялып, туп-тура өйөнә ҡайтып китте.
Беренсе дәфғә сыҡҡан ваҡытта уҡ ҡаршыһына былай килеүе, үҙенең шул дәрәжә мөхәббәтһеҙ күренеп, ҡыуылып сығыуы Йәмиләнең өмөтөн киҫте. Бәҙригә күренергә оялып, тура үҙ өйөнә кереп бикләнде лә, шунда уҡ үкһеп-үкһеп, балаларҙан да артыҡ илай башланы.
Ул, бай ҡатынына асыуланырға ла, ни эшләргә лә белмәйҙер, үҙемдән булған насарлығым һәм килешмәгән эшем сәбәпле ҡыуылып сыҡтым, тип уйлайҙыр. Ул байҙарҙың шул дәрәжә насар ҡыланыштарының тәрбиәһеҙлектәренән икәнен уйларға Йәмиләнең фекере етмәй. Үҙенең ярлы булыуы сәбәпле, ҡыуылып сығыуын хәтеренә төшөрһә лә, башҡаһына аҡылы ирешмәй ине.
Уның ҡашында, бай ҡатыны әллә ни төҫлө ҙур булып күренгәнгә, уның һәр бер эшен урынлы тип белде. Ул белмәй ҡыланмайҙыр, тип уйланы. Аһ, бисара Йәмилә! һинең яратылышың уларҙан бер ҙә кәм түгел! Фәҡәт һиндә мал юҡ, мал! Ни сара, донъя һәм ундағы тормоштоң сәбәптәре һине был хәлдә тота. Байҙарҙың ишеге алдына ла ярарлыҡ түгел итеп күрһәтә, һин ярлы булдың. Тәрбиәһеҙ үҫергә тура килде. Насар иргә осраның, унан айырылып, яңғыҙ ҡалдың. Ашарға булмағас, асҡа үлергә риза булмайынса, байҙар ишеге төбөнә бер һыныҡ күмәс һорап барҙың, һине кергән ерҙән, эт кеүек, ҡыуып сығарҙылар. Һин ни саҡлы ярлылыҡҡа өйрәнгән булһаң да, быға сыҙай алманың. Ихтыярһыҙ ике күҙеңдән йәш ағыҙҙың.
Шулай булһа ла, һаман бер кешегә лә үпкәләмәй, иң саф тәбиғәтле кешеләр кеүек, ғәйепте үҙеңә иснад итәһең. Ләкин был эштәрҙең һәр береһендә үҙеңдән булмаған сер һәм сәбәптәр барҙыр, ә инде һинең шул ике күҙеңдән йәш ағыҙып ултырыуҙан башҡа бер сараң да юҡ. Аслыҡ, яңғыҙлыҡ хәсрәтен күҙ йәшең менән генә йыуған булаһың.Йәшеңде ағыҙһаң, бер аҙ ғына булһа ла, хәсрәтең баҫылған кеүек була. Ҡап-ҡара ғына матур ике күҙең һәр ваҡыт йәш ағыҙып тороу өсөн генә яратылған икән.
Йәмилә инде ҡайҙа барырға ла белмәй, мейес башына менеп ятты.
Әлдә уның аҙ булһа ла ҡыҙғана торған Бәҙрие бар. Ул тағы Йәмилә янына керҙе. Йәмилә тороп ултырғас, шешенеп бөткән күҙҙәрен һөрткәс, Бәҙри уның ҡайҙа барғанын, ни эшләгәнен һораны.
Йәмилә тураһын әйтергә оялып, “бөгөн эш эҙләп сыҡҡан инем дә, бер ҙә таба алманым”, тип яуап бирҙе.
Бәҙри:
— Улай булғас, ни эшләмәксе булаһың? Нисек булһа ла ашарға тапмайынса тороу ауыр бит, — тине.
Бәҙриҙең был һүҙенән, һоранып булһа ла, ашарға табырға кәрәк тигән мәғәнә аңлашыла ине. Йәмилә:
— Һораныуҙан башҡа бер ҙә эшләр эшем юҡ инде. Бәҙри:
— Эйе! Был шәһәр ере, бында бер кем дә белмәй. Улай-былай һораныу бер ҙә ғәйеп эш түгел.
Йәмилә:
— Нисек итеп, оялмайынса, бер ҙә танымаған кешегә нәмә һорап барып керәһең? Бөгөн дә (күҙ йәшен һөртә-һөртә) бер ҡапҡанан эш эҙләп кергән генә инем, байҙың ҡатыны асыуланды. Шулай булһа ла иртәгә берәй эш табырға тырышырмын.
Бәҙри:
Табырға кәрәк инде, иртәгә мин дә һинең менән бергә сығып ҡарармын. Икәү булғас, әллә берәр эш табылыр. Бөгөн ашағаның юҡтыр әле?
Ҡайҙан алып ашайым. Бер ҙә табыр ер юҡ бит. Бәҙри:
— Йә, һау бул әле, ирем ҡайтыр инде, бөгөн туҡмас бешерһәм, шуны бергә ашарбыҙ, — тине лә сығып китте. —
Йәмилә менән Бәҙри эш эҙләп сыҡҡансы, Шәйехтең ҡайҙа киткәнен белеп ҡуяйыҡ әле. Юғарыла беҙ Шәйехтең, иртән торғас, тәҙрә төбөндә ни нәмәлер уйлап, ташлап сығып китергә ниәт иткәнен яҙған инек. Ете-һигеҙ көн булды. Шәйех шул китеүенән кире ҡайтманы. Йәмилә һәр көн ҡайтыр тип көтһә лә, һаман ҡайтмағас, ҡайтыуынан өмөт өҙә башланы. Был көнгә ҡәҙәре Йәмилә Шәйехтең үлекме, терекме икәнен, ҡайҙа киткәнен белмәне. Шәйехтең ҡайҙа киткәнен, беҙҙән артыҡ, Йәмиләнең белгеһе киләлер.
Шәйех был ваҡытҡа ҡәҙәре, йөрөмәгән ерҙе ҡалдырмаған, завод, прииск кеүек ерҙәрҙең һәр береһен йөрөп бөткән ине. Шуның өсөн уның ҡайҙа икәнен белеү бик ситендер. Шулай булһа ла, бер көн, теге ярлылар тора торған ерҙә Шәйех тураһында һүҙ асылды. Шәриф бик диҡҡәт менән тыңлап, Шәйехтең ҡайҙа, кем менән киткәнен белеп ҡайтып, Йәмиләгә хәбәр бирҙе. Шәйех Йәмилә янынан сығып киткәс, үҙенең иптәштәре менән тура вокзалға төшөп, шунан Урал тауҙарының шәреҡ тарафындағы мәшһүр Кучкар приискеһенә киткән, имеш. Бында бер кешегә: “Мин инде ҡатынымды тәрбиә ҡыла алмайым, үҙ көнөн үҙе күрһен, мине көтөп тормаһын”, — тигән, имеш. Шәрифтең алып ҡайтҡан хәбәре шунан ғибарәттер.
Йәмилә был имеш хәбәрҙе ишеткәс, бөтмәҫ күҙ йәшенең ҡалғанын тағы түкте. Был ваҡытҡа ҡәҙәре, әллә ҡайтыр әле, тип торған өмөтөн тамам өҙҙө.
— Ҡатынды ла ал имеш, бер йыл ҡәҙәре тор ҙа, инде үҙ көнөн үҙе күрһен, миңә кәрәкмәй, — тип ташла ла кит имеш. Был ни тигән һүҙ? Был ҡатындар ни өсөн был дәрәжәлә ҡәҙерһеҙ? һис булмаһа, яҙылған ете һум мәһәрен дә бирмәгән. Бисара ярлыраҡ кеше ҡыҙҙарының һарыҡ ҡәҙәре лә ҡәҙере юҡ имеш.
Бәҙри менән Йәмилә, иртә торғас та, кисәге вәғәҙәләре буйынса, эш эҙләп сыҡмаҡ булдылар. Бәҙри, күптән донъя күргәнгә күрә, уның өсөн шәһәр араһында йөрөү ауыр күренмәне. Башлап йөрөүсе булғас, Йәмиләгә лә бик ауыр төҫлө күренмәне. Көндәр ғәйәт һалҡын булғанлыҡтан, быларҙың кейемдәре һалҡындан һаҡланырлыҡ булмағанға күрә, нисек булһа ла сараһын эҙләргә керештеләр. Бәҙри үҙенең бишмәтен кейеп, иҫке ҡыҙыл яулыҡ менән билен бәйләне. Ҙурыраҡ яулығын башына бәйләне. Йәмилә яңыраҡ күлдәге эсенән иҫке күлдәген кейеп, иң эстән Шәйехтең иҫке күлдәген кейҙе. Уның өҫтөнә камзулды кейеп ебәрҙе. Һәр икеһе аяҡтарына сабата кейеп сығып киттеләр.
Ҡайҙа ла барып керергә белмәйенсә, урам буйлап баралар. Ни ҡәҙәре оялмайынса кермәк булып барһалар ҙа, туп-тура барып: “Һеҙҙә эш юҡмы?” — тип һорарға йәсәрәт итә алмайҙар ине.
Йәмилә менән Бәҙри кеүек башҡа ҡатындарҙың да өйҙән-өйгә йөрөгәндәрен күргәс, быларҙың йәсәрәте арта башланы, Фәҡәт был ҡатындар хәйерселеккә өйрәнеп, мили л ҡылғандар, теләнеп йөрөүҙә бер ҙә ғәйеп һәм оят юҡ тип белгәндәр.
Бында инде Бәҙри менән Йәмилә лә, бисмилла тигән кеүек, бер йорттоң капкаһынан барып керҙеләр. Кереү менән, ундағы уҫал эт, бер ҙә оялмайынса, өрә башлағас, Йәмиләнең йөрәгенә һалҡын һыу ҡойған кеүек булып китте.
Шул минутта кисәге кыуып сығыуы иҫенә төштө. Артҡа сигенергә уйланы. Ләкин донъя күргән Бәҙри бер ҙә ҡурҡмай, гүйә йәсәрәт күрһәтеп, эткә илтифат итмәй, алға табан китте. Барып ишек асып ҡарап, кире япты. Йәмилә, йә хоҙай, ни булыр инде, тип ҡурҡып тора ине. Шул ваҡыт аҫырау ҡыҙ сығып:
— Һеҙгә ни нәмә кәрәк? — тине.
Йәмилә өсөн иң ауыр нәмә ана шул “ни нәмә кәрәк?” һорауына яуап биреүҙер. Уны һәр ваҡытта шул “ни нәмә кәрәк?” харап итә.
Ҡапыл ғына сығып, туп-тура “ни кәрәк?” тип һораған кешегә ни тип яуап бирмәк кәрәк? һис булмаһа, һораусы кеше инсафлыраҡ булып, тәрбиәле һүрәттә, әкрен генә: “Берәй йомошоғоҙ бар инеме?” — тип һораһа, һүҙ башланып китер, яуап табылыр ине.
Быларға ҡаршы сыҡҡан ҡыҙ, ҡаты тауыш менән, “ни кәрәк?” тип һораһа ла, Бәҙри бер ҙә ҡаушамай, туп-тура: “Абыстайҙы күрәһе йомошобоҙ бар”, — тигәс, аҫырау:
— Абыстайҙа ни йомошоғоҙ бар һеҙҙең? — Бәҙри:
— Йомошто үҙенә әйтербеҙ. Аҫырау: — — Юҡ, булмаҫ, ул хәҙер бушай алмай, ашҡа барырға әҙерләнә.
Бәҙри:
— Улай булһа ла, беҙҙе күрә алмаҫмы икән? — Аҫырау:
— Йә, күп һөйләп торма, йомошоң булһа әйт, булмаһа бар, кит! — — Беҙгә берәй эш булмаҫмы икән? Шуны абыстайға әйтегеҙ әле. —
— Ниндәй эш булһын бында? Шулмы йомошоғоҙ?
—
— Әллә булыр ҙа, бар әйтеп ҡарағыҙ әле.
—
— Булмаҫ, булмаҫ! — тип ишекте яба башланы.
—
— Улай булһа...
—
— Ниндәй “улай булһа” тағы?
—
— Аҙ-маҙ нәмә бирмәҫме икән?
—
— Бына инде ҡыҙыҡ! Ул ни нәмә бирһен һеҙгә?
—
— Саҙаҡа... (Беренсе дәфғә саҙаҡа һораны.) Аҫырау ишекте ябып кереп китте лә бер телем күмәс киҫәге сығарып бирҙе.
—
Быны күргәс, Бәҙриҙең ҡулы ихтыярһыҙ күмәскә табан һуҙыла ла, алып ҡуйынына тыға..
Йәмилә был ваҡытта оялыуынан ҡып-ҡыҙыл булып, ни эшләргә белмәйенсә, Бәҙригә ҡарап:
— Әллә ҡайтайыҡмы? Бер ҙә күңелем тартмай,-—-ти. — Бәҙри:
— Юҡ әле, әҙерәк эш эҙләп ҡарайыҡ инде. — Бынан сығып киткән ваҡытта, китегеҙ-кит тигән кеүек, эт өрөп ҡалды.
Урам буйлап барған ваҡытта сапан ябынған икенсе бер ҡатын килгәнде күреп, былар теге ҡатын килеп етмәҫ борон туҡтап, юл биреп торҙолар. Сапан ябынған был абыстай битен Бәҙриҙәр тарафына асып ҡарап үтеп барғанда,
Бәҙри:
— Абыстай, һеҙҙә йомош бар ине, — тигәс, был ҡатын быларға әйләнеп туҡталып:
— Йә, ниндәй йомош? — тине. Бәҙри:
— Бына был иптәшкә берәй эш булмаҫмы икән, уның бер ҙә ҡараусыһы юҡ, эш булһа, эшләр ине, — тине.
Теге абыстай, аҙыраҡ уйлап тороп, Йәмиләнең өҫтөнә диҡҡәт менән ҡараны. Был ваҡытта Йәмилә, бик ҙур дәрәжәле бер кеше алдында торған кеүек, ҡурҡып ни әйтер икән инде тип, ҡайғырып торҙо.
Абыстай шәфҡәтле һүрәттә генә:
Белмәйем, ниндәй эш булыр икән һуң, ирең юҡмы ни? — тине.
Бәҙри Йәмилә өсөн яуап бирҙе:
— Уның ире бар ине лә, әллә ҡайҙа киткән, бер ҙә хәбәре юҡ, шуның өсөн аптырап ҡалды. Ире бер юнһеҙ нәмә шунда, — тине.
Абыстай:
— Ә улай икән, нисек булыр икән? Беҙҙә эш булһа ла, күп булмаҫ шул. Иртәгә беҙгә кил әле, иҙән йыуып, самауыр ағартып ҡайтырһың.
Йәмиләнең күптән бирле бындай йомшаҡ һүҙ ишеткәне булмағанға күрә, был һүҙҙәргә бик шатланды. Үҙен ярат-тырырлыҡ бер сифатта торорға тырышты.
Бәҙри:
— Абыстай, һуң һеҙҙең өй ҡайҙа?—тине. — — Бынан йыраҡ түгел, ана теге һары ҡапҡалы йорт, — тип ҡулы менән ишара ҡылып, күрһәтеп китте. — Бәҙри менән Йәмилә лә тамам мәҡсудтары хасил булған кеби шатланып, бер-береһенә — иллә һуң яҡшы кеше икән!—тип һөйләшә-һөйләшә ҡайтып киттеләр. Бәҙри, мин сыҡһам, тапмай ҡайтаммы һуң, тигән төҫлө:
— Ана шулай ныҡлап эҙләһәң, шәһәр ерендә эш табыла ул, ҡала ерендә оялып, ҡурҡып торорға ярамай, — тине. Йәмилә, тәбиғи, Бәҙригә мөсәлләм булды, уның эш табыуына ышанды. Ҡайтып барғанда, юлда тура килгән юнышҡы, ағас киҫәктәрен йыя-йыя барып, ҡосаҡлап алып ҡайттылар.
Йәмилә нисек ас булһа ла, иртәгә эш эшләп, тамаҡ туйҙырасағына ышанып, туҡ кешеләрсә торҙо. Теге аҫырау биргән бер һыныҡ күмәстең яртыһын ашап ятты.
Иртән торғас, бер ҙә туҡтауһыҙ, һары ҡапҡаны эҙләп тапты ла, кереп тә китте.
Теге абыстай, ҡайҙан был ҡатынға тура килдем, әллә ниндәй уҫал нәмәлер, юғиһә ире ташлап китмәҫ ине, юнле ҡатынды ир ташлап китәме һуң, тип вәсвәсәләнеп, ҡабул итмәҫкә уйлай башланы.
Йәмилә, бер ни әйтергә лә белмәй, ишек төбөндә һөйәлеп тик тора ине. Абыстай, быны бик ныҡ тәфтиш итергә кәрәк тип:
— Кисә мин эшкә саҡырған инем саҡырыуын, беҙҙә, ахыры, эш булмаҫ, һеҙҙең кем икәнлегегеҙҙе белмәйем, ирең ниңә ташлап китте һуң?
Йәмилә, эш булмаҫ тигән һүҙҙе ишетеп, тағы хәсрәтләнеп китте һәм — ирең ниңә ташланы? —тигән һорауға ҡыҙарып:
— Мин уның ниңә ташлап киткәнен үҙем дә белмәйем инде, уның минең менән тораһы килмәгәндер.
— Ни өсөн тораһы килмәй? Әллә бик уҫал булдыңмы? — тигәс, Йәмилә ҡып-ҡыҙыл булып: — — Юҡ, абыстай, ҡаршы бер һүҙ ҙә әйткәнем юҡ. — — Бер ҙә сәбәпһеҙ ниңә китһен? — — Белмәйем шул. — Абыстай, кисә вәғәҙә ҡуйғанға күрә, кире ҡайтарып ебәрергә оялды ла: “Улай булһа, самауыр ағарта белһәң, әйҙә әле, самауыр ағартып ҡара”, — тине. Йәмилә ҡып-ҡыҙыл булып, ҡалтырай-ҡалтырай самауырҙы ағарта башланы. Абыстай, нисек булһа ла бер ғәйеп табырға торған төҫлө, бик диҡҡәт менән ҡарап торҙо.
Бындай ерҙә йөрөп өйрәнмәгән кеше, тәбиғи, бик юҡ нәмә өсөн дә ҡаушай торған булғанға, Йәмилә лә ҡаушай һәм ҡалтырай ине. Шулай ҡаушай, ҡалтырай торғас, яңылыш самауырҙың ҡапҡасын ҡулынан төшөрөп тә ебәрҙе. Йәмилә, ни эшләргә белмәй, тиҙерәк ҡапҡасты ҡулына алып, йәнселгән ере юҡмы икән, тип ҡарай һалды.
Теге абыстай шунда уҡ:
— Эй ҡыҙым, бер ҙә эш рәте белмәйһең икән, булмаҫ, ағарта алмаҫһың, ҡуй шунда, ҡалғанын үҙем булһа ла ағартырмын инде, — тине.
Йәмилә ни эшләргә белмәй, бик өмөтһөҙ, ҡайғылы ғына һүрәттә, ике ҡулын бергә ҡаушырып, баглап торған булды.Абыҫтай:
Ана шулай эш рәте белмәгәнгә күрә, ирең һине ташлап киткән шул Самауыр ҙа агарта белмәгәс, нисек итеп донъя көтөргә кәрәк. Былай һине бер кем дә эшкә алмаҫ, — тине.
Йәмилә был һүҙҙәрҙе ишеткәс, камәл дәрәжә оялып, “уф!” тип ебәрҙе, һәм күҙенән ике бөртөк йәш бите өҫтөнә тәгәрәп төштө. Күңелдән: “Шулай уҡ бәхетһеҙ булдым, бер ҙә төшөрмәҫ ерҙә, ҡапҡасты төшөрөп ебәрҙем”, — тип уйланы. Абыстай:
— Улай бер ҙә эш рәте белмәйенсә нисек үҫтең? Башлаған самауырыңды ағартып бөтөр инде, — тине.
Йәмилә тирләне, ҡыҙарҙы, нисек булһа ла, самауырҙы ағартып бөтөрҙө.
Абыстайҙың, был дәрәжә наҙҙарына ҡарағанда, әллә ниҙәр бирер тип уйларлыҡ булһа ла, бер әсем сәй менән бер ашарлыҡ күмәс биреп, Йәмиләне оҙатты.
Инсан, ни ҡәҙәр ауырлыҡтар күрһә лә, сабыр итә, ауырлыҡтарға ҡаршы һуғыша, үҙе ғали булғыһы килә. Шулай ижтиһад итә торғас, бәғзеләре маҡсудтарына ирешергә муафәҡ булалар. Бәғзеләре тормоштарын еңеләйтәләр. Бәғзеләре һаман шулай, тормош майҙанында, һуғыш менән көндө үткәрәләр. Бәхетһеҙҙәре, шул мәғишәт майҙанында мәғлүб булып, тормоштоң ҡаты тулҡындары араһында, юҡ булып китәләр.
Беҙҙең Йәмилә, үҙенең фекере ирешкәнсе, хәле бөткәнсе, ризыҡ әҙләп йөрөй. Унда бара, бында килә, ләкин һаман яңғыҙ тамағын туйҙырып тороуҙан ғажиз ине. Ҡағылып-һуғылып йөрөй торғас, таныштары арҡыры ишетеп, үҙе кеүек сәфилә һәм бәхетһеҙ ҡатындар менән бергә, шырпы фабрикаһына эш эшләргә барып керҙе. Бында шырпы манып тороп, көнөнә ун биш тин көнлөк ала башланы. Бында эшләүселәрҙең иң аҙ ала торғаны ла — Йәмилә һәм Йәмилә менән шырпы шылдырып тороусылар ине. һәр көн ун биш тин. Өҫтән ҡарағанда, бик аҙ булһа ла, аҡса күрмәй үҫкән, ризыҡ табыуҙан ғажиз ҡалған Йәмиләгә бик күп күренә ине. Тураһы, өйҙән-өйгә йөрөп, бер һыныҡ күмәс эҙләүҙән, бында эшләп, һәр көн ун биш тин аҡса алыу бик яҡшы ине.
Ундағы әллә нисә дәрәжә эҫелеккә, әҙәм сыҙай алмаҫлыҡ һаҫыға өйрәнеп киткәнсе, Йәмиләгә бик ауыр булды.. Бара торғас, Йәмилә быларҙың һәр береһенә күнә башланы. Ул унда һәр көн бара, эшләй, тирләп-янып ҡайта, шуның менән тамағын туйҙыра ине.
Йәмилә былай үҙе башлап аҡса таба башлағас, Шәриф менән Бәҙри үҙ-ара һөйләшеп, Йәмиләне өйҙәш итеп үҙҙәре янына керетеп алмаҡсы булдылар. Йәмилә быларға өйҙәш булып кереүҙе бик яратҡанға күрә, билғәйен вәррәйес ҡабул итте.
Был көндән һуң, был ярлылар өйҙәш булып, эшләп тапҡан аҙ-маҙ нәмәләрен уртаҡлашып, бергә-бергә көн итә башланылар. Йәмилә Бәҙриҙәргә өйҙәш ҡатын булды. Был эшселәр, йәғни Шәриф менән Йәмилә, көндөҙ хеҙмәт итеп, кис ҡайтып, бер ҙә хәсрәтһеҙ төҫлө, бик татыу торалар ине.
Берәр көн, эш булмайынса, ас ҡалырға тура килһә, уларҙың быға артыҡ иҫтәре китмәй. Ярлылыҡҡа тамам өйрәнгәнгә күрә, иртән нисек буласаҡ вә нисек үтәсәк, быны ҡайғыртмайҙар ине.
Аптырап тороу, ас көйөнсә көн үткәреү былар өсөн ғәҙәт һәм тәбиғәт булып киткәнгә күрә, юҡлыҡтан шикәйәт итеү бөтә башлаған ине.
Быларҙың тамағы арыш икмәгенә туйып торһа, башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй, икмәккә туйған көндәрҙә хәсрәттәре булмай торған ине. Быларға иң ләззәтле нәмә — берәр телем икмәкте тотоп, пар ярым сынаяҡтан нәүбәт менән сәй эсеп үҙҙәренә лайыҡ һүҙҙәрҙе уртаға һалып һөйләшеп, мөхәббәт менән ултырыу ине.
Шәрифтең түрҙә аталыҡ дәрәжәһендә, Бәҙриҙең самауыр янында әсә вазифаһында, Йәмиләнең Шәрифкә күренмәйенсә нәмәхрам булып самауырға ышыҡланып ултырыуы, балалары иркәләнеп Шәриф менән Бәҙри араһында ултырыуҙары был фәҡир ғаиләне тамам бер-береһенә бәйләндергән ине, Шәриф һүҙ башлағанда, башҡалар ихлас менән тыңлап, уның һәр һүҙен туғры тип хөкөм иткән төҫлө ултырыуҙары, Хоҙайбирҙенең һирәк-мирәк: “Ҡара әле, әсәй, Гөлөй мине үсекләй”, — тип ҡысҡырыуы, быларҙың араһында ла көслө-көсһөҙҙәрҙең барлығын белдерә ине.
Быларҙың көндәре шулай үткән мөддәттә артыҡ хәсрәтләнәсәк түгелдәр ине. Фәҡәт был рәхәтлектәре оҙаҡ дауам итмәне. Күңел өсөн булһын, бер бөртөк ҡар яумай башланы. Ҡар яумай башлаһа, был ярлылар, ҡороға ташланған балыҡ кеүек, тыпырҙап, ғажиз ҡалғанға күрә, быларҙың тамам эштәре туҡталып ҡала ине.
Әлдә был ваҡытта Йәмилә аҙ-маҙ табып торғанға күрә, шуны уртаҡлашып ашайҙар ине. Ҡыштың ғинуар ваҡыты булғанға күрә, көн һаман һалҡын булып, сығыу менән туңдыра, ҡалтырата башлай ине.
Әллә нисә көн аслы-туҡлы торған Шәриф, бик һалҡын булһа ла, ғәҙәтенсә, балтаһын тотоп сығып китте. Юғарыла зекер ҡылған, ярлылар тора торған урынға барып торҙо. Ике-өс сәғәт эш көттө, камил туңды, һалҡын эсенә ҡәҙәре үтте. Аталыҡ шәфҡәте менән, балаларҙы туйҙырыуҙы ниәт итеп, үлер дәрәжәгә килде. Аһ, бына шулай торғанда, бәхетенә эш табылып, эшләргә китте. Кискә ҡәҙәре эшләп, саҡ өйөнә ҡайтып керҙе. Бының эсенә ҡәҙәр үткән һалҡынлыҡ уны ауырыуҙар йөмләһенә керткән ине. Ас булыуына ҡарамаҫтан, бер нәмә лә ашамайынса, сәй генә эсте лә, тиҙерәк йоҡларға ятты. Тән буйынса ауырып, иртән урынынан да тора алманы.
Шәриф ауырығандан һуң, ашарға табыу бурысы Бәҙри өҫтөнә тейеш булып ҡалды. Был көндән һуң Бәҙри ҙә, Йәмилә менән бергә, шырпы фабрикаһына барып эшләй башланы. Иртүк тороп сәй эскән булалар ҙа, тиҙ-тиҙ шунда китәләр. Көн буйы эшләп, кис ҡайталар ине. Бында эшләп торғанда, быларҙың хәле бер көйөнсә яҡшы барҙы.
Ләкин ярлылыҡ, бәхетһеҙлек илә мөбтәлә булған кешеләрҙең һис бер эше, бер көйөнсә, яҡшы дауам итмәй, бәлки, бик тиҙ икенсе төрлөгә әйләнеп китәлер.
Былар шунда яҡшы ғына эшләп йөрөгән ваҡытта,
шырпы фабригында лә ҡаза ирешеп, ут сығып, бағаналарына ҡәҙәр янып бөттө.
Шырпы фабригы тарафынан быларҙың ризығы киҫелде. Быларҙың баштарына тағы ни эшләргә, ҡайҙан ашарға табырға, ҡайҙа барырға, тигән сөәлдәр төштө. Ас көйөнсә бер-ике көн тороп, өсөнсө көн Бәҙри, ни эшләргә белмәйенсә, аптырап саҙаҡа һорарға булһа ла китмәксе булды.
Инде Бәҙри, яңғыҙ башым булһа, бик рәхәт булыр ине, тип, Йәмилә кеүек булаһы килә башланы. Яңғыҙ ҡатынға ике бала менән бер ирен туйҙырып тороу, әлбиттә, еңел бер эш түгел.
Иң элек башлап, бөгөн йома ваҡытында, мәсет ишеге алдына бармаҡсы булып, сығып китте. Бәҙриҙең уйынса, мәсет ишеге алдында һораныу хәйерселектең еңелерәк дәрәжәһе күренде. Ундағы хисапһыҙ хәйерселәр араһында тороуы артыҡ намыҫһыҙлыҡ кеүек тойолмай ине. Мәсет алдына, йоманан бер сәғәт мөҡәддәм, ҡарттар менән ҡарсыҡтар, аяҡһыҙ-ҡулһыҙҙар, тол ҡатындар менән эш таба алмаған ирҙәр, етем балалар, йәш кенә ҡыҙҙар шығырым булып килеп тулған ине.
Беҙҙең Бәҙри ҙә, үҙенә хәйерселек ғәләмәте булған, биленә капсыҡ ҡыҫтырған көйөнсә, туп-тура мәсет ҡапҡаһы төбөнә килеп, груһ-груһ ярлылар сафына кереп китте. Күп тә торманы, мосолман йәмәғәте, йома намаҙын әда ҡылмаҡ өсөн, мәсеткә кереп көтә башланылар. Ярлылар, өҫтө-өҫтөнә тығылып, ҡыҫылышып: “Бай ағай, бер тин генә саҙаҡа! -тип ҡулдарын алып барып тыҡтылар. Бер байҙың алдына, “алла өсөн” һуҙылған, йөҙҙәрсә ҡулдарҙың сәхиптәре ауыҙынан сыҡҡан: “Абзый, бер тин генә саҙаҡа!..” тауыштары күктәргә сыҡты. Ас ауыҙҙарҙан, хәсрәтле күңелдәрҙән сыҡҡан был әҫәрле һүҙҙәр, илтимсе илә булған сөәлдәр туҡ ауыҙлы, шат күңелле кешеләргә артыҡ тәьҫир итмәй ине.
Яҙғы көндә арыҡланған, ябағаһын ҡойған арыҡ тайҙар кеүек булған был ярлылар, тулҡын кеүек, ары-бире йүгерәләр, алай-былай китәләр, ҡысҡырышалар ине. Башҡа ярлылар күпме аҡса алғандарҙыр, беҙҙең Бәҙри был йома көн һигеҙ тин ярым аҡса алып ҡайтты. Был һигеҙ тин аҡса, бер ғаиләнең тәрбиәһе өсөн, әлбиттә, күпкә бармаҫ. Шунан һуң, һәр көн йома ла булмаҫ. Шуның өсөн шәмбе көнгә ашарға табыуҙы Бәҙри үҙенә бурыс кеүек күрә ине. Бәҙри шул бурысты әда итеп, еренә еткерер өсөн, иртән торғас, ҡапсыҡ тотоп, теләнергә сығып китте. Мосолман, рус тип, милләт айырмаһына ҡарамай, рәттән йөрөп, ваҡ-төйәк икмәк киҫәктәрен йыйып алып ҡайтты.
Был күмәс һәм икмәктәрҙең иң тәмлеһен һайлап алып, ауырып ятҡан Шәрифтең алдына ҡуйҙы ла:
— Ашап ҡара әле, бына был аҡ күмәс бик тәмле, әллә майға ҡушып бешергәндәр инде, әҙерәк терелеүеңә сәбәп булмаҫмы икән? — тине.
Шәриф, ҡалтырап торған ҡулы менән, саҡ-саҡ тотоп, күмәсте ауыҙына килтереп, ҡабып алды ла:
— Юҡ инде, бер ҙә ауыҙымдың тәме ҡалмаған, һаулыҡ— ҙур байлыҡ икән, ағай! Бына нисек, май кеүек тәмле күмәсте лә ашағы килмәй, — тине. — Бәҙри:
— Аҙыраҡ торғас ашарһың. Ауырығас, шулай була инде, — тине лә, үҙе, ҡапсыҡты бушатып, Хоҙайбирҙе менән Гөлйыһанға берәр киҫәк икмәк бирҙе. Мейес алдында күлдәгенең ҡулбашына ямау һалып ултырған Йәмиләне лә буш ҡалдырманы. Уға ла бер киҫәк биреп, үҙе лә бер киҫәк алып ашарға кереште. Икмәк һағынып, ас торған ярлылар өсөн, был иҫке, ҡатҡан киҫәктәр ни тиклем тәмле икәнлегендә шөбһә бармы? Мөхәббәт менән бер-береһенә ҡарашып, алдарына төшкән валсыҡтарҙы сүпләп ултырыу быларҙың күңелен аса ине. Ситтән ҡарап торған кеше, әллә ярлылыҡта ла берәй төрлө ләззәт бармы икән, тип уйларлыҡ ине. — Юғарыла нисек идеке яҙылған, өйөндә, һикеһе өҫтөндә, Шәриф ятҡан еренән саҡ-саҡ ҡуҙғалып, тороп ултырҙы. Уның йөҙө һарғайған, ирендәре кипкән, күҙҙәре бик йәмһеҙләнеп эскә батҡан, ҡап-ҡара иҫке яулыҡты, башы ауыртҡанға күрә, башына бәйләгән ине. Күлдәге яңғыҙ ғына булып, һаҫып, ҡарайып бөткәнгә күрә, бөгөн Бәҙри йыуып киптерергә ҡуйғанға, ваҡытлыса ғына, күлдәк урынына сәкмәнен кейгән ине. Янында бер туҫтаҡ менән һыу, уның янында бер телем арыш икмәге тора ине. Ятҡан еренән торғас, бик ауырлыҡ менән, ике аяғын алға табан һуҙып, мамыҡтары сығып, ялбырап торған юрғанды аҡрын ғына ябып ҡуйҙы, үҙе биҙгәк тотҡан кешеләрсә, дер-дер ҡалтырай, бер нәмәһе етешмәгән кешеләрсә, тирә-яғына ҡарана ине.
Өйҙә Шәрифтең уф-уф тип тиҙ-тиҙ уфылдауынан, Хоҙайбирҙенең мейес башында әллә нәмәне, тыҡ-тыҡ иттереп бәреүенән башҡа бер тауыш та юҡ ине.
Бөгөн аҡса таба торған йома көн булғанға күрә. Бәҙри мәсет ишеге алдына теләнергә тип киткән ине. Аҙ булһа ла, артыҡ файҙа булырын уйлап, Гөлйыһанға иҫке нәмәләрҙән махсус бишмәт тегеп, билен быуҙырып, бик мөкәммәл “кескәй хәйерсе”һүрәтенә кертеп, уны ла алып киткән ине.
Йәмилә башҡа эш табыуҙан ғажиз ҡалғас, Бәҙри менән мәсет алдына барған ине.Былар, кискә ҡаршы, бик ҡыҙыу ғына атлап, кайтып керҙеләр.Үҙҙәренсә, бик йыраҡ ергә барып,бик күп эш бөтөргән кешеләр кеүек, уйнап-көлөп ҡайтҡан булдылар.
Гөлйыһан ҡайтып кереү менән, Хоҙайбирҙегә ҡарап, үҙенең нисек йөрөгәнен һәм ҡайҙа барып ҡайтҡанын сабыйҙарса маҡтанып һөйләне. Бәҙри төрлөсә уйлап, ашау-эсеү өсөн, нисек булһа ла, аптырамаҫ кеүек күренә. Уның өсөн ауыр күренгән нәмә — Шәрифтең ауырып ятыуы ине.
Кис булды. Йәмилә үҙендә бер ауырлыҡ һиҙә башланы. Был ауырыу башҡа ауырыуҙар кеүек түгел, әллә нисек ине. Ауырыуының яйын, рәтен һөйләгәс, Бәҙри: “Ә, тулғаҡ икән”, — тине. Йәмилә үҙенең ваҡыты етеп килгәнде белеп йөрөгәнгә күрә, бик хайран булып, быны ишеткәс, ниңәлер йөҙө ағарып китте. Яңғыҙ сағымда тамаҡ туйҙыра алмағанға күрә, балалы булғас, нисек булыр һуң? Яңы ғына ҡыҙ булып йөрөп, ҡатын булған инем, инде балалы ҡатын буласаҡмын. Уйлап торһаң, был бик еңел бер эш түгел, тигән мәғәнәләге фекерҙәргә төштө.
Был — кис, төн буйына ауырыны. Иртән торғас, Бәҙри самауыр ҡуйып, Шәриф менән Йәмиләгә сәй яһап бирһә лә, берәй сынаяҡтан артыҡ эсә алманылар. Бәҙри өсөн Йәмиләнең ауырыу булыуы ҡыйынлыҡты дәхи арттырҙы. Яңғыҙ ҡатынға ике ауырыуҙы тәрбиә итеүе, тураһы, бик ауыр эштер. һәр көн хәйер һорашырға, өйҙән-өйгә йөрөп, теләнергә тура килә, уның өҫтөнә тәрбиәсеһеҙ ятҡан ауырыуҙарҙы ла ҡарау Бәҙри өҫтөнә йөкләнде. Бына бөгөн дә сығып китте, өйҙә ятҡан ауырыуҙарға Гөлйыһан ғына һыу-фәлән биреп торҙо.
Бәҙри теләнеп ҡайтҡансы, кис тә булды. Ҡайтыу менән һыуға барып килде лә, ирен тәрбиәләп, унан һуң Йәмиләнең хәлен һорап, теләгән нәмәләрең бармы, тигән булып һораны. Был ваҡытта Йәмиләнең хәле бик ауырайған ине. Бәҙригә ҡарап, аҡрын ғына тауыш менән:
— Хәлем бик насар, һөйәктәрем таралып бара, бик оялам, ике араға минең шаршауҙы ҡороп ҡуй әле, — тине.
Бәҙри, хеҙмәт итергә әҙер генә торғанға күрә, бик тиҙ тороп, шаршауҙы ҡороп та ҡуйҙы. Ваҡ-төйәк эштәрен бөтөргәс, самауыр ҡайнатып, сәй эсергә керештеләр. Ләкин был сәйҙәре, әүәлдәге сәйҙәре кеүек ләззәтле, хозурлы түгел ине. Ике сырхау ике урында уф-уф тип ята. Йәндәре камил рәнйеп, үҙҙәренең ауырыу икәнлектәрен тороштарынан уҡ белдерәләр ине.
Бәҙри бер сынаяҡ сәй яһап, Шәрифтең алдына ҡуйған булды, икенсе сынаяҡ аҫтына яһап, Йәмиләгә бирҙе. Улар сәй эсһә, үҙенә күңелле булыр төҫлө була, хәл теле илә “эсегеҙ әле” тигән кеүек ҡарап торҙо. Ул бөтә вөжүде илә уларҙы ҡыҙғана ине.
Уларҙың бер ҙә әсәһе килмәгәнгә күрә, шул берәр сынаяҡ сәйҙе эстеләр ҙә, донъянан өмөт өҙөп, ҡул һелтәгән кешеләрсә, урындарына яттылар.
Бөгөн Гөлйыһан менән Хоҙайбирҙе лә, әүәлдәге ит бешергән көндәге кеүек, шат түгелдәр ине. Бала булһалар ҙа, ҙурҙарҙың был хәлдә булыуы быларға тәьҫир иткән ине. Шулай булһа ла, Хоҙайбирҙе:
— Әсәй, миңә атай сынаяғына сәй яһап бир, — тине.
Былар бик күңелһеҙ сәй эскән ваҡытта, шаршау артында мөйөштә йәмилә ыңғыраша, өмөтөн яңғыҙ аллаға ғына бәйләп, ауыҙынан ҡат-ҡат: “Уф алла!”—тигән кәлимәне сығара ине.
Йәмилә аллаһы тәғәләнән генә ярҙам эҫтәмәй, кемдән ярҙам эҫтәһен. Барса ғажиздәрҙең иң ахырҙа илтижа итәсәк, һоғанасаҡ урындары — аллаһы тәғәләлер.
Бер аҙ торғас, ҡараңғы төшөп, өйҙө бигерәк күңелһеҙ бер хәлгә килтерҙе. Бәҙри бер өслө генә лампа табып яндырып, тәҙрә төбөнә ҡуйҙы. Бер аҙҙан һуң Бәҙри ҙә, балалар ҙа йоҡоға киттеләр.
Йәмилө яңғыҙ ғына һаташып ята бирҙе. Уның күҙенә әллә нәмәлер күренә. Ул үҙенең бик ауыр бер хәлдә икәнен бәғзе ваҡытта гына һиҙә, бәғзе ваҡытта билкөллөһө һушһыҙ булып, уҙенән үҙе хәбәрһеҙ рәүештә ята ине. Өйҙө тышҡы яҡтан ҡар баҫып киткәнгә күрә, эсенә бер тауыш та ишетелмәй. Өй эсендә Шәрифтең ғыжлауы менән Йәмиләнең ыңғырашыуы, уларға ҡушылған фәҡирлек ғәләмәте булған, һис туҡтауһыҙ һайрап торған, хәсрәтһеҙ сиңерткә тауышынан башҡа тауыш та юҡ ине. Был ярлыларҙы ауырыу илә фәҡирлек, үлектәр хәленә керткән донъянан хәбәрһеҙ яһағанға күрә, гүйә, был өй үлектәр урыны булып, сиңерткә тауышы ғына өйҙә йән эйәһе барлығын белдерә ине.
Тәҙрә төбөндә ултырған, үҙ уйынса, бик күп яҡты бирәм тигән төҫлө торған өслө лампа туҡтауһыҙ, күңелһеҙ генә нурын сәсә, бик ижтиһад менән булһа ла, тар ғына өйҙө яҡты итергә тырыша ине. Тәҙрәнең боҙо лампа йылыһы менән, аҙ ғына иреп, күҙ йәше кеүек булған, һалҡын тамсылар яһаған ине.
Љөмүмән ҡарағанда, өйҙөң эсе, үҙалдына-үҙе ярлылыҡтан зарлана, Йәмиләне ҡыҙғана төҫлө ине. Йәмиләнең эсендә булған бәдбәхет бала, әйтерһең, бындай михнәтле донъяға, хәсрәтле өйгә, ярлы тормошҡа тыуаһы килмәгән кеүек. “Инде мин тыумам, тәрбиәсеһе юҡ әҙәмде үҙем менән бергә ошо өй кеүек ҡәбергә алып барырмын” тигән кеүек, был донъяға килмәҫкә, тыумаҫҡа талаша, Йәмиләне һушһыҙландыра ине.
Бала ысындан да тыуманы. Йәмиләнең ыңғырашҡан тауышына Бәҙри йоҡоһонан уянды. Күҙен тырнап, Йәмилә янына килгән булып, бер сара табыр кеше кеүек:
— Йәмилә! Йәмилә!— тип хәлен белергә теләһә лә, яуап ала алманы. Йәмилә аҡайған күҙҙәрен әйләндереп, ҡулы менән ишара ҡылып: “Инде минән яуап көтмә, минең хәлем бөттө, бәхетһеҙ ғүмеремдең аҡтыҡ сигенә ирештем”, — тигән кеүек булды.
Бәҙри быны күреп, ҡайҙа барырға белмәй, Шәрифтең әйтеүе буйынса, йыраҡ түгел күршеләге әбейгә йүгерҙе. Ҡап-ҡараңғы төндә, урам эттәрен өрҙөрөп барып, әбейҙе уятты.
Бындай ярлыларға әбей ниңә килһен? “Ете төн уртаһында йөрөй алмайым, күҙем күрмәй”, — тип кенә яуап бирҙе. Бәҙри, әбейгә нимә әйтергә белмәй, йәне әсеп:
— Байҙар булһа, барыр инегеҙ, ярлыларҙың үлгәне-терелгәне һеҙгә барыбер шул, — тип кире ҡайтып китте.
Ауырыу көйөнсә булһа ла, Шәриф тороп ултырған булды. Йәмиләне ҡыҙғанып, күҙенән йәш ағыҙырға теләй ине. Бәҙри ике ҡулын ыуып: “Ай алла!..” — тип тороуҙан башҡа бер эш тә эшләй алманы. Йәмиләнең һулышы, тын алыуы ауырайып, йән сығыр ваҡыты еткәс, Бәҙри:
— Әллә үлә инде, һин, ҡара әле! Ясин дә сығыр кеше булманы, — тине.
Бәҙри юҡ өсөн ҡайғыра. Йәмиләнең бында теләнеп йө-рөүенән, рәхәтлек йорто булған хәйәте әбәҙиәгә барыуы мең тапҡыр артыҡтыр. Йәмилә инде тыныс ләхеткә барасаҡ, тупраҡ Йәмиләне ҡосағына алып, мәрхәмәтле һәм шәфҡәтле әсәләр кеүек, ҡосоп һаҡлаясаҡ һәм әсәләр вазифаһын күрһәтәсәктер. Йәмиләнең түбә таҡтаға ҡарап, аҡайып ҡалған күҙҙәре, хәл юҡлыҡтан хәсрәтһеҙ ҡалмыш вөжүде үҙенә һөжүм итәсәк үлемде көтә, бөтә өйҙәге нәмәләргә, был донъяға камил нәфрәт һәм истиғфаф менән ҡарай. Уларға тәхҡир һәм мыҫҡыл назары илә баға, үҙенең был тормоштан ҡотоласағына тамам иман булған икәнде белдерә ине. Хәҡиҡәттә Йәмилә аҡ йөҙ, саф күңеле илә был донъя менән вәфиғ итәлер. Бәҙри был серҙәрҙе белмәһә лә, инде үлгәне лә яҡшы, бында торғанда ла рәхәт күрә алмай, тип уйлап ҡуйҙы.
Ҡараңғы төндәр үтеп, шәреҡ тарафынан таң яҡтырған ваҡытта, Йәмилә күҙен тултырып, бөтә тирә-яғына ҡараны. Бәҙриҙәргә, мин һеҙгә бурыслымын, мине химая иттегеҙ, мин ҡайтара алмай киттем, тигән кеүек ҡараны ла ике бөртөк күҙ йәшен атты. Был ҡараңғы бәдбәхет донъянан теге донъяға китте. Балаһы, был донъяның насарлығын белгән, һинең йөҙөңдө күрмәйем тигән кеүек, әсәһе ҡарынында китте. Йәмилә бик тыныс, рәхәтләнеп һуҙылып ятты. Бәҙри килтереп өҫтөнә бер аҡ таҫтамал япты.
Иртән торғас, Бәҙри Йәмиләгә ҡайҙан кәфен аласаҡ? Нисек итеп ҡара ҡәбергә илтеп күмәсәктәр? Йәмилә үлде лә, донъяның бөтә ҡәһәр һәм йәберенән, уның күрһәткән ауырлыҡтарынан ҡотолдо. Инде уны һөйрәп сығарып ташлаһалар ҙа үкенмәй. Тере ваҡытында ҡыуылып сығыуы, ике күҙенән йәш ағыҙһа ла, инде уның, күҙҙәре йомолған, йәш ағыҙыуҙан туҡталғандар. Инде ул инсандарҙан, зәррә ҡәҙәре булһын, иғанә һәм ярҙам һорамайҙыр.
Ләкин уның ауырлығы бисара Бәҙригә ҡалды. Шулай булһа ла, иртән булғас, Йәмиләне, үлде инде тип, сығарып ташламанылар. Үҙе кеүек ярлылар, күршеләре ҡәбер ҡаҙып, дәфен ҡылыу туғрыһында ярҙам иттеләр.
Унан-бынан йыйып, кәфен дә алдылар. Әллә ни ҡәҙәр сабаталы ярлылар мәйетте күтәреп, мәсет алдына йыназа уҡытырға алып барҙылар. Иң ауыр эш — йыназа уҡырға килмәйенсә, хәҙрәттең сәғәттән артыҡ көттөрөүе булды. Ярлылар, өшөмәҫ өсөн, һәр береһе бейеп йөрөй торғас, бөтә мәсет алдын тап-таҡыр итеп бөтөрҙөләр.
Йәмилә хәл теле менән:
— И хәҙрәт! Минең һеҙҙең йыназа-фәләнегеҙгә ихтыяжым юҡ, тере ваҡытымда күргән хурлыҡтарым етер инде, инде үлгәс, минең һөйәгемде тиҙерәк ҡара ҡәбергә ебәрегеҙ! Дүрт мәртәбә тәҡбир әйтергә ауырһынмағыҙ. Минән һеҙгә тейәсәк бер тинем булмаһа ла, йыназа уҡып ҡына бирегеҙ. Бында торған кейемһеҙ ярлыларҙы ҡыҙғанығыҙ, — тигән төҫлө ине.
Бер-ике сәғәттән һуң мулла килеп йыназа уҡыны ла:
— Барығыҙ, инде алып барып күмеп ҡайтығыҙ, — тип йылы өйөнә кереп китте.
Уны күтәреп ҡәбергә алып киткән ваҡытта ла, юғарыла зекер ҡылынған, ҡатындар саҡырған байҙың өйө янынан алып киттеләр. Йәмиләнең теле булһа, шул һүҙҙәрҙе әйтеп китер ине:
— Йәнем! Һин мине өйөң алдынан, эт кеүек итеп, ҡыуып ебәргән инең. Инде мин шул дәрәжә мәсғүд бер хәлдәмен, һинең мал һәм милкең минең күҙемә сүп ҡәҙәре лә күренмәй, әгәр ҙә һин инде үҙеңдең был хәлгә төшәсәгеңде белһәң ине, был малдарың бер нәмәгә лә яраҡһыҙ икәнен белер инең! Инде минең күҙемә һинең ебәк күлдәктәрең өҫтөмдәге кәфен ҡәҙәре лә күренмәйҙәр. Мин инде тигеҙлек донъяһына сыҡтым, бында икебеҙҙең арала туҙан тиклем айырма юҡтыр!
Бына шунан бер сәғәт һуң Йәмиләне ҡара ҡәбергә, мәрхәмәтле ер ҡуйынына илтеп күмделәр.
Шәфҡәтһеҙ кешеләрҙең күңеле кеүек ҡаты, рәхимһеҙ ҡышҡы һалҡындар бөтөп, нурлы һәм эҫе ҡояш, нурын бөтә донъя йөҙөнә сәсеп, хәйәт әҫәре бирә торған ваҡыттар еткән, йәғни май ахырҙары булған ине. Көндөң матурлығынан, һауаның сафлығынан бөтә йән эйәһе шат булып, һәр береһе рәхәтлектә ине.
Бына шул ваҡытта Шәрифтең был ҡаланан илле саҡрым ҡәҙәре булған ауылына китә торған юл менән бер ҡатын китеп бара ине. Ул ҡатын ҡояш эҫелегенән янып ҡыҙарған, бәләкәй арбаһын тартып бара торғас, тамам арыған ине. Был ҡатындың дүрт-биш йәшлек ир балаһы менән ете-һигеҙ йәшлек ҡыҙ балаһы үҙенән егерме-утыҙ сажин артта ҡалып баралар ине. Арбаһында ла бер имсәк балаһы бар ине. Бына был ҡатын Бәҙри булып, балалары ла Хоҙайбирҙе менән Гөлйыһан ине. Шәриф шул ауырыуынан терелә алмайынса, ҡыштың ахырында вафат булған ине.
Шәриф ауырып ятҡан ваҡытта, Бәҙри балаларын теләнеп туйҙырып торҙо. Был ваҡытта Бәҙриҙең күрмәгән ауырлыҡтары ҡалманы. Ул хәйерселәрҙең дә иң оятһыҙы булды. Был ауырлыҡтарҙың бөтәһе, Шәрифтең үлеүенә-ҡарағанда, бик еңел булып ҡалды. Икешәр-өсәр көн ас тороп иламаған Бәҙри Шәриф үлгән ваҡытта иланы. Бының өҫтөнә, Шәриф үлгәндән бер аҙна һуң, эсендәге балаһы донъяға килде. Бына ул шул ваҡытта аслыҡтың ауырлығын татыны. Үҙе бер ергә лә сыға алмағанға күрә, Гөлйыһан менән Хоҙайбирҙе теләнеп йөрөй башланылар. Ул ваҡыттар ҙа үтте. Ҡар бөтөп, арба юлы төшкәс, ауыл еренә ҡайтырға уйлап, ҡаланан сығып китте. Эҫе көндә имсәк балаһын арба менән һөйрәп, ике балаһын эйәртеп, юл менән барған ҡатын бына шул Бәҙри ярлы ине.