Jump to content

Тәүге хат(хикәйә). Факиһа Туғыҙбаева

From Wikisource
Тәүге хат ( хикәйә )
автор Факиһа Туғыҙбаева

FuthorФакиһа Туғыҙбаева '

.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап " нәшриәте,2009 йыл


Тәүге хат


 
 Нәсимә йәйге ялды ауылда өләсәһендә үткәрҙе. Күрше ҡыҙы Зөбәржәт менән килгән көндө үк дуҫлашты.
Ҡояш Йөрәктау түбәһенә барып ҡунаҡлағас, өләсәһе:
— Эй, балам, ҡояш та байып килә, быҙау ҡайҙа икән, көтөү ҙә ҡайтыр, — тип хафаланды.
Фәхерниса инәй ҡарт инде, быҙау артынан йөрөргә күҙе лә күреңкерәмәй, тыны ла ҡыҫыла. Әлдә Зөбәржәт бар. Инәйҙең һыйырын көтөүҙән үҙҙәренеке менән бергә алып ҡайта. Әйткәнде көтөп тормай, Фәхерниса инәйҙең быҙауын да һарайға индереп яба. Тик бөгөн Зөбәржәт күршеләренә инергә ҡыйынһынды: ҡунаҡ ҡыҙ бар бит.
Фәхерниса инәй баҡсаларында ҡыяр түтәлдәренә һыу һибеп йөрөгән Зөбәржәтте ҡойма аша ғына саҡырып алды:
— Балам, бар, Нәсимә менән быҙауҙы алып ҡайтығыҙ әле.
Нәсимә менән Зөбәржәт Сәрмәсән буйындағы туғайлыҡҡа йүгерҙе. Фәхерниса инәйҙең быҙауы шунда йөрөй торғайны. Барышлай ғына бер- береһенең исемдәрен һорашты ҡыҙҙар.
Сәрмәсән туғайлығында юҡ ине Аҡмаңлай.
— Моғайын, кукуруз баҫыуына киткәндер, — тине Зөбәржәт, ҡала ҡыҙын етәкләп, шунан тағы йүгерергә тотондо.
Күҙ бәйләнде. Ауыл яғында һыйырҙар мөңрәгәне ишетелеп-ишетелеп ҡала. Бер апай ҡайҙалыр, «бәр-бәр!» тип, һарыҡтарын саҡыра, Һаҙлыҡта тәлмәрйендәр баҡылдаша.
Быларҙың бөтәһен дә тәүге тапҡыр ишеткән Нәсимәнең һоро күҙҙәре ҙур асылды, ирендәре ҡалтыраны. Ләкин ул ҡурҡҡанын әхирәтенә Һиҙҙермәне.
Ҡыҙҙар, бейек кукуруз һабаҡтарын ҡыштырлатып йырып, эскәрәк үтте. Зөбәржәт ҡысҡырып быҙауҙы саҡырҙы:
— Аҡмаңлай, Аҡмаңлай!
Алыҫтағы мөңрәү тауышын ишеткәс:
— Аҡмаңлай, кил бында, кил, — тип нығыраҡ ҡысҡыра башланы.
Улар, ҡуйы кукурузды айырып, һаман алға атланылар. Бер ваҡыт Нәсимә:
— Ай! — тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Ни булды? — тип ҡурҡып китте Зөбәржәт.
— Ҡара әле! Әллә айыу инде?
Зөбәржәт әхирәте күрһәткән яҡҡа ҡарап көлөп ебәрҙе:
Аҡмаңлай бит!
Ҡыҙҙар ҡайтып еткәндә, Фәхерниса инәй ҡапҡа төбөндә ултыра ине:
— Эт-ҡошҡа осрамаһа ярар ине балаҡайҙарым, тип ҡурҡып бөттөм.
Нәсимә менән Зөбәржәт бынан һуң һәр кис Аҡмаңлайҙы икәүләп алып ҡайта башланы. Йөрәктауға еләккә лә бергә йөрөнөләр.
Нәсимә китер алдынан улар хатлашып торорға һүҙ ҡуйыштылар. Зөбәржәттең быға тиклем бер кемгә лә хат һалғаны юҡ ине. Шуға күрә Нәсимә китмәҫ элек яҙып ҡарарға булды. Яҙҙы ла, әсәһе эшкә киткәс, әхирәтен саҡырып индерҙе. Нәсимә үҙенә ебәреләсәк хатты уҡып сыҡты. Зөбәржәт: «һаумы, әхирәт! Нисек ҡайтып еттең? Мин һине бик һағындым, һине Аҡмаңлай ҙа һағынды», — тип яҙғайны.
— Мин автобусҡа ултырып киткәс тә ебәр, йәме. Юғиһә, һине бик һағынырмын, — тине Нәсимә, хатты ҡабат Зөбәржәткә тотторғас.


2009 йыл