Jump to content

Эш эсендә

From Wikisource
Эш эсендә (Шиғыр)
автор Author:Сабир Кинйәкәй
Ижад итеү ваҡыты: 1936 йыл. Нәшер ителгән: “Ленин байрағы” 1936 йыл №3.


Эш эсендә


Ана колхоз ҡырында ҡатын –ҡыҙҙар,
Ярышып-ярышып ер өҫтөнә
Һалам көлтәләрҙе теҙәләр,
Күмәкләшеп, шатлыҡ йырын йырлап,
Иркен эш эсендә йөҙәләр.
Киң ҡоласын йәйеп колхоз ҡыры,
Һәр көлтәләрҙән биҙәлә.
Шаулап тора беҙҙең бөтә ялан,
Еңеү тулҡындары һирпелә.
Бригадирка Ғәфиә апай,
Ҡара сәсен елдән туҙҙыртып,
“Үтәлеш йөҙ ҙә биш”,- тип ҡулын күтәреп,
Ярһып-ярһып һөйләй ҡысҡырып.
Ер өҫтөнә теҙгән көлтәләргә,
Бына ҡарҙар килеп эләгер,
Аҡ ҡар менән тулып бөтә ерҙәр,
Көлтәләр ҙә шунда күмелер.


1936 йыл


Public domain
This work is in the public domain in countries where the copyright term is the author's life plus 70 years or less. See Copyright.