Jump to content

Ташбаш батыр, Солтанғол батыр һәм Солтанбай батыр (әкиәт)

From Wikisource

Ташбаш батыр, Солтанғол батыр һәм Солтанбай батыр

Бер ҡарттың өс улы булған: Ташбаш батыр, Солтанғол батыр, Солтанбай батыр. Берҙән-бер көндө бабай төш күрә: имеш, Ташбаш улы күккә осҡан; Солтанғол алыҫ юлға сыҡҡан да һуғыша башлаған; Солтанбай батша ҡыҙын алған икән. Бабай төшөн уландарына һөйләп, уландары иларға тотоналар.

Аҙмылыр, күпмелер ваҡыт үткәс, берҙән-бер көндө быларға дейеү осоп килә лә Ташбаш батырға:

– һине батша саҡырта, – ти. Шулай ти ҙә дейеү Ташбашты күктең етенсе ҡатына осороп алып китә. Күктең етенсе ҡатына күтәрелһәләр, унда ҙур мәжлес бара икән. Мәжлестә батырҙар дыу килеп көрәшәләр, ти. Ҡайһы бер батырҙар меңәр ботло сынйырҙар менән һуғышалар икән.

– Кем дә кем ошо батырҙарҙы еңә, шуға ҡыҙымды бирәм,– ти дейеүҙәр батшаһы Ташбаш батырға. Ташбаш батыр батшанан көрәшергә рөхсәт һорай:

– Мин ошо батырҙар менән көрәшеп ҡарар инем, – ти.

– Э-э-э, – ти батша, – хәлеңдән килмәҫ! – ти.

– Үлергә икән, батыр ҡулынан үлергә, – ти Ташбаш батыр.

– Ярай, улайһа, көрәш! – ти дейеүҙәр батшаһы.

Ташбаш батыр теге батырҙар менән көрәшә башлай. Тегеләрҙең береһе лә Ташбаш батырға ҡаршы тора алмай. Дейеүҙең иң көслө бер баһадире була. Батша шул баһадирен майҙанға сығара:

– Кем ошо батырҙы еңеп үлтерә ала, шуға батшалығымды бирәм, – ти. Ташбаш батыр батшанан рөхсәт һорай.

– Рөхсәтең булһа, мин көрәшеп ҡарар инем, – ти.

– Рөхсәт, керәш! – ти батша.

Ташбаш батыр теге бәһлеүән менән көрәшә башлай. Эй көрәшәләр, эй көрәшәләр былар, көрәшә торғас, Ташбаш батыр тегене һауаға быраҡтырып ебәрә, теге бәһлеүән кәлгә әйләнеп килеп төшә. Дейеүҙәр батшаһы ҡыҙын да, батшалығын да Ташбаш батырға бирә. Был – батшалыҡта ҡала, рәхәтләнеп йәшәй бирә.

Күпме ваҡыт үткәндер, уныһы билдәһеҙ, бер көндө Ташбаш батыр ябыға, һарғая, кибә башлай.

– Ни эшләп былай ябығаһың? Ниндәй ҡайғың бар? – тип һорай ҡатыны.

– Минең атайын менән инәйем бар бит, уларҙы бик һағындым, – ти Ташбаш батыр.

– Атайымдан рөхсәт алайыҡ та ҡайтып киләйек, – ти ҡатыны. Ташбаш ҡайныһына бара ла:

– Рөхсәт итһәң, ҡайным, мин ҡайтып килер инем, – ти.

– Рөхсәт, – ти батша, – һин үҙең батша, ниңә минән һорап тораһың? – ти. Шулай ти ҙә дейеү пәрейҙәренә:

– Тыуған төйәгенә алып барығыҙ, – ти. Пәрейҙәр Ташбашты ла, уның ҡатынын да ата йортона алып киләләр. Ташбаш батыр батшалыҡ итә башлай. Ташбаш батыр батша булын тора бирһен, беҙ Солтанғолға күсәйек әле.

Солтанғол башы һуҡҡан яҡҡа сығып китә. Бара торғас, был бер ауылға тап була. Ауылда ҙур мәжлес бара, ти. Бик күп ғәскәр йыйылған, ти. Солтанғол килә лә шул ғәскәр менән һуғыша башлай. Өс көн, өс төн һуғыша был, һуғыша торғас, ғәскәрҙең яртыһын ҡырып бөтөрә, яртыһын әсирлеккә ала.

– Былай булғас, сара юҡ, ҡыҙымды һиңә бирәм, – ти ғәскәрҙең батшаһы. Солтанғол батша ҡыҙын алған да өйөнә ҡайтып киткән. Ҡайтып, һин дә мин рәхәтләнеп йәшәй башлаған.

Солтанғол ауылында тағы ла бер батша булған. Бер көндө был батша йыйын йыя. Бик күп батыр көрәшселәр тирә-яҡтан килеп тулалар. Йыйынға Ташбаш батыр ҙа, Солтанғол да, Солтанбай батыр ҙа баралар. Батшаның бер батырына бер кем дә ҡаршы тора алмай икән, батырҙарҙы теге бер-бер артлы ырғытып ҡына тора, ти. Быға ҡаршы Ташбаш батыр сыға.

– һин батша бит, батша башың менән көрәшкә сығып йөрөмә! – ти теге батша Ташбаш батырға.

– Юҡ, сығам, батша булһа, ни булған? – ти Ташбаш батыр.

– Көрәш һуң, улай булғас, – ти батша.

Көрәшеп ҡарағайнылар, Ташбаш батыр еңелә. Хәҙер көрәшкә Солтанғол сыға, ул да еңелә.

– Кем дә кем ошо батырҙы еңә, шуға ҡыҙымды бирәм,– тип иғлан итә батша. Көрәшкә Солтанбай батыр сыға. Солтанбай батыр батшаның теге бәһлеүәнен эләктереп тә ала, быраҡтырып та ебәрә. Ергә төшәйем тигәндә генә, осаһына берҙе тибеп ебәрһә, теге көлгө әйләнеп барып төшә.

Был батшаның ике оло кейәүе лә бар икән. Иң олоһоноң исеме Фөхерислам, уртансыһыныҡы – Динмөхөммөт. Солтанбай кенәүҙәрҙең иң кесеһе була.

– Хәҙер, батырҙар, үҙ-ара көрәшегеҙ, – ти батша. Батшаның оло кейәүенә ҡаршы Ташбаш батыр сыға – еңелә. Ике оло кейәүгә бер кем дә ҡаршы тора алмай икән. Ташбаш батыр еңелгәс, Солтанғол көрәшкә сыға, оло кейәү уны ла еңә.

– Батшам, йәнем, миңә көрәшергә рөхсәт ит, – ти Солтанбай.

– Йәшһең әле, ута ҡаршы тора алмаҫһың, – ти батша.

– Ҡайным, еңелгәс, батырҙан еңелергә кәрәк, – ти Солтанбай.

– Рөхсәт, көрәш, – ти батша. Солтанбай батыр оло бажаһы менән көрәшергә тотона.

– Э-эй! Нимә уйлап миңә ҡаршы сыҡтың? – ти бажаһы.

– һин, бажа, юҡты һөйләмә! – ти ҙә Солтанбай, тегене күтәреп алып, быраҡтырып та ебәрә. Батшаның уртансы кейәүе күтәрелә. Солтанбай уныһын да еңә. Ошо мәлдән алып батша кесе кейәүенә илтифат күрһәтә, ә теге ике бажаһы Солтанбайҙы күрә алмай башлайҙар.

Бер көндө өс бажа һунарға сыға. Баралар, баралар, бара торғас, бер өйгә тап булалар. Өй тирәләп йылҡы малы йөрөй, ти. Бер бейәне тотоп һуйып ашайҙар ҙа былар йоҡларға яталар. Иртәгеһен иртүк торон һунарға сығып китәләр. Ҡайтып килһәләр, әлеге өйҙө өс ҡыҙ, бер ҡарт ултыра.

– Әссәләмәғәләйкүм, олатай, – тип һаулыҡ бирәләр былар.

– Ошо сәләмегеҙ булмаһа, бөтәгеҙҙе бер юлы йотҡан булыр инем, – ти ҡарт. Шунан ҡарт тора ла һунарсыларға:

– Алыштанмы, әллә атыштанмы? – ти.

– Атыш атаң башына, алыштан! – тиҙәр батырҙар.

Иң тәүҙә оло кейәү көрәшә башлай, ҡарт быны еңә. Шунан уртансы кейәү сыға, ҡарт быныһын да тәгәрәтә һуға. Иң. аҙаҡтан көрәшкә Солтанбай сыға. Сыға ла, ҡартты эләктереп алып, өргә шундай итеп һуға, теге ер аҫтына инеп китә. Шунан Солтанбай батыр оло бажаһына:

– һин оло ҡыҙҙы ал, – ти. Икенсе бажаһына:

– һин уртансы ҡыҙҙы ал, – ти. – Ҡыҙҙарҙың иң кесеһе-миңә булыр, – ти.

– Ярар, – тиҙәр тегеләр.

Өс бажа өс ҡыҙҙы ҡатынлыҡҡа алып ҡайтырға сығалар. Киләләр, киләләр, килә торғас, бер ерҙә төнгөлөккә туҡталалар. Теге ике бажа үҙ-ара һөйләшә:

– Әйҙә, үҙен үлтерәйек тә китәйек, – тиҙәр. Солтанбайҙың үңәсен ҡырҡып өҙәләр ҙә ҡайтып китәләр былар. Ҡайтып етәләр. Солтанбайҙың ҡатыны иларға тотона. Шул ерҙә был ҡатын янына бер аҡ һаҡаллы ҡарт килә. Килә лә:

– Ниңә илайһың? – тип һорай.

– Бына иремде боғаҙлап үлтереп киткәндәр, шуға илайым, – ти ҡатын.

– Күпме ғүмер теләйһең һуң иреңә? – тип һорай ҡарт.

– Исмаһам, бер өс көнгә терелһен ине, – ти ҡатын. Ҡарттың бер таяғы бар икән, шул таяғын һелтәүе була, Солтанбай теп-тере булып алдарына килеп баҫа. Былар өс көн йәшәп ҡалалар. Дүртенсе көндө Солтанбай яңынан үлә. Ҡатыны, күкрәгенә бысаҡ ҡаҙап, үҙен-үҙе үлтерә лә ҡуя. Быларҙы йәнәш һалып ҡуялар.