Кисәгене бөгөнгөгә,
Бөгөнгөнө киләсәккә
Бәйләй килә эстафета.
Белмәгәнде – күрәсәккә,
Алғандарҙы бирәсәккә
Әйләндерә эстафета.
Мин – дауамы үткәндәрҙең.
Эстафета таяҡсаһын
Ҡабул итәм!
Барлап үтәм
Изгелектең маяҡтарын!
Юлым үтер ҡаяларҙан,
Әрүахтар араларҙар,
Юғалтмамын таяҡсаны –
Күңелемдең умыртҡаһы,
Шәжәрәмдең таяуы бар.
Күңелемдән нур өҫтәйем
Кулымдағы таяҡсаға,
Һеңгән уға Урал рухы,
Аҡбуҙаттың тояҡ шауы.
Юғалтмаҫмын атам рухын,
Әсәм тынын, Ерем һынын,
Күңелемдә сыңлап барыр
Тыуған телем – һөйөү йыры…
Эстафета, эстафета,
Һинән – миңә,
Минән – һиңә,
Быуындарҙан быуындарға
Аманаттар
Күсә килә.
Ә кешелек көнләп айлап
Үҫә килә…