«Яратырға уны яраймы?» — тип
Һораным мин күктән,
«һорауҙарың инде һуңлаған, — ти,
Һин һөйәһең күптән».
Салҡан ятып йөҙҙөм тулҡындарҙа,
Мин, ҡояш — күҙгә-күҙ.
Ни әйтергә уның теләгәнен
Төшөндөм һүҙмә-һүҙ.
Алсаҡланып йылмайҙы ла ҡояш,
Болоттарға ҡасты.
«Көлөрһөң дә, иларһың да, — тине,
Һөйөүҙәрең ҡаты».
Яңағымда ҡалды ике буй эҙ,
Нур һәм тулҡын эҙе.
Сикәм яна тиһәм, яна икән
Мөхәббәтем үҙе.