Jump to content

Советтар Союзының дәүләт гимны

From Wikisource
Азат республикаларҙың ныҡ Союзын
Бергә мәңгегә Бөйөк Русь тупланы.
Йәшә, халыҡтар теләге тыуҙырған ил —
Берҙәм, ҡеүәтле Советтар Ватаны!
Дан һиңә, дан, Ватан, киң, ирекле Ватан,
Һин — халыҡтар дуҫлығы нигеҙе!
Ленинсы партия — бар халҡыбыҙ көсө,
Ул етәкләй коммунизмға беҙҙе!
Ирек ҡояшы балҡыны дауыл аша,
Һәм Ленин-даһи яҡтыртты юл беҙгә:
Ғәҙел көрәшкә күтәрзе халыҡтарҙы,
Хеҙмәт, еңеүгә рух бирҙе ул беҙгә!
Дан һиңә, дан, Ватан, киң, ирекле Ватан,
Һин — халыҡтар дуҫлығы нигеҙе!
Ленинсы партия — бар халҡыбыҙ көсө,
Ул етәкләй коммунизмға беҙҙе!
Бөйөк коммунизм эшенең еңеүендә
Илдең киләсәк көндәрен күрәбеҙ.
Данлы Ватандың ал байрағына мәңге
Тоғро булырга берҙәм ант бирәбеҙ!
Дан һиңә, дан, Ватан, киң, ирекле Ватан,
Һин — халыҡтар дуҫлығы нигеҙе!
Ленинсы партия — бар халҡыбыҙ көсө,
Ул етәкләй коммунизмға беҙҙе!