Jump to content

Хайуандарҙың бәхәсләшеүе...(әкиәт). Башҡорт халыҡ ижады

From Wikisource
Хайуандарҙың бәхәсләшеүе... ( әкиәт )
автор Башҡорт халыҡ ижады
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Хайуандарҙың бәхәсләшеүе...


 Һыйыр, ат һәм эт:
— Кешеләр кемде нығыраҡ ярата, — тип бәхәсләшкәндәр.
— Әлбиттә, мине, — ти ат. — Мин һабан һөрәм, ерҙе тырматам, урмандан утын килтерәм. Кешеләр миңә ултырып ҡалаға баралар. Улар минән башҡа бөтөнләй йәшәй алмайҙар.
— Юҡ, мине нығыраҡ яраталар, — ти һыйыр. — Мин уларҙы һөт менән һыйлайым.
— Юҡ, мине, — тип һөйләнә эт. — Мин кешеләрҙең байлығын һаҡлайым.
Бер кеше был бәхәсте ишетә лә:
— Бәхәсләшмәгеҙ, һеҙҙең барығыҙ ҙа беҙгә кәрәк. һәр берегеҙ үҙ урынында яҡшы, — ти.

 


1988 йыл