Jump to content

Ташбаҡа. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Ташбаҡа (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә
Ижад итеү ваҡыты: 2011.


Ташбаҡа


Тарбайып бер
Ташбаҡалай,
Тарһынмам
Тормошомдо.
Беләм бит мин:
Үҙем ҡорам
Йәшәйеш-ҡормошомдо.

Аңлайым мин:
Һәр бер мәлем –
Торошло саҙаҡаға.
Һөйөрмөн һине, хатта ки
Әйләнһәң
Ташбаҡаға!