Jump to content

Текетектең диңгеҙгә сәйәхәте.Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Текетектең диңгеҙгә сәйәхәте
автор Гүзәл Ситдиҡова
Ижад итеү ваҡыты: 1994. Сығанаҡ: Текетек:шиғри әкиәт.- Өфө: Китап, 1994,-16 б.


Текетектең диңгеҙгә сәйәхәте

Һөйөклө балалар! Текетектең урманға сәйәхәтен, ундағы мажараларын, нисек мәктәпкә китеүен «Бүрене еңгән бәрәс» әкиәтендә һөйләгәйнем инде.

Кәзә малайы Текетек шуҡ булһа ла тик «бишле» билдәләренә генә уҡый, китап ярата, тиҙерәк, күберәк белем алырға тырыша. Ил гиҙергә әүәҫлеген күрҙек, тик уҡыу ваҡытында юлға сығып китә алмай бит инде. Бигерәк тә диңгеҙҙе күргеһе килә малайҙың, сөнки улар йәшәгән йорт хужаһының улы - Диңгеҙсе.

Шулай бер көндө Текетек мәктәптән ҡайтып ҡына ингәйне, Хужа йәшәгән өй ишегенән Диңгеҙсе күренде. Күлдәге буйлы-буйлы, башына ла ҡыҙыҡ ҡына фуражка кейгән: уға ике осо артҡа һәлберәтеп таҫма тағылған, етмәһә, козырегы юҡ.

Диңгеҙсенең ҡулында - Ҡусҡарҙың үҙенән ҡалдырмай йөрөткән өйөнә лә, һырлы-һырлы мөгөҙгә лә оҡшаш дә-ә-ү ҡабырсаҡ. Ул үҙенә эйәреп сыҡҡан ҡустыларына, һеңлеләренә шул ҡабырсаҡты биреп әллә нимә тыңлата. Текетектең быға күҙе ҡыҙҙы, тик кешеләр уның ни уйлағанын белеп бөтөрмәй шул. Баҡсаға инеп әҙерәк ҡыуаҡтарҙы кимерәйем тиһә, шунда уҡ һиҙеп ҡалалар, ә әле күрмәмеш булалар. Текетек үпкәләп баҡса яғына боролдо, сыт араһына башын тыҡҡас, ҡыяр һабағын керт итеп өҙөп алды ла сәйнәй башланы. Әһә, күрҙеләр, ҡыуа төштөләр. Текетек сабып китһә лә, ҡабырсаҡтан күҙ яҙҙырманы, уның ихаталағы йәшел үләндә ятып ҡалғанын күреп һөйөндө.

Кәзә малайын баҫтырып арығас, Хужаның балалары көлөшә-көлөшә өйгә инеп киттеләр, ә ҡабырсаҡты оноттолар. Текетек уны етеҙ генә эләктереп алды ла ҡолағына терәй һалды һәм ...серле шаулау ишетте: боҙ киткәндә Инйәр йылғаһы шулай геүләй. Сихри диңгеҙ тауышы...

Түҙемһеҙләнеп әллә күпме һорауҙар яуҙырған Текетекте тылсымлы ҡабырсаҡ ҡасандан бирле хыялланған диңгеҙгә сәйәхәткә алып сығып китте. Ана нимәләр ҡыҙыҡһындыра бәрәсте - һыу аҫтында малдар, урмандар бармы, унда хатта эт-бүре осрай, тигәндәре хаҡмы һ.б. Ҡабырсаҡ, дөрөҫөн әйткәндә, бары үҙе йәшәгән урындарҙы, шунда осраған йән эйәләрен, һыу аҫты үҫемлектәрен генә белә ине. Тик быны кәзә малайына һиҙҙергеһе килмәне, үҙе белгәнсә фәстереп һөйләне лә һөйләне.

Мин уларҙың әңгәмәһен түкмәй-сәсмәй яҙып алдым, әммә Ҡабырсаҡтың ҡайһы урындарҙа «шыттырғанын» һеҙгә белдереп барырмын, йәме. Шуға күрә иғтибарлы ғына уҡығыҙ.

Йәгеҙ, диңгеҙгә сәйәхәткә бергә сығайыҡ!

Диңгеҙ

Текетек:
Ҡабырсаҡ, Ҡабырсаҡ,
Нимә ул Диңгеҙ?
Ҡабырсаҡ:
Һо-о-о, Диңгеҙме?
Диңгеҙ ул - тиңһеҙ!
Ят әле һуҙылып,
Күҙ һалсы офоҡҡа,
Диңгеҙ - нәҡ күк һымаҡ,
Тулҡыны болоттар.
Шундай уҡ төпһөҙлөк,
Шундай уҡ сикһеҙлек.


Йондоҙҙар
Текетек:
Диңгеҙ күккә оҡшаған, тип,
Шыттыраһың, моғайын!
Имештер ҙә, йондоҙҙары 
Балҡып тора көн һайын...
Ҡабырсаҡ:
Ысын-ысын, бар-бар-бар,
Уттай яна йондоҙҙар:
Биш сатлы, илле сатлы -
Йөҙөп йөрөй кемуҙар,
Ә үҙҙәре - убырҙар, 
Ни бирһәң дә убырҙар.
Мидия, устрицаны
Йотоп ҡына уҙырҙар.
Һәр кемдең ала ҡотон
Йыртҡыс йондоҙҙоң уты.
  • Ҡабырсаҡтың ҡурҡышынан күҙенә ут күренгәндер,моғайын. Диңгеҙ йондоҙҙары яҡтыртмай. Әммә әкәм-төкәм унан бик ҡурҡа, сөнки рифтәр барлыҡҡа килтереүсе мәрйен-коралдар, устрица, мидия - диңгеҙ йондоҙҙарының яратҡан ризығы.


Артабан Ҡабырсаҡҡа һорау биреүҙең кәрәге лә ҡалманы, ул теҙеп-теҙеп үҙенең таныш-тоноштары, тормошо тураһында һөйләне лә һөйләне.

Акула
Диңгеҙҙәге балыҡтарҙың
Иң-иң ҙуры - акула.
Буйы уның шундай оҙон -
Егерме метр була.
Ун һыйырҙай - түшкәһе, 
Бысаҡ кеүек тештәре.
Ҡуймағыҙ һыуҙа ҡалып,
Тотоп ашар был балыҡ.
Уның ҡарауы - ите, 
Уның ҡарауы - һөтө!
Сепараттан үткәрәм,
Майҙар бешәм түтәрәм,
Йомортҡаһы - ҡабаҡтай,
Бешерәбеҙ табаҡта.
  • Ҡабырсаҡ бында бер аҙ ғына арттырып ебәрә. Акула - һөтимәр түгел. Бауырынан алынған майҙан һәм йөҙгөсөнән дан ҡаҙанған дарыуҙар эшләйҙәр. Ите ашауға яраҡлы, ә һөлдәһенән елем етештерелә. Ҡайһы бер төрҙәре, ысынлап та, эре йомортҡа һала.
Кит
Бына кит - балыҡ түгел,
Һөтимәр хайуан ул - кит,
Оҙонлоғон белгең килһә
Йүгер әле анау ергә,
Утыҙ өс метрға кит:
Һинән миңә 
Күпме ара -
Кит шул ҙурлыҡ,
Уйлап ҡара!
Зәңгәр кит бар, аҡһылы,
Тешлеһе бар, тешһеҙе,
Акулаға оҡшаһа ла 
Тешләмәй ул кешене.
Киттың һөтө янында
Һыу һымаҡ - һыйыр һөтө:
Бер китты үлсәр өсөн 
Һыйыр кәрәк бер көтөү.
  • Ҡабырсаҡ был юлы һис тә арттырмай. Киттың оҙонлоғо 1,2 метрҙан 33-кә етә, һөтө һыйырҙыҡынан 10 тапҡырға майлыраҡ, ә аҡһымға 3 тапҡырға байыраҡ. 30-50 йыл йәшәй. Был гигант һөтимәрҙең күп төрө һәләк булған.

Тешлеләренең теше 240-ҡа етә. Балаларын 4 айҙан 1 йылға тиклем имеҙә.

Һыйыр
Һөтлө ине беҙҙең һыйыр,
Һөтө шау ҡаймаҡ ине.
Ашағаным - майлы бутҡа,
Тик майлы ҡоймаҡ ине.
Ҡәһәр һуҡҡыр браконьерҙар
Һыйырымды һуйҙылар.
Диңгеҙҙә хәҙер һыйыр юҡ -
Әрәм итеп ҡуйҙылар.

*Диңгеҙ һыйыры буйы 8 метрға еткән һөтимәр хайуан булған. Тәмле ите, майы өсөн күпләп аулауҙары һөҙөмтәһендә күптән инде бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан.


Фәрештә
Фәрештә күргәнең бармы?
Күргәнең юҡ, имеш тә.
Диңгеҙ төбөндә фәрештә
Осрай һәр бер мөйөштә.
Яҙып бара яҡшы эште,
Яҙып бара яман эште
Яурын һайын фәрештә.
  • Ҡабырсаҡ диндә күҙалланған фәрештә менән диңгеҙ фәрештәһен бутап һөйләй. Диңгеҙ фәрештәһе - акула затынан, оҙонлоғо 2,4 метрға, ауырлығы 72 килограмға етә. Ул нисек ҡыҫаланың яурынына ултыра алһын инде.

Донъяға 10-25 бала килтерә. Диндәге фәрештәләрҙән айырмалы, был балыҡтар тамаҡ туйҙырырға ярата. Уларҙың «табынында» - балыҡ, диңгеҙ терпеһе, краб-ҡыҫалалар, моллюскылар.

Энәләр
Мең тегенсе тота инем
Оҫтаханамда.
Океанда дан тоттолар
Һаман-һаман да.
Тегеү машинаһы беҙҙә
Бик тиҙ тутыға,
Тура килде бик күп төрлө
Энә тоторға.
Бер төрлөһө -тун тегергә,
Береһе - күлдәк тегергә,
Бүрек тегергә - берәү,
Салбар тегергә - берәү,
Энә кү-ү-үп ине беҙҙә,
Бар ине хатта беҙ ҙә.
  • Энә балыҡтар менән, әлбиттә, тегенеп булмай. Нәҙек оҙон булғанға уларға шундай атама биргәндәр. Беҙ-балыҡ бар ул, Ҡабырсаҡ дөрөҫ әйтә. Ул да тышҡы ҡиәфәте өсөн шундай исем алған, нерофис тип тә йөрөтәләр. Был беҙ менән, тәбиғи, бер ни ҙә тишеп булмаҫы көн кеүек асыҡ.
Сысҡандар
Келәтемдә сысҡандар
Күбәйгәйне бер килке,
Алып ҡайттым бер бесәй,
Алып ҡайттым бер төлкө.
Өлгөрмәйҙәр меҫкендәр,
Бөтә алмайҙар тотоп,
Алып ҡайттым бер терпе -
Бөттө сысҡанды йотоп.
  • Диңгеҙ сысҡаны - ҡылсыҡ аяҡлылар тигән балыҡ тоҡомонан. Антенария тип тә йөрөтәләр.
  • Диңгеҙ төлкөһө - ҡойроғо нәҙек оҙон балыҡ. Ауыҙы, төлкөнөкөнә оҡшап, осло.
  • Диңгеҙ терпеһе сысҡан-балыҡты тотмай, ылымыҡ, әкәм-төкәм менән туҡлана. Энәләре менән атлап та йөрөй ала.
  • Диңгеҙ бесәйе сысҡандыҡы кеүек нәҙек оҙон ҡойроҡло. Ағыулы сәнскеһе кеше өсөн дә ҡурҡыныс. Яҫы кәүҙәһе - 2,5 метрға, ауырлығы бер ботҡа етә. Ҡыҙыҡ, диңгеҙ эте менән диңгеҙ бесәйе тигән атамалар - синонимдар. Йәғни, был йән эйәһен эт тиһәң дә, бесәй тиһәң дә бата. Акулалар затынан. Ә бына диңгеҙ көсөгө - икенсе заттан.
Сусҡа
Сусҡанан да уңа инем,
Һарай тулып йөрөр ине,
Сит-яттарҙы күреп ҡалып
Сай-сой хәбәр бирер ине.
Тиреһе ныҡлы булғанға
Тегә торғайным ҡата,
Ә туңмайын тоҙлап ҡуйып
Ҡышын баҙарҙа һатам.
  • Диңгеҙ сусҡаһы - дельфиндарҙың бер төрө. 1,8 метр оҙонлоҡтағы был хайуан 80 килограмға тиклем тарта. Балаһын һөт имеҙеп үҫтерә. Ҡатаны иһә, белеүебеҙсә, ябай ер сусҡаһы тиреһенән тегәләр.

Морская свинка менән бутамаҫҡа!

  • Диңгеҙ сусҡасығы - морская свинканы шулай тәржемә итергә тура килә - төптө диңгеҙ төбөндә йәшәмәй. Уны ХҮ1 быуатта диңгеҙ аръяғынан - Перуҙан Европаға алып ҡайтҡандар. Бер аҙҙан «аръяғы» (»заморская») һүҙе төшөп ҡалып, ҡомаҡ ҙурлыҡ ҡына был кимереүселәр диңгеҙ сусҡасығы тип атала башлаған.

Индеецтар уның итен ашаған, ә хәҙер лабораторияларҙа тәжрибә үткәреү өсөн файҙаланалар. Күптәр өйҙә аҫырай, мәктәптәрҙәге йәнле мөйөштәрҙә лә күрергә була уларҙы.

Көсөк
Диңгеҙ төбөндә аждаһа,
Ен-шайтан тулы,
Өй бейеклек була тулҡын
Китһәләр туҙып.
Шуға көсөк аҫырайым,
Ҡурҡалар унан,
Муйнаҡ барҙа тыныс ҡына
Өңөмдә ҡунам.
  • Диңгеҙ аждаһаһы - 40 сантиметр тирәһе генә оҙонлоҡтағы балыҡ, өй бейеклеге тулҡын тыуҙыра алмай.Йөҙгөс-сәнскеләрендәге ағыуы хатта кешене үлтерергә һәләтле.
  • Диңгеҙ көсөгө (морская собачка), әйтеүемсә, диңгеҙ этенән айырыла. Уны ҡупшы, сағыу йөҙгөстәре өсөн хатта көсөк-күбәләк тип тә йөрөтәләр. Тәңкәһеҙ төрө ярға сығып, йөҙгөстәре менән этәренеп һикерә-һикерә йөрөй ала.
  • Диңгеҙ шайтаны - торғаны металлист: ауыҙынан да, һыртынан да, ҡабырғаһынан да әллә нисәмә төр сәнскестәр, бысҡы кеүек ҡылсыҡтар тырпайып тора. Метр ярымлыҡ был «шомлоҡ» 20 килогармм самаһы тарта.
Әтәс
Таң менән әтәс уята,
Ҡысҡыра: «Кикири- кү-ү-үк!»
Йәнәһе лә: яҡтырҙы күк,
Оҙаҡ йоҡлама, эш күп.
Тауыҡтарын йыя алмай,
Әллә ҡайҙа себеше,
Миңә бойороҡ биреүҙер -
Әтәсемдең бар эше.
  • Диңгеҙ әтәсенең «кикирикүк» тип ҡысҡыра алмаҫы билдәле, сөнки ул бит - балыҡ. Себеше лә юҡ - селбәрә генә. Әммә һыу өҫтөнән ҡош кеүек бер аҙ осоп бара ала. Ите тауыҡтыҡы кеүек тәмле, тиҙәр.

Инә заттарын тауыҡ тиҙәрме икән, белмәйем. Уралда диңгеҙ әтәсе булмағас ни...

Өйрәккәйҙәр
Өйрәккәйем баҡ-баҡ, ти,
Батмай ҡалдым саҡ-саҡ,ти,
Бәпкәләрем һыуҙа, ти,
Берен-бере уҙа, ти.
  • Диңгеҙ өйрәккәйҙәре (морские уточки) мыйыҡ аяҡлы ҡыҫала һымаҡтар затынан. Ҡарап торғанда нәҡ тажы йомолған томбойоҡ инде үҙҙәре. 7 саҡрым тәрәнлектә лә ыжламай йәшәп ята улар. Тәбиғи, баҡ-баҡ, тимәйҙәр, бәпкәләре лә юҡ.
Тараҡан һәм үрмәксе
Диңгеҙҙәге тараҡан -
Ҡыҫалалар тоҡомо,
Балыҡты ашап бөтә,
Ауҙы өҙә, соҡоноп.
Һыуытҡысым артында
Бик күп ине тараҡан,
Та-ра-ҡан - мараҡан,
Кергә ҡатҡан сарафан.
Ярай әле үрмәксе
Бик елленән ау үрҙе,
Һиҙмәҫтән, тараҡандар
Шул ауға барып керҙе.
Ҡотолдом тараҡандан,
Ҡотолдом мараҡандан.
  • Диңгеҙ тараҡаны йышыраҡ үҙе балыҡтарға аҙыҡ булып хеҙмәт итә. Әммә ауҙы, ауҙағы балыҡты боҙоуы дөрөҫ.
  • Диңгеҙ үрмәксеһе ау ҡормай, тараҡан ашамай. 0,8 - 5 сантиметр ҙурлыҡта ғына. Мәгәр моллюскыларҙы, энәле тиресәлеләрҙе, башҡа әкәм-төкәмде ҡыра ғына. 7,5 саҡрым тәрәнлектә лә осрай.
Батыр ҡабырсаҡ
Ат һарайым бар ине,
Өйөр-өйөр тай ине,
Йәйләүемдә бер юлы
Меңәр ат юшай ине.
Алыҫ юлға фил мендем,
Арыҫланға атландым,
Бар аҡсама ат алдым,
Батыр тигән ат алдым.
Һунар иттем йыш ҡына,
Ҡайта инем буш ҡына,
Тоҡ тулы ҡуян-бүре,
Күрше һоҡлана, күреп.
И-и-их, үтте ғүмер...
  • Батыр тигән ат алдым тип, Ҡабырсаҡ батыр исеме алыуы менән ҡупая. Текетек ни, диңгеҙҙе күргәне булмағас, ышанды ла ҡуйҙы инде. Шундай баһадир менән гәпләшеүенә ғорурланып тирә -яҡҡа күҙ һалғайны ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы бер кем дә күренмәне.
  • Диңгеҙ аты шахматтағы ат фигураһына оҡшаған, энә балыҡ затынан. Ваҡ-ваҡ ҡына ҡыҫалалар менән туҡлана. Оҙонлоғо 4-20 сантиметр. Ярға яҡын йәшәүсән.
  • Диңгеҙ филе - тюлендәр тоҡомонан. Ауырлығы 3 тоннаға етә. Асыуланған, ҡуҙғыған ваҡытында томшоғо филдекенә оҡшаңҡырап оҙонайыусан. Көтөү-көтөү булып яр буйында йәшәй. Ите өсөн күпләп ҡыралар меҫкенде.
  • Диңгеҙ арыҫланы - шулай уҡ тюлендәр ғаиләһенән. Ҙурлығы филдекенән ҡайтышыраҡ, әлбиттә, шулай ҙа буйы 2-3,6 метрға, ауырлығы тоннанан ашыуыраҡҡа барып етә. Йәй-көҙ утрауҙарҙа үрсеп, башҡа ваҡытта диңгеҙҙә йәшәй, балыҡ менән туҡлана. Был йәнлектәрҙе циркта сығыш яһарға өйрәтәләр.
  • Диңгеҙ ҡуяны - тюлендәр ғаиләһенән, икенсе исеме - лахтак. 360 килограмға еткеләй. Йөҙөп йөрөгән боҙ тауҙарҙа яҙғыһын тоҡом үрсетә. Күкһел-һоро тунлы. Диңгеҙ ҡуяны тигән моллюскылар ҙа бар. Баштарындағы ике һәрмәүес оҙон ҡолаҡты хәтерләткәнгә уларға шундай исем биргәндәр ҙә инде. Ағыулылар.
  • Диңгеҙ бүреһе тоттом тип Ҡабырсаҡ шапырта, әлбиттә. Кешеләр оҙаҡ йылдар диңгеҙҙә йөҙөп, ҙур тәжрибә туплаған диңгеҙселәрҙе генә шулай тип атай.
Сынаяҡ
Өрөп-өрөп, тирләп-бешеп
Сәй эсеүҙәр күңелле.
Сынаяҡ аҫты матур -
Биҙәктәре күгелйем.
Тик шуныһы: диңгеҙҙә
Юҡ өҫтө сынаяҡтың,
Йөҙөп йөрөй иркенләп
Гел аҫты ла гел аҫты.
  • Сынаяҡ аҫты (морское блюдечко) - ҡалпаҡҡа оҡшаған ҡабырсаҡлы моллюск. Ҡабырсағы ысҡынып төшкәс, бәлки, сәй эсеүгә яраҡлаштырырға мөмкиндер. Әммә диңгеҙ төбөндә унан өрөп-өрөп кем сәй эсһен инде, эйе бит?
Диңгеҙ баҡсаһы
Их, баҡсам минең, баҡсам,
Ни генә үҫмәй ине:
Горчица, салат һуған,
Ҡыяр, кәбеҫтә, иген,
Ылымыҡ урман-урман -
Сығырлыҡ түгел урап,
Ламинария, ләлә
Тулҡындарҙа тирбәлә.
Ҡыҙыл мәрйен-ағастар
Саҡрым-саҡрым һуҙылған,
Был ағастар башында
Утрауҙар хасил булған.
  • Диңгеҙ горчицаһы ғәмәлдә ярҙа ғына үҫә, матур сәскә ата. Орлоғо бик майлы, үҫенделәре ашарға яраҡлы.
  • Диңгеҙ салаты - ульва тип аталған ашарға яраҡлы ылымыҡ төрө.
  • Диңгеҙ һуғаны - Урта диңгеҙ, беҙҙеңсә Аҡ диңгеҙ буйындағы илдәрҙә ҡырағай рәүештә үҫә. Дарыу булараҡ та, кимереүселәргә ҡаршы ла уңышлы ҡулланыла.
  • Диңгеҙ ҡыяры - үҫемлек түгел, ә голотурия тип аталған йән эйәһе. Умыртҡаһыҙ. Энәле тиресәлеләр затынан. Оҙонлоғо икешәр метрға етә. Кеҫәртке кеүек, һаҡланғанда, үҙ-үҙен өҙә ала, тиҙ үк элекке хәленә ҡайта. Ҡытайҙа уны ризыҡ итеп файҙаланалар.
  • Кәбеҫтә - ылымыҡ төрө. Ризыҡ та, дарыу ҙа. Онтағын медицинала киң ҡулланлар. Катран тигән исеме лә бар.
  • Иген диңгеҙҙә үҫмәй - Ҡабырсаҡ артыҡ фантазияға бирелеп китә.
  • Ылымыҡтың урман-урман булып үҫеүе раҫ. Ламинария - уның бер төрө.
  • Ләлә-лилиә - энәле тиресәлеләр төркөмөнә ингән йән эйәһе, үҫемлек түгел. Ваҡ ҡына әкәм-төкәм тотоп туҡлана. Уларҙы алдар өсөн үлән кеүек ялбырлап ултыра.
  • Мәрйен-коралл - бер-береһенә ҡатланып үҫеп ағас рәүешенә инә алһалар ҙа, улар үҫемлек түгел, ә йән эйәһе. Диңгеҙ төбөндә гигант ҡоймалар, урамалар барлыҡҡа килтереп, утрауҙар хасил итәләр. Ошондай утрауҙар йыш осраған диңгеҙгә Мәрйен диңгеҙе исеме юҡҡа ғына бирелмәгән. Урама эсендә һыу тороп ҡалһа, атолл тип атайҙар.


Ят ҡунаҡтың хәтирәләре ошо урынға еткәс, ихатаға яңынан Диңгеҙсе килеп сыҡты. Текетектең ҡабырсаҡҡа ҡолаҡ терәп шым ғына ятыуына аптыраны булһа кәрәк, әммә кеше - кеше инде, кәзә малайының хыялдағы сәйәхәтен өҙөп, туғандарына инселәгән бүләген өйгә алып инеп китте. Текетек, моңһоуланып, баҡса буйлап аҡҡан бәләкәй генә йылға ярына йүнәлде, төбөндә таштары күренеп ятҡан һыуға күҙ һалды. Ғәжәп, бығаса йүнләп иғтибар итмәгән, күрәһең: унда ла ваҡ ҡына балыҡтар - селбәрәләр йөҙөп йөрөй, сайға күмелеп, ташбаш мыйығын ҡыбырҙатып ята. Ул ҙурайғас йәйенгә әүереләме икән? Бер-береһенә ишелә яҙып бөгәрләнә-һырғалана аҡ, ҡара, ҡыҙыл ҡылйыландар ағып уҙҙы. Бында ла сер етерлек икән! Үҙе лә һиҙмәҫтән, малай тояҡтарын мәтегә манып алды ла күкрәгенә арҡыры һыҙыҡтар буяп сыҡты, шунан шатлана-шатлана ваҡ малдар баҡсаһына сапты. Хәҙер ул кескәйҙәргә диңгеҙ тураһында әкиәт һөйләйәсәк. Әммә баҡсала уны таныманылар, мөйөшкә һырығышып, баҡырыша, сипелдәшә, баҡылдаша, мөңрәшә башланылар. Һәүкәш Ҡобаүгеҙовна саҡ тынысландырҙы үҙҙәрен. Ул үҙе лә башта Текетекте зебра балаһы тип уйлаған булһа кәрәк, әммә бәрәсте танып, көлөп ебәрҙе. Текетек бәләкәстәргә әкиәт һөйләп ҡалды, ә мин Ҡабырсаҡты үҙем тыңларға киттем. Бәлки, тағы ҡыҙыҡ нәмәләр белермен дә һеҙгә һөйләрмен. Ә әлегә хушығыҙ, балаларым!