Jump to content

Шәнгә(шиғыр). Тамара Ғәниева

From Wikisource
Шәнгә ( шиғыр )
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Шәнгә


 Йомортҡа, һөт, ҡаймаҡ, май ҡушылған
 Картуф бутҡа кеүек иҙгеләнә.
 Ярты бармаҡ ҡалынлығы итеп,
 Әсе ҡамыр йәйеп әҙерләнә.
 Картуф ағып түгелмәһен тиһәң,
 Ҡамыр ситен бөгөп, семәрләп ҡуй.
 Алһыуланып, ҡабарып та бешһен,
 Ябай ризыҡ. Ғаиләң өсөң бер һый.
 Ҡатын-ҡыҙҙың ҡулы тейгән тәғәм
 Иман менән булыр һуғарылған.
 Ҡот-бәрәкәт инер ризығыңа
 Инсафлыҡтан, изге уйҙарыңдан.

 


1993 йыл