Jump to content

Фатир сүрәһе

From Wikisource


Ҡөрьән
автор Мөхәммәт пәйғәмбәр
Сығанаҡ: Ҡөрьән Кәрим. Илшат Хафизи тәржемәһе.


-

Ҡөрьән Кәрим
башҡортсаға тура ғәрәп теленән Илшат Хафизи


'


35 — Фәтыр (Яралтыусы) сүрәһе

(Фатыр сүрәһе 45 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Фәтыр» — юҡтан бар итеүсе, яралтыусы, булдырыусы мәғәнәһендә килә. Күп кенә тәфсирҙәрҙә был сүрә «Фәрештәләр» исеме менән дә йөрөй.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Күктәрҙе һәм Ерҙе яралтҡан, фәрештәләрҙе икешәр, өсәр, дүртәр ҡанатлы илселәр иткән Аллаһҡа маҡ​тауҙар булһын. Аллаһ яралтылыусыларҙы, үҙе теләгәнсә (гүзәл йөҙ, матур тауыш, аҡыл, һәләттәрен) арттырып яралта, үрсетә. Шик юҡтыр, Аллаһтың һәр нәмәгә ҡөҙрәте етә.

2. Аллаһтың кешеләргә асып һала торған рәхмәтен (ниғмәт, именлек, һаулыҡ, ғилем, ризыҡ, ямғырын) бер кем дә тотҡарлай алмаҫ. Аллаһ яҡындағыларҙы Унан башҡа берәү ҙә тәғәйенләй алмаҫ. Ул — ҡөҙрәт һәм хикмәт эйәһе.

3. Әй, кешеләр, Аллаһ хозурындағы (шул ҡәҙәр) ниғмәт​те хәтерләп ҡалығыҙ, онотмағыҙ. Һеҙҙе Күктән һәм Ерҙән ризыҡландырыусы Аллаһтан башҡа (шундай ниғмәттәрҙе) барлыҡҡа килтереүсе берәй зат бармы? Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) Тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Шулай булғас, ни өсөн (Унан) йөҙ сөйөрәһегеҙ?

4. (Эй, Мөхәммәд) әгәр һине ялғансы тип атаһалар (ҡау​шап ҡалма, түҙ, сабыр ит), һинән алдағы пәйғәмбәрҙәрҙе лә ялғансы, тинеләр. Бөтөн эштәр Аллаһ хөкөмөнә ҡайта​рыласаҡ.

5. Әй, кешеләр, Аллаһ вәғәҙәһенең хаҡлығында шик юҡ. Шулай булғас, зинһар, һеҙ донъя тормошона алданма​ғыҙ. Ата ялғансы шайтан, ышанысығыҙға кереп, Аллаһ юлында һеҙҙе төп башына ултыртмаһын. (Һаҡ булығыҙ!)

6. Шайтан һеҙҙе дошман күрә. Шуның өсөн, һеҙ ҙә уны дошман күрегеҙ. Ул үҙенә эйәргәндәрҙе утлы йәһәннәмгә урынлашты​рыр өсөн тырыша. (Изгелек ҡылыу, гөнаһлы эштәрҙән баш тар​тыу — шайтанды дошман күреү булыр.)

7. Кәфер ғәмәлдәр өсөн әрнетеүле ғазап әҙерләнгән. Иман килтергәндәргә, изгелек ҡылғандарға, матур йәшәгәндәргә ярлыҡау һәм бөйөк әжер буласаҡ.

8. Яманлыҡ ҡылып, изгелекһеҙ булғандарға:

— Ҡылмыштарығыҙ бик тә яҡшы (кәферҙе изгелек), — тип күрһәтеүсе (Иблис менән тура юлдағы әҙәм бер) булырмы? Шик юҡтыр, Аллаһ кемде шаштырырға теләһә, шуны шашты​рыр, кемде тура юлға баҫтырырға ихтыяр итһә, шуны тура юлға баҫтырыр. (Эй, Мөхәммәд) шулай булғас, улар тураһында уйлап, хафаланма, йәнең көймәһен. Аллаһ уларҙың ниндәй яманлыҡ ҡылырға уйлағанына ҡәҙәр белеп тора.

9. Елдәрҙе иҫтереп, болоттарҙы ҡыуып йөрөтөүсе — Аллаһтыр. Беҙ уларҙы (болоттарҙы) үлгән тупраҡлы ерҙәргә ебәреп, тергеҙәбеҙ. Үлеләрҙең яңынан терелеүе лә нәҡ шу​лай буласаҡ.

10. Үҙенә абруй-дәрәжә яуларға теләгән кеше белһен: аб​руй һәм дәрәжә Аллаһ хозурында. Уның янына бары тик яҡшы һүҙҙәр генә барып ирешә. Уларҙы ла Аллаһҡа изгелекле ғәмәлдәр генә еткерә ала. Мәкерле тоҙаҡтар ҡороусылар өсөн хәтәр ғазаптар бар һәм уларҙың ул тоҙаҡтары емерелер.

11. Аллаһ һеҙҙе (башта) тупраҡтан, һуңынан нәҫел орлоғонан яралтты. Унан һуң һеҙҙе парлы-парлы (ирле-ҡатынлы) итте. Уның әмере булмайынса, бер генә әсә лә ауырға ҡала алмаҫ, бала таба алмаҫ. Йән эйәһенә (оҙон) ғүмер бирелеүе лә, ғүмеренең ҡыҫҡартылыуы тураһында ла (Ләүхел Мәхфүзгә) Ки​тапҡа ап-асыҡ яҙылған. Шик юҡтыр, быларҙың барыһы ла Аллаһ өсөн бик анһат башҡарыла торған эштәр.

12. Ике диңгеҙ бер-береһенә тиң булмаҫ. Быныһы сөсө, эсеп, һыуһынды баҫыр өсөн яраҡлы. Быныһы тоҙло, тәмһеҙҙер. Һәр икеһенән дә паҡ ит (балыҡ тотоп) ашайһығыҙ һәм кейемдәрегеҙгә тағыр өсөн биҙәнеү әйберҙәре (ынйы, мәрйен, сәйлән) табаһығыҙ. Аллаһтың ниғмәттәренән (үҙ өлөшөгөҙгә тигәнен) эҙләп табығыҙ ҙа, шөкөр итегеҙ. Шуның өсөн һеҙгә диңгеҙҙәр​ҙе ярып йөҙә торған кәмәләр насип ителде. Күрмәйһегеҙме ​ни?

13. Аллаһ төндө көн менән аралаштырыр, көндө иһә төн эсенә кертер. Ҡояш менән Айҙы үҙ әмере менән йөрөтөр. Улар​ҙың һәр береһе билгеләнгән мөддәткә (ваҡытҡа) саҡлы шулай йөрөр. Быларҙың бөтөнөһөн дә Аллаһ бер үҙе башҡара. Барса милек — Уныҡы, Уны инҡар итеп, һеҙ табынғандар (боттар, һындар) иһә хатта сәтләүек ҡабығы тиклем нәмәгә лә хужа була алмайҙар.

14. Әгәр ҙә һеҙ уларҙы (доға ҡылып, Илаһҡа тиңләштергән һындарығыҙҙы, боттарығыҙҙы, һәйкәлдәрегеҙҙе ярҙам һорап) саҡырһағыҙ, улар һеҙ саҡырғанды ишетмәҫ (доғаларығыҙҙы ҡабул итмәҫ). (Сөнки улар йәнһеҙ) ишеткән һүрәттә лә, һеҙгә яуап бирмәҫтәр (ярҙам итә алмаҫтар). Ҡиәмәт көндө Аллаһҡа тиң булыуҙан ваз кисерҙәр (файҙа ла, зыян да эшләй ал​маҫтар). Был Хәҡиҡәтте һиңә барса нәмәләрҙән хәбәрле булған Аллаһтан башҡа һис кем әйтмәҫ.

15. Әй, кешеләр, һеҙ Аллаһҡа мохтаж. Аллаһ, (бөтөн ғәләмдәр байлығына) хужа булараҡ, бер нимәгә лә мохтаж түгел, Ул маҡтауға лайыҡ. (16) Аллаһ ихтыяр итһә, һеҙҙе юҡҡа сыға​рыр һәм һеҙҙең урынға башҡа бер халыҡты бар итер. (17) Был эштәрҙе башҡарыу Аллаһҡа бер ҙә ҡыйын нәмә түгел.

18. Һис бер гөнаһлы башҡа кешенең гонахын үҙ өҫтөнә алмаҫ. (Гөнаһтары) ауыр булып, уларҙы ташышырға ҡәрҙәштәрен саҡырһа ла, кеше йөгө башҡаһына төйәлмәҫ. Һин бары тик, Үҙен күрмәгән килеш тә, Аллаһҡа инанып (гөнаһ эш​ләүҙән) ҡурҡҡандарҙы һәм намаҙ ҡылыусыларҙы ғына тура юлға күндерә алаһың. Пакланған кеше үҙ файҙаһына паклана. Ҡайтышығыҙ Аллаһҡа булыр.

19. (Күңел күҙе) һуҡыр кеше менән (хаҡты аңлаған) күҙле кеше бер булырмы? (20) Ҡараңғылыҡ (наҙанлыҡ) менән яҡ​тылыҡ (ғилем) берме? (21) Күләгә (йәннәт рәхәтлеге) менән көйҙөрөүсе эҫелек (йәһәннәм) берме? (22) Тереләр менән үлгәндәр тиң булмаҫ. Теләгәненә Аллаһ ишеттерер. Һин ҡәберҙәгеләргә ишеттерә алмаҫһың.

23. (Эй, Мөхәммәд) һин фәҡәт киҫәтеүсе генә. (24) Беҙ (изгелек ҡылғандарға йәннәт тормошо буласаҡ тип) һөйөнсө алыу өсөн һәм (гөнаһ ҡылғандарға йәһәннәм уты була, тип) киҫәтеү өсөн һине юлланыҡ. Һәр халыҡ өсөн шундай киҫәтеүсе (пәйғәмбәрҙәр) күндерҙек. Үҙенә киҫәтеүсе (пәйғәмбәр) килмәгән бер генә өммәт тә юҡ.

25. (Эй, Мөхәммәд) әгәр ҙә һине ялғансы, тип атаһалар, (ҡайғырма) әүәлге пәйғәмбәрҙәрҙе лә шулай мыҫҡыл ит​теләр. Ул пәйғәмбәрҙәр уларға асыҡ мөғжизәләр, аяттар, ғилем нуры сәсеүсе китаптар алып килгән булһалар ҙа. (26) Ахырҙа мин ул инҡарсыларҙы язаланым. Күрҙеңме, Минең язам нисек булды! (27) Ҡарап тор, нисек итеп Аллаһ Күктән һыу индерҙе! Шуның менән төрлө төҫтәге, төрлө матур емештәр өлгөрттөк. Тауҙарҙы ашҡан аҡ, ҡыҙыл, башҡа төҫтәге (ярҙар, упҡындар) һәм ҡарға ҡауырһыны кеүек ҡап-ҡара юлдар барлыҡҡа килтерҙек. (28) Кешеләр араһында ла, хайуандар, мал-тыуар араһында ла шундай төҫтәгеләре бар. Ға​лим кеше Аллаһтың язаһынан ҡурҡа (сөнки ул — уҡыған, белемле. Наҙан кеше генә Аллаһты бар тип тә белмәй). Шик юҡ, Аллаһ һәр ваҡыт өҫтөн, сикһеҙ ярлыҡаусы.

29. Аллаһтың Китабын уҡығандар, намаҙ ҡылғандар һәм үҙҙәренә бирелгән ризыҡты башҡаларға күрһәтмәйенсә лә, йәшермәйенсә лә (хәйер, саҙаҡа, зәкәт) биргәндәр зыян күрмәйенсә, төкәнмәҫ ниғмәттәргә өмөт итә алалар. (30) Сөнки Аллаһ уларға тейешле әжерен теүәл итеп бирер, ниғмәттәрен арт​тырып та өләшер. Шик юҡтыр, Ул — киң рәхмәтле ярлы​ҡаусы, шөкөр иткәндәргә мул мөлкәт биреүсе.

31. (Эй, Мөхәммәд) һиңә уахи иткән Китабыбыҙ унан әүәл индерелгәндәр (Тәурәт менән Инжил)де дөрөҫләүсе бу​лараҡ, индерелгән хаҡ Китап. Аллаһ — бәндәләрҙең ҡыл​мыштарын күреп, хәбәрҙар булып тороусы. (32) Һуңынан был китапты бәндәләребеҙ араһынан һайлап алынған кешегә бир​ҙек. Бәндәләр араһында үҙенә-үҙе зыян ҡылғандар ҙа, урта​лыҡты тотҡандар ҙа, Аллаһ рөхсәте менән изгелек ҡылыу юлын​да ярышҡандар ҙа бар. Бына изгелек ҡылыу шулай була. (33) Ғәден йәннәттәре уларҙың әжере булыр. Улар алтын белә​ҙектәр һәм ынйылар менән яһанырҙар (биҙәнерҙәр). Кейеп йөрөй торған кейемдәре лә ебәктән тегелгән булыр. (34) Улар әйтер:

— Өҫтөбөҙҙән ҡайғыбыҙҙы таратҡан Аллаһҡа — дан! Ысынлап та, Раббығыҙ — ярлыҡаусы, сикһеҙ ниғмәт биреүсе. (35) Мәрхәмәте менән беҙҙе төп йортобоҙға (йәннәткә) урынлаш​тырҙы. Хәҙер шунда арыу-талыу ҙа, бер ниндәй мәшәҡәт тә (эс бошоу ҙа) булмаясаҡ.

36. Инҡарсыларға йәһәннәм ғазабы бар. Улар шунда үлтерелмәҫтәр ҙә, ғазаптары ла еңеләйтелмәҫ. Кәферлектә алда барғандарҙы Беҙ бына шулай итеп язалайбыҙ. (37) Улар шунда:

— Раббыбыҙ, зинһар, беҙҙе сығар бынан, әүәл ҡылған (изгелекһеҙ) эштәребеҙ урынына изгелекле эштәр башҡарыр инек, — тип үкереп ялбарырҙар.

— Һеҙгә уйлап аңларлыҡ ғүмер бирмәнекме? Һеҙгә киҫә​теүсе (Ҡөръән, Пәйғәмбәр) килмәнеме? (Ни өсөн инанманығыҙ!) Хәҙер инде (язаһын) татығыҙ! Залимдарға ярҙам итеүсе булмаҫ.

38. Аллаһ Күктәрҙәге һәм Ерҙәге бөтөн йәшерелгән (бай​лыҡ, серҙәр, әҙәмдәр йәшереп ҡуйған хазина, йәшерен ғәмәлдәр)ҙе, белеп тороусы. Күңелдәрегеҙҙә нимә бар (яҡшы-яман теләк) — барыһын да асыҡтан-асыҡ белеп тороусы — Аллаһ Тәғәлә. (39) Ул һеҙҙе Ер йөҙөндә мираҫсы вәриҫ хөкөмдарҙар итеп яралтты. Тик, кем кәферлекте һайлай, кәферлеге үҙ зарарына буласаҡ. Кәферҙәрҙең иманһыҙлығы Раббы ҡатындағы яза​ларын ғына арттырыр. Инҡарсыларҙың иманһыҙлығы үҙҙәренә зыяндан башҡа һис бер нәмә килтермәҫ.

40. (Эй, Мөхәммәд) әйт һин:

— Аллаһты инҡар итеп, табынған яһалма Илаһтарығыҙҙы күрҙегеҙме инде? Миңә лә күрһәтегеҙ. Ер йөҙөндә улар нимә барлыҡҡа килтерҙеләр? Күктәрҙе барлыҡҡа килтереүҙә уларҙың ҡатнашы бармы? — тип һора. Әллә һуң Беҙ уларға берәй Ки​тап күндерҙекме? Улар шул Китаптағы дәлилдәргә таянып, ғәмәл ҡыламы? Юҡ! Ул залимдар бер-берһен алдауҙан баш​ҡа бер нимә лә вәғәҙә итә алмай.

41. Шик юҡ, Аллаһ күктәрҙе һәм Ерҙе төшмәһендәр, тип әмерендә тота. Хаҡтыр, әгәр ҙә улар урынынан ҡуҙғалһа, Унан башҡа һис бер кем уларҙы тәртипкә һала алмаҫ. Шөбһәһеҙ, Аллаһ бик тә сабыр һәм ярлыҡаусы.

42. (Мәккә мөшриктәре) Аллаһ исеме менән ант иттеләр:

— Валлаһи! Беҙгә лә киҫәтеүсе пәйғәмбәр килһә, башҡа халыҡтарға (йәһүд менән христиандарға) ҡарағанда ла беҙ алданыраҡ тура юлға баҫҡан булыр инек, — тинеләр. Пәйғәм​бәрҙең килеүе уларҙың тура юлдан йыраҡлашыуын арттырҙы ғына. (43) Сөнки улар Ер йөҙөндә тәкәббер рәүештә йәшәнеләр һәм мәкерле тоҙаҡтар ҡорҙолар. Әммә, кеше үҙе ҡаҙыған соҡорға үҙе төшә. Улар әүәлдә йәшәп (гөнаһ ҡыл​ған) халыҡтарҙың (яман) яҙмыштарынан башҡа берәй тәҡдир көтәләрме? (Гөнаһҡа батып та, язаһын татыма​быҙ, тип өмөтләнәләрме?) Аллаһтың ҡанунында һис бер үҙгәреш таба алмаҫһың. Аллаһтың ҡанунында ситкә тайпы​лыш күрмәҫһең.

44. Улар бер ҙә ситкә сығып сәйәхәт итмәйҙәрме ни һуң? Үҙҙәренән алда йәшәп киткәндәрҙең тәҡдире (яҙмышы) нисек тамамланғанын белмәйҙәрме ни һуң? Гәрсә, улар быларынан көслөрәк ине. Күктәрҙә лә, Ерҙә лә Аллаһты меҫкен хәлдә ҡалдыра ала торған көс юҡ. Ул — барыһын да белеүсе һәм ҡөҙрәт эйәһе.

45. Ҡылған гөнаһтарына күрә, Аллаһ кешеләрҙе язалай барһа, Ер йөҙөндә бер генә йән эйәһе лә иҫән ҡалмаған булыр ине. Ләкин Аллаһ (яза биреүҙе үҙенә генә) мәғлүм бер билгеләнгән ваҡытҡа кисектерә килә. Ваҡыты еткәс, (барыһы ла үҙ өлөшөн алыр). Ысынлап та, Аллаһ ҡол​дарын күреп тора.