Jump to content

Талдарҙан балдар тама. Тамара Искәндәриә

From Wikisource


Талдарҙан балдар тама (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә
Ижад итеү ваҡыты: 2011.


Талдарҙан балдар тама


Балдар тама тал-тирәктән,
Балдар тама телеңдән.
Тик бер мәлгә онотолам
Йәшәүҙән һәм үлемдән.

Тал ямғыры…
Талма уйға,
Аҡҡан һыуҙарға ҡарап.
Йә тегеләй, йә былайға
Йөҙә, тип, унда карап.

Аҡ караптар сағылалар
Һыуҙарҙың шаршыһында.
Береһе – ағым ыңғайында,
Береһе – ҡаршыһында…

Аҡҡан һыуға нимә булһын,
Талдары ҡалһа ярҙа,
Талдарынан бал тамдырған
Беҙ икәү унда барҙа.