Jump to content

Төйөндәремде һүтәм.Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource


Төйөндәремде һүтәм. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 27.03.2014.. Нәшер ителгән: 01.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән. “


* * *


Мин түгелмен элеккесә,
Мин инде хәҙер бүтән:
Әле бына күңелдәге
Төйөндәремде һүтәм.

Кем илатҡан, кем онотҡан,
Кемдер ҡаты бәрелгән,
Кемгәлер иткән изгелек
Яуызлыҡҡа әүерелгән.

Кемдер ялған ғәйеп таҡҡан,
Кем алдаған, кем һатҡан,
Кемдер…
                  Туҡта! Был турала
Улар инде онотҡан!

…Һәр береһен аҡлау өсөн
Төрлө сәбәп эҙләйем,
Төйөндәрҙе һүтә-һүтә,
Үткәндәрҙе күҙләйем.

Иң ҡатмарлы төйөндәрҙе
Тыуғандарым төйнәгән:
Кемдер ярҙам күрһәтмәгән,
Кемдер ниҙер һөйләгән…

Төйөн һүтәм – иҫкә алам
Нисек ярҙам иткәнен,
Беләм: ерҙә иң ҙур гөнаһ –
Кенә ҡыуыу икәнен.

Ситтәрҙе кисереү еңел,
Яралары һай ғына,-
Тыуғандарҙан алған яра
Туҡтамай һыҙлай ғына.

…Төйөндәрҙе һүтә-һүтә,
Күңелемде күҙләйем,
Иң ҡатмарлы төйөндәрҙе
Сисер сәбәп эҙләйем…