Jump to content

Сүрәтүл-хәджж

From Wikisource
Ҡөрьән
автор Мөхәммәт Кәрим
Сығанаҡ: Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит.


-

Ҡөрьән Кәрим
Д. Кинельский тәржемәһе, башҡортсаға Ф.Н.Байышев, Д.Д.Мәһәҙиев


'

Сүрәтүл-хәджж

22.Әл-хаж сүрәһе

Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!

I. Эй, кешеләр! Раббығыҙҙан ҡурҡығыҙ! Һуңғы сәғәттең тетрәтеүе — оло нәмә бит!

2. Ул көндә, үҙегеҙ күрерһегеҙ, бала имеҙгән әсәләр балаһын онотор, йөклө ҡатындар йөгөнән бушаныр. Кеше иҫерек булмаһа ла, иҫерек кеүек күренер. Аллаһының язаһы шулай ҡаты! 3. Кешенең белмәгән көйө Аллаһ хаҡында һүҙ көрәштергәндәре, һәр төрлө фетнәсе шайтанға эйәргәндәре бар.

4. Уға дуҫ булған кешеләрҙе ул юлдан яҙҙырып, ут язаһына алып барыр, тип яҙып ҡуйылған.

5. Эй һеҙ, кешеләр! Ҡәберҙән терелеп сығырығыҙға шикләнәһегеҙ икән, Беҙ бит шуны аңлатыр өсөн һеҙҙе тәүҙә тупраҡтан, шунан тамсынан, шунан ойоған ҡандан, шунан яратылып бөткән йәки яратылып бөтмәгән ит киҫәгенән бар ҡылдыҡ. Үҙебеҙ теләгән билдәле ваҡытҡа ҡәҙәр әсә ҡарынына ҡуябыҙ, шунан сабый бала итеп сығарабыҙ, шунан һеҙ балиғ булаһығыҙ. Һеҙҙең арала вафат булғандары, белгәндән һуң һис нәмә белмәҫ өсөн иң түбән хәлгә ҡайтҡандары бар. Һин Ерҙе йәпһеҙ итеп күрәһең, ә Беҙ шуға ямғыр яуҙырҙыҡ, ул хәрәкәткә килә, бүртенә һәм Һәр төрлө матур ишле үҫемлектәр үҫтерә

6. Ни өсөн тиһәң, сөнки Аллаһ хаҡ, Ул үлеләрҙе терелтә, Ул бөтә нәмәгә ҡөҙрәтле,

7. сөнки (билдәләнгән) сәғәт һис шикһеҙ килә, ҡәберҙәге кешеләрҙе Аллаһ терелтеп сығара.

8. Ә кеше араһында ғилемһеҙ көйө, етәксеһеҙ, нурлы китапһыҙ көйө Аллаһ хаҡында һүҙ көрәштереүселәр бар,

9. улар Аллаһ юлынан яҙҙырыр өсөн башын ситкә бора. Донъялыҡта уларға — хурлыҡ, ә ҡиәмәт көнөндә Беҙ уларға ут язаһын күрһәтербеҙ.

10. Был һиңә үҙ ҡулың менән ҡылған эшең өсөн һәм ҡолдарға Аллаһының залим булмағаны өсөн булыр.

11. Кешеләр араһында Аллаһыға һуңғы сиктә генә ғибәҙәт ҡылыусылар бар: яҡшылыҡ килһә, ул шуның менән тыныслана; ә бер нәмәгә ҡыҙыҡһа, ул донъялыҡты ла, әхирәтте лә онотоп, шуға йөҙөн бора. Күрәләтә отолоу була был!

12. Аллаһ урынына ул ни зыяны, ни файҙаһы теймәгән бер затҡа доға ҡыла. Ҙур яңылышлыҡ бит был!

13. Ул файҙаһынан зыяны күберәк булған затҡа доға ҡыла. Насар хужаның юлдашы ла насар

14. Иман килтереп, изгелек эшләгән кешеләрҙе Аллаһ аҫта йылғалары ағып ятҡан ожмах баҡсаһына индерә. Ысынлап та. Аллаһ ни теләһә, шуны эшләй!

15. Аллаһ уға (Мөхәммәткә) донъялыҡта ла, әхирәттә лә ярҙам итмәҫ, тип уйлаған кеше Күккә бау һуҙһын да, шуға үрләп, менеп ҡараһын: бөтөрөрмө икән шул хәйләһе уның асыуына тейгән нәмәне.

16. Шулай итеп, Беҙ уны асыҡ аяттар итеп күндерҙек, йәнә Аллаһ Үҙе теләгән кешеһен хаҡ юлға төшөргәнгә.

17. Ысынлап та иман килтергән кешеләр менән йәһүдиҙәр, сабиҙар, насраниҙар, мәжүсиҙәр, мөшриктәр араһын ҡиәмәт көнөндә Аллаһ Үҙе айырыр. Ысынлап та, Аллаһ бөтә нәмәгә шаһит!

18. Күктәр менән Ерҙәге бөтә нәмәнең: Ҡояштың, Айҙың, йондоҙҙарҙың, тауҙарҙың, ағастарҙың, тереклектәрҙең, күп кешенең Аллаһыға сәждә ҡылғанын һин күрмәнеңме ни? Шуларҙың күбеһе язаға хаҡлы. Аллаһының түбәнһеткән кешеһен күтәреүсе булмаҫ. Аллаһ, ысынлап та, теләгәнен эшләй!

19. Бына Раббы тураһында һүҙ көрәштереп дошманлашҡан ике төркөм. Шуларҙың кафырҙарына уттан кейем беселгән, уларҙың башына ҡайнар һыу ҡойола.

20. Шул эҫенән уларҙың эс-бауыры, тиреһе ирей.

21. Уларға тимер суҡмар әҙер

22. Ғазапҡа түҙмәй, сыҡмаҡ булған һайын уларҙы кире һуғып төшөрәләр... Белегеҙ ут язаһының ни икәнен!

23. Иман килтереп, изгелек эшләгән кешеләрҙе, ысынлап та, Аллаһ аҫта йылғалары ағып ятҡан йәннәт баҡсаһына индерер. Унда улар алтын беләҙектәр, ынйылар менән биҙәнер, кейемдәре саф ебәк булыр.

24. Улар яҡшы һүҙгә йүнәлтелгән, маҡтаулының юлына төшөрөлгән

25. Ысынлап та, иман килтермәй, Аллаһ юлынан тайпылған, Беҙҙең унда йәшәүселәргә лә һәм күсеп йөрөүселәргә лә халыҡтар өсөн уртаҡ итеп һалған “Харам мәсет”тән ситләшкән, золом менән мөртәтлек ҡылырға уйлаған кешеләргә ғазаплы язаны Беҙ күрһәтербеҙ.

26. Беҙ Ибраһимға ҡәғбә йорто урынын билдәләп, (әйттек): "Бер нәмәне лә Миңә тиндәш итмә, тирәһенән уратып йөрөгән, аяҡ өҫтө тороп ғибәҙәт ҡылған, теҙ сүгеп сәждә һәм руҡуғ ҡылған кешеләр өсөн Минең өйөмдө таҙарт,” — тинек.

27. Кешеләргә хаж тураһында хәбәр ит. Улар һиңә йәйәү ҙә, төрлө тәрән үҙәктән сыҡҡан ябыҡ малына атланып та килер,

28. үҙҙәренә файҙалы эш хаж буйынса шаһит булыр өсөн, мәғлүм көндәрҙә Аллаһ биргән малдары өҫтөндә Уның исемен иҫкә алыу өсөн: ашағыҙ уларҙың итен, бәхетһеҙ ярлыларҙы ла ашатығыҙ. 29. Шунан улар үҙҙәрен юл мәшәҡәттәренән арынғас та, нәҙерҙәрен теүәл үтәп, боронғо өйҙө уратып йөрөһөн.

30. Шулай! Кем Аллаһының билдәләгән харамын ололаһа, Раббы ҡаршыһында ул үҙенә яҡшы эшләй, һеҙгә, ошонда әйтелгәндән башҡа, бөтә хайуан рөхсәт ителә. Боттарҙың бысрағынан һәм ялған һүҙҙән һаҡланығыҙ,

31. Аллаһ ҡаршыһында Уға тиндәш ҡуймаҫ хәниф булығыҙ. Ә Аллаһыға тиңдәш ҡуйған кеше күктән ҡолап төшкән һымаҡ булыр. Уны йә ҡош эләктереп, йә ел осороп, алыҫ ергә алып барып ташлар.

32. Шулай! Кем Аллаһ өсөн билгеләнгәндәрҙе ололай, Аллаһынан ҡурҡҡанға ул шулай итә.

33. Һеҙгә уларҙан билдәле ваҡытҡа ҡәҙәр файҙа, шунан һун уларҙың урыны — боронғо өй эргәһендә.

34. Аллаһ биргән йорт хайуандары өҫтөндә Уның исемен иҫкә алһындар өсөн һәр өммәткә Беҙ ғибәҙәт (хаж) йолаһы булдырҙыҡ. Сөнки һеҙҙең Аллаһығыҙ — берҙән-бер илаһ. Уға бирелегеҙ! Ә һин ҡыуандыр — күндәм булған,

35. Аллаһыны иҫкә алғанда йөрәге тетрәнгән, башына төшкән хәлгә сабыр иткән, намаҙ уҡыған, Беҙ биргән ризыҡты тейешенсә тотонған кешеләрҙе.

36. Һеҙгә Беҙ Аллаһ өсөн билгеләнгәндәрҙең һимеҙен тәғәйенләнек. Уларҙа һеҙҙең өсөн яҡшылыҡ бар. Сафҡа теҙеп, улар өҫтөндә Аллаһ исемен иҫкә алығыҙ. Ҡабырғаларына йығылғас, иттәрен ашағыҙ. Оялып, тартынып ҡына һораған кешеләргә лә ашатығыҙ. Шулай итеп, Беҙ уларҙы һеҙгә буйһондорҙоҡ. Бәлки, шөкөр итерһегеҙ!

37. Аллаһыға уларҙың ите лә, ҡаны ла һис барып етмәҫ, әммә Уға һеҙҙең тәҡүәлек барып етер. Хаҡ юлға төшөргән өсөн Аллаһыны ололаһындар тип, Ул һеҙгә уларҙы буйһондорҙо, ә һин изгелекле кешеләрҙе һөйөндөр!

36. Ысынлап та, иман килтергән кешеләрҙе Аллаһ һаҡлай. Һәр төрлө хыянатсыны, кафырҙы Алла яратмай.