Jump to content

Юғарылыҡ. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Юғарылыҡ (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Юғарылыҡ


Күп нәмәне уй ҡөҙрәтем менән,
Хыял көсөм менән бар итәм.
Изгелеккә киң юлаҡтар ярам,
Бәләләрҙең юлын тар итәм.

Ҡан төкөрмәм кеше алдарында,
Сөнки уртым тулы йылы һүҙ.
Йылы һүҙҙе йән аҙығы итеп
Тарата ла алдыҡ әле беҙ.

Һин ҡупайма, артыңдағы бушлыҡ
Ҡапыл шартлап сөйһә юғары…
Юғарылыҡ йәшәй,
Саф хистәрҙе
Йөрәк нуры менән һуғарып.