Jump to content

Сер. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource

Сер


Дуҫым миңә сер һөйләне,
Әйтмә, тине, бер кемгә,
Белмәһен, тине, ағайың,
Белмәһен, тине, еңгәң.
Әсәйеңә лә һөйләмә,
Һөйләмә атайыңа.
…Әх, сере эскә һыймай бит –
Көтөрҙәп ята ғына!
Һөйләмәнем ағайыма,
Сисмәнем уға серҙе,
Еңгәгә лә һөйләмәнем,
Түҙҙем, тешләнем телде.
Өндәшмәнем атайыма,
Әсәйем дә һиҙмәне.
Йән дуҫым бит тағы ла бар,
Уға әйттем, түҙмәнем.
Әммә үҙен бик нығыттым,
Әйтмә, тинем, бер кемгә,
Белмәһен, тинем, апайың,
Белмәһен, тинем, еҙнәң.
Минән серҙе ишеткәйне
Тик йән дуҫым – бер кеше.
Белә булып сыҡты тиҙҙән
Был хәбәрҙе бар кеше!
Ҡайҙан ишеткәндәр икән-
Аптырайым шул хәлгә.
Беҙҙең хәбәр һөйләшкәнде
Тыңлап торғандар әллә!
Нисек шулай булып сыҡты –
Аптырайым, шаҡ ҡатам,
Серҙе ҡайҙан белделәр тип
Әле һаман баш ватам.

 


2012