Jump to content

Шатлыҡ көтәм. Шәйехзада Бабич

From Wikisource
Шатлыҡ көтәм (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1916.


Шатлыҡ көтәм


Осоноп-осоноп, өҙөлөп-өҙөлөп,
Ашҡынып шатлыҡ көтәм.
Инде, әй хәсрәт ләғиндәр,
Һеҙгә ҡурҡаҡлыҡ көтәм.

Инде бик күптән тамыр йәйгән
Йөрәктең аһтары,
Аһтарымдың ҡып-ҡыҙыл
Уттан яралған япрағы, —

Һәммәһе ҡороһон, етәр,
Күкрәккә уттар таммаһын,
Тамған ут һүнһен, етәр,
Инде йәһәннәм янмаһын!..


1916