Jump to content

Ямғыр, яу-яу!(шиғыр). Тамара Ғәниева

From Wikisource
Ямғыр, яу-яу! ( шиғыр )
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Ямғыр, яу-яу!


 Ямғыр яуа, ямғыр яуа —
 Тышта йөрөй бала-саға.
 Эй, һамаҡлай бер үк һүҙҙе,
 Көлә-көлә, саба-саба:
 Ямғыр, яу, яу!
 Иген үҫһен тау-тау!
 Ямғыр яуа,
 Атайымдың
 Устарында бейей-бейей.
 Игенсегә байрам бөгөн —
 Баш күтәрә ерҙә иген.
 Ямғыр, яу-яу!
 Иген үҫһен тау-тау!
 Күрше инәй тәҙрәлә:
 «Бирҙе хоҙай,
              бәрәкалла!»
 Йыйырсыҡтар баҫҡан
                      йөҙө
 Эй, ҡәнәғәт, эй, йылмая.
 Ямғыр, яу-яу!
 Иген үҫһен тау-тау!

 


1993 йыл