Jump to content

Теләймен. Шәйехзада Бабич

From Wikisource
Теләймен (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1916.


Теләймен


Хоҙайға илап, теләйем теләк:
Беләккә — ҡеүәт, йөрәккә — йөрьәт[1].

Утлы пар кеүек һулыш теләймен.
Зөлфәҡәр[2] кеүек ҡылыс теләймен.

Ҡабынһын донъя, бер өрһәм «өф» тип,
Табынһын миңә аждаһа, ғифрит!


1916

Иҫкәрмәләр

  1. йөрьәт — батырлыҡ
  2. Мөхәммәд с.ғ.с. Ғәли батырға бүләк иткән серле ҡылыс