Төлкө менән бүре
Бер ваҡыт бүре төлкөнән:
– Нимә ашап был хәтле һимерҙең?– тип һораған. Төлкө уға:
– Күл буйындағы мал-тыуар менән туҡланам, – тип яуап биргән.
– Ул малдарҙы нисек тотаһың?– тип һораған ҡабаттан бүре. Төлкө:
– Ҡамыш араһына барып ят та, өҫтөңә шатырҙап килеп менмәйенсә торма. Ул шатырҙап килер, яныңа килгәс кенә тотоп ал,– тигән. Бүре төлкө өйрәткәнсә эшләгән: күҙен йомоп, ҡамыш араһына барып ятҡан.
Уғаса булмай, төлкө ҡамышлыҡтың бер башына ут төртөп ебәргән. Ҡамыш шатырҙап яна-яна бүрегә яҡынлашҡан. Бүре һаман ятҡан. Ята торғас, йөндәре яна башлаған бының, сыҙар хәле ҡалмағас ҡына бүре күҙен асҡан. Асһа, йөндәре янып бөткән, тиреһе шатырҙап яна башлаған, тирә-яҡта ут, ти.
Был арала төлкө, көлгә барып аунап, төҫөн үҙгәрткән дә яр буйына килеп ултырған. Ах та ух булып, уның янына бүре сабып килгән.
– Харап булдым, хәҙер ни эшләргә инде?– ти икән бүре.
– Ниңә харап булдың? – тип һораған төлкө.
– Бер ҡыҙыл төлкө алдап, ут төртөп китте,– тип зарланған бүре.
– Ә-ә-ә, ул ҡыҙыл төлкө мине лә алдап киткәйне,– тигән булды, ти, тегенеһе.
– Инде ни эшләйем икән? – тигән бүре.
– Һе, аптырап тораһың тағы. Боҙға барып аунаҡла!– тип аҡыл өйрәткән төлкө.
Бүре боҙға барған да аунаҡлай башлаған. Уның ите боҙға йәбешеп һыҙырылып бөткән, үҙе шунда үлеп киткән, ти.