Jump to content

Ялсы. Мәжит Ғафури

From Wikisource
Ялсы
автор Мәжит Ғафури
Ижад итеү ваҡыты: 1921. Сығанаҡ: М. Ғафури. Әҫәрҙәр, т. 1—6, Өфө, 1954—57 й. • * Электрон төрө «Башҡорт теле корпусы»ның «Проза» бүлегенән алынған.


Ул ваҡытта мин бәләкәй генә бала инем. Беҙ ул саҡта ҡаланың, уртаһында, Кәбиров тигән байҙарҙың ат аҙбарҙары менән йәнәшә һалынған бәләкәй генә бер өйҙәрендә тора инек. Был бәләкәй генә өйҙөң эске яғы таш һарай булып, арт яғы бик бейек таш ҡоймаға терәлеп һалынғанға күрә, яҡты кереү өсөн ишек алдына ҡараған ике генә тәҙрәһе бар ине. Өйҙөң эсендә йәйелдереп һалынған бер мейес, эре таҡталарҙан яһалған оҙон һике һәм ишек янында яҙ көнө быҙауҙар яба торған селтәрле ситлек һымаҡ бер нәмәнән башҡа рәтле әйбер юҡ ине.

Был ваҡытта минең атай ошо байҙарҙа ат ҡарап, күсер булып, ишек алдарын һепереп хеҙмәт итә, байҙарҙың ваҡ-төйәк йомоштарына йөрөй. Әсәй шул байҙарҙың аштарын бешерә, керҙәрен йыуа, һыйырҙарын һауа һәм башҡа шундай ҡара эштәрен эшләй ине. Уларҙың икәүһе лә таңдан алып ҡара төнгә тиклем шул эштәренән бушай алмағанға күрә, мин өйҙә бәләкәй һеңлемде ҡарап, яңғыҙ ултыра инем. Беҙ иртәнге йоҡонан торғанда, улар әллә ҡасан байҙар эшенә сығып киткән булалар. Тик төш ваҡытында ғына сәй эсергә бер инеп кенә сығалар ине. Унда ла күп ваҡытта байҙарҙың берәрһе тәҙрә ҡағып: «Сығығыҙ әле, эш бар!» — тип саҡыра ла, улар яһаған сәйҙәрен дә эсеп бөтөрә алмайынса, йүгереп сығып китә торғайнылар. Кис булһа, улар беҙ йоҡоға киткәс кенә ҡайталар ине. Мин уларҙың өйгә инеп сисенеп ятыуҙарын йоҡо аралаш ҡына һиҙә торғайным. Ҡай ваҡытта атайым йоҡларға ятҡас, байҙың аҫырауы инеп:

— Әхмүш ағай! Тиҙ генә тороп ат ек, ағай ҡунаҡтарҙы илтеп ташларға ҡуша, ҡара атты екһен, ти,— тип, йомош ҡушып уятып сығып китә ине. Атайым бындай ваҡытта ҡарғанып:

— Улар унда төн буйы ашап-эсеп ултырһындар, һин бында төн йоҡоһо йоҡламай ултыр ҙа ат егеп оҙата бар!— тип ауырһынып ҡына ҡамыттарын күтәреп сығып китә ине.

Ҡай ваҡытта атайым бик күңелһеҙ була торғайны. Мин уның ни өсөн был саҡлы күңелһеҙ булыуын аңлай алмай инем. Тик бындай ваҡытта улар байҙарҙы һөйләйҙәр: «Байҙарға ни эшләһәң дә ярап булмаҫ инде!» — тип зарланалар ине.

Әсәй бер көн шулай кис менән өйгә инде лә пыш-пыш илай башланы. Уның илаған тауышын ишеткәс, минең йоҡоларым асылып китте. Уның илағанын бик оҙаҡ тыңлап яттым. Ул бик оҙаҡ иланы ла: «Һине һөттән аҡ, һыуҙан пак көйө бысраталар, был ҡәһәр һуҡҡандарға хеҙмәт итеп йөрөгәнсе, үлгәнең артыҡ»,— тип һөйләнә башланы. Нәҡ шул ваҡытта атайым килеп инде. Ул да ни өсөндөр күңелһеҙ ине. Мин эсемдән: «Ни ҙә булһа, берәй эш булғандыр»,— тип уйланым. Атайым ингәс, бер аҙ ваҡыт һөйләшмәй ултырҙы. Һуңынан йыуаш ҡына уфылдап:

— Кем алды икән һуң уны? Күпме тиҙәр, ун һум тиҙәрме?— тип һораны. Әсәйем бик борсолоп, үкһей-үкһей: «Кем алһын? Үҙҙәренең ут күҙ Ғабдрахмандары күҙ алдымда алып сығып китте, үҙ күҙем менән күрҙем, ун һумлыҡ ҡағыҙ аҡса ине. Мин уны әйткәс, теге мискәһе (бай ҡатыны): «Алмаҫ, алмаҫ. Үҙең урлайһың да, беҙҙең шул балаға ябаһың, урлап ашамаһа, уның ашарына юҡмы ни», тип теңкәмә тейҙе»,— тип тағы илай башланы. Әсәйемдең шул һүҙенән һуң атайым ҡыҙа төштө: «Хоҙайҙың ризығы бер бында ғына түгелдер, сығырға кәрәк, алдан алған аҡсаны түләп бөтөрһәм, бер көн дә тормаҫ инем. Һәм тормам да! Шуғаса сабыр итергә кәрәк инде»,— тип әсәйемде йыуата башланы. Улар был турала бик оҙаҡ һөйләштеләр. Мин уларҙың һүҙҙәрен тыңлап ята торғас йоҡлап киткәнмен.

Икенсе көндө мин тәҙрәнән ҡарап ултыра инем. Атайым ишек алдарын һепереп йөрөй ине. Бай ағай ат менән әллә ҡайҙан ҡайтып төштө лә атайым эргәһенә килеп, нимәгәлер асыулана башланы. Ләкин уға ҡаршы атайым бер һүҙ ҙә әйтмәй ине. Бай ағай атайымды һүкте-һүкте лә, иң һуңынан: «Былай насар йөрөһәң, юлың ана тора, сыҡ та кит. Күҙемә күренмә, хеҙмәт итәһең икән, яҡшы хеҙмәт ит!..»— тип ҡапҡаны күрһәтте лә ергә төкөрөп китә башланы.

Атайым уның артынан ғына: «Хоҙайҙың ризығы бер һиндә генә түгелдер әле...»— тип, бер-ике һүҙ әйтергә теләгәйне, бай ағай артына әйләнеп: «Хәйерсе башың менән яуаплашып тораһың, шайтан нәмә!»— тип екеренде лә башҡа бер һүҙ ҙә әйтмәй инеп китте. Ул инеп киткәс, атайым һепертке һабына күкрәген терәп, бик оҙаҡ тик торҙо. Атайымдың шул хәлен күргәс, минең ике күҙемдән йәштәрем тәгәрәп төштө. Бай юлда китеп барғанда дилбегәһе өҙөлөп, аты икенсе яҡҡа боролоп арбаһы ауа яҙған да, өйгә ҡайтҡас: «Ат еккәндә шуны ниңә ҡарап екмәнең?»— тип асыуланған икән.

Был эштән һуң атайым өйгә инеп, тағы ла зарланып ултырҙы. Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, әсәйем шул көндә ҡулынан төшөрөп бер тәрилкә ватҡан икән, байҙың ҡатыны шуның өсөн асыуланған. Ул да өйгә инеп зарланды.

Шулай итеп, беҙҙең өйҙә һәр көн ниндәй ҙә булһа бер эш тураһында байҙарҙан зарланыу булып тора ине. Ҡай ваҡытта шулар тураһында зарланышып ултыра торғас, ни эшләптер, үҙ араларында ыҙғыш сығып китә торғайны. Бындай ваҡытта атайым уҫалланып китә, ләкин әсәйем бер аҙ ҡаршы һөйләп ҡараһа ла, булдыра алмағас, әрнеп илай башлай ине.

Ашау яғы күп булмаһа ла, арыш әпәйенә ас тормай инек. Ҡай ваҡытта әсәй байҙарҙан ҡалған ит һәм бәлеш киҫәктәрен алып кереп беҙгә ашата ине. Шул ғәҙәте буйынса бер көндө әсәйем төштән һуң бер таба бәлеш киҫәктәре алып кереп сәй янына ҡуйҙы. Сәй янына атайым да кергәйне. Беҙ бик шәпләп сәй эсергә ултырҙыҡ. Бәлеш киҫәктәре бик тәмле булып майҙары ағып тора ине. Беҙ ашарға ултырғас ҡына байҙың ҡатыны Фәтиха абыстай бик асыуланып инде лә, туп-тура беҙҙең һике эргәһенә килеп, ашъяулыҡ өҫтөндәге таба менән бәлеште күтәреп алып сыға башланы. Сыҡҡан ваҡытта: «Убырҙар, бер нәмә ҡалыр хәл юҡ, аскернә балаларына индерә лә тығындыра, һинең ҡап ҡорһаҡ балаларың туймаҫ!..»— тип һөйләнеп сығып китте. Беҙ ҡараштыҡ та ҡалдыҡ. Ул бәлеште алып сығыу менән, ишек алдындағы эттәргә түкте лә табаһын алып инеп китте. Был хәлде күргәс, атайым да, әсәйем дә бер һүҙ ҙә әйтмәй, бер-береһенә ҡарашып торҙолар. Байтаҡ торғас, атайым:

– Һорамай алып сыҡҡайныңмы ни?.. Улай итеү кәрәкмәҫ ине. Уның ҡылығын беләһең бит: берәр нәмәгә асыуы килһә, беҙҙән үс ала,— тине. Әсәйем ҡыҙарып китте. Ике күҙенән йәштәре тәгәрәп төштө, ҡалтырауыҡлы тауыш менән:

– Эй илаһым! Бәндәгә бәндә иттең. Көн-төн эт кеүек булып эшләп йөрөйһөң, ул һинең күҙ нуры кеүек ғәзиз балаларыңдан ҡалдыҡ бәлеш киҫәктәрен ҡыҙғанып, алдыңдан тартып алып сығарып эттәргә түгә...— тине. Атайым артыҡ асыуланмай:

– Уның шул ғәҙәтен белгәс, һорамай алмаҫҡа кәрәк ине, беләһең бит: ул ҡалған аштарын эттәргә сығарып түкһә лә, кешенән ҡыҙғана. Ул эттәрен беҙҙән артыҡ күрә...— тине.

Әсәйем тағы ла ҡыҙара төштө:

— Юҡ инде, юҡ! Әҙәм балаһын эт саҡлы ла күрмәй торған кешеләр булыр икән! Ул бәлештәр әрәм булып боҙолғанға күрә генә алып сыҡҡайным. Барыбер улар һуңынан эттәргә ташлана бит!.. Әллә улар шул бәлеш ҡатыларын ашайҙар тип беләһеңме?.. Ул был арала нәмәнән асыу алырға белмәй йөрөй, иренең асыуын беҙҙән ала...— тине. Шунан һуң бай ағай тураһында әллә нәмәләр һөйләнеләр, мин уларын аңламаным.

Мин ул ишек алдында үҙем белгәндән бирле торһам да, уларҙың өйҙәренә кергәнем юҡ ине. Тик ашханаға, әсәйем аш бешереп торған ергә, инеп сыға инем, ләкин әсәй берәр турам ит бирә лә мине тиҙ генә сығарып ебәрә, һәм «бында кергәнеңде абыстайың күрмәһен», ти торғайны. Бер көндө мин тағы ла әсәйем янына индем. Мин ингәндә, әсәйем әллә ҡайҙа киткән икән. Тик уларҙың минең менән бер йәштәш Ғабдрахмандары баш ҙурлығындай бер туп тотоп шунда тора ине. Мин уның ҙур тубын күргәс, бик ҡыҙыҡтым да сығып китмәйенсә ҡарап торҙом. Шул ваҡыт Ғабдрахман: «Минең бик матур атым бар, әйҙә әле һиңә күрһәтәйем»,— тип мине икенсе бүлмәгә саҡырҙы. Мин: «Юҡ, мин инмәйем, әсәйем асыулана»,— тинем. Ләкин ул минең һүҙгә ҡарамай, әйҙә лә әйҙә тигәс, ҡыҙыҡтым да уның артынан индем, ингәс тә ишек төбөндә туҡтаным. Ул мине тағы алға саҡырҙы. Мин ҡурҡып торһам да, ул бик көсләгәс, уның менән тағы бер бүлмәгә барып индек. Унда нәҡ тере кеүек, ләкин бәләкәй кәүҙәле ҡара ат ҡолаҡтарын торғоҙоп, ауыҙын асыңҡырап, ишеккә табан ҡарап тора ине. Уны күргәс минең иҫем китте. Йәнлелер был, тип уйланым. Етмәһә тағы өҫтөндә эйәре лә бар ине. Ғабдрахман уның эргәһенә барыу менән бер ҙә ҡурҡмай өҫтөнә менде лә атты юрттырған кеүек һелкенә башланы. Мин уны ғәжәпләнеп ҡарап торҙом. Ғабдрахман тиҙ генә атынан төштө лә ҡыҙып китеп башҡа уйынсыҡтарын да күрһәтергә кереште; ләкин шул ваҡытта бүлмәнең ишеге асылып китте. Ингән кеше — Фәтиха абыстай ине. Ул мине күреү менән ағарынды. Мин ҡурҡыуымдан нимә эшләргә белмәй, ишеккә табан китә башланым.

— Был ни эш! Һин бында ниңә индең? Тиҙ сыҡ, бетең ҡойоп йөрөмә! Бара торғас, башҡа менеп тапай башланылар инде,— тине лә, ҡулымдан тотоп ишектән сығарып ебәрҙе. Мин ашхананан сығып киткәндә ул һаман әллә нәмәләр һөйләнә ине. Мин Ғабдрахмандың атына ҡыҙығып, өйҙәге башҡа нәмәләрҙе рәтләп ҡарай ҙа алманым. Ләкин өй эсе бигерәк матур күренде, матур булһа ла, унда тороу ни өсөндөр бик ҡыйын төҫлө булды. Бүлмәләр һалҡын кеүек ине. Ҙур көҙгө мине йотор кеүек булып аҡайып тора, ҙур гөлдәр ауып китер кеүек күренәләр, ишектең ике яғынан һалынып төшкән йәшел шаршауҙарҙың аръяғында әллә нәмә, ҡурҡыныс нәмәләр барҙыр һымаҡ күренде. Мин үҙебеҙҙең өйгә ҡайтып ингәс иркенләп киттем.

Өҫтәмдән бик ауыр йөк төшкән кеүек булды. Тик үҙемдең бәләкәй генә булһа ла, атым булмауы өсөн эсем бошто. Байҙарҙың өйҙәренә инеү менән генә бөтһә, бик шәп булаһы ине, ләкин эш былай ғына бөтмәне. Оҙаҡ та үтмәй, әсәйем килеп инде лә: «Ниңә уларҙың өйҙәренә һорамай индең? Унда һиңә нәмә бар ине?..»— тип асыулана башланы. Әсәйем дә шул һүҙҙе әйткәс, мин ысынлап та үҙемдә ғәйеп, тип уйланым. Был эштән һуң мин ишек алдына сығырға ла ҡурҡа башланым. Сөнки мин сығыу менән берәйһе күрер ҙә теге өйгә кереүем өсөн асыуланыр, тип уйлай инем.

Шулай өйҙә бик күп сыҙап ултырҙым. Ләкин бара торғас, сыҙай алмай башланым. Йәйҙең матур көнө мине тышҡа сығырға саҡырып торған кеүек булып, күҙҙәремде ҡамаштырып тора ине. Бер көндө һеңлем йоҡланы, ул йоҡлағас, мин йүгереп сыҡтым. Баҡса эргәһенә барҙым, баҡсаның ҡойма буйында үҫкән ағастары сәскә атҡандар, уларҙың матур, зәңгәр сәскәләре рәшәткәнән һалынып, суҡ-суҡ булып күҙҙе ҡыҙыҡтырып торалар ине. Мин шуларға ҡыҙығып ҡарап торған ваҡытта Ғабдрахман сыҡты ла минең эргәмә килеп, мине мыҫҡыл итеп көлөргә кереште. Уның эргәһендә үҙенең эте лә бар ине. Ул мине төртөп ергә йыҡты, шунан һуң эттәрен һөсләтеп минең өҫкә ебәрҙе. Улар минең сабыуымдан тартып йөрөтә башланылар. Береһе бүркемде тешләп алып китте. Ғабдрахман үҙе көлөп, эттәрҙе ҡотортоп ситтән ҡарап тора ине. Мин ҡурҡыуымдан илай башланым. Минең тауышымды атайым ишетеп, йүгереп килде лә эттәрҙе ҡыуып ебәрҙе. Шунда Ғабдрахман мине илауҙан туҡтатыр өсөн теге сәскәләрҙән өҙөп бер аҙ миңә бирҙе лә үҙе ҡайҙалыр китте. Мин баҡса эргәһендә сәскәләрҙе тотоп ҡалдым. Шул ваҡытта бай ағай ҡайтып инде, минең ҡулымдағы сәскәләрҙе күреп: «Ниңә бында сәскәләр өҙөп йөрөйһөң, мошенник малай!»— тип ҡолағымды бороп ҡыуып ебәрҙе. Шунда йөрөгән атайыма ҡарап: «Һин бынан һуң был бәләкәй ҡарағыңды ишек алдына сығарып йөрөтәһе булма, ботон һуғып һындырырмын!»— тип ҡысҡырҙы. Уға ҡаршы атайым бер-ике һүҙ әйтмәксе булғайны, бай тағы ла асыулана төшөп:

— Бер көн булды, бер көн шул малай өйгә инеп йөрөгән, бөгөн сәскәләрҙе өҙә, һин әле шул ҡарағыңды яҡлашаһың. Былай булһа, түҙер хәл ҡалманы инде,— тип теҙеп алып китте. Мин өйгә инеп киткәндә, ул һаман нимәлер һөйләнә ине.

Бай сығып киткәс, атайым артымдан инеп: «Һин, малай, һәр ваҡыт шундай эшкә сәбәп булаһың!»— тип сикәмә һуғып ебәрҙе. Әсәйем өйгә ингәс: «Китергә, бынан сығырға кәрәк»,— тип нәмәләрҙе йыя башланылар. Шунда бай атайымды саҡырып сығарҙы. Ул әллә ҡайҙа йөрөп ҡайтты ла тағы ла сыҡмаҫҡа булды. Ошо ҡысҡырыштан һуң мине баҡса эргәһенә сығарманылар. Бик ҡыҙығып китһәм инде, үҙебеҙҙең тәҙрә төбөнә генә сығып ултыра торғайным.

Ошо байҙың өйөндә беҙ тағы ла күпме торғанбыҙҙыр, уныһын асыҡ белмәйем. Тик бер ваҡыт атайым ауырый башлап һарғайып түшәккә йығылғас, байҙар әсәйемә күсеп китергә ҡушҡайнылар. Шул ваҡытта күсеп китеүебеҙҙе бер ҙә онотмайым. Байҙар сығырға ҡушҡандан һуң, әсәйем һәр көн иртән торғас та сығып китә, көн буйы фатир эҙләп йөрөп ҡайта ине. Күп йөрөй торғас, бер көн ҡаланың ситенән фатир табып ҡайтты. Ул үҙе янып-бешеп бөткәйне. Ул әллә ҡайҙан ике тәгәрмәсле ҡул арбаһы ла алып ҡайтҡайны, иң элек шул арбаға йәшел һандыҡ менән ике мендәрҙе һалып тартып алып китте. Был ваҡытта атайым урынынан тора алмай, күкрәген тотоп йыш-йыш йүткерә ине. Әсәйем бер аҙҙан һуң ҡайтып, ҡалған нәмәләрҙе төпсөй башланы. Шул ваҡытта Фәтиха абыстай килеп, әсәйемдең ҡулындағы иҫке балаҫты тартып алды: «Киткән бер килмешәккә әйбер биреп ебәрергә, бында әндрәй ҡаҙнаһы бар, тип беләһеңме әллә?.. Беҙҙә кешегә биреп ебәрер өсөн йыйған мал юҡ»,— тип асыуланырға кереште. Уға ҡаршы әсәйем бер ҙә асыуланмай ғына: «Абыстай! Ошо нәмәне генә бир инде, биш йыл хеҙмәт иткән кешегә бер иҫке балаҫ күп булмаҫ. Ирем ауырығанда аҫтына һалып ятҡырырға бер нәмә лә юҡ бит!»— тип һорап ҡараһа ла, Фәтиха абыстай яҡын да килмәне.

Ошо ваҡытта атайым күкрәген тотоп йүткерҙе лә ҡарлыҡҡан тауышы менән: «Кәрәкмәҫ, һорама, хоҙай биргән иттәрем бөткәнсе таҡта өҫтөндә ятырмын әле!»— тип, күҙҙәрен һөрттө лә бүтән бер һүҙ әйтмәй, башын түбән һалды. Тик әсәйем генә ҡыҙа төшөп: «Беҙҙең кеүек һинең дә көнөң шул иҫке балаҫҡа ҡалһын, ҡаҙалып кит!..»— тип һөйләп ҡалды.

Әсәйем өсөнсө рәт урап килгәндә, атайым өйҙөң ишек алдына сығып ултырғайны. Ул йәйәү барырға тырышып ҡараһа ла булдыра алманы, ғыжлай башланы. Шунан һуң әсәйем уны теге ике тәгәрмәсле ҡул арбаһына ултыртып тарта башланы. Ҡул арбаһына ултырырға һеңлем дә ҡыҙыҡҡайны ла, урын булмағас, уны мин етәкләп кенә алып киттем. Ҡапҡанан сыҡҡан ваҡытта атайым:

— Ошо йортта, ат һарайҙары янында, үлеп ҡалмаһам ярар ине, тип хоҙайҙан һорай торғайным, аллаға шекөр, теләгем ҡабул булды, инде үлһәм дә үкенмәйем,— тине. Әсәйем бер һүҙ ҙә әйтмәне.

Бай ҡатыны аҫырауҙары һәм балалары менән, быяла ишекте асып, шунан ҡарап ҡалдылар. Уның Ғабдрахманы: «Әхмәт ниндәй шәп ат еккән, ике аяҡлы ат!»— тип көлдө. Абыстай: «Ат ҡәҙерен белмәгән кешеләргә шулай кәрәк, беҙҙең ҡәҙерҙе белмәнеләр, бына беҙҙән башҡа тороп ҡараһындар әле»,— тип ҡалды.

Был ваҡытта атайым да, әсәйем дә бер һүҙ ҙә әйтмәнеләр. Урамға сыҡҡас, миңә әллә ниндәй киңлек һиҙелде. Ҡараңғылыҡтан бик матур яҡтылыҡҡа сыҡҡан кеүек булдым. Тик әсәйҙе ҡыҙғанып ҡына бер аҙ борсола инем, сөнки ул атайым ултырған арбаны бик көс менән тарта, тигеҙһеҙ урындарҙа тарта алмаған ат кеүек, туҡталып арлы-бирле ҡуҙғала, бер аҙ барған һайын хәл йыя ине.

Беҙ яңы фатирға ҡараңғы төшкәс барып индек. Ҡараңғы булғанға күрә, мин өйҙөң эсен артыҡ күрә алманым. Өй бик тыныс, тик атай ғына бер туҡтауһыҙ ыңғыраша, йыш-йыш йүткерә ине. Ләкин мин бында килгәс, ҡараңғылыҡ өсөн дә, атайымдың йүткереүе өсөн дә артыҡ ҡайғырманым. Бәлки, теге йорттан сығып китеүҙе һәм иректә уйнауымды уйлап шатлана ғына инем.

Был эштәргә күп йылдар үтте. Ләкин мин һаман шул урамдан үткәндә шул ҡәһәрле, күҙ йәшле йортҡа ҡарарға ерәнәм. Уның матурлығы эсендә әллә ниндәй ҡот осорғос йәмһеҙлек күрәм.