Jump to content

Ямғыр. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource


Ямғыр. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 13.06.2014. Нәшер ителгән: 07.12.2014. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


Ямғыр


Наҙға һыуһаған йәр кеүек,
Һыуға һыуһаған ерем
Тамсыһын да әрәм итмәй
Ямғыр - һөйөклө йәрен.

Йәшәреп китте бар донъя,
Күңелдән ҡасты һағыш,
Ҡасан килер тағы болот
Тамсы-алҡаһын тағып?


13.06.2014