Jump to content

Халҡым өсөн. Шәйехзада Бабич

From Wikisource
ХАЛҠЫМ ӨСӨН (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1914.


ХАЛҠЫМ ӨСӨН



Ап-аҡ алтын йырҙарымды
Йырламайым данлыҡ өсөн;
Йырлаймын алтын илем өсөн,
Үҙ туған халҡым өсөн.

Саф көмөштәй йырҙарымды
Йырламайым алтын өсөн;
Йырлайым тик саф көмөштәй
Саф йөрәк халҡым өсөн.

Сәскә төҫлө йырҙарымды
Йырламайым зауҡым өсөн;
Йырлайым тик сәскәләй
Ҡыҙҙарға бай халҡым өсөн.

Дәртле ҡайнар йырҙарымды
Йырламайым дәртем өсөн;
Йырлайым тик мәңге шат,
Дәртле, көләс халҡым өсөн.

Иламайым мин көндәрем
Һырғаҡ, һыуыҡ һалҡын өсөн;
Илайым тик ярлы, меҫкен,
Ҡыҙғаныс халҡым өсөн.

Йәш сағым, алтын сағым,
Ялҡын сағым булһын фиҙа,
Халҡым алдында минең
Биргән таҙа антым өсөн.


1914

• Сығанаҡ: Бабич Шәйехзада. Ал да сәс нур халҡыңа: шиғырҙар / Шәйехзада Бабич. — Өфө: Китап, 2020. — 192 бит.