Бәхтийәрҙәрҙең өйөндө, быяла ҡапҡаслы шкафта, бәләкәс кенә мендәргә ҡаҙап ҡуйылған миҙалдар бар. Малайҙың уларҙы сығарып тотоп ҡарағыһы, күкрәгенә таҡҡыһы килә. Тик шкафтың был бүлеме гел бикләп кенә тотола. Уны әсәһе һирәк кенә аса, миҙалдарҙы әҙ генә тотоп торорға рөхсәт итә. Быйыл да ул миҙалдарҙы сығарҙы ла, ғәҙәттәгесә йомшаҡ йөнтәҫ туҡыма менән таҙарта башланы. Бер ҡораманы Бәхтийәрҙең ҡулына ла тотторҙо, ярҙам итеүен һораны. Малайҙың башы күккә тейҙе - был хаҡта ул күптән хыяллана ине.
- Бына ошоноһон таҙарт, - тип әсәһе уның ҡулына бер яғына мыйыҡлы кеше төшөрөлгән, икенсе яғына нимәлер яҙылған миҙал һалды.
-Әсәй, был кемдеке ул, нисек атала? - тип ҡыҙыҡһынып китте. Яңыраҡ миҙалдарҙың да атамаһы була икәнен белеп ҡалғайны.
Әсәһе миҙалды һаҡлыҡ менән генә усына һалды ла һыйпап ҡуйҙы:
- Минең өләсәйемдеке ул. "1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында намыҫлы хеҙмәт өсөн" тип атала, - тине.
- Һинең өләсәйең һуғышта булғанмы ни? - тип һораны, аптырап, Бәхтийәр.
Әсәһе баш сайҡаны:
- Юҡ, балам,өләсәйем менән башҡа бик күп апайҙар Белореттағы ҡорос сығара торған заводҡа ағас ҡырҡып, күмер ебәреп торған. Заводта тимер иретеү мейестәре ошо күмер менән эшләгән.
Малай бик ғәжәпләнде:
- Тимер ирейме ни ул, әсәй? Ул бит шул тиклем ҡаты.
- Эйе. Иретеп сығарылған тимер ҡорос тип атала. Шул ҡоростан танкылар, мылтыҡтар, самолеттар эшләгәндәр ҙә һуғыш барған ерҙәргә ебәргәндәр. Бына шулай, һуғышсыларға ярҙам итеп торған өсөн, тырышлыҡтары өсөн өләсәйемә һәм йәнә күп кенә апайҙарға ошондай миҙалдар биргәндәр. Еңеү көнөн улар ҙа яҡынайтҡан бит.
Малай өләсәй кешенең ағас ҡырҡып йөрөүен күҙ алдына килтерә алмай ине, йәнә һорау бирҙе:
- Өләсәйең ағасты үҙе йыҡҡанмы? Әбейҙәр ағас йыға аламы ни?
Әсәһе йылмайҙы:
-Өләсәйем ул ваҡытта йәш булған әле. Ағас йыҡҡан дуҫ ҡыҙҙары ла булған, әммә ул үҙе ҡырҡылған ағастарҙы ҙур мейестәргә тултырып, яндырыусы булып эшләгән. Мөмкин тиклем күберәк күмер алырға тырышҡандар. Ағас янғанда көлгә лә әйләнеп бөтөүе мөмкин бит. Эш бик ауыр булған. Өләсәйем иң күп күмер етештереүсе булған. Уны ғүмер буйы хеҙмәт батыры тип йөрөттөләр.
... Еңеү өсөн һуғыш барған ерҙә генә түгел, йыраҡ-йыраҡ ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа ла көрәшергә кәрәк икән, тип уйланы Бәхтийәр. Миҙалды таҙартҡан сепрәк менән ҡарт өләсәһенең ҙурайтылған фотоһы ҡуйылған рамдың быялаһын да һөртөп алды.
- Әсәй, мин дә хеҙмәт батыры булырмын әле, - тип ҡуйҙы малай.
- Булырһың, улым, булырһың, ана ниндәй уңғанһың, - тип арҡаһынан һөйҙө әсәһе.