Офоҡ ситендә – янар туп!
Ҡайҙа булған нурҙары?
Әллә үткән көн ғәмәле
Көс-хәленме урланы?
Әллә эштән арып ҡайтып
Әүәләнгән икмәк һин?
Шәфәҡ ҡыҙартып
Ҡасмаҡсы,
Һәләк инде ирмәк һин!
Һин офоҡҡа күмелгәндә
Һиҙәм
Ваҡыт ҡәҙерен.
Эй ғүмерем,
Ҡабатланһаң,
Бирер инем әжерен!
Ни ҡылайым,
Әйт тиҙерәк,
Ҡояш бата һалғансы?
– Һөйөүеңде
Әйт
Йәреңә,
Үкенескә
Ҡалғансы…