Jump to content

Халҡым йырлай

From Wikisource
Халҡым йырлай (шиғыр)
автор Author:Сабир Кинйәкәй
Ижад итеү ваҡыты: 1941. Нәшер ителгән: 1960. Сығанаҡ: "Йыр сафта ҡала" Башҡорт АССР-ы Культура министерствоһының Башҡортостан китап издательствоһы, Өфө, 1960 йыл,184 бит


Халҡым йырлай


Кеше түгел инек бит беҙ

Октябргәсә,

Оҙата ине мең ғазап

Тар ҡәбергәсә.

Күҙ йәш, хәсрәт менән атты

Һәр бер таңыбыҙ,

Кеше тупһаһында кипте

Ҡайнар ҡаныбыҙ.

Баяр ерҙәрен һуғарҙыҡ

Ҡайнар тир менән,

Беҙ йәшәнек баярҙарҙың

Этенән түбән.

Ҡара, йәмһеҙ ине донъя,

Тар ине киң ер.

Нурһыҙ,һыуыҡ күк аҫтында

Һыҡранды ҙур ил.

Өмөтһөҙ ине барыр юл,
Юҡ ине шатлыҡ,

Һәр ерҙә лә алдау ине,

Юҡ ине хаҡлыҡ.

Ишетһәк тә ишетмәнек,

Хаҡһыҙ инек беҙ.

Белһәк тә белмәнек,

Хаҡһыҙ инек беҙ.

Күрһәк тә күрмәнек,

Хаҡһыҙ инек беҙ.

Тел ҡуҙғатып һөйләмәнек,

Хаҡһыҙ инек беҙ.

Тик октябрь һипте беҙгә

Шатлыҡлы нурын,

Һәм күрһәтте таңдан яҡты

Бәхетле юлын.

Бөтмәҫ шатлыҡ, дәрт ҡабыҙҙы

Һәр бер күңелгә,

Ватан,һауа, ер бирҙе

Беҙгә мәңгегә.

Ҡороп кипкән күп ҡырҙарҙа

Гөлдөр үҫтерҙе,

Хәйерселек, ауырлыҡты...

Барыһын бөтөрҙө.

Шуға ла шул октябрҙе

Сикһеҙ һөйәбеҙ,

Һәр бер көндө еңеүҙәргә

Биҙәп киләбеҙ.


1940 йыл


Public domain
This work is in the public domain in countries where the copyright term is the author's life plus 70 years or less. See Copyright.