Бер хужаның эте менән бесәйе булған, ти. Эт ишек алдында, асыҡ ерҙә, көн иткән, ә бесәй, билдәле инде, өйҙә йәшәгән. Матур йәй үтеп, Уралиә иленә ҡарлы ҡатыш ямғырлы көҙ килгән, хужа ишек алдына һирәк- һаяҡ, мал-тыуар ҡарау йомошона ғына сығып йөрөй башлаған. Эт өсөн эт көндәре башланған. Юҡ, үҙенең йорт-ҡураны ҡарауыллау бурысынан баш тартмаған ул, ләкин үҙәккә үткес һалҡындан ҡалын йылы туны ла йылытмағас, ул өйгә инеп сығырға булған. Инһә, ни күҙе менән күрһен, йәй көнө лә сыуаҡта йылынырға яратҡан бесәй, мейес башына, иң йылы урынға менеп, мырлап, кинәнеп йоҡо һимертә. Бына һиңә — мә! Нимәгә тоталарҙыр ошо бесәйҙе, бер эшкә лә ярамаған көйө, рәхәттә йәшәй, тип асыуы килгән, ти, эттең. Хужаға уның кеүек хеҙмәт итһә — бер хәл.
— Хужам,— тип өндәшкән эт, өйҙәге йылыға кинәнеп киткән йөндәрен тырпайтып,— мин һиңә тоғро хеҙмәт итәм, мал-тыуарыңды, йорт-ҡураңды ҡараҡтарҙан, айыу-бүренән һаҡлайым, ә һин мине, ни өсөндөр, тышта, һыуыҡта, тотаһың, ә бесәй ундай хеҙмәтте күрһәтмәй, тик, барыбер, мейес башында, йылыла, йәшәй. Ғәҙел түгел бит.
Был һүҙгә хужаның да күңеле тулып киткән. «Эйе шул,- тип уйлаған ул,— был йәнлектәрҙең икеһе лә миңә яҡын, икеһе лә ҡәҙерле. Эттең эше күп, бурысын да намыҫлы үтәй. Бәлки, уны — өйҙә, бесәйҙе тышта тотоу ғәҙел булыр. Икеһе лә өйҙә торһа, һыйыша алмайҙар, мейес башында урын да тар».
— Быны бер кем дә үпкәләмәҫлек итеп, ғәҙел хәл итергә кәрәк,— тип әйткән, ти, хужа.— Булмаһа, һеҙҙең арала ярыш уҙғарайыҡ та, кем еңә — шул өйҙә йәшәр.
Бөтәһе лә ошо ҡарарға риза булғандар, ти. Ысынлап та, ярыш — ярыш инде ул, үпкәләштән булмаҫ, исмаһам.
Көндәр ҡышҡа тартып, ер өҫтөн туңдырғас, хужа бесәй менән этте эйәртеп, һунарға киткән. Өйҙән байтаҡ ара үткәс, әлеге килешеү тураһында һүҙ ҡуҙғатҡан ул.
— Кем дә кем,— тип әйткән хужа,— ошонан алып өйгә тиклем араны тиҙерәк йүгереп үтә, шул — өйҙә, кем артта ҡала, шул тышта йәшәр.
Эт менән бесәй старт һыҙығына баҫҡан. Хужа: «Бер, ике, өс!»— тигәс тә, ярышсылар өйгә табан йүгереп кит-кән. «Моғайын да, эт еңер ул»,— тип уйлаған хужа, сөнки арыу-талыуҙы белмәгән этте ул сысҡан тоторға ла йыбанған, күберәген йоҡо һимертергә яратҡан бесәйҙән бер аҙ нығыраҡ яратҡан.
Ярышсылар йән-фарманға йүгереп китеп барғанда, алдарында юлаусы күренгән. Күҙе ялтырап торған эттең үҙенә табан йүгереп килгәнен күргән юлаусы ҡурҡыуға ҡалған. «Бәй,— тип уйлаған ул,— мине тешләргә итә бит был эт!» Шулай уйлаған да юлаусы, аяҡ аҫтынан таш алып, эткә бәргән.
Эттең быға бик хәтере ҡалган. Тотҡан да, өрә-өрә, таш бәреп ҡасҡан кеше артынан йүгергән. Ә унан байтаҡ артта ҡалған бесәй өй яғына табан һыпыртыуын белгән.
Бесәй менән ярышҡа сығыуҙары иҫенә төшкән эт өйгә килеп ингәндә, бесәй кирелеп китеп мейес башында ята, ти.
Быға эттең генә түгел, хужаның да кәйефе ҡырылған. Тик, нишләйһең бит, ярыш — ярыш инде ул. Шулай ҙа хужа этен йәлләп, уға таҡтанан оя ҡағып биргән. Ояға ямғыр, ҡар-фәлән үтмәй, ти, үтеүен. Тик... оя ни — оя инде, мейес башы түгел.