Был ҡулдарым күпте хәтерләйҙәр:
Иҫ белгәндән - бала бишеген,
Апаймын бит - бәүетергә тейеш,
Уянманы һис тә бер шигем.
Үҙем ҙурлыҡ һеперткене тотоп
Сүп йыйыуым, туҫтаҡ йыуыуым,
Үлән араһынан саҡ күренеп
Түтәлдәрҙе утап ҡуйыуым.
Биҙрәләрем ергә тейә-тейә
Иңдәремә һалған көйәнтә,
Утын ярмай, бесән сапмай ҡыҙҙар,
Атта сапмай тиеп кем әйтә?!
Был ҡулдарым күпте хәтерләйҙәр:
Өй һылаған ҡыҙыл балсыҡты,
Аҙбар көрәп, хатта таҡта йышып,
Баҡса ҡаҙып күпме талсыҡты!
Юрған һырып, ҡульяулыҡтар сигеп,
Ойоҡбаштар бәйләп һәр кемгә,
Үҙем теккән ситса күлдәктәрем...
Эш етерлек ине һәр көнгә!
Был ҡулдарым хатта мылтыҡ тотто -
Ил һаҡларға илем өйрәтте.
Күпме китап асты, дәрес яҙҙы,
Ҡар өҫтөндә усаҡ дөрләтте.
Юҡтан бар итергә өйрәнде лә,
Бойҙай итә белде арышты,
Майғул тиеп әйтмәһендәр өсөн
Ҡулым менән ҡулым ярышты.
Йүргәк йыуҙы, бала һөйҙө ҡулым,
Закон яҙҙы, яҙҙы китаптар.
Гел ашыҡтым, гел-гел ҡабаландым,
Тик үҙемә булды ваҡыт тар.
Барыһын да өйрәттеләр миңә,
Хатта һабан аты булырға.
Әммә бер кем бер саҡ өйрәтмәне
Нисек иргә ҡатын булырға