Әсәйем магазинға тип сығып китһә, ҡустым менән икәүләшеп тәҙрә төбөнә ултырып алабыҙ ҙа, урам ҡапҡаһы ҡасан асылыр икән тип көтә башлайбыҙ. “Магазин” тигәндәрен йәй көнө күршеләге Сәлимә әхирәтем күрһәткәйне. Сәлимәне әсәһе гел үҙе менән бергә алып йөрөй, шуға белә. Беҙҙең өйҙән саҡ ҡына ҙурыраҡ өй инде шунда. Эсендә кешеләре генә күп. Береһе инә, береһе сыға. Сыҡҡандарының бүлтәйгән сумкаларынан йә перәник, йә печенье, кәнфит күренеп ҡала. Оҙон өҫтәл артында торған аҡ халатлы апайҙы ла күргәйнем. Моғайын, шул апайҙың исеме Магазин булғандыр...
...Ниһайәт, ҡапҡа асылды ла әсәй күренде. Беҙ тәҙрә төбөнән һикереп төштөк тә, кемуҙарҙан ишеккә йүгерҙек. Һалҡын аҡ боҫ эйәртеп килеп ингән әсәйҙең пальто сискәнен, дебет шәлен һалғанын сабырһыҙланып көтәбеҙ. Ә иҙәндәге сумканан күҙҙе алып булмай. Рөхсәтһеҙ тейергә ярамай шул. Әсәй сумканы төпкө бүлмәгә индереп ултыртты ла аҡ яулыҡҡа төрөлгән нәмәне өҫтәл уртаһына һалды.
– Икмәк килтерегеҙ!
Беҙ йүгерешеп кире килеүгә яулыҡ асылғайны. Өҫтәлдә бер өйөм шәкәр ҡомо! Шәкәрҙе күргән бар ҙа ул, тик ошолай ашауы күңеллерәк. Икмәкте бәләкәй генә итеп бүлеп алаһың да, бер аҙ төкөрөкләп, шәкәргә манып ашайһың. Ас та түгелбеҙ инде. Былай ҡыҙыҡ бит. Әсәй беҙгә йылмайып ҡарап торҙо ла: “Ашағыҙ, ашағыҙ!”– тип арҡабыҙҙан һөйөп аш бүлмәһенә сығып китте. Сумканың төбөндә тағы нимә булғандыр, күрһәтмәне. Тимәк, беҙгә түгел.
Ана, атайым да эштән ҡайтты. Ул сисенеп, мин ҡайттым, тигәндәй, аш бүлмәһенең ишегенән башын тығып ҡараны ла төпкө бүлмәгә үтте. Ул да булмай, әсәй өҫтәлгә сынаяҡтар теҙә башланы. Беҙҙең икмәккә шәкәр манып ашап күңелебеҙ булғайны инде. Рәхмәт әйттек тә ҡул йыуырға киттек.
– Магазинға барғайным, автолавка килгән, – тине әсәйем, сәй яһай башлағас.
– Нимәләре бар? – Атай иҫе китмәй генә һорап ҡуйҙы.
Беҙ, серле һүҙ көткәндәй, әсәйҙең ауыҙына текләнек.
– Зиләгә күлдәк, Дамирға бер свитер алдым әле.
Зиләһе – мин, Дамиры ҡустым була. Бына бит нимә булған сумканың төбөндә! Их, тиҙерәк ҡарарға ине лә, сәй эсеп бөтмәйенсә ярамай. Атай, сынаяғын түңкәреп, ике ҡулы менән битен һыпырып ҡуйҙы. Әсәйем теге сумканы алып сыҡты.
– Бына, – тине ул, ҡыҙыл сәскәләр төшкән әберкәле йәйге күлдәкте йәйеп. Атайым күлдәкте ҡапшап ҡараны ла:
– Нисә тәңкә? – тине.
– Тауары ябай булһа ла, ҡиммәт тора үҙе, – әсәй, күпмелер аҡса түләүен әйтеп, тағын сумкаға эйелде. – Быныһы ярым синтетика, хаҡына ҡарап торманым, алдым инде.
Зәңгәр төҫтәге оҙон еңле свитерҙы әсәйем Дамирҙың күкрәгенә ҡуйып самаланы.
– Саҡ ҡына ҙурыраҡ икән.
– Юҡ, әсәй, тап-таман, - тине Дамир түҙемһеҙләнеп. Әсәйҙең был йылыҡай матур свитерҙы кире илтеп биреүенән ҡурҡа ине шикелле.
Атайым әле күлдәктең, әле свитерҙың ең остарына баулап тағылған шаҡмаҡ ҡатырғаларҙы әйләндергеләп ҡараны ла:
– Хөкүмәт әйбере шулай була инде ул. Уны алдап булмай. Хәләл көсөң менән эшләп тапҡан аҡсаңды нисек ҡайырырға белә, – тип уфтанып ҡуйҙы. Әһә, әсәйем быларҙы Магазин апайҙан түгел, ә Хөкүмәт ағайҙан алған. Аҡсаны ҡайырып алырлыҡ булғас, бик көслө кешелер инде ул. Магазин эргәһенә “афталака” килде тигәйне бит. Хөкүмәт ағай шуның эсендә булған микән? Хәйер, кемдән генә алһалар ҙа яңы күлдәк шатлығы эсемә һыймай. Әсәйемдең: “Кейеп ҡара әле, ҡыҙым!” – тигәнен саҡ-саҡ көтөп алдым. Көҙгө эргәһендә әйләнгеләп ҡараным. Бик тә килешә икән дә, тик оҙонораҡ. Ярай, әле ҡыш үтмәгән, яҙ бар, йәйгә тиклем әҙерәк үҫермен. Әсәйем күлдәкте таҫлап һандыҡҡа һалып ҡуйҙы.
Бына көткән йәй ҙә етте. Яңы күлдәгемде кейеп алдым да Сәлимәләргә йүгерҙем. Күҙен ҡыҙҙырайым әле. Мин килеп еткәндә, Сәлимә селек һепертке менән аласыҡ иҙәнен һепереп йөрөй ине. Күлдәгемде күргәс, бер аҙ һоҡланып та, көнләшеп тә ҡарап торҙо ла:
– Белгең килһә, минең дә яңы күлдәгем бар, – тип өйҙәренә йүгерҙе. Сәлимәнең күлдәге лә матур ине. Алдында ике ҙур кеҫәһе бар хатта.
– Матурмы?
– Матур, ә минеке? – тинем мин.
– Һинеке лә матур, әйҙә, киттек уйнарға.
Сәлимә мине кәртә менән мунса араһындағы таҡталар өйөмө яғына әйҙәне. Бер мөйөштә ул үҙенә “өй” төҙөгән ине. Ватылған сынаяҡ, көршәк ярсыҡтарын, төрлө төҫтәге таштарҙы таҡтаға ҡуйған, урталағы ҙур түмәр “өҫтәл”гә әйләнгән. Сәлимә, сәйнүктән сынаяҡ ярсығына һыу ҡойған һымаҡ итте лә, уны минең тапҡырға ҡуйҙы. Үҙенә лә шулай “сәй яһап” алғас, уртаға бер ус һары шаҡмаҡ ағас тапсыҡтарҙы һалды. Шунан:
– Әйҙә, сәй эсеп, ашап ултыр, – тип мине ҡыҫтай башланы.
– Һиңә күлдәкте ҡайҙан алдылар? – тинем мин, бер “печенье”на тешләгән кеше булып, сынаяҡ ярсығына иренемде тейҙереп.
– Магазиндан, – тине Сәлимә “сәйен эсә-эсә”.
– Ә минекен әсәйем ҡышҡыһын уҡ Хөкүмәт ағайҙан алып ҡайтты, – тинем эре генә. Ниңә, магазиндан уны кем дә ала инде, ә Хөкүмәт ағай ауылға гел килмәй бит. Сәлимә лә белһен күлдәгемдең ябай түгел икәнен.
– Ҡайҙан килгән ул? – тип ҡыҙыҡһынды Сәлимә.
– Белмәйем шул. Бик алыҫтандыр, моғайын. Машинаһы ла бар икән.
Сәлимә көрһөнөп ҡуйҙы:
– Их, белгән булһам, икәүләшеп барып миңә лә һинеке кеүек күлдәк һорар инек.
– Юҡ, ул бик көслө ағай булырға тейеш. Әсәйемдең дә аҡсаһын ҡайырып алған әле. Беҙгә, моғайын, бер нимә лә бирмәҫ ине.
– Сәлимәү-ү-ү...
Өй яғынан әсәһенең тауышын ишетеүгә: “Әү, мин хәҙер!” – тип Сәлимә һикереп торҙо. Шулай тыңлаусан ҡыҙ ул.
– Балам, бар әле, йүгереп кенә ҡарап кил. Зәйтүнә апайың күренмәйме икән?
Сәлимәнең әсәһе бер биҙрә һөттөң өҫтөнә ап-аҡ сепрәкте уратып бәйләне лә тупһаға күтәреп ултыртты.
– Әсәй, урамдың теге осонан был яҡҡа килә, – тип Сәлимә ҡапҡанан былай йүгерҙе. Әсәһе биҙрәне күтәреп урамға ыңғайланы. Беҙ “һыҙыҡ” уйнарға тип сөй менән ергә шаҡмаҡтар һыҙып бөтөүгә, ул буш биҙрәһен тотоп, аҡ сепрәкте беләгенә элеп, кире килеп тә инде. Һөтөн ҡайҙа ҡуйҙы икән? Беҙҙең тапҡырға яҡынлашҡас, түҙмәнем:
– Апай, һөттө ҡайҙа илттегеҙ? – тип һорай һалдым.
– Хөкүмәткә тапшырҙым.
Мин Сәлимәгә:
– Килгән бит, әйҙә, – тинем дә урам ҡапҡаһы яғына йүгерҙем. Урамда бер нисә ялтыр бидон тейәлгән арба эргәһенән атын яй ғына атлатып Зәйтүнә апай китеп бара ине. Сәлимә минең күҙҙәргә текләне.
– Хөкүмәт ағай үҙе килмәгән икән, урынына Зәйтүнә апайҙы ғына ебәргән, – тинем аптырағас. Ул Хөкүмәт ағайҙы үҙемдең дә бик күргем килә ине. Булманы.
Һуңғараҡ “Хөкүмәт” тигәндәренең һөт кенә түгел, ит, май, йомортҡа, һарыҡ йөнө, картуф та алғандарын белдем. Бер үҙенә шул тиклем байлыҡ йыйғас, ялсылары ла, һаҡсылары ла бик күптер инде уның. Ә ул, бәлки, һәр ауылда йәшәй торғандыр? Беҙҙең өйҙән ике-өс өй аша ғына торған бер ғаиләлә балаларҙың күмәк булыуын беләм. Әсәйем дә гел уларҙы иҫләгәндә: “ Уларға хөкүмәт ярҙам итә”, – ти торғайны.
Шулай бер көндө аҙбар башындағы һаламлыҡҡа менеп киттем. Йәнәһе лә шунда уйнайым. Уйнау ҡайғыһымы ни, бейек урынға ултырып алдым да баяғыларҙың ус төбөндәгеләй күренгән ихатаһын күҙәтә башланым. Бәлки Хөкүмәт ағай ҙа килеп сығыр. Уларҙың ҡапҡаһы тапҡырына егеүле ат килеп туҡтаны. Арбанан бер ир кеше еңел генә һикереп төштө лә ҙур тоҡто яурынына һалып ишек алдына инде. Ҡатын кеше йүгереп сыҡты. Улар шулай бер нисә тоҡто келәткә керетеп ҡуйҙылар. Мин шунда уҡ таныным ул ағайҙы. Урамда ла күргәнем бар ине. Тимәк, бик күрергә теләгән Хөкүмәт ағай ҙа шул булырға тейеш. Тик беҙгә генә бер нимә лә килтермәй, гел үҙенә бирәбеҙ. Миңә ҡыйын булып китте Хөкүмәт ағайҙың шулай кеше айырғанына. Исем өсөн генә булһа ла беҙгә бер ярҙам итһен ине ул.
Ана, теге урамдағы ҡыҙыл кирбестән һалынған, бейек тимер ҡапҡалы, өй эсендәге крандан һыу ағып торған йортта колхоз башлығы йәшәй. Теге юлы уларҙың минең кеүек ҡыҙҙары маҡтанып тора ине. Асыуың килһә лә килер шул, ауыҙын тултырып: “Был йортто беҙгә хөкүмәт төҙөп бирҙе”, – тине. Хөкүмәттең шундай көсө булғас, ниңә бөтә ауылға матур йорттар һалдырмай икән?
ХХХ
Көҙ етте. Мин быйыл уҡырға төшәм.
– Әсәй, – тинем мин, иртә менән өр-яңы формамды, аҡ ҡына алъяпҡысымды кейеп, сәсемә матур бантик тағып мәктәпкә китеп барғанда. – Ә мәктәпте кем төҙөгән?
– Хөкүмәт, ҡыҙым, хөкүмәт, – тине ул. – Балалар баҡсаһын, магазин, клуб, идара йортон да, бөтәһен дә хөкүмәт төҙөгән. Ул һеҙ белемле булһын өсөн бушлай уҡыта. Шуға ҡәҙерен белеп, тырышып уҡырға кәрәк.
Хөкүмәт ағайҙарҙың өйө тапҡырынан ҡапҡаларына ҡарай-ҡарай атлайым. Күренә ҡалһа уға: “Мин дә быйыл һинең мәктәбеңдә уҡыясаҡмын,” – тип әйтер инем. Хөкүмәт ағай гел дә мәктәп кеүек ҙур нимәләр генә төҙөп йөрөй икән. Хәҙер кешеләргә өй һалмауын да ғәфү иттем. Бер үҙе ҡайҙан өлгөрһөн дә инде.
Хөкүмәт ағайҙы йәнә яҡындан күреү теләге көндән-көн көсәйә барҙы. Бер көндө, сәй эсеп ултырғанда, әсәйем менән атайымдың һөйләшкәндәрен тыңлағас, шөрләп ҡуйҙым. Әсәй, борсоулы тауыш менән:
– Теге былтыр ҡатыны үлгән баш бухгалтерға суд булған, ти. Биш йылға төрмәгә ебәрәләр икән. Йә, бәләкәй генә ике балаһы бар, нимә етмәй инде уға. Эшендә хөкүмәт аҡсаһын ашаған, тиҙәр. Шуға ебәрәләр, – тине.
Аҡсаны беләм мин. Төрлө һүрәт төшөрөлгән дүрткел ҡағыҙ була ул. Тәңкә кеүек тимер түңәрәктәре лә була. Ябай ғына ҡағыҙ ҙа түгел шул үҙе. Әсәйгә эйәреп магазинға барғанда күрҙем. Магазин апай уларҙы алды ла беҙгә кәнфит бирҙе. Ә бухгалтер ағай эшендә нисек ашаған икән уларҙы? Бына быныһы башҡа һыймай.
– Балаларын интернатҡа тапшыралар, ти. Рәхмәт инде был хөкүмәткә, балаларҙы етем итмәй.
Һуңғараҡ “төрмә”, “интернат” тигәндәрен дә белдем. Икеһе лә бик алыҫта, ҡалала, тиҙәр. Төрмәгә хөкүмәткә ҡаршы булған өлкән кешеләрҙе бикләйҙәр ҙә оҙаҡ сығармайҙар икән. Ә интернат – балалар өсөн. Хөкүмәт кейендерә, ашата, уҡыта. Был яңылыҡты белгәс, Хөкүмәт ағайҙан шөрләй башланым. Мине күреп ҡалмаһын тип, улар тапҡырынан үткәндә йүгереп китәм. Бәләкәй кәүҙәле теремек ағай ҡарап тороуға ҡурҡыныс та түгел былай.
Шулай ҙа Хөкүмәт ағайҙың беҙҙең ауылда булыуы, етмәһә, өйөбөҙгә яҡын ғына йәшәүенән ғорурлана инем. Һәр кемгә тәтемәй бит бындай бәхет! Тик бәхетем оҙаҡҡа барманы. Яҙға табан, төшкә ҡарай мәктәптән ҡайтып барғанда әлеге йорт эргәһендә күп кенә халыҡ йыйылғанын күрҙем. Моғайын, бер нимә һорарға, йә тапшырырға килгәндәрҙер. Ниңәлер, береһе лә һөйләшмәй, башын аҫҡа эйгән, бойоҡтар. Әллә Хөкүмәт ағай уларҙы әрләне микән?
Өйҙә әсәйем дә танауын мыш-мыш тарта. Әллә илаған инде? Атайым сәй эсергә лә ҡайтманы.
– Әсәй, ә атай...? - тип һүҙ башлағайным:
– Сеү, балам, ҡайғы килде бит. Атайың Мөхәммәт ағайыңды ерләшергә китте, – тине әсәй, яулыҡ осо менән йәштәрен һөртә-һөртә. – Ғүмере рәхәт күрмәне, бахырың, эшләне лә, эшләне. Эшендә тракторы аҫтында ҡалып үлеп тә ҡуйҙы. Хөкүмәт эше тип үҙен йәлләмәне инде...
Урамдағы кешеләр шуға йыйылған икән. Башыма таяҡ менән һуҡҡандай булды. Мөхәммәт – Хөкүмәт. Мин бит ошо көнгәсә Мөхәммәт ағайҙы Хөкүмәт ағай тип... хәҙер нисек була инде? Кем беҙгә матур күлдәктәр бирә, яңы өйҙәр һалаласаҡ? Күҙҙәремә йәш төйөлдө.
Шул көндән алып мин инде Хөкүмәт ағайҙы эҙләмәнем. Минең өсөн ул үлгәйне. “Ағайы” үлһә лә, хөкүмәте ҡалды. Тимәк, ул бер генә ағай булмаған. Йылдар үтте, ә хөкүмәтте кемдер маҡтау, кемдер хурлау һүҙҙәренә ҡушып телгә алғанын йыш ишетә йөрөнөм. Хөкүмәт тигәндәре беҙҙән бик алыҫта йәшәгәнен дә аңланым, тик уның кем икәнен барыбер белә алманым...
ХХХ
... Һалҡынса таң еле тамам йоҡомдо ҡасырҙы. Бөгөн - һайлауҙар көнө. Ғәҙәттәгесә иртә уянған ярым ҡараңғы ауыл урамынан киләм. Башта уйҙар сыуала. Хөкүмәт... Депутаттар.. Тимәк, мин әле хөкүмәт кешеһен һайларға китеп барам. Тимәк, хөкүмәт тә беҙҙең кеүек кешеләрҙән тора. Хөкүмәткә ул кешеләрҙе беҙ һайлайбыҙ. Мин нисек теләйем – хөкүмәт шундай буласаҡ. Былай булғас, хөкүмәттең ниндәй булыуы беҙҙең үҙебеҙҙән тора ла баһа...
Тау артынан ҡыҙарып ҡояш күренде. Хөкүмәттең киләсәктәге эшендә минең дә өлөшөм барлығын тойоуҙанмы, әллә башҡа сәбәптәнме, тау башында ағарып күренгән, былтыр ғына төҙөлгән яңы мәктәп тә, республика байраҡтары елберҙәгән идара йорто ла, ауыл клубы ла, магазиндар, балалар баҡсаһы ла үҙ ҡулдарым менән төҙөгәндәй яҡын тойолдо миңә.
This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
| |||
|
Permission is granted to copy, distribute and/or modify this document under the terms of the GNU Free Documentation License, Version 1.2 or any later version published by the Free Software Foundation; with no Invariant Sections, no Front-Cover Texts, and no Back-Cover Texts. A copy of the license is included in the section entitled GNU Free Documentation License. |