Jump to content

Уртаҡ тел(хикәйә). Факиһа Туғыҙбаева

From Wikisource
Уртаҡ тел ( хикәйә )
автор Факиһа Туғыҙбаева

FuthorФакиһа Туғыҙбаева '

.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап " нәшриәте,2009 йыл


Уртаҡ тел


1
 2-се класс уҡыусылары циркка барҙы. Гөлһылыу үҙе менән ҡустыһы Салауатты ла алды.
Салауаттың циркка тәүге тапҡыр ғына барыуы. Ул трамвайҙа уҡ:
— Апай, филдәр ҙә, дөйәләр ҙә кәмит күрһәтәме? — тип һорашырға тотондо.
— Юҡ, ҡустым, ҡулға өйрәтелгәндәре генә...
— Ундағы эттәр йырлаймы?
— Барғас, күрерһең...
Барып еткәс, Салауат ҡыҙҙарҙы этә-төртә, ишеккә ташланды. Зәңгәр башлығы ғына елпелдәп ҡалды. Йырлай, бейей белеүсе эттәрҙе, айыуҙарҙы бөтәһенән дә алдараҡ күргеһе килә ине уның.
Гөлһылыу ҡустыһын ҡыуып етеп асыуланды:
— Әгәр мине тыңлап ҡына тормаһаң, өйгә ҡайтабыҙ ҙа китәбеҙ.
Улар туңдырма һатып алыуға, ҡыңғырау шылтыраны. Салауат менән Гөлһылыу, туңдырмаларын тотоп, залға ашыҡты.
Ут һүнде. Манежға клоун килеп сыҡты. Вәт әкәмәт икән клоун! Башына шаҡмаҡлы фуражка кейеп алған, салбарының бер балағы — ҡыҙыл, икенсеһе — йәшел. Ҡаталарын ҡайҙан тапты икән? Бигерәк ҙурҙар. Ауыҙы ҡолағына еткән, танауы картуф ҙурлыҡ, ҡалын ҡара ҡаштары бергә ҡушылған.
Клоундың: «һаумыһығыҙ, тамашасылар!» — тип әйтеүе булды, бөтәһе лә шарҡылдарға тотондо. Эй көлдөләр, эй көлдөләр... Салауаттың күҙенән хатта йәштәр атылып сыҡты. Цирктағы балаларҙың көлөү тауышы урамға уҡ ишетелеп торғандыр, моғайын. Юҡ, улай ғына ла түгел, Салауаттарҙың өйөнә лә ишетелгәндер.
Салауат ҡулында ирей башлаған туңдырманы ирененә тейҙерҙе лә, һоро күҙҙәрен ҙур асып, тын ҡалды. Манежға ике айыу сығып килә. Ҡара әле, ҡара: туп-тура Салауатҡа табан йүнәлделәр түгелме? Ҡурҡыуҙан уның ирене ҡалтыраны, күҙҙәре ялтыраны.
Бейеү көйө яңғыраны, һоро тиреләрен ут яҡтыһында йылҡылдатып, айыуҙар бейергә төшөп китмәһендәрме?! Вәт бейейҙәр! Ауыр кәүҙәләрен нисек шулай еңел генә күтәрәләр, тиң?
Тамашасылар рәхәтләнеп ҡул сапты.
Айыуҙарҙың һөнәре бының менән генә бөтмәгән икән. Улар, алпан-толпан килеп, бер тәгәрмәсле велосипедта йөрөп күрһәттеләр.
Салауат, урынында сыҙап ултыра алмайынса, манежда айыуҙар менән һөйләшеүсе аҡ күлдәкле апай эргәһенә йүгерҙе.
— Мин дә айыуҙар менән бергә велосипедта йөрөйөм әле, апай?!.
Апай Салауаттың арҡаһынан һөйҙө:
— Бының өсөн улар менән уртаҡ тел табырға кәрәк.
Салауат, айыуҙарға текләгән килеш, башын аҫҡа эйҙе: ҡайҙан табырға һуң был уртаҡ телде? Апаһынан һорарға ҡыйманы. Гөлһылыу былай ҙа:
— Тик ултырмайынса ҡаңғырттың, — тип асыуланды...
Ҡайтып инеү менән, Салауат ҡамыр баҫып торған әсәһенән:
— Ҡайҙан уртаҡ тел табырға икән? — тип һораны.
— Ул ниндәй уртаҡ тел тағы? — тип аптыраны әсәһе. — Белмәйем, улым, белмәйем...
2
Гөрләүектәрен селтерәтеп, яҙ үтеп китте. Ергә сәскәләр һибеп, йәй килде.
Балалар баҡсаһынан ҡайтыу менән, Салауат хәҙер урамға саба. Унда малайҙар менән туп уйнай, велосипедта йөрөй.
Күрше Василиса әбейҙең аҡ көсөгө менән дә ҡыуышып уйнай Салауат. Көсөк уның бөтә һүҙен аңлай. «Шарик, артҡы аяғыңа баҫ!» — тиһә, артҡы аяҡтарына баҫа. «Шарик, минең арттан йүгер!» — тиһә, уның артынан йүгерә. Хатта, «һау-һау-һау» тип, өскә тиклем һанай ҙа белә. Салауат печенье менән һыйлаһа, рәхмәт әйтеп, өрөп ҡуйған була.
Бер көндө Василиса әбей подъезд ишеге ҡаршыһындағы эскәмйәлә Шарик менән уйнаған Салауатҡа ҡарап ултырҙы-ултырҙы ла, ҡыуанып:
— һин минең көсөк менән уртаҡ тел тапҡанһың бит, — тип әйтеп ҡуйҙы. — Яғымлы кеше айыу менән дә уртаҡ тел таба шул...
Салауат, ашығып, Василиса әбей эргәһенә килеп ултырҙы:
— Мин бер тел дә тапманым, инәй, ниңә улай тиһең?
— Уртаҡ тел тапмаһаң, Шарик һине шул тиклем тыңлар инеме ни? — тине Василиса инәй. — Яғымлылыҡтан да һәйбәтерәк аңлашылған тел юҡ шул...
— Ур-ра! Белдем, белдем! — тип, Салауат Шарикты ҡосаҡлап алды. Икенсе тапҡыр циркка барһа, ул оҙон аҡ күлдәкле апайға:
— Мин хәҙер уртаҡ тел таптым! — тип әйтәсәк. Шунан һуң апай Салауатҡа айыуҙар менән велосипедта йөрөргә рөхсәт итәсәк. Ә әлегә ул Василиса инәйҙең аҡ көсөгөн велосипедҡа атланырға күнектерәсәк.

 


2009 йыл