Яратҡан шөғөл нәтижәһе — ғилми асыш
Закирйән Ғәлимйән улы Әминев менән инде ҡырҡ йыл тирәһе, Башҡорт дәүләт университетында уҡыған дәүерҙән танышбыҙ, йыш аралашып торабыҙ. Философия фәндәре кандидаты менән сираттағы һөйләшеүҙе уның фәнни эшмәкәрлегенә йүнәлттем.
— Прокуратура органдары ветераны, отставкалағы өлкән юстиция советнигы... һәм халҡыбыҙҙың мәшһүр “Урал батыр” эпосын өйрәнеү нигеҙендә диссертация яҡлаған ғалим, Башҡортостан Фәндәр академияһы Гуманитар институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре... Сәйерерәк кеүек...
— Үҙем өсөн бер ҙә сәйер түгелсе. Прокуратура органдарында 20 йылдан ашыу хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыҡҡас, 2001 йылда Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына эшкә урынлаштым. Тәүге осорҙа, ысынлап та, быға ғәжәпләнеүселәр булды. Бигерәк тә мине белмәүселәр араһында. Һуңыраҡ күнектеләр: “ситтәр” араһында үҙ кешегә әйләндем (көлә). Халыҡ ижады менән үткән быуаттың 70-се йылдарында университетта уҡығанда ҡыҙыҡһына башланым. Был миңә өләсәйемдән — атайымдың әсәһенән — күскәндер, тип уйлайым. Бала саҡта ул һөйләгән әкиәттәрҙе, эпостарҙы иҫем китеп тыңлай торғайным. БДУ-ның 1-се дөйөм ятағында буласаҡ филологтар менән аралашып, уларҙың дәреслектәре менән ҡыҙыҡһындым. Бының да тәьҫире булғандыр. Студент йылдарында фольклор һәм этнография материалдары йыя башланым. Юридик факультетты тамамлап, йүнәлтмә буйынса прокуратурала эш башланым, көндәлек мәшәҡәттәр баштан ашырлыҡ булғанда ла, яратҡан шөғөлөмдө ташламаным (бәлки, ул мине ташламағандыр). Кешеләр менән прокурор эштәре буйынса һөйләшкәндә, үҙем дә һиҙмәҫтән фольклор һәм этнографияға ҡағылған әйберҙәргә иғтибар итә торғайным. Етәкселәрҙән “Әкиәттәр менән булышыуыңды ташла, прокурор кешегә етдилек кәрәк” тигәнерәк иҫкәртеүҙәр ҙә ишеттем. Шуға ла күберәк төндәрен ултырырға тура килә ине. Эш сәғәттәрендә арыбыраҡ китһәм, “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” йә “Ҡуңыр буға”ны ҡулға алыр булдым. Уларҙы уҡыу хеҙмәтемдең енәйәттәр менән бәйле көндәлек ысынбарлығынан бер ни тиклем арынырға ярҙам итә ине.
Хәтеремдә, шул саҡтарҙа Татарстандың билдәле яҙыусыһы Рәзил Вәлиевтең республика прокуроры менән әңгәмәһе ҡулға эләкте. Прокурор быға ҡәҙәр журналист булған, һөҙөмтәлә художестволы фотоға төшөрөү уның яратҡан шөғөлөнә әйләнгән. Матур, ысын мәғәнәһендә һоҡланғыс фотоһүрәттәрҙе күргәнем бар ине, авторҙың исем-шәрифен белгәс, был прокурорҙың аҙашылыр, тип уйлап ҡуйғайным. Ысынында фоторәссам прокурор булып сыҡты. Яратҡан шөғөлө еңел булмаған мәшәҡәттәренән ял итергә ярҙам иткән. Прокурор-фоторәссамдың күҙәтеүенсә, хоҡуҡ һаҡлау органдарының ошондай шөғөлө булған хеҙмәткәрҙәре төп эштәрендәге көндәлек ауырлыҡты башҡаларға ҡарағанда еңелерәк кисерә икән. Минең менән дә шулай булды, тип уйлайым. Мифология менән даими шөғөлләнеү төп эшемә бер ҙә ҡамасауламаны, киреһенсә, һәр саҡ йыйнаҡ булырға, кешеләр менән уртаҡ тел табырға ярҙам итте.
— Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады ифрат бай...
— Әлбиттә. Был өлкәлә эшләүсе булараҡ, бөтөн Евразия киңлектәрендә “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу”, “Заятүләк менән Һыуһылыу”, “Зөһрә менән Алдар”, “Ҡуңыр буға”, “Аҡһаҡ ҡола” һәм башҡа үҙенсәлекле эпостар — беҙҙең башҡорт халҡының ижади мираҫы, тип ауыҙ тултырып әйтә алам. Әлбиттә, фольклор ынйыларының ҡайһы берҙәре беҙгә туғандаш халыҡтарҙа ла бар. Мәҫәлән, төрлө ғилми конференцияларҙа осрашҡанда ҡаҙаҡ ғалимдары беҙҙә лә, үҙҙәрендә лә булған “Ҡуҙыйкүрпәс”, “Алпамыша”, “Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпостары менән ныҡ ҡыҙыҡһына, уларҙың һәр ҡайһыһын ниндәй белгес өйрәнә, тип һорай. Бер үк ваҡытта сит тарафтарҙағы хеҙмәттәштәребеҙ, “Һеҙҙең эпостар күпкә боронғораҡ һәм тулыраҡ, сөнки уларҙа мифологик мотивтар һәм сюжеттар бар”, тип билдәләй. Әйтелгән һәм башҡа эпостарҙың һаманға тиклем беҙҙә монографик планда өйрәнелмәүе, был әҫәрҙәр буйынса кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертациялары яҙылмауы уларҙы ныҡ аптырата. Бына шунда үҙебеҙҙең күршеләрҙән ни тиклем артҡа ҡалғанға ҡыйынһынып ҡына түгел, хатта ғәрләнеп тә ҡуям. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ысынлап та, тикшеренеүселәребеҙ эпостарыбыҙҙы һүрәтләп һөйләүҙән йыраҡ китә алмай шул әлегә.
Шуны ла әйтеп үтер инем: беҙҙең белгестәрҙән айырмалы, һуңғы ваҡытта татар ғалимдары был йәһәттән һиҙелерлек әүҙемлек күрһәтә башланы. Халҡыбыҙ ижадын бергәләп өйрәнеү һәм тикшереүгә бер ҡаршылығым да юҡ. Әммә Башҡортостан менән сиктәш биләмәләрҙә генә түгел, хатта республикабыҙҙа йәшәгән милләттәштәребеҙҙең бер өлөшөн әкренләп юғалта барған кеүек, тора-бара халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадының хозур ынйыларынан да ҡолаҡ ҡаҡмаҫбыҙмы икән?! Бөгөнгө буталсыҡ заманда тарихты боҙоп күрһәтеп, нигеҙле-нигеҙһеҙ һәм дә яһалма рәүештә рухи хазинабыҙҙы уртаҡҡа әйләндереүгә ҡырҡа ҡаршы мин.
— Бик көнүҙәк мәсьәлә күтәрәһегеҙ. Ысынлап та эштәр шулай хөртмө ни?
— Әлбиттә, бер ни эшләнмәй тип әйтеү ҙә дөрөҫ түгел. Мәҫәлән, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты халыҡ ижады бүлеге хеҙмәткәрҙәре йыл һайын ғилми экспедицияларға сыға, йыйылған материалдарҙы ташҡа баҫтырып, фәнни әйләнешкә индерә. Бик тә әһәмиәтле һәм маҡтауға лайыҡ эш. Тик был ғына, минеңсә, етерлек түгел. Әгәр ҙә беҙ рухи мираҫыбыҙҙың фәндәге осраҡлы кешеләр ҡулына эләгеүен теләмәһәк, тәү сиратта был йүнәлештә үҙебеҙ әүҙемләшергә тейеш. Әйткәнемсә, эпостарыбыҙҙы ябай һүрәтләп һөйләүҙән ҡотолоп, уларҙы фәнни яҡтан тәрән тикшереп өйрәнеүгә тотонорға кәрәк. Һәр эпос буйынса кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияһы яҙыу мотлаҡ.
— Бының өсөн нимә кәрәк һуң?
— Эпостарыбыҙҙы тулы мәғәнәһендә фәнни тикшереү өсөн белгестәребеҙгә үҙебеҙҙең һәм күрше туғандаш халыҡтарҙың тарихын, донъя халыҡтары мифологияһын белергә кәрәк. Бер үк ваҡытта эпос текстарын өйрәнеүҙә фәндә билдәле семиотик һәм герменевтик алымдарҙы ҡулланыу зарур. Донъя халыҡтары мифологияһын белмәһәк, үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ҡайнауҙан ары китә алмаясаҡбыҙ. Мифтарҙы күберәк белеү уларҙы сағыштырып өйрәнеүгә, дөйөм һәм айырым үҙенсәлектәрҙе табырға ярҙам итәсәк.
— Кандидатлыҡ диссертацияһы нигеҙендә урыҫ телендә “Космогонические воззрения древних башкир” тигән китап баҫтырып сығарҙығыҙ. Академик Нияз Мәжитов уны “ҙур ғилми асыш” тип атағайны. Ошо хеҙмәтегеҙ тураһында һөйләһәгеҙ ине.
— Китап халҡыбыҙҙың мәшһүр “Урал батыр”ын тикшереүгә нигеҙләнгән, унда эпостың тулыһынса космогоник характерҙа булыуы тураһында һығымта яһала. Ғөмүмән, ағалы-ҡустылы Шүлгән менән Уралдың тереһыу эҙләгәндә ҡылған эштәренең, улар кисергән мажараларҙың мәғәнәһе асыҡлана.
Минеңсә, эпоста һәр һүҙ, һәр ваҡиға нигеҙенә ҙур мәғәнә һалынған. Уларҙы аңлар өсөн беҙгә боронғо ата-бабаларыбыҙҙың донъяуи ҡараштарын яҡшы белергә, Урал батырға улар күҙлегенән ҡарап, ҡомартҡыны ана шул ниәттән сығып тикшерергә кәрәк, тип таптым. Беҙ оло һәм серле әкиәт тип ҡабул иткән ваҡиғаларҙы боронғо ата-бабаларыбыҙ бөтөнләй икенсе төрлө аңлаған. Эпосты улар кеүек ҡабул итер өсөн беҙгә уларҙың фекерләү логикаһын өйрәнергә һәм уларҙың фекерләү кимәленә күтәрелергә (бәлки, төшөргә) кәрәк. Шунһыҙ беҙ ундағы ваҡиғаларҙы мауыҡтырғыс әкиәт тип кенә ҡабул итәсәкбеҙ. Мәҫәлән, “Шүлгәненә ун ике, Уралына ун тулып” тигән юлдар бар. Эпосты ижад иткән ата-бабаларыбыҙ ни өсөндөр төп персонаждарҙың мотлаҡ ун ике һәм ун йәштә булыуын айырып һәм асыҡ итеп әйтә. Бында ниндәйҙер мәғәнә булырға тейеш тигән уй мине артабанғы тикшеренеүҙәргә этәрҙе. Сөнки, әйткәнемсә, боронғо мифологияла бер ҡасан да һүҙ һүҙ булһын тип кенә, буштан-бушҡа ғына әйтелмәй. Һәр бер һүҙгә ниндәй ҙә булһа мәғәнә йә мәғлүмәт йәшерелгән була. — Артабан ниндәй һығымталар яһанығыҙ?
— Әгәр ҙә боронғо ата-бабаларыбыҙҙың донъяуи күҙлегенән ҡараһаҡ, баяғы юлдар бик күп нәмә һөйләй. Минеңсә, Урал батырҙың үткән юлын һәм шул юлда ҡылған эштәрен, күрһәткән батырлыҡтарын Ҡояштың бер йыл эсендә үткән юлы тип ҡарарға кәрәк, ә Шүлгәндең юлы Айҙың төнгө күктәге маршрутын ҡабатлай булып сыға. Уралға – 10, ә Шүлгәнгә 12 йәш тулғас, эпоста ваҡиғалар ҡуйыра, көсөргәнеш арта башлай. Баҡтиһәң, боронғолар был 10 һәм 12 һандарына бик ҙур мәғәнә йәшергән икән: Шүлгәнгә 12 йәш тулыуҙы 12 айҙан торған бер йылдың үтеүе, ә Уралдың 10 йәшкә етеүен йылдың 10 айы үтеүе тип аңларға кәрәк.
— Йылдың 12 айҙан тороуы бөтәбеҙгә лә мәғлүм. Шуға күрә Шүлгәндең 12 йәшен боронғоларҙың 12 айҙан торған йыл тип аңлауына ышанырға була. Әммә уларҙың йыл эсендә тағы ла ун айҙы айырыуы бигүк аңлашылып етмәне...
— Быны аңлар өсөн боронғоларҙың донъя ҡоролошо тураһындағы мифологик ҡараштарын белергә кәрәк. Ғалимдар күптән асыҡлауынса, боронғо кешеләр ваҡытты ыңғай һәм кире мәлгә бүлгән. Йылы һәм ҡояшлы йәй ыңғай мәл булһа, көҙгө һәм ҡышҡы һыуыҡ саҡтарҙы ата-бабаларыбыҙ кире баһалаған. Ошо боронғо мифологик ҡараштар буйынса, йылдың 10 айы әҙәм балаһы өсөн ярайһы уҡ ыңғай тип ҡаралһа, иң һыуыҡ ҡышҡы ике ай, иң насар ваҡыт булараҡ, уларҙың календарынан һыҙып ташланған. Боронғолар был ике айҙы тиҙерәк үткәреп ебәрергә тырышҡан. “Оло селлә” һәм “Кесе селлә” тип аталған иң һыуыҡ ҡышҡы көндәрҙе белдереүсе был айҙар башҡорт халыҡ календарында әле лә айырып күрһәтелә. Билдәле булыуынса, Оло селлә — 40, ә Кесе селлә 20 көндән тора. 40-ҡа 20-не ҡушһаҡ, 60 көн, йәғни ике ай килеп сыға. Әлеге шул иң һыуыҡ ике айҙы алып ташлаһаҡ, боронғолар Урал батырҙың 10 йәше тигән мәғлүмәткә йәшергән 10 ай тороп ҡала.
— 10 айлыҡ календарь боронғо башҡорттарға ғына хасмы?
— Юҡ, әлбиттә. Боронғо төркиҙәрҙең календарында ла йылдың тик 10 айы ғына исемле булған, ә ике ҡышҡы айҙың исеме булмаған. Сөнки ҡалған ике иң ауыр айға исем ҡушыу, исемләп атау уларҙы саҡырыуға тиң, тип уйлаған боронғолар. Ҡайҙан уларҙы саҡырыу, киреһенсә — был ике ауыр айҙы нисек булһа ла тиҙерәк үткәреп ебәреү тураһында ҡайғыртҡандар. Дөйөм алғанда, ун айлыҡ календарь таш быуат кешеләре заманында уҡ формалашҡан булған. Ҡалған ике ай улар өсөн “юҡ” булып иҫәпләнгән. Боронғо Рим кешеләре лә үҙҙәренең календарында тик ун айға ғына исем ҡушҡан, ә ҡалған ике ай исемһеҙ ҡалған, йәғни улар “юҡ”. Ошондай уҡ хәлде боронғо скандинавтар календарында ла күрәбеҙ. Донъяның төрлө тарафында йәшәгән, телдәре бер-береһенә яҡын да булмаған күп халыҡтарҙа шундай календарь булыуы тураһында миҫалдар бихисап. Тап ошо мәғлүмәттәргә таянып та инде, Урал батырҙың ун йәше — бер йылдың ”ун айлыҡ ҡояш календары” тип фаразлайым. Тимәк, Шүлгән менән Уралдың йәшендә боронғо башҡорттар ай-ҡояш календарын күргән.
Уралдың үткән юлы Ҡояштың бер йыл эсендә Ер тирәләй үткән юлына тап килә. «Ер тирәләй», тибеҙ, сөнки боронғолар, Ҡояш Ер тирәләй әйләнә, тип уйлаған. Билдәле ғалимдарҙың (Ларичев В.Е., Фролов Б.А. һәм башҡалар) тикшереүҙәре боронғо таш быуат (палеолит) дәүерендә үк кешеләрҙең календарь төҙөгәнен раҫлай. Улар шул ваҡыттарҙа уҡ иң оҙон көндө (июндә), иң ҡыҫҡа көндө (декабрҙә), яҙғы һәм көҙгө көн менән төн тигеҙләнгән мәлдәрҙе (март һәм сентябрҙә) календарҙарында айырым билдәләгәндәр. Бының өсөн улар бер йыл эсендә Ҡояштың Күктә дүрт нөктә аша үтеүен асыҡларға тейеш булған һәм... быны эшләгән. “Урал батыр” эпосында, Һомайҙы осратҡас, Уралдың “Биш ил барын беләм мин” тигән һүҙҙәрен ата-бабаларыбыҙҙың да шул дүрт нөктәне белеүҙәре тураһында кинәйәләп әйтелгән мәғлүмәт тип аңларға кәрәк. Боронғо ата-бабаларыбыҙ яҙғы һәм көҙгө көн менән төн тигеҙләнгән мәлде лә, иң оҙон, иң ҡыҫҡа көндәрҙе лә яҡшы белгән.
— Тикшеренеүҙәрегеҙ башҡорт мәҙәниәтенең бик боронғо дәүерҙәренә алып китә һәм ата-бабаларыбыҙҙың аң кимәленең күрше-тирә халыҡтарҙыҡынан бер ҙә кәм булмауын күрһәтә түгелме һуң?
— Әлбиттә. Башҡорттар бик боронғо дәүерҙәрҙә үк бик үҙенсәлекле мәҙәниәт тыуҙырған һәм, уны һаҡлап, беҙгә килтереп еткергән. Был минең генә фекер түгел. Мәҫәлән, күренекле тарихсы һәм археолог С. А. Плетнева, төрки халыҡтарҙың боронғо тарихы буйынса танылған белгес булараҡ, ата-бабаларыбыҙ тураһында бына нимә яҙған: “Башҡорттарҙың ата-бабалары бик борон уҡ үтә үҙенсәлекле һәм юғары кимәлдәге мәҙәниәткә эйә булған, ул күрше-тирә дәүләттәр мәҙәниәтенән бер ҙә ҡайтыш булмаған. Был мәҙәниәттең тамырҙары бик тәрәнгә, борон-боронғо дәүерҙәргә барып тоташа, һәм шундай тәрән тамырлы булғанға күрә лә улар беҙҙең көндәргә килеп етә алған. Башҡорттоң йәшәү рәүешен, йәшәү дәртен, төрлө тарихи катаклизмдарға бирешмәйенсә халыҡ булып һаҡланып ҡалыуын тик шул үҙҙәре тыуҙырған һәм һаҡлап ҡала алған бик боронғо мәҙәниәттәренән сығып һәм үҙҙәре төҙөгән боронғо цивилизация менән генә аңлатырға мөмкин”. Билдәле ғалимә 1981 йылда Мәскәүҙең “Наука” нәшриәтендә сыҡҡан “Степи Евразии в эпоху средневековья” исемле китабында башҡорт мәҙәниәте тураһындағы үрҙә килтерелгән фекерен: “Ошо юғары мәҙәниәтле цивилизациялары, башҡортто төрлө тарихи катаклизмдарҙан ҡурсалап, үҙ йөҙөн бигүк ныҡ үҙгәртмәй, уларға (башҡорттарға) беҙҙең көндәргә килеп етергә мөмкинлек биргән дә инде”, – тип тамамлай.
— Халҡыбыҙ тураһында бик юғары, ысынлап ғорурланырлыҡ фекерҙәр бит… “Урал батыр” эпосына тағы бер әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Республика гәзиттәренең береһендәге сығышында Рәшит Шәкүр был әҫәрҙе яттан һөйләү конкурстарында эпостың башҡа телдәргә тәржемәләрен башҡарыуҙы тәнҡитләп сыҡҡайны. Быға ҡарашығыҙ нисек?
— Аҡһаҡалыбыҙҙың һүҙҙәренә тулыһынса ҡушылам. Һәр әҙәби әҫәр ижад ителгән телендә генә бар матурлығы менән яңғырай ала. Ә тәржемә мәсьәләһенә дөйөм ҡарағанда, эпостарҙы, шулай уҡ халыҡ ижадының башҡа жанр өлгөләрен дә, әҙиптәребеҙҙең әҫәрҙәрен дә сит телдәргә ауҙарыу мотлаҡ кәрәк, тип һанайым. Һуңғы ваҡытта беҙҙә “эпостарыбыҙҙы сит телдәргә тәржемәләү кәрәкмәй” тигән фекерҙәр ишетелә башланы. Бының менән һис тә килешмәйем. Тәржемәләр бик кәрәк. Тик уларға талаптар ҙа юғары булырға тейеш. Исем өсөн генә түгел, тел нескәлектәрен тойоп, әҫәрҙе тулыһынса аңлап һәм фән ҡанундарын тотоп башҡарылырға тейеш был эш. Текстарҙы боҙоу йә уларҙы ирекле ҡулланыу насар эҙемтәләргә килтерә. Мәҫәлән, “СССР халыҡтары эпостары” серияһының 1977 йылда нәшер ителгән академик баҫмаһында “Урал батыр”ҙың урыҫсаға тәржемәһендә шул сәбәпле ҙур хата ебәрелгән. Тәржемәсенең мифологияны белмәүе һөҙөмтәһендә Шүлгән менән Уралдың аҡ һаҡаллы ҡарт менән оло мәғәнәгә эйә булған бер һыу буйында осрашыуы ике егеттең ҡарт менән осрашыуы итеп кенә бирелгән. Ысынында эпоста был ваҡиға ҙур мәғәнәүи әһәмиәткә эйә: был “иҫке”нең “яңы” менән осрашыуы, бер донъянан икенсегә күсеү. Ҡыҫҡаһы, тәржемәсегә телде аңлау ғына етмәй, ул уның башҡорт филологияһы, бай тарихы, мифологияһы, этнографияһы тураһында аҙмы-күпме белергә тейеш.
Был йәһәттән тағы ла бер проблеманы әйтер инем. Бөгөнгө күҙлектән сығып, эпостар тексына ниндәйҙер үҙгәрештәр индерергә тырышыу. Быны ла урынһыҙ тип һанайым. Бындай шөғөлдөң фәнгә бер ҡағылышы ла юҡ. Эпос текстарын төрлө яҡлап тәрән тикшереү урынына уларҙы бөгөнгө ҡараштарға яһалма ҡулайлаштырырға ынтылыу — мәғәнәһеҙлек.
— Был һүҙҙәрегеҙ халҡыбыҙҙың бай ижадына, тәү сиратта мәшһүр “Урал батыр”ға ҡарашығыҙҙы тулыһынса сағылдыра. Яңы ғилми асыштарығыҙ гәзит уҡыусыларҙы киләсәктә тағы ла ҡыуандырыр тип ышанайыҡ.
Ансар Нуретдинов.
This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
| |||
|