Jump to content

Тормош баҫҡыстары

From Wikisource
Тормош баҫҡыстары
автор Мәжит Ғафури
Сығанаҡ: М. Ғафури. Әҫәрҙәр, т. 1—6, Өфө, 1954—57 й. • * Электрон төрө «Башҡорт теле корпусы»ның «Проза» бүлегенән алынған.


Йөҙҙәрсә шәкерттәр уҡыған ҙур бер мәҙрәсәнең оло мөдәрисе алдына теҙелеп ултырған ун һигеҙ-егерме йәш¬тәр араһындағы егерме-утыҙ шәкерт хәҙрәттең, ҙур бер китапты («Мохтасар» китабын) асып, алдында хәҙер үк дошмандар баҫып торғанын күргән кеүек, асыулы бер та¬уыш менән:

— «Китабөлжиһад», йәғни һуғыш хаҡында килгән ки¬таптыр был!.. — тигән һүҙҙәрен ишетеү менән, ошо ми¬нутта уҡ, һуғыш сафына ебәрелгән кешеләр кеүек, ултыр¬ған урындарынан ҡуҙғала төшөп ҡуйҙылар.

— Һуғыш?

— Кем менән һуғыш? — тигән уй хәҙрәт алдында дәрестә ултырған шәкерттәрҙең баштарына йәшен кеүек тәьҫир итеп, мейеләренә ҡан йүгерҙе. Хатта хәҙрәттең дәресендә ултырырлыҡ йәшкә етмәгән, вағыраҡ шәкерт¬тәр ҙә, был ҡурҡыныс һүҙҙәрҙе ишеткәс, ҡалтыранып киткән кеүек булдылар һәм хәҙрәттең асыулы йөҙөнә ҡарағайлыҡтарын һиҙмәй ҙә ҡалдылар. Хәҙер һәр кем хәҙрәттең кемдәр менән һуғышҡа өндәүе хаҡындағы һүҙ¬ҙәрҙе көтә башланылар...

Хәҙрәт тауышын күтәрә төшөп башланы һәм:

— Әлжиһад фарзы ғәйен булып әүерелер, әгәр ҙә кафырҙар һөжүм итһәләр, — тигән һүҙҙәрҙе әйтте.

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, шәкерттәрҙең ҡурҡыуҙары та¬ғы ла артты. Ауылдың теге яғынан ҡулдарына күҫәктәр, суҡмарҙар, һәнәк, салғылар күтәргән әллә ни саҡлы оҙон сәсле кафырҙар ябырылып килгән кеүек булып, күҙ ал¬дарына килделәр.

Эш бының менән генә ҡалманы. Хәҙрәт:

— Фәйхрәдж әл-мәрәт вә әл-ҡәбдә баладин мәүлә... Һуғыш шулай һәр кемгә фарзы ғәйен булып киткәндә, ҡатындар — ирҙәре, ҡолдар хужаларының рөхсәттәренән башҡа ла һуғышҡа китерҙәр! — тигән һүҙҙәрҙе өҫтәп ебәрҙе.

Уның был һүҙҙәренән һуң шәкерттәргә ерҙең өҫтө ҡиә¬мәт кеүек буталсыҡ бер хәлдә ҡалған кеүек күренә баш¬ланы, һуғыш ваҡытында ике яҡтан үлтерелгән йәки йәрәхәтләнгән кешеләрҙең ерҙә тәгәрәп ятыуҙары күҙ ал¬дына килде, ҡатын, бала-сағаларҙың илауҙары, мәжрух¬тарҙың һыҙланып һыҡраныуҙары ҡолаҡ төптәренән яң¬ғырап үтеп киткән кеүек булды.

Хәҙрәттең:

— Фәйәхасирһем вәядғоилол-ислам—бәс шулай бул¬ғас, мосолмандарҙың имамдары, йәғни әмирелмөьминин ул кафырҙарҙы мохтасара итер, ҡамап алыр ҙа ислам диненә өндәр, әгәр баш тартһалар, жизиә түләргә ҡу¬шыр, әгәр ҙә унан да баш тартһалар, һуғыш башлар!..— тигән һүҙҙәрҙе әйткәс, ысынлап та һуғыш башланып, кафырҙар мосолмандарға аралашып, бер-береһен сәнсә¬ләр, үлтерәләр кеүек ҡурҡыныс булып китте.

Хәҙрәт был хаҡта һөйләгәндән һуң, һуғыш рәүешенә һәм һуғыш ҠОРАЛДАРЫНА күсеп:

— ЙОКАТИЛЕҺЕМ БИМА ЙӨҺЛИКӨҺЕМ — бәс мосолмандар ул кафырҙарҙы һәләк итә торған ҡылыс, уҡ, мәнжәник кеүек ҡоралдар менән һуғышырҙар... — тине.

Ошо рәүешле ҡаты һүҙҙәр әйтелеп, шәкерттәрҙең иҫ¬тәренә лә килмәгән һуғыш ҡоралдарының исемдәре һа¬налғас, шәкерттәр рәхәтләнеп мосолмандарҙың кафыр¬ҙарҙы еңеүҙәрен күреп торған кеүек булдылар.

Дөрөҫ, шәкерттәрҙең һәр береһе, яҙға табан уҡ һәм йәйә яһап, уҡтарҙың башына башаҡ ҡаҙап, шуның менән уйнағанға, уҡты һәр береһе белә ине. Унан һуң, улар шул ауылдағы полицейскийҙың тағып йөрөгән ҡылысын күр¬гәнгә күрә, ҡылыстың да ни рәүешле булыуҙарын аңлай¬ҙар ине. Әммә, мәнжәникте шәкерттәрҙең һәр береһе бөгөнгә саҡлы күрмәгәнгә һәм ишеткәне булмағанға, уларҙың һәр береһе уны беләһе килде. Шуның өсөн шә¬керттәрҙең араһынан бер нисәһе берҙән:

— Тәҡсир, мәнжәник нәмә һуң, ул нисек була? — ти¬гән сөәлде бирҙеләр.

Хәҙрәт был ғәжәп ҡоралдың рәүешен һөйләп китте һәм мәнжәник ул — ислам ерҙәрендә генә була торған һуғыш ҡоралы. Ул бик оҙон бер ағастың йыуан башын ергә ныҡлап беркетеп, икенсе башын көйәнтә кеүегерәк бөгөп, арҡан менән тарттырып ҡуйыуҙан ғибарәт булған бер ҡорал. Шул уҡ ҡоралдың юғары башына бер таш ҡуялар ҙа арҡанды ҡапыл ғына ысҡындырып ебәрәләр, бөгөлөп ҡуйылған йыуан ағас тиҙлек менән ысҡынып ки¬теү арҡаһында, теге таш йәшен кеүек тиҙ һәм жыулап дошман яғына барын һәләкәт яһап. Был ҡоралды улар¬ҙың ҡәлғәләрен (крепостарын) ваттырыу кеүек эштәргә истиғмал итәләр, тине һәм уның рәүешен һөйләү менән генә ҡәнәғәт итмәй, тарихын һөйләргә керешеп:

— Мәнжәникте башлап истиғмал итеүсе Нәмрудҡа әләйһе ләғнә булып, Ибраһим пәйғәмбәрҙе утҡа ат¬тырғанда, шуның менән аттырған.

Мәнжәникте башлап яһарға өйрәтеүсе шайтан булып, ул уны йәһәннәмдә Баруел исемле вадида (соҡорҙа) кү¬реп, шунан Нәмрудҡа хәбәр биргән булған..., тине.

Был «ғәжәп» һуғыш ҡоралы һәм уның «тарихы» ха¬ҡындағы хикәйә шәкерттәргә тәьҫирһеҙ ҡалманы. Ул саҡлы ҡоралдар менән ҡоралланған ғәскәрҙең кафыр¬ҙарҙы еңеүҙәренә шик тә килтермәй башланылар. Сөнки «Мохтасар» уҡымаған кафырҙарҙың мәнжәник яһай алыуҙары мөмкин булмағанға күрә, был ҡорал уларҙың ҡулында булмаясаҡ. Шуның өсөн дә улар ауыҙҙарын асып, хайран ҡалып, шәһәрҙәрен ваттырып, тик торасаҡ булып күренде.

Төплө фәндәр уҡылған тәртипле мәктәптәрҙә уҡыусы ун йәшлек сабыйҙар ҙа көлөрлөк был һүҙҙәргә шунда ултырған еткән егеттәрҙең, һаҡаллы кешеләрҙең һис бе¬реһе ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтмәй ышандылар. Сөнки улар¬ҙың һис береһе ул кафырҙарҙың донъя тетрәтеп, таш ҡәлғәләрҙе туҙанға әйләндерә торған төрлө калибрҙағы хи¬сапһыҙ туптары, ҙур диңгеҙҙәрҙе ары-бире киҫеп ыжғы¬рып йөрөгән флоттары, баштан-аяҡ ҡоралланған милли-ондарса ғәскәрҙәре вә башҡа һуғыш әҙерлектәре барлы¬ғын белмәгәнгә, улар хаҡында бер нәмә лә уҡымағанға, улар башаҡлы уҡ, мәнжәниктән атылған таштар менән атып буламы тигән сөәлдәрҙе уйлап та ҡараманылар.

Әле был ХӘҘРӘТТЕҢ дәрес биреп ултырған ваҡытынан егерме биш-утыҙ йылдар ғына элек «кафыр» ғәскәренең бөтөнләй мосолмандарҙан ғибарәт булған Төркөстанды, Бохараларҙы алыуҙарын, ундағы мосолман ғәскәренең мәнжәник һәм эҫе һыу һибеп ҡаршы тороп, бер эш тә эшләй алмауҙарын хәтерҙәренә лә килтереп сығарманылар.

Ул ғына түгел, һөнәрле Аурупа “кафырҙар”ының мосолмандарҙы ғына түгел, һөнәрһеҙ булған бөтә шәреҡ халҡын ҡол итеп талауҙарын, капитал өсөн иҙеүҙәрен, Аурупа буржуазияһының был эштәре өсөн уларҙың үҙҙәренең ҡул аҫтындағы ярлы “кафырҙар”ҙың да (эшсе, крәҫтиәндәрҙең) иҙелеүҙәрен, бинаән ғәләйһи, бынан эш кафырлыҡта түгел, башҡа нәмәлә икәнен иҫкә алманылар.

– Һуң ул “кафырҙар” беҙгә ниңә дошман?.. Беҙ уларға, улар беҙгә ҡаршы ниңә һуғышалар икән, бының сәбәптәре нимә икән? – тип уйлап та ҡараманылар. Сөнки ул замандағы меҫкен уҡыусыларға быларҙы аңлау, белеү, төшөнөү ишектәре бикләнгән ине.

Хәҙрәт шулай мосолмандарҙың кафырҙарҙы еңгәндән һуң да улар жизиә һәм яһаҡ түләргә, мәңге буйһоноп торорға риза булмаһалар, ауылдарын, шәһәрҙәрен яндырып, ҡатын-ҡыҙҙарын кәнизәк яһарға һөйләне. Әллә ни саҡлы ғәнимәт малдары алып, матур ҡатын-ҡыҙҙарын кәнизәк яһау дәрте хәҙрәткә лә, еткән шәкерттәргә лә бик ләззәтле булып күренде. Шуның өсөн был дәрес башҡа көндәрҙәге дәрестәргә ҡарағанда лә күңелле рәүештә тамам булды…

ҺУҒЫШ ДӘРТЕ

[edit]

Вахит менән Мәхмүт шул мәҙрәсәлә әллә нисә йылдар тороп, “Мохтасар” уҡыу дәрәжәһенә еттеләр. Матур бала ваҡыттарынан шунда йөрөп, бара торғас шунда ятып уҡырға кереп, егет булдылар.

Бөгөн хәҙрәт алдында “Китабөлжиһад”та яҙылған иҫ китәргес “һуғыш ҡоралдарын һәм һуғыш белемдәрен” уҡып ултырғанда, улар егермешәр йәштәренә сыҡҡандар ине инде.

Хәҙрәт дәрес биреп киткәс, шәкерттәр гөж килеп, “кафырҙар” менән һуғышыу һәм һуғыш ҡоралдары хаҡында һөйләшергә башланылар.

Вахиттың ҡайнап торған йәшлек ҡаны ҡыҙҙы, йөрәге тибеп, һүҙгә кереште һәм өйлә намаҙына тәһәрәт алырға һыҙғанған ҡулдарын күкрәгенә һуғып:

– Кафырҙар һуғыш башлаһалар, биллаһи, башлап үҙем китәм! Был көндән бик шәп суҡмар әҙерләп ҡуйырға кәрәк әле, улай-былай була ҡалһа, прәме бер-ике кафырҙың башын ярып суҡындырам!.. – тип ғәйрәт ора башланы.

Уның тирәһенә башҡа шәкерттәр ҙә йыйылдылар, Мәхмүт тә Вахиттан ҡалышманы:

– Һуғыш сыға икән, бер нисә кафырҙың башын бөтөрөрмөн!.. Ну, һуғыш булһа, ҡыҙыҡ булыр ине!.. – тип үҙенең ҡурҡмағанлығын белдерҙе.

Аранан тағы бер шәкерт сығып:

– Их, мин, хәҙрәте Ғәли кеүек, көслө булһам, бер һелтәүҙә бер мең кафырҙы йәһәннәмгә ебәрер инем. Шуның кеүек батыр булаһы ине! – тип ҡуйҙы.

Уға ҡаршы өсөнсө береһе:

– Ғәли батырҙың һелтәп ебәргәндә оҙоная торған “Зөлфоҡар” тигән ҡылысы менән һуғышҡа менеп сыға торған, ел кеүек шәп йөрөүсе “Дөлдөл” исемле аты булған бит, һин уларҙы ҡайҙан алаһың? – тип был шәкерткә ҡаршы төштө.

Теге шәкерт уның һүҙенә ҡаршы:

– Уның кеүек көслө булһаң, ҡылыс табылыр ине әле. Булмай икән, Иҙел буйындағы оҙон тирәктәрҙең береһен башынан тотоп, тамырҙары менән һурып алаһың да, шуны бер улай, был былай һелтәп, кафырҙарҙы ҡыраһың да йөрөйһөң, – тип яуап ҡайтарҙы.

Уға ҡарап тағы ла:

— Әгәр ҙә Салсал кеүек, үҙеңде бер һуғыуҙа теге донъяға ебәрә торған теге көслө кафырға осраһаң, ни эшләрһең? — тинеләр.

Ул, йоҙроҡтарын төйнәп:

— Мин бит Ғәли батыр кеүек көслө булһам, тим, уның кеүек көслө булһам, күрһәтермен мин Салсалға!.. Бер һуғыуҙа йәнен йәһәннәмгә ебәрермен! — тип ғәйрәт¬ләнеп, ары-бире һелкенеп ғәйрәт күрһәтте.

Вахит нимәлер уйлап ғәйрәтләнеп киткән кеүек бул¬ды ла:

– Беҙ һуғышабыҙ икән, дин өсөн һуғышабыҙ. Үлһәк, шаһит булып, һорауһыҙ-ниһеҙ ожмахҡа китәбеҙ. Унда беҙҙе хур ҡыҙҙары, вилдан-ғилмандар көтөп торалар, ә ул меҫкендәр нимә тип һуғышалар икән? — тигәс, уға ҡаршы береһе:

– Улар шуны аңламағанға күрә һуғышалар ҙа инде, аңлаһалар, үҙҙәре килеп мосолман булырҙар ине, — тип, «кафырҙарҙың аңламауҙарына», уларҙың «наҙанлыҡта¬рына» эсе бошҡан рәүештә тәәссеф итте.

Улар тәһәрәт алып йөрөгәндә лә, һуңра сәлләләрен кейеп мәсеткә киткәндә лә, шул уҡ һуғыш хаҡында, ка¬фырҙар тураһында, һуғыш ваҡытында фәрештәләрҙең мосолмандар яҡлы булып, уларға ҡаршы һуғышыуҙарын уйлап, өйлә намаҙын уҡыр өсөн мәсеткә сығып киттеләр.

Ҙурҙарҙың шундай һүҙҙәрен тыңлап торған бәләкәй шәкерттәрҙең дә күңелдәренә төрлө уйҙар төштө, уларҙың Ғәли батыр кеүек көслө булаһылары һәм Салсал кеүек көслө «кафырҙар»ға осрашып, һуғышаһылары ки¬леп китте.

Ҙурҙар намаҙға китеп бөткәс, ваҡ шәкерттәрҙең бере¬һе үҙен Ғәли батыр яһап, ҡайҙандыр бер таяҡ алып:

— Мин — Ғәли батыр, бер һелтәүҙә мең кафырҙы ҡы¬рам! — тип һелтәнеп йөрөргә кереште. Икенсе берәү:

— Һин Ғәли батыр булһаң, мин Салсал! — тип уға ҡаршы сыҡты.

Ҡалған шәкерттәр ҡай береһе хәҙрәте Ғәли, ҡай бе¬реһе Салсал кафыр булып, икегә бүленделәр. Салсал яҡ¬лы шәкерттәр һөжүм итә башлағас, Ғәли батыр яҡлы шәкерттәр:

– Ана, кафырҙар киләләр! — тип уларға ҡаршы сыҡ¬тылар. Ғәли батыр булған малай, таяғын арлы-бирле һелтәп:

– Зөлфоҡар һуҙыла, ҡасығыҙ! — тип ҡысҡырҙы ла, кафыр булып йөрөгән һәм Салсал яҡлы булған шәкерт¬тәр араһына кереп китте.

Һуғыш ҡыҙҙы. Аранан бер малай:

— Әләлә-лә-лә!— тип әрнеүле бер тауыш менән илар¬ға кереште.

Ҡыҙышҡан малайҙар, уның әрнеп илауына ҡарамаҫ¬ын, күмәкләшеп, буталышып, һуғышыуҙарын дауам иттЕРҘЕЛӘР. Шул саҡта тағы бер малай сафтан сығып илай башланы.

ҠЫҘЫУ «ҺУҒЫШ» арҡаһында күпме ваҡыт үткәне һи¬ҙелмәй ҘӘ ҠАЛДЫ. Улар, ҙурҙар намаҙҙан ҡайтып, алдан кергән ҠАЗЫЙҘЫҢ (боронғо мәҙрәсәләрҙә мөдир урынын¬дағы кеше):

— Һеҙ, дуңғыҙҙар, ни эшләйһегеҙ? — тигән асыулы тауышын ишеткәс кенә, Ғәли батыр һәм Салсал булып һуғышыуҙан туҡтанылар.

Теге ике мәжрух малай һаман әрнеп илайҙар ине әле.

Уларҙың береһенең күҙ төбө күгәреп, шешеп сыҡҡан, икенсеһенең ҡолағы йәрәхәтләнеп, ҡанап сыҡҡан икән.

Был «һуғыш»тың ҡалдырған тәьҫире былай ғына то¬роп ҡалманы, мәжрух малайҙарҙың ағалары тағы ла ыҙ¬ғыш сығарҙылар, был эшкә сәбәп булған малайҙарҙың хөкөмгә тартылыуын теләнеләр. Гонаһлы малайҙарҙың ағалары быларға ҡаршы сыҡтылар. Мәҙрәсә эсе тағы тауыш, ғауға менән тулды. Тик ҡазый менән шундағы хәлфәрәк кешеләрҙең араға тешәүҙәре арҡаһында ғына был ҙур эш баҫылды.

Ғәли батыр менән Салсал кафыр булып, һуғышты башлап ебәргән малайҙарҙың арҡаларына өсәр сыбыҡ һуғыу менән эш тамам булды.

Шәкерттәр араһындағы «һуғыш дәрте» бер аҙ баҫыла төшөп, урындарына таралып, ҡай береһе сәй эсергә, ҡай береһе аш ашарға ултырҙылар. Тик арҡаларына ҡазый тарафынан өсәр сыбыҡ һуғылған «Ғәли» менән «Салсал» ғына һаман бышыҡ-бышыҡ илайҙар, теге мәжрух малай¬ҙар ғына баштарын түбән бөгөп, алдарына ғына ҡарап, ултыралар ине.

Бер аҙҙан һуң улар ҙа, бөгөн күргән ауырлыҡтарын онотоп, боронғоса йөрөргә керештеләр. Ҙур шәкерттәр хәҙрәт биреп киткән «Китабөлжиһад»ты тәҡрарлау өсөн ҙур китаптарҙы алып ултырҙылар. Сөнки уларға был ҙур китаптар мөһим ине, улар бөтә «ғилем» шунда тип беләләр ине. Сөнки уларға тәрбиәне шулай бирәләр, белемде шулай тип аңлаталар, меңләгән уҡыусыларҙы шулай ҡараңғылыҡта тоталар ине.

«ТИМЕР ҠАЛҠАН»

[edit]

Бындай иҫке мәҙрәсәләргә уҡырға кереү өсөн дә, сы¬ғып китеү өсөн дә мәғлүм бер йәш һәм сама билдәләнмә¬гәнгә күрә, бында ете-һигеҙ йәшлек балалар булған ке¬үек, егерме биш-утыҙ йәштәренә еткән, биттәрен һаҡал баҫып, йөнтәҫләнеп бөткән кешеләр ҙә бергә уҡыйҙар, йылдың теләгән ваҡыттарында кереп, теләгән ваҡытта-рында сығып китәләр ине. Шуның өҫтөнә был мәҙрәсәне тамам итеп сығыу өсөн бер сик йәки бер төрлө лә про¬грамм булмағанға күрә, һәр кем үҙе теләгәндә йәки берәр сәбәп сыҡҡанда мәҙрәсәнән сыға ла китә, бының өсөн һис кемдең иҫе китмәй, һис кем үҙенә был мәҙрәсәлә ни¬мә уҡып, нимә алып сыҡтым тигән сөәлде биреп тормай ине. Тик мәҙрәсәнән бөтөнләй сығырға тура килгән шә¬керт йәки уның атаһы мәҙрәсәгә барып, рөхсәт һәм фати¬ха һорай. Шунан саҙаҡа бирә, хәҙрәт ҡул күтәреп доға ҡыла ла шуның менән бөтә лә ҡуя ине.

«Китабөлжиһад»ты уҡыған ҡыш үтеп, алдағы көҙ еткәс, Вахит менән Мәхмүткә лә мәҙрәсәнән шулай сығып китергә тура килде.

Улар, тиҙҙән һалдатҡа ҡараласаҡ булғанға, үҙҙәренең хәҙрәттәренән фатиха алырға барҙылар.

Улар, хәҙрәткә бик ҙур өмөт менән ҡарап, саҙаҡала¬рын бирҙеләр, уның изге фатихаһын, хәйер-доғаһын һора¬нылар.

Хәҙрәт быларҙы кафыр ҡулына төшөүҙәре өсөн ҡыҙ¬ғанды, бер нисә төрлө доға һәм сүрәләрҙе уҡырға даимселек ҡылырға ҡушҡандан һуң:

— Хоҙай һеҙҙе дошмандарҙың яман уйҙарынан һаҡ¬лаһын, уларҙың ҡаты күңелдәренә мәрхәмәт һалһын. Был доға һәм сүрәләрҙе һалдатҡа керер алдынан тәҡрар уҡып керегеҙ, былар һеҙҙе һәр бер бәлә-ҡазанан һаҡлай торған «тимер ҡалҡан» булырҙар, кафырҙарҙың яман уйҙарынан һаҡлап ҡалырҙар... — тип оҙон доға ҡылды.

Вахит менән Мәхмүт ошо доға, ошо «тимер ҡалҡан¬дар» менән әҙерләнеп, һалдатҡа ҡаралырға, икенсе төр¬лө әйткәндә, донъя көтөп, тормош ҡорорға уйлап, хәҙ¬рәттең ҡулын үбеп, мәҙрәсәнән иҫәнләшеп сығып китте¬ләр, йәғни мәктәп баҫҡысынан тормош баҫҡысына атланылар.

Улар призыв була торған ауылға барғансы һәм унда фатирға төшөп, сәй-мәй эскәнсе, үҙҙәрен яҡшы хис итте¬ләр. Сәйҙән һуң тәһәрәт алып, намаҙ уҡығандан һуң, теге «ҡалҡан» була торған доға һәм сүрәләрҙе уҡынылар. Күҙҙәре йомолғансы, уларҙың телдәре шул доғаларҙы тәҡрарлау менән мәшғүл булдылар. Иртән торғас, тағы шуларҙы ҡабатлап, намаҙға кейә торған ҡара еләндәрен кейеп, башлы таҫтамал менән билдәрен быуып, шул доға¬лар менән ҡоралланып, призыв була торған ҡыҙыл йорт алдына киттеләр.

Ҡыҙыл йорт алдында бик күп һәм төрлө крәҫтиән йәштәре йыйылып, йәрәбә алырға теҙелеп, ишектең асыл¬ғанын көтөп торалар ине.

Өҫтәренә ҡара сәкмән кейеп, аяҡтарына ыштыр ура¬ған урыҫ егеттәре менән бер рәттән тороу Вахит менән Мәхмүткә, ниңәлер, ауыр ҙа, уңайһыҙ ҙа булып күренде. Шуның өсөн улар айырылып, бер яҡ ситкәрәк китеп баҫ¬тылар. Ләкин уларҙың был айырым тороуҙары күпкә барманы. Күкрәгенә миҙалдар таҡҡан бер кешенең, «рәттән теҙелеп, тәртип менән торорға» ҡушыуы буйынса, улар шул крәҫтиән егеттәре араһына керергә мәжбүр булдылар.

Оҙаҡ тормай ишек асылды, һәммә никруттар ҙа йә¬рәбә номерының бик һуң, йәғни күп номерлыһы, сығыуын теләйҙәр ине. Шул теләк Вахит менән Мәхмүттә лә бул¬ды. Улар, баяғы доғаларын эстән генә тәҡрарлап, «сират күперен» еңел кисеүҙе һәм кафырҙарҙың күҙҙәрен ҡап¬лауҙы теләргә керештеләр.

Йәрәбә алыу башланды.

Һәр кемдең йөрәге типте.

21, 35, 160, 270, 702... тигән төрлө һандар ишетелә башланы.

Вахиттың ысын күңел менән теләүенә ҡаршы 19-сы ғына номер эләкте, Мәхмүткә лә 49-сы номер тура килде. Әллә ниндәй бер нәмә лә уҡымаған һәм теге доғаларҙың нимә икәнен дә белмәгән урыҫ егетенә иң һуңғы номер — 807 сыҡты. Доға тигән нәмәнең барлығын да белмәгән был «бәхетле» урыҫ егетенә улар ҡыҙығып ҡаранылар.

Төштән элек йәрәбә алыу бөтөп, төштән һуң ҡаралыу башланасаҡ булғанға күрә, аҙ һанлы номерҙар сыҡҡан никруттар, ашарға ла ҡайтмай, шунда көтөп үткәрҙеләр. Хәҙер Вахиттың күңеле тынысһыҙлана, йөрәге тибә, үҙен бик ауыр, ҡурҡыныс ерҙә торған кеүек, уңайһыҙ хис итә пне. Был бер сәғәт ваҡытты үткәреү уның өсөн сикһеҙ оҙаҡ тойолдо. Ул йөрөп тә, теге доғаларҙы тәҡрарлап та ҡараны, һаман да ҡарау башланмай ине.

Ниһайәт, ишек асылып, оҙон сәсле бер кеше — писарь сығып, ҡулындағы ҡағыҙға ҡарап, номерҙарҙы теҙергә кереште.

Һәр бер номер әйтелгәндә берәр урыҫ йәки татар-башҡорт егете алға сығып:

— Мин бында! — тип ҡыҙыл өйҙөң ишегенә кереп юғала торалар ине.

Ун туғыҙ тигән һүҙ Вахиттың йөрәгенә килеп бәрелгәс, ул ҡалтыранып китте һәм, һүҙен урыҫсалаштырырға ты¬рышып, «мин бында» тигән һүҙҙе саҡ-саҡ әйтеп, теге ҡур¬ҡыныс йорттоң ишегенән эскә атланы.

Унан элек кергән егеттәр, был бүлмәлә сисенеп, күлдәктәре менән генә ҡалып, алдағы ҙур залға берәм-берәм керә башлағандар ине. Вахит үҙенең сисенергә тейеш икәнен белеп, сисенергә, һис туҡтауһыҙ ауыҙынан теге доғаларҙы уҡырға кереште. Ул үҙенең артыҡ ғәйрәтһеҙләнеп, ҡурҡаҡ булыуына аптырап китте. Үткән йыл ғына «хәҙрәте Ғәли» кеүек ғәйрәтләнеп йөрөүҙәре күҙ алдынан үтте.

Ул ҙур залға кергәндә, ике аҡ кейемле, ҙур кәүҙәле кеше — докторҙар бер яланғас егетте ҡалҡыуыраҡ урын¬ға баҫтырып, буйын һәм күкрәген үлсәйҙәр, өҫтәлгә ҡа¬рап русса нимәлер әйтә баралар ине. Өҫтәл тирәһендә ултырған, күкрәктәре миҙалдар менән тулған унлап ке¬ше, бигерәк тә уларҙың нәҡ урталарында ултырған береһе, теге Салсал кеүек ҡурҡыныс булып күренде. Улар быны йоторҙай булып һиҙелде. Егеттәрҙе ҡарайҙар ҙа:

– Здоров, принят! — тип, йәки:

– Негоден!—тип ҡысҡыралар, шуның менән ҡара¬лыусыларҙың бөтә көткән яҙмыштары хәл ҡылынып, ағарынып йәки көләс йөҙ менән сыға баралар ине.

Теге шомло ергә Вахитты ла баҫтырҙылар. Ул уңай¬һыҙланды, ҡалтырап китте, күренергә ярамай торған ерен ҡулы менән баҫты. Ләкин уның ҡулын алып ташлап, ҡулдарын туп-тура ҡуйырға ҡуштылар. Башын эйгәс, эйәгенә төртөп башын турайттылар. Ул ихтыярһыҙланды, улар ҡушҡанса торҙо. Уны улай-былай үлсәп, күкрәген үлсәп ҡаранылар ҙа:

— Здоров, принят! — тинеләр.

Ул артыҡ ҡаушағанлыҡтан, үҙенең алыныу-алынмауын белмәй ҡалғанға, тирә-яғындағыларға сөәл йөҙө ме¬нән ҡараны. Кемдер асыҡ татарсалап:

– Алындың, батша хеҙмәтенә киттең!—тигәс, ул ағарынып китте, сығып китеүен онотто. Тик: «Бар, сыҡ!» — тигәс кенә, кейемдәре янына сығып, теге доға¬ларҙың «ҡалҡан» булмауына, кафырҙарҙың күҙҙәрен ҡапламауына хайран ҡалып, кейенә башланы. Шул ва¬ҡыт Мәхмүт тә керҙе һәм, уның ашығып: «Эш нисек?» — тип һорауына ҡаршы Вахит бик күңелһеҙ генә:

– Баш китте, — тине, башҡа һүҙ әйтә алмай, башын түбән төшөрҙө.

БЕР ҠӘТРӘ ҠАНЫМ ҠАЛҒАНСЫ

[edit]

Ҡыҙыл йорт алдында халыҡ тулҡынланып тора. Ҡаралырға килгән егеттәрҙең яҡындары, аталары һәм урыҫ егеттәренең әсәләре менән ҡай берәүҙәренең йәш кенә, тулы, ҡыҙыл сырайлы ҡатындары мыж киләләр. Ҡаралып сыҡҡан егеттәрҙе шунда уҡ өйләндереп алып, уларҙың алыныу-алынмауҙарын һорап, сеәлдәр яуҙыра¬лар.

— Алындылар!.. Алдылар!.. Киттем!.. — тигән һүҙҙәр ишетелгәндә, илау тауыштары ишетелә, күҙҙәрҙә ялты¬рап йәштәр күренә.

Ниңә һалдатҡа алынған өсөн былар, урыҫ, сыуаш булыуҙарына ҡарамаҫтан, илашалар, ҡайғырышалар? Сөнки ул ваҡыт эшсе, крәҫтиәндәр ҙә, уларҙың яҡындары ла, унда хайуан урынында йөрөтөлөүҙәрен, була икән — булған белемдәренән айырылып ҡайтыуҙарын, офицерҙарҙың итектәрен таҙартып, уның ҡатынының киске быс¬раҡтарын түгеүҙән, палкауниктың этен тәрбиәләүҙән, честь бирергә өлгөрә алмағанлығы өсөн яңағына алыуынан, мылтыҡ күтәреп сәғәттәрсә яза күреүҙән бушамауҙарын электән ишетеп беләләр ине. Ул ваҡыттағы ғәскәри хеҙмәттең үҙҙәренең синфи дошмандарына хеҙмәт итеү икәнен, был эштәрҙең сәйәси яғын ныҡлап белмәһәләр ҙә, нисектер, аҙ-маҙ һиҙенәләр... Ошо сәбәптәрҙе күҙ ал¬дарына килтереп, һалдатҡа алыныуҙы Себергә китеүҙән дә ауыр күрәләр һәм шуның өсөн шулай илашалар ине.

Вахит ҡыҙыл өйҙән башын эйеп сығыу менән, уның алыныуын йөҙөнән үк белделәр һәм уны:

– Шәкерттең башы киткән! – – Ул ғына ҡалырғамы ни?.. – – Батша өйрәһен ул да бер аҙ эсеп ҡайтһын! — тигән һымаҡ төртмәле һүҙҙәр менән ҡаршы алдылар.

Ул үҙенең китеүенә былай көлөп ҡараусыларға рән¬йешле бер ҡараш менән көлөп ҡарап, башын түбән эйеп, туп-тура төшкән фатирына ҡайтып китте.

Фатир хужаһының ҡатыны, Вахиттың киндер кеүек ағарған йөҙөн күреп:

— Ахыры, һине алғандарҙыр, — тигән һүҙ менән ҡар¬шыланы.

Вахит үҙенең алыныу билгеһе иттереп ҡулын ғына һелкеп, эске бүлмәгә кереп, өҫтөндәге еләнен дә һалма¬ған көйө эскәмйәгә ултырып уйға талды.

Ул нисә көндәр буйынса телдән төшөрмәй торған до¬ғаларҙың файҙа килтерә алмауҙарын уйлап, ул доғалар¬ға эстән генә әрнеп ҡуйҙы. Мәҙрәсәлә «Китабөлжиһад»тарҙы уҡыған саҡта «кафырҙар»ға булған асыуын, улар¬ға ҡаршы ғәйрәт ороп, күкрәк һуғыуын иҫенә төшөрҙө. Үҙенең тиҙҙән теге ҡара сәкмәнле, ыштырлы урыҫ егет¬тәре менән бер сафта буласағын күҙ алдына килтереп уф-ланы ла, уларға асыуы килеп китте. Ләкин шунда уҡ уларҙың да һуғышҡа теләп бармауҙарын, уларҙың да һалдатҡа алыныуҙары өсөн ҡайғырыуҙарын, ҡыҙыл өй алдында йәш кенә мәрйәләрҙең илап тороуҙарын уйлап, уларға булған асыуы бөттө.

Шунан һуң теге ҡарала торған ҙур залдағы, өҫтәл ти¬рәһендә ултырған ҙур кәүҙәле, пеләш башлы синауниктар генә «ысын кафырҙарҙыр» төҫлө булып күренә баш¬ланылар, һуңынан уның күҙе намаҙ кейеме булған елә¬ненә, һәр көн мәсих тарта торған ситектәренә төшөп, уларҙы ҡыҙғанып ҡуйҙы. Тиҙҙән аҡ сәллә урынына ләп¬шәйеп бөткән картуз, елән урынына — бәҫәргән һоро ши¬нель, һауырлы ситек урынына тупаҫ итек кейәсәген уйлап, йөрәге ҡалтыранып китте. Мәҙрәсәлә ун ике йыл буйынса ятып алған «ғилемдәренең» әрәм буласағы иҫенә төш¬кәс, күҙҙәре йәшләнде.

Ул шундай төрлө уйҙар менән баш ватып ултырғанда, Мәхмүт ҡайтып керҙе. Ул шат ине, кереү менән:

— Йәшел билетҡа, туған!—тип ҡысҡырып ебәрҙе.

Вахит иптәшенең шат йөҙөнә һоҡланып ҡараны. Мәх¬мүт үҙенең шатлығын һөйләп:

— Ну, ҡурҡҡан инем дә һуң!.. Теге өҫтәл тирәһендәге начальниктар миңә ҡарап, әллә нәмәләр һөйләнеләр. Береһе, духтырҙарҙың һүҙенә ышанмаған кеүек, үҙе тороп килеп ҡараны. «Негоден» тигән һүҙҙе ишеткәс, ышанмай торам... Әллә кем: «Бар, сыҡ инде, ҡалдың бит», — тигәс кенә, сығып киттем. Рәтләп кейенеү ҙә юҡ, сығып йүгерәм... Теге доғаларҙың файҙаһы тейҙе, ахырыһы, — тип икһеҙ шатлығын белдерҙе һәм, тағы һүҙен өҫтәп: — Ну, сәй эсәбеҙме? Мин сәй эсәм дә тиҙерәк таям. Шатлығым¬дан йөрәгем сығып бара! — тип сисенеп ташланы ла, фа¬тир хәзәйкәһенә самауыр ҡуйырға ҡушты.

Вахит бәхетле иптәшенең һүҙҙәрен тыңлаһа ла, яуап ҡайтарырға артыҡ һүҙ таба алманы, тик:

— Суҡынғандар, мине рәтләп ҡарап та торманылар, доғаларҙы уҡыуым әрәмгә генә китте!— тине.

Мәхмүт үҙенең алдағы пландарын һөйләне. Вахиттың бөтә планы емерелгән ине, шунлыҡтан ул артыҡ күп һөй¬ләшә алманы.

Иртәгеһен һалдатҡа алынғандарҙы антҡа саҡырҙы¬лар.

Ҡыҙыл өйҙөң тирәһе һаман ҡайнаша ине. Ҡыҙыл өйҙөң айырым ҙур ғына залында ике ҡалҡыуыраҡ урын ҡуйы¬лып, быларҙың береһе артында күкрәгенә ҙур крест аҫ¬ҡан, оҙон сәсле, йыуан бер поп, икенсеһе өҫтәл артында, төлкө тун кейеп, башына ҙур сәллә ураған бер мулла ултыра. Поптың алдында тәре төшөрөлгән бер нәмә ята, мулланың алдында «Ҡөрьән» асылып ҡуйылған ине. Быларҙын һәр икәүһенең алдында ҡораллы урядниктар ба¬ҫып торалар ине.

Вахит теге мулланың үҙ остаҙы Ғәли хәҙрәт икәнен күргәс, аптырап китте. Үткән йыл ғына кафырҙарға ҡар¬шы һуғышыр өсөн «һуғыш белемдәре» өйрәткән хәҙрәт¬тең быйыл шуларға хеҙмәт ҡылырға ант иттереү өсөн «Ҡөрьән» тотоп ултырыуына ғәжәпкә ҡалды ла башын түбән эйҙе.

Оҙаҡ та үтмәй, поп үҙенсә, мулла тағы үҙенсә әллә нәмәләр һөйләнеләр, һуңынан мулла ҡулына бер ҡағыҙ алып:

— Хәҙер «йәминнамә» уҡыйым, һеҙ ҙә минең арттан уҡып барығыҙ! — тип, алынғандарға ҡарап алды ла, бер ҡағыҙға ҡарап «йәминнамә» — «ант иттереү ҡағыҙы» уҡып алып китте.

Тыңлап тороусы йәштәр яртылаш ғәрәпсә яҙылған был «йәминнамә»нең ошо һүҙҙәрен генә аңлап ҡалдылар:

— «Бөтөн Русия мәмләкәтен мөстәҡил биләүсе, мәр¬хәмәтле падишаһыбыҙ император әғзәм хәҙрәттәренә... уның хандан ғәлиҙәренә, әһле-әүләденә, зәүжәи мөкәррәмәһенә ... уның тарафынан тәғәйен ителгән олуғ шәү¬кәтле хакимдарға ... итәғәт милектәре дошмандар тәжәүезенән мәсүн булһын өсөн... бер ҡәтрә ҡаным ҡалғансы хеҙмәт итергә... шул юлда йәнемде фиҙа ҡылырға... Ҡөрь¬ән шәрифте үбеп һүҙ бирәм, һүҙемдә торорға йәмин итәм...» — тигән һүҙҙәрҙе әйтеп өлгөрә алдылар, һуңра һәр береһе берәм-берәм хәҙрәт алдынан үтеп, «Ҡөрьән»де үбеп сығып киттеләр.

«Дин дошмандары» булған поп менән мулла йәнәшә тороп, ниңә былай ҡәтрә ҡан ҡалғансы әллә кемдәрҙең милектәрен һаҡларға ант итәләр?.. Ни өсөн былар һәр икәүһе бер мәсләккә хеҙмәт итәләр? Ниңә бер кеше — батша — бөтә мәмләкәткә баш булып эшсе, крәҫтиән балаларының йәндәрен фиҙа иткәнсе хеҙмәт иттерә? Уның нәҫел-нәсәбе, балалары, мәрйә ҡатыны кем булғандар ки, уларҙы был саҡлы, «Ҡөрьән» үбеп, ҙурларға кәрәк? Батшаның олуғ кенәздәренән, ҙур ер хужаларынан, миллионерҙарҙан һайлап ҡына ҡуйған хакимдарына ниңә ул саҡлы итәғәт итергә?.. Был серле йәмин ҡағыҙының төбө ҡайҙа бара тигән сөәлдәрҙе уйламай, яҙмышҡа буйһоноп, ҡолдар кеүек хеҙмәт итергә вәғәҙә бирҙеләр. Сөнки ул ваҡытта крәҫтиәндәрҙең донъя хәлен белмәгән егеттәре был «серле йәмин»дең сәйәси яҡтарын аңламайҙар, үҙҙәренә кем дошман, кем дуҫ икәнен белмәйҙәр ине. Быны белеү юлдары ҡатлы-ҡатлы пәрҙәләр менән ҡапланған ине.

Вахит та был серле анттың мәғәнәһен уйлап тормай, ҡыҙыл өйҙән сығып, фатирына ҡайтып китте.

БӨТӘ АУЫЛ ШАУЛАНЫ

[edit]

Ауыл ерҙәрендә быйыл һалдатҡа ҡарала торған ба¬лалары булған кешеләр:

— Балабыҙ ҡалһа, туй-муй яһап ташларбыҙ... Әгәр ҙә бында ризығы бөтөп, һалдатҡа алына ҡалһа, юл хәреже өсөн кәрәк булыр... — тип әллә нисә айҙар элек әҙер¬лек күрә башлағандар ине инде.

Вахиттың ата-әсәләре лә был ҡурҡыныс эште, шулай уҡ ике ихтималды ла уйлап, көтөп ҡаршы алдылар.

Фәүзиә еңгә, насар ғына ике һыйырынан һауып алған һөтөн мөмкин саҡлы ҡыҫып тотоп, байтаҡ май әҙерләне, эремсектәр ҡайнатып ҡуйҙы. Ҡаҙ бәпкәләрен үҫтергән ваҡытында уҡ, бер нисәһен ошо юлға бағышлап билдә¬ләп үҫтерҙе.

Вахиттың һеңлеһе Мәрйәм, яҙ көнө күҙ нурҙарын тү¬геп, йоҡоларын ҡалдырып, киндер һуҡҡан ваҡытта уҡ, Вахит ағаһына кәрәк булған сылғаулыҡ, таҫтамаллыҡ кеүек аҡ киндерҙәрҙе уға хаслап, күберәк һуҡты.

Вахиттың атаһы Ғәлләм ағай шул ике ихтималдың бе¬реһе булыуын күҙ алдына килтереп, ике аттың береһен һатыуҙы уйлап йөрөнө. Үҙенең был уйы хаҡында Фәүзиә еңгә менән күп һөйләште.

Вахит ҡаралырға киткән көндәрҙе былар, ғәҙәттәге¬гә ҡарағанда ла, яҡшыландылар, ҡунаҡтар саҡырып, «Ҡөрьән» уҡытып доға ҡылдырҙылар, теләктәр теләп, нәҙерҙәр әйтеп ҡуйҙылар.

Фәүзиә еңгә Вахиты алынғас, фарыз итеп, аулаҡта ғы¬на бышыҡ-бышыҡ илап алды. Ҡаралырға киткән ваҡыт¬та, күҙ йәшен тыйып тота алмай, асыҡтан-асыҡ илап ебәрҙе. Уның илап йөрөгәнен күргәс, Мәрйәмдең дә күңе¬ле йомшарҙы. Ул да бер яҡ ситкәрәк китеп, башына бәй¬ләгән яулығының осо менән күҙҙәрен һөрттө.

Вахит киткән көндөң кисендә намаҙҙар уҡып, теләк¬тәр теләп яттылар. Төнөндә әллә ниндәй төштәр күреп бөттөләр. Иртән торғас, сәй эскәндә һәр береһе үҙҙәре¬нең күргән төштәрен һөйләргә керештеләр.

Фәүзиә еңгә төшөндә — Вахиттың бик күн китаптар күтәреп ҡайтып кергәнен, тик әллә ниңә бик күңелһеҙ булып, һораған һорауҙарына ла яуап бирмәй тороуын күргәнлеген һөйләне. Уның был төшөнөң һуңғы яғынан бер аҙ шомландылар.

Мәрйәм — шәкерт ағаһының намаҙға китергә әҙерлә¬неп сәллә урап йөрөгәнен, өҫтөнә бик матур яңы аҡ елән кейгәнен күргән икән... Уның төшөн ишеткәс, бөтә өй эстәре менән шатланып, Вахиттың һалдаттан ҡалыуына юранылар.

Ғәлләм ағай—Вахит менән болонға бесән сабырға барыуын, ул сабындың билгә етерлек булып үҫеүен, йө¬рөй торғас, ҡыҙыл сәкмән йәйгән кеүек еләкле ергә осрауҙарын, Вахиттың да ҡыҙығып, шуларҙы йыйырға керешеүен күргән, имеш. Был төшкә лә шатландылар.

Иң ахырҙа Вахиттың энеһе Сабир төшөндә — ағаһын күреүен, тик нисек күреү рәүешен онотҡанын һөйләне. Уның төшөнә артыҡ әһәмиәт бирмәнеләр.

БӨТӘ төштәрҙе һөйләп бөткәс, ғөмүмән, яҡшылыҡҡа юрап, үҙҙәренең был юрауҙарын фәрештәләрҙең амин тигән ваҡыттарына тура килеүҙәрен теләнеләр. Икенсе көндө лә шулай төш күреүҙәр, иртән торғас юрауҙар булды. Улар шул төш күреүҙәрен яҡшылыҡҡа юрауҙар, хәйер-саҙаҡа биреүҙәр һәм төрлөсә нәҙерҙәр әйтеүҙәр менән үҙҙәрен йыуатып, шул эштәре арҡыры теләктәренә ире¬шеү хыялында йөрөнөләр.

Ҡаралырға киткән егеттәрҙең ҡайтыр ваҡыттары етә башлағас, ата-әсәләре, ҡәрҙәш-ырыуҙары ғына түгел, ХАТТА сит кешеләр ҙә уларҙың яҙмыштары хаҡында ашығып хәбәр көтә башланылар.

Ҡаралырға китеүселәрҙең ата-әсәләре был ваҡыт¬тарҙа тыныс йоҡонан, рәтләп ашауҙан мәхрүм ҡалдылар, һәр кемдең күҙе ҡаралыусыларҙың ҡайтыу юлдарында булды, һәр кем үҙ балаһының ҡалыу хәбәрен ишетеү теләгендә булды.

Бына бер ваҡыт, ауыл ҡырынан, арҡанан пар ат ек¬кән, күсер ултыртҡан берәүҙең ауылға табан төшөп кил¬гәнлеге күренде, оҙаҡ та үтмәй, ҡыңғырауҙар тауышы ишетелә башланы. Уны күреү менән һәр кем:

— Ана, Сөләймән байҙың Ибраһимы ҡайтып килә! — тинеләр.

Уларҙың һүҙҙәре дәрес булып сыҡты. Ә тигәнсе теге пар атлы кеше урам шаулатып, аттарын саптырып, урам¬да йөрөгән ҡаҙҙарҙы ике яҡҡа осортоп, күҙҙәрен ҡан баҫ¬ҡан кеүек, урамда ҡарап тороусыларға ҡырын күҙен дә һалмай, башын бер яҡҡа һалындырып үтеп китте. Уның аттары янған, өҫтәренә аҡ күбектәр сыҡҡан ине. Уның күсере лә ҡыҙмаса булған кеүек, Ибраһим бөтөнләй иҫер¬гән. Ул килеп төшкәндә, аяғына саҡ-саҡ баҫып тора ине.

Ул ҡайтып ҡапҡаһынан кереү менән, Сөләймән бай¬ҙың йорто тирәһенә әллә ни саҡлы халыҡ йыйылып өл¬гөрҙө. Ҡайһы бер етеҙ һәм үткерерәктәре ишек алдына уҡ керҙеләр, һәр кемдең быйыл ауылдан кемдәр алынған, көндәрҙең ҡалғандарын беләһеләре килә ине. Ибра¬һим быларҙың һорауҙарына ҡаршы:

— Минән башҡаларҙың һәммәһе лә киттеләр... Улар бит нимә беләләр, китһендәр, суҡынһындар!—тип яуап бирҙе лә, алпан-толпан баҫып, өйөнә кереп китте.

Ибраһимдың был һүҙҙәренән һис кем бер нәмә лә аң¬ламай ҡалды. Уның урынына күсер, аттарҙы туғарып, дилбегәләрҙе урай-урай:

— Вахит, Шәйбәк (Сөләймән байҙың хеҙмәтсеһе), түбән остоң Ғәйнулла малайы, Ғәбуш көтөүсенең Сәй¬фуллаһы...— тип, алынған егеттәрҙең исемдәрен һанап алып китте һәм: — Беҙҙең Ибрай ҡалды, йөрәге насар икән... Ул китәме һуң?! —тип өҫтәне.

Кемдәрҙең алынып, кемдәрҙең ҡалыуҙары шунда уҡ бөтә ауылға таралды.

«Вахит алынды» тигән хәбәр уның ата-әсәһенә һәм Мәрйәмгә, йәшен кеүек, ауыр тәьҫир итте. Фәүзиә еңгә келәткә сығып, Вахиттың ҡыҫҡа ҡуңыслы аҡ быймаһын тотоп иланы. Мәрйәм ағаһының түрҙәге сәйгә эленгән аҡ салмаһын күреп, күҙҙәрен йәшләндерҙе.

Ғәлләм ағай, малдарҙы ҡарарға сыҡҡанда, Вахитты иҫкә төшөрөп, йомшарып китте. Улар ошо ауыр хәсрәт эсендә дүрт күҙ менән Вахиттың ҡайтыуын көтөргә ке¬рештеләр. Уның ҡалған көндәрен ҡунаҡ итеп үткәреүҙе уйлап, шунда уҡ тауыҡ һуйып, тултырып, ҡаҙанға һал¬дылар.

Сөләймән байҙың балаһы Ибрайҙың тап-таҙа көйөнә һалдаттан ҡалыуы ауыл халҡы араһында төрлө һүҙҙәргә сәбәп булды.

— Ул ниңә ҡалмаһын — уларҙың кеҫәләре ҡалын бит. Насанниктарҙы алдан күреп, ауыҙҙарын тығып ҡуйғас, ҡалыр шул!.. Улар нисек итеп майларға беләләр!.. Бай¬ҙарҙың фарман менән, ярлыларҙың дарман менән шул... — тигән кеүек һүҙҙәрҙе һөйләп, Ибрайҙың аҡса, байлыҡ арҡаһында ҡалыуын аңлаттылар. Ләкин улар¬ҙың Ибрай хаҡындағы асыуҙары шулай зарланып һөйләүҙән үтмәне. Сөнки улар шикәйәт итеп тә бер нәмә лә эшләй алмауҙарын бик асыҡ беләләр ине.

ВАХИТ ҡараңғы төшөр алдынан ғына ҡайтты. Уны ҡаршы алырға йүгереп сығыу менән, Фәүзиә еңгә ҡосаҡлап алып:

– Балам, ысынлап та алындыңмы ни?!—тип илап ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Уның артынан Мәрйәм:

– Шәкерт ағаҡайым, киттеңме ни?! — тип иларға ке¬реште.

Ғәлләм ағай үҙен ҡаты тоторға тырышты.

Был рәүешле ҡаршы алыныуға Вахиттың да күңеле йомшарып китте, ул үҙен һырып алған халыҡ араһынан тиҙерәк сығып, өйгә кереп китте. Ата-әсәһен һәм Мәрйәм¬де ҡайғыртмаҫ өсөн:

— Юҡҡа ҡайғыраһығыҙ, унда бер мин генә алынма¬ным инде... Себер китеү түгел бит... — тип артыҡ ҡайғыр¬мағанын белдерергә тырышты.

Фәүзиә еңгә уның был һүҙҙәре менән генә тыныслана алманы:

— Шулай ҙа бит, балам... Шәкерт башың менән ка¬фыр ҡулдарына грифтар булдың шул...—-тип, тағы иларға кереште.

Был күңелһеҙ күренеш, тик былар тирәһенә түңәрәк¬ләнеп ултырып, бер-береһенә ҡарашып туйғас, һүҙҙәр икенсе әйберҙәр тураһына күскәс кенә, бер аҙ бөтә төш¬тө. Фәүзиә еңгә менән Ғәлләм ағай Вахитҡа күҙҙәрен тултырып ҡарап:

– Алланың тәҡдирелер инде...

– Бәндә күрәһен күрмәй, гүргә кермәй... — тигән һүҙ¬ҙәр менән үҙҙәрен йыуаттылар.

— Уҡыған кеше ҡайҙа ла хур булмаҫ әле, — тип кү¬ңелдәрен күтәрергә тырыштылар.

Көндәр үтеү менән, Вахиттың алыныуы өсөн илауҙар һирәгәйһә лә, йөрәктәрҙең эстән генә һыҙланыуҙары бөт¬мәне, бик күп һүҙҙәр уның китеүе хаҡында булды. Уның әллә ҡайҙа, һис бер белмәгән, исемен дә ишетмәгән ер¬ҙәргә китеүен уйлап, уны мөмкин тиклем күҙҙәре алды¬нан ебәрмәй тоторға тырыштылар, өрмәгән ергә ултырт¬манылар...

Вахит шәкерт булғас, уҡыған кеше булғас, элек Сө¬ләймән байҙың хеҙмәтсеһе Шәйбәк, Ғәбуш көтөүсенең малайы Сәйфулла менән рәтләп һөйләшкәне лә юҡ ине. Хәҙер былар, һалдатҡа алынып ҡайтҡан көндән башлап, бер-береһенә әллә нишләп яҡынлашып киттеләр. Шәйбәк менән Сәйфулла һәр көн тип әйтерлек Вахит янына ки¬леп-китеп йөрөй башланылар. Уларҙың алдағы көндәге тормоштары, киләсәктәге яҙмыштары бер төҫлөрәк бу¬лып әүерелгәнгә күрә, зар-моңдарын бергәләп уртаҡла¬шырға керештеләр.

Шәйбәк Сөләймән байҙа нисә йыллап хеҙмәт итеп тә, хәҙер һалдатҡа алынғас, уның рәтләп һүҙ ҙә ҡушмауынан, аҡса һорағас: «Һиңә унда ниңә аҡса кәрәк?.. Унда һәммәһен дә батша үҙе күтәрә, һинең аҡсаң миндә юғал¬маҫ, ҡайтҡас алырһың!..» — тип әйтеүенән зарланды. Сәйфулла юлға сығырлыҡ та аҡса рәтләй алмауын һөй-ләп хәсрәтләнде.

Вахит уҡыған еренән хеҙмәткә китеүҙең ауырлығын һөйләп, былар менән үҙенең ҡайғыһын уртаҡлашҡан ке¬үек булды.

Быларҙың шундай һүҙҙәрен тыңлап торған Фәүзиә еңгә һәр береһен ҡыҙғанды. Ҡулында бары менән ҡунаҡ итергә, сәй менән генә булһа ла һыйлап ҡалырға ты¬рышты.

Шул бер ай эсендә Мәрйәмгә лә күп кенә эштәр эш¬ләргә тура килде: ул ағаһына бер нисә яңы күлдәк текте, аяҡ сылғауҙарының, таҫтамалдарының баштарын бөктө.

Шуның өҫтөнә Шәйбәк менән Сәйфуллаға ла берәр күлдәк-ыштан тегеп бирҙе.

Был эштәрҙең һәммәһе лә машинаһыҙ, ҡул менән генә эшләнгәнгә күрә, байтаҡ ваҡыт алдылар. Уның был ай эсендә көндәре генә түгел, төндәре лә йоҡоһоҙ үтте. Шундай эштәр менән һанаулы көндәрҙең үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Китер көндәр яҡынлашҡан һайын, Вахиттың хөрмәте артты. Шуның һайын уны яҡшыраҡ ҡунаҡ итеп, туйғансы күреп ҡалырға тырыштылар.

Вахит үҙенең мәҙрәсә иптәштәре менән күрешеп, ос¬таҙынан фатиха алып ҡайтыр өсөн киткән сағында, уның тиҙерәк ҡайтыуын теләп:

— Иртәгәнән дә ҡалмай ҡайт, балам! — тип ялынып ҡалдылар.

Мәҙрәсәлә уҡыусыларҙан Вахиттан башҡа тағы бер нисә шәкерт һалдатҡа алынған икән. Улар мәҙрәсәлә бер¬гә осрашып, аҡтыҡ кисте бергә ҡундылар, бергә зарлан¬дылар. Иртәгеһен хәҙрәткә күрешергә лә бергә барҙылар, һәр береһе электән әҙерләп алып килгән саҙаҡаларын биреп, хәҙрәттең хәйер-доғаһын үтенделәр.

Хәҙрәт яңы тормошҡа китәсәк был шәкерттәрен бе¬рәм-берәм ҡарап алғандан һуң:

— Падишаһ хәҙрәттәренә яҡшы хеҙмәт итегеҙ, уның олуғ түрәләренә итәғәтсел булығыҙ... Намаҙҙарығыҙҙы ҡалдырмаҫҡа тырышығыҙ. Ятлаған доғаларығыҙҙы күңелегеҙҙән сығармағыҙ. Һәр ваҡыт тәҡрарлап тороғоҙ...— тип вәғәз иткәндән һуң, бик оҙон фатиха биреп, шәкерт¬тәрен оҙатып, яңы тормошҡа сығарып ебәрҙе.

Улар күп йылдар торған мәҙрәсәләренән, күп йылдар уҡыған остаздарынан айырылып, тиҙҙән әллә ҡайҙарға, һис бер таныш булмаған ерҙәргә китеүҙәрен уйлап, үҙҙә¬ренең ауылдарына таралдылар. Китерҙәренә ике-өс көн генә ҡалды, күреп ҡалайыҡ инде тип торған ата-әсәләре янына ҡайттылар.

Вахит, күҙ өҫтөндәге ҡаш кеүек, ҡәҙерләп ҡаршы алынды. Ҡалған ике көндөң һәр бер минутын хисаплап, айырылыу сәғәтен уйлап, өйҙәрендә үткәрҙе.

ҠОШТАР ОСОП ЕТМӘҪ ЕРГӘ...

[edit]

Вахит иртәгә китәһе төнө уны оҙатыу өсөн төн буйы әҙерләнеү, «уны күреп ҡалыу» менән үтте. Вахит үҙе лә әҙерләнде, әллә ниндәй доғалыҡтары күкрәк кеҫәһенә те¬гелде, «кәрәк булыр» тип ҡай бер китаптарын алды.

Таң менән уның иптәштәре килеп, ауылдан бергә сы¬ғып китергә булдылар. Иртә булыуға ҡарамаҫтан, әллә ни саҡлы халыҡ йыйылып өлгөрҙө. Оҙатыусылар китеү¬селәр менән ҡайта-ҡайта күрешеп, фатихалар биргәндән һуң, улар саналарға тейәлеп, ҡуҙғалып киттеләр.

Ҡуҙғалыу менән Шәйбәк менән Сәйфулла бергә ҡу¬шылып:

Суйын сүлмәк ауыҙы тар,

Бешә һалдат аштары.

Ҡоттар осоп етмәҫ ергә

Китә һалдат баштары...—

тип йырлап ебәрҙеләр. Вахит шәкерт кеше булғанға күрә йырға ҡатнашмаһа ла, күңеле әллә ни эшләп нескәреп китте. Уларҙың был йырҙарынан, өҙөлөп сыҡҡан моңда¬рынан ата-әсәләре генә түгел, сит кешеләрҙең дә күҙҙәре йәшләнеп, ирендәре һелкенде. Улар сьғып киткәс, ауыл¬дың бер ере китек төҫлө булып, өй эсенән мәйет сыҡҡан төҫлө булып ҡалды.

Улар өйәҙ шәһәренә барып, воинский насанникка мәғ¬лүм булып, бер нисә көн торғас, шул өйәҙҙең төрлө ауыл¬дарынан йыйылған әллә ни саҡлы новобрансыларҙың төрлөһөн төрлө шәһәрҙәргә ебәрергә билгеләп бөттөләр.

Вахит менән Сәйфулла, тағы әллә кемдәр Киев шәһә¬ренә, Шәйбәк Аршау шәһәренә билгеләнделәр.

Быларҙың бик күбеһе, шулар рәтенән Вахит та, ул шәһәрҙәрҙең ҡайҙалығын, алыҫмы-яҡынмы икәнлеген белмәгәнгә күрә, бер-береһенән һорашырға керештеләр.

Ләкин улар был шәһәрҙәрҙең исемдәрен беренсе рәт кенә ишеткәндәренә күрә, ҡайҙа икәнлеген дә, йыраҡлығын дa белмәй аптырашта ҡалдылар. Бик күбеһе үҙҙәре бара торған шәһәрҙең исемдәрен хәтерҙәрендә ҡалдыра алмай йөҙәнелөр.

Былар үҙҙәрен оҙатыусы һәм ҡаршы алырға килеүсе иҫке һалдаттар, уларҙың башлығы булған бер офицер ҡарамағында, һарыҡ көтөүе кеүек, вокзалда төшөрөлөп, тик оҙон итеп теҙелгән вагондарға ҡаршы теҙеп ҡуйылдылар.

Вахит вокзалдағы кеше күплегенә, ундағы шау-шыуҙы төрлө ерҙә оҙонло-ҡыҫҡалы тауыш сығарып, маневр яһап йөрөгән паровоздарҙың тауыштары, уларҙың ах-ух килеп, арлы-бирле бышҡырып йөрөүҙәре Вахиттың да, уның менән бергә булған башҡа ауыл егеттәренең дә баштарын әйләндереп ебәргән кеүек булды. Улар үҙҙәрен солғап алған был ғәжәп нәмәләргә, бер яҡтан, һоҡланып, бер яҡтан, иҫтәре киткән кеүек, ҡарап хайран ҡалдылар.

Теге, быларҙы эйәртеп алып төшкән офицер, папиро¬сын ҡабыҙып бер аҙ арлы-бирле йөрөгәндән һуң, уның янына әллә ниндәй ҙур насанниктар килделәр. Теге офицер уларҙы честь биреп ҡаршы алды. Улар был офицерға ҡарап, әмер биргән кеүек, бер нисә һүҙ әйткәндән һуң, офицер улар алдында башын эйеп йыраҡлашты ла, инде һалдаттарға ҡарап бер нисә һүҙ әйтте. Уның шул һүҙҙә-ренән һуң новобрансыларҙы вагондарға тултырҙылар.

Вагондарға кереү, унда кергәс урынлашыу, был ва¬ҡыттағы шау-шыуҙар бер аҙ ваҡытҡа һуҙылды. Вагон¬дарҙың шалтырап ҡуҙғалыуҙары, әле һаман ултырып ет¬мәгән кешеләрҙең, дауыл ваҡытындағы көлтәләр кеүек, бер яҡҡа ауып китеүҙәре менән был шау-шыу икенсе төҫкә керҙе. Ҡай берәүҙәр тәҙрәгә ҡарап, үҙҙәрен оҙатыусыларға баш һелктеләр. Ҡай берәүҙәре, тыуған илдәренән китеүҙәрен иҫкә төшөрөп, уйға ҡалдылар.

Поезд йөрөшөн тиҙләтте, тирә-яҡтағы ҡаралдылар, телеграмм бағаналары артҡа ҡарап аға башланылар. Вагондар «беҙ киттек!» тигән кеүек тауыш сығарып, йө¬рөштәрен тиҙләттеләр. Бара торғас:

— Киттек, киттек!.. — тип ашығыс тауыш сығара башланылар.

Вахит, иҫен йыйып, тирә-яғындағыларға ҡараны. Ул ҡарағанда, вагондағы егеттәрҙең ҡай берҙәре әйберҙәрен ҡуйып хәл йыйырға, ҡай берҙәре өйҙәренән алып килгән аҙыҡтарын ашарға, ҡай берҙәре төрлө нәмәләр хаҡында һөйләшергә керешкәндәр ине.

Ул ҡай бер һалдаттарҙың һәр нәмәне аңлаған, ҡайһы шәһәргә барыуҙарын алдан уҡ белеп барған кеүек һөй¬ләшеүҙәренә һоҡланып, иҫе китеп ҡараны. Бигерәк тә ауыл кейеменән башҡараҡ кейенгән оҙон ғына сәсле, урыҫ ҡиәфәтлерәк бер егеттең үткерлегенә, уның урыҫтар менән теттереп урыҫса һөйләшеүенә, һис бер нәмәгә иҫе китмәгән кеүек шат, уйнап-көлөп барыуына ғәжәп¬һенде. Яйын килтереп, ул егеттән ҡай бер нәмәләрҙе һо¬рашырға уйланы. Уның иң беләһе килгән нәмәһе — Киев шәһәренең ҡайһы яҡта, йыраҡмы икәнлеген белеү ине. Ул ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына теге оҙон сәсле егеттең янына барып, һүҙҙе шунан башлап:

— Туған, беҙ бара торған Киев ҡалаһы йыраҡмы, әле ул ҡайһы яҡта? — тип һораны. Теге үткер егет бының йөҙөнә ҡарап алғандан һуң:

— Йыраҡ әле, поезд юлда күп туҡталып тормаһа, дүрт көндә етербеҙ, һуң һин ҡайҙа барғаныңды ла бел¬мәйһеңме ни? — тип, Вахитҡа ғәжәпләнгән һымаҡ ҡарап ҡуйҙы.

— Юҡ, белмәйем...

— География уҡымағанһың, ахыры, һин?

Вахит аптырап ҡалды һәм уңайһыҙланып ҡына:

– Беҙҙә ундай нәмә уҡытмайҙар ине шул... — тип көрһөНӨП ҡуйҙы.

– Нимәләр уҡының һуң һин?

Вахит ни әйтергә лә белмәй, тик:

— Беҙ дин уҡыныҡ, — тигән һүҙҙе әйтте.

Теге егет уның был яуабын ишеткәс, ҡыҙғанған кеүек булып:

— Тормош өсөн ул ғына етмәй шул, туған!.. Бына һи¬ңә хәҙер ул нәмәләрҙең һис бер файҙаһы юҡ бит. Һиңә был тормошҡа күнегеүе бик ауыр булыр... — тине һәм Киевтың нисә мең саҡрым булыуын, ҡайһы яҡта, ниндәй шәһәр икәнен — һәммәһен барып күреп ҡайтҡан кеүек һөйләне.

Вахит, үҙенең шул егет кеүек булмауына үкенгән ке¬үек булып, бик тәрәндән һулап ебәрҙе.

Теге егет тә Вахиттың бер нәмә лә белмәүен аңлап:

— Был нәмәләрҙе белмәүҙә һин үҙең ғәйепле түгел инде... Беҙҙең кеүек түбән халыҡҡа аңлау юлдары бикле шул, тик үҙең эт көйөн күреп тырышһаң ғына, тормош юлын асырға һәм тормош баҫҡыстары аша юғары үрмә¬ләргә мөмкин... һиңә ул да тура килмәгән шул... — тип ҡуйҙы.

Вахит «түбән халыҡ», «аңлау юлдары бикле» тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен аңламаны. Шулай ҙа теге егет уға бик яҡын булып күренде, уның һәр бер эшен ҡарап бара башланы. Теге егет ҡай ваҡытта йәшереңкерәп әллә нә¬мәләр уҡый, үҙе нәмәнәндер һаҡланған кеүек була, сит кеше килһә, уҡыған нәмәләрен берәр ергә ҡуйып тора ине.

Вахит, тура килтереп, уның нәмәләр уҡығанын һора¬ны. Теге егет тирә-яғына ҡаранып алғандан һуң:

— Гәзит уҡыйым. Фабрикаларҙағы эшселәр эш таш¬лағандар, ... губернаһында крәҫтиәндәр баярҙарҙың ерҙә¬рен талағандар... — тип шул ваҡыттағы ваҡиғаларҙы һөйләне.

Вахит бындай һүҙҙәрҙе беренсе рәт ишеткәнгә күрә, бер нәмә лә аңламаны. Шулай аңламағанға күрә ҡайта¬нан сөәл бирергә лә уңайһыҙланды ла, поездың таҡырҙаған тауышын тыңлап, әллә нәмәләр уйлап, тәрән фекер¬гә батты.

Поезд бер нисә көн буйынса шул шәплеге менән алға китте, түбәләре һалам менән ҡапланып, тик урталарында ғына бер нисә йәшел түбәле йорттары, йыраҡтан күренеп торған сиркәүҙәре булған хисапһыҙ күп ауылдарҙы артта ҡалдырҙы. Урталары әллә ни саҡлы сиркәүҙәр менән сы¬барланған, тирәләре оҙон торбалар менән маяҡланған ҙур-ҙур шәһәрҙәргә туҡтап үтте. Был ауылдар һәм шәһәр¬ҙәр араһында ваҡ-ваҡ шаҡмаҡтарға бүленгән крәҫтиән баҫыуҙарын, улар рәтенән бөтә баҫыуҙарына бер төрлө игендәр сәселгән, ҙур урмандар янында икешәр ҡатлы йәшел түбәле йорттар рәтенән ат һарайҙарына, иген ам¬барҙарына саҡлы тимер менән ябылған, ҙур-ҙур баяр имениеларын үтеп китте.

Элек ер йөҙөнөң киңлеген, ундағы тормоштоң сыбар¬лығын, халыҡтарҙың төрлөлөгөн белмәгән яңы һалдаттар өсөн был юл ғәжәп оҙон, был тормоштар баш әйләндергес бер эш булып күренде.

Теге оҙон сәсле егет, бер-береһенә ҡапма-ҡаршы бул¬ған, был ике тормошто күргән һайын йөҙөн һытып:

— Ҡайҙа барһаң да шул ике төрлө тормош: һаман шул мең һалам түбәгә бер йәшел түбә, ярты дисәтинә янында мең дисәтинә... — тигән һүҙҙәрҙе әйтә. Тик Вахит уның был һүҙҙәренән бер мәғәнә сығара алмай, уның былар өсөн ҡайғырыуын күреп аптырай, урыҫ сифатлы¬раҡ булыуына ҡарамаҫтан, яҡшы булыуына ғәжәпләнә ине. Шуның өсөн барған һайын Вахит ул оҙон сәсле егет¬те үҙенә яҡын һиҙҙе. Уның һөйләгән һүҙҙәре лә, биргән кәңәштәре лә күңеленә яҡын тойолдо. Уның үткерлеге, егет һымаҡлығы алдағы көндә, Вахит аптыраған саҡта, файҙа итер кеүек күренде.

Шулай төрлө күренештәр, сыбар баҫыуҙар, һалам тү¬бәле ауылдар, йәшел башлы баяр йорттарын артҡа ташлап БАРА торғас, былар ултырған поезд бөтөнләй туҡтап, яңы һалдаттарҙы вагондарынан сығарып теҙҙеләр, һәм, ҺӘММӘҺЕН дә берәмләп барлағандан һуң, ҡапсыҡтарын, ТӨРЛӨ ҙурлыҡтағы һандыҡтарын арҡаларына күтәртеп, ЙӘМҺЕҘ ҙур казармаларға алып барып тултырҙылар.

«ЯҢЫ ҠЫРҠ ФАРЫЗ»

[edit]

Казарма тормошо яңы килгән йәш һалдаттарҙың бы¬ғаса күргән һәм белгән тормоштарына бер ҙә оҡшама¬ғанға, улар бындағы иҫ киткес ҡаты тәртиптәрҙең һис береһе менән алдан аҙ ғына ла таныш булмағанға күрә, был тормош уларға әҙәм төшөнмәҫлек ситен булып то¬ЙОЛДО.

Көндәлек һалдат уйындарын өйрәнеү, әллә ниндәй эштәрҙе белеүгә көс сарыф итеү өҫтөнә, үҙҙәренән аҙ ғына юғары булған башлыҡтарҙың итектәренә, кейем¬дәренә саҡлы таҙартып биреү, уларҙың төрлө йомошта¬рын еренә еткереү, берәр эш йәки берәр һүҙҙе аңламай аҙ ғына яңылыш һелкенеү, йәки берәр офицерға честь бирергә өлгөрә алмай ҡалыу кеүек эштәр өсөн сәғәттәрсә мылтыҡ күтәреп тороу кеүек язаларға дусар булалар, уларҙы миңрәүләтеп, машина кеүек ихтыярһыҙ йөрөй торған бер нәмәгә әйләндерҙе.

Бындағы ҡатлаулы-ҡатлаулы чиндарҙа булған баш¬лыҡтарҙың: «фельдфебель, ротный, взводный, батальон¬ный командир, начальник дивизии» кеүек исемдәрен бе¬леп алыу һәм уларҙың шул чиндарына ҡарап әйтелә тор¬ған:

– Высокоблагородие,

– Высокородие,

– Превосходительство,

– Высокопревосходительство...

тигән кеүек ҡатлы-ҡатлы титулдар (уларҙы маҡтап әйт¬кән ҡушаматтарҙы) ятлап иҫтә ҡалдырыу, ул титулдарҙы һис бер яңылышмай, кешеләренә ҡарап, үҙ урында¬рында әйтеү, уларға осрағанда ҡулды башҡа терәп, аяҡ¬тарҙы тура баҫып, улар уҙып киткәнсе, ҡаҡҡан бағана кеүек, ҡатып ҡарап ҡалыу, берәр һүҙ әйтһәләр, баяғы титулдарға өҫтәп:

— Так точно! — тип ҡоллоҡ күрһәтеү кеүек эштәр бо¬ронғо төрлө доғаларҙы, иман шарттарындағы ҡырҡ фа¬рыздарҙы ятлауҙан да, намаҙ ваҡытында ағзаларҙы тура тотоуҙан да ауыр булды.

Шулар өҫтөнә батшаның үҙенән башлап, ҡатыны, әсә¬һе, яңы тыуған балаларына, нәҫел-нәсәптәренә саҡлы исемдәрен ятлау:

– Его Императорское Величество государь импера¬тор Николай...

– Ее Императорское Величество государыня импе¬ратрица Мария...

– Его Императорское Высочество наследник Цесаре¬вич и великий князь Алексей... — тигән һүҙҙәрҙе хәтерҙә ҡалдырып, башҡалар һорағанда, быларҙың һәммәһен дә, боронғо ҡырҡ фарызды ятлап һөйләгән кеүек, һөйләп бирә алыу баштарын тубал кеүек яһаны.

Шуларҙың һәммәһен дә белеү, башлыҡтарға осраған¬да түбән дәрәжәле һалдаттарҙың ниндәй түбәнселектә тороу, улар алдында үҙҙәрен ни рәүешле тотоу һәм шун¬дай тағы әллә нәмәләрҙе өйрәнеү юлдарын белдереү өсөн быларҙың һәр береһенең ҡулына кескенә генә берәр кенәгә биреп өйрәнергә ҡуштылар.

Был кенәгә ҙурлыҡта «Иман шарты»на оҡшаһа ла, урыҫса яҙылыуы һәм эсендәге нәмәләре менән оҡшамай ине.

Электән икмәк-тоҙлоҡ та урыҫса белмәгән, яҙыу-һыҙыуҙың нимә икәнен дә төшөнмәгән крәҫтиән балала¬ры өсөн был нәмәне аңлау, белеү сикһеҙ ауыр булды.

Теге оҙон сәсле егет, был һүҙҙәрҙе электән белеп килгән кеүек, шунда уҡ белеп алды ла, Вахитҡа ҡарап:

– Быларҙы белеү һиңә ауырҙыр, — тип уны ҡыҙғанған кеүек булды һәм: —Элек: кафырму сән, мосолманму сән? Яуап:

— Әлхәмдел илләһи, мосолманмын.

- Кем милләтенән торорһоң?

Яуап:

— Ибраһим ғәләйһи әссәләм милләтенән торормон.

– Кем силсиләһенән торорһоң?

Яуап:

– Хужа Әхмәт Ясәүи силсиләһендә торормон.

– Силсилә нисәлер?

Яуап:

– Дүрттер.

– Ниҙәрҙер?

— Әүәл Хужа Әхмәт Ясәүи, икенсе — Ғәбделхалиҡ Ғождуани, тип әллә нәмәләрҙе өйрәтәләр, уларға титул¬дар бирәләр ине, бында ла нәҡ шулай инде, — тип көлөп ҡуйҙы.

Ул егет тағы нәмәлер әйтергә теләгән ине, казарманың әллә ҡайһы еренән:

— Нурый Сәғитов! — тип ҡысҡырған тауышты ишет¬кәс, ул оҙон сәсле егет тиҙ генә шул тауыш яғына китте.

Вахит ул егеттең исеме Нурый, фамилияһы Сәғитов икәнен белде һәм уның былай иркен һөйләүенә аптырап ҡалды.

Вахит ул оҙон сәсле егеттең (Сәғитовтың) Ибраһим ғәләйһи әссәләмдән, Хужа Әхмәт Ясәүиҙән көлөп, «Иман шарты»нда өйрәтелгәндән «фарыз» нәмәләрҙе, урыҫтар тарафынан һалдаттарға өйрәтелә торған «словестност»тарға тиңләштереүенә бер аҙ рәнйеп ҡалһа ла, уның яҡ¬шы яҡтарын күҙ алдына килтереп: «Донъяла әллә кемдәр була... Бер нәмәнән дә ҡурҡа белмәйҙәр...» — тигән уйға төшөп, СӘҒИТОВҠА булған рәнйеүен бөтөрҙө, уның «ҙур мәҙрәсәлә» уҡый алмауын уйлап, ғәфү итте.

Сәғитовтың һәр ваҡыт асыҡ йөҙлө булыуы, һәр кемде яҡын күреп, ысын күңелдән һөйләшеүе арҡаһында, уны быйыл килгән йәш һалдаттар ғына ТҮГЕЛ, үткән йылда килеп, казарма тормошона өйрәнеп бөткән ҡарт һалдат¬тар ҙа ярата башланылар. Ул, шул яратылыуы арҡаһын¬да, әллә ниндәй уйын-көлкө һүҙҙәр һөйләргә башлай ҙа, бында өйрәтелә торған нәмәләргә һәм ҙурҙарға ҡаршы башҡалар әйтә алмай торған һүҙҙәр һөйләп ташлай, һу¬ңынан һүҙен уйын-көлкөгә бороп, теге серле һүҙҙәрҙең мәғәнәһен еңеләйтеп ҡуя ине.

Һалдаттар араһында ҡай бер «ҡара эслерәк» булған¬дары уның:

— Беҙҙең эшсе, крәҫтиән шулай инде, ҙурҙар менән килешеп булмай... — тигән кеүек һүҙҙәренә ҡырын мәғә¬нә бирергә теләһәләр ҙә, ысынлап та яңы ғына һуҡаһын, ҡулындағы сүкешен ташлап килгән саф күңелле һалдат¬тар, улай ҡырын мәғәнә биреүҙе күңелдәренә килтереп сығармай, тик:

– Чудак һин, Сәғитов!

– Ну ҡыҙыҡ та һуң үҙе, әллә нәмәләр һөйләп бөтә!

— Шулай уйын-көлкө һөйләүселәр булмаһалар, беҙ¬ҙең был күңелһеҙ тормош нисек үтер ине? — тигән һүҙҙәр менән үҙҙәренең Сәғитовты яратыуҙарын ғына белдерә¬ләр ине.

Бер нисә айҙан һуң Сәғитов, түбән чинлы һәр бер ғади һалдаттарға белергә тейешле нәмәләрҙе өйрәнеп бөтөп, полктың писаре булып билгеләнде. Ләкин ул үҙенең һәр кем ҡыҙыға торған был «дәрәжә»һенә бер ҙә иҫе китмәй, һаман да буш ваҡытын боронғо иптәштәре менән бергә үткәреп, боронғо төҫлө простой мөғәмәләһен дауам ит¬терҙе. Уның урыны юғарыланыуға ҡарамаҫтан, һаман шулай простой булды, һалдаттарҙың уға ҡаршы булған мөхәббәттәрен тағы ла арттыра төштө.

Шуның менән бергә, ул һәр ваҡыт берәр нәмәне белмәгән йәки төшөнмәгән һалдаттарға ул нәмәне белергә ярҙам итә, юлдарын өйрәтә ине. Шундай яҡтан уның Вахитҡа ла күп файҙаһы тейҙе. Тура килгәндә уға урыҫса хәрефтәрҙе өйрәтеп, уҡырға димләне, күп ваҡытта: — Урыҫса белергә кәрәк, юҡһа һин ауырлыҡ күрер¬һең, бына был титулдарҙы өйрәнеү, әллә кемдәрҙең исем¬дәрен ятлау тормош өсөн кәрәк булмаһа ла, сикәгә йоҙ¬роҡ төшмәҫ, подвинтовкы тормаҫ өсөн кәрәк була ул... Ә бына был винтовканы яҡшы һаҡлап, тура ата белергә өйрәнергә тырыш, ул бер ваҡытта бик кәрәк булыр... — ти ҙә, үҙе лә бер нәмәнән шикләнгән кеүек, тирә-яғын ҡарап ала һәм: — Эйе, ул кәрәк булыр, ул бик ҡәҙерле нәмә, — тип һүҙҙе Вахит аңламаған рәүештә бөтөрөп ҡуя ине.

Вахит уның был «кәрәк булыр...» тигән һүҙенән «һу¬ғышҡа барғанда кәрәк булыр» тигән һүҙҙе лә, борон «Китабөлжиһад»та уҡығанса, «кафырҙар менән һуғыш¬ҡанда кәрәк булыр» тигән һүҙҙе лә уйлай ҙа аптырап ҡала ине. Ҡай ваҡытта уның был һүҙҙе асыҡ итеп әйтмәүенә эсе боша, иркен бер ваҡыт тура килтереп, ниндәй ваҡытта кәрәк буласағын һорарға иҫәпләп тә ҡуя ине.

…әҫәрҙең дауамы …